Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 43 глава




 

Уҡыусы был яуызлыҡлы яҙманың һәр йөмләһен башҡорт халҡының 1917 йылғы Оҡтябрь революцияһына тиклемге һәм унан һуңғы күрмештәренә сағыштырып ҡараһа, ҡанлы Рәсәй империяһының башҡорт халҡын ҡырып бөтөрөү (геноцид) программаһының быуаттар буйына йә аҫтыртын, йә асыҡтан-асыҡ рәүештә, тап А.П. Волынский күҙаллауынса тайпылышһыҙ үтәлеп килеүенә инаныр.

А.П. Волынский заманында айырыуса ҡоторонмош был геноцидҡа ҡаршы күтәрелгән башҡорт халҡының көрәшен йәшерен ойоштороусы һәм етәкләүсе, гөбөрнатор һәм генералдар менән дә, хатта императрица ғалиә йәнәбәләре менән дә ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшергә һәләтле ил ағабыҙ әлеге лә баяғы шул Алдар батыр Иҫәкәйев була (шул арҡала 1737 йылдың 4 авгусында хәҙерге Ырымбур янындағы Сакмара ҡәлғәһендә һаҡ аҫтында тотолоуы хаҡында мәғлүмәт бар. — Материалы, 327-се бит). Яуҙарҙа йөрөп ҡартайҙым, тип башын яҫтыҡҡа терәмәй, 1740 йылдың 3 мартында Самара (әллә “к”-һы төшөрөп ҡалдырып яҙылған Сакмарамы?!) ҡәлғәһенә оҙайлы юлға сығыуы ла (Материалы, 411-се бит) уның һәләкәткә дусар ҡылынған туған халҡын нисек тә булһа ҡурсалау, үҙенең яҡлау һүҙен императрицаға илтеп еткереү өсөн була (Материалы, 413-сө бит). Ләкин Самаранан (Сакмаранан?) уны Минзәләгә башҡорт халҡының палачы генерал Леонтий Соймонов ҡулына тотоп оҙаталар һәм 1740 йылдың 13 июненә тиклем булған арала ҡорҙашы Сәйетбай Алҡалин менән бергә ҡаты язалап үлтерәләр (Материалы, 406-сы бит). Шул 1740 йыл Минзәләлә тәфтишләү ваҡытында Сәйетбай Алҡалин уның, Алдар Иҫәкәйевтең, “элекке бунттың башлығы булыуын, башҡорттарҙы хан саҡырырға Ҡубанға юлландырыуын һәм улар уға Батыр-ханды [132] килтереүен, ул һайлап ҡуйылмыш хан урыҫ ғәскәренән еңелеп ҡырғыҙ-ҡайсаҡ урҙаһына ҡасҡас, Алдар шул йылдың ҡышында уҡ бола күтәрә башлауын”, һәм 1739 йылғы ихтилал етәкселәре ҡорона ла “үҙе теләп килеүен” хәбәр итә (Материалы, 411, 413-сө биттәр). Билдәле булыуынса, Үҫәргән ерендә Ырымбур (хәҙерге Орск) ҡәлғәһен һалырға тип килмеш И.К. Кирилов экспедицияһына ҡаршы йүнәлтелгән был ихтилал 1735 йылда Үҫәргән ерендә Үҫәргән ылыҫы батыры Алғышай Назаров, Кәлсер-Табын ылыҫы старшинаһы Килдеш-сәсән Ағаев, Дыуан-Табын ылыҫы старшинаһы Солтан Арыҫланбәков (1740 йылда Ҡараһаҡал уға кенәз дәрәжәһе биргән) тарафынан башлана (Материалы, 334, 583-сө биттәр). 1740 йыл аҙағынаса дөрләгән ошо башҡорт-урыҫ һуғышына бара-тора төрөк солтаны ла ныҡлы иғтибар бүлгән: 1737 йылда ихтилалсы башҡорттар менән яҡшы бәйләнештәге ҡаҙаҡ Әбелхәйер-хандың урҙаһында төрөк солтанының вәкиле өс ай буйына башҡорт эштәре менән шөғөлләнеп ята (Материалы, 323-сө бит); ә ихтилалдың “төп башлығы” Аллазыянғол Ҡотлоғужиндың йортонда һуңғы ике йыл буйына хан булырға әҙерләнеп боҫоп ятмыш Байбулат-Ҡараһаҡал иһә әленән-әле шул урҙаға барып-ҡайтып, төрөктәрҙән кәңәштәр һәм күрһәтмәләр алып йөрөй, буғай; Аллазыянғол Ҡотлоғужин һәм башҡалар төрөк солтанынан ул Солтан-Гәрәй [133] итеп тәғәйенләмешошо батыр ханына ярҙамға ҙур ғәскәр ебәрелеүен өмөт итәләр, Солтан-Гәрәй-хан булырға тәүәккәлләгән Байбулат-Ҡараһаҡал да шул башҡорт өмөтөн ҡуйыртҡандан ҡуйырта. Был ваҡытта Алдар батыр Иҫәкәйев менән Сәйет Алҡалин урыҫтарҙың Минзәлә зинданында үлем язаһы көтөп ятҡанлыҡтан, башланасаҡ яңы ихтилалдың төп етәксеһе булыу Аллазыянғол Ҡарағужин өлөшөнә төшә. Уның йортона йыйылмыш ихтилалсыларҙан “Әйле, Ҡыуаҡан, Түбәле, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Көҙәй, Төрөкмән, Ҡаратаулы ылыҫтарының старшиналары һәм Ҡара-Табындан Күсем Күселеков, уның ике туған ҡустыларынан Муллаҡаев һәм Исмәғилев балалары, Дыуан ылыҫынан Мандар Ҡарабаев үҙенең улы Мәүлет һәм ике туған ҡустыһы Саптаҡ һәм әйтелгән ылыҫтарҙың йәнә бер килке башҡорттары”Солтан-Гәрәй” ләҡәпле затты хан итеп күтәрәләр (Материалы, 395-се бит) һәм, әйтергә кәрәк, Аллазыянғол үҙе лә, башҡалар ҙа уның асылда “төрөк шпионы” икәнен яҡшы таный. Шуға күрә лә 1739 йылдың декабрендә Аллазыянғол Ҡараһаҡалды тәхет яулау алышына ил араһына сығарғанында уның эйәрсендәре, мәҫәлән, Көтөрбай, һис кенә лә тартынмай, үҙҙәренең был яңы ханын “төрөктәрҙән килгән төрөк-шпион” тип атай һәм 1740 йылдың йәйендә лә был “төрөк-шпион, әүәлгеләй, тағы төрөктәргә юлланды”, тип хәбәрләй. Ҡараһаҡал үҙе лә төрөк солтанынан уға ярҙамға ҙур ғәскәр килеренә, үҙенең ысынлап та төрөк солтанына бойондороҡло төрөк икәнлегенә ихлас инанған, буғай, сөнки февраль айында Тырнаҡлы ылыҫындағы Мусай тигән берәүҙең өйөндә ул хатта ситтән килгән кешеләр алдында ла үҙен “төрөкмөн” тип таныта (Материалы, 378, 379-сы биттәр) — уның төп ниәте, моғайын, төрөк ғәскәре ярҙамында Башҡортостанды әлегәсә ул буйһонған Рәсәй империяһынан айырып алып, Ҡырым ханлығы миҫалында Ғоҫман империяһына бойондороҡло ханлыҡ итеп әтмәләү булғандыр. Ләкин үткән яуҙарҙан ҡанһыраған, быныһына төптө әҙерлекһеҙ хәлдә суҡмар күтәреп, хатта еңгән сүрәттә лә бер йыртҡыс тырнағынан икенсеһенә барып ҡабылыуҙан башҡорт халҡы ота алыр инеме? Быныһы икеле (ХХ быуат аҙағында ла Төркиә ҡулы аҫтында интекмеш курдтарҙың хәлен хәтерләгеҙ). Диндәшлек йәһәтенән отҡанда ла, ваҡытлыса ғына булыр һәм ҡуш башлы Рәсәй ҡоҙғоно һуңынан шул уҡ Ҡырымды Төркиәнән һалдыртып алып бауырын суҡығандай, уның Азияны йотоу юлында тамағына арҡыры торорҙай Башҡортостанды ла имен ҡалдырмаҫ ине, сөнки урыҫ императорҙарының быуындан быуынға васыятланмыш төп маҡсаты — “басурман” төркиҙәрҙең дәүләтселлеген булдыртмау, ә булғандарын, шул иҫәптән Төркиәне лә, тамырынан йолҡоп ҡоротоу...

Авторҙың был фекеренә ҡарата тундарының тиҫкәреһен әйләндереүселәр ҙә булыр: “Хәҙер һиңә фәлсәфәләү еңел дә ул, ләкин ул заман кешеләре...” — тип әйтер. Әммә ул заман кешеләре араһында ла, алдағыһын Алла ғына белә, тиһәләр ҙә, үтә күреүселәр булған, яу юлында яҙа баҫмаҫҡа, тип илде киҫәткән. Был тәңгәлдә халҡыбыҙҙың ифрат фәһемле “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” тигән риүәйәтенә иғтибар итәйек:

 

“Ҡараһаҡал килеп, башҡорттар араһына ингәс[134], түбә-түбә ҡарттарҙы, уҙамандарҙы, аҡһаҡалдарҙы йыйып һөйләшкәндә, аранан берәү:

— Яу эше, дау эше — ике яҡлы була торған. Әле бында килгәндәр аҙ. Меңгә баш булып, Димде һыулаған, хандар менән сайҡашып, илен-һыуын ташлап Уйташта өй теккән Ҡобағош сәсәндең ярсығы Ҡарас-сәсән бар. Ул Иҙел башы Ирәмәлгә, Яйыҡ башы Уйташҡа баш, уға һүҙ һалырға кәрәк. Ул ҡая, урмандың атаһы, — тигән, ти.

Ҡарасты таныусы кеше булмаған. Ул үҙе лә шунда булған икән. Ҡарас ырғып тороп: “Ат тирләтеп йөрөмәгеҙ, мин бында”, — тигән.

Һораша башлағас, Ҡарас былай тип яуап биргән:

— Дау — ирҙеке, яу — илдеке. Берәй бәләкәс нәмә өсөн генә һүҙем кәрәк булһа, әйтер инем. Яу өсөн ил кәрәк, ил өсөн һүҙ әйтә алмайым.

Берәү тороп әйткән:

— Ҡырҡ кеше бер яҡ, ҡырын кеше бер яҡ, тигәндәй, ҡарышма, Ҡарас! Һин — ил теле.

Ҡарас әйткән:

— Дөрөҫ әйтәһең! Ил ауыҙын асһа, мин — тел, һөйләйем. Шунда ла ил ауыҙын асырмы икән? Уралда йәшәйем, ҡамсы һабына ҡырҡып алыр тал юҡ. Ҡамсыһыҙ яуға барырҙармы икән?

Шунан Ҡараһаҡал тороп былай тигән:

— Һине ил ағаһы, тинеләр. Аҡыллы һүҙ көттөләр. Ә һин бөтөнләй бушты һөйләйһең. Уралда ҡамсы һабына ярарлыҡ тал табылмаҫмы?

Ҡарас әйткән:

— Талы күп тә ул Уралдың. Тик, ҡырҡа башлаһаң, ҡан сыға. Унан һуң Уралдағы мәмерйәләр эсенә бүреләр инеп көсөкләгән. Аттарҙың ҡолағына ин һалғандар, боттарына тамға баҫҡандар. Төндә өрөр эттәр үлтерелгән. Ә һуң ямау һалыр кейем бармы? Уныһын да белеп булмай. Ағас башына ҡор ҡунмаған бит әле, уҙамандар. Ярай, ҡайтып һөйләшеп ҡарармын.

Бөтәһе лә аптырап ҡалған. Берәү ҙә яуап бирмәй, ти. Ҡарас үҙе тороп, сығып киткән.

Шунан тауыш ҡупҡан. Ҡайһылар әйтә: “Был Ҡарас аҡылдан шашҡан!” Ә ҡайһылары әйтә: “Был беҙҙе мыҫҡыл итә”, — ти.

Аранан берәү тороп, тегенең йомаҡ телен сисеп биргән:

— Юҡ, уҙамандар, Ҡарас дөрөҫ һөйләне. Һеҙ үҙегеҙ ҡыйыш аңланығыҙ. Талды ҡырҡһаң, ҡан тама, тигәне — Урал урмандары яуҙарҙа аҡҡан халыҡ ҡаны менән һуғарылған, тигән һүҙ була. Аттарҙың ҡолағына ин һалынған, боттарына тамға баҫылған, тигәне — бөтә еребеҙ билдәле, ҡайҙа барһаҡ та, тоторҙар, тигән һүҙ була. Төндә өрөр эттәрҙе үлтергәндәр, тигәне — үткән яуҙа ҡатнашҡандарҙы язалап бөткәндәр була. Ағас башына ҡор ҡунмаған, тигәне — яуҙан һуң ҡасып йөрөүселәр илгә ҡайтып бөтмәгән була. Ә ямау һалыр кейем бармы, тигәне — килгән ҡунаҡ [Ҡараһаҡал] сит кеше, беҙҙең илгә ямаулыҡтай ғына буласаҡ, тигән һүҙ була.

Уҙамандар Ҡарастың һүҙҙе йомоп һөйләй алыуына һоҡланып ҡалғандар” (Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980, 175-176-сы биттәр)...

 

Ҡарас-сәсән киҫәтеүенең шаңдауы шул уҡ Тырнаҡлы ылыҫы башҡорто — өҫтәрәк телгә алынған Мусай ауыҙынан да яңғырай: “Йортобоҙҙо бөлдөрөргә килмешәк бер ҡараҡ Тырнаҡлы халҡы араһында илде болғатып йөрөгәндә, Тәтеләй-сотник нимә ҡарай? Моғайын, шул ҡараҡҡа ышанып, йортобоҙҙо бөлдөртөргә итәһегеҙ; ә ул, әллә Ҡубандан, әллә ҡаҙаҡ урҙаһынан, әллә ҡараҡалпаҡтан килмешәк ат ҡарағы бит, йортобоҙҙо һәләкәткә дусар ҡылырға теләй” (Материалы, 380-381-се биттәр). Ихтилал башлығы Аллазыянғол Ҡарағужин үҙе лә, инде эш үткәсерәк, ихтилалды әҙерлекһеҙ һәм ваҡытынан элек башланыҡ, тип үкенә (Материалы, 393-сө бит)...

Башҡортостан тәхетенә “хаҡлы” дәғүәһен тарихи яҡтан да нығытырға маташа Ҡараһаҡал: үҙен Ҡубанда йәшәгән нуғай (йәғни туп-тура аҫаба башҡорт — Йеҙекәй батыр нәҫеле) итеп тә күрһәтә һәм Башҡортостанды хаҡлы рәүештә шул бабаларының тыуған ере итеп һанай, шулай уҡ дәғүәле Ырымбур (Орск) ҡалаһы ултырған ерҙә лә үҙенең атаһы йәшәгәнлеген иҫбатлай (Материалы, 379, 428-се биттәр). Шул заманда Ҡараһаҡалды төрлө ерҙә үҙ күҙҙәре менән күргән ике кеше уның тышҡы төҫ-ҡиәфәтен ошолай тасуирлап биргән: “Уның йөҙө ҡарараҡ, уртаса оҙонлоҡтағы һаҡалы ҡара, өҫтөндә аҡ тула сәкмән, башында башҡорттоң ҡыҙыл төлкө ҡолаҡсыны” (татар Яков Әхмәмәтов); “Йөҙө ҡара, яҫы битле, өҫтөндә аҡ тула сәкмән, ә сәкмән аҫтында һарыҡ тиреһенән тун, төлкө бүрек, аяғында ҡаталы сарыҡ, ә һөйләшеүе буйынса башҡорт та, ҡаҙаҡ татүгеллеге күренеп тора ” (мишәр Мәмәтәли Тирәкәйев). Шуныһы бик фәһемле: береһе лә уның йөҙөндә Аллазыянғол әйтеп ҡалдырған зәғифлекте — киҫек танауын күрмәгән (Материалы, 383-384-се биттәр)... Был тәңгәлдә, шөбһәләнеп, фараз ҡылаһы ҡала: 1739 йылдың декабрендә ихтилал башлығы Аллазыянғол һәм башҡалар “Солтан-Гәрәй-батыр-хан” итеп иғлан ҡылған килмешәк — ысынлап та йөҙө зәғиф, 1708 йылда Әстерханда танауы, ҡолағы, бер ҡулының сәтәкәй бармағы ҡырҡылмыш Ибәксеүәк (ялған Солтан-Морат) булғандыр, сөнки тап шул “Солтан-Гәрәй-батыр-хан” иғлан ҡылынасаҡ 1739 йылдың көҙөндә ҡулға алынған Науруш Кинйәкәйев батыр Аллазыянғол Ҡарағужиндың өйөндә “кешеләргә үҙенең йөҙөн күрһәтмәгән” (ҡара япма менән ҡаплап йөрөгән) серле-сәйер кешенең боҫоп ятыуын һөйләй (Очерки, 185-се бит). Ул апрель айында урыҫ ғәскәре менән беренсе етди бәрелештә үк ҡараҡалпағына ҡасып ҡайтып киткәс, ихтилалдың Аллазыянғол Ҡарағужин тотолғандан һуңғы осоронда “башҡорт ханы” урынына уның баяғы өс туған ҡустыһы Байбулат-Ҡараһаҡал ебәрелгәндер. Әгәр ҙә шулай икән, тимәк, 1707 йылда Ибәксеүәк Көсөков ялған Солтан-Моратҡа әүрелгәндәй, 1740 йылда Байбулат Хәсәнов-Ҡараһаҡал да, олатаһы Ибәксеүәк урынына, ялған Солтан-Гәрәй-батырға әйләнгән...

Ҡараһаҡал йәнәһе төрөк солтанынан вәғәҙә ителгән йәки фәстерелгән ҡеүәтле төрөк ғәскәре башҡорттарға ярҙамға килеп еткәнгә тиклем үк үҙ аллы эш күрһәтергә зерә ашҡынған булһа кәрәк: оло яуҙы фәҡәт үләндәр ҡалҡҡас һәм яу аттары мул көтөүлектә йөрөп көрәйгәс кенә башлай торған борондан килгән башҡорт йолаһын боҙоп, яҙҙы ла көтмәйенсә, әҙерлекһеҙ ҡыш бауырынан уҡ ашығып баш күтәрәләр ҙә яу башланыр-башланмаҫы элек үк тирә-яҡтың урыҫ ғәскәрҙәрен үҙҙәренә тарталар. Аллазыянғол Ҡарағужиндың шуға үкенеп көйөнөүе бик урынлы: “Ҡараһаҡалды ваҡытынан элек иғланланыҡ һәм баш күтәрә башланыҡ, шул арҡала, беҙгә инде яҡшы билдәле, беҙҙе юҡ итергә төрлө яҡтан императрица ғалиә йәнәбәләренең ғәскәрҙәре Башҡортостанға ябырылды; беҙгә Ҡараһаҡалды ҡар киткәс — йәйгә табан иғланларға кәрәк ине” (Материалы, 393-сө бит)...

Урыҡ-һурыҡ өйөрләнеүсе лә тарҡалыусы ихтилалсыларҙы баҫтырырға урыҫ генералдары төрлө тарафтарҙан ғәскәрен ташый: тәүге көндәрҙә үк Сыбаркүл ҡәлғәһенән — 600 драгун (атлы ғәскәр) һәм шуға ҡушымтаға Рәсәй яҡлы 700 башҡорт, 200-ҙән ашыу мишәр һәм татар; быларҙан тыш Әй буйын һаҡларға 600 башҡорт; йәнә Мейәс, Эткүл, Силәбе, Сыбаркүл ҡәлғәләренән йыйылма йәйәүле әтрәт, Исәт өйәҙенән 40 гренадер һәм казактарҙан 200 һыбайлы (Материалы, 388-се бит). Былары фәҡәт башланғыс осорҙа ғына, ә һуңғараҡ Башҡортостанды драгундарҙан, Дон һәм Яйыҡ, Запорожье казактарынан торған 50.000 (илле мең!) Рәсәй ҡырғын ғәскәре баҫып ала, баш күтәргән урындарҙа улар яндырып көлөн күккә осормаған ауыл, кешеләрен һуйып ҡанын ҡоймаған өй ҡалмай (Материалы, 443-сө бит). Башҡорт халҡының тамырын тамам ҡоротоу, этнос булараҡ юҡҡа сығарыу өсөн, осраған һәр ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно ҡалдырмай ҡырып йә ҡороҡлап йөрөүҙәренең бер нисә генә миҫалын килтерәйек:

 

“Июлдең 20-һенә тиклем Әшә тауын янлап Ҡатай ылыҫына Һарыүҙәк, Инйәр, Рәүәт йылғалары аша Биләмеш тауы итәгендәге Шаршылы йылғаһынаса үткән подполковник Буткевич командаһы: төрлө урында тотолған 11 ҡараҡ (йәғни ихтилалсы. — Й.С.), 6 ҡатын, 22 ир бала һәм ҡыҙ бала; шул ҡараҡтарҙың 8-е аҫылған, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың 10-ауы үлтерелгән, ҡараҡ йорттарын күрһәтергә 3 кеше иҫән ҡалдырылған; 150 ат, 170 һыйыр һәм быҙау тартып алынған. Шунан һуң Буткевич Ҡатай ылыҫы башҡорто Туйсура Тирбешовтың күрһәтеүе буйынса Мейәс йылғаһы буйында 1 ирҙе, 2 ҡатынды тотто, улары иһә ҡараҡ өйҙәрен белмәйбеҙ, тигәс, әйтелгән ҡараҡ Туйсура аҫып үлтерелде...

14 июлдә подполковник кенәз Путятин генерал-майорға ҡараҡ Ҡараһаҡалдан тартып алынған тимер көпөһөн, ҡылысын һәм турҡаһын һәм тотоп әсир ителмеш башҡорттарҙың атаҡлы 15 ир-атын, 10 ҡатын-ҡыҙын, 5 сабый балаһын, ябай-ялпы 11 ир-атын, 11 сабый балаһын, бөтәһе 63 кешеһен килтереп тапшырған. Һәм ҡалғандарының ҡотон осормаҡҡа 6 кеше язалап үлтерелгән...

Капитан Вознишындың хисапнамәһе буйынса: 24 июлдә Өмәй йылғаһы буйында йәйләүҙә ҡараҡ башҡорттарҙан 25 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ үлтерелгән, сабыйҙарҙан 4 ир бала, 4 ҡыҙ бала әсир алынған, 40 ат һәм ҡолон ҡулға төшөрөлгән. Ә капитан Алкин 26 июлдә еткерҙе: Кесе Ямантау янында ҡараҡ башҡорттарҙың йәйләүен тар-мар ҡылған, шул йәйләүҙә 4 ир-ат, 4 ҡатын-ҡыҙ үлтерелгән, 1 ҡыҙ бала, 2 ир бала әсир алынған, ҡалған ҡараҡтар ҡасҡан; хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ ҡолонло 20 бейә, быҙаулы 40 һыйыр ҡулға төшөрөлгән...

22 июлдә Кирәле тауы янындағы йәйләүҙә 5 ир-ат, 1 сабый бала, 4 ҡатын-ҡыҙ үлтерелгән, тереләтә 1 башҡорт, ә 2-3 йәшлек сабый балаларҙан 2 малай, 7 ҡыҙ әсир алынған, 23 йылҡы, 18 һыйыр малы, 1 пистолет көбәге ҡулға төшөрөлгән; 24-дә шул уҡ тау янында 2 ҡатын, 2 ҡыҙ, 2 малай ҡулға алынған. Һаранатау янында 1 ир, 1 бала үлтерелгән, тереләтә 3 ҡатын, 5 ат ҡулға алынған. 26-һында Нарытау итәгендәге Кесе Инйәр буйында 2 ҡатын, 3 сабый бала, шул иҫәптән 1 ир бала үлтерелгән, тереләтә 1 ҡатын һәм 2-3 йәшлектәрҙән 1 ҡыҙ бала, 2 малай, 27 ат, 18 һыйыр ҡулға төшөрөлгән...

26 июлдә әйләнеп ҡайтмыш Табын казагы атаман Константин Красильников һәм уның 70 кешелек командаһы тарафынан Кесе Инйәр тамағында үлтерелгән башҡорттарҙан: ир-егеттәр 10, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға — 20; әсир алынған ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға — 11, яндырылған ҡараҡ башҡорт ауылдары — 13, унда 164 йорт, шул уҡ ауылдарҙа тапап ташланған төрлө иген баҫыуҙары — 58. Шишмә драгун полкы поручигы Аристов командаһы: ике енестән дә үлтерелгән — 16 кеше, әсир алынған — 14, яндырылған ҡараҡ башҡорт ауылдары — 8, унда 65 йорт, тапап ташланған төрлө иген баҫыуҙары — 6...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: