Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 12 глава




 

Бынан тыш, мөсәл йыл әйләнеше буйынса һәр ун ике йыл һайын, император тыуған йылдан алдағы йылдың һуңғы ҡыш айында «икенсе тыуыу» йолаһы үткәрелә, шуның «императорҙы таныу» өлөшөнә күҙ һалайыҡ. Ван и тигән Ҡытай чиновнигы уны 1058 йылда үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡан.

 

«Ун беренсе айҙың беренсе көнөндә император тәүҙә «тыйылған кесе төбәк»кә килде лә төнгөлөккә туҡталды. Иртәгәһен көҙән чиновниктары араһынан буй-һындары һәм ҡиәфәттәре тап императорҙыҡына оҡшаш туғыҙ кеше һайлап алынды. Һәр береһенә берәр кейем император хөлләһе биреп, кейенергә бойорҙолар. Туғыҙы ла император ҡиәфәтенә керҙе, был серҙе башҡаларға әйтеү тыйылды. Төн уртаһында улар ысын император менән бергә, бөтәһе ун кеше, «тыйылған кесе төбәк»тән китеп, «тыйылған оло төбәк»кә килде. Һәр береһе айырым тирмәгә керҙе, унда башҡа һис кем юҡ, фәҡәт балауыҙ шәм яна ла бер ултырғыс бар ине.

Өсөнсө көн иртән, сәғәт ете менән һигеҙ араһында, һәр тирмәгә берәр чиновник килеп, Күк Улын таныу йолаһын башҡарырға эскә уҙҙы. Императорҙы таныған уҙаманға мең баш һыйыр малы, мең баш һарыҡ, мең баш дөйә, мең баш йылҡы бүләк ителә. Был көндө бөйөк кенәз Сунго (императорҙың кесе ҡустыһы) һигеҙенсе тирмәлә таныны уны. Йолалары буйынса, император: «Мин император түгел», - тип әйтергә, ә бөйөк кенәз Сунго: «Һеҙ — император!» — тип ҡарыулашырға тейеш. Улар шулай бер-береһенә көҙән телендә өс тапҡыр әйттеләр, шунан һуң император: «Эйе, был тап шулай — мин», — тип килеште.

Император тирмәнән сығып, һандыҡтағы йола кейемдәрен кейенеп, түбәндәге тәртиптә сиратлап баш эйә башланы. Тәүҙә ул дүрт тапҡыр Көнгә (ҡояшҡа) баш эйҙе, шуның артынса — ете быуын бабаларының әруахтарына арналмыш табличкалар залына, мәрхүм императорҙарҙың рухын һаҡлаған тау эйәһенә. Шунан һуң тәхеткә күтәрелеүе тураһындағы табличканы алырға сытырҙан өйөлгән ҡорбан сағыс башына менде. Ошонан һуң, ҡотлауҙар ҡабул ҡылыр өсөн, Хэйлундянь залына керҙе. Дүртенсе көн йолалары ошонда тамамланды, император мәрхүм атаһының тол ҡатыны һәм бөйөк ике туған кесе ағаһы менән «тыйылған оло төбәк»тән сығып, «тыйылған кесе төбәк»кә килде, шунда иң яҡын көҙән һәм Ҡытай чиновниктары менән таңға тиклем кинәнеп байрам итте.

Дүртенсе көндә император ял итте. Бишенсе көндә ул Көньяҡ Ҡытай Сун императоры һарайынан бүләктәр ҡабул ҡылырға Сюэдинь ҡалаһына юлланды.

«Тыйылған оло төбәк»тән төньяҡ-көнсығыштараҡ «тыйылған кесе төбәк»тә егерме өс кейеҙ тирмә ҡоролған. Һәр яғы йөҙ ҙә ун бер аҙым оҙонлоҡ «тыйылған оло төбәк»тә ҡара кейеҙҙән ун тирмә һәм ете хәрби тирмә тора ине. «Тыйылған кесе» һәм «оло төбәк»тәрҙе һөңгөлө, мөслө, байраҡлы, барабанлы, ян һәм уҡлы ун меңлек көҙән ғәскәре уратып алған. Байраҡтарға көҙәнсә «ғәскәр» тамғаһы һалынған.

Ете быуын мәрхүм бабалар (әруахтар) исемлеге: Тай-цзу, Тай-цзун, Му-цзун, Цзин-цзун, Шэн-цзун һәм Син-цзун.

Ырыу инәһе һылыубикәнең рухы көҙән телендә оло йоҡ әсә (люегу аожо) исемләнә. Риүәйәттәр буйынса, иншань тауынан төшкән ете һыбайлы был һылыубикәне Ҡыуанһыу (Хуанхэ) йылғаһы уртаһынан тотоп алған [21]. Көҙәндәр — шул һылыубикәнең тоҡомдары. Уның һыны ағастан яһалып, сағыу төҫлө кейемдәргә төрөлгән. Ғәҙәттә ул Муешань тауныдағы изге ҡорамда тора, ләкин һәр юлы император күтәреү йолаһына һынды изге ярлыҡаусы рәүешендә алып китәләр ҙә өсөнсө көнөндә ҡорамына кире илтеп ҡуялар.

Мәрхүм ете императорҙың мәрхүм туғандары — шулай уҡ ағастан яһалған, уҡалы ҡыҙыл кейемдәргә төрөлгән әҙәм һындары. Уларҙы ла Муешань тауындағы ҡорамдан килтерҙеләр.

Утыҙ ике чи бейеклегендәге ҡорбан салғыс ҡайырыһы һыҙырылмаған ҡарама ботаҡтарынан өйөлә, өҫтөнә ҡара лак менән ҡапланған өс ҡат бүрәнә теҙелә. Ҡорбан салғыс башына император тирмәһе ҡорола. Йоланы үткәреү көнөндә император шуның эсендә ултырҙы, ә түбәндә ике йөҙҙән ашыу көҙән чиновниктары баҫып торҙо»...

6

 

Алыҫ Көнсығыштағы Япон диңгеҙенән алып Көнбайыштағы Үҫәргән (Каспий) диңгеҙенәсә йәйрәп ятҡан дәү дәүләт менән идара итеү өсөн, башҡорттоң ҡәҙимге дүрт юлға бүленеш (ҡарағыҙ: Хәтерхитап, 285, 331-енсе биттәрҙәге һүрәттәр) тәғлимәт-миф йола-ҡануны буйынса, дүрт тарафта дүрт баш ҡала төҙөлә. Көнбайыштағы баш ҡала, Абызыйҙың үҙе тарафынан нигеҙләнеп, Абызый (император) баш ҡалаһы тип атала. Абызыйҙың вафатынан һуң тәхеткә ултырған уның уртансы улы Туған (әруахи ләҡәбе Тай-цзун) заманында яулап алынған Бохай иле төбәгендә бишенсе баш ҡала ҡорола. Шулай итеп, ҡытайҙар яҙыуынса, империяла «бөтәһе биш баш ҡала, алты урата (оҡруг), йөҙ илле алты өлкә, ике йөҙ туғыҙ өйәҙ, илле ике ҡәбилә һәм бойондороҡло алтмыш ил була. Биләмәләре көнсығышта — диңгеҙгәсә, көнбайышта — Цзиньшань тауҙарынаса һәм ҡомло сүлдәргәсә, төньяҡта — Луцзюхе йылғаһынаса, көньяҡта — Байгоу йылғаһынаса һуҙыла»...

Цзиньшань тауҙары тигәндәрен Урал тауҙары тип аңларға кәрәк.

Билдәле булыуынса, бөтөн башҡорт халҡын хәҙерге Башҡортостан Республикаһының символикаһындағы ете ырыу ғына түгел, ә теүәл төп ун ике ырыу тәшкил итә. Анығыраҡ әйткәндә, бөтөн башҡорт халҡы ике төп ҡәбиләгә бүленеп, Эске Башҡорт яғындағы Үҫәргән ҡәбиләһе — бәндәүи төп биш ырыуҙан һәм плюс Илаһи ике — бей-шамандар менән ҡаған-хандар — ырыуҙарынан торған, ә Тышҡы Башҡорт яғындағы Башҡорт ҡәбиләһе бәндәүи төп ете ырыуҙан хасил икән (ҡарағыҙ: Хәтерхитап, 331-енсе биттәге һүрәт һәм 448 — 450-нсе биттәр). Хәйер, быға инаныу өсөн, «Башкиры» (50-нсе бит) монографияһының мәшһүр авторы С.И. Руденконың һүҙҙәре лә етәлер: «В домонгольское время... башкиры разделялись на двенадцать основных родов, из которых семь были расположены на территории бывшей Уфимской провинции, а пять — в Зауральской ее части»...

Әле һүҙ барған бөйөк Ҡатай-көҙән империяһы бер быуат замана арауығында биләмәләрен уғата киңәйтә төшөп, бөтә башҡорт ҡәүемдәрен үҙ ҡанаты аҫтына ала, һөҙөмтәлә борондан килгән, әммә тарҡалып йәшәгән ун ике төп башҡорт ырыуын ҡабат бер төпкә берләштереүгә өлгәшә. Баштағы һигеҙ йәйләү-ҡор тәүҙә туғыҙ урҙаға үҙгәртелеп, тора-бара тағы ла өсәү өҫтәлеп, йәмғеһе түбәндәге ун ике урҙа хасил ҡылына (исемдәре Ҡытай тарихсылары яҙғанынса — ҡытайса):

 

1. Тай-цзу (Абызый) урҙаһы Суань — Линьхуань өлкәһендә, ә Абызый зираты Цзучжоуҙан көньяҡ-көнсығыштараҡ егерме ли алыҫлыҡта Урҙала һигеҙ мең төп йорт һәм ете мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ете меңлек атлы ғәскәр бирә. 5 өлкәгә, 1 өйәҙгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

2. Тай-цзун (Туған) урҙаһы Гоанянь — Югухэ йылғаһына яҡын, ә император зираты Хуайчжоуҙан көньяҡтараҡ утыҙ ли алыҫлыҡта Урҙала өс мең төп йорт һәм ете мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Биш меңлек атлы ғәскәр бирә. 4 өлкәгә, 2 өйәҙгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

3. Ши-цзун урҙаһы Елувань — Тухэ йылғаһынан көнсығыштараҡ, ә зираты — Чаннин һарайынан төньяҡтараҡ. Урҙала биш мең төп йорт һәм һигеҙ мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Һигеҙ меңлек атлы ғәскәр бирә. 3 өлкәгә, 1 өйәҙгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

4. Императорҙың тол ҡатыны Ин-тянь урҙаһы Пусувань — Гаочжоу өлкәһендә, ә зираты — Лунхуачжоуҙан йөҙ ли көнсығыштараҡ. Урҙала ете мең төп йорт һәм алты мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Биш меңлек атлы ғәскәр бирә. 4 өлкәгә, 3 өйәҙгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

5. Му-цзун урҙаһы Долибэнь — Цзюяш тауынан көньяҡтараҡ, ә зираты — баш ҡаланан көньяҡтараҡ. Урҙала мең төп йорт һәм өс мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ике меңлек атлы ғәскәр бирә. 2 өлкәгә, 3 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

6. Цзин-цзун урҙаһы Цзяньму — Хэлухэ йылғаһы буйында, ә зираты — Цзучжоуҙан көньяҡтараҡ. Урҙала һигеҙ мең төп йорт һәм ун мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ун меңлек атлы ғәскәр бирә. 4 өлкәгә, 2 өйәҙгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

7. Императорҙың тол ҡатыны Чэн-тянь Урҙаһы Гувэнь — Тухэ йылғаһынан көнсығыштараҡ, ә ул үҙе император Цзин-цзундың зиратында ерләнгән. Урҙала алты мең төп йорт һәм ун мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ун меңлек атлы ғәскәр бирә. 4 өлкәгә, 1 өйәҙгә, 3 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

8. Шэн-цзун Урҙаһы Нюйгу — Нюйхуньхочжиҙа, ә зираты — Цинчжоу өлкәһендәге Наньанда. Урҙала ун мең төп йорт һәм егерме мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Биш меңлек атлы ғәскәр бирә. 5 өлкәгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

9. Син-цзун Урҙаһы Водувань — Гаочжоуҙан көнбайыштараҡ, ә зираты — үрге (көнбайыш) баш ҡала төбәгендәге Цинчжоу өлкәһендә. Урҙала ете мең төп йорт һәм ун мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ун меңлек атлы ғәскәр бирә. 3 өлкәгә, 4 хәрби идаралыҡҡа бүленә.

10. Дао-цзун Урҙаһы Асы — Хаошуйлэ күле буйында, ә зираты — үрге (көнбайыш) баш ҡала төбәгендәге Цинчжоу өлкәһендә. Урҙала ун мең төп йорт һәм егерме мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ун биш меңлек атлы ғәскәр бирә.

11. Император Тянь-цзо Урҙаһы Алувань — Чунь һәм Сюань өлкәләрендә. Урҙала һигеҙ мең төп йорт һәм ун мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. Ун меңлек атлы ғәскәр бирә.

12. Императорҙың бөйөк кесе ҡустыһы Сяо-вэнь Урҙаһы Чишидэбэнь — Цзянь, Шэн һәм Янь өлкәләрендә, ә зираты — Цзучжоуҙан утыҙ ли көньяҡ-көнбайышта Урҙала өс мең төп йорт һәм биш мең килмешәк төрлө ҡәүем һәм Ҡытай йорто иҫәпләнә. 3 өлкәгә, 1 хәрби идаралыҡҡа бүленә...

 

Ҡытай тәүәрихсеһенең иҫәпләп сығарыуынса, бөтәһе ике йөҙ өс мең йорт иҫәпләнеп, шуларҙың һикһән меңен — төп йорт халҡы (башҡорттар үҙҙәре), ә йөҙ егерме өс меңен — төрлө ҡәүем килмешәктәр һәм ҡытайҙар тәшкил итә. Күренеүенсә, башҡорттарҙың Дәү Олояу дәүләте — күп этнослы (хәҙергесә әйткәндә, күп милләтле), ҡеүәтле империя булған. Еребеҙҙәге унан һуңғы империялар (Алтын Урҙа, Рәсәй, СССР) — шул боронғо күп этнослы дәүләтебеҙ традицияларын дауам иттереүсе улар. Шул уҡ ваҡытта әле генә килтерелгән статистик һандарҙың асылында Дәү Олояу империяһының оҙаҡламай буласаҡ һәләкәте — юҡҡа сығарылыуы үтәләй күренеп тора. Сөнки ундағы килмешәктәр һәм яулап алынмыш ҡытайҙар ғәмәлдә дәүләт нигеҙенә һалынған шартлатҡыс булып тора: империя ҡеүәтләнеп сәскә атҡанда улар уны яҡлашһа, ҡара көндәр килеү менән улар уның ҡан дошмандарына әүерелә лә ҡара золомон ҡыла — 1125 йылда бөйөк дәүләтебеҙҙең емерелеүенең төп сәбәбе ошолор.

 

 

 

Баш ҡалалар темаһына әйләнеп ҡайтһаҡ, Абызыйҙың көнбайыштағы төп баш ҡалаһы (үҙе үлгәндән һуң уны үрге баш ҡала тип йөрөтәләр) уның тыуып-үҫкән ерендә урынлашып, Ҡытай үлсәүе менән йәмғеһе егерме ли майҙанды биләгән. Дошманға ҡоралдан атыу өңдәре, күҙәтеү башнялары булған бейек диуар менән уратылып, башҡорттоң дүрт тарафҡа дүрт юл йолаһынса, Көнсығыш һәм Көнбайыш, Көньяҡ һәм Төньяҡ ҡапҡалары асылып-ябылып торған. Был өлкә менән императорҙың иң яҡын туғандары — кенәздәр идара иткән.

926 йылда Абызый, көнсығыш сиктәге Бохай илен һуғышта еңеп һәм империяһына ҡушып ҡайтҡанынан һуң, төп баш ҡалаһын шаҡтай киңәйтеп, еңеүгә арналмыш яңы һарай һала һәм уның зиннәтле өс залын үҙенең ата-бабаларының һынлы һүрәттәре менән биҙәй. 1020 йылда баш ҡалаға илсе булып килгән Ҡытай чиновнигы Сун Шоуҙың яҙыуынса (бөтә атамалар Ҡытайсаға әйләндерелгән килеш бирелә), эске ҡаланың (кремлдең) көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Атанһөйөнөсө (Тяньсюнсы) ҡорамын ҡороп, унда үҙенең атаҡлы атаһының һүрәтен яһатып ҡуя. Император ҡалаһы тип аталмыш кремлдән сығып көньяҡҡа һуҙылған урамдың буйында көнсығыш яҡлап император наместнигы, тоҙ һәм тимер идаралығы һәм Көньяҡ ҡапҡа янында аждаһа ҡорамы урынлашҡан. Урамдың осонда — Линьхуан уратаһы (оҡругы) һәм өйәҙе идаралыҡтары. Шунан көньяҡ-көнбайыштараҡ — Чунсяосы тигән Будда-хоҙай ҡорамы. Ҡорамдан көнбайыштараҡ — Чантай өйәҙе идаралығы һәм уғата көнбайыштараҡ — Тяньчангуань ҡорамы. Көньяҡ-көнбайышта тағы — һарай әһелдәренең балалары һәм кесе туғандары өсөн мәктәп, унан төньяҡтараҡ — Конфуций ҡорамы, унан көнсығыштараҡ — Будда ҡорамы Аньгосы. Был ҡорамдан көнсығыштараҡ — император ҡатынының элекке һарайы Цитянь, унан көнсығыштараҡ — императорҙың өлкән һөйәркәһенең һарайы, уны император ҡатыны Фа-тянь төҙөткән. Шунан көнсығыштараҡ — Будда ҡорамы Бэшжэнисы, ебәк туҡымалар туҡыу оҫтаханаһы, һарайҙар идаралығы, сүпрә идаралығы һәм дәүләткә иғәнә идаралығының иген һаҡлағыс ике элеваторы. Былар бөтәһе император һарайынан көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан. Һигеҙ һөнәр буйынса идаралыҡ иһә Будда ҡорамы Тяньсюнсы ҡаршыһында тора...

Ә Көньяҡ баш ҡала тураһында түбәнгеләр яҙылған: был баш ҡала Ҡытай-ҡала тип йөрөтөлә ине. Уның көньяҡ өлөшөн арҡыры киҫеп, ҡара-ҡаршы башнялар суҡайтылған арҡыры урам үтә. Башнялар янында — баҙарҙар. Көнсығыш ҡапҡанан төньяҡтараҡ — Лусянь өйәҙе идараһы, ә унан көньяҡ-көнсығыштараҡ — Синжэнь өйәҙе идараһы.

Көньяҡ ҡапҡанан көнсығыштараҡ уйғыр биҫтәһе урынлашҡан, был биҫтә Абызый баш ҡалаһындағы уйғыр сауҙагәрҙәре тарафынан төҙөлгән, шунда килеп сауҙа итә улар. Көньяҡ-көнбайышта — Тунвэнь биҫтәһе, унда төрлө дәүләттәрҙең илселәре туҡтала. Был биҫтәнән көньяҡ-көнбайыштараҡ — Линьхуан биҫтәһе, унда Ся дәүләтенең илселәре ҡабул ҡылына. Унан көнбайыштараҡ — Будда ҡорамы Фусянсы. Ҡорамдан көнбайыштараҡ — Сюаньхуа өйәҙе идаралығы, ә көньяҡ-көнбайыштараҡ — Динба өйәҙе идаралығы. Шунан төньяҡтараҡ Баохэ өйәҙе идаралығы урынлашҡан. Көнбайыш ҡапҡанан төньяҡтараҡ — Ису өйәҙе идаралығы, унан көнсығыштараҡ — Циньляо өйәҙе идаралығы...

Ике ҡала миҫалында ғына ла күренеп тора: Дәү Олояу империяһы ҡитғабыҙҙа Ҡытай цивилизацияһы менән типә-тиң ярышырлыҡ цивилизацияға эйә булған. Империя киңлегендә бик күп ҡалалар, хәрби ҡәлғәләр, күперҙәр һәм юлдар һалына, ер эшкәртеү, ебәк ҡорто үрсетеү һәм ебәк туҡымалар туҡыу, һәр төрлө һөнәрселек, сауҙа эштәре сәскә ата. Тарих фәне, медицина, архитектура, сәнғәт, ә әҙәбиәттә проза һәм поэзия үҫешә. Ҡатай-көҙәндәрҙең ике төрлө яңы үҙ яҙмалары барлыҡҡа килә: 920 йылда — бер нисә мең иероглифлы «оло яҙыу», 924 йылда — еңелләштерелгән бер нисә йөҙ иероглифлы «кесе яҙыу». Һөҙөмтәлә оригиналь һәм тәржемә яҙма әҙәбиәт ныҡ үҫешеп, халыҡ араһында киң тарала, ағасҡа ырып (ксиллография) китап баҫыу эше юлға һалына. Ҡатай-көҙән шағирҙары, рәссамдары, артистары дан ҡаҙана тирә-яҡта. Абызыйҙың өлкән улы Туюй ҙа, ҡытайҙар яҙыуынса, шундай ижади һәләттәргә эйә булған. Һарай болалары ваҡытында ул карапҡа ултырып Ҡытайға ҡаса һәм, үҙе килеп туҡтаған диңгеҙ яры башына бағана-һәйкәл ултыртып, унда егерме иероглифтан хасил шиғырын яҙа (урыҫсанан минең тәржемәлә):

 

Бәләкәй тау оло тауҙы ҡапланы,

Оло тау һис көс һәм сара тапманы.

Үҙ халҡына ҡарарға ул ояла,

Шуға күрә ҡасаҡтыр был донъяла...

«Ул китаптар уҡырға ярата, ә һунарға йөрөргә яратмай ине. Дундань (хәҙерге Корея) дәүләте менән идара иткәнендә ул, алтын ҡоймаҡтарын туплап, китаптар һатып алыу өсөн йәшерен рәүештә ючжоуға юллана. Бер нисә тиҫтә мең цзюанлек китаптарҙы арбаларға тейәп, иленә алып ҡайта. Цулюй тауында ул китапхана аса, ишегенең башына «Диңгеҙгә ҡарап һоҡланыу китапханаһы» тигән яҙыулы таҡта ҡуйҙырта»...

Һәм йәнә 1031 йылғы йылъяҙмала император Тай-пин тураһында:

 

«Император бигерәк тә «Чжэнь-гуандың идаралыҡ итеү осорондағы мөһим ваҡиғалар» китабын уҡырға яратты... Бынан тыш, император шәхсәнә үҙе Бо Цзюй-иҙың шиғырҙар китабын көҙән яҙыуында тәржемә ҡылды, көҙән чиновниктарын йыйыр ҙа шуны уҡып ишеттерер ине...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: