Географик лексик саралар




Изобразительные средства

В поэзии рАШИТА ШАКУРА

 

«К защите допущена» Научный руководитель

Заведующий кафедрой канд. филол. наук, доцент

д. филол. н., проф. Янбаев И.К. __________

Кунафин Г.С._________

______________2014г. _________________2014г.

 

Дата защиты:________

Оценка: __________________

 

Уфа – 2014

Йөкмәткеһе

Инеш.........................................................................................................................................................................4

Беренсе бүлек

Рәшит Шәкүр ижадында лексик саралар....................................................11

Икенсе бүлек

Боронғо төрки ҡомартҡылары лексикаһы һәм Рәшит Шәкүр шиғриәте: һүрәтләү сараларының эволюцияһы мәсьәләһе..................................................................................................................................................38

Йомғаҡлау...........................................................................................................................................................73

Ҡулланылған әҙәбиәт.................................................................................................................................76

Инеш

Һүрәтләү саралары тип телең әҙәби әҫәр йөкмәткеһен образлы итеп асыусы конкрет алымдарын атайҙар. Сағыштырыу, эпитет, метафора һ.б саралар образлылыҡтың мөһим берәмектәрен тәшкил итәләр.

Әҙәби ысынбарлыҡ йәки, фәнни әҙәбиәттә билдәләгәнсә, әҙәби донъя беҙҙең күҙ алдыбыҙға һүҙҙәр ярҙамында һүрәтләнә. Уларҙы художестволы һынландырыу саралары, тип йөрөтөлә. Ә һүрәтләүҙең компоненттары күп һәм төрлө-төрлө.[1] Күренекле әҙәбиәт ғилеме белгесе К.Әхмәтйәнов һүрәтләү сараларын яһалыу үҙенсәлектәренә ҡарап ошондай төркөмдәргә бүлгән:

1. Яҙыусыны ҡыҙыҡһындырған әйбер йәки күренештең үҙенсәлеген икенсе бер нәмәнең айырым бер сифаты менән характерлауға ҡоролған әҙәби алымдар. Уларҙың барыһын бергә ғалим ассоциатив һүрәтләү саралары тип атаған.

2. Юғары шиғриәтле әҫәрҙәге һәр бер һүҙ - һүрәтләү сараһы. Сөнки ул яҙыусы тарафынан башҡа бик күп һүҙҙәр араһынан һайлап алына һәм конкрет был осраҡҡа бик йәтеш килә. Әҙиптең һүҙ һайлауына нигеҙләнгән һүрәтләү саралары телдең лексик ресурстары тигән төшөнсә тирәһенә берегә.

3. Һөйләмдә, строфала һүҙҙәрҙең урынлашыу тәртибенә нигеҙләнгән һүрәтләү сараларын (фигуралар). Улары – поэтик синтаксистың өйрәнеү объекты.

4. Образлылыҡты көсәйтеү маҡсатында айырым өндәрҙең экспрессив мөмкинлектәрен, теге йәки был өндөң телмәрҙә йыш ҡабатланыуын файҙаланыу. Был проблема поэтик фонетика өлкәһенә ҡарай.

Ассоциатив һүрәтләү сараларының, фигураларҙың, лексик сараларҙың асылын, үҙенсәлектәрен, телмәр фигураларын өйрәнеү антик быуаттан уҡ килә. Ул осорҙағы хеҙмәттәрҙә фекерләү фигуралары (фигуры рассуждения) һәм һүҙ фигураларына (фигуры речи) бүленеп ҡаралған. Һүҙ фигураларына шулай ук троптар ҙа (метафоралар, метонимиялар һ.б.) индерелгән. Хәҙерге әҙәбиәттә улар «стилистик фигуралар» тип аталып йөрөтөлә. Киң мәғәнәлә, теләһә ниндәй һүрәтләү сараһы, шул иҫәптән троптар ҙа телмәргә тасуирилык бирә, ә тар мәғәнәлә, синтаксик фигуралар тасуирилыҡ бирә.

Урта быуаттарҙа уҡ әле схоласт философтар һүрәтләү сараларының 200–гә яҡын төрөн билдәләгән. Беҙҙең ҡул аҫтында булған һүҙлектәрҙең составынан, беҙ шуларҙың 80-гә яҡын төрөн билдәләнек. Уларҙың араһында киң ҡулланылғандары һәм дәреслектәргә ингәндәре, шулай уҡ киң уҡыусыға билдәһеҙ ҡалғандары бар. Шулай ҙа әҙәбиәт ғилеме практикаһында уларҙың күбеһе иғтибарһыҙ ҡала. [2]

Аристотель, Марк Фабий Квинтилиан, Марк Туллий Цицерон, В. фон Гумбольдт, Э.Кассирер, К.Г.Юнг, А. Ричардс, М. Блэк, В.Н.Телия, П.Грайс, Т.Коэн, Дж.Р.Серль, Дж.Лакофф, М. Джонсон һ.б. боронғо һәм урта быуат ғалимдарының хеҙмәттәрендә һүрәтләү сараларының художество-эстетик функцияһына мөнәсәбәтле фекерҙәр әйтелә килде.

Традицион рәүештә иң күп ҡулланылған һүрәтләү сараларына символ, метафора, аллегория һәм башҡа төшөнсәләр инә. Ҡайһы бер осраҡта улар бөтәһе лә дөйөм “троп” төшөнсәһе аҫтында берләштерелә. Хәҙерге заманда философтар, логиктар лингвистар, ҡайһы бер осраҡта әҙәбиәтселәр тарафынан эшләнеп сығарылған метафора теорияһы иң ныҡ танылыу алды. Тарихи яҡтан алғанда, символдар, метафоралар проблемаһын күберәк философтар һәм лингвистар тикшерҙе. Әҙәбиәт ғилемендә был проблемаға ҡағылышлы тикшеренеүҙәр аҙ тип әйтерлек. Ни тиһәң дә был саралар беренсе сиратта художестволы тулы образдар барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланыла.

Метафора һәм уның тел һәм әҙәбиәттәге роле тураһында тикшеренеүҙәр рус ғалимдары хеҙмәттәрендә лә күрергә була. А.А.Потебня һәм А.Ф.Лосев фәҡәт символ, аллегория һәм йәнләндереү проблемаһын тикшергән. А.Ф.Лосев үҙенең “Эстетика Возрождния” исемле хеҙмәтендә дөйөм һәм индивидуаль, идеаль һәм реаль кеүек билдәләмәләр бирә.

Әҙәбиәт ғилемендә Б.В.Томашевский менән В.М.Жирмунский троптарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе поэтик семантикала тикшерһә, Д.С.Лихачев троптарҙы әҙәби саралар поэтикаһы тип ҡарай. Теоретиктар араһында троптарға ҡағылышлы берҙәм фекер юҡ. Р.О.Якобсон метафора һәм метонимия араһындағы айырмалыҡтарҙы күҙәтә.

Метафора бик күп төрлө, уларҙы классификацияларға була: 1) эстетик тәьҫир итеү кимәле буйынса – тел һәм художестволы; 2) сағыштырыу атрибуты характеры буйынса – йәнләндереүсе (йәнләндереү), әйберләштереүсе, абстрактлаусы (символ) һәм конкретлашытырыусы (аллегория); 3) структураһы буйынса – лексик һәм асыҡ.

Теманың актуаллеге. Күренекле шағир, телсе, арҙаҡлы ғалим, публицист, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла, Р.Ғарипов, З.Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Рәшит Шәкүровтың шиғриәтебеҙ донъяһында тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Рәшит Шәкүр шиғриәте – ул баҙлап янып торған фекерҙәр шиғриәте. Рәшит Закир улының төрлө йылдарҙа “Йөрәгемдә ҡояш: шиғырҙар” (Өфө, 1970), “Тауҙарым далаларым: шиғырҙар, хикәйәттәр” (Өфө, 1982), “Заманалар юлында: Шиғырҙар, поэма.” (Өфө, 1988), “Ыласындар оса бейектә: Шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр” (Өфө, 2007), “Ғүмер көҙө: шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр, поэмалар” (Өфө, 2012) йыйынтыҡтары донъя күрҙе, шулай уҡ “Сыңрау торналар иле”, “Арҙаҡлы башҡорттар”, “Ынйы бөртөктәре” һымаҡ ғилми-популяр хеҙмәттәре баҫылып сыҡты. Уларҙың һәр береһе рухиәтебеҙ донъяһында һәм фәнебеҙҙә үҙенең лайыҡлы урыны, әҙәби-ғилми йәмәғәтселектең һәм киң ҡатлам уҡыусыларҙың юғары баһаһын алған.

Рәшит Шәкүр шиғриәтендәһүрәтләү сараларын өйрәнеү шиғриәт ҡанундарын һәм үҙенсәлектәрен, лирик геройҙың уй-кисерештәрен тәрәнерәк аңларға, шағирҙың поэтик оҫталығын, уның донъяға ҡарашын асыҡларға ярҙам итә. Әгәр шағир ысынбарлыҡты башҡаларҙың күңел ҡылын сиртерлек итеп аса ала икән, ул поэтик асыш яһай, шиғриәткә бер биҙәк өҫтәй. Бындай асыштар күберәк булған һайын, шағир ижады күркәмләнә бара. Шул яҡтан ҡарағанда, һүрәтләү сараларын өйрәнеү һәр осор өсөн мөһим. Сөнки һәр күренеш һымаҡ һүрәтләү саралары ла тарихилыҡ принцибына бойһона. Тәҡдим ителгән диплом эшенең актуаллеге шуның менән билдәләнә лә инде.

Проблеманың өйрәнелеү кимәле. Уны ике юҫыҡта билдәләргә мөмкин. Беренсенән, башҡорт әҙәбиәтендә һүрәтләү сараларының функциональ йөкмәткеһен өйрәнеү тарихы — үҙе үк актуаль тема булып ҡала. Икенсенән, Р.Шәкүрҙең С.Юлаев премияһына лайыҡ булған шиғриәтен баһалау шулай уҡ бөгөнгө әҙәбиәт өсөн әһәмиәтле мәсьәлә.

Башҡорт әҙәбиәте ғилемендә һүрәтләү сараларының монографик юҫыҡта махсус өйрәнелмәүе, был проблема бөтөнләй уратып үтелгән тигәнде аңлатмай әле. Башҡортостанда “Әҙәбиәт теорияһы”[3] исемендәге тәүге хеҙмәт Ә.И.Харисов тарафынан яҙылып 1944 йылда донъя күргәндән һуң теүәл 27 йыл үтеүгә К.Ә.Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теорияһы” тигән фундаменталь хеҙмәте баҫылып сыға[4]. Ике хеҙмәттә лә һүрәтләү сараларына, китаптың маҡсатына ярашлы, аңлатмалар бирелә, һәр аңлатма миҫалдар менән нығытыла. Әммә һүҙ, нигеҙҙә, констатациялауҙан әллә ни ары китмәй. Теге йәки был тропты башҡорт поэзияһы ни тиклем үҙ иткән, уларҙың сығышы, айырым шағирҙар ижадында тотҡан урыны, әҫәрҙә функциональ ҡулланылышы темаһын, идеяһын асыуға ни тиклем хеҙмәт итеүе, шағир ижадының индивидуаллеген билдәләү ҡеүәһе наҡыҫыраҡ. Шулай ҙа Ким Әхмәтйәновты троптарҙың тәбиғәтен тәрәнерәк өйрәнеүсе тәүге ғалим тип атарға була. Үҙенең “Әҙәбиәт теорияһы”нда ул һүҙҙең күп мәғәнәлелеген, күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуын, поэтик образлылыҡты конкретыраҡ аңларға ярҙам итеүсе мөһим күренештәрҙең береһе, тип иҫәпләй. Ғалим фекеренсә, һүрәтләү сараларының, бигерәк тә уларҙың төп өлөшөн тәшкил итеүсе троптарҙың, нигеҙендә тап ана шул күп мәғәнәлелек ята. Поэтик фекерҙең нескәлектәре образлы ассоцияциянан башҡа бөтөнләй мөмкин түгел, тип иҫәпләгән К.Әхмәтйәнов троптарҙың һәр төрөнә ентекле аңлатма биргән һәм башҡорт әҙәбиәтенән алынған миҫалдар ярҙамында уларҙың үҙенсәлектәрен асҡан. “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы”[5], “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”[6] тигән хеҙмәттәрендә Ғ.Б.Хөсәйенов, “әҙәби лексик, һүрәтләү саралары – әҫәр поэтикаһының иң теремек тасуири күҙәнәктәре”[7], тип иҫәпләй. Хеҙмәттең “Һүрәтләү саралары” тигән бүлегендә һүҙҙең тура мәғәнәлә ҡулланылышы һәм шул сәбәптән автологик әҫәрҙәр хасил булыуы, сағыштырыу, эпитет, метафора, аллегория, символика, йәнләндереү, метонимия, синекдоха, перифраз, эвфемизм, гипербола, гротеск, литота кеүек троптарға, уларҙың төрләнешенә аңлатма бирә; синоним, антоним, омоним, һүҙ уйнатыу, каламбур, фразеология, идиома, әйтем, афоризм кеүек лексик сараларҙы ла, лексик ҡатламдарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Улар хаҡында төшөнсә авторҙың “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”ндә лә бирелә.

Ғ.Б.Хөсәйеновтың был хеҙмәттәре, Ә.И.Харисовтың, К.Ә.Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теорияһы” тигән китаптарына ҡарағанда, әлбиттә, яңы әҙәби һәм ғилми ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә ала. Шуға күрә, проблема киңерәк тә, тәрәнерәк тә яҡтыртыла. Шулай ҙа өс авторҙың хеҙмәттәрендә лә бер уртаҡ һыҙатты билдәләмәй булмай. Ни өсөндөр улар ирония менән сарказмды һүрәтләү сараһы тип ҡарай. Улай булғас, ниңә пародия менән карикатураны, шаржды ла ошо рәткә индермәҫкә? Хикмәт шунда: бәлки, улар троп түгел, киреһенсә, троптар ярҙамында тыуҙырылған комик эффект төрө.

Был йәһәттән йәнә билдәле ғалимә З.Я.Шәрипованың “Башҡорт әҙәбиәтендә һүрәтләү саралары”[8] хеҙмәтен, шул уҡ уның Г.Х.Хәлфетдинова менән берлектә сығарылған “Поэтик образ нисек тыуа”[9] тигән белешмәһен дә атап үтеү кәрәк. Әммә был хеҙмәттәр ҙә һүрәтләү саралары хаҡында дөйөм белешмә биреү һәм уларҙың поэтик образ тыуҙырыуҙағы функциялары хаҡында айырым әҫәрҙән алынған өлгөләр миҫалында мәғлүмәт биреү менән генә сикләнә.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте тарихы сиктәрен киңәйтеү, уның боронғо һәм урта быуаттар осорон тикшеренеүҙәр башланды, милли әҙәбиәттең яңы сифаттары асылыуы әҙәби оҫталыҡ, шул иҫәптән, һүрәтләү сараларын барлау һәм функциональ тәғәйенләштәрен өйрәнеү ҙә активлаша төштө[10]. Күренекле ғалим, профессор Р.Н.Байымов башҡорт шиғриәте поэтикаһының үҙенсәлектәрен боронғо сығанаҡтар нигеҙендә өйрәнә[11].

Был темаға арналған айырым хеҙмәттәрҙә, бигерәк тә әҙип ижадына арналған монографияларҙа, шағир ижадының индивидуаль-стиле үҙенсәлектәре лә өйрәнелә[12]. Шулай уҡ рус ғалимдарының ғилми хеҙмәттәрен, бурят, яҡут тикшеренеүселәренең диссертацион эштәрен, темаға ярашлы айырым монографияларҙы күрһәтеп китеү ҙә мөһим[13].

Ғөмүмән, матбуғат биттәрендә һәм ғилми сығанаҡтарҙа Р.Шәкүр ижадына мөнәсәбәтле мәҡәләләрҙе йыш осратырға мөмкин. Әйтәйек, журналистарҙан И.Аҡъюлов, Л.Абдуллинала, К.Сәлимов, К.Яйыҡбаевтарҙың[14], ҡәләмдәштәре Т.Ғәниева, Н.Мусин, Ә.Әфтәхтәрҙең[15] һ.б. йөкмәткеле сығыштары баҫылып сыҡты. Ғалимдар ҙа үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә килделәр. Ә.Вилданов, Ф.Күзбәков, Ф.Нәҙершина, М.Хәйруллина, Р.Солтангәрәева, И.Ғәләүетдинов, Р.Шаһиев кеүек әҙәбиәтсе һәм телселәрҙең мәҡәләләре баҫылып сыҡты[16].

Ғилми хеҙмәттең төп маҡсаты. Рәшит Шәкүр шиғриәтендә лексик тасуирлау сараларының функциональ ҡулланылышы, составы, художестволы образ тыуҙырыуҙағы роле тикшерелә. Шулай уҡ Р.Шәкүр ижады миҫалында боронғо төрки ҡомартҡыларында уҡ күпләп урын алған һүрәтләү сараларының бөгөнгө әҙәбиәттә лә йыш ҡулланылышы күҙәтелә, оҡшаш өлгөләрҙең текстары өйрәнелә. Ғөмүмән, Р.Шәкүр шиғырҙары миҫалында лексик һүрәтләү сараларының эволюцяһына мөнәсәбәтле мәсьәләләр ҡарала.

Эштең структураһы. Дипломэше инеш, ике бүлек, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

 

Беренсе бүлек

Рәшит Шәкүр ижадында лексик саралар

Ысынбарлыҡты образлы һүрәтләү сараһы итеп яҙыусылар телдең үҙенсәлекле лексик ресурстарын да ҡулланалар. Лексик саралар тип дөрөҫ һайлау һәм урынлы ҡулланыу арҡаһында художестволы образ тыуҙырыусы һүҙҙәр атала.

Билдәле башҡорт ғалимы К.Әхмәтйәнов уларҙы ике ҙур төркөмгә бүлә:

1) мәғәнә оҡшашлығына йәки айырымлығына нигеҙләнгән саралар (синонимдар, антонимдар, омонимдар, һүҙ уйнатыу;

2) һүҙҙәрҙең тарихына йәки географияһына нигеҙләнгән саралар (архаизмдар, тарихи һүҙҙәр, неологизмдар, диалектизмдар, ябай һөйләм һүҙҙәре һ.б.[17]. Уларҙы актив һүҙлек фонды; пассив һүҙлек фонды (архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар һ.б.), файҙаланыуы сикләнгән лексика (диалектизмдар, профессионализмдар һ.б.) тип тә йөрөтәләр[18].

Икенсе төркөмдө дүрт төркөмсәгә бүлеп ҡарау трпдиция әүерелгән:

1) тарихи: архаизмдар, неологизмдар, окказионализмдар.

2) географик: диалектизм, провинциализм.

3) милли: варваризм, макаронизм.

4) социаль: ябай һүҙлелек (просторечие), вульгаризм, профессионализм, арго, жаргонизм, сленг.

Диалектизмды – социаль, ә варваризмды географик төркөмгә лә индерергә булыр ине.

Ҡайһы ваҡыт һүҙ – иҫке, ләкин яңы ғүмер ала. Һәр һүҙҙең үҙенең тарихы бар.

Әҙәби әҫәрҙәрҙең теле үҙенең лексикаһы һәм төҙөлөшө буйынса халыҡ теленең нормаларына ҡарай. Йыш ҡына унда башҡа телмәр сығанаҡтарынан алынған материалдар ҙа инә. Был лексик материал һүрәтләнгән әйберҙең уға ғына хас булған билдәләрен һыҙыҡ өҫтөнә ала, уларҙы конкретлаштырыуҙы көсәйтә, былар барыһы ла уртаҡ халыҡ теленең лексик ысулдары менән барлыҡҡа килтерелә. Нәфис әҙәбиәт лексикаһын ҡулланыу характерын аңлатып, академик Л.В.Щерба былай тип яҙа: “Әҫәрҙә тел аша шул мөхиттә хәрәкәт иткән геройҙарҙың социаль мөхите һүрәтләнә, - артабан ул, - бөтә эш шунда, диалекттарҙың профессиональ “телдәрҙең”, жаргондарҙың әҙәби әҫәрҙәргә бик күп булған элементтары индерелә, улар шартлыса ғына күрһәтеүсе булып торалар”.

Телдә специфик үҙенсәлектәре булмаған йәшәйеш мөхитен һүрәтләгәндә, яҙыусы махсус телмәр сығанаҡтарына мөрәжәғәт итмәйәсәк. Һүрәтләнгән мөхиттең телендә тел үҙенсәлектәре асыҡ күренеп торған осраҡта ла, ул уны кәрәк саҡта һәм аҙ штрих менән генә билдәләйәсәк. Тап шулай әҙәбиәттә диалектизм ҡулланыла.

Персонаждарҙың йәшәү характерын тултырыусы ысул булып профессионализм булыуы мөмкин – айырым профессияларға ҡағылышлы һүҙҙәр һәм әйтемдәр.

Профессионализмдар персонаждар һәм автор телендә бер ваҡытта ла беренсе планға сыҡмай, сөнки улар һүрәтләүҙә ярҙамсыл ысул булып ҡына торалар. Улар кешенең яҙмышын һәм характерын яҡтыртыуға алып бармайҙар. Ҡайһы бер осраҡта әҙәби әҫәрҙәрҙең теленә жаргонизмдарҙың ҡулланылыуы мөмкин. Жаргонизмдарҙың барлыҡҡа килеүе, ошо төркөмгә ингән кешеләрҙең, үҙ телмәрҙәренең мәғәнәһе аңлайышһыҙ яһау теләгенә ынтылыш.

Ошо әйтемдәрҙән сығып, диалектизм, профессионализм, жаргонизмдарҙың әҙәбиәттә ҡулланыуы тормош үҙенсәлектәрен детализациялауҙа тултырыусы ысул булып тороуы асыҡ.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙең теленә варваризмдар инеүе мөмкин. Яҙыусының варваризмдар ҡулланыуы төрлө сәбәптәргә бәйле. Ҡайһы саҡта яҙыусы айырым күренештәрҙе сағылдырыу өсөн сит ил телендәге һүҙгә сағыулығы менән тап килгән һүҙҙәр таба алмай. Сит ер тормошон һүрәтләгәндә яҙыусы телендә варваризмдар башҡа мәғәнәгә эйә.

Варваризмдар айырым социаль төркөмдәрҙең жаргон үҙенсәлектәренә тап килгәндә улар пересонаждар телмәрендә айырым мәғәнә ҡабул итә. Шулай итеп, әҫәрҙә варваризмдар ҡулланыу персонаждарҙың йәшәйешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған айырмалы һыҙаттарын күрһәтеүҙә мөһим һүрәтләү ысулы булып китеүе мөмкин.

Хәҙерге тел фонында асыҡ айырылып тороусы тел материалын ҡулланыу яҙыусы өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуҙыра. Был хәҙерге тормошҡа хас булмаған күренештәрҙе, предметтарҙы аңлатҡан һүҙҙәр һәм әйтемдәр. Улар тарихи һүҙҙәр тип атала. Шунда уҡ архаизмдар инә – тормошта булған күренештәрҙе, предметтарҙы аңлатыусы һүҙҙәр һәм әйтемдәр, әммә улар телдә иҫкергән, актив ҡулланыуҙан сыҡҡандар. Икенсе яҡтан, неологизмдар – телдә яңы һүҙҙәр һәм әйтемдәр.

Тарихи һүҙҙәр үткән тормоштоң хәҙерге тормоштан ниндәйҙер үҙенсәлектәрен сағылдырыу өсөн ҡулланыла. Шул уҡ маҡсатта архаизмдар хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта, тарихи һүҙҙәр һәм архаизмдарҙы ҡулланыу яҙыусынан ҙур һиҙемләү самаһы булыуын, хәҙерге уҡыусының телмәрҙе бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡабул итеү, уның мәғәнәһен аңлауын талап итә.

Әҙәби әҫәрҙәр теленең асыҡлығы уның эмоциональ сағыулығы әҫәр теленең образдар барлыҡҡа килтереүенә бәйләнгән. К.Тренев әйтеүенсә, “әҙәби әҫәрҙә “сағыулыҡ, тел тәрәнлеге һәм уның барлыҡ сифаттары – барыһы ла образдан”.

Әҙәби әҫәр теленең образлы асыҡлығы ошонан тора ла инде.

Лексик саралар

Лексик сараларҙы ҡулланыуҙың төрлө мөмкинселектәре күп ваҡыт тормош күренештәренең үҙенсәлекле һәм уға ғына хас булған күп яҡлы деталләшеүгә бәйле рәүештә күбәйә бара, улар бигерәк тә синонимдарҙа һәм синонимик әйтемдәрҙә сағыла. Синонимдар – бер үк әйбер йәки күренеште белдереп тә, уның төрлө мәғәнә нескәлектәрен сағылдырып килеүсе һүҙҙәр; мәғәнәһе буйынса бер-береһенә яҡын булған һүҙҙәр. Мәҫәлән: эшләү, хеҙмәт итеү. Улар телмәрҙе төрлөләндерә һәм тасуириландыра. “Синонимдарҙың әҙәби телгә һәм ябай һөйләшкә хас булғандары, телмәрҙә актив һәм пассив ҡулланылғандары бар. Яҙыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙә синонимдарҙың бөтә варианттарын да киң файҙаланып, фекерҙең аныҡлығына, образлылығына һәм эмоциональ тәьҫирле булыуына ирешә. Мәҫәлән: маҡтаныу, эреләнеү – киң мәғәнәлә йөрөп, телмәрҙә актив ҡулланылһа, маһайыу, ҡуҡырайыу. Кәпәренеү, шапырыныу – халыҡтың йәнле теленә хас”[19].

Теге йәки был синонимды һайлап алыу уның һүрәтләү, сағылдырыу тапҡырлығы һәм асыҡлығы менән генә аныҡланмай, ә уның эмоциональ төҫмөрләнеше, яҙыусының был күренеште баһалауына яраҡлашыуы менән асыҡлана. Синонимдарҙың әһәмиәте тағы ла шунда – улар яҙыусыға бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатламай яҙыу мөмкинселеген тыуҙыра. Шуға күрә яҙыусы һөйләм, абзац һәм строфа эсендә үҙ-ара синоним булған һүҙҙәрҙе ҡуллана ала икән, ул яҙыусының һүҙҙәр менән оҫта эш итеүен күрһәтә, автор үҙе һүрәтләгән предметтың, күренештең тасуирилығына ирешә. Башҡорт телендә синонимдарҙың күплеге һүҙ байлығын күрһәткән күрһәткес ул.

Мәҫәлән:

Яҡты тыуа, ҡыуы-ҡыуа

Ҡаратауҙан ҡара төҫтө;

Уяларҙы һөйөп, наҙлап,

Аҡ биләүҙәй томан төштө.

(“ Ҡаратауҙа йәйге таң”)

Синонимдар – (грекса synonymos – бер исемдәге) һүҙенән алынған һәм ул бер мәғәнәле йәки бер атамалы тигән һүҙҙе аңлата. Бер үк әйбер йәки күренеште белдереп, уның төрлө мәғәнә нескәлектәрен сағылдырып килеүсе һүҙҙәр. Айырым осраҡта синоним һүҙҙәр йәнәшә, теҙелеп урынлаша һәм һүрәттең тәьҫирлеген көсәйтә, градация күренешен хасил итә.

К.Әхмәтйәнов билдәләүенсә, “синонимдарҙың тейешлеһен үҙ урынында ғына ҡулланыу кешенән ҙур мәғлүмәт һәм нескә зауыҡ талап итә. Шуға күрә һүҙҙең нескәлектәрен иҫәпкә алмауҙың айырым осраҡтары хатта телсе ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә лә булырға мөмкин”. Шуға күрә телсе ғалим, профессор Ж.Ғ.Кейекбаев синонимдарҙы бер нисә төркөмгә бүлә:

1) лексик синонимдар – тел ғилемендә ҡабул ителгән традицион билдәләү буйынса, өн составы яғынан төрлөсә яңғыраусы, ләкин бер мәғәнә аңлатҡан йә мәғәнәләре яғынан бер-береһенә яҡын торған һүҙҙәр синонимдар тип атала[20].

2) фразеологик синонимдар – идиоматик әйтемдәр, фразеологик ҡушылмаларҙың һәм мәҡәлдәрҙең синонимдары. Тотороҡло һүҙбәйләнештәр ярҙамында һәм һүҙҙең тура мәғәнәһен йомшартып, ситләтеп әйтеүсе йәки бер һүҙҙе, аңлашылырлыҡ итеп, икенсе һүҙ менән атаусы фразеологик синонимдарҙы эвфемизмдар тип йөрөтәләр. Был алым тураһында “троптар” бүлегендә асыҡ тикшерелде.

Мәҫәлән: Кәкре ҡайынға терәп китте, төп башына ултыртты.

Әҙәби телдә һәм һөйләү телендә, халыҡ мәҡәлдәрендә фразеологик синонимдар йышыраҡ ҡулланыла.

3) формант синонимдары – абсолют тигеҙ мәғәнәлә ҡулланылған һәм бер төрлө аңланған грамматик формаларҙы атайҙар.

Әҙәбиәт ғилемендә сағыштырмаса (шартлы) һәм абсолют синонимдарҙы айырып йөрөтәләр.

Абсолют синонимдар – бер үк мәғәнәне аңлатып та төрлө лексик төркөмдәргә ҡараған һүҙҙәр. Мәҫәлән: “ясин сығыу”, “үлеү”, “бауҙы сисеү” һүҙҙәренең мәғәнәһе бер төрлө, ләкин улар төрлө ҡатлам кешеләренә ҡараған һүҙҙәр. “Ясин сығыу” – дини кеше йәки мулла ауыҙынан әйткән һүҙ, “үлеү” – әҙәби йәки ябай һөйләү телендә, “бауҙы сисеү” – моряктар жаргонында ҡулланылған һүҙҙәр.

Сағыштырмаса синонимдар – ғәҙәттә бер лексик төркөмгә ҡарайҙар, ләкин тулыһынса мәғәнәләрендә бер ниндәй ҙә оҡшашлыҡ юҡ. Мәҫәлән: “ватан”, “тыуған ил”, дәүләт”, “хөкүмәт”, “ил” һүҙҙәре мәғәнәләре буйынса бер төрлө, ләкин тулы оҡшашлыҡ юҡ. Шуның өсөн дә бер һүҙҙе икенсеһе менән һөйләү мәғәнәһе үҙгәрмәгәндә генә алмаштырылырға мөмкин.

Миҫалдар Рәшит Шәкүр шиғриәтендә бихисап:

Йәшермәйем: аҙ булманы

Абыныуҙар, һөрлөгөүҙәр,

Йөрәгемә ҡан һауҙырып,

Күҙ йәштәрем түгелеүҙәр.

(“Ғүмер”).

Ғүмеремдең оҙон юлдарына

Өҫтөнтҡуйҙым һәр саҡ намыҫты.

Намыҫһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ менән

Ҡара-ҡаршы тороп алыштым.

(“Ғәмәл дәфтәре”)

Ижад майҙанында ярыш бара,

Бер минутҡа булмай туҡталып.

Бәйгеләрҙә мин дә ат өҫтөндә

Еләм, сабам, алға уҡталып.

(“Бәйгеләрҙә мин дә ат өҫтөндә”)

Әллә ниндәй бөтмәҫ сафлыҡ һымыҡ

Бйектәге ап-аҡ болоттар,

Алда шатлыҡ, алда ҡыуаныс тар,

Ҡанат ҡаға тыуар минуттар.

(“Юлда”)

Был шиғырҙарҙа мәғәнә төҫмөрҙәре менән бер аҙ айырылған синоним һүҙҙәрҙе рәттән теҙеп ҡуялар. Ошо юл менән фекерҙе төрлө яҡлап, тулы итеп асырға мөмкинлек тыуа.

Әҙәбиәт ғилемендә синонимдарҙың тағы ла бер төрө итеп эвфемизмды атау ҡарашы бар. Ләкин был ҡараш әле ныҡлап иҫбатланмаған.

Шулай итеп, күренеүенсә әҙип шиғырҙарында лексик синонимдар йышыраҡ ҡулланыла. Синонимдар ҡулланылған әҫәрҙәрҙе уҡыуы ҡыҙыҡлы ла, еңел дә. Ә уларҙы әҫәрҙә дөрөҫ ҡулланыу яҙыусыларҙан ҙур оҫталыҡ талап итә.

Антонимдар – (грек. аnti – ҡаршы һәм onyma – исем) мәғәнәһе буйынса ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр. Поэтик телмәрҙә антонимдар ҡулланыу күп ваҡыт төрлө ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙар менән бәйләнгән. Антонимдар бәйләнеше ҡайһы ваҡыт яҙыусыға күренештәге эске ҡаршылыҡтарҙы махсус асыҡлыҡ менән асырға ярҙам итә. Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр: күренештәр йәки әйберҙәр араһындағы ҡаршылыҡты күрһәтәләр; хистәрҙең тормоштоң ҡатмарлығын белдерәләр; көсәйтеү өсөн ҡулланылалар.

Тел ғалимы М.Х.Әхтәмов биргән аңлатма: “Антонимдарҙың вазифаһы предметтарҙы, күренештәрҙе бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйып сағыштырыуҙа ғына түгел. Улар предметтарҙың, хәл-ваҡиғаларҙың эске кисерештәрҙең берлеген, бөтөнлөгөн, тулылығын бер юлы төрлө яғын берләштереп һүрәтләү өсөн ҡулланыла”[21].

Антонимдар тормоштағы күренештәрҙең ҡатмарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн ҡулланылалар.

Аҡ көндәрҙә, ҡара төндәрҙә лә

Өмөттәрен халҡым өҙмәгән.

(“Талҡаҫ тулҡындарында”) [22]

Башҡорт телендәге лексик антонимдарҙы түбәндәге лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр:

1) кешенең хәлен, кәйефен һ.б. сифаттарын сағылдырған антонимдар:

Үҙем көләм дә бит, йәнем илай,

Баҫты инде һағыш яуҙары.

Әтерһең дә, хәүеф-хәсрәт йөгөн

Донъя бөгөн миңә ауҙарҙы.

(“Үҙем көләм дә бит”)

“Дошман беҙҙе күралмай,

Юлға ситән үралмай,

Үреп ҡарай, һүтеп яға,

Ниһая булдыралмай”.

(“Эт өрә, бүре йөрөй”).

Бай һәм ярлы уйынын

Уйнап беҙ туймайбыҙмы?

Драмамы, кәмитме был,

Булырмы бер аҙағы?

(“Рәсәй, һиңә ни булды?”).

2) тәбиғәт күренештәрен белдергән антонимдар:

Бөркөттәрҙең ҡыйыу осоштары,

Тыныс ерҙең аҫыл төҫтәре,

Күңелдәрҙә көмөш моң уйнатҡан

Йәйҙең, ҡыштың айлы кистәре;

(“Һоҡланыу”).

3) ваҡыт мөнәсәбәтен белдергән антонимдар:

Мин, ахыры, тыуғанмындыр, тимен,

Йә бер аҙ һуңлап, йәки иртәрәк.

Йөрәгемдә үҙ ҡояшым менән

Мин дә барам бер яҡ ситтәрәк.

(“Үҙем көләм дә бит”)

4) урын һәм арауыҡ мөнәсәбәтен аңлатҡан антонимдар:

Мин даланан килдем ҡалаға,

Ә йөрәгем йәшәй далала.

(“Мин даланан килдем”)

Бер сигендә – төньяҡ боҙлауығы,

Бер сигендә – көньяҡ сүлдәре,

Берәм-һәрәм теҙелешеп киткән

Төркиҙәрҙең күрке илдәре.

(“Тел диңгеҙе”).

5) төҫ, тәм, ауырлыҡ, күләм мөнәсәбәттәрен белдереүсе антонимдар:

Үткәндәрҙә аҡ һәм ҡара

Бергә ҡушып ү



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2016-04-11 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: