йыл - экология йылына арнайым




Айыу

 

Бер йәнлектән ҡурҡмай айыу, Урманға хужа хайуан. Ғәҙәттә әҙәмдән ҡурҡа, Ә кеше ҡурҡа унан. Умарта күрһә ағаста, Бик тиҙ генә үрмәләй. Быз-быз килеп йөҙәтһәләр, Төшөп ятып тәгәрәй. Бал яратҡан тәмле тамаҡ, Ҡорт сағыуҙан да ҡурҡмай, Ҡуйы оҙон йөнлө булғас, Тәненә ҡаяу батмай. Артҡы аяғына баҫып Хәс әҙәм кеүек атлай. Иртә таңда, йә кистәрен Һунарға сыҡмай ҡалмай. Лира Хәбибуллина, 2014

Хәйләкәр айыу

 

 

  Күрше һунарсы Ғалимйән Белә һунар серҙәрен. Ҡайһы берҙә бик тасуирләп Һөйләй ҡыҙыҡ мәлдәрен. Аптыратты беҙгә һөйләп Айыуҙың ҡылыҡтарын. Һунарсылар ғына белгән Хәйләле мутлыҡтарын. Баҡһаң, айыу һунарсыны Төрлөсә алдай икән. Ҡайһы ваҡыт кешегә лә Оҡшап ҡылана икән.   Балыҡсы ауҙарын һыуҙан Алып тикшерә икән. Балыҡтарын сүпләп еңел Табыш хуп күрә икән. Тарбаҡлыны саҡырғанда Мышы булып үкерә. Тауыш сыҡҡан яҡҡа табан Теге бахыр йүгерә. Һунарсынан юл йәшереү Оҫталығы бар икән. Хәйләлеге был йәһәттән Хайран ҡалырлыҡ икән!     Лира Хәбибуллина, 2017  

 

 

Аҫ (горностай)

 

 

Бутамағыҙ йәтсә менән, Ул миңә туған-ҡәрҙәш. Шуға күрә лә бигерәк Ҡиәфәтебеҙ оҡшаш. Күпкә түгел, йәтсәнән мин Бер аҙ ғына ҙурыраҡ. Ҡойроҡ осом ҡара минең, Оҙон һәм йомшағыраҡ. Ҡар аҫтында ла йөрөйөм, Һыуҙа ла яҡшы йөҙәм. Йәшәр урын һайлағанда Табышлы ер хуп күрәм. Яңғыҙ һунарсы – мин үҙем, Тотһам табыш, бүлешмәм. Ғаиләм дә юҡ, балаларым Тиҙ үҫәләр, бик йылдам. Сел, ағуна кеүек ҡоштар, Сысҡан, әлгәйнәк, ҡуян, Тағы күп кенә хайуандар Булалар миңә ҡорбан. “Хәтәр йыртҡыс”, – тиҙәр мине, Был турала мин беләм. Үҙемдән ҙур алйырҙанды Елкәһен тешләп еңәм. Һунар итәм төнөн һәр саҡ, Эңер төшһә, төн еткән. Мин эйәләшкән ауылда Тауыҡтарға көн бөткән. Ләкин төлкө, һыуһар, бурһыҡ, Йыртҡысыраҡ минән дә. Аңраланһам, улар өсөн Табышҡа әйләнәм дә. Лира Хәбибуллина, 2014.

Дәрестә күрһәтеү өсөн: Горностай гипнотизирует кролика - видео.

 

Бүре (волк)

 

 

Тиҫтәләгән саҡрымдарҙы Бер төндә лә мин үтәм. Табыш булыр урындарҙа Сәғәттәр буйы көтәм. Ҡорбанымдың ҡайҙалығын Байтаҡ аранан һиҙәм. Ел килтергән еҫтәр аша Эҙҙәренә тиҙ төшәм.   Ҡайһы ваҡыт һунарсы ла Минең эҙҙәргә төшә. Мин ас булһам, һарыҡ иҫән Ҡалмағанын ул белә. Мылтыҡһыҙ кешене йәһәт Һунарсынан айырам. Ҡоралһыҙға мин ҡурҡыныс Булғаныма ышанам.   Лира Хәбибуллина, 2017

 

Мышы һәм бүреләр

 

 

Бик аҡыллы йыртҡыс бит ул Эттең ҡәрҙәше – бүре. Күкһел төҫтә лә осрайҙар, Ә күпселеге һоро. Көслө, ҡыйыу, оло бүре Һунарҙа алда бара. Башлыҡ булыуын өйөрҙә Һәр саҡ иҫбатлап тора. Дәррәү эш итеү уларҙа Ҙур уңыштар килтерә: Бер-нисә бүре ҡамалап Ҙур мышыны үлтерә. Мышы ла бик тиҙ бирешмәй, Ул бик ҙур көскә эйә. Ас бүренең томшоғона Тояғы килеп тейә. Лира Хәбибуллина, 2015

Бурһыҡ (барсук)

 

 

Бурһыҡ йөрөй өй һалып, Төн буйы арып-талып, Төрлө яҡҡа - ишектәр, Сыҡҡан ерҙә - тишектәр. Аптырама - төн тигәс, Көндөҙ йөрөй ул һирәк, Иртә менән, кис менән Ризыҡ таба көс менән. Әҙерләнә ул ҡышҡа, Сыҡмай ул ҡышын тышҡа, Шуға көҙҙән май йыя - Эсенә бик күп һыя. Бик шифалы ул майы, Дауаларға бар яйы. Бына шундай буйлыҡай, Бик тә уңған, уйлыҡай. Лира Хәбибуллина, 2017

Йомран (суслик)

Йәшенеүҙе дошманымдан Хәйлә менән булдырам. Йөрөү өсөн ер аҫтында Бик күп тишектәр йырам. Ҡурҡыныс янаған саҡта, Әсе итеп һыҙғырам. Үрә баҫып тирә-яҡты Һәр саҡ күҙәтеп торам. Йомрандың инеү-сығыу урындары Уртымдағы тоҡсаларға Шыплап иген тултырам. Ашлыҡ бөтһә баҫыуҙарҙа, Бик тиҙ йоҡоға талам. Йоҡлай торған урыныма Бесән, һалам тултырам. Күп йоҡлау буйынса бөтә Йәнлектәрҙән уҙҙырам. Лира Хәбибуллина, 2015 Йомран өңө схемаһы

Йәтсә (ласка)

 

Аҡ йәтсә ҡышын ҡарҙа Күренмәй күҙгә хатта. Тик төймәләй ҡара күҙҙәр Барлығын уның һата. Мартта йәтсә аҡ кейемен Алыштыра һороға. Ярата ул һыуҙа балыҡ Ҡыҫалалар тоторға. Үлтергән ҡорбандарының Бөтәһен дә ашамай. Һунар ҡомағы уянһа, Ҡыра ла һала шулай. Мал һарайҙарын үҙ итеп Ҡомаҡ, сысҡандар аулай. Тауыҡтарын юҡ иткәнгә, Ауыл халҡы яратмай.       Лира Хәбибуллина, 2014

 

Кеш (соболь)

Етеҙ һәм бик йылдам йөрөй Ҡышын кеш йомшаҡ ҡарҙа. Рәсәй кешенән дә матур Кеш юҡ сит урмандарҙа. Һикергеләп йөрөй торған Һөйкөмлө, матур хайуан. Яратҡан аҙығы – сысҡан, Әлгәйнәк, тейен, ялман. Матур төҫтәге ҡиммәтле Аҫыл тиреле йәнлек. Байҙар ғына был тиренән Кейем кейгәндәр элек. Тышҡы сауҙа илдәр менән Халыҡ-ара баҙарҙа Еңел үткән һатыу эше Йомшаҡ алтындар барҙа. Лира Хәбибуллина, 2014

 

Ҡабан

 

Төркөм-төркөм булып йәшәй

ҡабандар урмандарҙа.

Йөрөгән эҙҙәрен күрәм

һөрөнтө, йырындарҙа.

Шәп йүгерә, һикереп сыға,

ваҡ йылға, йырындарҙы.

Йылдам ғына йөҙөп үтә

киң генә йылғаларҙы.

Уңайһыҙлыҡ түгел бер ҙә

сәнске, ҡыуаҡ һәм шырлыҡ.

Ҡуш тояҡлы булғанғамы

еңел үтелә һаҙлыҡ.

Ҡыйын осор ҡабан өсөн

туң тупраҡ һәм боҙлауыҡ:

Ер һөрөүҙәр ҡыйынлаша –

ауыр табыуы аҙыҡ.

Өҫкә ҡарай сығып тора

тештәре уның ҡаҙыҡ,

Бүренең дә ул тештәрҙән

ҡурҡыуы бер аҙ ҡыҙыҡ.

Лира Хәбибуллина, 2014

 

Ҡондоҙҙар (бобры)

 

 

Төркөм-төркөм булып йәшәй Ҡондоҙҙар, яңғыҙ һирәк. Ул йәшәгән йылға яры Урман йәки тал-тирәк. Һыу аҫтында йөҙгән саҡта Күҙҙәре уның йомоҡ. Йомған күҙҙәре менән дә Күрә алыуы ҡыҙыҡ. * Ауыҙ, ҡолаҡ, танауы ла Йөҙгәндә уның йомоҡ. Һыуҙа йәшәһә лә ҡондоҙ, Ризығы түгел балыҡ. * Күҙ ҡабағының үтә күренмәле булыу сәбәпле, һыу аҫтында күҙе йомоҡ көйө лә күрә. Ҡоро ерҙә йөрөгәндә, Ҡондоҙҙар ғәжәп ирмәк. Ҡойроғона ултырта ла Сабыйын йөрөй һөйрәп. Һыу аҫтынан юлдар һала Ояһына – тынлыҡҡа. Аҙығын да һыуҙа туплай Көҙҙәрен ҡышҡылыҡҡа. Лира Хәбибуллина, 2014 Ҡондоҙҙарҙың торлағы ҡоро, ә инеү урыны һыу аша.

Ҡотҡарҙыҡ бит ҡондоҙҙо

 

 

Һыу йәнлеге был хайуандың Ике ҡатлы тиреһе: Йылҡылдап торған өҫкөһө, Һыу үткәрмәҫ аҫҡыһы. Ошо матурлыҡ уятты Кешеләрҙең нәфсеһен. Күпләп ҡырып бахырҙарҙы Бик аҙ ҡалдырҙы һанын.   Ярай әле ғалимдар бар Едти сара күрергә. Алып ҡайтып ситтән йәнлек Ебәрҙе үрсетергә. Һунар итеү ҡәтғи тыйҙыҡ Ерһенеп китте ҡондоҙ. Булды шулай юғалғанды Тергеҙгән саҡтарыбыҙ. Лира Хәбибуллина, 2014

Ҡоралай (косуля)

 

 

Иҫ киткес матур был йәнлек Һоҡландырмай кемдәрҙе. Шәп йүгереп һемәйтә ул Бүре, һеләүһендәрҙе. Ырғып үтә ҡыуаҡтарҙы, Ҙур ғына йырындарҙы. Төйәк итә ҡоралайҙар Тау-ташлы урмандарҙы.     Иҫкә төшөрә бәләкәй Ҡойроғо ҡуяндарҙы. Ҡойроҡ тирәләй аҡ табы Нәфислек өҫтәй тағы. Оло йәштәге кешеләр Ҡайһы бер сибәрҙәрҙе: -Ҡоралай кеүек матур, - тип Маҡтай һылыу ҡыҙҙарҙы.   Лира Хәбибуллина, 2014

Аҡ ҡуяндар аҡ ҡарҙа

Һоро тунын алыштырып Ҡабаланған бит ҡуян. Алыҫтан күренеп тора, Ҡар булмағас, бик яман. Ә ҡар яуғас аҡъюлайҙа, Шатланды аҡ ҡуяндар: -Тундарыбыҙ аҡ ҡар менән Бер иштән бит булғандар. Ҡалтыратты һыуығайҙың Сатлама һыуыҡтары. Тик ҡуяндар бирешмәйҙәр, Бик йылы бит тундары.     Бейек көрттә өңдәр яһап Йоҡлай төнөн ҡылыйҙар. Киң тәпәйҙәре батмайҙар Өрпәк булһа ла ҡарҙар. Аҡ ҡуяндар аҡ тун менән Һаҡлана дошмандарҙан, Шаҡайҙа ла була торған Һыуыҡ һәм бурандарҙан. Лира Хәбибуллина, 2015.  

Ҡуян (заяц)

Матурлыҡҡа зар түгелмен, Ҡылый булһам да үҙем. Аҡ ҡарға ла бер сағылмай, Бик яҡшы күрә күҙем. Күҙлек кейгән балаларҙы Һәр көн тиерлек күрәм. - Кишер ашаһалар былай Булмаҫ ине, - тип көйәм. Компьютерҙың күҙем өсөн Насар булғанын беләм. - Сама белеп ҡулланығыҙ! - Тип һәр көн кәңәш бирәм. Күҙһеҙ ҡалыр микән был? – тип, Күрһәм бик йәлләп ҡуям. Тыңлаһалар мине, файҙа, Насарға әйтмәҫ ҡуян.   Ап-аҡ туныма шатланам, Ҡышҡы һыуыҡҡа түҙәм. Йоҡлар өсөн йылы торлаҡ Өрпәк ҡарҙарҙа өңәм. Был шиғырым башланғыс класс уҡытыусыларына һаулыҡ һаҡлау темаһына әңгәмә үткәргәндә ҡулланыу өсөн. Лира Хәбибуллина, 28.11.2017

Мышы (лось)

Тармаҡлы матур мөгөҙөм Ауыр булһа ла түҙәм. Һалһам, йылға көҙгөһөндә Туҡал һыйырҙай күрәм. Йыл да мөгөҙ һалыуымдың Серҙәрен һеҙгә сисәм, Бер йәлләмәй ҡыш башында Урманға бүләк итәм. Тәмле бөрө, ҡайыр эҙләп Урман буйлап мин гиҙәм. Бүреләр яҡынлауын да Тиҙ арала уҡ һиҙәм. Мөгөҙ һалдым, туҡал ҡалдым, Хәҙер еңел сабырға. Ас бүреләрҙән ҡасырға, Ҡышын аҙыҡ табырға. Лира Хәбибуллина, 2014

Тейен (белка)

 

 

Көҙгө матур аяҙ көндә Мин урманға юл алдым. Йөрөй торғас өлтөк ҡойроҡ Тейенде күреп ҡалдым. Тәпәйҙәре менән тотоп Тубырсыҡ ашай тәмләп. Ағас башында торлағы, Йәшәй урманды йәмләп. Мине күрҙе лә һикерҙе Ҡапыл күрше ағасҡа. Иҫем китеп хайран ҡалдым Тейендәге сослоҡҡа. Көҙ өлгөргән сәтләүекте Әҙерләй ул ҡышлыҡҡа. Тәмле аҙыҡтарын ашап Бирешмәй ҡыш һыуыҡҡа. Лира Хәбибуллина, 2015

Энәле йомғаҡ

Йомшаҡ, матур тунлыларға Бер ҡыҙмай минең күҙем. Энәле туным менән дә Үтә һөйкөмлө үҙем. Һөжүм итһәм йыландарға, Ағыуға ла мин түҙем. Ул оҙондарҙы гел еңәм, Һис буш түгел бер һүҙем.   Дошман килһә минең янға, Тырпая энәләрем. Йомғаҡ булып йомарланһам, Иң яҡшы һаҡта йәнем. Алма ҡаҙап ташырға ла Бик тә уңайлы туным. Иң файҙалы тун – минең тун, Шулай тунымдан уңдым. Лира Хәбибуллина, 2016

 

 

 

Хәйләкәр төлкө

Кисә китеп бара инем Йылға буйлап уйнаҡлап. Терпе сыҡты ла юлыма Йомарланды йомғаҡлап. Уратып йөрөп ҡараным, Еҫкәп тә алдым бер мәл. Һикерҙе лә морономдо Сәнстерҙе бит: был ни хәл?   Әле шулаймы ни һин! – тип Тәгәрәттем йылғаға. Һыуға төшкәс, ни эшләһен, Йөҙөп йүнәлде ярға. Уйлап ҡара: хәйләлектең Нигеҙе - аҡыл була. Сәнскеле йомғаҡты нисек Хәйләһеҙ асып була? Лира Хәбибуллина, 2017.  

 

Һуҡыр сысҡан (крот)

Исеменән белеп була Күҙһеҙ хайуан икәнен. Яҡты күрмәй ер аҫтында Яйлап ғүмер иткәнен. Был йәнлектең тәпәйҙәре Көрәктәй киң һәм ҡыҫҡа, Алғы тәпәйҙәр табаны Гел ҡарап тора өҫкә. Тырнаҡтары бигерәк эре, Бик осло һәм бик көслө. Ер өңөү өсөн уңайлы Бүтән тәпәй юҡ төҫлө. Һуҡыр сысҡандың исеме Ҡайһы бер яҡта “төрткө.” Төрткө сыҡһа ер өҫтөнә, Тота бесәй, йә төлкө. Лира Хәбибуллина, 2015

Һыуһар (куница)

 

Күркәм, хәйләһеҙ ҡарашлы, Бигерәк һөйкөмлө хайуан. Оҙон, йомшаҡ матур йөнөн Һыйпап һөйөрҙәй булам. Ялбыр ҡойроҡло януарҙың Йәшәгән ере – урман. Башҡорт урмандары һәр саҡ Һыуһарға бик бай булған. Еңел хәрәкәтен биҙәй. Етеҙлек, һығылмалыҡ. Матурлығы менән һыуһар Ҡарап күҙең алмаҫлыҡ. Йүгереп барыусы һыуһар Биҙәй Өфөнөң гербын. Киләсәктә лә был хайуан Йәмләһен ерем күркен. Лира Хәбибуллина, 2015 Өфөнөң гербы

Шәшке (норка)

йыл - экология йылына арнайым

 

Һыуланмай ул һыуға сумһа, Епшек ҡарҙар яуһа ла. Һунар итә был йәнлеккә Кешеләр һәр йылда ла. Бик затлы, матур тиреһе, Йып-йылтыр көрән йөнлө. Был тиренән теккән тундар Бик килешә, бик йәмле. Тундар күреп кешеләрҙә Тәнем сымырлап китә. Күпме шәшке һәр бер тунға Ғүмерен ҡорбан итә. Балыҡ, тәлмәрйен һәм сысҡан Тотоп шәшке туҡлана. Сысҡан тотоп ярҙам итә, Ә беҙ нишләйбеҙ бына! Башҡортостанда шәшкенең Ике төрө бар икән. Ситтән килтерелмәгәне Ҡыҙыл китапҡа ингән. Был Америка тигәнең Шул тиклем булыр икән! Шәшкеләре лә беҙҙекен Ҡыҫырыҡлайҙар икән*.   Лира Хәбибуллина, 2017.  

Һүрәттә Европа һәм Америка шәшкеләре.

 

*Белешмә. Егерменсе быуатта Американан килтерелгән шәшкеләр ҙурыраҡтар, европа шәшкеләрен һунар итеү сәбәбе менән кәметеүгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыҫырыҡлайҙар.

 

Ялман (тушканчик)

 

 

Ер ҡуяны, йә ҡушаяҡ, Ҡайһы яҡта мин ялман. Ҡушаяҡлап һикерергә Яратам инде яман. - Көнгөрәнекенә оҡшаш Аяҡтарым, - тип ҡуям. Ҡолаҡтарҙы бүләк итте Миңә бер йомарт ҡуян. Запчастарҙан торған кеүек Мин үҙемде гел тоям, Ҡойроғомдо ҡайһы ваҡыт Ишәктеке тип торам. Үҙемдән ҙур ҡойроғомда Аҡ-ҡаралы бумалам. Уңға, һулға һикергәндә Бумаламды ҡулланам. - Минең кеүек шәп һикергән Бер кем юҡ, - тип шатланам. Йәйен ырғый-ырғый йөрөп, Ҡышын йоҡоға талам. Лира Хәбибуллина, 2015

Янут (енот)

 

 

“Урман эте” тиҙәр мине Урманда мин көн итәм. Һаҙлыҡлыраҡ урындарҙы Яратып төйәк итәм. Һунар итәм һыу буйында, Һәр кис шунда йүгерәм. Ҡара күҙлектә булһам да, Төнөн дә яҡшы күрәм. Бик егәрле лә мин үҙем, Таҙалыҡты яратам. Ашар алдынан гел ныҡлап Аҙығымды сайҡатам. Фото. Енот – полоскун. Ҡурҡыныс янаған саҡта, Гел үлгәнгә һалышам. Хәүефлек үтеп киттеме, Торам да етеҙ сабам. Эт нәҫеленән мин, ләкин Ҡышын йоҡоға талам. Ер йылына башлау менән Яҙын һунарға сығам.   Лира Хәбибуллина, 24/01/2017

 

 

Йөкмәткеһе

Башҡортостанда йәшәгән ҡырағай хайуандар тураһында шиғырҙар:

Шиғырҙар Биттәр №
  Айыу Хәйләкәр айыу Аҫ Бурһыҡ Бүре Мышы һәм бүреләр Йомран Йәтсә Кеш Ҡабан Ҡондоҙҙар Ҡотҡарҙыҡ бит ҡондоҙҙо Ҡоралай Аҡ ҡуяндар аҡ ҡарҙа Ҡуян Мышы Тейен Энәле йомғаҡ (терпе) Хәйләкәр төлкө Һуҡыр сысҡан Һыуһар Шәшке Ялман Янут  

 

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2018-01-08 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: