Тапатырмы ерен дошмандан, 8 глава




Хандың һүҙен ишеткәс,

Маян, тош тнгән булып, һүҙҙе үҙенә терәгәс.

Мәргән, хандан һүҙ һорап, Тош юрарға керешеп,

Бынау һүҙҙәрҙе әйткән:

— Мпн үҙсм, оло ханым, Тош юраусы түгелмен,— Уралда ҙур дан тотҡан Нищи тигән йырсымын. Ҡыҙҙың тошон юраусы Бүтәп берәү күренмәй, Уртаға һалын һонләгәс, Юрамай тура килмәй.

Бейек ҡая, шыр урман —

Ил арҡалау, һылыуҡай. Ҡаянан килгән ул егет — Күҙе йәшкә мансылған Ҡулы бәйле берәүҙең Өмото ул, һылыуҡай.

Ҡулың һуҙып барһаң да, Ҡулын бнрмәп тороуы —

Сер һаҡлау ул, һылыуҡай. Атына һыу боркһәң дә,

Тире ҡатмау атының —

Яу котоү ул, һылыуҡай.

Ҡулында һуҡҡы булмауы,

Үҙе ҡомһорап тороуы —

Асыуланған иленең Яу асырға килеүен Котөүелер, һылыуҡай,—

тигәс, хан Мәргәнде һөйләүҙән туҡтатҡан, ти.

Был һүҙҙе ишеткәс, ботә ҡунаҡтар Мәргәнде ҙур йырсы тнп, уның туйҙа бер йыр йырлауын һорағандар. Ҡунаҡтар һорағас, Мәргән дә күнгән. Йырҙы аҙаҡ йырлармын, хуп күрһәгеҙ, тш һеҙгә бер егеттең бер ҡыҙҙы яратҡанын һойләп бирәйем тнп, үҙ уйын икенсе бер егеттең башынан кискән нәмә итеп һөйләргә керешкән, ти:

— Ул ҡыҙ үҙе һылыу булгак, ботә илдә данлы булған, һой- гән егете батыр булған, үҙе йырсы булған, нрөк, һөйөү йыры йырлап йөрөгән. Ҡыҙҙың һөйоүе күктә иҫкән йылғыр елдәрҙән дә көслөрәк, ҡанатлы ҡоштарҙап да иреклерәк булған. Шул һылыуҙы бер хан килен тотҡон иткән, һөйгән егете, быға түҙмәй, бөтә илде йөрөп, батырҙар йыйып, ханға ҡаршы яу күтәрергә ант иткән, ти.— Шунан Мәргән был һүҙенә өҫтән:

Әсәһе килен булған,

Атаһы кейәү булған,

Үҙен данлы батыр итен Тәрбиәләп үҫтергән,

Көләс йөҙлө һылыуың Иркәлән тә үҫтергән Тыуған илен, һөйгән ҡыҙын Бирерме батыр егет,

Ҡара гүрҙә ятмаһа?!

Тапатырмы ерен дошмандан,

Таянған да иле һау булһа?!

Мәргәндең был һүҙҙәрен ишеткәс, хан асыуланып:

— Мпн хан та п ар л ыҡ батыр ҙа, дан алырлыҡ батыр ҙа күргәнем юҡ был яҡта. Йырсы, әйткән һүҙҙәрең әкиәттер ул, булмаһа,— тигән икән, Мәргән шул ерҙә, артта ҡалған халҡының килеп[еткәнен күргән дә:

Урал ашып, яу асып,

Юшап ятҡан йылҡының,

Мөңрәп йорогән һыйырҙың Барып алып пол * ҡылған,

Яуға сапҡан батырын һуйып, ҡатынын тол ҡылған,

Голдәй һылыу ҡыҙҙарын,

Барын алып, ҡол ҡылған Нуғай плдең ирҙәрен,

Кәпәс кейгән улдарын,

Көләс йоҙлө ҡыҙҙарын,

Сарын ҡоллап *, хан булған. Илаған халыҡтың к үҙ йәшен Яҡлай торған һор саҡта, Йырсы түгел — батырмын. Уралымды талаған Яуыз хандан ҡономдо Ала торған батырмын. Халыҡтың аҡҡан күҙ йәшен Ҡаның менән йыуырһың, Талап алған малдарың Йәнең менән түләрһең.

Ҡуйыц коткән ярлыға Тәхетең биреп үлерһең.

Шул к үҙ йәше хаҡына, Ата-баба ҡонона,

Илемә биргән һүҙемә Ҡара ҡаны был хандың Яуап булһын антыма,—

Тиси ханға ынтылған,

Башын сабын осорған.

Бөтә бәйле ҡолдарҙы, Таланған бар малдарҙы,— Барын биреп ҡолдарға, Илдәренә оҙатҡан.

Нуғай хапдыц ханлығын Мәргән шулай ҡолатҡан.

Борон башҡорт араһында Тарғын исемле батыр булған. Үҫеп егет булғас, үҙенә яраҡлы ҡыҙ эҙләп киткән был бер заман. Менгәне — толпар, уҡ-һаҙағы муйынында, ти, бының.

Был шулай китеп барғанда, бер далала Аҡсахак халҡы күсеп бара икән. Егет арттарынан ҡыуып етә. Иң алда Аҡсахандың Аҡъ- юныс исемле ҡыҙы бара. Янында ҡырҡ кәнизәк ҡыҙы бар, ти. Улар үҙҙәре бер торкәм. Тарғын үтеп барғанда, ҡыҙҙар «Ай, бынау егетте!» тпп ҡыҙығып ҡалалар, тп. Тарғын әйләнеп пң алдағы ҡыҙға ҡараһа, ҡыҙға күҙе тошә. Ҡыҙ:

— һин кем булаһың, егет, ҡайҙа китеп бараһың?— тип һорай.

— Мин Тарғынмып, үҙемә лайыҡ ҡыҙ эҙләйем,— тин яуап бирә.

ТАРҒЫН БАТЫР

Егет:

— Ә мин — Аҡса хандың ҡыҙы Аҡъюнысмын. Мин лайыҡ булһам, миңә һин лайыҡһың,— тигән ҡыҙ.

Тарғын тағы әйләнеп килгәндә, былар тирмәләрен ҡороп ултыралар, ти. Тарғын килә лә ханға һуҙ ҡуша:

— Ҡыҙың Аҡъюнысты миңә бирһәң, мин ҡабул итер инем,— тн.

— Юҡ, мин андай аҙғын кешегә бирмәйем,— тн хан, ҡыҫҡа ҡуя.

Тарғын Аҡъюнысҡа барып әйтә. Шунан, ҡасайыҡ, тип кәңәш итәләр былар. Аҡъюнысты толпарға мендерә лә алып ҡаса Тартын. Кәнизәк ҡыҙҙар ханға барып хәбәр итәләр. Хан: «Кем дә кем [арттарынан] етеп алып ҡайтһа, шуға ҡыҙымды бирәм»,—тип, халҡына иғлан тарата.

Бөтә халҡы ҡыуа сыға.

Толпарҙар күккә аралашып килгән саң күрәләр.

— Ах, ҡыуғын килә, толпар менгән кеше икән. — ти Тарғын. Ҡыҙ:

— Беҙҙә ҡарт Ҡужаҡ тигән кеше бар. Шунан башҡа толпар менгән кеше юҡ, шул булыр.— ти.— Әммә шәпле кеше, ете йәштән яу алып килгән кеше. Хәҙер йәше алтмыш биштә, һиңә торошлоҡ итә алмаҫ,— ти.

Теге яҡынлап килгәс, Тарғын ҡыҙҙы ҡалдырып, далаға ҡайыла ла уҡ атымы ерҙән ҡарап тора. Ҡарт Ҡужаҡ ҡыҙға килеп етә.

— Ә, Аҡъюныс, килдем бит. Тәнеңдә бер генә миңең булһа ла, алмайым,— тн. (Үҙенең миңдә эше юҡ, боҙолғанмы икәнеп ҡарағы килә инде ҡартластың.)

Ҡарт Тарғынға килә лә:

— Әүәлге киҙәк * минеке, һуңғы киҙәк һинеке,— ти. Атышырға теләй.

Тарғын аттан тошоп, ҡартҡа нәүбәт бирә. Ҡарт Ҡужаҡ атып ебәрә. Тарғылдың яурынында егерме биш уҡ һалынған һаҙаҡ булған икән, барыһын да сылтырата атын ебәрә. Тарғын атына менә лә ҡарт Ҡужаҡка сабып кплә:

— Пиңә уғымды атаһың, хәҙер тотоп һине мин ватам,— ти. Ҡарт:

— Тороп тор әле, тағы минең ике ата торғаным бар. Тауҙай атың менән тауҙай үҙеңде күрмәй атҡаным юҡ, тн. Бер атҡанда уғыңды аттым, икенсе атҡанда атыңды, осонсо атҡанда үҙеңде атамын,— ти.

Тарғын китә лә бара. Ҡыҙға килә. «Әйҙә, киттек», ти.

Ҡыҙ ҡартҡа әйтә:

Әй ҡарт Ҡужак, ҡарт Ҡужаҡ,

Атың башын тарт, Ҡужаҡ, һаҡал шыртың ҡыуарып,

Буйға бөткәп тамырҙың Бары берҙәй сыуалып,

Алайым тип тормошоң,

Мине күреп ҡыуанып.

Үлтерһәң до теймәймея,

Тицдек бирһәң һоймәймең,

Борок Ҡужаҡ булһаң да,

Инде ягҡаи ҡыу тиҙәк.

Шул ерҙә карт Ҡужаҡ асыуланып, баш бармагың тыгын, танауын айырып ебәрә.

— Лҡъюиыс, һин атайыңа бер бүләк бир. һинең осон һуғышын, танауымды йырттым, тиермен. Мин һине һонгәнеңә ҡушын кнтәмен,— ти.

Ҡыҙ һул ҡул бармағындағы исемле27 алтын йөҙөгөн алып, ҡарт Ҡужаҡка бирә. Ҡарт Ҡужаҡ, Тарғынды саҡырын алып, ҡыҙҙы ута биреп ебәрә лә ҡайтып китә. Ҡайтып етһә, хан янында һис кем юҡ, бер үҙе ҡалған булған.

— Йә, ҡыуып еттеңме?

— Еттем,— ти.— Мин алтмыш бишкә еткәс, ҡыҙ мпңә киләме ни, ҡушып киттем үҙҙәрен,— ти.— Бына бүләге,— тип пөҙөкто бирә.— һуғышып танауымды йырттым,— ти.

Тарғын Дҡъюныс менән иленә ҡайтып бара. Шул ваҡытта бер татар ханын ҡалмыҡ ханы яулап килә икән. Тарғылдар татар ханына тан булған. Татар ханы бпк үтепә, беҙгә ярҙам ит, тп.

Шул ерҙә Аҡъюнысты ҡалдырып, Тарғын ҡалмыҡ ханына атышҡа китә. Ҡалмыҡ ханына ҡарап уҡ ебәрә. Бер йыуан тирәккә үтәләй батый керә ук. Ҡалмыҡ кешеләре атып ҡарай ҙа, тирәктең яртыһына ла үткәҙә алмайҙар. «Ай, беҙҙән дә шәп кеше бар пкәп»,— тпп кпре ҡасалар. Тарғын ҡырҡ кеше мепән генә ҡыуалап киткән тегеләрҙе. Ҡыуалап, Болғар тауы тигән бер тауға менгәндәр. Ҡалмыҡтар күренмәгәс, Таргын бер тирәккә.менеп ҡараған. Унан да күренмәгәс, йығылып тошоп, имгәнгән 28. Ҡырк кеше алып ҡайтабыҙ тиһәләр ҙә, күтәреп торғоҙа алмағандар. Шунан татар ханына килеп әйткәндәр. Татар ханы:

— Ҡанталмаҫлыҡ булғас, үлһә үлһен. Ҡатыны бик һәйбәт әле, — тигән.

Акъюпыс, үҙе.м алып ҡайтам тпп, Тарғын эргәһенә килгән. Килһә, Толпар сапсынып тора, ҡошо ла, эте һәпәләй ҙә ас. һаҡлап торалар. Ҡыҙ килеп быға оләц * әйтә башлаған:

Болгар, Болгар, Болғар тау,

Молдорап ятҡан ҡорғор тау,

Ҡандай прҙэп йығылмай,

Бер тирәктән йығылып... 29

Тарғын. шул һүҙгә ғәрлеге килеп 30, ҡайыл һи керен тора. Биле тайған икән. [һикереп торған ыңғайға! биле урынына ултырған. кеше булған да киткән. Шунан икәү күрешеп, ҡыуанышып, татар ханына киләләр.

Атаңа нәләт, эт нуғай!

Аялымды *, үҙемде,

Ялтыратып күҙеңде,

Ташлап киттең йортоңа.

Мпн һпцә изгелек итһәм, һин миңә яуызлыҡ уйланың, ти, инде мин һине энә менән тунайым, ти. Хан үтенә:

— Мин ханлығымды ла, ботон булған малымды, еремде бирәмән. ҡабул ит,— ти.

Шул ергә Тарғын хан булған. Үҙе бер яуға китеп, Тарғын үлеп ҡалған.

Аҡъюныс шул илдә үлгән. Бер кәшәнә эшләп, Аҡъюнысты шул кәшәнәгә ҡуйғандар. Ул кәшәнә хәҙерге көндә лә Масы эргәһендә 31.

Башҡорт илендә Аҡсахан 32 тигән хан булған. Был бер кон йыйын ҡорған. Йыйынға батырҙар килгән. Нугайҙарҙан Тарғын тигән йәш батыр килгән. Батырҙар корәш тотҡандар. Шунда Тарғын оҫтон сыҡҡан.

Аҡсахандыц Аҡйондоҙ тигән ҡыҙы була. Ҡыҙ быны күргән дә атаһына әйткән:

— Атай, вәғәҙәңде үтә, Тарғын батыр ецси сыҡты, мине шуға бир,— тигән.

Аҡсахан:

— Мин килмешәккә биреү осон ҡыҙ үҫтермәнем,— тигән.

Шунан Тарғын батыр Аҡйондоҙ менән пкәү һөйләшеп ҡасып

китергә булғандар. Уңай ваҡыт тап килтереп, икеһе ике арғымаҡты алып, былар ҡасып киткән.

Шунан Аҡсахан халыҡты йыйып:

— Тарғын, яуыз нуғай, минең хөрмәтемде бысратты, ҡыҙымды урлап ҡасты. Барып ҡыуып етегеҙ ҙә икеһен дә алып килегеҙ. Кем дә кем икеһен дә тотоп килтерә, ҡыҙым шуға булыр,— тигән.

Баҙнат итеп барыусы батыр булмағас, бер алтмыш биш йәштәге ҡарт Ҡужаҡ батыр бармаҡ булған. Үҙе кеүек ҡарт арғымаҡҡа менгән дә ҡоралын тағып киткән был. Эй кпткәп, эй киткән, тегеләрҙең артынан барып еткәп. Етһә — тегеләр бер ағастың төбөндә ял итергә ултырғандар, ти:

Ҡужан әйтә:

Әй, Таргыя, һин — килмешәк, Ат янында һин — ишәк, Ҡунаҡ ҡәҙерен белмәгән, Намыҫ атып менмәгән, Аҡсахакды кәмһеткән, Аҡйондоҙҙо хур иткән,

Илгә ҡайғы килтергән,

Көнгә ҡара төшөргән,

ТАРҒЫН МЕНӘН ҠУЖАҠ

Яуыз уйҙа булғанһың,

Ҡара ҡулың һуҙғанһың,

Тороп баҫ һин ҡаршыма,

Мин етермен башыңа.

Тарғын, шул саҡ һикереп тороп, Ҡужаҡка былай тигән:

Әй ҡарт Ҡужаҡ, ҡарт Ҡужаҡ,

Атың башын тарт, Ҡужаҡ, һаҡал шыртың ҡабартып,

Сал сәсеңде ағартып,

Ҡыҙ артынан килдеңме?

Эй ҡарт Ҡужаҡ, ҡарт Ҡужаҡ,

Атың башыч тарт, Ҡужаҡ,

Ҡалтыратып йоҙөңдо,

Бурбайҙағы биҙеңде,,

Алышыр осон килдеңме?

Ҡыҙ артынан килдеңме?

Алышыр осон килдеңме?

Ҡ у ж а ҡ:

Әй, Тарғын, һин — килмешәк,

Батыр түгел, һин — ишәк,

Мин башыңа етермен,

Ҡыҙҙы алып китермен,

Сыҡ ҡаршыма, күрәйем,

Башың ҡырҡып бирәйем!

Шулан Аҡйондоҙ, былар араһына кплеп инеп, Тарғын яҡлы булып, Ҡужаҡҡа ҡарап әйтте, ти:

Әй ҡарт Ҡужаҡ, ҡарт Ҡужаҡ,

Атың башын тарт, Ҡужаҡ,

Алтмыш бишкә еткәндә,

Дәртец-ушыц бөткәндә,

Ҡыҙҙы алмаҡ булаһың,

Ҡыҙға тоҙаҡ ҡораһың.

Аҡйондоҙҙоң аҡ тәне һиңә булмаҫ, ҡарт Ҡужаҡ, һиңә булмаҫ, ҡарт Ҡужаҡ,

Борон Ҡужаҡ булһаң да,

Инде ятҡан ҡыу тиҙәк 33.

Инде нишләргә? Ҡарт Ҡужаҡ уғын ала:

— Әйҙә, көс Һынашайыҡ,— ти.

Тарғын:

— Мин һпнец кеүек тиҙәк менән көс алышын та тормайым,— тп.

Ҡужаҡ әйтә:

— Мин һинең кеүек маңҡаға уғымды әрәм итеп тә тормаҫ пнем, Аҡсахандың үтенесе бар, шуны аткарырга кәрәк,— тп.— Әйҙә, косло булһаң, тәүҙә һин атып ҡара,— ти.

Тарғын әйтә:

— Юҡ, һин ат, барыбер һинеке теймәҫ,— тн.

Шулай оҙаҡ ҡына һатыулашып, бер-береһен кәмһетеп торғандан һуң, былар уҡтарын икеһе лә бер юлы атырға булалар.

Бына ике яҡтан бер-береһенә ҡаршы уҡ атылын китә. Тарғьш- дың уғы Ҡужаҡ янына яҡын да килмәй, әллә ҡайҙа ситкә китә. Ҡужаътың уғы Тарғындың ҡолаҡ япрағын ғына оҙҙөроп китә. Тағы аталар былар, тагы шул ук хәл: Тарғын уғы теймәй, Ҡужаҡ - тыҡы Тарғындың икенсе яҡ ҡолаҡ япрағын оҙҙороп китә. Тарғын быға бик хурлана, ғәрлеге килә. Ошо хәлдә Аҡйондоҙҙоң күҙенә күренергә оялып, арғымағыи-ниһен ташлап, Тарғын ҡасып китә 34.

Ҡарт Ҡужак Аҡйондоҙҙо атаһы ҡулына алып ҡайтып тапшыра. Аҡсахан вәғәҙәһе буйынса ҡыҙҙы Ҡужакка биреп, туй үткәрә. Мәжлес бик шәп була. Ҡарт Ҡужаъ: шулай итеп йәш кәләш менән әле булһа йәшәп ята, ти яа.

Инде Тарғын хәленә килгәндә, ул шул китеүҙән ҡабат был яҡҡа әйләнеп ҡайтмай. Нуғай ханына килеп, ғәскәренә баш булып, һуғышҡа китә. Шулай ҡыҙыу һуғыш барған саҡта, Тарғын батырҙың биле һыныл китә лә йығылып ҡала. Ғәскәре ҡасып таралып ботә. Тарғын яланда япа-яңғыҙ ҡырҡ кон, ҡырҡ тон ята. Инде үләм, инде үләм тигән саҡта ғына шундағы бер тирәк башыңа ҡарға килеп ҡуна. Ҡарғаның тауышына күҙен асын ебәрә был. Ҡарға быға:

Эй Тарғын һик. Тарғын һип,

Батырлығың һалдың һин,

Илдән тороп ҡалдың һин.

Ҡыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡтың һин.

Ялан тырмап яттыц һии,

Намыҫыңды һаттың һин.—

Ти.

Тарғын, быны ишеткәс, намыҫланып һикерен тора ла бнлсн үҙ ҡулы менән тотоп урынына ултырта. Ҡарғаны атын алын, итеп бешереп ашай ҙа, бер аҙ хәл алғас, Аҡйондоҙҙо эҙләп китә. Килә был элекке урынына, килһә — Аҡсахан йортоноң эҙс лә юҡ, ботә иле менән был урындан күтәрелеп күсеп киткән. Ары бара Тартын, бире бара, Аҡсахан илен таба алмай, кире ҡибла табан юиә- лә. Нуғай ханын эҙлән китә был хәҙер. Шунан бер диңгеҙ буйына килен, Нуғай ханды таба. Таба ла: «Йәнеңме, малыңмы?» — ти.

Тарғын батыр шул ерҙә үҙен ташлап киткән осоп Нуғай ханының тиреһен эпә менән тунап, язалап үлтерә лә уйың урынына үҙе хан булын ултыра. Шунан был билһеҙ хан күпме йәшәгәндер. уныһын белмәйем, атанымдан Һоран ҡалмағанмын, үҙе беләп әйтмәгән. Үҙе белеп әйтмәгәс, миңә барын етмәгән.

Иртәк ботго, үҙем ҡалдым, ҡолағымды һеҙҙең яҡҡа һалдым :1°.

ф

ЕК МӘРГӘН

Ҡасандыр Ағиҙелдең кинәт боролош яһаған аҡ ярына ҡаршы йәшел туғайҙа Туғыҙаҡ обей үҙенең балалары берлә йәйләргө уйланы.

Ағиҙел үҙенең ботә сафлығы берлә ялтырап күренерҙәй һырт ергә биҙәкле аҡ тирмәне ҡорҙолар. Туғыҙаҡ әбей тирмә ишегенән ҡарағанда, Ағиҙел аҡ уҡа кеүек йылҡылдай, уның тыныс оҫтондә уйнап йөрөгән шаян сабаҡтарҙың яһаған түңәрәктәре, бер-бер артлы яһалып, юғалып тора ине. Был хәтле асыҡ урындан Туғыҙаҡ әбей шомланып: «Ай-Һай, балалар, тирмәне бигерәк яуҙың күҙенә тектек, һуңы яҡшы булһа ярар ине»,— тиһә лә, балалар: «Эй әнием, беҙ бар саҡта, яуҙың күҙе һуҡыр»,— тинеләр, һиҙгер күңелдең шомо был һүҙ менән бөтмәһә лә, үҙенең батыр балаларына ышаныуы әбейҙе йөрәкләндерҙе.

Тирмә ҡоролда, урын ҡотланды. Туғыҙаҡ әбей туғыҙ улына туғыҙ юкә ҡыҙау * биреп урманға ебәрҙе.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: