Мал булыр, ау, мал булыр.




Күгәреп ятҡан күк арҡа,

Мал төбәге туғайың Аҙыра * ҡалыр малдан һуң; Биҙәрләнгән байбисәң Ҡурайҙан ҡалыр һулғап һуң; Өҫтөңдәге ҡамҡа туның Сепрәк булыр туҙған һуң;

Түше сыбар бала ҡош Өндәүгә килмәҫ емдән һуң;

Иркәләнгән байбпсәц Түшәк һалмаҫ бөлгән һуң.

Ҡуралы буйы ҡыу татыр Ҡурай булмаҫ тимәгеҙ; Ҡыу сыбыҡҡа таянғанға. Әтлек менән тунынғапға Дәүләт ҡунмаҫ тимәгеҙ; Йыуан ҡорһаҡ байҙарҙан Ырыҫ китмәҫ тимәгеҙ. Етем, етем тимәгеҙ,

Етем хаҡын еймәгеҙ. Етем хаҡын ейһәгеҙ, Ҡарацгы гүр эсендә Тик ятырбыҙ тимәгеҙ! lie

Ярлы булыр егеткә Ҡазалы мал тап булыр; Яңғыҙ булыр егеткә Ҡыҫыр ҡатын тап булыр. Мал ҡәҙерен белмәгәнгә Ҡаза бирер язаһын,

Ауырыу алыр маҙаһын.

Яҙ кейерен ҡыш кейеп,

Бай алдында баш әйен, Ярлы нисек байыһын?

Рәхәт көндәр булмаҫмы тип, Беҙҙең әштәр уңмаҫмы тип, Баҫып йөрөр ҡайғыһын, ау, Баҫып йөрөр ҡайғыһын °. Ярлылыҡ, һиңә ни әйтәйем, Йәндәй дуҫты ят иттең; Ҡартлыҡ, һиңә ни әйтәйем, Байбисәмде ят иттең,

Айҙың моңло булғаны — Битен монар алғаны;

Кондөң моңло булғаны — Битен болот алғапы;

Битең ҡара булғаны, Өҫтөцдоң ҡаралғаны — Фәҡирлектең билдәһе; Ауыҙыңа абау * ингәне — Ҡартлығыңдың билдәһе. Барын әйт тә берен әйт, БаЙАган тапҡан түрәне әйт,

Толиар тапҡан бейәне әйт, Батыр тапҡан инәне әйт.

Тик тцң өсөн, тиң өсөн, һыуға төштөм тал өсөн, Тирәк киҫтем һал өсөн, Диңгеҙ кистем мал осон. Илгә сыҡһам уйландым, Йортҡа ҡайтһам хурландым, Башҡаларҙан кәм осон, ау, Башҡаларҙан кәм өсөн.

Бөҙрә, боҙрә, боҙрә тал Яланғас ҡалыр, йәй үткәс; Бай, бай ирҙәр, бай ирҙәр Мөлдорәп ҡалыр, мал боткәс; Бол-бол өйрәк, бол ойрәк Болдорап осор күлдән һуң, Күл яғаһы күк тирәк,

Күк тирәктең һыны юҡ, Башындағы гөлдән һуң.,. Байҙың күрке — байбисә, Байбисәнең һыны юҡ,

Иренән дәүләт киткән һуң. Бөтөн йорттоң һыны юҡ,

Илдә дәүләт боткән һуң, ау, Илдә дәүләт бөткән һуң.

Был донъяла киңлек юҡ,

Был хоҙайҙа тиңлек юҡ.

ЙЫРАУ ҺҮҘЕ

Йырла тиһәң, йырлайым, Йырау бер килде алдыңа, Йорөк аттай уңданып, Ярылған моҙҙай *, көңрәпеп * Йырла тиһәң, йырлайым,

Бер аҙыраҡ йырым бар,

Ҡорос һалып тыңла, ағалар.

* * *

Үҙән күрке тал булыр 161, Айғыр күрке ял булыр.

1G9

Ышанмаһаң, талын киҫ —

Бер йылмағай 152 сай * булыр; Ялын ҡырҡһаң айғырҙың,

Бер алама тай булыр. Өҫтө-башты бөтәйткән,

Аҙамат итеп ҡотайтҡан Әҙәм күрке мал булыр 1б3. Батыр ҙа булған егеттең Маңлайында баҡ булыр;

Сәсән дә булған егеттең Күкрәгендә хат булыр 154.

Хан тәхеттән төшкән һуң, Ҡулдан бейлек киткән һуң, һарауыслаған оп ҡороп, Арыҫландай аҡырып,

Алтын тәхет өҫтөндә Арҙаҡлаған аҡ тәне Ҡара ерҙең аҫтында Ҡорт-ҡуңыҙға ем булыр 165.

* * *

Атҡыҙай йорок уҡ булмаҫ,

Тейһә лә, күбә боҙалмаҫ; Торомтайҙан йорок ҡош булмаҫ, Турғай ҙа тибеп, ҡаҙ алмаҫ; Байһыҙ * булған аҡ толпар Сапһа ла, бауырын яҙалмаҫ; Тикһеҙҙән * тыуған тик * батыр Яуға һоңгө һуҙалмаҫ; Ҡарҡынлагак ҡашҡалар Яу ситенә олашмай,

Арыҫландай алышмай,

Ҡыҙартмай күҙеп, ҡыҙалмаҫ 1бв.

* * *

Өром-урнағын һорамай, Тикһеҙҙең ҡыҙын алмағыҙ: Ике талай тар кондә Яуға ла сабар ул тыумаҫ; Ял-ҡойроғо тулы тип, Ябайҙан айғыр һалмағыҙ: Ҡойон-дауыл уйнатып,

Урал һыртын саңлатып,

Яуға сабар ат тыумаҫ,

Ат тыумаҫ, ау, ат тыумаҫ 157

• * •

Яҡшы аға ил котһә,

Илгә дуға тултырыр;

Яман ага ил көтһә,

Илгә дошман тултырыр. Атанан алтау тыуһа ине,

Ата ла юлын ҡыуһа инә, Биленә ҡорман быуһа ине, һаҙаҡ атып, дошмандың Алғасҡы табын боҙһа ине, Битенә килер оятты Үҙе белеп йыуһа ине.

Атанан алтау тыумаһа,

Ата ла юлын ҡыумаһа,

Биленә ҡорман быумаһа, һаҙаҡ атып, дошмандың Алғасҡыһын боҙмаһа,

Битенә килер оятты Үҙе белеп йыумаһа,

Атанан алтау тыуғансы Берәү ҙә берәгәй тыуһа ине, Тыуһа ине, ау, тыуһа ине 158

* * *

Елберҙәге булмаһа,

Балыҡ та үргә поҙалмаҫ. Баҫалҡаһы булмаһа,

Батыр ҙа яуға сабалмаҫ 159

* * *

Аҙыр * ҙа аҙыр ал атау Аҙыра * ла ҡалыр малдан һуң. Ҡуш, ҡуш урҙа, ҡуш урҙа Ҡушы ла ҡалыр ҡандан һуң. Ҡуш айҙарлы мырҙалар Ялсылай торор малдан һуң. Алтын һаран эсендә һомғолланған байбисә, Ҡуңалтаҡ кейеп күн итек, Ҡара һыу эсеп кон птен, Тернәксел * тпрен сығарыр, Аҙыра ҡалғас хандан һуң. Ҡуш кикелле корән ат Арҡаһын яуыр алдырып, Утһыҙҙан билен ҡалдырып,

Ауыҙлыҡ менән һуғарып, Күренгән берәү һыбайлап, Яйҙаҡ та менер нрҙәп һуң. Алтын һаплы аҡ бысаҡ, Ҡынында тороп, тут алып, Тупаҫланыр ирҙән һуң 1в0.

Барын әйт тә, берен әйт,

Иң һуңында шуны әйт: Арҙаҡлап когкән аҡ тәнең Ҡара ерҙең аҫтыпда Ҡорт-ҡуңыҙға ем булыр, Егеттәр, ау! Ем булыр Бер себепдәй йәндән һуң, Йәндән һуң, ау, йәпдән һуң 181

Ж

УҘАМАНДАР, АҒАЛАР!

Уҙамандар, ағалар!

Аҫыл да тыуған мырҙалар! Ҡолаҡлыға һүҙ әйтһәң,— Ҡолағының әсенән;

Ҡолаҡһыҙға һүҙ әйтһәң,— Ҡолағының тышынан. Әйтсп-әйтмәй ни файҙа Ҡолағын мамыҡ тыҡҡанға; Аҙарыныр һүҙ ҡайҙа —

Яу килгәндә, ярҡырап,

Буй ҡасырып боҫҡанға;

Коләс йөҙөң яҡтырыр —

Ҡапыл килгән дошманды Килтә * ҡайырып тоҫҡанға *162.

* * ★

Миңһеҙ ҡара ҡуйҙар бар, Ялт-йолт иткән яуҙа бар,

Яҙ ебәреп, көҙ менгән Яҡшы ла ярау байҙа бар.

Ат тояғы теймәгән Аҡ ҡабырсаҡ ҡомда бар.

* * *

Айҙы беленер көндән һуң,

Кондо беленер айҙан һуң.

Айҙыц моңло булғаны — Битен монар алғаны,

Көндоц моңло булғаны — Битен болот алғаны. Ау(ы)ҙыца абау * ингәне — Ҡарылыҡтың * билгеһе, Туныңа ямау ингәне — Ярлылыҡтың билгеһе, Арҡаңа һабау тейгәне — Яңғыҙлыҡтың билгеһе.

♦ * *

Туп 163 эсендә телмәрҙе Яңғыҙ егет һопләһә,

Уның һүҙе һүҙ булмаҫ. Яңғыҙҙың яны табылмаҫ, Күмәктең уғы ла юғалмаҫ. Бай маҡтанһа,— табылыр, Юҡ маҡтанһа,— сабылыр. Ҡош тешләгән 164 егеттәр, Юҡһыл копо тар булһа, һыҡмыр байға ялыныр.

ТОҒРО ҺҮҘ

Әйтем әйтәм, тыңлағыҙ, Дөроҫ һүҙҙе аңлағыҙ, Тоғро һүҙҙе аңлағыҙ! һөйәкһеҙ үҫкән ул телде Яманлыҡҡа бормағыҙ, ау, Яманлыҡҡа алмағыҙ!

• * *

Әтәлге ҡош маҡтанһа, Күлдән һуҫар типтем, тир; Көйгәпәк ҡош маҡтанһа, Ярҙан сысҡан типтем, тир; Ҡара боркөт маҡтанһа, Ҡаянан ҡуян типтем, тир; Ямап әҙәм маҡтанһа, Ишектән ипгәп кешене Эттән алын һүктем, тир.

Яҡшы кеше маҡтанмаҫ, һәр ваҡытта халҡым, тир, Утын-һыуын үттем, тир 1В5.

* * *

Халыҡ ғәмен кем йыйыр?

Урмандан уҡ һаплаған,

Дошманға бороз ҡайраған —

Шул йыйыр, ау, шул йыйыр! һүҙе уның бер булыр.

Яманлыҡҡа түҙалмаҫ,

Яҡшылыҡ ҡылмай торалмаҫ.

Яман әҙәм шул булыр,

Ямаклыктың билдәһе —

Ауыҙында пке тел булыр:

Алдыцда һине ағартыр,

Артыңда һине ҡаралтыр;

Ауырлыҡты күтәрмәҫ,

Илгә изгелек күрһәтмәҫ.

Егетмен тигән егеттең Күкрәге аҡ булыр,

Дошман уға ят булыр.

Ҡурҡаҡ булмаҫ ул батыр,

Әйткән һүҙендә ҡатыр.

Ул егеттең эсендә Эйәрле-югәнле ат ятыр.

Яман әҙәм йән һатыр,

Мәңге рәхәт күралмаҫ,

Үҙ язаһын үҙ татыр 1бв.

Ѣ

ЯҠШЫАҘАМАТ МЕНӘН КИРЕ АҘАМАТ

Яҡшы аҙамат йорт котһә,

Йорто имеп көтөлөр;

Киро аҙамат йорт котһә,

Йортон-илен юнкетер 107,

Берәү тороп һүҙ әйтһә,

Ҡурҡытам, тип екерер;

Яҡшылыҡҡа тирҫ алып,

Яғанан алып һиңкетер;

Бәҫ ҡәҙерен белмәһә,

Ил дә үҙенә сәцкетер 168.

Киреләнеп, тпрҫләпеп,

Ил йоҙонә 160 токөрор;

Иле-йорто намыҫланып,

Үҙән бәреп үлтерер 17°.

* * #

Яңғыҙ пргә ял булмаҫ,

Яңғыҙ коңгә * мал тәтмәҫ,

Яңғыҙҙың ярым һүҙе нормәҫ,

Янашага һүҙе үтмәҫ;

Яшыҡ пттәй әшәрешләп,

Үҙ башынан сүп китмәҫ.

* * *

Ағай-энеле алтау Аралығын алдырыр,

Теүәлдә торған дүртәү Түбәлеген төшорөр.

Болот та сыҡһа, ел ҡубыр,

Ямғыр ҙа яуһа, ер йыуыр.

Күк үлән — ерҙең тотолор,

Ҡороһа, утҡа отолор, һәләй.

* * *

Эй Иҙел йорт, Иҙел йорт,

Иҙелдән ҡайҙа имен йорт,

Атам кейәү булған йорт,

Әсәм килен булған йорт.

Аҡҡан да һыуынан бал татыр, Сабағынан ман татыр.

Өйөндә ҡот башы булһын,

Йортоңа мал йыйылыр 171.

Аҙғындың аламаһы ҡойолор, һомғолдоң күҙе-ҡашы ҡыйылыр;

Шул аҙғын, тп, шул аҙғын Салтанаттай иргә тап булһа,

Көйә лә яна йортөп, хур ҡылыр, һәләй

* * *

Ярлы ла ярлы тимәгеҙ,

Етем малын еймәгеҙ;

Ҡолонсаҡтан бай балаһы Ярлы ла булмаҫ тимәгеҙ;

Ҡыу таяҡҡа таяпғап,

Ул мал көтмәҫ тимәгеҙ;

Ҡара ҡаҙандан һыу эскән,

Ул аш еймәҫ тимәгеҙ.

* * *

Ат ҡәҙере белмәгән Юлда илай ултырыр.

Тун ҡәҙере белмәгән Ҡыҙыл яланғас ултырыр, һүҙ юрығы белмәгән Башына бәлә килтерер, һәләп.

ЯҠШЫӘҘӘМ МЕНӘН ЯМАН ӘҘӘМ

Яҡшы әҙәм билдәһе —

Асыу менән үсе юҡ;

Яман әҙәм билдәһе —

Асыу менән үсе күп.

Яҡшы әҙәм билдәһе —

Күп тыңлар ҙа бер һөйләр;

Яман әҙәм билдәһе —

Бер тыңлар ҙа күп һөйләр.

Яҡшы әҙәм үткәндә,

Боҙ өҫтөндә ут яныр;

Яман әҙәм килгәндә,

Ҡоро өйҙән һыу тамыр.

Яҡшы атапың балаһы Донъя әйҙәп аш табыр;

Яман әҙәм балаһы Ғәйбәт һөйләп буш ҡалыр.

* * *

Ололарҙы ололау —

Яҡшылыҡтың билдәһе,

Кеселәрҙе кеселәү —

Кешелектең билдәһе.

Олоға ҡолаҡ һалмау — Яманлыҡтың бплдәһе,

Кесене һанға алмау — Насарлыҡтың билдәһе.

Ололарға кесе бул,

Кеселәргә оло бул.

а

БАТЫР ЕГЕТТӘРГӘ АТАЙ-ОЛАТАЙҘАР ҺҮҘЕ

Толпар мопһәц, елеп ҡал,

Батыр булһаң, белеп ҡал;

Яман яуҙар ил баҫҡанда,

Батыр булып ҡырып һал.

Булат булһын билеңдә, һаҙаҡ булһын ҡулыңда;

Бпрмә ерең дошманға,

Атып үлтер юлыңда.

Дошманың һау ҡалмаһын, һуғышып дан алмаһын,

Ат ярғансы йорәген,

Батырлыҡ юғалмаһын.

♦ * *

Ирмен тигән ир-батыр Тыуған илен һөйөр ул.

Ил ҡайғыһын ҡаигы итеп,

Иле өсөн ҡойор ул.

Шундай ирҙәр пр булыр,

Ил эсендә бер булыр,

Ил ҡәҙерләп ҙур булыр,

Дошмандары хур булыр.

Ил батыры көрәштә Ныҡ күтәрен, ныҡ һуғыр,

Батыр йыҡҡанды күреп,

Артынан күп ил уғыр.

АРҒЫМАҠТЫҢ ЯҠШЫҺЫ

Арғымаҡтың яҡшыһы Аҙ утлар ҙа күп юшар,

Ир-егеттең яҡшыһы Аҙ һөйләр ҙә күп эшләр.

Аҙамат менән дуҫ булһаң,

Ҡәҙерең артыр;

Белемле менән дуҫ булһаң,

Аҡылың артыр;

Сибәр менән дуҫ булһаң.

Куркең артыр.

Малым бар, тип маҡтанма: Бѳгоп бар ҙа — иртән юҡ; Түрәмөн, тип маҡтанма:

Бөгон бар ҙа — иртән юҡ; Телем бар, тин маҡтанма: Телең көрмәлеүе бар;

Коном бар, тип маҡтанма: Юнең кирләпеүе бар.

Ш

ЯМАН ЯҠШЫБУЛАЛМАҪ

Ҡолаҡһыҙға һүҙ әйтһәң,— Ҡолағының тышынан; Ҡоланлыға һүҙ әйтһәң,— Ҡолағының әсенән.

Дороҫ һүҙҙең яты юҡ,

Аҫыл һүҙҙең аты юҡ.

Күлдең күрке — ҡамыштыр, Әҙәм күрке — намыҫтыр.

Бапһыҙ * булған аҡ толпар Сапһа ла бауырын яҙалмаҫ; Атанан тинтәк тыуған ир Яуға һоңго һуҙалмаҫ. Ял-ҡойроғо тулы тип,

Ябайҙан айғыр алмағыҙ: Ҡойон-дауыл уйнатып4 Урал һыртын сыңлатып,

Яуға сабыр ат тыумаҫ;

Ата һүҙен тотмаған,

Әсә һүҙе йоҡмаған —

Яуға сабар ул булмаҫ. Елберҙәге булмаһа,

Балыҡ һыуҙа йөҙә алмаҫ, Ҡулда ғәйрәт булмаһа,

Батыр яуҙа түҙә алмаҫ.

Я.м а н әҙәм шул булгар, Ауыҙында ике тел булыр: Алдыцда һине ағартыр, Артыңда һине ҡаралтыр,

Үҙенә ауыр күтәрмәҫ,

Илгә игелек күрһәтмәҫ.

Ирмен тигән егеттең Әйтер һүҙе хаҡ булыр;

Күңеле уның аҡ булыр, Яман эштән һаҡ булыр. Ҡурҡак булмаҫ ир-батыр, Өркәк булмаҫ ир-батыр; Ир-егеттең эсендә Эйәрле-югәнлө ат ятыр. Яман яҡшы будалмаҫ,

Айыу ҡашҡа булалмаҫ;

Ир -егеттең ҡылғаны Илдән башҡа булалмаҫ, ау, Илдән башҡа булалмаҫ.

ИР ДАНЫ- ИЛ ДАНЫ

Ҡояшты болот ҡаплаһа,

Кондең йөҙө ҡаралыр;

Айҙы болот ҡаплаһа,

Төндөң йоҙө ҡаралыр.

Дошман килһә тупһаға,

Иортоц эсе таралыр.

Йорт-пленән туймаған —

Яуға сығын дан алыр.

БЫЛ ДОНЪЯНАН КЕМ ҠАЛЫР?

Был донъянан кем ҡалыр?

Малы барҙан мал ҡалыр,

Улы барҙан ул ҡалыр,

Ҡатыны барҙан тол ҡалыр, Оҫталарҙан ҡул ҡалыр, Йөрөмһәктән юл ҡалыр, Сәсәпдәрҙән тел ҡалыр, Яҡшыларҙан зат ҡалыр,

Яҡшы затлы ат ҡалыр. Батырҙарҙан дан ҡалыр, һойләп халыҡ таң ҡалыр.

ҠАРАСА ТЫУМАЙ КӨҘ БУЛМАҪ.

Ҡараса тыумай көҙ булмаҫ, Ҡаңтар тыумай боҙ булмаҫ.

Атанап тыумай ул булмаҫ,

Донья күрмәй юл булмаҫ.

Яҡшы әҙәмдә ҡон булмаҫ,

Яман әҙәмдә моң булмаҫ. Аҡтарылмаган тау булмаҫ, Ҡайтарылмаған яу булмаҫ.

ЙЫРСЫЛА БУЛҒАН ЙЫРСЫНЫҢ..

Йырсы ла булған йырсының Телендә һойгән ил булыр,

Илен дә һойгән сәсәндең һүҙендә илдең аһ булыр,

Илде йотҡан бейҙәрҙең Теленең осо сос * булыр,

Күкрәге уның ут булыр.

Бейҙе лә бей яһаған Ауыҙы ябыҡ ил булыр,

Бейҙе түшәктә йоҡлатҡан һыны ла һылыу ҡыҙ булыр,

Бейҙе лә бейҙән ҡолатҡан Ауыҙы асыҡ ил булыр,

Бейҙе лә түшәктән уятҡан Күкрәге моңло ҡыҙ булыр.

Бей тәхеттән тошкәц һуң,

Ҡулдан бейлек кпткәп һуң, һарауыслаған ой ҡарап, Арыҫландай аҡырып,

Алтын тәхет оҫтондә Арҙаҡлаған аҡ тәне Ҡара ерҙең аҫтында Ҡарт ҡуцыҙга ем булыр,

Ем булыр, ау, ем булыр.

#&>

ТЫУҒАН-ҮҪКӘН ЕРҘӘР БУҘ БУЛЫР

Тыуған-үҫкән ерҙәр буҙ булыр, Кейек елгән ерҙәр тоҙ булыр; Арғымаҡ күрке ял булыр,

Әҙәм күрке мал булыр.

Арғымаҡ ялдан айырылһа,

Күрке ботөр, буш ҡалыр;

Әҙәм.малдан айырылһа,

Бүрке бөтор, бага ҡалыр.

ISO

Баш һау булһа, бүрке табылыр, Бүрекле башҡа күрке табылыр.

ҠЫШТЫРҘАҠ ЯПРАҠ ҺАРЫУҪАҠ...

Ҡыштырҙаҡ япраҡ һары уҫаҡ, Ҡыштырҙағы уның елдәндер;

Ҡырпыуы ҡамсат бүрек кейеп,

Яғаһы ҡама шәп тун кейеп,

Ҡомһоҙҙоң ҡуҡырайыуы малдандыр.

Лҡ кейектең сабыр ере яландыр,

Эсер һыуҡайҙары уның ярҙапдыр. Ашайыҡ та, дуҫтар, эсәйек,

Уйнайыҡ та, дуҫтар, көләйек:

Хоҙай белһен, күпме ғүмер ҡалғапдыр, Хоҙай белһен, беҙҙең әжәл ҡайҙандыр!

АРҒЫМАҠ АРЫҠ БУЛДЫТИП...

Арғымаҡ арыҡ булды тип. Яйҙаҡ ябаға мепмәгеҙ;

Ата улы ярлы булды тпп,

Ата улын кәм-хур күрмәгеҙ. Ял-ҡойроғо ялбыр, ҡупшы тпп, Тоҡомға айгыр ҡупмағыҙ. Ашағыҙ ҙа әсегеҙ барында,

Кеше хаҡын әммә еймәгеҙ *, Залпм булып дәүләт йыймағыҙ.

ЯЛ-ҠОЙРОҒО МАТУР ТИП...

Ял-ҡойроғо матур тпп,

Ябыҡ айғыр алма,

Ойороңә алып барма; Йоҙө-ҡашы матур тип,

Яман ҡатып алма,

Өйоңә алып барма.

Яман айғыр алһаң,

Ойороң таралыр;

Яман ҡатын алһаң,

Өйоц таралыр.

 

V

Ямай айғыр алһаң,

Яуға менер ат тыумаҫ; Яман ҡатын алһаң,

Утҡа инер ул тыумаҫ. Ул да тыумаҫ,

Ҡыҙ ҙа тыумаҫ,

Тыуһа ла, тормаҫ, Торһа ла, ырыҫ булмаҫ.

АТЫҢ ЙӨРӨШЛӨ БУЛҺА...

Атың йөрөшлө булһа,

Тояҡҡа көс;

Ҡатының тауышлы булһа, Ҡолаҡҡа көс.

Конөң аяҙ булһа,

Айға көс;

Конөң болотло булһа,

Көпгә кос.

Илеңә йот килһә,

Малыңа көс;

Илеңә үләт килһә,

Йәнеңә кос.

НИМӘНӘН НИМӘ АРТЫҠ?

Ваҡ һибелгән йондоҙҙан Балҡып торған ай артыҡ;

Бу іи ч һимергән айғырҙан Ярһып торған тай артыҡ. Дойә һуйған йыйындан Тәкә һуйған туй артыҡ; Тауыш тыугап туйыңдан Тыныс торған ой артыҡ. Ғүмерең үтһә әрәмгә,

Йоҡ ола күргән төш артыҡ; Ырыҫ булған әҙәмгә Хәйерһеҙ йәйҙән ҡыш артыҡ. Ҡотһоҙ булған шоңҡарҙан Торомтай тигән ҡош артыҡ;

 

Ҡот белмәгән дуҫыңдан Ҡәҙерен белгән иш артыҡ. Мүкләнеп ятҡан алтындан Шымара төшкән таш артыҡ; Тарығып биргән һыпыңдан Тирләп тапҡан аш артыҡ.

НИ МЕНӘН НИМӘ БУЛА?

һыуҙар ага сай менән, Сыра яна май менән,

Ике яҡшы баш ҡоҫһа,— Кон ҡушыла ай менән.

Ике яман баш ҡоҫһа,— Коноң үтер уй менән, һал беркеттек тал менән, һал ебәрҙек мал менән, Арғымаҡ ат ҡәҙерле Үпкә-бауыр, ял менән. Каруан күрке пар менән, Егет күрке мал менән, Маллы егет дан менән. Малһыҙ егет зар менән — Үпкә-бауыр ҡан менән. Бәхетле егет шул була, Үтһә ғүмере дан мепән. Каруан-каруан мал менән, Йәне һойгән йәр менән.

МАЛ НИ ӨСӨН КӘРӘК?

Ағас күрке — япраҡ,

Әҙәм күрке — сепрәк, Үлгәпдә лә мал кәрәк, Терелһәк тә мал кәрәк. Баш ауырһа, йән кәрәк, Баш һауыҡһа, мал кәрәк. Малың булһа, дан кәрәк, Ҡупыныңа йәр кәрәк.

 

Малыц барҙа, барыц бар: Шоһрәтең бар, даның бар. Ғүмерең барҙа, мал кәрәк, Дуҫ-иш кәрәк, аш кәрәк,

Эсер өсөн бал кәрәк. Алтык-комош байлығың Үҙең үлгәс ни кәрәк? Байлығыңды артыңдан Алып булмаҫ гүреңә;

Ҡәбереңә инеп ятҡан һуң, Ҡайталмаҫһың түреңә.

Түреңдә саҡта белен ҡал, Малыңдың янын күрен ҡал, Малһыҙҙарға биреп ҡал. Изгелекло булып ҡал, Сауап-доға алып ҡал.

Гүр ҡуйынына мал һыймаҫ, Сауаптарың алын бар.

4 »

й

КЕМ ҠӘҘЕРЕН КЕМ БЕЛӘ?

Ҡара ерҙең ҡәҙерҙәрен Сысҡан мепән йомран белер; Ҡарурмандың ҡәҙерҙәрен Айыу менән бүре белер; Ҡамышлыҡтың ҡәҙерҙәрен Ҡама менән ҡондоҙ белер; Дарайлыҡтың * ҡәҙерҙәрен Баҡа мепән йәйен белер; Яҡшылыҡтың ҡәҙерҙәрен Бер төйәктә ятҡан белер; Яманлыҡтың ҡәҙерҙәрен Дошман мепән шайтан белер..

ЯҢҒЫҘ ӘҘӘМ ҒӘРИП БУЛЫР..

Яңғыҙ әҙәм ғәрип булыр,

Ярлы әҙәм һарыҡ булыр, Эсе-тышы ярыҡ булыр, Ашка-һыуға зарыҡ булыр.

Ялған әйткон тотолоп ҡалыр, Дөрөҫөн әйткән ҡотолоп ҡалыр. Яҡшының эше хаҡ булыр, Күңеле уның аҡ булыр, Ялғансының ауыҙында Ҡарғыш менән ант булыр.

Ҡаҙ ҡанаты ҡат булыр,

Pip ҡанаты ат булыр,

Малың китһә ҡулыңдан, Ағай-энең ят булыр.

ҠУРҠАҠ ИРҘӘН НИ СЫҒЫР?

һай, тим, субар тим, субар, һай, тим, субар тим, субар. Тибенгән аттан тир сығыр,

Аҡ мамыҡтан буҙ сығыр. Аҡыллынан һүҙ сығыр, Аҡылһыҙҙан күҙ сығыр, ау, Аҡылһыҙҙан күҙ сыгыр.

Тырыш әҙәм таш киҫер,

Аҡылы бар ил биҙәр;

Ике тиле — бер иҫәр, Сәсмәһәң дә, ул үҫер, ау, Сәсмәһәң дә, ул үҫер.

Уралтауҙай тау булмаҫ, Уралтауҙай тау булмаҫ. Ҡурҡып йөрөгән һау булмаҫ, һау булһа ла, дәү булмаҫ. Ҡалаға ингән бур булмаҫ,

Бур булһа ла, ҙур булмаҫ; һәнәре бар хур булмаҫ,

Хур булһа ла, ҙур булмаҫ.

һай, тим, субар тим, субар, һай, тим, субар тим, субар. Ҡурайсынан көй сығыр, Ҡурҡаҡ ирҙән ни сыгыр?

ф

ҺӘНӘРЛЕ МЕНӘН ҺӘНӘРҺЕҘ

Сиңерткәләр иген йыйыр, Сиңерткәләр иген йыйыр;

Таҡыя башлы буҙ турғай Сиңерткәнең үҙен йыйыр, һинең кеүек һонәрле ирҙәр Ҡәләмекең осо менән табып йыйыр. Минең кеүек һонәрһеҙ егет, Атаһынан ҡалған малы булһа, Көнөн дә ятып, төнөн дә ятып, Тиген йыйыр, тиген йыйыр, ау...

•ft

ҮЛГӘН МЕНӘН БӨЛГӘН

Алыҫ менән яҡынды — юртҡан белер, Асы менән татлыны — татыған белер, Аш ҡәҙерен ана белер, һөт ҡәҙерен тана белер 172.

Болот та күсер, ел ҡыуыр,

Ямғыр ҙа яуһа, ер йыуыр 173.

Бер төкөргән ни ҡылыр?

Күп төкөрһә, күп ҡылыр 174.

Үлгән әҙәм кем булыр?

Илгә төкөргән — шул булыр.

Бөлгән әҙәм кем булыр? һөнәрленән көлгән — шул булыр 176. Торомтайҙан йылғыр ҡош булмаҫ,— Осһа, тургай тибә алмаҫ;

Атҡыстан югерек уҡ булмаҫ,—

Атһаң, тейеп боҙалмаҫ. һәнәрһеҙ тырышты күралмаҫ,—

Эшләп оҙаҡ түҙалмаҫ,

Ил ҡыҙырып йөрөү менән һөнәрленән уҙалмаҫ 17в.

БУР БАЙЫҠМАҪ...

Бур байыҡмаҫ, біірэн туймаҫ, Яңғыҙ тирәк өй булмаҫ; Бирәм тигән бей булмаҫ, Ҡурҡаҡ әҙәм ир булмаҫ, ау, Ҡурҡаҡ әҙәм ир булмаҫ.

Котоү типкән мал булһа,

Уны сайҙа * буре алыр;

Ил ташлаған ир булһа,

Көнө етмәй гүр алыр, ау, Көнө етмәй гүр алыр.

Ата һүккән аш юйыр,

Әсә һүккән йәш ҡойор;

Дау сығарған ҡан ҡойор, Ямап әҙәм ил буяр, ау, Яман ирҙән ил туйыр.

Айыу һуҡҡан тун кейер, Уңған бала уҡ юныр;

Атҡа менгән ил гиҙәр,

Яҡшы кеше ил биҙәр, ау, Яҡшы кеше ил биҙәр.

ЯМАНЛЫҠҠА БОРМАҒЫҘ!

Ауаҙалы 177 ҡыҙҙың ауыҙы тар, Күрәҙәле илдең күҙе тар, Уңышлы йылдың ҡары аҙ. Уңышһыҙ йылдың яҙы ҡар 1тй. Әйтем әйтһәм, киң түшем Иретер яуыз ҡарғышын 179. Яуызға яҡып булмағыҙ, Яуызлыҡты ҡылмағыҙ 18°. Тилмереп килгән еһерҙең Наһырын * ергә ормағыҙ, һөйәкһеҙ үҫкән ҡыҙыл тел, Яманлыҡҡа бормағыҙ.

Оло һүҙен тыңлағыҙ, Тыңлағыҙ, ау, тыңлағыҙ т.

ӘСӘ ЙӨРӘГЕ

Борон-борон заманда Булған, тн, бер ҙур йәйләү. Яуызлыҡҡа яу асып, Яҡшылыҡҡа юл асып,

Кон иткән, ти, был йәйләү, Кон иткән, ти, был йәйләү.

Көндәр уҙған, йыл уҙған. Заман алға ағылған.

Күңелгә шом ҡалдырып, Йөрәккә һар һалдырып, Илгә хәбәр таралған,

Илгә хәбәр таралған:

Күрше йәйләү матурын Ошо йәйләү батыры,

Үҙенә тиц йәр птеп,

Күҙ алмаһын претеп, һөйгән, ти, бар йөрәктән, һоигәк, ти, бар йөрәктән.

Арғымаҡҡа атлапып,

Сабый кеүек шатланып, Батыр киткәп йәренә,

Ҡыҙ ырыуы оренә.

Әйткән үҙенең теләген, Асып биргән йөрәген. Шунда әйткән ғорур ҡыҙ: «Егетем, һиңә шартым бар, Шартым булғас, антың бар: Үҙ илеңә ҡайтырһың,

Әсәң күкрәген асырһың, Йорәгеп оҙоп алырһың, Миңә шулдыр бүләгең. Ишет шуны:

Тик шул ғыпа бүләгең! Шунһыҙ ишем тимәмен, Шунһыҙ һине һоймәмен». Ҡара болот ҡабарған,

Күктә йәшен уйнаған, һыуҙар аҡҡан урғылып, Донъя ҡалған тон булып, Донъя ҡалрап төн булып.

Быуындары биртенгән,

Ил батыры бөгөлгән. Мөһабәт һыны һығылған, Башын тотон ултырған... Уйлап алғас бер тына, Күнгән ҡыҙҙың тартына.

Йорәкте ҡулға алып,

Ҡыҙ тауына юл алын.

Егет уҡтан уҡталған,

Ҙур ҡаяға ынтылғап. Ҡабаланып ярһыуҙан,

Ҙур бер ташҡа абынған, Текә ерҙә йығылған,

Текә ерҙә йығылған. Йорәктән осҡон осҡан. Йөрәктән ялҡын сыҡҡан, Шунда йорәк һүҙ әйткән: «Йығылып киттең, йәнем, Ауыртманымы тәпең?..»

Быныһы бары әкиәт, Быныһы бары хикәйәт.

Үҙ ғүмереп оҙҙорон,

Бала күңелен уйлаған,

Юҡ булдым, тин ҡуймаған, Ауыртыу ын тоймаған, Балаһы осөн һыҙлапған Әсәләргә беҙ боғоп Теләйек ҙур һаулыҡты, Теләйек ҙур бәхетте.

Борон әпткәп ололар:

«Ана күңеле балала,

Бала күңеле далала».

Был һүҙ хәҙер иҫкерһен, Тел осонан кителһен,

Ана күңеле шат булһын, Яҙмыш булһын еңелдән, Әсәләрҙең сафлығы һис китмәһен күңелдән, һис китмәһен күңелдән.

ЯҠШЫҠАТЫН МЕНӘН ЯМАН ҠАТЫН

Яҡшы ҡатып шул булыр:

Яҡшы ҡатын йыйынсаҡ.

Яман ҡатын шул булыр:

Яман ҡатып — түркенсәк *.

Яҡшы ҡатын тун текһә, Сит-ситенән кимтелер;

Яман ҡатын тун текһә, Йой-йөйөнән һүтелер.

Яҡшы ҡатын йорондан Элкен ҡойтор сығарыр,

Яман ҡатын йорондан Ҡынйыраҡ көскә сығарыр, һәлкәү ҡатын — һәперә,

Сулаҡ сәсмәү, тырмыс һауыр *. Яҡшы ҡатын шул булыр: Көрәгәһен яңыртып,

Уҙғандарҙы ҡайғыртып,

Яҡты сырай, тәмле һүҙҙән һыуһын эсереп ултырыр.

Яман ҡатын шул булыр: һауып һаба тултырмаҫ,

Көрәгәһен астырмаҫ,

Уҙғанды ҡайғыртып саҡырмаҫ; Ауыҙы, башы остапдап,

Аҫау кирҙәй китаңдап,

Сәсмәүҙәре сустаңдап,

Ыҙғышып, һүгешеп ултырыр.

Пәйғәмбәр



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: