Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 23 глава




Инде Мәрем (Муром) ҡалаһы артынса уҡ татар-монголдар тарафынан яулап алынған “Татҡара” (бәлки, Таҙғара булғандыр) ҡалаһына килһәк, хәҙерге Мәскәү ҡалаһының унда урыҫ аяғы баҫҡанға тиклемге үк боронғо исеме ул. Урыҫ кенәзе Юрий Долгорукий 1147 йылда шул үҫәргәндәр (“мәсәктәр”) ҡалаһына килеп төпләнгәс, уға шундағы Мәскәү йылғаһының исемен бирә (ләкин татар-монголдар уны үҙенең әүәлге исемендә Татҡара//Таҙғара тип йөрөткән). М. Горбаневский, Г. Смолицкая тигән урыҫ ғалимдары бөтә сығанаҡтарға таянып иҫбатлауынса, “хәҙерге Мәскәүҙең тарихи үҙәгендәге ҡәлғә 1147 йылға тиклем дә бик боронғо замандарҙан уҡ йәшәп килгән һәм... был датаны (1147 йылды. — Й.С.) һис кенә лә ҡаланы нигеҙләү ваҡыты тип һанарға ярамай. Мәскәү тип ул йылға исеменән алып аталған (кенәз Юрий, имеш, шулай тип ҡушҡан)... Археологтар тапҡан ҡомартҡыларға ҡарағанда, славян ҡәбиләләре Мәскәү йылғаһы буйҙарында б.э. беренсе мең йыллығының икенсе яртыһында ғына пәйҙә булғандар. Ләкин улар килгәнгә тиклем ике-өс мең йылдар элек үк был ерҙәрҙә тығыҙ ултыраҡланып башҡа ҡәбиләләр йәшәгән” (“Знание — сила” журналының 1980/11 һаны, 42-43-сө биттәр).

Инде донъяны яулаусы татар-монголдарға килһәк, бөтәһе бер төптән ҡубынған шул бер үк ваҡытта Бүрекәй үҙенең ғәскәре менән Хорезмдан Азов диңгеҙе яғындағы ҡыпсаҡ далаһына ябырылып, ҡыпсаҡтарҙың башлыҡтары Аржымаҡты, Ҡуранбашты һәм Ҡапаранды һәм шулай уҡ Төньяҡ Ҡафҡаздағы Бөркөт-өй иле сәрғәскәрҙәрен әсир итеп ала. Шунан һуң 1239 йылда Кейек-хан, Мәңке-ҡаған, Ҡаҙан һәм Бүре Көнбайышҡа ҡарай артабан дөрөп, Карпат тауҙары яғындағы Моҡас (хәҙерге Мукачево, Көнбайыш Украинала) ҡалаһына килеп етә һәм ауыр ҡыш бауырында, бер ай ҙа ун биш көн дауам иткән ҡамауҙан һуң, уны яулап ала” (Тизенгаузен, 37-се бит).

Ә бына Жүвәйни ул хәрби сәфәр хаҡында нимә яҙа: “Батша улдары урыҫ ерҙәренә йүнәлде һәм уның өлкәләрен Моҡас ҡалаһынаса буйһондорҙо. Улар һәр бер үлтерелгән кешенең уң ҡолағын ҡырҡып ала барырға бойорҙо... Һаналған ҡолаҡтар иҫәбе 270.000 тәшкил итте. Шул урындан (Моҡас — Мукачево ҡалаһынан. — Й.С.) батша улдары кире боролоп ҡайтырға ҡарар ҡылды” (Тизенгаузен, 23-сө бит). Рашид-ад-дин дә шул бер үк тирмәнгә һыу ҡоя: “Улар шул хәрби сәйәхәт барышында уҡ, 1240 сысҡан йылының яҙында, ғәскәрҙәрҙең береһенә яңы хәрби сәфәр билдәләп, улар уны [ғәскәрҙе] Бойҙайға (Буҡдайға) тапшыралар һәм уны Тимер Ҡапҡаға [Дербенткә] ҡайтарып ебәрәләр — уны һәм авар өлкәһен баҫып алырға; ә Кейек-хан һәм Мәңке-ҡаған шул уҡ сысҡан йылының көҙөндә, ҡағандың әмере буйынса, урҙаларына кире боролоп ҡайттылар һәм 1241 үгеҙ йылында һәр береһе үҙ урҙаларында урынлаштылар” (Тизенгаузен, 37-се бит). Шулай итеп, татар-монголдар 1239 йылда үҙҙәренең Европаға ябырылыуҙарының иң көнбайыш нөктәһенә — Моҡас (Мукачево) ҡалаһына барып етәләр ҙә шунан ары китә алмайҙар, гәрсә сапҡын алайҙары 1240 йылдың яҙынаса шул тирәләге боронғо Венгрияның, Чехословакияның, Польшаның, Германияның (Пруссия) көнсығыш сиктәрендәге өлөштәрен айҡарға өлгөрһә лә. Ләкин эскәрәк үтеп керә алмайҙар һәм, әлбиттә, рәсми тарих фәнендә ҡабул ҡылынғанынса, Батый-хандың ғәскәрҙәре һис кенә лә Адриатик диңгеҙ буйынан да гиҙеп уҙмай һәм, шул яҡтарҙан Азов диңгеҙе буйҙарына әйләнеп ҡайтыр өсөн, һис кенә лә хәҙерге Югославия, Болғария, Румыния ерҙәре аша ла сабып үтмәй, сөнки бит улар тап ошо уҡ 1240 йылда бөтөнләй икенсе яҡта — үҙәк урыҫ ерҙәрен яулап алып бөтөрөү менән бик ныҡ шөғөлләнгәндәр. Сөнки Үгеҙәй-ҡағандың фарманы буйынса, 1240 йылдың көҙөндә Кейек-хан һәм Мәңке-ҡаған баяғы Үҙәк Европанан (Моҡас — Мукачево тирәһенән) урҙаларына кире әйләнеп ҡайтырға сыҡҡандарында, тип яҙа Рашид-ад-дин (Тизенгаузен, 37-39-сы биттәр), “батша улдары Батый һәм уның ҡустылары Ҡаҙан, Бүре һәм Бүҫек бергәләшеп урыҫтар һәм ҡарағалпаҡтар иленә (йәғни Киев яғына. — Й.С.) хәрби сәфәргә сыҡты (ә һис кенә лә Адриатик диңгеҙ буйҙарында гиҙмәне! — Й.С.) һәм туғыҙ көн эсендә урыҫтарҙың Манкеркан [Киев] исемле ҙур ҡалаһын алды, ә шунан һуң төмәндәре [дивизиялары] менән Владимир кенәзлегенең бөтә ҡалаларын аулап-айҡап үтте, юлдарында булған бөтә ҡәлғәләрҙе, өлкәләрҙе яулап алды. Шунан һуң улар Өсуғыл-Владимир (хәҙерге Галич) ҡалаһын Каманы һәм өс көндә уны алды. Үгеҙәй-ҡаған үлгән 1241 үгеҙ йылының яҙғы айҙарында улар [батша улдары] Бараҡ-убан (хәҙерге Северные Увалы. — Й.С.) тауҙары аша бүләрҙәргә һәм башҡорттарға йүнәлде”. Тап бына ошо урынды урыҫ һәм Көнбайыш Европа тарихсылары, әллә белеп, әллә белергә теләмәй, тигәндәй, ифрат тупаҫ яңылыштыра ла инде: баяғыса, “бүләрҙәргә һәм башҡорттарға” тигәнде улар “поляктарға һәм венгрҙарға” тип күҙ йомоп һупалай ҙа Батый-ханды, баяғыса, алыҫ Адриатик диңгеҙ буйҙарынан уҡ буйлатып алып китә, ә ғәмәлдә иһә Батый-хан ғәскәрҙәре хәҙерге Кострома өлкәһендәге баяғы Галич ҡалаһынан, салғыйҙарына ут ҡапҡандай ашығыс-ҡабалан рәүештә, әлеге Бараҡ-убан (Северные Увалы) тауҙары аша туп-тура Башҡортостанға ябырылған, -- ни өсөн?! Һәм ни өсөн бөтә татар-монгол ғәскәрҙәре лә баяғы Үҙәк Европанан, уны шул бер һелтәнеүҙә үк тамам Атлантик оҡеанғаса яулап алып бөтөрмәйенсә һәм шул арҡала бөйөк Сыңғыҙ-хан фарманын еренә еткереп үтәмәйенсә, ҡапыл ғына кире боролоп ҡайтҡан?!. Бының беренсе сәбәбе, һис шикһеҙ, салғыйҙарын яндыртыусы әлеге лә баяғы “башҡорт феномены” — татар-монголдарҙың тәрән тылындағы Башҡортостан ерендә дөрләгән нәүбәттәге ихтилал. Шулай уҡ Уралдан Көньяҡтараҡ Хорезмда ла баш күтәреүҙәр йышая: 1238 йылда Бохаралағы ун мең татар-монгол яугирен бер юлы һарыҡтай һуйып һалған Тараби күтәрелешен генә алайыҡ (Татаро-монголы, 215-се бит). “Батый үҙенең алайҙарын Европаға алып барғанда, — ти Л.В. Черепнин, — монгол империяһының төрлө өлөштәрендә яулап алынған, ләкин буйһондоролмаған халыҡтарҙың азатлыҡ көрәше дөрләне... Ошо көрәш монголдарҙың Европа төпкөлөнә хәрби сәйәхәтен уңышһыҙлыҡҡа дусар итте” (шунда уҡ).

Был юлы башҡорт ихтилалы Башҡортостандың мәғрур Урал тауҙарындағы “тау башҡорттары” араһында дөрләп тоҡанды, уның ҡайнар һулышлы оранын Башҡортостан илселәре хатта алыҫ Парижға, Лондонға илтеп еткерҙе.

 

 

 

Татар-монголдарға ҡаршы дәһшәтле башҡорт ихтилалдары өсөнсө тапҡыр ҙа аяуһыҙ баҫтырылғас, шуның артынса уҡ, 1238 йылда, илбаҫарҙарҙың иҙеменән ыҙа сиккән ошо алыҫ Рифей (Урал) тауҙары иленән Францияның баш ҡалаһы Парижға абруйлы илселек килеп етә һәм, тейешенсә хөрмәт менән король һарайында ҡабул ҡылынып, король Людовик IХ Изгегә баяғы илдең етәксеһе “Таубаш Ҡарт” тигән уҙамандың татар-монголдарға ҡаршы берләшеп көрәшергә Көнбайыш илдәрҙе өндәгән һәм саҡырған хитапнамәһен тапшыра. Илселектең бер вәкиле шул арала Париждан Ла-манш боғаҙы аша Лондонға оҙатылып, доҡументтың бер нөсхәһен Англия короле Генрих III ғали йәнәптәренә лә еткерә һәм шул нөсхәнең, үҙе түгел, ә инглизсәгә ентекле иншаһы король архивында һаҡланып ҡалған да Дәү Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән беҙҙең көндәргәсә килеп ирешкән (В.И. Матузова. Английские средневековые источники. М., 1979; 111-112, 135-136, 163-сө биттәр).

Кем һуң ул серле VeterIs de monte — Горный Старец? Был, әлбиттә, тау башҡорттарын илбаҫарҙарға ҡаршы йыһатҡа (изге һуғышҡа) күтәргән һәм етәкләгән данлы бабабыҙҙың уға, ата-әсәһе ҡушҡан исеменән тыш, халыҡ тарафынан йә ололап, йә дошмандар белмәһен өсөн томалап бирелгән сәйәси ләҡәбе (псевдонимы) һәм ул ләҡәп бабаларыбыҙ ҡулланған ғәрәп графикалы ҡулъяҙма төп нөсхәһендә (башҡортса), моғайын, бына ошолай сыйып яҙылған булған: таубашҡарт (Тау Башҡорто). Ғәҙәттә тыныш билдәләрһеҙ һәм баш хәрефһеҙ ҡулланылмыш ғәрәп графикаһында ҡулдан йүгертеп яҙғанда һүҙ менән һүҙ ана шулай бергә ҡушылып китеүсән һәм һөҙөмтәлә ошо “тау башҡарт” миҫалындағы ҡушма һүҙ “таубашҡарт” килеп сығыусан. Йәғни иҫке төркисәнән шул ҡушма һүҙҙе сит тел тәржемәселәре, тик үҙҙәре тоҫмаллағанса, ҡап-уртаға (ике һүҙгә) айырып, ысынында “тау-башҡарт” (Тау Башҡорто) булаһы урынға “Таубаш Ҡарт” (тау башы ҡарты — Горный Старец) килтереп сығарғандыр. Һәр хәлдә, татар-монгол ябырылыуын хәбәрләгән рәсми хитапнамә иншаһының “hungarIa major”ҙан (“Бөйөк Һунҡор өйө” Башҡортостандан) бисмиллаланып башланыуы уның тап шул Урал иле Башҡортостандағы башҡорт кешеһе тарафынан яҙылыуына шик ҡалдырмай. Шуға күрә был бик һирәк осрай торған ҡомартҡының заманында уҡ яһалған инглизсәгә иншаһын уның хәҙерге осорҙағы урыҫсаға тәржемәһенән мөмкин тиклем тулыраҡ ауҙарабыҙ.

 

(1238). Үҙҙәре яғынан ябырылмыш һәм төньяҡ ерҙәрҙе бөлдөрмөш татарҙар тураһында. Ошо Көндәрҙә франктар короленә мосолмандарҙың рәсми илселәре килеп, нигеҙҙә Тау Ҡарты исеменән түбәндәгеләрҙе дөрөҫ итеп хәбәрләне: төньяҡ тауҙарҙан (“Ҡаф тауҙарынан” булырға тейеш. — Й.С.) ҡот осорғос һәм кешелекһеҙ ниндәйҙер әҙәми заттар ябырылған һәм Көнсығыштың иркен һәм уңдырышлы ерҙәрен баҫып алған, Бөйөк Һунҡор өйөн (Башҡортостанды. — Й.С.) вайран ҡылған һәм яуыз илселектәре аша тирә-яҡҡа үҙҙәренең янаулы талаптарын таратҡан. Уларҙың башлығы раҫлауынса, ул — Дәү Хоҙайҙың уға ҡаршы баш күтәреүсе халыҡтарын ауыҙлыҡларға һәм буйһондорорға ебәрелмеш илсеһе. Ә уларҙың баштары ифрат ҙур һәм кәүҙәләре менән бөтөнләй ярашмай. Улар сей ит менән, шулай уҡ әҙәм ите менән дә туҡлана. Улар бик шәп уҡсылар. Йылғаларҙы улар теләгән бер ерҙә тиренән яһалған һәм күтәреп йөрөтмәле еңел кәмәләрҙә кисәләр. Улар мыҡты кәүҙәле, кәштә яурынлы, иманһыҙ һәм рәхимһеҙ. Беҙгә (инглиздәргә. — Й.С.) билдәле халыҡтарҙың береһе лә уларҙың телен белмәй. Уларҙың бик күп эре һәм ваҡ малдары, йылҡы өйөрҙәре бар. Ә аттары ғәҙәттән тыш йүгерек, өс көнлөк юлды бер көндә үтә ала. Дошманға арҡа биреп ҡасмаһындар өсөн, уларҙың һуғыш кейемдәре, арҡанан түгел, ә алдан яҡшы көпләнгән. Уларҙың ҡаған тигән башлығы ифрат ҡаты бәғерле. Тар йылғаһы исеменән тартарҙар тип аталмыш һәм ифрат күмәк өйөрөлмөш был йән эйәләре элек төн яғында йәшәп, әллә Каспий тауҙарынан, әллә уға күрше тауҙарҙан (инглиздәрҙең беҙҙең яҡ географияһын белеп еткермәүҙәре сағыла. — Й.С.) кешелек өҫтөнә үләттәй ишерелгән, тип иҫәпләнә; гәрсә уларҙың ябырылыуы (Башҡортостанға. — Й.С.) беренсе тапҡыр ғына булмаһа ла, быйыл ғәҙәттәгенән тыш ҡурҡынысыраҡ ҡотороноп шашындылар...

Һәм бына ошо беҙгә килгән, тулы хоҡуҡтарға эйә һәм затлы ырыу кешеһе булған, тартар янауынан уңышлыраҡ арыныу өсөн Көнбайыш илдәрҙең ярҙамын эҙләгән һәм был хаҡта бөтә Көнсығыш исеменән белдереү яһарға вазифаланып Галлия [Франция] короленә өндәшкән мосолман хәбәрсеһе үҙ янынан Англия короленә бер мосолман хәбәрсеһен юлландырҙы, ул иһә быларҙың бөтәһен королгә аңлатыу өсөн килеп етте һәм ул былай тип әйтте: әгәр улар [мосолмандар] бындай ябырылыуҙы туҡтата алмаһалар, бер генә нәмә ҡала — улар [татарҙар] Көнбайыш илдәрҙе лә шулай уҡ бөлдөрәсәктәр, йәғни ҙә шағир [Гораций Флакк Квинт] әйтмешләй:

Ут күршеңдең диуарын ут ялмаһа,

Тимәк, һинең йортоңдо ла ут ала...

 

Был хәбәрсе уларҙың бөтәһенә лә ҡурҡыныс янаған ошондай ҙа дәһшәтле мәлдә, мосолмандар үҙ көстәре менән, христиандарҙың ярҙамына ла таянып, баяғыларҙың һөжүмен кире ҡағыуы хаҡына беҙҙең, христиандарҙың, булышлыҡ ҡылыуыбыҙҙы талап итте. Ләкин, тип иҫкәртелә был инглиз иншаһында, осраҡлы рәүештә ул саҡта шунда булған Уинчестер епискобы, тәре менән үҙен тылсымлап, уға [мосолманға] ҡарата тапҡыр яуапланы: “Был эттәргә үҙ-ара талашырға һәм бер-береһен аҡтыҡҡаса дөмөктөрөргә мөмкинлек бирәйек. Ә шунан һуң тере ҡалған был Ғайса дошмандарын бөтөрә ҡырырға барғаныбыҙҙа беҙ уларҙы тамам юҡ итербеҙ ҙә ер йөҙөнән һепереп түгербеҙ. Бөтә донъя берәгәй католик сиркәүгә буйһонһон да бер көтөүсе һәм берәгәй көтөү булһын!”[32]

 

Был серле Тау Башҡорто — Горный Старец — шәхсәнә кем икән һуң ул, тигән һорауға килгәндә, “Марко Поло сәйәхәте”ндә лә ниндәйҙер ғәжәйеб “Мулект иле” (Муллыҡ-ҡот иле — эпосыбыҙҙағы Самарау иле Башҡортостан!) һәм унда йәшәгән “Тау Ҡарты” хаҡында әйтеп үтелә. Академик В.В. Бартольд был “Тау Ҡарты”ның мосолманлыҡ исеме Ғәләүитдин булыуын һәм ул мосолмандарҙың йәшерен “ асасин”дар сектаһының башында тороуын, татар-монголдар тарафынан 1255 йылда тотоп үлтерелеүен яҙа. Ә уның эшен дауамлаусы улын, мосолман исемле Руханитдинде, 1256 йылда шул уҡ татар-монголдар ҡулға алғанлығы билдәле икән (тимәк, башҡорттарҙың илбаҫарҙарға ҡаршы көрәше ана шул йылдарҙа ла туҡталмай дөрләгән).

Аңлайышһыҙ һымаҡ күренгән “асасин” терминын ғәрәпсә “хашишин” — йәнәһе лә ғәшиш наркотигы ҡулланыусылар, тигәндән күсерелгән, имеш, тип юрайҙар бәғзеләр, ләкин бының менән килешеү ҡыйын, сөнки ғәшиштең (наркотиктың) быға — иҫерткесле боҙоҡлоҡто ҡаты тыйыусы Ислам диненә аҙашлығы, бигерәк тә изге сектаның исеме булып әүерелеүе икеле. Был, һис шикһеҙ, әсәсән — сәсән (йәғни “әсәнең әсәһенән – мифик башбаба Шүлгәнде имеҙеп үҫтергән Әсә-Бүре тоҡомо)тигән һәм боронғо Ирандың сәсән батшалар (сасанидтар) шәжәрәһен башлаусының ҡартатаһы булмыш Үҫәргән бәгенең — тарихи Бәк-сәсәндең ләҡәбенән киләлер һәм әйтелгән татар-монголдарға ҡаршы йәшерен ойошманы (сектаны) шул аҫыл заттар тоҡомо башлап ебәреүен, етәкләүен белдерәлер. Фәһемле икенсе тоҫмал да бар: Әсә-Суна (бында “суна” – бүре тигән һүҙ, шунан килә һүҙҙәребеҙ: суна-әр/суна-ир>сунар/һунар, суна-әрсе>сунарсы/һунарсы). Әгәр ҙә шулай икән, әле һүҙ барған тау башҡорттары ихтилалын тап ана шул сәсән йәки әсә-бүре (йәғни үҫәргән) батшалар тоҡомо һәм ул замандағы Башҡортостандың көләр-батшаһы Ғәләүитдин ҡарт ғали йәнәптәре етәкләгән, ә уның боронғо төркиҙәргә хас күп һанлы исем-ләҡәптәре араһындағы башҡортса бер исеме Мүйтән булған (тәүге осорҙа Сыңғыҙ-хан һарайында оло абруй ҡаҙанып, уның Юғары Хөкөмдары (судъяһы) итеп һайланған һәм “Йәшерен хикәйәт”тә Мүкле (Мухали)-нойон тип яҙылған Мүйтән-бей). Парижға барған илселекте етәкләүсе “затлы ырыу” (батша нәҫеле) уҙаманы ла, моғайын, Мүйтән-бейҙең улдарының баяғы береһе — мосолман исемле Руханитдин булғандыр. Әйтерһең дә, беҙҙең ошо тоҫмаллауға баяғы “Үҫәргән тәүәрихе”ндә күргәҙмә һабаҡ рәүешендә Үҫәргән-башҡорт батшаларыбыҙҙың “донъя яратылғандан уҡ” быуын-быуын һуҙылып килмеш, шул иҫәптән әле беҙҙе ҡыҙыҡһындырған Сәсән бабаны һәм башҡаларҙы ла исемләмеш шәжәрәһе бирелә (унда башҡорт тарихының һәм бөтә кешелек донъяһы тарихының бик күп серле һорауҙарына яуап бар). Баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле был хазинабыҙ тулы килеш матбуғатҡа тәүге тапҡыр сығарыла:

 

 

1. Ишек. — 2. Уның улдары: а) Афрасиаб бин Ишек, б) Күриң бин Ишек. — 3. Фаридун бин Күриң. — 4. Уның улдары: а) Мөслим, б) Алсаҡ Айран, в) Түрәҡан Фәкфәдәр. — 5. Ҡаф бин Түрәҡан Фәкфәдәр. — 6. Уның улдары: а) Круз (Һарт иленең батшаһы, Геродоттағы Крез: б.э. тиклем 560-546[33]) һәм уның улы Таһмәнә Сәбиб; б) Ҡавәб. — 7. Бәширмин бин Ҡавәб. — 8. Сам Сиуар. — 9. Ңал Ңаман. — 10. Бәһлеүән Рөстәм. — 11. Уның улдары: а) Сәһрәб Ширсуан һәм уның улы Бөрзин (Бөрйән) Нирул һәм уның улы Тамыр; б) Манужуһр бин Ирани Таһманиб. — 12. Нәвҙар бин Манужуһр. — 13. Ңаб бин Пузар. — 14. Ғиҡбад. — 15. Кииксарув (Мидия батшаһы, Геродоттағы Киаксар: б.э. тиклем 625-585). — 16. Аҡҡар Әййүб бин Киаксарув. — 17. Кәштә бин Әййүб. — 18. Әсфәндиәр. — 19. Баһуман. — 20. Уның улдары: Драб бин Баһуман (уның нәҫелдәрен айырым алып дауамларбыҙ); Лоҡман (Лоҡман-хәким – бөрйәндәрҙең бабаһы. – Й.С.). — 21. Тағиб бин Лоҡман. — 22. Хан Суғар. — 23. Хан Баҡи. — 24. Уның улдары: хан Сәнкүм (уның нәҫелдәрен айырым алып дауамларбыҙ), Башыҡара бин баҡи. — 25. Хан Ҡантур бин башыҡара. — 26. Хан Турғай. — 27. Хан Байҡу-тархан (Майҡы-бей, 1207 йылда Сыңғыҙ-хан урҙаһында булған). — 28. Хан Байандар (Сыңғыҙ-хандың Ҡытайҙы һәм Манчжурияны яулауында сәрғәскәр булып әүҙем ҡатнашҡан, һуңынан Башҡортостанда татар-монголдарға ҡаршы көрәш башлыҡтарының береһе). — 29. Ауыл Сәхәү-хан...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: