Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 3 глава




Тоҡ-әсәб-үрекөн — туҡ-аҫау-арыған; бында:

Аҫау — йылҡы-ат, арыған — егелгән, тигән һүҙ (сағыштырығыҙ: арынған — туғарылған) йәғни дөйөм дәүләт-арбабыҙҙың йылҡы-ат егелгән яҡ яртыһы (Көн-Өфө юл буйҙары) — егәрле йылҡы аттарын аҫырап етештереү, тәртә һәм ызбурый әҙерләү эштәрен үҙ иңенә йөкмәгән халыҡ.

Икенсе яҡ яртыны ла тикшереп ҡарайыҡ инде:

 

2. Тоҡ-әрә-боҙ-уғыр-т (“т” — күплек ялғауы) — тоҡәрә-боҙуғырт, тохар-башҡорт яҡ (Тоҡ-убыл — Тобол йылғаһы аҡҡан яҡ) баяғы тарихи Тохарстан — булып сыға шулай уҡ тарихи Тохар-Башҡортостан, ә уның кешеләре тохарҙар — башҡорттар икән, тимәк. Йәнә килеп:

(то) ҡәрәбоҙ- (уғыр) — ҡарабаҙ, ҡарабаш этнонимы. Бик боронғо Үҫәргән-шумерҙар ҙа, һыуәсә-ҡытайлыларға төньяҡлап күрше йәшәгән бик боронғо башҡорт-һундар ҙа үҙҙәрен, дөйөмлөк мәғәнәһендә, “ҡарабаштар” тип ләҡәпләгән — быныһы ла дөйөм башҡорттар тигән һүҙ. Тәүге формуланың һуңғы быуыны уғыр — үгеҙ икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, формуланың тере телмәрҙә үҙгәреберәк быуынланышы яңы терминдар тыуҙыра:

Тоғарабас-уғыҙ — тәгәрмәс-игеҙ йәғни арийҙар тип аталмыш боронғо үҫәргән-башҡорт бабаларыбыҙҙың игеҙ (ике) тәгәрмәсле яу арбаһы (колесница); йәки тәгәрмәс-үгеҙ, йәки тоҡ-арбасы-үгеҙ йәғни дөйөм дәүләт-арбабыҙҙың үгеҙ егелгән яҡ яртыһы (Ҡуңыр-Буға юл буйҙары) — ике лә, дүрт тә тәгәрмәсле тоҡ (йөк) арбаһын яһау һәм егәрле үгеҙҙәр аҫырап етештереү эштәрен үҙ иңенә йөкмәгән халыҡ (боронғо башҡорт тәүәрихы “Уғыҙнамә”лә иһә донъялағы тәүге арбаны Ҡанлы ырыуы яһай башлауы22 тураһында әйтелә).

 

Ике миҫалдан да күренеүенсә, үҙәгендә тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым торған, Туған (Туғын, Тогон) аталмыш тәүдәүләтебеҙҙең матди байлыҡтар етештереү эше ике яҡ араһында ғәҙел-тигеҙ бүленеп, ҡәҙимге дәүләттәгесә, үҙенә күрә махсуслашыу нығынған. Донъялағы ошо иң боронғо Туған тәүдәүләтебеҙ, ысынлап та, кешелек донъяһының тәгәрмәс тырнаҡтарылай айырым-айырым тәүге ырыуҙарын бер туғанлыҡ аҡатағына (катоҡ-көпсәгенә) беркетеп тоташтырыусы туғанлыҡ туғыны булған, шул мәғәнәләге Туған (Тогон) тәүдәүләте тип танылған, тарихыбыҙға ла ул тап шулай Туған тәүдәүләтебеҙ итеп яҙыла. Ошо бөйөк Туған тәүдәүләтебеҙ тураһындағы мәғлүмәт, сал быуаттарҙы ашып, быуындан-быуынға аманатлап бирелгән, Үҫәргәндең Әсинә (Әсинә — Синә — Шуна йәғни Әсә-бүре) тоҡомдары йәғни үҫәргәндәр (“әсинә”нең шул уҡ үҫәргәндәр икәнлеген күреү өсөн сағыштырып ҡарағыҙ: Әсинә — Синә, Шуна йәғни Әсә-бүре һәм әсәрә — сәрә — соро, һоро йәғни шул уҡ Әсә-бүре; һәм: әсинә-Көн — әсәнәКөн [“Үҫәргән”дең “р”ы “н”лашҡан варианты], сәнкем йәғни шул уҡ Үҫәргән һәм “р”лашҡан варианты: әсәрә-Көн — әсәрәкөн, Үҫәргән). Боронғо Туған дәүләтебеҙ бөйөк Төрки Ҡағанат (VI быуат) замандарында ла яҡшы билдәле булған: ҡағанат тәхетендә ултырмыш “хан даими Туған тауы янында йәшәй”23, тип әйтелә боронғо ҡытайлылар тарихында. Инде яҡшы аңлашыла: Арҡайым ҡалаһы харабалары янындағы Арҡайым тауының ләҡәбелер ул - бәндәләр дүрт юлы армыттарының сатрашланыу төйөнө булған Туған тау[2] — Туған тәүдәүләтебеҙҙең телһеҙ шаһиты... Хәҙерге Башҡортостан Республикаһын башланғысы булған Башҡорт Автономияһын нигеҙләүсе Әхмәтзәки Вәлидовтың да Дәү Хоҙай әмере менән, үҙ имзаһына өҫтәп, Туған ләҡәбен алыуында тылсымлы мәғәнә бар...

Һүҙ айышыбыҙҙың Бөйөк Ҡошан тарихына әйләнеп ҡайтһаҡ, хәҙерге заман төрлө илдәренең байтаҡ тарихсылары һәм телселәре лә (Һальтц, Һерт, Раятарангини, Кеннеди, Жойс) бөтә билдәләре буйынса йыуасалы-ҡошандарҙы төркиҙәр 24 тип аныҡ тамғалай, шулай уҡ археологтар тапҡан ҡомартҡылары буйынса ла (А.М. Мандельштам) Бәктораға төньяҡтан килмеш сармат25 (юрматы) бабаларыбыҙға ҡараталар уларҙы. Археолог О.В. Обельченко раҫлауынса, “Бохара өлкәһендәге б.э. тиклем II быуат ҡорғанлы зираттары менән шул замандағы сармат ҡәбиләләре йәшәгән Урал, Иҙел буйҙары зираттары араһындағы яҡынлыҡ был зираттарҙы Урта Азияның көньяҡ төбәктәренә төньяҡтан барып ингән ҡәбиләләрҙеке итеп һанарға юл ҡуя. Алтай менән Урал аралығындағы төньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәре (Арҡайым! — Й.С.) шул күсмә тормошло халыҡтарҙың көнбайышҡа һәм көньяҡҡа ҡарай юлланыу төбәге булып тора. Шуға күрә Зеравшан йылғаһының түбән ағышы яғындағы ҡәберлектәрҙе ҡалдырған ҡәбиләләрҙе б.э. тиклем II быуаттың икенсе яртыһында Грек-Бәктора батшалығын емергән һәм ҡошандар дәүләтен төҙөй башлаған күскенселәрҙеке тип һанарға ныҡлы нигеҙ бар, быны шул хаҡта хәбәр итеүсе сығанаҡтар, айырып әйткәндә, Страбон да, дөрөҫләй”26. Алыҫ Көнсығышта Амур йылғаһының уң яҡ яр буйҙарындағы мәрхүм баш һөйәктәрен тикшергән ғалим Т.П. Кипяткина ла шундай уҡ һөҙөмтәгә килә:

“1. Ике антропологик тип. Беренсеһе — европеоид (андрон тибына оҡшаш), икенсеһе — киң, оҙонса битле, урта диңгеҙ тибына оҡшаш европеоид. Был тип үсүндәр (үҫәргәндәр!Й.С.) араһында билдәле.

2. Ҡатын-ҡыҙҙары араһында төп европеоид типҡа монголоид билдәләренең ҡатнашлығы күҙгә салына”27. Ошо уҡ билдәләр Башҡортостанда Мәскәү антропологы М.С. Акимова тикшергән боронғо һәм бөгөнгө башҡорт типтарына 28 тап килә.

Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү

Бабаларыбыҙ Ҡошандар хаҡындағы иң тулыраҡ мәғлүмәтте боронғо Ҡытай һәм боронғо әрмән тарихсылары яҙып ҡалдырғанлығын әшкәрткәйнек. Хәҙерге заман тарихсылары тәүгеләрен арыу уҡ файҙаланһа ла, һуңғылары иғтибарға алынмай ҡала бирә. Ә бит боронғо әрмәндәргә дәүләт төҙөп биреүсе һәм быуаттар буйынса унда хакимлыҡ итеүсе Әрмәнстан батшалар шәжәрәһе үҙебеҙҙең Йыуасалы-Ҡошан Гәрәй (Әр-шәке) Һоробүренең ейәне Бағар-шәкенән башлана; һәм шулай уҡ әрмәндәрҙе христиан диненә күндергән, улар өсөн әлифба төҙөп биреп, тарих яҙырға өйрәткән, тарихтарында Мәғрифәтсе тип ололап ләҡәпләнгән Григорий Лусавор улы ла шул уҡ Ҡошан шәкеләре шәжәрәһенән булған, ә иһә “әрмән тарихының атаһы” Мовсес Хоренаци 29 үҙе үк Бөйөк Ҡошан империяһында йәшәгән (сөнки боронғо Әрмәнстан, хәҙерге сәйәси телгә һалып әйткәндә, конфедератив ҡоролошло Бөйөк Ҡошан империяһының эсендәге бойондороҡло батшалыҡтарҙың береһе булған, уның тәхетендә башҡорттоң баяғы Гәрәй әр-шәке Һоробүре тоҡомдары ултырған), тимәк, ул әрмән тарихсыһы бабаларыбыҙ ҡошандарҙың тарихын үҙенең әрмән тарихы һымаҡ уҡ яҡшы белгән. Бына ошо боронғо Ҡытай тарихсылары менән боронғо әрмән тарихсыларының Ҡошандар тураһындағы мәғлүмәттәре бер-береһен тултыра ла нығыта, башҡорт сығанаҡтары менән дә күп тәңгәлдә тап килә. Ҡошан империяһының сәскә атҡан осоронда, б.э. I-V быуаттарында, ҡошандарҙың этнонимы ҡытайлылар тарихына “Тйелев” тип тә теркәлһә, әрмәндәр тарихына “Тғәтел” тип яҙыла; былар икеһе лә бер — әлегәсә көн күреп-йәшәп килгән, Үҫәргәндең боронғо бер үркәне булған башҡорт ырыуы Тиләү (Күбәләк-Тиләү). Был мәғлүмәт әрмән тарихынан яҡшыраҡ аңлашыла: Ҡошан империяһының баш ҡалаһы Бәһл-Шәкстанда (боронғо Бәктора ҡалаһының һуңғыраҡ исеме Балыҡ-Шәкестандың үҙгәртеберәк әйтелеше) бойормош баяғы бөйөк императорыбыҙ Гәрәй-шәке (Аршак) Һоробүре үҙенең империяһы эсендәге бойондороҡло дүрт батшалыҡ (башҡорттоң дүрт юлы!) тәхетенә үҙенең дүрт улын шәке (шаһ) итеп ултырта: “беренсеһен — Тғәтел иленә, икенсеһен — киликийҙар өҫтөнән, өсөнсөһөн — парфяндар өҫтөнән, дүртенсеһен — әрмән ере өҫтөнән”30. Өҫтәрәк әйтелгән башҡорт эпосы “Күсәк бей”ҙәге Мәсем хандың ҡул аҫтындағы “дүрт төрлө ырыу” ға тап килә был:

 

...Һәр ҡайһыһы, үҙ эсенән батыр һайлап,

Мәсем хандан бүләк ерҙә торған икән...

...Дүрт ырыуҙың дүрт башҡа булған аты,

Бәһлеүән һәр ҡайһыһының ата заты,

Ырыу башҡа булған менән дине берҙәй,

Милләте барының да төрки заты.

Афарин! — ҡайһындай ҙа тарихи-ғилми теүәллекле биргән башҡорт сәсәндәре үҙебеҙҙең Бөйөк Ҡошан империяһының сәскә атҡан осорон!.. Сөнки ҡитғаның дүрт юл армытын (Көн-Өфө менән Ҡуңыр-Буға юлдарын) берләштергән империя тәхетендә, эпосыбыҙ мәғлүмәтендәге ләҡәпте лә өҫтәһәк, Мәсем-Гәрәй хан ултыра; дүрт тарафҡа хаким-вассал итеп ул тәғәйенләгән дүрт батырҙың — үҙенең улдарының “ Бәһлеүән һәр ҡайһыһының ата заты”, әлбиттә: әрмән тарихында ла яҙылыуынса, уларҙың атаһы Гәрәй ханға, гректар баҫҡынсылығынан шанлы Бәһл де (Бәктораны) яулап алған батырлығы өсөн, Бәһл-абан (бәһлде ярлыҡаусы. Й.С.) йәки, ябай халыҡса әйтелештә, бәһлеүән (пехлеви) ләҡәбе бирелгән бит; “милләте барының да төрки заты” тигәне лә дөп-дөрөҫ — өҫтәрәк ғалимдар ауыҙынан да әйттерҙек. Эпос буйынса аныҡлабыраҡ алһаҡ, унда аталмыш беренсе ырыу — Түңгәүер, батыры Тимерҡотло; икенсеһе — Тамъян, батыры ла Тамъян; өсөнсөһө — Ҡыпсаҡ, батыры Бабсаҡ; дүртенсеһе — Хаин, батыры Ҡарағөлөмбәт... Дүртенсе ырыу исеменең ҡәҙимге башҡорт ырыуҙары исемлегендә булмауына нигеҙләнеп, буғай, хаин тигәнен Бөрйән ырыуына кәмһетеп ҡушылған31 ләҡәп итеп иҫәпләйҙәр бәғзеләр. Бының да ниҙән ғибәрәтлеге асылыр һүҙ барышында. Әммә йомаҡ-йомғаҡтың еп осо баяғы тарихи Ҡошанға, империяны төҙөүсе һәм хакимлыҡ ҡылыусы Үҫәргән биш ырыу берлегенә барып тоташҡанлыҡтан, әле генә әйтелмеш, Ҡытай һәм әрмән тарихтарына исем-ләҡәбе теркәлмеш баяғы Тиләү (Күбәләк-Тиләү) ырыуының килеп сығыш асылын, тәүтөйәген билдәләүҙән һүтә башлайыҡ. Ҡарыһүҙҙәге тәүырыу Үҫәргән - Әсә-бүре йәки Бүре-әсә тоҡомо һаналып, һуңыраҡ заман Үҫәргәндән үркәнләнеп саталанмыш Тиләү, Юрматы кеүек төньяҡ-көнсығыш сата-ырыуҙарҙың бүре-ата йәки аҡбүре тоҡомдары икәнлеге билдәле. Мәҫәлән, боронғо ҡытайлылар тарихындағы Тиләү ырыуы үҙенең башбабаһы итеп һун шаньюйының (короленең) кинйә ҡыҙының ҡарт аҡ бүре (“аҡ эт”) менән ҡушылыуынан тыуған малайҙы һанай. Шуға ла, тип тоҫмаллайбыҙ, бабаларыбыҙ был малайҙы “аҡ-эт-ул” (аҡ бүре улы) тип атағандарҙыр (тарихи императорыбыҙ Әттил — Аттила исеме лә шуға барып тоташа), моғайын. Ырыу башбабаһы тыуған тәүтөйәктең оло йылғаһына ла бит шул уҡ исем йәбешкән: аҡ-эт-ул — Аҡ-Әтил, Ағиҙел. Сөнки был йылға үҙенең көр алҡыныш-йүнәлеше йәһәтенән дә ҡарыһүҙи атай (ата эт) төшөнсәһенә тап килә — төньяҡ-көнсығыштан (донъяның ер-ата яғынан) урғылып, төп үҙәнендә көньяҡтан (донъяның әсә-һауа яғынан) ҡырт ҡайырылып, төньяҡҡа (донъяның ер-ата яғына) ағыла бит. Аҡ-Әтил һүҙенең аҡ-тил ҡыҫҡартылышына “аба” (һыу, оло һыу) теркәлешенән ғибәрәттер был ырыу атамаһы үҙе лә: аҡ-тил-аба — аҡ-тилауа, аҡ Тиләү. Тимәк, аҡ-Тиләү — ырыуҙың иң боронғо тулыраҡ (ә иң тулыһы — Күбәләк-Тиләү) исеме ул; Үҫәргәндең тап ошо сатаһын Европа халыҡтары, башҡорттоң йәнә лә бер сатаһы булған “ҡара һун”дарҙан айырмалы рәүештә, “аҡ һун”дар тип йөрөткән. Бөйөк Ҡошан империяһында йыуасалыларҙың тәүге яулау дәүеренән һуңғыраҡ осорҙа дәүләт етәкселегендәге төп урынды биләгән был аҡ-Тиләүҙе, этнонимдың тәүге быуыны “аҡ”ты тәржемәләп, боронғо гректар ҙа арси 32 — “аҡтар” тип яҙып ҡалдырһа, башҡорттоң үҙенең баяғы “Ете ырыу” эпосында ла ул “башҡорттарҙың аҡ ырыуы”33 тиеп телгә алына. Ә хәҙерге Тиләү этнонимы ниңә “аҡ” быуынын һаҡламай, ниңә уға икенсе бер “күбәләк” ырыу исеме өҫтәлгән дә Күбәләк-Тиләү булып киткән, тип ныҡыусылар булыр. Юҡ, “аҡ” быуыны юйылмаған, һәм “күбәләк” тә икенсе бер ырыу исеме түгел икән. Этнонимды дөрөҫ быуынлап яҙыу кәрәк, быны күргәҙмәле аңлатыу өсөн: күбәл-әк-Тиләү; урталағы “әк” — баяғы “аҡ” тап үҙе була ла инде. Башҡа ырыу һымаҡ тойолған “күбәл” быуынын алһаҡ, күб-әл (көб-ул) — бүре-ул, йәғни үҙебеҙ яҡшы белгән бүре улы икән дә, сөнки күб (көб, коб, ҡап) тип бүрене атағандар: күбәк (бәк, бикә, бикәс) — ҡарт әсә бүре; күбүр (бүр, бүре) — ҡарт ата бүре; көбәс (бәс, пес булып кергән урыҫҡа) — йәш әсә бүре; кубул (кобель булып кергән урыҫҡа) — йәш ата бүре. Тимәк, этнонимдағы күбәл — бүре улы йәғни йәш ата бүре. Был терминдың тәүге тулыраҡ күренеше аҡ-аба-ул — аҡаб-ул (аҡ бүре улы) була йәғни шул уҡ аҡ-Тиләү ҙең икенсе төрлө әйтелеше генә бит ул күбәләк (кобель-аҡ), ә “икенсе бер ырыу” түгелдер һис тә. Әгәр икеһен дә тулы килеш ҡауыштырып яҙһаҡ, килеп сыға тигеҙләмә-формула: аҡа-булаҡ -- аҡа-тил-аба; тигеҙләмәнең ике яртыһы тиң бер үк мәғәнәлә:

1. Аҡа-булаҡ — аҡ-бүре тигән һүҙебеҙ, сөнки булаҡ — боронғо телебеҙҙәге бүренең (һәм бүре исемле йылғаның) ләҡәбе, урыҫ теленә лә ул шулай вулак (влага, Волга) — волк (бүре) булып барып кергән;

2. Аҡа-тилаба (аҡа-Тиләүә) лә шул уҡ “аҡ-бүре”, сөнки боронғо телебеҙҙә Тиләүә (әт-Тиләү, шунан килә бөйөк императорыбыҙ ләҡәбе Аттила) тип, Тиләү тип, күҙе асылмаҫы борон ҡулға эйәләштерергә алынған һәм башҡа инә (хатта әҙәм балаһының!) имсәгенә ҡушылған бүре балаһы аталған; ә хәҙер иһә ят инәне имергә өйрәтелгән ҡолондо йә быҙауҙы “тилеү” тиҙәр. Әйткәндәй, баяғы тигеҙләмәнән байтаҡ башҡорт йылға исемдәре лә моронлай:

Аҡа-булаҡ-аҡ-Әтил-аба — ошо тигеҙләмә быуындарын айырым-айырым ҡарағанда килеп сыға:

Аҡа йылғаһы, булаҡ (Волга) йылғаһы, аҡ (Ыҡ) йылғаһы, Әтил (Иҙел) йылғаһы, аҡ-Әтил (Ағиҙел) йылғаһы, аба (Өфө) йылғаһы һәм оло аба (Обь) йылғаһы... Ағиҙелдең хәҙерге “урыҫса” тип һаналмыш ләҡәбе “Белая” ла, төптәнерәк юллаһаҡ, үҙебеҙҙең баяғы бәләк (болаҡ) һүҙенән яһалмыш бәләй — Белая булып сыға икән дә... Боронғо әрмән тарихында иһә Тиләү ырыуы, ул төҙөгән Тиләү дәүләте исеме, әйтеп үтеүебеҙсә, Тғтәл 34 тип яҙылып, үҙебеҙҙең әсә теленә тергеҙгәндә ул тғтәл — тғ-т-әл — атаҡ-эт-ул (бүренән ул булып тыуған атабыҙ) йәки шул уҡ ат-Ағиҙел йылғаһы булып тора. Балаҡатай менән Ҡараҡатай ырыу исемдәрен дә бер юлы аңлатыу урынлылыр: беренсеһе балаҡ-атай (бүре тоҡомло атай — Үҫәргән яҡ, Эске Башҡорт яҡ, тигән һүҙ); икенсеһе ҡараҡ-атай (ҡарағ-аба — корова йәғни һыйыр тоҡомло атай — Башҡорт яҡ, Тышҡы Башҡорт яҡ, тигән һүҙ). “Ҡараҡ”тың һыйыр икәнлеген “аба” (апа, апай) теркәгесе фашлай: ҡараҡ-аба — ҡарағва, корова (һыйыр). “Корова”ның урыҫ-славян теленә тап башҡорттан барып кергәнлеген урыҫтың һүгенеү һүҙе “курва” (шул уҡ “корова”ның боҙоп әйтелеше) дәлилләй: урыҫ-славяндар, христиан диненә күскәс, тәүдиндәге изге инәбеҙ һыйырҙы һүгенеү һүҙенә әйләндергәндәр (шулай уҡ беҙ, Ислам динлеләр ҙә, “һыйыр!” тип әрләйбеҙ бит йыбытҡы кешене). Борон Алыҫ Көнбайышта йәшәгән ярым ҡырағай славян ҡәбиләләре хәҙерге “урыҫ” исемен дә, үҫәргәндәр менән бергә ҡатнашҡандан һуң, шул ғәзиз бабаларыбыҙҙың үҙатамаларын үҙләштереп алғандар35. Шуныһы ҡыҙыҡлы: төньяҡ-көнбайышҡа тартылған Ҡуңыр-Буға юлы башҡорттарына ҡатнашмыш славян ҡәбиләләре үҙҙәрен, тап башҡорт ирҙәре үҙҙәрен атағанса, ир-ат (ир — кешеләр, ат — ата яҡ йәғни башҡорт яҡ) тип йөрөткәнлектән, улар менән аралаша башлаған боронғо Скандинавия халыҡтары ла уларҙы, шул ират (ир-ат) атамаһы буйынса, рат, рут халҡы тип белгәндәр урыҫтарҙы; ә көньяҡ-көнбайышҡа тартылған Көн-Өфө юлы башҡорттарының дөйөм ир-әс (әсә яҡ йәғни Үҫәргән яҡ кешеләре) исемен үҙләштергән славян ҡәбиләләрен гректар һәм румиҙар шулай уҡ ирәс (урыҫ) — рәс, рәш, рос, рус тип исемләгәндәр...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: