Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 10 глава




Улар теге яҡтан һәм был яҡтан бер-береһенә уҡталып ташландылар ҙа теҙелеп торған ике ғәскәр араһында бер-береһе менән алыша башланылар; тик береһе лә икенсеһен тиҙ-тиләмә еңә алманы, сөнки икеһе лә әҙмәүерҙәй ирҙәр һәм ныҡ ҡоралланғайнылар. Әммә ниһәйәт, юғарынан ярҙам ингәндәй, Сөмбәт һөңгөһө менән ҡошандар батшаһының үремле ныҡ бәһлеүән ҡулсағаһын (тимер күлдәген) бүҫерелдерә алды, һәм ул, ҡаты һуғып, ергә ҡолатты уны”...

“Йыуасалы” йырынан тап ошо хаҡтағы өҙөк:

 

 

Йыуасалы буйы йәмле туғай —

Йыуасалы бабай төйәге.

Намыҫтарын һаҡлап атҡа менгән —

Шунда ҡалды уның һөйәге...

Әрмән тарихына яҙылмыш хикәйәттең йәнә дауамы: “Үҙ батшаһының үлтерелеүен күреп ҡото осҡан ғәскәр боролоп ҡасты. Сөмбәт ғәскәре улар артынан ташланып, сапҡын менән Ҡошан еренең баш ҡалаһы Бәһл-Шәкестанға барып етте, бөтөн илде ҡыйратты...” Эйе, күп быуатлыҡ Йыуасалы-Ҡошан империяһының ошо мәлдә һуңғы сәғәте һуҡты. 560 йылда булды был.

 

...Беҙҙең генә Йыуасалы халҡы

Һәр бер ергә киткән таралып...

...Йыуасалы күсте, иле ҡалды,

Күп малдары китте заяға...

...Ҡаф тауындай ятҡан Урал аша

Аҙып китте, ҡыуғас, башыбыҙ.

Үмеркәйем, һиңә ҡомартҡыға

Ҡалды усаҡ, ҡәбер ташыбыҙ...

Тулайым тар-мар ҡылынған йыуасалылар, йөрәктәре әрнеп үҙҙәре сығарған тарихи йыр “Йыуасалы”ла зарығып йырланғанса, үҙҙәренең Урта Азия ерендәге изге Үмер (Амударья) йылғаһы буйҙарын мәңгелеккә ирандарға ҡалдырып, бүре баҫтырған ҡуй-һарыҡтарҙай, төрлө тарафтарға төркөм-төркөм таралырға, сәсрәп-һибелергә мәжбүр була. Ҡайһылыр бер өлөшө, әлбиттә, Үмер (Амударья) буйҙарынан сәсрәмәй боҫоп ҡала, Иран империяһының һәм халҡының өлөшөнә әйләнә. Әммә күпселеге, баяғы йырҙағылай, төньяҡ-көнбайышҡа — Урал тауҙары мөһәбәт күгәреп ятҡан, үҙҙәре өсөн баяғы “намыҫлыларҙан намыҫлы ырыу” һаналмыш Үҫәргән йәшәгән бөйөк Тәүтөйәккә ҡарай ағыла. Шул барышлай бер килкеһе Сырдарья буйында туҡталып, төйәкләнеп, бөгөнгәсә йәшәп килмеш Йыуасалы (Жусалы) ҡалаһын нигеҙләй. Иләүҙең алғы ярсығы (алғасҡыһы), тап йырҙа йырланғанса, Көньяҡ Урал армыттарын артылып, Үҫәргән еренең бер бәләкәй йылғаһы буйына ерегә лә ул һыуға үҙҙәренең алыҫта тороп ҡалған бөйөк йылға Үмер исемен ҡуша; Үҫәргән ырыуы эсендәге Йыуасалы араһы булып ҡала. Бөгөнгө Башҡортостаныбыҙҙың Күмертау районында ла бер Йыуасалы ауылы бар. Ә элекке Үмер (Амударья) буйҙарында тороп ҡалмыш йыуасалыларға килгәндә, Ҡытай тарихсылары ул боронғо Ҡошсо шәкелеге башҡорттарының бер быуаттан һуң да донъяға билдәле булып, хәҙерге Афғанстан төньяғындағы Башгирд (Басидэ) ҡалаһында (хәҙерге Файзабад) дәүләт ҡороп тәхеттә ултырыуҙарын, ә һуңғараҡ ғәрәп баҫҡынсылары тарафынан ҡыйратылыуҙарын (650-656 йй.), һәм аҙаҡ 659 йылда шулай уҡ Фирғәнә өлкәһенең хакимиәт башында ла шәке Ҡошсо (жаоғу Кайжо) — Ҡошсо ырыуының шәкеһе идара ҡылыуын яҙалар (Синь Тан Шу, 221б бүлек). Ҡошан империяһы емерелгәндән һуң ике быуат самаһы ваҡыт уҙғас, 748 йылда, Ҡытай тарихында тағы ла йыуасалылар (юэчжи) тураһында мәғлүмәт теркәлә, тик был юлы инде бөйөк Төрки Ҡағанатҡа бойондороҡло Иран тәхетендә ултырыусылар рәүешендә74. Шунан һуң улар, моғайын, боронғо Фарсы иле (хәҙерге Ирандың Фарсы диңгеҙ ҡултығы буйындағы Башкерд өлкәһе) башҡорттары һымаҡ уҡ, үҙ әсә телдәрен юғалтып, һыуға батҡан тоҙҙай иреп, иранлашып киткәндәр. Был боронғо башҡорттарҙы иранлылар “куфичи” (Аҡ-Өфөсө — Өфө ҡалаһы яғынан күсеп килеүселәр йәки эфталиттар) тип йөрөткәндәр һәм улар ирандарға аңлашылмаған “үҙҙәренә башҡа телдә” һөйләшеп, ғәҙәттән тыш ғәййәр, яугир халыҡ булғандар... Академик Бартольд уларҙы Ирандың Башгирд (Башҡорт) өлкәһе кешеләре тип аңлата (Бартольд, VII том, 147-се бит). Шул ҡәүемдең хәҙерге телен, ижадын, риүәйәттәрен барып барлау ғалимдарыбыҙҙың бурысы булып ҡала. Бына шундай тарихи һабаҡтар бирә икән, төбөнә туҙ ҡуйһаң (“тоҙ ҡойһаң”), үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ ижады, уның хатта йыр кеүек еңел-елпе генә күренгән төрҙәре...

Бөгөнгө башҡорт ғалимдарының “Йыуасалы” йырына ҡарата “аҡыллы” аңлатмалары йәнде ҡыра:

“1. Йырҙа Йыуасалы тигән ырыу, йә булмаһа ара (аймаҡ) тураһында һүҙ бара. Ләкин был ырыу, күрәһең, артыҡ ҙур булмаған һәм башҡорт халҡының тарихында ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдырмайынса таралып бөткән. Туҡ-Соран башҡорттары араһында үҙҙәренең сығышын ошо атамаға килтереп тоташтырыусы кешеләр күп кенә осрай. Туҡ буйында ултырған Ҡолман ауылында Йыуасалы араһы бар.

2. Күрәһең, был ырыуҙың (ара, аймаҡ) Йыуасалы тигән атамаһы уның башлығының исеменән килеп сыҡҡан. Р.Ғ. Кузеевтың яҙыуынса, “башҡорт ырыуҙары күп ваҡытта уларҙы ойошторған йәки мөһим тарихи ваҡиғалар ваҡытында уларҙың башында торған башлыҡтар исеме менән аталып йөрөйҙәр”... Һүҙ ырыу башлығының, тыуған ерҙе һаҡлап, яуға күтәрелеүе һәм шунда һәләк булыуы тураһында бара. Ихтимал, йыуасалы халҡы ниндәйҙер бер бәрелеш (әйтәйек, икенсе ырыу менән) һөҙөмтәһендә таралып киткәндер, һәм беҙ бында ошо күренештең образлы сағылышын күрәбеҙҙер”75. Ана нисек өҫтән-мөҫтән елеп-юртып ҡына хәл ителә бит -- береһе лә тәрәнерәк соҡсонорға теләмәй...

Шулай итеп, халҡыбыҙҙың фәһемле лә, һағышлы ла “Йыуасалы” йыры — уның бөйөк дәүләтебеҙ Ҡошан империяһына һағышлы йыназа уҡыуы (реквием) булып сыҡты. Ҡошан империяһының тар-мар ҡылыныуы менән Башҡортостан тарихының сал-боронғо өлөшө лә осланып, дауамында Тышҡы Башҡорт яҡлап — Төрки Ҡағанат, ә Эске Башҡорт яҡлап Хазар Ҡағанаты ҡанат кирмеш урта быуаттар тарихы башлана.

 

 

Аңлатмалар

1. Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974.

2. БХИ. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, 1974; 48-49, 320-321-се биттәр.

3. Л.Н. Гумилев. Хунну. Средняя Азия в древние времена. М., 1960; 38-39-сы биттәр.

4. Р. Хенниг. Неведомые земли, том 1. М., 1961; 99,101-се биттәр.

5. А.В. Суперанская. Что такое топонимика? М., 1985; 83, 86-сы биттәр.

6. Л.Н. Гумилев. Хунну... 39-сы бит.

7. Сигеү — күсмә тормошта Уралдағы ҡышҡы һыуыҡтан йылы яҡҡа сигенеү төйәге мәғәнәһендә ҡушылған исем, һуңынан Рыбачье ҡалаһы; йәйләү баш ҡалаһы иһә Ағиҙел буйындағы изге Тора тауға яҡын хәҙерге Эстәрлетамаҡ ҡалаһы урынындағы игеҙәк ҡала Әсә-Торалы — Абаҙаҡ-Тор булған, һуңынан улар Эстәрле — Баҙаҡтар (Плано Карпини китабындағы Паскатир) тип йөрөтөлгән.

8. Бәлки, киреһенсә булғандыр — Амур-дарьяның исеме Алыҫ Көнсығыштағы Амурға илтеп еткереп ҡушылғандыр, сөнки Урта Азия Амуры шумер балсыҡ китабында уҡ телгә алына.

9. БХИ. Эпос. Өсөнсө китап. Өфө, 1982; 311-се бит.

10. Л.Х. Тер-Мкртичян. Армянские источники о Средней Азии VIII-ХVIII вв., М., 1985; 47-се бит.

11. Центральная Азия в Кушанскую эпоху, том 1. М., 1974; 182-189-сы биттәр.

12. БХИ. Эпос. Өсөнсө китап. Өфө, 1982; 149-сы бит.

13. Л.Н. Гумилев. Хунну... 39-сы бит.

14. Центральная Азия в Кушанскую эпоху... 66-сы бит.

15. Шунда уҡ, 315, 320-321-се биттәр.

16. Шунда уҡ, 325-се бит.

17. Л.Н. Гумилев. Древние тюрки. М., 1967; 22-23-сө биттәр.

18. БХИ. Эпос. Өсөнсө китап. Өфө, 1982; 151, 315-се биттәр.

19. БХИ. Эпос. Икенсе китап. Өфө, 1973; 293-сө бит.

20. Центральная Азия в Кушанскую эпоху... 185-се бит.

21. Шунда уҡ, 185-186-сы биттәр.

22. Абу-л-Гази. Родословная тюрков. М.- Л., 1955; 43-сө бит.

23. Н.Я. Бичурин (Иакинф)... I том, 230-сы бит.

24. Центральная Азия в Кушанскую эпоху... 182-183-сө биттәр.

25. Шунда уҡ, 193-194-се биттәр.

26. Шунда уҡ, 208-се бит.

27. Шунда уҡ, 241-се бит.

28. Археология и этнография Башкирии. Материалы научной сессии по этногенезу башкир, май 1969 г. IV выпуск. Уфа, 1971; 38-41-се биттәр.

29. Л.Х. Тер-Мкртичян. Армянские источники о Средней Азии V-VII вв. М., 1979; 20,38,45-се биттәр. Артабан “Әрмән тарихы” тип алабыҙ.

30. Әрмән тарихы, 40-сы бит.

31. БХИ. Эпос. Икенсе китап. Өфө, 1973; 353-сө бит.

32. Центральная Азия в Кушанскую эпоху... 188-се бит.

33. БХИ, том 2. Риүәйәттәр һәм легендалар. Өфө, 1987; 107-се бит.

34. Әрмән тарихы, 40-сы бит.

35. М.И. Артамонов. История хазар. Л., 1962; 289-290-сы биттәр.

36. Сос (әсәсән) — Әсә-бүре тоҡомо, тигән һүҙ.

37. Шәнәк — Әсә-бүре тоҡомо, тигән һүҙ, сөнки “шәнәк” (щеноҡ булып кергән урыҫ теленә) — бүре балаһы, ә “шуна” — бүрәт телендә “әсә бүре”; “шуна-ҡор” (шунҡар, шоңҡар) — башҡортса бүре-ҡош.

38. Әрмән тарихы, 38, 67-се биттәр.

39. Әрмән тарихы, 65-се бит.

40. Әрмән тарихы, 40-сы бит.

41. Әрмән тарихы, 40, 42-се биттәр.

42. Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа... 129, 165, 170-се биттәр.

43. История Древнего Востоҡа. М., “Высшая школа”, 1979; 332-се бит.

44. Центральная Азия в Кушанскую эпоху... 272-се бит.

45. Шунда уҡ, 309-сы бит.

46. БХИ. Эпос. Икенсе китап. Өфө, 1973; 353, 355-се биттәр.

47. Э. Бикерман. Хронология древнего мира. М., 1975; 197-се бит.

48. Әрмән тарихы, 42-43-сө биттәр.

49. Л.Н. Гумилев. Древние тюрки. М., 1967; 28, 90-сы биттәр.

50. Әрмән тарихы, 42-се бит.

51. Әрмән тарихы, 44-45-се биттәр.

52. Әрмән тарихы, 43-44, 45-се биттәр.

53. Әрмән тарихы, 57-58-се биттәр.

54. Э. Бикерман, 197-198-се биттәр (йылдар иҫәбенең ҡайһы берҙәре әрмән тарихындағынан бер аҙ айырыла).

55. Арийҙарҙы — Иран тәхетендә ултырмыш арий тоҡомло Үҫәргән-башҡорттарҙы йәғни сасанидтарҙы.

56. “Күсәк бей” эпосындағы мәйет ерләү йолаһы — яугир әгәр кеше ерендә ерләнһә, ҡорҙаштары, уның үҙ иленән килтереп, “бер ус тупраҡ” һалып күмер булғандар.

57. Әрмән тарихы, 55-56, 57-се биттәр.

58. Үҫәргәндән таралған оҙон көйҙәр — башбабабыҙ Шүлгән матурҙы имеҙеп үҫтермеш имсәк әсәһе Бүре-әсәнең олоуына ишара, имеш; ә башҡорттан таралмыш күкрәктән өзләүҙәр — башбабабыҙ Урал батырҙы имеҙеп үҫтермеш имсәк инәһе инә-эйәнең (һыйырҙың) өзләүенә ишара, имеш.

59. Бөйөк Ҡошан империяһына тиклемге осор тураһында һүҙ бара.

60. Шамандарҙың ҡатын-ҡыҙҙан булыуы — әсә-апалыҡ (аҫабалыҡ) — үҫәргәнлек билдәһе.

61. Ул саҡтағы Ҡытай императорҙары тәхетенде Тан (Атан) шәжәрәһе башҡорттары ултырғанын онотмайыҡ.

62. Әрмән тарихы, 57-се бит.

63. Шунда уҡ.

64. Алтын ҡояшлы (Көнлө) Эске Башҡорт символы.

65. Көмөш Айлы Тышҡы Башҡорт символы.

66. Икеһе (Эске Башҡорт, Тышҡы Башҡорт) өҫтөнән дә алтын ҡаҙыҡ (Үҫәргән шәкеләр тоҡомо) бойороуының символы.

67. Ете ырыу берлеге (Тышҡы Башҡорт) ерендә бойороп ултырыуының символы.

68. Башҡорт халҡының ун ике ырыуы араһында Тиләүҙәрҙең унынсы ырыу икәнлегенең символы.

69. Биш ырыу берлеге (Эске Башҡорт) ере лә уға ҡарауының символы.

70. Н.Я. Бичурин (Иакинф), 213-219-сы биттәр.

71. Төньяҡтың бөйөк батшаһы ҡаған — “Бейек Тәгәрмәс” иләүе урынына төҙөлгән Төрки Ҡағанаттың ҡағаны.

72. 30 бүре — 30 бүрег-ата — бригада; һәр бүрег-ата (бригада) ун мең яугирҙән торған.

73. Эфталиттар — яңы төҙөлгән Төрки Ҡағанаттың Күбәләк-Тиләүҙәре.

74. Н.Я. Бичурин (Иакинф), II том, М.- Л., 1950; 322-327-се биттәр.

75. БХИ. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, 1974; 320-321-се биттәр.

 

29.06.2001

Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының

бөйөк дәүләте

 

Донъя-ғаләмдең ҡоролош мифы буйынса, ҡитғабыҙҙың ҡап-яртышар икегә — Ҡуңыр-Буға юлы һыҙығынан төньяҡ-көнсығышҡа табан Тышҡы Башҡорт яғына һәм көньяҡ-көнбайышҡа табан Эске Башҡорт яғына бүленеүе билдәле. Дәү Хоҙайыбыҙҙың әмере менән Тышҡы Башҡорт — Себер-абар, Ҡатай, Бәжәнәк ҡәбиләләренең, ә Эске Башҡорт — Үҫәргән-Ҡаңны, Ҡыпсаҡ, Башҡорт ҡәбиләләренең (ә уларҙың һәр береһе бер нисә ырыуҙан тәшкил) тәүтөйәге булып торған[14][O'fo'1]. Бында һүҙ барған Ҡатай-көҙән (сит тел әҙәбиәттәрендә ул «кидянь», «цидянь» тип яҙыла), тимәк, бар булмышы менән Тышҡы Башҡорт ҡәүеме һәм был — уларҙың тарихи-географик (һәм хәҙерге) урынлашыуы менән дә дәлилләнә. Үҙҙәрен һыуәсә тип атаған ҡытайҙар империяһы тарихнамәләрендә V быуаттан уҡ уларҙың яугир көндәштәре рәүешендә билдәле булған, ә Х — ХI быуаттарҙа хатта меңәрләгән йыллыҡ цивилизациялы һыуәсәнең үҙен буйһондороп, уның алтын тәхетенә үҙ кешеләрен императорҙар итеп ултыртҡан, шул арҡала һыуәсә империяһының һәм халҡының исемен дә ошоғаса донъяға билдәле Ҡатай (Ҡытай) итеп үҙгәрткән Ҡатай-көҙән бабаларыбыҙ хәҙерге Ҡатай башҡорттарының туп-тура бабалары булып тора.

 

 

 

Иң боронғо ҡытайҙарҙың яҙма сығанаҡтарында Ҡатай-көҙәндәр хаҡында ҡыҫҡа-ҡыҫҡа, әммә ифрат мөһим мәғлүмәттәр бар. 551 — 554 йылдар арауығында яҙылған «Вэй-шу» тәүәрихендә: «Ҡатай-көҙәндәрҙең (кидандәрҙең) биләмәләре көб-әсәләрҙән (кумосиҙарҙан) көнсығышҡа табан урынлашҡан, көб-әсәләнр менән улар бер тамырҙан, тик айырым тармаҡтар ғына», — тип әйтелә.

«Кумоси» һүҙенең көб-әсәй (бүре-әсәй) икәнен иҫәпкә алһаҡ, изге бүре-әсәгә табыныусы Үҫәргән ҡәбиләһе тураһында бара һүҙ (тимәк, был ҡәбиләләрҙең икеһе лә башҡорттар). Үҫәргәндәрҙең Ҡатай-көҙәндәрҙән көнбайыштараҡ йәшәүҙәре лә әлегәсә дауамланмыш тарихи факт. Үҫәргән ҡәбиләһенән ҡыпсаҡ ырыуы саталанып (йәки шаталанып, Шата — Шато ырыу рәүешендә айырылып), үҙенең дөйөм ҡәбилә өсөн уртаҡ «көб-әсәк» — ҡыпсаҡ исемендә нығынған (ҡыпсаҡтарҙың ошоғаса изге ораны ла үҫәргәндәрҙеке менән бер, йәғни Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге атаҡлы Мүйтән-бейҙең атаһының исеме — «Туҡсаба» бит!..). Ә Ҡатай менән Ҡыпсаҡтың да бер тамыр (Ҡатайҡыпсаҡ) икәнлеге «Хәтерхитап»тың 231-енсе битендәге һүрәттән үк күренә.

Артабан «Вэй-шу»ҙа ҡәбиләнең 386 — 395 йылдар арауығында Ҡытайҙарҙың ғәскәрҙәренән ныҡ еңелеп, ике тарафҡа бүленеп ҡасыуы, шул арҡала кидандәрҙең кумосиҙарҙан айырымланыуы тураһында һүҙ бара. Быныһы ла дөрөҫләнә «Хәтерхитап»тың баяғы 234-енсе битендәге һүрәттән: әүәлге берәгәй ҡәбилә Ҡатайҡыпсаҡ — айырым-айырым Ҡатайға (төньяҡ-көнсығыш) һәм Ҡыпсаҡҡа (көньяҡ-көнбайыш) үҙ алланған. Һәм һуңғыраҡ осор Ҡытай тәүәрихтәрендә лә Ҡатай-көҙәндәрҙең боронғо «Әсән-би» (бүре-әсәнән тыуған бей — үҫәргәндәр) ерендә йәшәгәнлеге, көнсығышта — Гаоли, көнбайышта — Үҫәргән-ҡыпсаҡ (кумоси), көньяҡта — ҡытайҙарҙың Инчжоу өлкәһе, төньяҡта — шивэй (башҡорт) ерҙәренә сиктәшлеге бәйән ҡылына. «Шивэй» — төньяҡ ҡәүемдәре тигән һүҙ, асылда улар ете ырыулы башҡорт булып, баяғы Ҡатай-көҙәндәргә, биш ырыулы Үҫәргән-ҡыпсаҡтарға бик яҡын ҡан-ҡәрҙәш икән. Ҡан-ҡәрҙәш Ҡатай-көҙән һәм Үҫәргән-ҡыпсаҡтарҙың бәжәнәктәр (сюнну-һун) менән бер тамырҙан икәнлеге лә мәғлүм ҡылына тәүәрихтә, бының да хаҡлылығын йәнә лә шул «Хәтерхитап»тың баяғы 234-енсе битендәге һүрәттән күрә алабыҙ.

Бына шул Ҡатай-көҙән башҡорттарының тарихи үҫеш юлындағы иң оло ҡаҙанышы — 907 — 1125 йылдар арауығындағы ҡеүәтле үҙ дәүләттәрен төҙөп сәскә атыуы, донъяға танылыуы. Абызый (император) төҙөгән ул шанлы илебеҙ тәүҙә Ҡатай-көҙәндәрҙең Сиҙәм (Цидань) дәүләте тип йөрөтөлһә, абызыйыбыҙ тирә-яҡ ҡәүемдәрҙе яулап алып буйһондорғас һәм биләмәләрен киңәйткәс, Олояу (Ляу) исемен ала; ә төньяҡ Ҡытайҙы ла теҙ сүктергәндән һуң Дәү Олояу (Дао Ляо) атала... Беҙ ул дәүләт тураһында башлыса Ҡытай императорының фарманы буйынса 1163 — 1189 йылдар арауығында император һарайының китапханасыһы, тарихсы-ғалим Е Лун-лиҙың «Көҙәндәр дәүләте тарихы»нан (М., 1979) беләбеҙ.

 

 

 

Башҡортта ошо көндәргәсә халыҡтың аҡыллы етәксеһен абызый, абыз тип йөрөтәләр (мәҫәлән, Килмәк-абыз — Килмәк Нурушев, Кинйә-абыз — Кинйә арыҫланов). Боронғо Ҡатай-көҙәндәр ҙә үҙҙәренең бөйөк дәүләтенә нигеҙ һалыусы беренсе императорҙы шулай атаған — Абызый[15] һәм был ләҡәп ҡытайҙар императорының Күк Улы тигән бөйөк ләҡәбенә тиң булған. 872 йылда донъяға килгән Абызыйҙың (императорҙың) ата-әсәһе ҡушҡан исеме билдәһеҙ, әммә атаһы — Ҡанлы, ә 7-нсе быуатта йәшәгән атаҡлы бабаһы иһә Йәләй исемле кенәздәр булған. «Кенәз» (Көн-әсә) — Үҫәргән батшалар титулы икәнлеген иҫәпкә алғанда, Абызыйҙың шәжәрә башы үҫәргәндәрҙән килгәнлеге аңлашыла, сөнки, бик борондан уҡ ҡануни йола буйынса, бөтә башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә башлыҡтары (бейҙәр, кенәздәр, шамандар, хандар, ҡағандар) Үҫәргән батшалар шәжәрәһе инсандарынан ҡуйылыр булған. Ә Ҡытайҙар тәүәрихендә Абызыйҙың дөйөм иләүендәге (ила) ялан (елюй) ҡатайҙары ырыуынан тыуғанлығы мәғлүм.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: