Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 9 глава




Ҡытай тәхетендә Тхай-хо император ултырыуҙың ун беренсе йылында, тип әйтелә артабан тарихта, жужан ханы Дәү-улан Ҡытайға һөжүм итергә йыйынғас, Абзал уны кире дүндерергә бик ныҡ тырышып ҡарай (сөнки Ҡытай тәхетендә башҡорттар — Атан [Тан -- Түнгәүер] шәжәрәһе вәкилдәре ултыра бит! — Й.С.), әммә Дәү-улан тыңламай. Һөҙөмтәлә аралар ҡырҡыулашып, 487 йылда жужандар менән хәрби берлек өҙөлә, сөнки бының инде хәҙер кәрәге лә самалы: Ҡошан дәүләтенең көньяҡ сигендәге уға тынғылыҡ бирмәгән Иран ғәскәрен Абзал бынан өс йыл элек кенә (484 й.) уның мәкерле шаһин-шаһы Пероз һәм уның ете улы менән ҡуша юҡ итте, Иран тәхетенә үҙ улы Ҡыуатты (Каватты) ултыртты”62... Мәшһүр дәүләт эшмәкәре булараҡ, Абзалдың үҙ ваҡытында Перозды киҫәтеүендәге бөйөклөгө сағыла был юлы ла жужан-ҡытай мәсьәләһендә: күрше еренә баҫып кермәҫкә, ил сиктәренең хәүефһеҙлеген ике-ара килешеү юлы менән тәьмин итеп, дәүләттең дөйөм именлеген күҙ ҡараһындай һаҡларға. Һәр хәлдә, беренсе сиратта Ҡошан империяһының мәнфәғәттәрен күҙәтеп, бөйөк ут күрше Ҡытай менән араларҙы боҙмаҫҡа тырышҡан ул. Кәңәшләшеп эш итмәүсе жужандарҙы һанға һуҡмауҙарын белдереп, Абзал менән уның ике тыуған ҡустыһы Сөйөнкө Тиләү-Ҡыҙылдарҙың йөҙ мең тирмәнән артығыраҡ иләүен шул 487 йылда Алтайҙан көнбайышҡараҡ — Тәүтөйәккә (Уралға) табан күсерәләр ҙә тәүге мәлдә Иртыш йылғаһынан алып Урал итәгендәге көр йылғағаса (ул һыу тиҙҙән ошо иләү ләҡәбе менән Ҡыҙыл тип исемләнә) арауыҡта төйәкләнәләр — Ҡошан дәүләтенең император тәхетен, тимәк, шул ергә ултырталар. Был иләү әрмән тарихына Тғтәл (“эт-аҡ-тил”әүҙең ҡыҫҡартылышы, буғай), Эфтал тип яҙыла, уны, ҡыҫҡаса, Тиләү тип тә йөрөтәләр. Тиләүҙәрҙең, жужандарҙан айырмалы булараҡ, ғәҙәттән тыш бейек һәм күп арасалы тәгәрмәсле арбалар егеүен күреп сәйерһенгән ҡытайлылар иһә, әйтеп үтеүебеҙсә, Гаогюй (“Бейек Тәгәрмәс”) дәүләте, тип таный (иң боронғо тәгәрмәсҡалалы Туғын — Туған дәүләтебеҙҙе хәтерләйек!). Тиләү атамаһы ҡайһы бер һөйләштәрҙә Силәү, Чиләү тип тә әйтелеп, шуға бәйле ябай-ялпы араһында ырыу башлығы ла Силәү-бей, Чиләү-би тип ләҡәпләнгәнлектән, тәхет тормош баш ҡала ла Силәү-бей — Силәбе (урыҫсаһы Челябинск) аталған. Башҡорт ҡалаһы Силәбенең нигеҙләнеүен тап шул шанлы 487 йылдан башлап һанау дөрөҫ була, тимәк (суҡынмыш палач Тәфтиләү суҡайтҡан һуңғы заман урыҫ хәрби нығытмаһы ул яндырып көл ҡылған шул әҙер нигеҙҙә тора). Тәүигеҙәк ырыуҙар Үҫәргән (Эске Башҡорт) менән Башҡорттоң (Тышҡы Башҡорт) ун ике ырыуын халыҡ итеп ҡабат берләштереүсе бөйөк бабабыҙ Мәсем хандың (Ҡош улы Ҡот-абыздың) туп-тура вариҫы булараҡ ошо Абзал, — беҙ уның ата-әсәһе ҡушҡан исемен белмәйбеҙ, — үҙенә шул бөйөк шәхес Мәсем (Ҡот-абыз) хандың Абыз тигән ләҡәбен рәсмиләштерә булһа кәрәк, сөнки Абзал — Абыз-ул (Ҡот-абыздың вариҫы булып тыуған ул йәки унан һуңғы Абыз) тигән дәрәжә.

Ҡошан империяһының көньяҡта һәм көнбайышта беренсе сираттағы ҡан дошмандары Иран һәм Византия икәнлеген яҡшы аңлаған Абзал, шуларға ҡарышыу өсөн, Көнсығыштағы ҡеүәтле ут күрше Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу йәһәтендә дипломатик эшмәкәрлеген йәйелдерә, шул уҡ ваҡытта Тиләү иләүенә һөжүм башлаған жужан ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, хәҙерге Монголия далаларына ҡыуа. Көнсығыш сиктәрҙе шул рәүешле нығытып, ә көньяҡ-көнбайыш сиктәрҙәге Иран (элекке Бүре-Өфө-өйө — Парфия) тәхетенә үҙенең улы Ҡыуатты ултыртып, Абзал бөйөк империяның юғалтылған биләмәләрен кире ҡайтарыу, тарҡалып барған дәүләт ҡоролошон ҡабат тергеҙеп нығытыу сараһын күрә. Донъя яратылғандан уҡ тәбиғи билдәләнеп, тәүге Туған (Арҡайым) дәүләтебеҙҙән алып Ҡошан дәүләтебеҙгәсә йәшәп килмеш төньяҡ яртыға (Тышҡы Башҡорт) һәм көньяҡ яртыға (Эске Башҡорт) бүленеш ҡанунын һаҡлап, империяның көньяҡ шәкелек тәхетенә үҙенең баяғы ике тыуған ҡустыһы Сөйөнкөнө ултырта. Сөйөнкө-шәкенең Һыбай (боронғо ҡытайлылар тарихында “Хэу-пэй”) тигән тәхет титулына ҡарағанда, ул боронғо Гәрәй Һоробүре Бәһлеүән нәҫеленең Арта-сос быуынында дүрткә айырылмыш (Арта-сос Бәһлеүән, Ҡаран Бәһлеүән, Сүрән Бәһлеүән, Аҫаубағабатыр Бәһлеүән) тармаҡтарының Аҫаубағабатыр (ат бағыусы батыр йәғни һыбайлы) тоҡомо биләмәләренә идара иткәнлеге мәғлүмдер. Абзал үҙе, тимәк, байтәхеткә (мәркәзгә) әүерелмеш Ҡаран Бәһлеүән биләмәләрендә — империяның төньяҡ ярты (Күк Урал) шәкелегендә ултыра, шуға күрә ҡытайлыларса тәхет титулы ла императорлыҡты белдермеш “Хэулэу-булэ” —Һауалау-бала (Күк балаһы) була. Шул боронғо ҡытайлылар яҙыуынса, “был ике кеше үҙ-ара бик татыу йәшәй”, дәүләт менән үҙ-ара ныҡ килешеп идара итә. Абзалдың бөтөн империя өҫтөнән хакимлыҡ ҡылыу (императорлыҡ) хоҡуғы ла ҡустыһында һис шик тыуҙырмағандыр, сөнки был бик аҡыллы ағай үҙенең хакимлығы буйынса ла бөтә хандарға ағай (император) булып һаналғанлыҡтан, тарихыбыҙҙа ул Муса пәйғәмбәребеҙ заманынан һуң икенсе тапҡыр аҡаҡан (ағахан) тип дәрәжәләнә лә шунан ҡаҡан, ҡаған, хаҡан (император) титулының был төрө киң таныла; ҡағанлы дәүләтте лә, “батшалыҡ” мәғәнәһендә, ҡағанат тип атап йөрөтәләр (мәҫәлән, һуңғыраҡ осорҙағы Төрки Ҡағанат, Хазар Ҡағанаты), был хәл сит ил авторҙарының яҙмаларында йыш сағыла. Мәҫәлән, “Иран шаһин-шаһы Хосров Ҡыуат улының (Абзалдың ейәненең. — Й.С.) хәләл ефете, Ормизд шаһин-шаһтың әсәһе, — тип уҡыйбыҙ боронғонан63, — Тиләүҙәрҙең Ҡайын (бүре. — Й.С.) исемле хаҡанының йәғни бөйөк батшаһының ҡыҙы ине”. Хосров I-ҙең (Мәсем хандың) данлы ләҡәбе менән Хосров тип телгә алынмыш был Иран шаһин-шаһы туп-тура Абзал ҡағандың ейәне булғанлыҡтан, шул уҡ Абзал ҡартатаһының ейәнсәренә (Абзалдың Ҡайын исемле улының ҡыҙына) өйләнгәнлеге күренә — боронғо заманда дәүләт менән дәүләт араһындағы туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу сараларының береһе был... Ә Абзал ҡағандың үҙенә әйләнеп ҡайтһаҡ, уның ысынлап та бөтөн Ҡошан империяһының ҡағаны булыуын дөрөҫләүсе ваҡиға ла теркәлгән боронғо ҡытайлылар тарихына: “490 йылдың йәйендә Абзал баш ҡалаға (Ҡытай баш ҡалаһына. — Й.С.) Йыуасалы (Юэчжи) илселеген ике уҡ тапшыртыу өсөн ебәрҙе һәм ошоларҙы әйтергә ҡушты: “Жужан бит ул Күк улының (Ҡытай императорының. — Й.С.) яуыз бойондороҡлоһо; яуызлыҡ ҡылмаҫҡа ҡушҡан минең кәңәшемде тыңламаны; шуға күрә мин, уның менән араларҙы өҙөшөп, әлеге еремә күсендем дә ҡаған итеп иғлан ҡылдым үҙемде. Күк улын кинәндертеп, жужанды мин ҡорал менән юҡ итергә тейешмен”...

Бик мөһим дүрт мәғлүмәт ята бында: 1. Ике уҡ — империябыҙҙың ике яртыһы ла (Эске Башҡорт һәм Тышҡы Башҡорт) минең хакимиәтем ҡулы аҫтында, тигән һүҙ; 2. Йыуасалы — Ҡошан империяһының тәүге исеме ул; тимәк, Абзал — бөтә Ҡошан империяһының бойороусыһы, ҡағаны; 3. Ҡаған итеп уны кемдер ултыртмаған, ә үҙе менеп ултырған, тимәк, бер кемгә лә бойондороҡло түгел; 4. Тарҡалып барған Ҡошан империяһының Абзал батыр тарафынан ҡабат аяҡҡа баҫтырылыу осоро асыҡлана, ул иһә тап шул Иран тәхетен яһил Пероздан арындыртып, унда үҙенең улы Ҡыуатты ултыртҡан һәм көнсығыш ил сигенән жужандарҙы ҡыуған баяғы 484 йыл менән Ҡытайға ошо илселекте ебәргән 490 йыл араһында булған.

Абзалдың улы Ҡыуат Иран тәхетендә ултырғанда бер мәл ирандар баш күтәрепме, әллә һарай фетнәһе арҡаһындамы, Ҡыуатты ҡасырға мәжбүр ҡылғандар, буғай, сөнки уның хакимлыҡ осоро 496 йылдан 499 йылғаса өҙөлөп торған. Шул өс йыл араһында Иран шөйлә ажарланып, Ҡошан дәүләтенең Сөйөнкө етәксәләгәндәге көньяҡ яртыһына ябырыла, Сөйөнкө үлтерелеп, уның ейәне Ими-Бату (иероглифтарҙа “Мивота” — Ими-уба-тау йәки Ими-Бату йәғни әсә — Эске Башҡорт яғы икәнлеген билдәләүсе ләҡәп) һәм башҡа туғандары әсир алына, иләүе иһә жужандар һәм ҡытайҙар яғына ҡаса. Абзал ҡаған үҙе лә шул осорҙа вафат булып (аныҡ йылы билдәһеҙ), урынына тәхеткә уның улы Балаян (әрмән тарихында Балаш — Балажандың Балаж тип ҡыҫҡартылышы) менеп ултыра. Ирандар иһә Сөйөнкөнө үлтергәндең икенсе йылында уҡ империяның ҡалған төньяҡ (Тышҡы Башҡорт) яртыһына (ҡытайса гаогюйҙарға — бейек тәгәрмәслеләргә) ябырылып, империя тәхетенә Сөйөнкөнөң баяғы үҙҙәре әсир алған ейәне Ими-Батуҙы ултыртыуҙы талап итәләр. Һөҙөмтәлә Абзал улы Балаян үлтерелеп, Ими-Бату күтәрелә тәхеткә һәм ул шунда уҡ Абзал бабаһы өлгөһөндә Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға керешеп, Ҡытай һарайына ҡиммәтле бүләктәр менән илсе юлландыра; артынса уҡ йәнә өҫтәп бер алтын таҡта64, бер көмөш таҡта65, ике алтын таяҡ66, ете аҫыл арғымаҡ67 һәм ун дөйә68 оҙата. Күңеле йомшарған Ҡытай императоры ла уға илселек күндереп, алтмыш төргәк төрлө ебәк туҡымалар тапшырта, жужандарға ҡаршы торорға өндәй. Жужандар ҙа йоҡлап ятмай: Ҡошан илендәге болғаҡлыҡтан файҙаланып, Ҡошанға ябырыла. Арал диңгеҙенең төньяҡ ярында башҡорт һәм жужан ғәскәрҙәре ҡаты бәрелешеп, Ими-Бату көнбайышҡа ҡаса, ә жужан ханы Таған төньяҡ тауҙарҙағы Өфө (Иву) ҡалаһына килеп етеп туҡтала. Тап шул осорҙа көнсығыштағы Турфан ҡалаһының гөбөрнаторы, үҙен шул Иву (Өфө) ҡалаһына илтеп ҡуйыуҙы һорап, Ҡытай императорынан юл һағауылына ғәскәр саҡыртҡан булған; ошо ғәскәр тураһында мәғлүмәт алған жужандар, ҡурҡышып, кире ҡабат үҙҙәренең далаһына тәгәрләй; ә быны ишеткән Ими-Бату иһә ғәскәре менән жужандарҙың артынан төшөп, Арал диңгеҙенең төньяғында жужандарҙы тулыһынса тар-мар итә, Таған ханды үлтереп, сәсен тиреһе менән ҡуша һыҙырып (скальп) алып, Ҡытай ғәскәр башлығына улъя ҡылып ебәрә. Оҙаҡламай тағы Ҡытай императорына илселек арҡылы бүләктәр ҙә оҙатыла: биш аҫыл арғымаҡ69, алтын-көмөш, кеш йәнлек тиреләре һәм төрлө сәнғәт әҫәрҙәре. Ҡытайҙан да йәнә илселек килеп, моң ҡоралдарының бөтә төрҙәре менән һикһән музыкант, бурҙат төҫлө — ун төргәк, төрлө төҫлө алтмыш төргәк ебәк туҡымалар тапшырыла бүләккә. Бүләктәрҙе ҡабул ҡылып алыу билдәһе итеп, Ими-Бату Ҡытай һарайына бер килке сәнғәт әҫәрҙәре менән тағы бер илсеһен оҙата. 516 йылда Ими-Бату ғәскәрҙәре жужан ханы Вафа (ҡытайҙарса Фуба-хан) ғәскәрҙәре менән бәрелешеп, Ими-Бату әсир алына. Вафа хан уны, атландырған килеш ат бауыры аҫтына аяҡтарын ҡуша шаҡарып бәйләп (иғтибар итегеҙ: эпосыбыҙҙағы Күсәк бей Ҡарағөлөмбәткә ҡулланған яза!), ат арҡаһында бер өҙлөкһөҙ һелкетеп йөрөтөп үлтерә, баш һөйәгенән эсер өсөн туҫтаҡ яһатып ала. Ими-Батуҙың яҡындары Иран яғына ҡаса. “Бейек Тәгәрмәс” тәхетенә Ими-Батуҙың кесе ҡустыһы “Өфө (Иву) ҡағаны” ултыра һәм Ҡытай һарайы менән илселәр алыша. 521 йылда ул жужандарҙы тар-мар итеп, хәҙерге монгол далаларына ҡыуа. 522 йылда Ҡытай һарайына һуңғы тапҡыр килә уның илсеһе, ыңғай һөйләшеп, бик күп бүләктәр алып ҡайтып китә. Ләкин Өфө (Иву)ҡаған оҙаҡламай жужандар менән нәүбәттәге бәрелештә еңелеп, ҡаш менән күҙ араһында үҙенең кесе ҡустыһы Яйыҡҡай (Юегюй) тарафынан үлтерелә, тәхеткә Яйыҡҡай ултыра. 534-537 йй. араһында Яйыҡҡай үҙе лә жужандарҙан еңелеп һәм мәрхүм ҡаған Өфөнөң улы Бәҙи (Биди) тарафынан үлтерелеп, тәхеткә Бәҙи ултыра, ә үлтерелмеш Яйыҡҡайҙың улы Һәүбән Ҡытай һарайына ҡаса ла тиҙҙән ауырып үлә. Күп йылдар буйы үҙ-ара талаш-тартыш арҡаһында дәүләтебеҙ ныҡ бөлөп, жужандар иһә уғата көс туплап өлгөрә. 540 йылғы нәүбәттәге һуғышта Бәҙи жужандарҙан тамам еңелеп, Бәҙиҙе лә тыуҙырмыш ошо шанлы “бүре малайҙары” тарафынан төҙөлгән, Бөйөк Ҡошан империяһының төньяҡ (Тышҡы Башҡорт) яртыһын тәшкил иткән “Бейек Тәгәрмәс” иләүе йәшәүҙән туҡтап ҡыйрала70. Әммә Ҡошандың көньяҡ (Эске Башҡорт) яртыһы, ут эсенән тере сыҡҡан феникс ҡошолай ҡалҡынып, элекке Йыуасалы дәүләте нигеҙләнгән һәм йыуасалылар иләүләнеп йәшәп ятҡан боронғо мәркәз өлөшөндә әүәлгесә дәүләтселлеген дауамлай; тағы ла егерме йыл буйына Иран менән ҡаты алышып, Һиндостандың төньяғын, Афғанстанды һәм Урта Азияны һаман да үҙ ҡулы аҫтында тота. Шул осор Ҡытай тарихсылары уны “Ганьто (Ҡанғы) дәүләте” тип атап, ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр теркәгән: “Ганьто дәүләтенең элекке үҙ исеме Ебо йәки Еболо (көбө — эт, көбөлө — эт-улы тигән һүҙ; йәғни көбө-ул-аҡ — күбәләк, Күбәләк ырыуыЙ.С.), ләкин уларҙы эфталиттар (Тиләүҙәр.Й.С.) буйһондорғас, исемен дә үҙгәрткән (тимәк, Күбәләк-Тиләү берлеге тап шул осорҙа барлыҡҡа килгән. — Й.С.). Уларҙың шәкеһе, сығышы буйынса, күрше дәүләт Силә нән (Силәбе нән йәғни Тиләүҙәрҙең “Бейек Тәгәрмәс” дәүләтенән — бөйөк Абзалдың баяғы ике тыуған ҡустыһы Сөйөнөссөнөң тоҡомдары. — Й.С.), ә уға тиклем дә уның ике быуын бабалары ултырған икән тәхеттә. Һуғыштарҙа ҡатнашырға яраталар. Цзибинь (жужан) дәүләте менән инде өс йыл буйына һуғышалар, һуғыш хәрәкәттәре әле булһа туҡталмай. Халыҡ һуғыш касафатынан зарлана. 700 баш һуғыш филдәре бар. Бер филгә ҡораллы ун яугир ултыра. Фил һемәгенә ҡылыс бәйләп һуғыштыралар...” (Бэй Ши, 97-нсе бүлек). Әммә өс ил (Һиндостан, Иран һәм Ҡошандың элекке төньяҡ яртыһында — Тышҡы Башҡортта яңы барлыҡҡа килгән Төрки Ҡағанат) һөжүмдәренә ҡаршы тороу, тиҫтәләгән йылдар буйына һуғыш хәлендә ҡалыу илде тамам ҡаҡшата, бөлгөнлөккә төшөрә. Иран шаһы Хосров II Апарвиз заманында (590-628) Ҡошан иле, бейлектәре араһыдағы үҙ-ара ҡаршылыҡтар арҡаһында, эстән тарҡала башлап, артабан Иран ҡыҫымына ҡарышырлыҡ хәле ҡалмай. Әрмән тарихынан күренеүенсә, был заманда Ирандың Ҡошан менән сиктәш көнсығыш өлкәһендә сәрғәскәр булып талантлы яугир, батырлығы өсөн Хосров II шаһин-шаһтан “Хосров шомо” тигән ажарлы ләҡәп алған Сөмбәт Бүретәнәй (Смбат Багратуни) хеҙмәт итә. Ләҡәбенә ҡарағанда (бүре-тәнәй — бүре балаһы, тигән һүҙ), ул Үҫәргән затлы булырға тейеш. Быны уның ырыуының исеме лә дөрөҫләй: вркан — бүре-ҡан йәғни шул уҡ бүре тоҡомо, Үҫәргән ырыуы (Иран ҡул аҫтында ҡалған Каспий диңгеҙенең көньяҡ яр буйҙары һәм боронғо Фарсы — былар Үҫәргән ерҙәре икәнлеген иҫтә тотайыҡ). Ошо Сөмбәт Бүретәнәй етәкләгән Иран ғәскәрендә уның ике мең ғәййәр һыбайлынан торған үҙенең ырыу гвардияһы ла була. Хосров II Апарвиз әмере буйынса, Сөмбәт яуы Ҡошан еренә ябырылғас, “Ҡошандарҙың (йыуасалыларҙың — Й.С.) Ер йөҙө буйынса тырым-тыраҡай сабышып таралғанлығын күрә” ул... Сал тарих сәхифәһенән бына ошоно уҡығандан һуң, нисек итеп башҡорт халҡының салдарҙан-сал “Йыуасалы” йырын хәтерләмәҫһең:

 

Йыуасалы тигән, ай, халыҡтар

Ҡуй балаларындай һибелгән...

Әрмән тарихында ла һаҡлана был һуғыштың ғибрәтнамәһе: “Улар уның (Сөмбәт Бүретәнәйҙең — Й.С.) эҙәрлекләп килеүен ишеткәс, бер урында тупланып, ҡабат ҡасыу яғына олаҡтылар. Ул уларҙы эҙәрлекләп китте лә ҡыуып етте, оҙаҡламай. Тегеләр иһә, уның ҡыуып етеүен күреп, уға ҡаршы теҙелделәр, ике яҡ бер-береһенә ябырылды. Ҡошан ғәскәре Хосров шомо ғәскәренән еңелеп, ҡаса башланы; уларҙың бик күбе ҡырылды, бик күбе ҡасып ҡотолдо...

Ошо ваҡыт Ҡошан батшалары төньяҡтың бөйөк батшаһынан — ҡағандан71 ярҙам һоранылар. Һәм уларға ярҙамға 30 бүре72 (300 мең) ғәскәр килде; ғәскәр Вехрот (Амударья) исемле йылғаны кисте...

Шул саҡ Сөмбәт үҙенең ғәскәрен туплап, йәнә йыһазландыра, бынан тыш бүтән күп һанлы ғәскәр йыя ла ҡошандарға һәм ефталиттар73 батшаһына ҡаршы йүнәлә; тегеһе үҙ сиратында, ныҡ әҙерләнеп, уға ҡаршы ҡуҙғала. Һуғыш ҡырына килеп, ҡапма-ҡаршы теҙеләләр. Ҡошандар (йыуасалылар. — Й.С.) батшаһы шул саҡ Сөмбәткә илсе арҡылы тәҡдим күндерә: “Күмәк халыҡ бәрелешеп, ғәскәрҙәребеҙҙе тамам ҡырҙыртыуҙан ни файҙа? Йә иһә минең йәки һинең батырлыҡ нимәлә сағыла? Әйҙә, икәүҙән-икәү алышайыҡ; һиңә ҡаршы мин үҙемдең яҡтың алышсыһы булып сығам, ә һин үҙеңдең яҡтыҡы булып сыҡ һәм һин бөгөн үк минең батырлығымды күрерһең”. Күкрәгенә һуғып: “Мин үлергә әҙер!” — тине ул.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: