Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 30 глава




Һуңғы сиктә тыуған тупраҡ тартып, буғай, ғүмере буйына яуҙар йөрөп төрлө тарафтарҙың илдәрен баҫып алып, шуға лайыҡ Баҫман тигән ләҡәпкә лә ирешкән, тау бөркөтө һымаҡ салланған Баҫман-Йеҙекәй батыр, баяғы үҙе ҡандар ҡойоп яуламыш “Ҡара диңгеҙ буйы ылыҫтарынан берләштерелгән Ҡырым урҙаһын төҙөп, бер ҡасан да уны үҙ-ара бүлешмәҫкә, бүлгеләмәҫкә васыят итеп, үҙенең күп һанлы улдарына ҡалдыра” ла (Карамзин, V, 199), өлкән улы Нур-ад-дин (эпостағы Мораҙым) менән бергәләп, үҙҙәренә буйһонмош ун ете мең йортло иләүен алып, ата-бабаларҙың тыуған тупрағына — Башҡортостанға ҡайтып китә. Иҙелде кисеп сығыу менән үк Каспий диңгеҙе буйынса Яйыҡҡа табан ыңғайлап, баяғы Көсөк-хан нәҫелдәренән уларҙың биләмәһен һәм баш ҡалаһы Һарайсыҡты тартып алып, ундағы Үҫәргән (нуғай) һәм башҡа ырыу ҡәрҙәштәрен бер тыу аҫтына туплап, Бәләкәй Нуғай [69] урҙаһы тигән дәүләт ҡороп ебәрә лә тәхетенә мырҙа итеп улы Нур-ад-динде (Мораҙымды) ултырта. Бәләкәй Нуғай Урҙаһының ер биләмәһе, яҡынса алғанда, Иҙел тамағынан алып Иртыш башынаса Башҡортостандың көньяҡ яртыһы була.

Йеҙекәй-Баҫман батырыбыҙ, үҙенә тейешле йорттары һәм ғәскәре менән төньяҡҡараҡ күтәрелеп, заманында Нуғай юлының мәғлүмәтле старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев атаҡлы П.И. Рычковҡа һөйләп биреүенсә (П.И. Рычков. История Оренбургская... 69-сы бит), Яйыҡҡа ҡоймош Һаҡмар тамағындағы мөһәбәт аҡбурлы түбәгә Аҡтүбә тигән баш ҡала ҡороп (ул хәҙерге Ырымбур ҡалаһының эсендә ҡалған), үҙенең дәүләте Ҙур Нуғай Урҙаһын төҙөй. Уның халҡы йәй көндәре Яйыҡтың ике яғы буйлап Бирҙе, Һаҡмар, Һайылмыш, Юшатыр, Ур, Таналыҡ, Ҡыҙыл һ.б. ваҡ йылғалар буйында йәйләп-күсенеп йөрөй, йәтеш урындарға эреле-ваҡлы ауылдарын һалып ерегә. Ҡыш көндәрен улар урманлы һәм ышығыраҡ Урал тауҙарына китеп, һыуыҡ айҙарҙы Ағиҙел, Сөн, Ашҡаҙар, Күгәнәк, Дим буйҙарында ауылдарҙа үткәрә.

Шулай ирәүән генә йәшәп ятҡанда, Йеҙекәй кенәздең билдәле ике мырҙаһы — Алтайҡара һәм Байтирәк араһында ер-һыу өсөн бәхәс ҡубып, эш ҡан ҡойоуға барып етә; Йеҙекәй кенәз икеһен хөкөмгә тарттырып, эште Байтирәк файҙаһына хәл ҡылғас, Алтайҡара, асыуланып, ырыуын Яйыҡ аръяғына алып сығып китә лә, Әмбә йылғаһы буйында төйәкләнеп, Йеҙекәйгә ҡан дошман булған Туҡтамыш-хан балалары менән берләшеп, Йеҙекәйҙең хәтәр дошманына әйләнә.

Ҡыҙрас Муллаҡаев тағы бер ҡиммәтле мәғлүмәт биргән: “Баҫман-хандың” [Йеҙекәйҙең] бер туған ҡустыһы үҙ иләүе менән Башҡортостандың төньяҡ-Көнбайышынараҡ урынлашып, Өфө-Тора (хәҙерге Өфө) баш ҡалаһында тәхетләнеп ултыра, шуға күрә ул, боронғо (ХII быуат аҙағы) Тура-хан бин баба Төкләҫтән һуң икенсе тапҡыр, Тура-хан ләҡәбен ала. Уның ҡарамағындағы ырыуҙарыбыҙ “Дим тамағынан алып Ҡазан юлы буйынса Ағиҙел түбәнендә, Ҡармасан, Сармасан, Көйөш, Баҙы, Сөн, Зәй йылғалары буйҙарында күсенеп йөрөгән” һәм шунда ауылдарын һалып ереккән. Мал бағыуҙан да бигерәк, игенселек менән шөғөлләнергә лә һәүәҫ булған, тиҙәр, был Тура-хан. Мәғлүмәтсебеҙ Ҡыҙрас Муллаҡаев, үкенескә ҡаршы, өҫтә телгә алынмыш Баҫмандың да, уның бер туғаны ошо Тура-хандың да әле әйтелмеш ләҡәптәрен генә атаған, ысын исемдәрен халыҡ хәтере һаҡламағандыр, күрәһең. Әммә эпос ярсыҡтарыбыҙҙың береһендәге Боҫҡон (“Буһҡын”) тап ошо икенсе Тура-ханыбыҙ үҙе булырға тейеш: “Мораҙын — Боҫҡондоң [ике туған] ҡустыһы, батыр ҙа булған. Быларҙың Мораҙыны Бөрйәндә, Ирәндек һыртында, торған. Боҫҡон иген сәсеүгә зауыҡ итеп, Дим буйында йәшәгән.

Мораҙын, ағаһы Боҫҡонға кеше ебәреп: “Бәхетеңде тупраҡҡа болғама! Донъяла мал аҫырауҙан да файҙалыраҡ нәҫтә бармы? Илгә ҡайт!” — тип әйтһә лә, Боҫҡон ер игеүен ташлап ҡайтмаған” (БХИ, эпос III, 67-се бит). Ошо Боҫҡон-Тура-ханға Үҫәргән, Ҡанлы, Юрматы, Мең һәм бөтә көнбайыш башҡорт ырыуҙары буйһонған булып сыға. Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең (64-се бит) аҫыл заты, Үҫәргәндән Юрматы ырыуына бей итеп ҡуйылмыш Тәтегәстең тарихи даталары дөрөҫ яҙҙыртылмыш Нуғай ылыҫы һәм Юрматы ырыуы шәжәрәһендә (Тәтегәс-бей шәжәрәһе, 27-31-се биттәр) Шәғәли-бей етәкселегендәге юрматыларҙың һижрә буйынса 811 йылда (=1408) Шадлыҡ (хәҙерге Шәде) йылғаһы буйында “йорттар һалыуы” әйтелә (хәҙерге Шәде ауылы), ә шул ауыл янындағы ҡалҡыулыҡта Шәғәли-бейҙең ҡәлғәһе торған, тиҙәр, — ул урын һаман Ҡалатау тип атала. Йеҙекәйҙең һәм Боҫҡондоң Ҡырым яҡтарынан Башҡортостанға 1416 йылдан һуңыраҡ әйләнеп ҡайтыуҙарын иҫләһәк, әле әйтелгән ваҡиға улар ҡайтыуҙан саҡ ҡына алдараҡ — был яҡтарҙа Сыңғыҙ-хан нәҫелле баяғы Көсөк-хан улдары хөкөм һөргән осорҙараҡ булып сыға. Йеҙекәй ҡустыһы Боҫҡон уларҙы (Сыңғыҙ-хан нәҫелдәрен) Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш сиге аша Иртыш йылғаһы аръяғына ҡыуып ебәргәс һәм боронғо баш ҡалабыҙ Өфө-Тура тәхетенә Боҫҡон Тура-ханыбыҙ булып ултырып алғас, уның иле көнбайыштағы Сулман (Кама) йылғаһынаса һәм көнсығыштағы Иртыш йылғаһынаса йәйерәп, Ҡазан һәм Себер юлдарын иңләп алмыш һәм боронғо Туран иле тупрағында төҙөлмөш яңы Тура-хан иле барлыҡҡа килә, шуға күрә Иртышҡаса Себер яҡтары ла Тура [70] иле, Туран иле тип атап йөрөтөлә; боронғо Тура-хан баба Төкләҫ улынан дауамланмыш “хан” дәрәжәһен хаҡлы рәүештә үҙләштереп, был йәйрәү ил тәхетендә (Өфө-Тура һәм Себер-Тура баш ҡалаларында) ултырыусыларҙың бөтәһе лә “Тура-хан” ләҡәбен йөрөткән: Тура-хан Боҫҡон, Тура-хан Тинмәмәт, Тура-хан Ҡасим-Мамай (йәки Шәйех-Мамай), Тура-хан Бикбулат (йәки Борнаҡ)...Шулай итеп, Үҫәргән-нуғай хакимиәте аҫтындағы Башҡортостан, тап боронғо Геродот тарихындағы (IV, 7) өс өлөшлө Үҫәргән-скиф иле Башҡортостандай, өс өлөшкә бүленеп идара ҡылына: Геродот әйткән “алтын-көмөш ятҡылыҡлы һәм төньяҡтағы иң ҙур өлөшө” — Тура-хан нуғай иле, ә ҡалған бәләкәйерәк ике өлөшө — Йеҙекәй-кенәздең Ҙур Нуғай Урҙаһы менән Нур-ад-дин (Мораҙым)-мырҙаның Бәләкәй Нуғай Урҙаһы...

Ҡайҙан килеп йәбешкән был башҡорттарға сәйер “нуғай” атамаһы? — тип һорауы ихтимал уҡыусыбыҙ.

“Нуғай” этнонимының Ислам динен камил ҡабул ҡылмаған һәм үҙҙәренең боронғо тәүдинендәге бүре-эт (бүрәт) хоҙайға йәбешеп ятыусы тап Үҫәргән икәнлеге күп тапҡыр яҙылғайны инде. Шуны уҡ дөрөҫләгес тағы ла бер дәлилде ҡаҙаҡтың боронғо атаҡлы этнографы һәм сәйәхәтсеһе Чоҡан Вәлихановтан күсерәм: “Шуныһы бик фәһемле, — ти ул, — Ғайса пәйғәмбәр тыуғанға тиклемге үк Ҡытай сығанаҡтарында ҡайһылыр бер халыҡ тураһында һөйләгәндә, улар нуғайҙарға хеҙмәт итә, тип әйтелгән” (тимәк, “нуғай” атамаһы, бәғзе берәүҙәр юрағанса, Ғайса пәйғәмбәрҙән һуң мең йылға һуңыраҡ йәшәгән баяғы “Нуғай-хан” ләҡәбенән күсереп алынмаған, ә — киреһенсә! Шулай уҡ “үзбәк” атамаһы — Үзбәк-хан исеменән, тип юраусылар ҙа яңылыша: ул сүрәттә “урыҫ” атамаһы ла үҙебеҙҙең Алтын Урҙа ханы Урус исеменән алынған, тип әйтергә булыр ине. — Й.С.)... Шуға күрә лә фараз ҡылыу ҡыйын түгел, — тип йомғаҡлай Ч. Вәлиханов, — нуғай — “эт” ләҡәбе күскенселәргә уларҙың үҙҙәренең үк ҡан ҡәрҙәштәре булған башҡа төркиҙәр тарафынан тағылған; шулар (“нуғай”ҙарҙың баяғы төрки ҡәрҙәштәре. — Й.С.) Алтын Урҙаның Үзбәк-хан заманындағы Сағатай ылыҫында тарма-Ширин-хан осоронда мосолман динен мөкиббән ҡабул ҡылып, ылыҫтағы “насар мосолман” булған (бүре-эткә табыныуҙарын йәшереп дауамлаған. — Й.С.). Баяғыларҙы уларҙың эткә бәйле бик боронғо риүәйәттәргә һәм иҫке йолаларға йәбешеп ятыуҙары өсөн “эт” (монголса “нуғай”. — Й.С.) Тип атағандар ҙа инде” (Чоҡан Валиханов. Избранные произведения. М., 1986, 85, 235-се биттәр).

Башҡортостан ерендәге ошо “нуғай” тигән үҙебеҙҙең бер үк шәжәрә аҫыл заттары етәкләмеш ханлыҡтың һәм урҙаларҙың етәкселәренең дәрәжәләре лә өс төрлө йөрөтөлгән: хан, кенәз, мырҙа. “Хан” һүҙе яҡшы аңлашылғанлыҡтан (ҡан — Көн), был урында ике Нуғай Урҙаһы етәкселәренең дәрәжәлек терминдарын ғына аңлатып китеү зарурҙыр:

1) Ҙур Урҙа (Йеҙекәй батыр) — баш урҙа булғанлыҡтан, Йеҙекәй батыр үҙе һәм унан һуң тәхеткә ултырмыш нәҫелдәре, Үҫәргәндең күктәге Көн-әсә хоҙайбикәһен ер йөҙөндә кәүҙәләндереүсе булараҡ, Көнәсә йәки Көнәс/ /кенәз ләҡәбен йөрөткәндәр;

2) Бәләкәй Урҙа (Нур-ад-дин//Мораҙым) — Ҙур Урҙаның “балаһы” (бәләкәй урҙа) булғанлыҡтан, етәкселәре шулай уҡ күктәге Көн-әсәне ер йөҙөндә кәүҙәләндереүсе (уның шәүләһе) тип һаналмыш бүре-әсә йәки мүрәзә// мырҙа йәки бурҙай// мыртый ләҡәбен йөрөткәндәр: Рәсәйҙә киң танылмыш та таралмыш “кенәз”, “мырҙа” ләҡәптәре шулай барлыҡҡа килгән. Үҫәргән башҡорттары әлегәсә ғаиләләге кесерәк ир балаларҙы “мырҙа”, “мыртый” тиҙәр;

3) Ҡубан яғына олаҡҡан һәм башҡортлоғон юғалтҡан нуғайҙарҙа, мырҙалары (принцтары) күбәйеп киткәнлектән, Бәләкәй Урҙа тәхетендә ултырмыш иң юғары мырҙаны, башҡаларынан айырыу өсөн, Йеҙекәйҙең данлы улының — Бәләкәй Урҙаның беренсе тәхет эйәһенең — исеме менән “нурадин” тип, ә унан кесерәк башлыҡты — “кейкуват” (“Үҫәргән тәүәрихе”ндәге бер батшабыҙҙың исеме, — 39-сы бит) тип, ә унан кесерәген “ташбуға” (“Үҫәргән тәүәрихе”ндәге бер батшабыҙҙың исеме, — 17-се бит) тип йөрөткәндәр (А.А. Новосельский. Борьба московского государства с татарами в первой половине ХVII века. М.-Л., 1948, 56-сы бит), сөнки ул замандарҙағы төрки халыҡтары Сыңғыҙ-хан нәҫеленән булмаған әҙәмдең “хан” тип аталыуын күҙ алдына ла килтерә алмаған. Әхмәтзәки Вәлиди Туған иҫкәртеүенсә, “эдүге-маңыт (Йеҙекәй-меңле. — Й.С.) улдары Алтын Урҙа төбәктәрендә әллә нисә быуат хакимлыҡ ҡорһа ла, уларҙың береһе лә батша нәҫеленән тип танылмаған була (сөнки ул саҡта Сыңғыҙ-хан һәм Туҡтамыш-хан нәҫелдәрен генә “батша нәҫеле” һанайҙар. — Й.С.). Уларҙың тарихсыһы Хажи Абдулғаффар әл-Ҡырыми шулай яҙа: “Эдүге-бәк хаҡында халыҡта һәр төрлө имеш-мимеш йөрөй; үзбәк-татарҙар бик ғорур һәм тәкәббер; аҡһөйәктәрҙең сығышына һәм шәжәрәләренә улар бик тәнҡитле мөнәсәбәттә һәм “Эдүге-бәктең сығышы билдәһеҙ” тигән ҡарашта торалар”. Әле телгә алынған Эдүгенең мәшһүр ейәне, ғәмәлдә Алтын Урҙа өлкәләренең хөкөмдары булған Мамай[71] мырҙа ғүмеренең аҙағында шулай тип зарлана: “Иҙел менән Яйыҡ — ирҙәр араһында низағ тыуҙырған ике йылға; мин үҙ халҡымдың (башҡорт халҡының! — Й.С.) был ике йылға араһында гегемон булыуын һәм хан һарайҙары төҙөүен, минең исемем менән тәңкәләр һуғыуын теләгәйнем; мин һис юғы бер нисә көнгә генә хан булырға теләгәйнем; бер тапҡыр ғына хан булһам, бәк булып та тормаҫ инем; мин үҙемдең артымдан киләсәк быуындарға үрнәк булырға ғына теләнем”... Катиб Челеби ошондай уҡ һүҙҙәрҙе мәшһүр Тимер һәм уның улдары хаҡында ла әйтә, сөнки улар оҙаҡ йылдар донъя хакимдары булып та, хан тип тә таныла алмайҙар” (“Ватандаш” журналы, 1997/11; 129-сы бит)...

Әлхасил, “нуғай” һүҙенең ул боронғо замандарҙа “Үҫәргән башҡорто” тигән мәғәнәлә йөрөүенә инандыҡ. Шуға күрә боронғо ҡайһы бер авторҙарҙың әҫәрҙәрендә Үҫәргән башҡорттарының мәшһүр йырының шул әүәлге заман вариантында:

 

Сын ҡурайсы ҡурай, һәй, уйнамаҫ,

Нуғай ҡурайҙары булмаһа...

( Журнал “Ватандаш” 1996/1, 101-енсе бит)

тип бирелеүенән һис аптырап ҡалырға ярамай, сөнки ул замандағы “нуғай” тигәндәре — Үҫәргәндәрҙең “нуғай” (эт) ләҡәбенән аталмыш Нуғай Урҙаһының башҡорто була; хәҙерге башҡорттан боронғо “нуғай” башҡортон ятбауырҙай ҡырҡып ташлау — донъяға һыймаған гөнаһ, хилафлыҡ. Әйткәндәй, бер башҡорттоң ғына түгел, күп халыҡтарҙың төрлө дәүерҙә төрлөсә аталып йөрөүҙәрен онотмайыҡ: хәҙерге абхаз — боронғо апсуа, әрмән — хай, грузин — картвели, молдован — романи, мордва — моҡша һәм эрзя, марий — черемис, удмурт — ар, вотяк, ә яҡут — саха, ҡытай — хань, хуася, син, сер, ҡатай... Әгәр ҙә, мәҫәлән, һуңғыһының бер атамаһын ғына танып, башҡаларын алып ташлаһаҡ, биш мең йыллыҡ Ҡытай тарихының кәм тигәндә дүрт мең йылы елгә осоп юғалыр ине. Рәсәй империяһының фән офоҡтарында өҫтөнлөк итеүсе ғалимдары һәм уларҙың төрлө милләтле ялағай ялсылары урыҫ булмаған милләттәргә ҡарата нәҡ әнә шундай сәйәсәтте үткәреп, уларҙан үҙ тарихтарын оноттортоп һәм уларҙы тамам маңҡортлаштырып, ошо аҫтыртын геноцидты уларҙың тамырын ҡоротоу маҡсатында, ер йөҙөндә үҙ милләтен генә ҡалдырыу маҡсатында ҡуллана... Тимәк, бәғзе тарихсыларыбыҙҙың баяғы “нуғай” осорона ҡарата: “башҡорт халҡының нуғайҙар тарафынан рәхимһеҙ иҙелеүе”, “башҡорттарҙың үҙ дәүләте булмауы”, “фәҡәт урыҫ дәүләтенә үҙҙәре теләп ҡушылыуҙары арҡаһында ғына Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы һәм Нуғай Урҙаһы иҙеменән ҡотолоуҙары” тураһындағы сафсаталары дөрөҫлөккә бигүк тура килеп етмәй, сөнки Ҡазан һәм Ҡырым ханлыҡтары тәхетендә — үҙебеҙҙең башҡорт Туҡтамыш-хан нәҫелдәре, Тура (Себер) ханлығында һәм Нуғай Урҙаларында ла күберәген шулай уҡ башҡорт Йеҙекәй батыр нәҫелдәре ултырған, халыҡтарының күпселек өлөшөн дә үҫәргәнле (“нуғай”) башҡорттары һәм “нуғай” булмаған башҡа башҡорт ырыуҙары тәшкил иткән; ә уларҙың, мәҫәлән, “нуғай” Йеҙекәй нәҫелдәренең, “иҙеүҙәре” үҙ халҡынан шул осорҙоң ғәҙәти дәүләт һалымдарын талап итеү, хатта “ҡоҫтортоп түләтеү” алымы булған (тап элекке һәм хәҙерге Рәсәй империяһындағы һалымдар кеүек!)... Йеҙекәйҙең һәм уның халҡы “нуғай”ҙарҙың — саф Үҫәргән башҡорттары, йәки Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Табын кеүек башҡа башҡорт ырыуҙары булауҙарын Йеҙекәйҙең һәм уның нәҫелдәренең Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге баяғы беҙ айырым алып дауамларға тип киҫәтеп ҡалдырған һәм, киң билдәле 38-се быуын баба Төкләҫтән бауланып килә-килә, 41-се быуын аша артабан беҙҙең көндәргәсә һуҙылмыш быуындар теҙмәһе лә күрәләтә дөрөҫләй, бына ул:

 

38. Баба Төкләҫ-бей. — 39. Тура-хан бин баба Төкләҫ (ХII быуат аҙағында Көн-Өфө-Тура [хәҙерге Өфө] баш ҡалаһында тәхеттә ултырған). — 40. Ҡаҙансы бин Тура-хан. — 41. Ҡарадә Ҡиә бин Ҡаҙансы (“Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән”. — 54-се бит). — 42. Ҡотло Ҡиә бин Ҡарадә Ҡиә (мосолманлыҡ намы Рәхмәделғәбид). — 43. Йедек (Йеҙекәй) бин Рәхмәделғәбид (“хан Бураҡ [тәхеттә 1422-1427 й.й. — Й.С. ] Һарайсыҡта ине. Ғәйәт алып кеше ине. Ҡан ҡәрҙәше [әсәһе яғынан. — Й.С. ] Йедек [Йеҙекәй. — Й.С. ] унда бей ине. Унан [Йеҙекәйҙән. — Й.С. ] Мансур тыуҙы, Мансур ҙа алып кеби булды. Хөсөт итеп, дәдәһе Бураҡты аңһыҙҙан үлтерҙе [1427 йылда. — Й.С .] ”. — 55-се бит). — 44. Уның улдары: Ҡасни бин Йедек, Науруз бин Йедек, Мансур (балаларының береһе, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың кенәз Мансуровтар фамилияһын башлаған) бин Йедек, солтан Нәдерғул бин Йедек, унан тыуған Уаҡҡас бин Нәдерғул (был Уаҡҡастың ошо шәжәрәгә теркәлмәгән Сәғит исемле улы ла булып, ул баяғы баба Төкләҫ улы Тура-хандан тыумыш үҙебеҙҙең Күсем-хандың ғәскәр башлығы булған: “Солтан Күсем-хандан һуң уғландары һәр ҡайһылары ил араларында дәғүә-талаш менән [бер-береһен] үлтерҙеләр... Солтан [Күсем-хан] буҙ күҙле ғәйәт алып кеше ине. Тирандазлыҡта [ғәскәр башында] Уаҡҡас-бәктең улы Сәғит ине”. — 57-се бит). — 45. Муса-бәк (балаларының береһе, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың дворян Мусин-Пушкиндар фамилияһына ҡатнашлығы бар) бин Уаҡҡас. — 46. Уның улдары: Алсағыр-хан (ҡаҙаҡ Алащ-Урҙаһының беренсе ханы), Ирзал Ураҡ (балаларының береһе, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың Ураков дворян фамилияларын башлаған), Ҡалын, Зартуш Һары Йософ (ғүмере буйына Мәскәү кенәзлегенә ҡаршы фиҙакәр көрәшеүсе баһадир, Ҡазан ханбикәһе Сөйөмбикәбеҙҙең атаһы. 1554 йылда бер туғаны Исмәғил Хайрас ҡулынан ҡорбан була. Уның нәҫел-нәсәбе, көсләп суҡындырылып, урыҫтың кенәз Юсуповтар фамилияһын башлай. — Н.А. Баскаков, 114-се бит), Мамай-Ҡасим (йәки Себер-Тура ханы Мамай-Шәйех йәки Әстерхан ханы Мамай-Нар-Ҡасим йәки шәжәрәләге “хан Мамай” — бөтәһе лә бер кеше. “Хан Мамай ғәйәт алып йөрәкле, ҡырағай арыҫлан кеби бәһлеүән ине. Хатта, имешләр, ун ир күтәрмәҫ таш илә Әстерхандың йүкечек [кесе булмаған, ҙур] биналарын атып зир-зибәр ҡылды [таш атҡыс туптары ярҙамында Әстерхан ҡәлғәһен алыуы һәм хан булып ултырыуы. -- Й.С.)... Ахыры Исмәғил Хайрас хәйлә илә мәҙкүр ҡәлғәдә [Әстерханда. — Й.С. ] ҡатил иттерде [язалатып үлтерҙе. — Й.С. ] һәм ҡәбере Кече Үзән [йылғаһы] башындадыр[72]. Һәм ул заманда Ҡазанда Сураш солтан [73], ғәскәре илә барып, бер мәнзил бер ҡалдыҡда [бер туҡталыш ара ҡалған ерҙә. — Й.С. ] Мофтһуаз илә [ботарлап язалау аша. — Й.С. ] вафат итди; ғали, ғәдел, суҡау [халыҡсан] әдәм иде”. — 58-се бит), Мамай-Нар-Ҡасим-хандың улы Ядкәр Ғоҫман (Нуғай ылыҫы йәки Юрматы ырыуы шәжәрәһенән: “Төньяғындан урыҫ көффар килгәйне. Был ерҙәрҙә урыҫ күп булғас... Ядкәр мырҙа баш булып, һанһыҙ күп нуғай менән Ҡубанға күстеләр... Туғыҙ йөҙ ҙә илле өстә [=1546] ине”. Ә Ядкәр мырҙаның бер туған ағаһы “Бурнаҡ-бей менән тороп ҡалғандары иштәк [башҡорт. — Й.С. ] аталдылар. Ошбу нуғайҙан ҡалған буш ерҙә ғүмер һөрҙөләр”. — Тәтегәс-бей шәжәрәһе, 29-сы бит); йәнә лә баяғы мәшһүр Муса улдары: Солтан Сәйдәф, Исмәғил Хайрас (бер туғаны Зартуш Һары Йософто үлтергәненән һуң 1555-1564 йылдарҙағы берләштерелгән Нуғай Урҙаһы кенәзе; шуға тиклем үк Мәскәү кенәзлеге менән рәсми килешеүгә ҡул ҡуйған һәм ахырынаса урыҫҡа тоғролоҡ һаҡлаған зат), Ырыҫ (уның ейәндәре, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың Урусов дворян фамилияларын башлаған), Урмәмбәт (Тәтегәс-бей шәжәрәһендәге “Сәсле Дәрүиш”), Әмир Иштерәк...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: