Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 25 глава




“Тәүәрих”тәге был буталыштар Сыңғыҙ-хандың беҙгә билдәле өлкән улы Яусының нәҫелдәр ебендәге Үзбәк улы Жанибәк-хан (батшалыҡ итеүе 1341-1357) шәжәрәһен (55-се бит) теркәгәндә ебәрелгән. Беренсенән, унда ысынлап та Жанибәктең улы булған Бәрҙебәк (батшалыҡ итеүе 1357-1360) яңылыш рәүештә уның ейәне итеп — йәғни Жанибәк улы Үсәктең (Көсөктөң) улы итеп күрһәтелгән (57-се бит). Икенсенән, Жанибәк улы Үсәктең (Көсөктөң) улы булырға тейешле Сәйед-Әхмәт (Сәйдәк) һәм уның нәҫелдәре Ҡасим-хан (1524 йылда үлә) һәм уның улы ХАҡназар-хан (Аҡназар-хан тип тә йөрөтөлә, 1524-65 йылдарҙа батшалыҡ итеүе билдәле) теркәлмәй ҡалдырылған. Өсөнсөнән, “Өфөнөң һуңғы батшаһы булған” (П.И. Рычков) һәм ХII быуатта йәшәгән Тура-хан (Трә бин баба Төкләҫ), ныҡ яңылыштырылып, унан байтаҡҡа һуңыраҡ бер осорҙа (1524-1565 й.й.) боронғо Тура-хан баш ҡалаһы Өфөлә ултырып хакимлыҡ ҡылмыш Сыңғыҙ-хан нәҫелле икенсе бер “Тура-хан” — баяғы ХАҡназар-хан менән буталғанлыҡтан, шул боронғо Тура-ханыбыҙ унан һуңғы заманалағы Жанибәк бүләре Ҡасим-хандың улы итеп һыҙыҡсалап беркетелгән, ә беҙ уның, баба Төкләҫ улы Тура-хандың, әлеге Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге 39-сы быуынды биләүен беләбеҙ. Дүртенсенән, Жанибәк улы Бәрҙебәк-хандың улы итеп яңылыш күрһәтелмеш Ишем-хан да ысынында баба Төкләҫ улы Тура-хандың (Трә бин баба Төкләҫтең) улы булырға тейеш, сөнки уның нәҫелдәренең (мәҫәлән, Ҡазан ханлығына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән Айсыуаҡ-хандың) ысын башҡорт хандары икәнлеге рәсми тарихтан уҡ билдәле. Өҫтәүенә, Жанибәк улы Бәрҙебәк, атаһы Жанибәк-ханды үлтереп тәхеткә үрләгәс, бөтә ағай-энеләрен һәм уларҙың нәҫелдәрен (хатта имсәк балаларына тиклем), береһен-бер ҡалдырмай, төп-ҡыра үлтереп бөтөрә, үҙенән дә нәҫел ҡалмай һәм, тарихсылар Ғаффари һәм Аноним Искәндәр яҙыуынса (Тизенгаузен, 129,211-се биттәр), Сыңғыҙ-хан нәҫеленең был тармағы ошо урында ҡырт-өҙөлә. Һәм Жанибәк-ханға һәм уның нәҫелдәренә ҡағылышлы сығанаҡтарҙа бынан башҡа Бәрҙебәк исемле шәхес юҡ. Тимәк, “Үҫәргән тәүәрихе”ндәге (53-сө бит) “Бәрҙебәк солтан бин Тура” — Туҡтамыш-ханыбыҙҙың ҡартатаһының атаһы “Нармуйынлы Бәрҙебәк” тап үҙе булып сыға һәм уны беҙ үҙебеҙҙең ошо Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге тейешле урынына теркәйбеҙ:

 

39. Трә (Тура) бин баба Төкләҫ (Тура-хан, ХII быуат). — 40. Уның улдары: а) Күсем-хан бин Тура-хан, уның улы Ишем-хан, уның улдары Туғым-хан һәм Айсыуаҡ-хан, Айсыуаҡ-хан улы хан Эйәле, уның улы хан Туҡай, уның улы хан Жиһангир, уның улы хан Иләй, уның улы хан Вәли солтан Баһадир хан, уның улы Ҡаиб-хан; б) Бәрҙебәк-солтан бин Тура йәки “Нармуйынлы Бәрҙебәк” (бөйөк Туҡтамыш-ханыбыҙҙың бабаһы, ХIII быуатта йәшәгән был солтан, аталары Тура-хандан ҡалмыш Өфө тәхете өсөн бер туғаны Күсем-хан менән үҙ-ара талашып, үҙе яҡлы бөрйәндәрҙе эйәртеп, Каспий диңгеҙе буйындағы Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре хакимлыҡ ҡылмыш Маңғышлаҡҡа[39] — “Төркөстандың Үсәк [Көсөк] ханына һыйынып ҡасты”; Туҡтамыш-хандың атаһы Төкҡужаның ни өсөн “Маңғышлаҡ гөбөрнаторы” булыуының сере ана шундалыр. Был хаҡта “Үҫәргән тәүәрихе”ндә (57-се бит) ҡиммәтле мәғлүмәт бар: “Бәрҙебәк йылдар аша саманан ашты, тора-тороп Яҫы ташта Күсем-хандың уғландарын үлтерҙе. Үлтерелгән уғландарҙың бабалары башҡорт халҡы ине (Тура-хан бин баба Төкләҫтең һәм уның нәҫелдәренең ысынлап та Үҫәргән (башҡорт) икәнлегенә тура ишара. — Й.С.). Улар халҡының бик атаҡлыларынан ине. Улар ғәскәр менән Бәрҙебәк-солтанды үлтермәк өсөн хөсөт ҡылдылар. Шул саҡ Бәрҙебәк-солтан Төркөстанға Үсәк [Көсөк]-ханға һыйыныу өсөн ҡасты, [Үсәк-хандар] — Жанибәк-хан улдары инеләр. Ҡасып барғанда [күрҙе]:Һаҡмар һыуында бер төркөм башҡорттоң үҙенең бәге [бейе] бар ине, Ҡасынҡы сала-бәк [40] тип ләҡәпләрҙәр ине, данлыҡлы ине, халҡы мәсәкле [41] ине. Унан солтан-Бәрҙебәк һыйыныу үтенде һәм Ҡасаҡ сала-бәк уға хуш күңеллелек күрһәтте. Күсем-хан бәктәренән илсе килеп, Бәрҙебәк-солтанды талап иткәнендә, [сала] халҡы ризалыҡ биреп [уны] йәшерҙеләр һәм алып ҡалдылар. Ләкин Бәрҙебәк-солтан эт холоҡло ине: күпселек йәмәғәт уның иҫенә лә кермәне. Бер көн уға Ҡасаҡ сала әйтте: минең солтаным, һеҙ анаулары-был халыҡҡа ҡатышманығыҙ, беләм сәбәбен, тине. Солтан-Бәрҙебәк: йөрәгем этйән түгел, аңһыҙҙан был халыҡ мине ҡатил итер [үлтерер], тине. Ҡасаҡ сала-бәк уға үҙ халҡынан бер данлы әҙәмдең Субъямал тигән ҡыҙын никахландырҙы. Ирәүән Ҡасаҡ сала-бәкте Бәрҙебәк-хан сәрғәскәр итеп, халҡы уға ризалыҡ бирҙе... Был Бәрҙебәк-солтан яҡшылыҡ ҡәҙерен белмәҫ кафырҙай ине, башҡа хаталыҡтары ла суҡтыр [күптер]”.

Был атаҡлы “Ҡасынҡы сала-бәк” ләҡәпле бабабыҙҙың атаһы Яуынсы Яҫауыл “Күсем-хан заманында уның эргәһендә яҫауыл булып хеҙмәт иткән, тиҙәр”, — 66-сы бит; тимәк, бабабыҙ был Яуынсы Яҫауыл Себер ханы Күсем (ХVI быуат) заманында йәшәгән; уның алты улы — Арынбай, Аҡбай, Күкбай, Сураҡара, Атҡара, Алҡара (“был алты уғыл Яуынсы Яҫауылдың кесе ҡатынынан ине”. — 66-сы бит). Йәнә лә ике улы: а) Ҡасаҡ сала-бәк (“Ҡасаҡ сала-бәк ошбу үҙенең башҡорт халҡына бәк булып, Тора-хан улы Бәрҙебәк [“Нармуйынлы Бәрҙебәк”. — Й.С. ] халыҡ башлығы булып торған шул үҙ солтанатында[42] ярлыҡанмыштыр”. — 66-сы бит), уның улы Йыуашбай, уның улы Сураш; б) Үҫәргән, уның улдары: 1) Юламан (“ҡунаҡ[43] халҡының бабаһы”. — 66-сы бит), уның улдары Ҡоҙаш, Ситкәй; 2) Килдеш (аҡжаҡ[44] халҡының бабаһы”. — 66-сы бит), уның улы Юнай, уның улы Көсөкнисә; 3) Субғужа, уның улы Мүскә; 4) Байғужа (“айыу[45] халҡының бабаһы”. — 66-сы бит), уның улы Ҡаҙаҡбай-бей, уның улы Ҡаръяу-бей...

Бәрҙебәк-солтандың (ХIII быуат) заманында уҡ ҙур ҡасаба булмыш шул Ҡасынҡы саланан артабан Сәнкем-Биктимер, Һунарсы, Солтанбай, Ырыҫҡол һәм Яңауыл (Яңы Ғафар) ауылдары бүленеп сыҡҡан. — 41. Ҡиас-хан. — 42. Туҡ-хужа-хан. — 43. Туҡтамыш-хан (“Туҡтамыш-хан маҡәме [төп йорто] Сирмешән [Сәрмәсән], Ҡармасан буйында ине һәм ул йәнә Иҙел — Яйыҡ араһында сәхрә тарафында Үҙән [46] һыуында булды һәм уның һыуы әсе булғанлыҡтан, саҡ сыҙаны, тиҙәр. Ул ваҡытта яҙ һыу ташҡанда алып ҡалып, бер сула тормош иттеләр: шунда хан йортоноң ҡибла тарафында бер шәре-хауыз[47] бар ине, яҙ көнө ҡаҙып һыу ебәрерҙәр ине; һыуы татлы булғаны өсөн шул хауыздың ҡибла тарафында ябыулы бинанан Мәсет-һарай төҙөнө, хозур шәһәр булды[48]. Һуңынан Йедәк [49] бәк менән араларында һуғыш-ҡырылыш булғас, ул ерҙән китеп, Сирмешән [Сәрмәсән] һыуында йорт тотто, ҡәбере шундалыр; ул ҡорбандыр — Йедәк [Йеҙекәй] уғынан ул тәхет кисте, тиҙәр”. — 53-сө бит. Тимәк, бөйөгөбөҙ Туҡтамыш-ханды, уның тыуған һәм һуңғы торған төйәге Сәрмәсән, ә анығырағы — шундағы Төйлән, йылғаһы буйына һөжүм ҡылып, икенсе бер бөйөгөбөҙ Йеҙекәй батыр үлтергән). — 44. Уның улдары: Жәләлитдин, Сәғидалитдин, Ҡадирбирҙе, Хаҡбирҙе (һ.б. күптәр)...

 

Эйе, башҡорт халыҡ эпосында Туҡтамыш-ханды “затһыҙ хан” тип, Аҡһаҡ Тимерҙе (“Сатмыр-хан”ды) ла “затһыҙ тыуған” тип атау (“Ватандаш” журналы, 1997/2; 55,71-се биттәр) ул дәүерҙәге хакимлек ҡылыусы йыһангир Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре күҙлегенән ҡарағанда бик ғәҙел һәм урынлы, сөнки әйтелгән шәхестәр икеһе лә, ысынлап та, “затлы” Сыңғыҙ-хан нәҫеленән түгелдәр, Туҡтамыш-хан үҙе гәрсә, Аҡһаҡ Тимерҙән айырмалы булараҡ, был донъяға Сыңғыҙ-ханды ла бирмеш баяғы бер үк Үҫәргән-Бөрйән ҡәбиләһенән булһа ла...

Йәнә килеп Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге айырым алып дауамлар өсөн алдараҡ киҫәтеп һәм аҫтына һыҙып ҡалдырып торолған бәғзе быуындарҙың нәҫел бауҙарын һуҙыуҙы дауамлайыҡ:

 

24. Хан Сәнкүм. — 25. Ғри. — 26. Сәмар. — 27. Тим. — 28. Сәғди бин Тим. — 29. Ҡағб. — 30. Гру бин Ҡиас. — 31. Уның улдары: а) Глб бин Гру, уның улы Зөһрә Ғәбид Хәләф, уның улы (?) бин Хәләф; б) Дарам бин Гру, уның улы Ғрам бин Дарам, уның улы Ғәбуан бин Ғрам, уның улы Асаман һәм уның улы Жаир бин Асаман...

Был Асаман — Асамандар (саманидтар) дәүләтенең (875-999 й.й.) батшалар шәжәрәһен башлаусы уҙаман бабабыҙ ул. Был дәүләт Урта Азияла (баш ҡалаһы Бохара) урынлашып, Х быуаттың тәүге яртыһында Мавереннахр, Хөрәсән, Төньяҡ һәм Көнсығыш Иран илдәрен үҙ эсенә ала, уға Хорезм, Систан, Горган (Үҫәргән), Табаристан (Мазендаран) илдәре буйһоноп йәшәй. Иң мөһим ҡалалары Бохара, Сәмәрҡәнд, Нишапур, Мәреү, Ургенч, Ғират, Бәлх, Ғазни булып, Асаман батшалар һарайында Рудаки, Әл-Фараби һ.б. шундай аҫыл заттар ижад иткән. Ул дәүләт Хазар, Иран, Болғар, Ҡытай, урыҫ илдәренә һәм, әлбиттә, Башҡортостанға сауҙа каруандарын йөрөткән...

 

Ҡалды инде 41-се быуын — Ҡарадә Ҡиә бин Ҡаҙансы һәм уның нәҫел бауы; Йеҙекәй батырға ҡағылышлы бик мөһим был тармаҡты беҙ һуңғараҡ — тәғәйен Йеҙекәй тураһында һөйләгәндә барларбыҙ. Ә хәҙерен Йеҙекәй батырға тиклемге булған һәм ғәмәлдә уның батырлыҡтарының нигеҙ-тупрағын тәшкил иткән боронғо уҙаман бабаларыбыҙҙың баяғы яуыз татар-монгол илбаҫарҙарына ҡаршы дәһшәтле көрәшенең тарих китаптарына кермәй йомолоп ҡалмыш сәхифәләрен ослайыҡ.

 

 

 

Әлхасил, 1241 йылдың иртә яҙында урыҫтың хәҙерге Кострома өлкәһендә тупланмыш Сыңғыҙ-хан тоҡомло батша улдары Батый-хан һәм уның бер туған ҡустылары, шулай уҡ уның менән бергә йәнә уның туғандары Ҡаҙан, Бүре, Бүҫек уҙамандар етәкселегендәге татар-монгол ғәскәрҙәре башҡорттарҙың уларға ҡаршы нәүбәттәге ихтилалын баҫтырырға һәм башҡорт тамырын ҡороторға Бараҡ-убан (Северные Увалы) тауҙары аша Башҡортостанға тоҫҡалып ябырыла... “Урҙа һәм байҙар, — тип яҙа Рашид-ад-дин, — уң ҡанаттан ҡыҙыу хәрәкәт итеп, Ублавун өлкәһенә килеп еттеләр”. Боҙолоп яҙылған был исем, моғайын, (у)блавун — блавуй — Бәләбәй ҡалҡыулыҡтары булырға тейеш (татар-монголдарҙың тап юл өҫтөндә ята). Ошо тәңгәлдә “уларға үҙ ғәскәре менән Берзенам (Бөрйән. — Й.С.) ҡаршы төштө, — тип дауамлай тарихсы, — ләкин улар (татар-монголдар. — Й.С.) уны тар-мар ҡылдылар. Шунан һуң Батый Истарилава (Эстәрлетамаҡ ҡалаһы. — Й.С.) тарафына йүнәлде, унда башҡорттарҙың батшаһы менән һуғышты һәм монгол ғәскәре уларҙы ҡыйратты”. Тимәк, батша (көләр) Мүйтән-бейҙең төп көстәре илбаҫарҙарҙы Эстәрлетамаҡ ҡалаһы янында ҡаршылаған һәм артабан, еңелеп, Урал тауҙарына сигенгән (шуға күрә лә ул Горный Старец ләҡәпле). “Ҡаҙан һәм Бүре сәсәндәр халҡына (баяғы “Тау Башҡорто” йәғни сәсән-батшалар тоҡомо Ғәләүитдин-Мүйтән-бейҙең нәҫелдәштәренә. — Й.С.) ҡаршы ҡуҙғалды һәм өс тапҡыр һуғышҡандан һуң ғына еңде ул халыҡты. Бүҫек, Ҡараулағ (Ҡарауыллыҡ — хәҙерге Әбйәлил районының Таштимер ауылы янындағы Ҡарауыл тауы.Й.С.) юлы буйлап китеп, шундағы тауҙарҙы үтеп, шул улағ (ҡара-аулаҡ — ҡараулыҡ, тигән һүҙҙән алынған — ҡарауыл кешеләре йәки Ҡара-Табындар.Й.С.) ҡәбиләләрен тар-мар ҡылды; ә унан, урман һәм Баяҡ-буҡ тауы (Маяҡ-баҡ — Баймаҡ йәки маяҡлы күҙәтеү тауы. — Й.С.) аша Мишлява (Мышылы-уба йәки Мышы-ғыр — хәҙерге Усалы районы Ураҙ ауылы эргәһендәге Мышағыр-тау.Й.С.) яҡтарына уҙҙы һәм шунда уға ҡаршы һуғышырға әҙер торған дошмандарҙы ҡыйратты. Батша улдары, әйтеп үтелгән биш юл (хәҙерге биш район — Дәүләкән, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ишембай, Әбйәлил араһынан уҙған һәм шул райондарҙағы Ҡарауылтауҙар һуҙымының бишеһен дә тоташтырған оло юл. — Й.С.) буйынса барып, башҡорттарҙың, мажарҙарҙың (мишәрҙәрҙең. — Й.С.) һәм сәсәндәрҙең (батша тоҡомло үҫәргәндәрҙең. — Й.С.) бөтә өлкәләрен яулап алдылар һәм, уларҙың батшаһын йәғни көләрҙе (баяғы “Тау Башҡорто” Мүйтәнде. — Й.С.) ҡасырға мәжбүр итеп, йәйҙе Төсө [50] (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы Төсө, йәки урыҫса Теча) йылғаһы һәм Туна (Туна-улаҡ — Таналыҡ, Башҡортостандың хәҙерге Хәйбулла районында) йылғаһы буйҙарында ял итеп үткәрҙеләр. Ҡаҙан үҙенең ғәскәрен алып сәфәргә сыҡты һәм Туҡат (Туҡ йылғаһы, хәҙерге Ырымбур өлкәһендә. — Й.С.), Ыр-бураҡ (Ыр-булаҡ — Ырғыҙ йылғаһы, хәҙерге Самара өлкәһендә. — Й.С.) һәм Саран (Соран йылғаһы буйы, хәҙерге Ырымбур өлкәһендә. — Й.С.) өлкәләрен яулап алды һәм ул илдәрҙең (бөтөн Башҡортостандың. — Й.С.) батшаһы көләрҙе (йәғни баяғы “биш юл” буйҙарындағы һуғыштарҙа еңелеп Туҡ-Соран яҡтарына ҡасҡан “Ҡасыр” Мүйтәнде. — Й.С.) диңгеҙ (Каспий. — Й.С.) ярынаса ҡыуып ебәрҙе. Ул (көләр-батша Мүйтән. — Й.С.) диңгеҙ ярындағы Төләнкөн [51] (Тюлень-Көн — тюлендәр Көнгә ҡыҙынып ятыр ваҡ утрауҙар [хәҙерге Тюленьи острова] тәңгәлендә Яйыҡ тамағындағы боронғо ҡалабыҙ — хәҙерге Балыҡшы.Й.С.) ҡалаһында кәмәгә ултырып диңгеҙгә олаҡҡанлыҡтан, Ҡаҙан кире әйләнеп ҡайтырға юлланды һәм юлда барышлай, күп һуғыштарҙан һуң, Улакут (оло-ҡот — оло ҡот биреүсе хоҙайбикәнең йорто һаналмыш Йағалса тау итәгендәге Темәс; Марко Поло уны, әйтеп үтеүебеҙсә, “Тау Ҡарты йәшәгән Мулекет” [муллыҡ-ҡот] тип атаған; тимәк, был, оло-ҡот — Темәс, “Тау Башҡорто” [Горный Старец] Мүйтән-көләрҙең Башҡортостандағы һуңғы таяныс баш ҡалаһы булған. — Й.С.), Киркин (Курган. — Й.С.) ҡалаларын алды. Ҡағандың вафат булыуы (Үгеҙ-ҡаған 1241 йылдың 11 декабрендә үлгән. — Й.С.) хаҡындағы хәбәр батша улдарына килеп етмәгәйне әле” (Тизенгаузен, 38-се бит). Тимәк, Батый-хан етәкселегендәге татар-монгол ғәскәрҙәре был юлы, Иҙелдән алып Иртышҡаса көнсөғөшҡа табан бөтә Башҡортостанды, йәтмә менән балыҡ һөҙгәндәй, бер мөйөшөн дә ҡалдырмай ҡыйратып-тапап үтәләр. Әйткәндәй, хәҙерге Йәнсура районының Ергәйеш һәм Юлдаш ауылдары араһында Бату күле бар, шунда “Батый-хан ятҡан”, имеш. Юлдаш ауылы янындағы тау башында үткер күҙле өс ҡыҙыбыҙ (береһенең исеме Зөһрә) яу килер юлды ҡарауыллап торған һәм, яу күренеүе менән үк һөрән һалып, хәбәр биргән. Ошондағы башҡорт яугирҙәренең әҙерлекле ҡаршы тороуы арҡаһында татар-монголдар ул юлдан Мүйтән-бей ҡасып ятҡан төбәккә (Ҡаҫмарт тамағындағы хәҙерге Сәнкем-Биктимер ауылына) үтә алмай, йүнәлештәрен ҡырт үҙгәртеп, Һаҡмар йылғаһының Эйек тамағы яғына боролғандар, имеш (тарихсы-эҙәрмән Ф.Ф. Илбулдин яҙып алған мәғлүмәт). Бәлки, баяғы Туҡ-Соран тарафына үтеп бармыш татар-монгол “батша улы” Ҡаҙан ғәскәренең берәй алғасҡы төркөмө булғандыр ул...

Ә хәҙерге Балыҡсы (боронғо Төләнкөн) ҡалаһында кәмәгә ултырып диңгеҙгә олаҡмыш “Тау Башҡорто” көләр-батша Мүйтән яҙмышына килгәндә, ул, Каспий диңгеҙен арҡылы кисеп сығып, Ирандың (боронғо сәсәндәр-әсәбүреләр -- сасанидтар иленең) шул диңгеҙ буйы өлкәһе Мазендерандағы һәм унан көньяҡтараҡ Кухистандағы сәсәндәр-әсәбүреләр сектаһы ҡәлғәләрендә боҫҡан; ә һуңынан, әйтеп үтеүебеҙсә, үҙе лә, һәм үҙе янындағы бер улы ла татар-монголдар ҡулына төшөп һәләк булған...

Инде ҡабат Башҡортостан яҡтарына иғтибарҙы йүнәлтһәк, “ошо ваҡиғаларҙан һуң, — тип әйтелә йылъяҙмала, — 639 барыҫ йылында [миләди 1242] ҡыпсаҡтар, ҙур һанлы көс туплап килеп, батша улы Ҡаҙанға һәм Яусы улы Шоңҡарға ҡаршы һуғышты (Турғай далаларындалыр, моғайын. — Й.С.), ә былар, дәһшәтле һуғышып, шул урында ҡыпсаҡтарҙы ҡыйратты. Көҙөн (Галич янынан көнсығышҡа — Башҡортостанға — ошо беренсе боролоп ҡайтыуҙарынан һуң. — Й.С.) улар икенсегә кире боролоп ҡайттылар (был юлы Башҡортостандан — Хорезмға. — Й.С.), Тимер Ҡапҡа [Дербент] һәм шундағы тауҙар аша (Ҡафҡаздан Көнбайышҡа — ҡабат урыҫтарҙы яулау яғына. — Й.С.) уҙҙылар” (Тизенгаузен, 38-39-сы биттәр). Татар-монголдарҙың ошо хәрби сәфәрендәге ҡаҙаныштары уларҙың “Йәшерен хикәйәт”енең 274-се параграфында йомғаҡлана: “Сүбәдәйгә ярҙамға ебәрелгән батша улдары Батый, Бүре, Кейек, Мәңке һәм башҡа бөтә батша улдары ҡанлы, ҡыпсаҡ һәм башҡорт халыҡтарын буйһондороп, Эчжил (Иҙелбаш, хәҙерге Белорет. — Й.С.), Чжаях (Яйыҡ, хәҙерге Орск. — Й.С.) һәм Мегет (Мекетә-Бәкәтәр, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы ауыл. — Й.С.) ҡалаларын емерҙе, шулай уҡ урыҫтарҙы тамам тар-мар ҡылды һәм әсир алды. Улар асуттарҙы (Исәт йылғаһы буйы башҡорттарын. — Й.С.) һәм сесуттарҙы (сыуаштарҙы.Й.С.), шулай уҡ Белерман (Бүләр.Й.С.), Керман-Киви (Киев.Й.С.) ҡалаларының һәм башҡа ҡалаларҙың кешеләрен тулыһынса буйһондорҙо; даруғасылар (солтан-гөбөрнаторҙар, бейҙәр. — Й.С.) һәм танмачиндар (талмассы-тәржемәселәр. — Й.С.) тәғәйенләп, тыуған илгә ҡайттылар”.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: