Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 26 глава




1243 йылда Батый-хан баяғы Тимер Ҡапҡа — Ҡафҡаз аша Иҙелдең уң яҡ яры буйындағы үҙенең ылыҫына ҡайтып етеп, төпләнергә ҡарар итә һәм баш ҡалаһы шанлы Һарай-Бату булған, Иртыштан алып Дунайғаса йәйрәп ятҡан Алтын Урҙа империяһын нигеҙләй. Ә уның уйынса башкөлләй тар-мар ҡылынып ҡыйратылған һәм һис ҡасан баш күтәрмәҫ инде, тип иҫәпләнгән, яраланған арыҫландай ҡаны сәсрәп йығылып ятып ҡалған Башҡортостан, тиҙ арала яраларын ҡабат ялап төҙәтеп, үҙенең Каспий диңгеҙе аша Иран яғына ҡасып китмеш көләр-батшаһын (йәки уның нәҫелен) ҡабат Өфө тәхетенә ултыртып, Алтын Урҙа империяһы уртаһындағы хоҡуҡтары сикләнгәнерәк үҙ аллы бер дәүләт килеш (тап бөгөнгө Рәсәй империяһы эсендәге сикленгән үҙ аллы Башҡортостандай!) хатта алдағы быуатта ла ныҡышып йәшәүен дауамлай. Сөнки 1320 йылда “Басҡардия”ға (Башҡортостанға) килеп китмеш Иоганка Венгр тигән монах башҡорттарҙың “ҙур халыҡ” булыуын, унда “бөтөн Башҡортостандың батшаһы” идара итеүен тасуирлай, шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙы “татарҙарға (татар-монголдарға. — Й.С.) буйһонған ҙур халыҡ” тип һанай, “башҡорттарҙың хөкөмдарҙары — татарҙар”, тип тә нарыҡлай, ә был иһә бая әйтелгән һәм үҙебеҙгә яҡшы таныш сикләнгән үҙ аллылыҡтың билдәһе. Йәнә килеп Иоганка яҙған ике ҡәүемдең (башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың) дингә мөнәсәбәте лә фәһемле: әле килеп үҙҙәренең мосолманлығын 922 йылда Ислам динен ҡабул иткән беҙҙең болғар бабаларға илтеп ялғарға яратҡан татарҙарҙың шул 1320 йылдағы христиан-несториан бабалары, католик Иоганка Венгр һәм уның юлдашының өгөтөнә еңел бирелеп, шунда уҡ католиклыҡҡа ауышҡанда, мосолман башҡорттар үҙ ата-бабалары диненә йәбешеп ята. “Беҙ, — тип яҙа Иоганка Венгр, — бөтөн Басҡордия дәүләтенең батшаһын уның ғаиләһенең ҙур өлөшө менән бергә сарацинлыҡта (ғәрәп мосолмансылығында. — Й.С.) аҙашҡан хәлендә осраттыҡ... Беҙ иһә шул саҡта динебеҙ хаҡында вәғәздәрҙе йышлатып, ундағы мосолман ғалимдарына... уларҙың ҡануны башкөлләй ялған һәм мәжүси икәнлеген дәлилләгәс,... улар, ярһып, беҙҙе үлтереп ташларға йыйындылар. Беҙҙе ҡулға алдылар һәм, Тимер бығауҙар (Уралдың тимер байлығына һәм башҡорт тимерселегенә тура ишара! — Й.С.) менән рәхимһеҙ бығаулап, төрмәгә бикләнеләр һәм беҙ, ҡот осорғос ҡорттар һәм үлемесле һаҫылыҡтар менән мыжғыу төрмә бысрағында аслыҡтан интегеп, әжәлебеҙ килерен һағынып көттөк, ләкин улар, беҙҙең татар-диндәштәребеҙҙән шөрләп, быға баҙнат итмәнеләр. Сөнки татарҙар христиан динлеләрҙе ярата, ә тегеләрҙе күрә алмайҙар һәм эҙәрлекләйҙәр” (Исторический архив, III. М.-Л., 1940; 92-93-сө биттәр).

Иоганка Венгрҙың был яҙмаһындағы “бөтөн Басҡордия дәүләтенең батшаһы”н үҙ күҙҙәре менән күреп шаһитлыҡ ҡылыуы ифрат та ҡиммәтле: тимәк, 1241 йылда “бөтөн Башҡортостандың батшаһы (көләр)” Мүйтән, татар-монголдарҙан һуғышта еңелеп, Каспий диңгеҙе аша Хорезмға (Иранға) ҡасып китһә лә (һәм 1255 йылда юҡҡа сығарылһа ла), башҡорт халҡы барыбер үҙ дәүләтселлеген, өҙөлдөрмәйенсә, һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән — Иоганка килгән шул 1320 йылда ла Алтын Урҙа империяһы уртаһында “бөтөн Басҡордия дәүләтенең батшаһы” үҙ тәхетендә ултырыуын күрәбеҙ. Дөрөҫ, уның инде хоҡуҡтары тағы ла нығыраҡ сикләнгән, әммә “сикләнгән үҙ аллылығын” барыбер ул һаҡлаған — Алтын Урҙа империяһына ҡаршы өҙлөкһөҙ башҡорт ихтилалдары арҡаһында яуланған мөмкинлек был. Ә “башҡорт батшаһы” мәсьәләһенә килгәндә, татар-монголдар, боронғо ҡанунға ярашлы, шул уҡ үҙ ырыуҙаштары (Үҫәргән-Бөрйән) Мүйтән-бей нәҫелен ултыртҡандыр тәхеткә; ул башҡорт батшаларының Мүйтән-бейҙән һуң килгән тәүгеһе лә, моғайын, 1256 йылда улар тарафынан ҡулға алынмыш Шаҡмал-Руханитдин (Мүйтән-Ғәләүитдиндең улы) үҙе булғандыр, бәлки, (сөнки шәжәрә сылбыры өҙөлмәгән)... Империя ҡанундары әммә ҡаты: үҙ эсендә бер ниндәй ҙә үҙ аллылыҡҡа (хатта сикләнгән булһа ла!) юл ҡуймаҫҡа бөтә көсөн, яузлығын һала ул; быны Рәсәй империяһындағы Башҡортостандың да күп быуатлыҡ ихтилалдар тарихы ныҡ иҫбатлай. Һәм боронғо үҙ аллы Башҡортостан, аҡрынлап, үҙ аллылығын юғалтыу юлына баҫа ла артабан Алтын Урҙа империяһының күпме генә талаһаң да сикләнмәгән тере көс һәм матди байлыҡ сығанағына әүерелә; хатта Алтын Урҙа тәхетендә үҙенең башҡорт ҡағаны Туҡтамыш-хан ултырғанында ла уның империясылыҡ тәбиғәте үҙгәрмәй:

 

Туҡтамыш-хан тигәне,

Туҡтамыш-хан тигәне,

Ойошоп ятҡан ҙур йортто

Өрккән ҡуйҙай итте ул,

Арыҫландай ирҙәрҙе

Йыуаш ҡуйҙай итте ул.

Яурыныбыҙҙан уҡ үтте,

Көнөбөҙҙө юҡ итте;

Башы ҡамалы тыуыбыҙ,

Илде һаҡлаған яуыбыҙ,

Урал да тигән тауыбыҙ, —

Бары ла китте, ау, китте...

Иҙеүкәй менән Мораҙым.

Әммә үҙенең донъя яратылғандан уҡ үҙе менән бергә килмеш хөр үҙ аллылығын, дәүләтселлеген хәтерендә ныҡ һаҡлаған ғорур башҡорт халҡы барыбер быуаттар буйынса ла империя ҡыҫымына ҡарышҡан, азатлыҡ хаҡына йәнен аямай көрәшеүсе батырҙарын, уларҙы данлаусы йырҙарын һәм эпостарын тыуҙырған. Һәм бына Күк Уралдың ҡыйғыр шоңҡары — Йеҙекәй батыр башҡорт иленең мәңгелек тарих офоғона ҡарпыған:

 

Артынан килеп ҡараһаң,

Ике яурын араһы —

Батыр йоҡлар саялай;

Алдынан килеп ҡараһаң, —

Ҡарсыға ҡабаҡ, талғыр күҙ;

Йөрәгенә ингәндәй, —

Батырлығы йөҙөндә,

Ҡырҡыулығы күҙендә;

Уйлап эшләр эшен дә, —

Эйәрле ат ятыр эсендә...

...Иҙеүкәй, Иҙеүкәй тигән һүҙ —

Урал, Урал тигән һүҙ.

Иҙеүкәй китте, тигән һүҙ —

Урал күсте, тигән һүҙ.

Иҙеүкәй — киткәс, китер ул,

Ҡомһорап сапҡан арыҫландай,

Ҡанығып осҡан ҡыйғырҙай,

Шул китеүҙән үтер ул

Оҙон-оҙон оло юл;

Быуат-быуат батырҙар

Шуны буйлап сапҡан юл...

 

Эйе, хаҡ әйтелә бит эпоста: башҡорт батыры Йеҙекәйебеҙ әле булһа шул хаҡ юлды буйлап саба ла саба, быуат-быуат киләсәктә лә тынғы белмәй сабыр ул...

 

 

 

Башҡорт батыры Йеҙекәйҙең бала сағы һәм үҫмерлеге тураһындағы һаран ғына мәғлүмәттәрҙе донъялағы берҙән-бер сығанаҡтан — башҡорт эпосы (ә башҡа халыҡтарҙағы уның варианттары башҡорттан күскән, тип һанайым) “Иҙеүкәй менән Мораҙым”дан ғына һоҫа алабыҙ. Эпостағы мәғлүмәттәр башҡорт шәжәрәләрендәге һаран ғына мәғлүмәттәр менән ҡуша үрелә, уның шөңгөр тормошоноң мәңгелеккә юғалды, сер булып ҡалды, тигән һүрән осҡондары ла зирәкйәндәрҙең күҙе алдында көслө йәшен сатҡыһылай ҡапыл гөлтләп ҡабына...

Эпостан бер күҙәмә:

 

Ошо данлы Уралда

Төкләҫ тигән ир торҙо.

...Изге баба Төкләҫтең... [нәҫеленән]

...Бер ир бала тыуҙы, ти...

Ун ике йорт ырыуға

Балам да иҙеү булһын, тип...

Иҙеүкәй исемен ҡуйҙы, ти.

Әҫәребеҙҙең үтеп китмеш бүлектәренең береһендә мөхтәрәм Муса хәҙрәтебеҙҙең “Үҫәргән тәүәрихе” менән танышып өлгөргән уҡыусыларыбыҙға унда бирелмеш Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән үк билдәле: эпостағы “изге баба Төкләҫ” — Башҡортостанда ХII быуатта йәшәгән һәм баш ҡалабыҙ Өфө (Тура) тәхетен биләгән тарихи шәхесебеҙҙең — башҡорт Тура-хандың атаһы был. Ул һәм уның нәҫелдәренең Иоганка Венгр үҙе күреп яҙған “бөтөн Башҡортостандың батшаһы” булып ултырыуҙары ла эпостағы бөтөн Башҡортостан халҡы — “ун ике йорт ырыу” (Үҫәргәндең биш ырыуы менән башҡорттоң ете ырыуы. Башҡорт халҡының ысынлап та ун ике ырыуҙан тәшкиллеген ҡарағыҙ: С.И. Руденко. Башкиры. М. – Л. 1955; 50-нсе бит) төшөнсәһе менән дөрөҫләнә. Йеҙекәйебеҙ, тимәк, Үҫәргәндең баба Төкләҫ нәҫелендә үҫәргәнле зат булараҡ донъяға килгән, “ун ике йорт ырыу”ҙың — бөтөн Башҡортостандың бөйөк батыры булған. Уның тәғәйен ҡайһы төбәктә тыуғанлығы эпос батырыбыҙҙың үҙ ауыҙынан әйтелә:

 

Үҙән-үҙән Үҙән һыу [52]

Бабам ғүмер иткән йорт.

Төйәләҫтең араһы

Төйә менән тулған йорт.

Ҡырыҡтының араһы

Йылҡы менән тулған йорт.

Бейә һауған ҡотло йорт,

Ҡымыҙ эскән ҡотло йорт.

Үҙәкләп һуҡҡан һум Тимер

Миңә хәнйәр булған йорт...

 

Һәм бына ошо ерҙәр, ысынлап та, ике-өс быуын аша ғына Йеҙекәй менән бер бабалаш үҫәргәнле Мүйтән-бейҙең Сыңғыҙ-хандан рәсми рәүештә ярлыҡатып алған һәм Иртыштан алып Иҙелгәсә йәйрәгән Үҫәргән биләмәләренең мөҡәддәс бер өлөшө булып тора (Башкирские шежере. Филологические исследования и публикации. Уфа, 1985; 57-се бит). Үҙенең ошо тыуған төбәген биш бармағылай яҡшы белгәнгә күрә лә Йеҙекәй 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер йыһангирҙең (бабалары яғынан яҡын туғанының -- өҫтә килтерелгән Юнысов шәжәрәһен өҡарағыҙ!) алайҙарын шундағы йәшерен юлдар буйынса үҙенең ҡан дошманы булған Туҡтамыш-хандың ғәскәрҙәренең арт һабағына һиҙҙертмәйенсә үткәрә (хитабымдың “Аҡһаҡ Тимер, Туҡтамыш-хан һәм Ялыҡ-бей” тигән бүлегендә был хаҡта тулыраҡ яҙылды).

Саф башҡорт эпосы “Иҙеүкәй менән Мораҙым” Алтын Урҙа тарҡалғандан һуңғы осорҙарҙа уның айырымланмыш халыҡтары (башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, үзбәк, ҡарағалпаҡ, татар, төрөкмән) тарафынан уртаҡланып, һәр береһе уны үҙ теленә һәм күңеленә яраҡлаштырғанлыҡтан, ситтәр тарафынан үҙгәйләштерелгән башҡа сифаттар ҡатарында батырыбыҙҙың исеме лә төрлө өлгөләрҙә яҙылып йөрөй: Иҙеүкәй, Йеҙекәй, Йедек, Едигей, Идигу...

Был серле исемдең мәғәнәһе, ябай-ялпы төпсөүе (этимологияһы) буйынса барлаһаҡ, унда беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һүҙ “Иҙел” (ҡоро ер сиге — йылға) менән “иҙеү” (күлдәк йырығының сиге — иҙеү) берҙәй күреп аңлатыла:

 

Ун ике йорт ырыуға [53]

Балам да иҙеү булһын, тип,

Илгә килгән дошманды

Ағиҙелдәй быуһын, тип,

... Иҙеүкәй исемен ҡуйҙы, ти...

 

Ләкин был исемдең дөрөҫөрәк әйтелеше Йеҙекәй батыр үҙе тере заманда һәм урыҫтар менән яҡын аралашып йөрөгән сағындағы урыҫ йылъяҙмаларына теркәлеп ҡалған — Едигей (урыҫта “ҙ” хәрефе лә, өнө лә булмағанлыҡтан, башҡортса “йеҙ” урынына “ед” яҙылған); шулай уҡ иҫке төркиләштерелгән ғәрәп графикалы башҡорт шәжәрәһендә лә был исем, Йеҙекәй, “әй” иркәлек ялғауы ҡыҫҡартылып, һәм “ҙ” өнө иҫке төркиләштерелеп, “ Йедек” яҙылып йөрөй (“Үҫәргән тәүәрихе”; 54,56-сы биттәр), был иһә тулыраҡ әйтелешле Едигей — Йеҙекәй өлгөһөнөң фәнни дөрөҫлөгөн һәм эпостағы “Иҙеүкәй”ҙең фәстереп юрау икәнлеген иҫбатлай. Ә исем нигеҙендә ятҡан “йеҙ” тәүге ҡарашта ҡушылдыҡлы һары бутал (латунь) булып күренә, ләкин был улай түгел. Сөнки “йеҙ” тип бабаларыбыҙ эсе ҡыуыш (көпшә) һабаҡлы бейек үләнде атаған, “сей” тигән ҡамыш исеме лә шул “йеҙ”ҙән үҙгәреп килеп сыҡҡан; Үҙәк Азия далаларында һыбайлының яурынына тиңәлерлек дәү булып үҫкән был йеҙ (көпшә) үлән — ҡиммәтле мал аҙығы, ә уның кипкән һабаҡтары эшләпә, септә үреү өсөн ҡулланыла; әҫәрен ғәрәпсә яҙған Мәхмүт Ҡашғари уны “Алла ағасы” тип атаған (“Советская тюркология” журналы, Баку, 1976/3; 41-43-сө биттәр). Далалағы ҡара (ҙур) урмандай булып үҫмеш был “йеҙ” көпшәне Үҫәргән-башҡорт тоҡомдары “ҡара-дәү ҡыяҡ” (дәү ҡыяҡлы ҙур үлән) тип йөрөткән, хатта үҙенең балаларына ла шул үлән исемен ҡушҡан:

Ҡара Дәү Ҡыяҡ (шәжәрәләге “Ҡарадә Ҡиә”, — “Үҫәргән тәүәрихе”, 54-се бит) — Йеҙекәй батырыбыҙҙың ҡартатаһының исеме; һәм шул уҡ сатыр сәскәлеләр ғаиләһенән булған, әҙәм балаһының танһыҡ аҙығы итеп ҡулланылған Төкләҫ (йөнтәҫ) һәм молоҡ (һимеҙ) көпшәле үлән (балтырған [54], балтырсаҡ) —

Төклө Молоҡ Балтырсаҡ Ҡотло Ҡыяҡ (шәжәрәләге “Ҡотло Ҡиә”, — “Үҫәргән тәүәрихе”, 54-се бит) — Йеҙекәй батырыбыҙҙың атаһының тулы әйтелешле исеме; фарсы сығанаҡтарында ул Төклөбай, Балтырсы (Балтасы) булып йөрөй, ә Үҫәргән шәжәрәләренең береһендә Молоҡ итеп яҙылған;

һәм шулай уҡ әҙәм балаһының танһыҡ аҙығы булып ҡулланылмыш ҡаҡы (ҡымыҙлыҡ) тигән төкләҫ көпшә —

Ҡаҡан Төкләҫ (Ҡаҡы-Төкләҫ) — Үҫәргәндәрҙең киң билдәле бабаһының исеме баба Төкләҫ (“Үҫәргән тәүәрихе”, 55-се бит).

Сатыр сәскәле был үҫемлектең һыу буйҙарын яратыусы бер төрө бар, ул “сей” (жиз -- еҙ һүҙенән килеп сыҡҡан), ә күберәген “ҡамыш” (ҡубыш — ҡыуыш, тигәндән) тип атап йөрөтөлә; әммә М. Ҡашғари яҙған “Алла ағасы” кеүек затлы үлән-көпшәгә бирелмеш “йеҙ” үлән атамаһы башҡорт телендә лә һаҡланып ҡалған:

 

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды

Йеҙ ҡурайҡай итеп тартайым...

Таштуғай.

 

Тимәк, үлемһеҙ моңобоҙ “Таштуғай”ҙың авторы мәшһүрә Көнһылыуыбыҙ, моғайын, үҙе торған ҡыуан далала “йеҙ ҡурайҡай” (йәки Йеҙекәй ҡурайҡай) үләне булмағанлыҡтан, ҡулы осондағы нәҙек Таштуғай ҡамышын “ йеҙ ҡурайҡай итеп” ҡулайлаштырып тартҡан. Ә инде теге Үҙәк Азиялағы ҡоро далаларҙа урманланып үҫмәле йеҙ ҡурай — “Алла ағасы”, буйы оҙон булһа ла, һалам кеүек нәҙекәй ҙә ҡурай итеп тартырға төптө яраҡһыҙ булғанлыҡтан, унан эшләпә, септә генә үрәләр, ә донъяла бармы икән һуң йөрәктәрҙең талғын оҙон моңдарын көпшәһенән шаңғыртырлыҡ шыма һәм оҙон булып үҫмәле, ысын-ысындан “Алла үләне” тип әйтерлек йеҙ-Йеҙекәй — йеҙ ҡурай? Ҡайҙа үҫә ул Йеҙекәй?! — бар икән шул, инш Алла, һәм бөгөнгәсә, тамыры ҡоромай, Уралыбыҙҙа бойоҡмай, ҡусҡылланып үҫә икән шул, тере икән шул, бәрәк Алла! Бына уның, ғалимдәр әйтмешләй, сатыр сәскәләр ғаиләһендәге шыма көпшәле үлән-мөғжизәбеҙҙең, бабалар телендә йөрөгән тулы исеме:

 

Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.

 

Әгәр ҙә ки ошонобоҙҙоң һәр быуынын айырым алып аңлатһаҡ, баяғы “йеҙ”гә иркәләү ялғауы “кәй” теркәлмеш “Йеҙекәй” һүҙен ғилем эйәләре ошолай тип тәфсилләй: “еҙекәй — шыма көпшә ” (башҡорт теленең һүҙлеге. М., 1993; I том, 309-сы бит). Ә “көпшә” тигәнебеҙ, — тип аңлата шул уҡ ғалимдар, — сатыр сәскәләр ғаиләһенә ингән ҡыуыш һабаҡлы бер төркөм үләндең дөйөм исеме ул (шунда уҡ, 544-се бит); ә “сатыр сәскәләр” тигәне, ябай ғына әйткәндә, “таҡыя башлылар” тигән һүҙ. Ә өҫтә күрһәтелмеш тулы исемдең икенсе быуыны “дәүҡыяҡ” — дәү (оло) ҡыяҡлы үлән, тигән һүҙ; өсөнсө быуыны “ҡурай” — ана шул дәү ҡыяҡлы Йеҙекәй үләненең ҡурылып кипкән йәғни тын өрмәле музыка ҡоралы итеп шаңғыртып тартырға яраҡлы ҡыуыш һабағы, көпшәһе; ә “дәүҡыяҡ-ҡурай” тигәнебеҙҙән “таҡыя-ҡурай” йәки “таҡыя башлы ҡурай” атамаһы яралған; ҡыҫҡартып уны “йеҙекәй” тип кенә лә, “ҡурай” тип кенә лә әйткәндәр; әле һүҙ барған батырыбыҙға ла яратып шул моңло исемде ҡушҡандар: Йеҙекәй...

Үҫәргән шәжәрәләренең береһендә (Башкирские шежере. Уфа, 1960; 88-се бит) был нәҫел ошолай сағыла: батырыбыҙҙың ҡартатаһы Таукәй (дәүҡыяҡ, тигән һүҙ), уның улы Молоҡ, унан һуң килә Йеҙекәйҙең улы Яҡшыбай (был зат Карамзин тарихының V томының 296-сы битендә күренә); тик был шәжәрәбеҙҙә Молоҡ улы Йеҙекәй үҙе ниңәлер теркәлмәй ҡалған.

Йеҙекәйҙең Молоҡ-Төкләҫ (Балтырсаҡ) ләҡәпле атаһының мосолманса Рәхмәделғәбид тигән исеме лә булған, Йеҙекәйебеҙ шәжәрәгә тап ана шулай “Йедек бин Рәхмәделғәбид” тип яҙылған (“Үҫәргән тәүәрихе”, 54-се бит). Башҡа тарихи сығанаҡтарҙан да яҡшы юллана был бөйөк шәхесебеҙ, Йеҙекәйҙең атаһы. Үҙе батыр йөрәкле лә, мәкерле лә, тәүәккәл дә, фиҙакәр ҙә булған ошо үҫәргәнле-башҡорт уҙаманыбыҙҙы иң элек Алтын Урҙа ханы Жанибәктең (Жанибәк, батшалыҡ итә 1341-1357 й.й.) Баш бейе (премьер-министры) сифатында күрәбеҙ, баяғы төкләҫ-көпшәгә бәйле Төклө-бай (Тоғлу-бай) ләҡәбен йөрөтә ул.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: