Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 44 глава




27 июлдә Рәсәйгә итәғәтле башҡорттарҙың 50 кешелек командаһы тарафынан Ҡыраҡатау артындағы Мәүезлекүл эргәһендә 10 ир-ат, 6 ҡатын-ҡыҙ үлтерелгән, 1 башкирченоҡ, 2 ҡатын, 1 ҡыҙ әсир алынып, генерал-майор лағырына килтерелгән...

14 сентябрҙә поручик Сава Веселов еткерҙе: командаһы менән ул Табынға табан уҙып барышлай ҡараҡ башҡорттарҙан 2 ирҙе, 2 ҡатынды үлтергән; 1 ирҙе, 1 ҡатынды, 3 малайҙы, 3 ҡыҙҙы тотоп алған; 15 ауылды, 125 йортто, 121 иген келәтен, 1 мәсетте яндырған; игендәрҙән 89 арпа, 27 һабан ашлығы, 11 һоло, 9 борай, 7 киндер баҫыуын тапатып ташлаған.

Шул уҡ көндә поручик Аристов командаһы менән Табынға табан уҙышлай Миңдеғош тауы янында һәм Үҙән йылғаһы буйында 7 башҡорт ауылын яндырған, унда 45 йорт, 40 иген келәте, 50 мал амбары юҡҡа сығарылған.

Шул уҡ көндә прапорщик Дурасов командаһы менән Табынға табан уҙышлай Биштәк тауы морононда һәм Елмерҙәк тауы янында 6 ауылды яндырған, унда 43 йорт, 5 келәт, 26 амбар юҡ ителгән.

Шул уҡ көндә поручик Загоскин командаһы менән Табынға табан уҙышлай урманда 3 башҡорт ауылын яндырған, унда 22 ыҙма, 25 келәт, 30 мал амбары юҡ ителгән.

14 сентябрҙә прапорщик Юрий Любецкий командаһы менән оло юлдан Табынға табан уҙышлай 4 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙы үлтергән, 4 ирҙе, 4 ҡатынды әсир алған, бөтәһе 8 кеше; уң яҡлап Ағиҙел үренә табан 16 башҡорт ауылы яндырылған, унда 136 йорт, 122 амбар юҡ ителгән; игендәрҙән 89 арпа, 27 һабан ашлығы, 11 һоло, 9 борай, 7 киндер баҫыуы тапатып ташланған...

17 сентябрҙә подполковник Буткевич биргән хисапнамә буйынса, оло юлдан Табынға табан уҙышлай уның командаһы тарафынан йәмғеһе 102 ауыл яндырылған, унда 735 йорт, 391 келәт, 191 аласыҡ, 198 ҡабыҡҡыуыш, 550 амбар юҡ ителгән; үҫеп ултырған игендәрҙән 78 арыш, 7 бойҙай, 24 борай, 212 арпа, 7 һоло, 6 киндер баҫыуы тапатылып ташланған; урып өйөлгән 4 арпа баҫыуы хеҙмәттәге кешеләргә аҙыҡҡа ҡулланылған йәки яндырылған, 2 бойҙай баҫыуы, 13 арпа баҫыуы көл ителгән...

Старшина Бирҙеғол тархан Теләүкәйев тарафынан ҡулға алынып, шикле күренгән башҡорттарҙан 269 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренең 347 йылҡы малы, 206 һыйыр малы менән ҡуша тәфтиш алыу урынына килтерелгән; ҡараҡтарҙан 247 йылҡы малы тартып алынған; 2 ат, 129 һыйыр һәм быҙау, буталы (балалы) 2 дөйә, 20 һарыҡ командаларға ашарға һуйылған. Генерал-майор Соймонов командалары тарафынан 537 ауыл яндырылған, унда 3899 йорт, 3207 ыҙма, келәт, амбар, һарай һәм аласыҡ, 8 йәйләү, 1 мәсет, 1 тирмән юҡ ителгән; үҫеп ултырған килеш тапатылып ташланған йәки урылып өйөлгән килеш яндырылған төрлө иген баҫыуҙарының һаны 549; айырым-айырым алғанда: 183 һабан ашлыҡ, 513 арпа, 7 бойҙай, 32 һоло, 42 борай, 20 киндер баҫыуы; хеҙмәт кешеләренә аҙыҡҡа бирелгәне — 48 баҫыу; бөтәһе 1394 баҫыу” (Материалы, 455-458, 474-476-сы биттәр)...

 

Яҡшы күренеүенсә, башҡорт халҡының ҡасып-боҫоп тере ҡалғандарының да бөтәһе тиң ҡышҡыһын һыуыҡтан һәм аслыҡтан тамам ҡырылып бөтһөн өсөн бөтәһе лә эшләнгән, баяғы геноцид программаһы командалар тарафынан еренә еткереп үтәлгән...

Ситтән ҡеүәтле хәрби ярҙам көтә-көтә, Каспий диңгеҙе ҡиблаһын ҡарай-ҡарай күҙҙәре ҡарайған ихтилалсылар, әгәр ҙә ки Төркиә яғынан “Солтан-Гәрәй-хан” вәғәҙәләгән ғәскәр килеп етмәһә, Ҡараһаҡалды генерал-майор Л. Соймоновҡа тотоп биреү менән янай башлайҙар (Материалы, 393-сө бит)...

Һәм, ниһәйәт, 1740 йылдың февраль — март айҙарында өмөтһөҙлөккә төшә барған ихтилалсыларҙың рухын шөйлә күтәреп ебәргән, ярым әкиәти Әсфәндиәр улы Искәндәр исеменән атҡарылған өндәүнамә таратыла:

 

“Алыҫ яҡтан да йөрәгенә яҡын күргән беҙҙәрҙән — кеселекле Искәндәр-солтан Әсфәндиәр-хан улынан Дәүләт-Гәрәй-хандың улы (ә ғәмәлдә “ейәне” булырға тейеш. — Й.С.) Солтан-Гәрәй-батыр-солтанға (Ибәксеүәккә йәки Байбулатҡа. — Й.С.) кеселекле сәләм. Хафаланмағыҙ, 1.500 кеше менән беҙ ошо марттың (фәләнсә) көнөндә килдек, ә беҙҙең арттан 25 мең кеше менән Солтан-Мөхәммәт-хан килеп етәсәк, ә апрель аҙаҡтарында йәки май баштарында диңгеҙ аша Диар-хан да һәр яҡлап әҙерлекле 80 мең ғәскәр менән килеп төшәсәк, шул саҡ күрһәгеҙ ине һеҙ уларҙы! Ә мин, кеселекле Искәндәр, уларҙан элегерәк килдем, ә Солтан-Мөхәммәт иһә Зим (Әмбә) тамағындағы арыу-ураҡ ҡаршыһында ҡалды, беҙ ул төбәкте Урҡара исемләнек, оло ғәскәр шул төбәктәрҙең аҡ ҡомонда ятасаҡ. Һәм мин Искәндәр-солтандан башҡорт халҡына һәм бөтә атаҡлы старшиналарға һәм ялланмыш батырҙарға күптән-күп һаулыҡ сәләме. Хәҙер беҙҙең ҡанун көсәйҙе, мосолман ҡылысы күтәрелде — быға һис кем шикләнмәһен! Кем дә кем әгәр ошоға ышанмаһа, ул мосолман түгел, ә ысын кафыр! Дыуан ылыҫы Мандарға, Әйленән Зыянғолға, Ҡаратаулынан Исламғолға, Ҡыуаҡандан Айытҡол батырға, Мырҙаларҙан Йәрмөхәммәт муллаға, Әйленән Зәпәш Сартҡолға, Ҡыуаҡандан Абдулла батырға, Мырҙаларҙан Байбулатҡа, Ҡаратаулынан Әсиргә [135] һәм бөтә батырҙарға күптән-күп һаулыҡ теләйем. Ошо һүҙҙәремде ялғанға һанамағыҙ, ә ысынға һанағыҙ, әгәр ҙә ки ысынға алмаусылар булһа, ундай халайыҡтар аҙаҡ беҙҙәргә үпкәләмәһендәр; өҫтә әйтелгән старшиналарҙы оло хөрмәт итһендәр”.

Түңәрәк мөһөрҙәр баҫылған: “Дәүләт-Гәрәй-батыр-хан. Лә Илаһи Илла Аллаһ, Мөхәммәд рәсүл Аллаһ — Сәркиш-Гәрәй-солтан. Лә Илаһи Илла Аллаһ, Мөхәммәд рәсүл Аллаһ —Әбүл-Мөзәвжәр-Сәндил-Зиил-Мансур-Рөстили һәм Мөхәммәт-баһадир-хан” (Материалы, 377-се бит).

 

Тимәк, яфа сигеүсе Башҡортостанды Рәсәйҙең ҡанлы тырнағынан һалдыртып алып ҡотҡарырға Төркиәнән Каспий диңгеҙе аша 80 мең ғәскәр тейәлгән оло армада, өҫтәүенә ҡоро ерҙән дә Ташкент ханы Мөхәммәт-баһадирҙың улы Солтан-Мөхәммәт-хандың 25 мең ғәскәре дөрөп етеп килә, ә Ҡараһаҡал-Солтан-Гәрәй-хандың ялған бер туған ҡустыһы Искәндәр-солтан үҙенең мең ярымлыҡ шәхси гвардияһы менән танау осонда уҡ тора, тип кәпәс сөйөп шатланырға ғына ине... Ләкин быларҙың барыһы ла буш ҡыуыҡ, ә Солтан-Гәрәй-хандың бер туған энеһе Искәндәр-солтан тигәндәре шуғаса башҡорттар араһында хәйер һорап йөрөгән байғош Яҡшәмбәт ҡаҙаҡ булып сыға (Материалы, 400, 594-сә биттәр)... Кәмәһе ҡомға терәлгән Байбулат-Ҡараһаҡал, йәнәһе төрөк солтанының Солтан-Гәрәй-батыры, Әй буйындағы бер нисә бәрелештә үк йөнө борҡоп ҡыйралғас һәм “бер туған ҡустым” тип йөрөткән Сәркәш-Гәрәйенең үле кәүҙәһен ташлап ҡалдырып ҡасҡас (Материалы, 420, 421-се биттәр), башҡорт күҙен һаман буярғалыр инде, моғайын, 28 апрелдә Нуғай юлынан — 2, Себер юлынан 2 башҡортто алып Моғажар тауҙары тарафына көньяҡҡа үҙенең баяғы 80 меңлек ғәскәрен алып ҡайтырға тип йүнәлә, уның алдауын яҡшы белгән ихтилалсылар оло хафала ҡала (Материалы, 421-се бит). “Ҡубандан килгән һәм Ҡыҙыл йылғаһы аръяғында торған ике меңлек ғәскәренең, Илек йылғаһы буйында ҡалмыҡ урҙаһында тупланған һикһән меңлек ғәскәренең” (Материалы, 392-се бит) хәлен белеп, буш ҡуллай әйләнеп ҡайтмыш Ҡараһаҡал май айында башҡорт ихтилалсыларын ҡабат Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа юлландыра. Әй йылғаһы буйында генерал-лейтенант кенәз Урусов[136] ғәскәренән тағы еңелеп, ләкин тағы ла тылсымлы рәүештә ҡапҡанға ҡыҫылмай ҡалып, Тамъян ылыҫына ҡаса һәм, Кесе Ырғыҙ йылғаһы буйында 30 меңлек ғәскәре әҙер торғанлығын һөрәнләп, башҡорттарҙың яңы яуын ойошторорға тотона. “Хан”дың һүҙенә ышанысы кәмегән тамъяндар имеш килеп етеп килгән “хан ғәскәрен” эҙләп табырға тип Ырғыҙ буйына биш һыбайлыһын саптыра, ләкин улары далала ел ҡыуып йөрөп ҡайтҡас, аптырап, йәнә шул яҡҡа ышаныслыраҡ һигеҙ кешеһен ебәрә. Улары ла, мөҡәддәс ғәскәрҙе бер ерҙә лә осрата алмайынса, кире әйләнеп ҡайтҡас һәм ил ағалары Ҡараһаҡалдың ике аяғын бер таҡтаға баҫтыртҡас, хан йораты, күҙен дә йоммайынса, һораусыларҙың үҙҙәренә һорау бирә: “Һеҙ ул барған ерҙәрегеҙҙә ҡырағай сайғаҡтар, тарпандар күрҙегеҙме?” — “Күрҙек”, — тиҙәр баҙаған сапҡынсылар. — “Тап ана шулар була ла инде һеҙ эҙләгән ғәскәрем: мин уларҙы, дошман күҙенә салынмаһындар өсөн, тылсымлап ҡалдырғанмын” (Материалы, 424-се бит)...

Ихтилалсылар араһында абруйы ныҡ ҡаҡшаған, еңелеү артынан еңелеү кисергән Ҡараһаҡалды урыҫ хакимдарҙары, меңәрләгән ғәскәрҙәре менән уратып алһалар ҙа, әллә нисәмә тапҡыр ҡулдары “ҡараҡ”тың яғаһынан алырҙай һуҙылһа ла һәм уның эргәһендә йөрөмөш башҡорт ихтилал етәкселәрен бер-бер артлы берәмләп тә, төркөмләп тә береһен бер ҡалдырмай ҡороҡҡа ҡаптырһалар ҙа, Ҡараһаҡалдың үҙен ниңәлер сәйер рәүештә ысҡындырып ебәрәләр ҙә эргәһенә башҡорттарҙың ҡалған ихтилал башлыҡтарын эркелдертергә ирек биреп ҡуялар һәм уларын да ҡапҡанға эләктереп, Ҡараһаҡалды ҡабат яҙлыҡтыралар...

9 мартҡа тиклем генерал-майор Л. Соймоновҡа Себер юлынан бер нисә хәбәр килә: Ҡараһаҡал үҙе яҡлы 40 кеше менән генә тора, ә яҡын урында Рәсәйгә итәғәт итеүсе башҡорттарҙың 300 кешелек әтрәты йыйылған (Материалы, 386-387-се биттәр). Әммә генерал штабынан итәғәтлеләргә “ҡараҡ-хан”ды тоторға әмер бирелмәй...

23 мартта Көҙәй ылыҫында 200 драгундан, 200 Ғәйнә башҡорттарынан, 200 Ҡоңғор татарҙарынан һәм сирмештәренән, 900 Урал арты башҡорттарынан торған ғәскәр Ҡараһаҡалдың 400 кешелек кенә алайын пыр-туҙҙырып тар-мар ҡыла, ләкин Ҡараһаҡалдың үҙен ҡамауҙан ысҡындыралар (Материалы, 390-сы бит)...

Ҡайһы бер урыҫ командирҙары тарафынан Ҡараһаҡалға ҡарата сәйер мөнәсәбәткә хәҙер хайран ҡалырлыҡ. Апрель айында подполковник Павлуцкий ҡарамағында ихтилалсыларға ҡаршы хәрәкәт итмеш Ҡошсо ылыҫы старшинаһы Яйсан Ҡарабашов командалары Ҡыуаҡан ылыҫында Ҡараһаҡал төркөмөн тар-мар ҡылып, ихтилалдың “хан” эргәһендәге иң күренекле 40 башлығын, шул иҫәптән Аллазыянғол Ҡарағужиндың үҙен[137] һәм ярҙамсыһы Йәнсура Йәнтимеровты, ҡулға алып Павлуцкийға тапшырғас, башын алып ҡасып барыусы Ҡараһаҡалды эләктерергә күпме генә уҡталып ҡараһалар ҙа, Павлуцкий уларҙы ебәрмәй — ике тәүлек буйына үҙенең янында бәйләп тота (Ҡараһаҡал ҡасып ҡотолһон өсөндөр). Көҙәш мулла һәм уның иптәштәре бер нисә тапҡыр Павлуцкийҙан Ҡараһаҡалды тоторға ебәреүен, ярҙамға мылтыҡлы урыҫтарҙы ла биреүен, һис юғында талмас Роман Уразлин командаһына барып ҡушылырға рөхсәтен һораһалар ҙа, урыҫ түрә тыңларға ла теләмәй, өс көндән һуң ғына уларҙың үҙҙәрен генә (мылтыҡлы командаһыҙ) юлландырта, ә подполковник үҙе, ҡараҡ Ҡараһаҡал бер ҡайҙа ла китмәҫ, тип, Ҡараһаҡал боларып йөрөгән Ҡыуаҡан ылыҫынан бөтөнләй икенсе яҡҡа — Әй йылғаһы буйына йүнәлә” (Материалы, 420-се бит). Подполковник Павлуцкийҙы был “тәртипһеҙ ҡылыҡтары өсөн” генерал-майор Л. Соймонов аҙыраҡ ҡына ҡыҙҙырып алған һәм был хаҡта генерал-лейтенант кенәз Урусовҡа еткергән булһа ла, Урусов та үҙ сиратында сәйер һүлпәнлек күрһәтеп, полковник Арсеньевҡа тәҡдимендә, Павлуцкийҙы хеҙмәтенән Сыбаркүлгә саҡыртып алыу зыянлы булыр, сөнки быны ҡараҡ башҡорттар үҙ файҙаһына юрауы ихтимал, тип белдерә (Материалы, 420-421-се биттәр) — серле шәхес Ҡараһаҡалға ҡарата был аңлайышһыҙ ҡылыҡтар алдан уҡ һәм өҫтән йүнәлтелгәнгә оҡшай... Ихтилалдың төп башлығы Аллазыянғол Ҡарағужин менән бергә әсир төшкән 40 башлыҡтан, башҡорт халҡының ҡаймағынан, ҡара зинданда ҡаты язалап яуап ныҡыу башлана, әҙәм балаһы түҙә алмаҫлыҡ һыҙланыуҙарға дусар ҡылынған бисара әсирҙәр үҙҙәре белгән ихтилалсыларҙың исемдәрен, ихтилалдың йәшерен серҙәрен асырға мәжбүр була. Аллазыянғол Ҡарағужиндан баш күтәреүҙең төп башлыҡтарының исемлеген алалар: “Әйле ылыҫынан Сураш һәм Ҡыҙрас Килдәшевтәр балалары менән, Заһит Миңдеғузин, Ҡайбаҡ Ҡарабаев үҙенең улы Япаш менән, Һөйәрғол Шырғынов, Йосоп Алыҡаев, Йосоп Теветов, Йәнсура Йәнтимеров, Сартҡол Бикжанов, Ҡарабаш Үтәйәнов иптәштәре менән; Тырнаҡлы ылыҫынан Йәрмөхәммәт Боҫҡанажаев, Мандар Мишәров, Байбулат Эткөсөков, Йәрмөхәммәт мулла Боҫҡонов, сотник Тетәлсе Теләүбирҙин, Яуын Сыуашев, Муса Сәйетов; Түбәләр ылыҫынан Мусаҡай Ҡанбирҙин, Мишәр Тарханов ике уланы Иштуған һәм Биктуған менән, Ҡушанай Ҡаракөсөков һәм Түбәләр ылыҫының бөтә башҡорттары; Ҡаратаулы ылыҫынан Ыстамғол һәм Йәғәфәр Юлдашевтар, Әшир Аҡсурин, Сәйет Аҡсурин һәм Ҡаратаулы ылыҫының бөтәһе лә; Ҡыуаҡан ылыҫынан Ҡулай Күҙәмбирҙин[138], Аҙнабай Ҡарағужин, Айытҡол Ямантаев, Йәйләү Кинзәйев, Сарбан Ҡолошов, Үлмәҫҡол Иҫәнбирҙин, Абдулла Әйлембәтов, Ҡолтаҡ үҙенең туғандары менән, Ишмәк Күҙәков иптәштәре менән; Мырҙалар ылыҫынан Асман Сөмәйкә; Көҙәй ылыҫынан Абыҙгилде-Ауазсы, Гербай-Алабаш; Төрөкмән ылыҫынан да беҙҙең менән йөрөгәндәр аҙ булманы” (Материалы, 395-396-сы биттәр)... Ошо тәфтиш алыуҙа аталған ихтилал етәкселәренә һәм уларҙың иптәштәренә, балаларына күп тә үтмәй ысын һунар башланғанлығы һәм тотолоусыларҙың һәр береһенең нисә йәштә булғанлығы тураһында 1740 йылдың 27 майы менән тамғаланған һәм подподполковник Я. Павлуцкий ҡул ҡуйған хисапнамә һөйләй:

 

“Себер гөбөрнаһы Теченский биҫтәһенә тотоп килтерелделәр: Әйле ылыҫының төп ҡараҡтары Аллазыянғол Ҡотлоғужин — 70 йәштә, Йәнсура Йәнтимеров — 68 йәштә, Алша Яманғолов — баяғы төп ҡараҡ Аллазыянғолдоң ике туған ҡустыһы, 30 йәштә, Ҡайбаҡ Ҡарабаев — 63 йәштә, Япыш Ҡайбаҡов — баяғы төп ҡараҡ Ҡайбаҡтың улы (ҡараҡ йыйындары уның йортонда булған), 34 йәштә, Сөйәрғол Йорғонов — 48 йәштә, Татлы Япашов — төп ҡараҡ Япаштың улы, 18 йәштә; Ҡор-Көҙәй ылыҫынан Бувәз Тейекбаев — 50 йәштә; Ҡыуаҡан ылыҫынан Морат Аҙнабаев — төп ҡараҡ Аҙнабайҙың улы, 20 йәштә, Исәйдек Әлимбәтов — төп ҡараҡ Әлимбәттең улы, 30 йәштә, Яманғол Ямантаев — төп ҡараҡ Айытҡолдоң бер туған ағаһы, 70 йәштә, Искәндәр Әлимбәтов — төп ҡараҡ Әлимбәттең улы, 29 йәштә, Аҙнабай Теләүғолов — 48 йәштә, Гегләү Кинзәев — 49 йәштә, төп ҡараҡ Ҡулайҙың балалары: Айытҡол Ҡулаев — 20 йәштә, Яугилде Ҡулаев — 24 йәштә, Ҡаразаман Ҡулаев — 18 йәштә, Яҡуп Ҡулаев — 30 йәштә; ҡаҙаҡ Яҡшымбәт — 28 йәштә, уны ҡараҡ һәм боласының, йәнәһе хан Солтан-Гәрәйҙең, бер туған ҡустыһы тип йөрөткәндәр, Сарбаҡ Ҡолошов — 48 йәштә; Тырнаҡлы ылыҫы старшинаһы Йәнғужа Ҡайдаев — 54 йәштә; Түбәләр ылыҫы сотнигы Мусаҡай Ҡотбирҙин — 48 йәштә; йәнә лә Әйле ылыҫынан Ҡансура Килдашов — 44 йәштә, Сағыр Сөйәрғолов — 30 йәштә” (Материалы, 403-404-се биттәр)...

 

Исемлектәге дүрт улы менән бергә ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан “төп ҡараҡ”тарҙың береһе Ҡулай Күҙәмбирҙингә иғтибаритегеҙ: һуңынан Үҫәргән ылыҫында тыуып үҫкән һәм 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә В.И. Ленин һ.б. менән бергә Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйған һәм шул республиканың беренсе рәйесе булған Мөхәммәтхан Сәхипкирәй улы Ҡулаевтың мөхтәрәм бабаһылыр ул.

4 июндә подполковник Павлуцкий 794 драгуны, пушкаһы, мортиры менән, шулай уҡ секунд-майор Языков, капитан Кублицкий үҙҙәренең ғәскәрҙәре менән Тубыл йылғаһы аръяғында Ҡараһаҡалдың 100 кешелек төркөмөн ҡыйратып, “төп башлыҡ”тарының икеһен — Ҡыуаҡан ылыҫынан Сәйет Киләйевте, Ҡара-Табын ылыҫынан Ерембәт Шанаевты ҡороҡлайҙар, ә Ҡараһаҡал үҙе иһә әүәлгесә серле рәүештә ҡороҡтан һыпырылып өлгөрә. Далала ҡыуып етеп, уға эйәргән “300-ҙән артыҡ ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы ҡырып һалалар, шул иҫәптән “төп ҡараҡ”тар — Дыуан ылыҫынан Мандар Ҡарабаев, Ҡаратаулынан Йәғәфәр һәм Исламғол Юлдашевтар, Әшир һәм ҡустыһы Сәйет Атасуриндар, Ҡунаҡбай, Аттеймәҫ, Таймас, Икбаймаҫ, һәм Тырнаҡлы ылыҫынан Йәрмөхәммәт Хажиев ҡустыһы Ҡоҙаяр менән, Мандар Мишәрев, Ҡыуаҡан ылыҫынан Айытҡол һәм башҡалар үлтерелә”. 14 июлдә подполковник кенәз Путятин генерал-майор Л. Соймоновҡа Ҡараһаҡалдың тимер көпөһөн, ҡылысын һәм турҡаһын улъя итеп ебәрә, әммә-ләкин “ҡараҡ”тың өҫтөнән һалдырып алынған улары бар ҙа, Ҡараһаҡалдың үҙе юҡ (Материалы, 456-сы бит)... Яраланған Ҡараһаҡал, аты һөрлөгөп ҡолағас, икенсеһенә атлана һалып, һыбайланған ике бисәһен дә алып, бер нисә кешеһе менән генә ҡараҡалпаҡҡа табан ысҡына (Материалы, 438-се бит). Әбелхәйер-хан, Аблай-солтан, Йәнбәк батыр етәкселегендәге 200 ҡаҙаҡ алайы Сейәлекүл тигән имәнлек артында ҡасаҡтарҙы һағалап тороп, күбеһен ҡырып һала, тере ҡалмыш ҡатын-ҡыҙҙарын, бала-сағаларын һәм бер нисә ир-атты, муйындарынан арҡанлап, Ташкент баҙарына ҡоллоҡҡа һатырға ҡыуа. Быуат аҙағындараҡ буласаҡ ихтилал башлығы Кинйә-абыҙҙың ҡартатаһы Аҡҡуҙы (шәжәрәләге Аҡҡош) батырҙың сабып өҙөлгән башын улъя итеп Әбелхәйер-ханға илтәләр. Әммә Ҡараһаҡалды был ҡаҙаҡтар, ҡәҙерләп, “үҙенең йортона оҙаталар” (Материалы, 445, 454-се биттәр). Шунан һуңғы ике йыл араһында урыҫ хөкүмәте вәкилдәре әллә ҡасан уҡ үҙҙәренең уйын ҡурсағына әйләнмеш ҡаҙаҡ һәм ҡараҡалпаҡ хандары менән дә, хатта Ҡараһаҡалдың үҙе менән дә Ҡараһаҡалды урыҫ хөкүмәтенә “тотоп бирһендәр” өсөн хат алыш уйыны атҡара, ләкин эреле-ваҡлы хандар ниңәлер уны “тота алмай” аҙапланалар, ә Ҡараһаҡал үҙе иһә “урыҫ хөкүмәте алдындағы ҡара йөҙөн уға ҙур хеҙмәт күрһәтеп аҡлағас ҡына” килеп күренергә теләүен белдерә, шул арҡала урыҫ генералдары әмәлһеҙ тороп ҡала. Әйтерһең, Рәсәй империяһының ҡорос тырнаҡлы оҙон ҡулы 1724 йылда уҡ ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, ҡалмыҡ урҙалары аша теләгән бер тәңгәлгә һуҙылмаған да Алдар батырҙың Ҡубандан хан саҡыртып ебәргән биш башҡортон диңгеҙ аръяғынан уҡ тотоп ҡайтартмаған (Материалы, 304-се бит)!..



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: