Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 32 глава




Туҡтамыш-хандың әсәһе, Еҙекәйҙеке кеүек үк, башҡорттоң Ҡаңғы (Ҡуңғырат) ырыуынан икәнлеге сығанаҡтарҙа сағылған; ә хандың үҙен гәрсә “Сыңғыҙ-хан нәҫеленән” тип яҙып килһәләр ҙә, атаһынан артабанғы шәжәрә һуҙымын күрһәтә алыусы юҡ -- тарихсыларҙың көллөһө лә “Яусы (Джучи) тоҡомдарының береһенән булһа кәрәк”, тигән билдәһеҙлеккә төкәтеп сикләнәләр, ә “Үҫәргән тәүәрихе”нә хатта башҡорт тарихсыларының да күпселегенең “теше үтмәй”. Филологтарыбыҙ ҙа был “сәйер” Туҡтамыш исеменең асылын аңлатҡаны юҡ, ә ғәмәлдә унан башҡортлоҡ аңҡый: Төктө Мышы (Төклө Мышы) -- Туҡтамыш, атаҡлы Мышы Улы (уны боҙоп Мөшәүле тип яҙып йөрөтәләр) һымаҡ уҡ! Төктө (төклө) -- мал-мөлкәтле, етешле, бай тигән һүҙ, шунан килә үҫәргән бабалар исеме Баба Төкләҫ, Муйтән (төклө тән) һәм мәҡәл-әйтемдәребеҙ: “Ат аунаған ерҙә төк ҡала” “Төклө аяғың менән” һ.б.... Йәш Туҡтамыштың Алтын Урҙанан Аҡһаҡтимер ҡанаты аҫтына боҫоуының сәбәбен дә “нәҫелдәше” Урыҫ-хан менән тәхет өсөн тартышыуы итеп аңлатыусандар, ләкин эш башҡасараҡ: Аҡ Урҙа[80] ханы Урыҫ-хан күрше Күк Урҙаны[81] үҙенең урҙаһына ҡушырға яҫҡынғас, Ғаффари тигән боронғо автор яҙыуынса, Маңғышлаҡ бөрйәндәренең бейе Туҡ-хужа, йәғни Туҡтамыштың атаһы, быға ҡаршы төшә һәм шуның өсөн Урыҫ-хан тарафынан үлтерелә, ә Туҡтамыш Аҡһаҡтимер ярлыҡауында ҡотола.

... Һәм б) 40. Ҡаҙансы бин Тура. Уның улдары 1) -- 41. Ислам Ҡиә бин Ҡаҙансы, 2) -- 41. Ҡарадә Ҡиә бин Ҡаҙансы (“Иҙел -- Яйыҡ араһында хөкөм һөргән”, 54-енсе бит). -- 42. Ҡотло Ҡиә бин Ҡарадә Ҡиә (мосолманлыҡ исеме Рәхмәтелғәбид). -- 43. Йедек (Еҙекәй) бин Рәхмәтелғәбид (“хан Бураҡ `[тәхеттә 1422-1427 йй. -- Й.С.] Сарайчыҡта ине. Ғәйәт алып кеше ине. Ҡан ҡәрҙәше [әсәһе яғынан. -- Й.С.] Йедек унда бей ине. Унан (Йедек-Еҙекәйҙән. -- Й.С.) Мансур тыуҙы, Мансур ҙа алып кеби булды. Хөсөт итеп, дәдәһе Бураҡты аңһыҙҙан үлтерҙе [1427 йылда. -- Й.С.]”, 55-енсе бит); 3) -- 41. Ду(ҡ)с(а)ба (Туҡсаба) бин Ҡаҙансы (“Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән... Туҡсаба-хан заманында Буйат-бей — бей ине”, — 54,62-се биттәр; шәжәрәне күсереүсе был урында “Ду(ҡ)с(а)ба”ның ике хәрефен — йәйәләр эсендә күрһәтелмеш “ҡ” һәм “а”-ны яңылыш төшөрөп ҡалдырған; шуға күрә дөрөҫө “Туҡсаба” булыр). -- 42. Муйтән-бей бин Туҡсаба... Бөйөк шәжәрә олонобоҙ ошолай шанлы Муйтән-бей бабабыҙ аша үтеп, әлегәсә йәшәп килгән бик күп тармаҡтарҙы, шул иҫәптән был юлдар авторының 67 быуынға еткән тармағын да кәүҙәләндерә.

Һорау тыуырға мөмкин: Үҫәргән батшалар шәжәрәһе Ишек баба йәшәгән б.э. тиклем XV быуаттан уҡ башланған икән, ниңә уның быуындары шул 35 быуат һуҙымына тиңәлмәй, ә авторҙың тармағы осланған 67 генә быуынды сағылдыра? Дөрөҫ һорау, сөнки ул 35 быуат эсендә әҙәмдәр ғүмере 140 быуын аша үтергә тейеш. Әммә яҙма шәжәрәләрҙең бөйөктәренең үҙенсәлеген онотмайыҡ: тарихилыҡтан алдағы осорҙар, быуындарҙы тулайым теркәп бөтөү мөмкин булмағанлыҡтан, күпмелер арауыҡ хакимлыҡ иткән батша нәҫелдәре (династиялары) башлыҡтарының ғына исемдәрен атай һәм ул арауыҡ бер юлы 300 йылды ла (мәҫәлән, Михаил Романовтар осоро) һәм 1000 йылды ла (мәҫәлән, Лоҡман-Хәким осоро) тәшкил итергә мөмкин, ә даталар менән билдәләрлек тарихи осорҙар шәжәрәнең һуңғараҡ өлөшөндә булыусан. Бының миҫалын боронғо шумер шәжәрәләрендә, Тажитдин Ялсығол Башғорди һ.б. шәжәрәләрендә күрәбеҙ, Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең тарихилыҡ өлөшө иһә Мидия батшаһы Кииксарув хакимлыҡ иткән б.э. тиклем 625-585 йылдарҙан башлана.

“Үҫәргән тәүәрихе”нән әле һоҫолған мәғлүмәт буйынса, Алтын Урҙа императоры Туҡтамыш-хандың тыуған һәм һуңғы төйәге Сәрмәсән һәм Ҡармасан һыуҙары тарафында булған, Еҙекәй ҡулынан китеүе лә, ҡәбере лә шундалыр. Боронғо заман авторҙарына шул яҡтарҙың эрерәк һыуҙары ғына билдәле булып, вағыраҡтары исемһеҙ аҡҡанлыҡтан, шәжәрәбеҙҙә әйтелгән төбәкте яҡынса -- “шундараҡ, шул тирәлә” тип аңлайыҡ. Был, бәлки, әсәһенең иленә -- Ҡаңғы ырыуы башҡорттарының еренә ҡайтып боҫҡан хандың эҙенә төшмәһендәр өсөн, юрый аймылыштырылғандыр. Ә бөгөнгө тарих фәне ысынлап та аймылыш: Туҡтамыш-хандың был төбәккә ҡасып килеүенең сәбәбе булған 1395 йылғы ҡанлы һуғыштың урынын да, тар-мар ҡылынған хандың аҙ һанлы ярандары менән ҡайһы һыуҙы кисеп сығып ҡайһы тарафҡа олағыуын да бутайҙар. Ҡабул ҡылынған рәсми раҫлау буйынса, Аҡһаҡтимер Туҡтамыш-ханды йәнәһе Иҙелдең (Ағиҙелдең түгел!) һул ярындағы Увек (хәҙерге Саратов ҡалаһы һәм Увек тимер юл станцияһы янындағы Увек тауында булған) ҡалаһында ҡыйратҡас... -- уф! тарихсылар йә күрмәгән, йә күрергә теләмәгән ошо буталсыҡты сисәйек: Увек (хәҙерге Саратов) ҡалаһы Иҙелдең һул ярында түгел, ә уң ярында урынлашҡан! Шул уҡ тарихсы маһирҙар йәнә лә шул фарсы-ғәрәп сығанаҡтарынан аңлатып яҙыуынса, тар-мар ҡылынған Туҡтамыш-ханыбыҙ, имеш, баяғы “ һул ярҙағы Увек-Үкек” тән (бында тағы аймылыш -- айырым ике ҡаланы, “Увек”те һәм “Үкек”те, бер үк ҡаланың ике төрлө аталышы итеп берләштерәләр!) Иҙелдең, тимәк, уң яғына кисеп сығып, тимәк, көнбайышҡа табан олаға ла Себергә -- Төмән төбәгенә барып боҫа һәм 1405 йылда шул Себерҙең Төмән төбәгендә үлтерелә..., ләкин Себер, әгәр ҙә яңылышмаһам, бөтөнләй киреһенсә, Иҙелдән шөйлә көнсығыштараҡ түгелме ни?!. Ә асылда ошолай күҙаллана: ханыбыҙ, Аҡһаҡтимер яуына ҡаршы Ҡафҡазда уңышһыҙ һуғышҡас, Иҙелдең уң яры буйынса һыу үренә бер туҡтауһыҙ сигенеп (артынан Аҡһаҡтимер яуы эйәреп), шул уң ярҙағы баяғы Увек (хәҙерге Саратов) тәңгәлендә Иҙелдең һул ярына -- тарихи Башҡортостан тупрағына кисеп сығып, күп аралар үтеп, хәҙерге Өфө эргәһендәге Турбаслы кисеүенән Ағиҙелде ашып, мәркәз ҡалабыҙ Өфөккә (ғәрәпсә хәрефле ҡулъяҙманан яңылыш, ундағы “ф”-ны “к” тип уҡып, “Үкек” тип яҙалар) урынлаша, булған ғәскәри көстәрен шунда туплап, тап шул ҡалабыҙ эргәһендә Аҡһаҡтимер яуы менән дәһшәтле бәрелешә лә (“Башҡорт батшалары” тигән китабымда яҙғанмын), тамам тар-мар ҡылынып, Ағиҙелдең һул ярына кисеп сығып көнбайышҡа (сығанаҡта “Болғар тарафына”) -- әйтелгән Сәрмәсән -- Ҡармасан -- Дим йылғалар арауығына ҡаса (ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер. “Шоңҡар” журналының 1998 йыл 3 -- 4-енсе һандары). Урыҫ теленә ауҙарылған боронғо фарсы сығанаҡтары ла (Йыйынтыҡ: Извлечения из персидских сочинений собранные В.Г. Тизенгаузеном и обработанные А.А. Ромаскевичем и С.Л. Волиным. М. -- Л., 1941) тап ошо юҫыҡтан һөйләй:

“Из “Книги побед” Шереф-ад-дина Йезди. Рассказ о выступлении Тимура в набег (илгар) вслед за Токтамыш-ханом. Прибыв к месту переправы через Итиль (Ағиҙел. -- Й.С.) называемому Туратурской (Турбаҫлы. -- Й.С.) переправой... он дал сыну Урыс-хана, Койричак-оглану, отряд..., велел ему переправиться через Итиль (Ағиҙел. -- Й.С.)... Войска подобные судьбе, поспешив по пятам неприятелей, дошли до Укека (Өфөк -- Өфө. -- Й.С.) и многих из них убили... Большую часть их взяли в плен, а немногие из них бросились на плотах в воду и переправились на ту сторону Итиля. Токтамыш-хан бросил ханство, дом и все, что имел... и, опасаясь за жизнь свою, с несколькими людьми бежал, ушел в сторону Булара (Башҡортостан көнбайышына, ә көнсығыш тарафтағы Себерҙең Төмән төбәгенә түгел! -- Й.С.) в лесистую местность (ул яҡтар әлегәсә урманлы. -- Й.С.) и спасся от львиных когтей”. Һәр хәлдә, һуңғы төбәк үҙебеҙҙең Сәрмәсән, Ҡармасан, Дим йылғалары бассейнына тура килә һәм бының да сәбәбе бар:

“Аноним Искандер. Рассказ о царствовании Токтамыша, сына Туй-ходжи-оглана. Мать его былаКатун-Кунчек из племени (насл) Конгурат (тимәк, үҙебеҙҙең Ҡаңғы ырыуынан! Шуға ла әсәһенең тыуған яғына -- Асылыкүл тирәһенә һыйынған. -- Й.С.). Он был царем способным, храбрым, с хорошим обращением, красивым. Справедливость и хороший характер его общеизвестны. Однако из-за неблагодарности, которую он проявил по отношению ко двору Тимура, все его хорошие качества и похвальные свойства пропали и погибли... он оказался на границе гибели и исчезновения, лишился крови и дома и, наконец, умер... 807 г. (=10.VII.1404 -- 28.VI.1405) в пределах Тулина”. “Списки устроителя мира” тигән әҫәрендә Ғаффари ҙа шуны уҡ яҙа. Тик фарсынан урыҫсаға ауҙарылышты баҫмаға әҙерләп эшкәртеүсе баяғы икәү, Төйлән тигән йылғабыҙҙың донъяла барлығын белмәгәнлектән, бераҙ баш ватҡандан һуң, был “Тулин”ды, ул, “моғайын, Себерҙәге “Тюмен”дер”, тип бутап аңлатҡан да һөҙөмтәһе башҡа тарихсыларҙың да хеҙмәттәрендә нығынған, шул арҡала Себерҙең Төмән төбәгендә хатта “Туҡтамыш-хан ҡәбере” лә моронлаған...

Батша ерҙәрен барып күреү, мәсьәләгә асыҡлыҡ керетеү күп йылдар буйына тынғылыҡ бирмәһә лә, форсаты сыҡмай ине. Ниһайәт, ошо 2009 йылдың сағыу көнлө 18 октябрендә көткәнем алдыма килде: башҡорт халҡы, тарихы хаҡына фиҙакәрләнеп йәшәгән уҙаман Әнүәр Мансур улы Йомағолов үҙенең “тимер арба”һында елдертеп алды ла китте; 400 километр юл гиҙеп, күрәһеләребеҙҙе күреп, ишетәһеләребеҙҙе ишетеп, йөрөгән аяҡҡа йүрмә йоҡтороп ҡайттыҡ -- һауаплы хәстәре өсөн ҙур рәхмәт уға.

Әлшәй районын иңләп килеп Димгә ҡойған Төйлән йылғаһы буйында, Ҡаҙан ауылы тирәһендә гиҙәбеҙ -- ханыбыҙ тап ошонда үлтерелгән. Төйлән атамаһы үҙе -- төйәклән, төйәкләнеү урыны тигән һүҙҙер, уны, бәлки, Туҡтамыш-хан үҙе ҡушҡандыр. Тәбиғәт ғәжәп матур, ер-һыу бай, борон заман бигерәк тә хозур булғандыр; тәхетенән яҙған императорыбыҙ ул шомло көндә, моғайын, ошо һоҡланғыс сәхрәгә һунарға сыҡҡандыр, сөнки Ибн-Ғәрәбшаһ яҙа: “Тохтамыш был убит Едигеем не в правильном сражении, а во время предательского ночного нападения, когда находился один без войска в загородной местности”. Тимәк, торған һарайынан ситтә, ошонда. Ә ҡайһы тәңгәлдәрәк булған һарайы?

Шуныһы яҡшы мәғлүм: Ғаязитдин (мосолманлыҡ исеме) Туҡтамыштың Иҙел аръяғындағы баш ҡалаһы Һарай аталған, шунан һуң ул Иҙелдең бирьяғында Яйыҡ буйындағы баш ҡалаһын да Мәсет-Һарай исемләгән. Бындағы ҡалаһы ла, моғайын, Һарай булғандыр. Ҡалғанмы шуның эҙе? Ҡалған, бар, тип әйтә алабыҙ -- ошо уҡ төбәктәге Һарай ауылы! Ул Ҡаҙан ауылынан Торонтайыш аша көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан, унда юл, имештер, тауҙар араһындағы хәтәр ҡыҫыҡтан -- Хан тарлауығынан үтә. Үҙебеҙ күреп ышандыҡ: Ҡафҡаз тарлауыҡтарын хәтерләткән тәрән аралыҡ икән был, борон заман әҙәм аяғы баҫмаған төбәккә илткәндер. Юлыбыҙҙың тап осонда хәҙерге Һарай ауылы, тәрән үҙәнгә ҡыҫылмыш Ҡурсаҡ исемле һыуҙы буйлап ултырған. Ә тарлауыҡ асылған ерҙә күккә ашҡан ике бейек тау, улар, ике ҡарауылсылай, бөтөн тирә-яҡҡа өҫтөнлөк итә -- йәтеш ҡарауыл тауҙары! Арғы башҡа һағауыл ҡуйһаң, дошман-фәлән үтеп керерлек түгел, урынды хан яҡшы белеп һайлаған, тип һөйләнәбеҙ. Йылға исеме лә дөрөҫләй быны: Ҡурсаҡ кеше аяғын баҫтыртмай ҡурсау урыны (заповедник) тигән һүҙ... Тарлауыҡтан төшкән юлдың тап ошонда тупаҡланып (тупикланып) өҙөлөүе лә юҡтан түгел...

Тәхетенән тибәрелгән бөйөк шәхесебеҙ бында, әлбиттә, йән аҫырап ҡына ятмаған, ә юғары хакимиәт теҙгенен кире ҡайтарып алыу йәһәтенән Аҡһаҡтимер-йыһангирҙең “ҡылын тартҡан”. Шәрәф-әд-дин дә яҙа: “Тимур обещал Тохтамышу, по окончанию предпринятого похода в Китай, поддержать военной силой его притязания на золотоордынский престол: “После этого похода я, с Божьей помошью, опят покорю улус Джучиев и передам ему”. Тик Ҡытайға сәфәрендә вафат булып, шунан йылдам файҙаланмыш Еҙекәй батыр ҡәрҙәш көндәшенән арыныу сараһын күрә: әлеге Төйлән буйында аңдып тороп, зәһәр әжәл уғын атып, ҡан дошманы Ғаязитдин Туҡтамыштың шанлы ғүмерен өҙә...

Ауылға килеп кергәндә үк ҡаршыбыҙҙа түңкәрелгән табаҡ һымаҡ түп-түңәрәк бейеклек хасил булып, түбәһендә боронғо ҡәлғә-һарайҙы ныҡ хәтерләтеп суҡайған таш бина (янғын һүндереү ҡалансаһы) иғтибарҙы йәлеп итте: ниндәйен дә йәтеш урын, хан Һарайы, моғайын, тап ошонда торғандыр!

 

 

Һулдан уңға 1. Хан һарайы торорҙай түбә. 2. Янындағы зыярат күренеше. 3. Боронғо ҡәбер

 

Тау итәгендә бик боронғо таш буралы ҡәберлектәр тимгелләнеп күренә. Әммә зыяратта күпме ҡыҙырһаҡ та, сал таштарҙан яҙыу эҙләп (улар юҡ!) темеҫкенһәк тә, батша ҡәбере булырҙайы табылманы -- хандың замандаштарының гүрелер. Төйлән йылғаһы буйынан хан мәйетен, моғайын, йола ҡушыуынса тейешле урынына -- батшалар зыяратына илткәндәрҙер Ә ул урын быға күрше Миәкә районында, тигән һүҙ йөрөй ине, тура шунда барып етеү фарыздыр.

Юл буйынса уйланам: әгәр тоҫмал хаҡ булһа, берәй батша күмелгән ҡәбер ташында тейешле яҙыу, һис юғында башҡорт-болғар батша тамғаһы өсйәп (трезубец) осрарға тейеш (һуңғыһы батша гүре өсөн мотлаҡан). Донъяға билдәле был тамға тәүдин замандарынан уҡ таралған һәм мифик өс донъяның (Урта, Аҫҡы, Өҫкө Донъяларҙың) тулы хоҡуҡлы бойороусыһы Дәү Хоҙайыбыҙ Имирҙың (йәки тәүдиндән үркәнләнмеш индуизм диненең баш хоҙайы “яҡташыбыҙ” Шиваның) атрибуты -- Өс Донъяны ла тергеҙергә лә, үлтерергә лә һәләтле мөҡәддәсҡоралы һаналған. “Шива” исеменең килеп сығышы ла башҡорт теленә бәйле, нигеҙендә Башҡортостандың хәҙерге Эстәрлетамаҡ районындағы изге Өс Убаға (гермафродит Дәү Хоҙай Имирҙың инә яҡ яртыһының ҡуш имсәген, имсәк баштарын һынландырған Ҡуш-тау һәм Йөрәк-тау, Шәке-тау һындарына) табыныу йолаһы ята, быны этимология дәлилләй:

Өсуба -- Асаба (Әсә-Апа) -- Суба/Шива йәки:

Суба -- Сома (зороастризм диненең хоҙайбикәһе) -- Сомай/Һомай/Умай (“Урал батыр” эпосындағы хоҙайбикә). Шулай итеп, Һомай (Умай, Сома), Дәү Хоҙайыбыҙ Имирҙың Әсә (Инә) күкрәгенең изге йәне, бер юлы Өс Донъяны ла ярлыҡап, әҙәми зат ҡиәфәтенән ҡанатлы ҡош ҡиәфәтенә лә күсеп, Ер шарының көньяҡ яртыһында -- аҡ ҡош, төньяҡ яртыһында ҡара ҡош рәүешендә осоп йөрөй. Түбәһенә изге Өс Уба ултыртҡан әҙәми затлы Һомай/Умай һүрәтен ғәзиз бабаларыбыҙ хәҙерге Көньяҡ Ҡаҙағстандағы Кесе Ҡаратау һәм Таулы Алтайҙағы Ҡудырға төбәге ҡаяташтарына яһап ҡалдырған (М.Г. Медоев. Гравюры на скалах. Алма-Ата -- 1979, 57-енсе һәм 60-ынсы һүрәттәр):

 

Һомай һулдан уңға: 1. Ҡаҙағстандағы. 2. Таулы Алтайҙағы

Һәм йәнә:

Әсә-Аба -- Әсә-Атаҡ (Әсә-Аба -- Шүлгән-апа имгән һул имсәк башы Шәке-тау; Әсә-Атаҡ -- Урал-ата имгән уң имсәк башы Йөрәк-тау) -- Сәбастаҡ/Свастика (башҡорт-арийҙарҙың төп тамғаһы). “Свастика”ның боронғо тулы әйтелеше “ҡушала”: Асаба (Аҫаба) -- Әстәк (Иштәк); былар иһә башҡорт халҡының игеҙәк төп ырыуҙарының исем-атамаларынан ғибәрәт: Аҫаба -- Шүлгән-апа тоҡомо Үҫәргән; Иштәк -- Урал-ата тоҡомо Башҡорт. Шулай уҡ бер оя этнонимдар ҙа ошонан:

өс-уба-әр -- сувар/самар/сумар/шумер/субур/себер.

Элегерәкке китабымда (Йыһат Солтанов. Хәтерхитап. “Китап” нәшриәте, Өфө -- 2002, 169 -- 171-енсе биттәр) Шиваның тәүҙә үҙебеҙҙең хәҙерге Баймаҡ районы Темәс ауылы эргәһендәге Яғалса (һиндостанлылар яҙыуында Ҡаялса) тауында тилереп йөрөү мажараларын таныта биреп ҡуйғайным, индуизм динлеләр шул “яҡташыбыҙ”ҙың өсйәп тоттортоп яһалған һынына табына. Башҡорт-болғар батшалары бородан уҡ ер йөҙөндә Дәү Хоҙайҙы кәүҙәләндереүсе һаналғанлыҡтан, ошо өсйәп (трезубец) уларҙың да һәм уларҙан бөтә евразия ҡитғаһына таралып батшалыҡ иткән нәҫелдәренең дә (царские династии) хакимлыҡ билдәһебулған, был хаҡта атаҡлы “Сәйет Йәғәфәр Тарихы”нда ентекле мәғлүмәт бирелә.

 

Өсйәптәр һулдан уңға: 1.Шиваныҡы. 2.Болғар-башҡорттоҡо. 3.Ҡырым ханыныҡы. 4. Украина гербы.

Хәйер, хәҙерге заман урыҫ тарихсылары ла кинәнеп раҫлай быны:

“До принятия религий "моисеева корня" и алфавитов на основе латинской, кириллической или арабской графики, германцы, славяне и тюрки-кочевники из евразийских степей входили в некую общую культурную сферу, отличную от средиземноморской. Все писали рунами, имели схожие законы, в том числе и престолонаследия, внутрисемейный уклад, нередко - близкие по духу верования. И, что нам особенно важно - геральдику, геральдические принципы. Нет, не ту, к которой мы привыкли: изображения на щитах, символизирующие что-либо в виде картинок, а более лаконичную, ёмкую и… жёстко регламентированную. Речь идёт о тамгах или, как стыдливо говорят историки европейской школы, "личных знаках", восходящих к рунической письменности... Трезубец - изображение тамги Чингиз-хана. В полном соответствии с законами тамгаистики, личные знаки его потомков являются модификациями тамги основателя династии, что можно увидеть на монете Батыя. Подобной же тамгой-трезубцем отмечены документы болгарских царей Аспарухидов, Асеней, Шишманов. Родственная тамга (трезубец) легла в основу до-"монгольских" личных знаков русских князей-рюриковичей. Учитывая то, что французские королевские лилии - по сути своей стилизованные трезубцы, возникает мысль о едином корне наиболее влиятельных правящих династий. И этот корень отыскивается в Северном Причерноморье, правители земель которого в начале 1 тысячелетия н.э. обладали всё теми же трезубцеподобными личными знаками. То есть основания считать, что эти создатели династий, упоминаемых впоследствии как "царские", относятся к одному и тому же старинному правящему роду или правящим родам” (А. Горохов. Белый царь)...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: