Ай Уралым, Уралым, Барына ата Уралым.




Ай Уралым, Уралым, Барына инә Уралым.

Болоттарға баш һуҙған Армыт-армыт * Уралтау, Ғәйебе бар януарға һунарсың күп Уралтау, һаба-һауыт тултырып, Аҙаматтар ултырып, гКыҙ-ҡырҡындар ҡотороп, Уйнап колгән Уралтау.

Ҡ уй ы л ы ғы ҡа й м аҡта й,

Тәмлелегс һарҡыттан, һаба-һаба ҡымыҙы, Ғыж-ғыж килгән ҡурайы, Сың-сың килгән ҡумыҙы, Йыр йырлатҡан Уралтау. Ябырылып яу килгәндең һөйәге ҡалған Уралтау, Айбарланған баты рҙарҙың Төйәге булған Уралтау. Биленә баҫып ҡараһаң, Ба]) еребеҙ күренә,

Башына баҫып ҡараһаң, Бар илебеҙ күренә.

Ан Уралтау, Уралтау,

Ай Уралтау, Уралтау.

$ҫ>

ИҘЕЛ ЕР

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,

Әй Иҙел ер, Иҙел ер — Әсәм килен булған ер, Атам кейәү булған ер, Кендегемде киҫкәк ер, Балдай һыуып эскән ер, Ас тамағьш туйған ер, Шунда ғүмер һоргән ер.

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,

Әй Иҙел ер, Иҙел ер.

Иҙел ҡайҙа, ил шунда, Урал ҡайҙа, көн шунда, Яйыҡ ҡайҙа, яй шунда, һаҡмар ҡайҙа, һан шунда Ата-бабам төйәге.

Шунда улар һөйәге, Тереләр — ил терәге.

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,

Әй Иҙел ер, Иҙел ер!

Иҙел ер ул — йорт-ил ул, Йорт-илдәре — ҡот ер ул, Йорт-илдәре — ҡот ер ул. Иҙел — илгә әсә ул,

Урал — илгә ата ул,

Урал — илгә ата ул. Ата-әсәһен һаҡлаған — Йортон-илен һаҡлаған,. Дошман аяҡ баҫмаған, Дошман аяҡ баҫҡанда, Йөрор урын тапмаған.

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,

Әй Иҙел ер, Иҙел ер.

Иҙел булһа, илең бар, Илең булһа, коноң бар, Көнөң булһа, юнең бар, Юнең булһа, ерең бар,

Ерең булһа, халҡың бар, Халҡың булһа, даңҡың бар. Әй Иҙел ер, Иҙел ер,

Әй Иҙел ер, Иҙел ер.

Мх

УРАЛ ТИГӘН ИЛЕМ БАР

Баллы умарта күрә алмай, Аптырап йорор айыулы; Тоҫон ҡоят ашаған Аҡһыл-саптар толколо;

Боҫор урын тапмаған,

Ең осона етмәгән Ҡыҙыл сикә ҡуянлы;

Ҡуныр талға зарыҡҡан Апда-һанда жопмсортло;

Яңғыҙ һыуыры саңҡылдап, Типһененә саң биргән, Ҡыҙарып ятҡан ҡом ерлә — Бындай түгел Уралым.

Шыр урмапда маһайып, Лап-лоп баҫыр айыулы; һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән Ҡара бауыр төлколо; Кемуҙарҙан һайраған,

Сыр-сыу килгән ҡош-ҡортло; һарайҙағы хан һымаҡ,

Эре йәшәр бәркөтло; Алдынан ҡош уҙғармаҫ Күк ҡарсыға, ҡыйғырлы; Ҡарасай, өйрәк колөшкән Ҡамышлы күл, йылғалы; Йырсы менән ярышып,

Моңон боркор ҡурайлы;

Тулы ҡойроҡ, ялбыр ял, Өйөр һаҡлар айғырлы — Бына шундай Уралым.

Урал тигән илем бар,

Илем барҙа көнөм бар.

УРАЛЫП ЯТҠАН УРАЛДА

Уралып ятҡан Уралда Болот кеүек тауҙар бар;

Айыу, төлкө, бүреһе... Теләгән бер януар бар. Сойәм тиһәң, шоңҡар бар, Менәм тиһәң, толпар бар. Тәрән-тәрән күле бар, Борма-борма юлы бар; Ҡонттарына — ағасы. Күбәләккә голо бар. һыуында балығы бар, Дарыуға һол егә бар.

(Балығы ҡаба емһеҙ ҙә, Кармак һалһа юнһеҙ ҙә.)

У ра лта уҙы ң ҡу н ы ны н да Алтын да, баҡыр ҙа бар; Уралтауҙың буйында Баны ла, фәҡир ҙә бар, Байығам ти it тир түккәц (Һис мандымаҫ] бахыр ҙа бар. Уралтауҙың аҫтында Тимер ҙә, көмөш тә бар; Уралтауҙың өҫтондә һуғыш та, үлеш тә бар. Уралып ятҡан Уралда,

Әле алай һөйләшеп,

Әле былай һойләшен, Күгәрсендәй горләшеи, Икәү-өсәү серләшеп,

Сыйы рс ыҡта й эркелешеп, Ҡара ҡаҙҙай теҙелешеп, Нртәп ҡолон бәйләгән,

Күсә йорон йәйләгәк һылыу-һылыу ҡыҙҙар бар.

Уралып ятҡан Уралда, Корәгоһен алға алын. Ҡорҙаштарын янға алып, Йырсынан йыр йырлатып, Көйсөнән көй көйләтеп, Сәсәндән һүҙ һойләтөп,

Эсер сәйен һыуы ты н,

15S

Бар донъяһын онотоп,

Йыйылып ултырыр ҡарттар бар.

Уралын ятҡан Уралда, Аҡбуҙаттан ат менеп, Ыласындай тиҙ елен, Уҡ-Һаҙағын ҡулға алып, Кәрәк әйберек юлға алып. Ил-йорт менән хушлашып, Яуға ҡаршы яу сабар Батыр-батыр ирҙәр бар.

АЙ УРАЛТАУ, УРАЛТАУ

Ай Уралтау, Уралтау,

Урал тигән данлы тау, Беҙгә әсә булған тау. Уралын биргән батырҙар Уралға ул булырмы?

Ай У ралтау, У ралтау, Урал тигән бейек тау, Беҙгә төйәк булғап тау. Битен монар баҫҡанда, һөто булган Иҙелен Улын һуйған дошманы Йәйрәп эсеп ятҡанда;

Боҙрә сәстән урманын Дошман ҡырҡын ятҡанда; Еләҫ таңын йылытып, Сығып килгән ҡояшта Дошман йылынып ятҡанда; һылыу ҡыҙҙай түшенә Дошман за под һалғанда, Түҙеп торһа батырҙар,

Яуға сыҡмай тик ҡалһа, Уга бала булырмы?

Ай Уралтау, Уралтау, Урал тигән данлы тау — Тыуып-үҫкән илебеҙ.

Ил улының күкрәге һоттон дә аҡ булыр ул; Йылғыр аҡҡан Иҙелдән, Тиңәштерһәц, пактыр ул. Ил дошманын күргәндә, Күңеленә асыу тулыр,

Ҡаршы яута сыҡҡанда, Ҡурҡыу алмаҫ йөрәген, Тчоростан да ныҡ булыр.

Ай Уралтау, Уралтау, У]>ал тигән данлы тау, Илгә төйәк булған тау,

Күп яуҙарҙа ҡан менән Битен йыуған Уралтау,

Күн батырҙар буйында Ат уйнатҡан Уралтау, Йырсыһын да үҫтергән, Батырын да үҫтергән; Батырға йәр булырҙай Ҡыҙҙарын да үҫтергән; Ҡурайын да уйнатҡан, Ҡыҙҙарынан йырлатҡан; Әсәләрҙән ҡарғатҡан,

К үҙ йәшенән етемдең Мансып ҡарғыш яҙҙырған Бик күгпәкге Уралтау,— Баяр заводын һалһа, Тархан йәйләүен ҡорһа, Бей бисәһе уйнаһа,

Беҙгә төйәк булмаҫ ул. Күгәреп ятҡан киң Урал Малыңа үреш булмаҫ ул, Алпанлаған айы уы.

Бесән күҙле бүреһе,

Тауҙа уйнаған төлкөһө, Күлекдәге шәшкеһе, Урмандағы ҡош-ҡорто, Быуындағы балығы Беҙгә һунар булмаҫ ул. Бор ҡоластай ҡәберлек,

Ул да тыныс ҡалмаҫ ул. Өҫтөн һөрөр ер ҡылыр, һиве эшләтеп ҡол ҡылыр.

Бығаса уңмаҫ яуҙарҙы 145 Бер хоҙанан тимәгеҙ;

Яуҙы, илде муйыргаи — Араға дошман ингәне, Илде ята биргәне;

Бер туғандай таҡ булып, Яуға атын менгәндең Йөрәген дошман бүлгәне; Сер һөйләгән дуҫтарың, Түптәктәге һөйгәнең,

1G0

Бер имсәктәтп туғапыц Сптко серең биргәне;

Илде дошман алыуы — Мөлдөрәгән күҙ менән, Алдакылған иш менән, Япраҡ ҡойған тирәктәй,

Голо төшкән һабаҡтай, Батырҙың яңғыҙ ҡалғаны.

Алпанлаған айыулы,

Тупаҡ ҡойроҡ бүреле,

Сатаҡ мөгоҙ боланлы,

Ыласын, ҡыйғыр, боркотло, Ирәмәл, Айтас һотондәй,

Иҙел Яйыҡ, һаҡмарлы, Йылҡылары юшаған, һыныр, һарыҡ көйшәгән, Ырыу-ырыу эркелеп, Йәйләүҙәре йәйелгән, Батырҙары ил зарын Ҡурайында уйнаған, һылыуҙары йырлаған,

Торлө.моңға мансылып, Ҡошо-ние һайраған Урал тигән ерем бар,

Урал тигән илем бар.

Батыр булып ат менһәм, һыу-сүл юлымды быумаҫ, Юлыма үлән үҫмәҫ, Маякһыҙ ҙа яҙлыҡмаҫ — Ҡуңыр буға юлы бар М6. Атҡа мендем, алла тип,

Әҙер торам, яуға тип. Ҡылысынан ҡан тамған, һайҙағынан ыу тамған, Ҡатындарҙы тол иткән, Балаларҙы ҡол иткән, Йорт-ерҙәрҙе көл иткән Дошманымда ҡоном бар.

Ан Уралым, Уралым, Батырып да тыуҙырҙың, һылыуын да тыуҙырҙың. Батыр батыр булыр ул Яуға һаҙаҡ атҡанда, Дошманына ил бирмәҫ, Ҡыҙыл ҡанға батһа ла!

6 Заказ 305

һылыу һылыу булыр ул, Батырға әсә булһа,

Яуға киткән улына Аҡтыҡ атын бирһә ул! Түрә булып ил һатһа, Уралға ул булырмы?

Табын йыйып, аш ашап, Ҡоҙа йыйып, туй яһап, Яуҙан ҡасҡан батырҙы һөйгән һылыу булырмы? Иҙеленэн һыу эскән, Уралында ҡыҙ ҡосҡан, Бала үҫтереп, кон иткән, Яуға үҙе бармаһа, Барғанға уц бирмәһә, Уп-туп * килеп арала, Айбанһа дошман яуынан, Ытырғанһа пленән,

Ил батыры булырмы? Уралға ул булырмы?

Урал әсә булырмы?

ИЛ ТИГӘНДЕҢ КЕМЕ ЮҠ

Ҡарты ла бар был илдең, Йәше лә бар был нлдец; Туғы ла бар был илдең, Асы ла бар был илдең. «Бир»ҙән бүтәпде белмәгән Бейе лә бар был илдең; Кешенең зарын ағыҙған Йыры ла бар был илдең,

Көйө лә бар был плдең. Ҡыҙы ла бар был илдең, Наҙы ла бар был илдең; Ҡыҙ алам тип, туҡмалған Таҙы ла бар был плдең, Косо лә бар был илдең, Күсе лә бар был илдең; Барымтаға килеүсегә

Ил тигәндең кеме юҡ, Кеме юҡ та, ние юҡ

 

Үсе лә бар был илдең

 

Урманы күн, тауы күн, Ере алтын был илдең; Йылғаһы күп, күле күп, һыуы һалҡын был илдең, һылыуы бар был илдең, Матуры бар был илдең; Йылғаһынан һыулаған, Тупрағында аунаған,

Урал буйын буйлаған,

Ат оҫтондә уйнаған,

Ҡаяла башаҡ ҡайраған, Ҡыҙҙың һылыуын һайлаған, Тыуған ерен һаҡлаған,

Ир намыҫын һатмаған Батыры бар был илдең.

 

 

ДИДАКТИК ҠОБАЙЫРҘАР (ӘЙТЕМДӘР)

ИШЕТ БЫНЫҠАРТЫҢДАН

шот быцы ҡартыңдан, һүҙ булмаһын артымдан. Белгәнемде әйтмәһәм, Йортҡа әшкәр нтмәһәм, Илдең күңеле ҡалыр, тим, Илдең хәтере ҡалыр, тим, Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт, Боронғоларҙан амапат,

Уға итһәгеҙ хыянат, һеҙгә булыр яманат.

БЕЙЕК ТАУҘЫҢ ҮЛГӘНЕ...

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт.

Минең әйткән һүҙҙәрем Боронғоларҙан аманат. Итһәгеҙ уға хыянат, һеҙгә булыр яманат.

Бейек тауҙың үлгәне — Башын монар алғаны;

Ай менән көндоң үлгәне — Тонйорап байып барғаны; Ҡара ерҙең үлгәне —

Ҡар аҫтында ҡалғаны;

 

Ир-еготтең үлгәне —

Илен дошман алғаны.

Яйыҡ китһә, юл китер,

Иҙел китһә, ил китер,

Илең китһә, ни ҡалыр?

Яңғыҙ яман бей ҡалыр,

Ике күҙеңә саң һалыр.

Ханға.менер ат кәрәк тип, һайлап яҡшы атты алыр; Уның менән туҡрамаҫ, Үҙләштерәм ятты тип147,

Ун бармағы ҡамыштай,

Утыҙ теше көмөштәй,

Бер бите айҙай балҡыған,

Бер бите кондәй яҡтырған, Томбойоҡтай күкрәге Күпереп үҫеп ҡалҡыған Йәнең һөйгән йәрҙе алыр 148.

Ханга бирһәң ҡулыңды, Ханға түшәк йәйерһең; Тошһәң менгән атыңдан, Ханға башың әйерһең; Ҡылысың тыҡһаң ҡыныңа, Хандың ҡоло булырһың;

Яу килгәндә өнһоҙ булһаң, Хандың ҡоло булырһың.

Ойошоп ятҡан ҙур йортто Өрккән ҡуйҙай итер хан; Арыҫландай ирҙәрҙе Йыуаш ҡуйҙай итер хан.

Илеңде алыр ҡулыңдан, Ғәскәр алыр улыңдан;

Тартып алыр малыңды, Иҫәпкә алыр барыңды; Боғаҙламай эсер ҡаныңды, Үлтермәй алыр йәнеңде, ау, Үлтермәй алыр йәнеңде.

Шоңҡар һөйгән һунарсы Ҡош сөйҙөрмәй сыҙармы? Ирмен тигән ир-егет Ат уйнатмай тынырмы?

Урал тигән ере бар,

Күҙ нурыпдай иле бар Батыр башын эйерме?

Ирмен тигән ир кеше Бурһыҡтай боҫоп ятмаҫ ул; Көнгә күҙе сағылған Ябалаҡтай ҡасмаҫ ул.

Яу килгәнен күргәпдә,

Бәпкә йөнөн ҡалҡытып,

Еләҫ иҫкән елдә лә Шаулап торған уҫаҡтай, Йорәктәре ҡалтырап, Нишләргә лә аптырап,

Яуҙан тороп ҡалмаҫ ул,

Яуҙан ситтә ҡалмаҫ ул.

Илдең нурлы булғаны —

Илдә батыр тыуғаны;

Илдең моңло булғаны — Дошман килеп тулғаны. Айбарланған батырҙар Яуға барыр яу булып,

Тигеҙ ерҙә тау булып; Сергеһепәп ҡан үтмәй,

Батыр булып дан тотмай, Аттан эйәр алмаҫтар,

Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар, ау, Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар.

ИЛ ҠӘҘЕРЕ - ИР ҠӘҘЕРЕ

Күлдә йөрөгән аҡ өйрәк Ҡыр ҡәҙерен белмәҫ.

Ҡырҙа йөрөгән дуғаҙаҡ һыу ҡәҙерен белмәҫ.

Тинтәк аҡыл — ямандыр:

Ил ҡәҙерен белмәҫ.

Тинтәк ҡатын — ямандыр: Ир ҡәҙерен белмәҫ. Күсеп-ҡунып йоромәгән Ер ҡәҙерен белмәҫ;

Күсһә, ҡуна белмәгән,

Ҡунһа, күсә белмәгән,

Йорт ҡәҙерен белмәҫ.

* * *

Ир ҡәҙерен белгәндең Башы ҡәҙерле булыр.

Ир ҡәҙерен белгәндең Ашы ҡәҙерле булыр.

Мал ҡәҙерен белгәндең Ҡото артыр,

Ата-инә ҡәҙерен белгәндең Ырыҫы артыр.

Иле типкән — ир булмаҫ, Ташлан киткән — ер булмаҫ. Котөү типкән — мал булмаҫ, Күңел типкән — йәр булмаҫ.

Щ

БЫЛ ДОНЪЯЛА ТИҢЛЕК ЮҠ

Йырла тиһәң, йырлайым, Йырлаусың килде алдыңа, Югорек аттай йөрәкһеп,

Ул ултыра алдыңда.

Йырла тиһәң, йырлайым,

Бер аҙыраҡ йырым бар, ау, Бер аҙыраҡ йырым бар.

Аҫыл бор көт сал булыр, Мәжлес күрке бал булыр; Өҫто-бапггы бөтәйткән,

Аҙамат итеп ҡотайтҡан Әҙәм күрке мал булыр,



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: