Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 22 глава




“Ике армияны урталыҡтан оло йылға (Оло Сирмешән. — Й.С.) айырып ағыла ине, — ти Рашид-ад-дин. — Батый менән Буралдай ғәскәрҙәре төндә шул йылғаны кистеләр ҙә һуғыша башланылар; Батыйҙың энеһе Шәүбән шәхсәнә үҙе ҡайнаны һуғыш эсендә. Әмир Буралдай ҙа бөтә ғәскәре менән бер юлы ябырылды”. Батый-хан бында көс-ҡеүәтле, яугир тәбиғәтле башҡорттарҙы үҙенең тиңһеҙ сәрғәскәрлек оҫталығы, хәйләһе менән еңгән тип әйтергә була. Сөнки ул, моғайын, башҡорттарға тәүҙә үҙе маңлайҙан (фронттан) ябырылып, ошоноң менән башҡорт ғәскәрҙәренең бөтә иғтибарын үҙенә тартып, шул уҡ ваҡытта Буралдайҙы һыу түбәнендәрәк йылғаны аша кистерткән дә, башҡорттарҙы һиҙҙертмәй уратып үтеп, көтмәгәндә арттарынан дөрҙөрткән — ошоноң менән еңеүенең маяһын һалған булһа кәрәк. Һәм был маяны ырыҫлатыуға икенсе бер хәл иткес фактор — хөрәфәттәргә артыҡ ныҡ ышанған башҡорттарҙың шул хөрәфәт ярҙамында күрәләтә рухын һындырыу булған. Сөнки шул йәһәттән “улар [татар-монголдар], уларҙың [башҡорттарҙың] батшаһы булған көләр (беҙгә билдәле көләр-батша Мүйтән. — Й.С.) сатырына ташланып, сатыр әйләнәһен ергә беркетеп тотоп тормалы ҡанат-арҡандарҙы ҡылыстары менән сабып өҙҙөләр”. Был урында тағы ла бер нәмәгә иғтибар итәйек: көләр — асылында тәүдин заманындағы Күк ҡабағының тотанағы Көн-хоҙай (Шүлгән башбабабыҙ) ул; Үҫәргән батшалары ҡасандыр (шумер замандарында уҡ) “Саргон” (сәр-Көн — һары Көн) тип ләҡәпләнгәндәй, әле һүҙ барған заманда ла Үҫәргән ырыуынан сыҡмыш батшаларҙы көл-әр (Көн-ир) — көләр тип бөйөкләгәндәр; шулай уҡ батша ләҡәбе король (ҡар-ул — гурул — Урал) — башбабаһы Урал булған башҡорт ырыуынан сыҡмыш батшалар ләҡәбелер. Дәһшәтле һуғыш барған саҡта бына ошо көләр-батша (Мүйтән) сатырын һуғышсыларҙың күҙе алдында ҡылыс менән сабып ҡолатыу — Дәү Хоҙай бойороғо менән башҡорттарҙың ҡолауын, еңелеүен хәбәрләүсе символ булған да инде: “батша сатыры әйләнәһенең түңкәрелеүе һөҙөмтәһендә улар ғәскәренең рухы һынды һәм улар ҡаса башланы. Монголдар, улъяһына ташланған батыр арыҫландарҙай, уларҙың артынан төштө, ябырылды һәм үлтерҙе, шул рәүешле был ғәскәрҙең күп өлөшөн юҡ итте. Ул өлкәләр яулап алынды һәм был еңеү бөйөк эштәрҙең береһе булды” (тимәк, Юлиан-монах Башҡортостанға татар-монголдарҙың ошо еңеүле хәрби сәйәхәте осоронда — 1236 йылдың көҙөндә килгән). Дошман менән дәһшәтле алыш ваҡытында һуғышсыларҙың рух ныҡлығы хәл иткес факторға әйләнеүен заманабыҙҙың чечен-урыҫ һуғышы барышында үҙебеҙҙең күҙ алдында (телевидение бөтә донъяға күрһәтте) Сәлмән Радуев төркөмөнөң ысын тамуҡ эсенән дә донъяны шаҡ ҡатырып еңеп сығыуы асыҡ күрһәтте. Башҡорттар ҙа баяғы һуғышта ошондай уҡ рух ныҡлығы һаҡлаһалар, Батый-хан ғәскәрен тар-мар ҡылырҙар ине.

Ошонан һуң Башҡортостанды тарих битенән һыҙып ташлап та булыр ине, ләкин... “Биләр менән башҡорт ҙур ил тәшкил итә һәм ситтәр үтеп кергеһеҙ ерҙәр булып тора, — тип киҫәтә сығанаҡ. — Уның халҡы, монголдарҙың ошолай уны яулап алыуҙарына ла ҡарамай, яңынан һуғышҡа күтәрелде һәм ул әле булһа буйһондоролоп бөтмәгән”. Рашид-ад-дин был юлдарҙы 1257 йылдар тирәһендә яҙғанлығын иҫәпкә алһаҡ, һәм ул дата һанынан баяғы башҡорттар еңелгән 1236 йылды алып ташлаһаҡ (1257-1236=21), башҡорттарҙың, Оло Сирмешән буйында еңелгәндән һуң да, ҡорал һалмай, шул 21 йыл буйына яуыз илбаҫарҙарға ҡаршы дәһшәтле һуғыш алып барыуы асыҡлана. Ә баяғы 1236 йылғы ябырылыуҙарына тиклем дә татар-монголдар, Юлиан яҙыуынса, “1224 йылдан башлап ун дүрт йыл буйына баш бирмәүсе башҡорттар менән һуғышыуҙарын” да килтереп ялғаһаҡ (14+21=35), Рашид-ад-дин тарихләгән 1257 йылғаса башҡорттарҙың ҡанлы-дәһшәтле көрәше утыҙ биш йыл тәшкил иткән.

Рашид-ад-дин яҙыуынса, баяғы 1236 йылдың көҙөндә башҡорт ғәскәрен уңышлы еңгәндән һуң, “батша улдары һәм әмирҙәр шул йылдың ҡышында Хабан (Ҡубан) йылғаһы буйҙарында туплана” (башҡорттарҙан “ҡотолғас”, урыҫтарға ябырылырға әҙерлек. — Й.С.). Ләкин уларҙың артынса уҡ, — артауыл (аръергард) монгол яугирҙәре Ҡубанға барып етергә лә өлгөрмәй, — Көньяҡ Уралда баҙлап ҡалған торомбаштар ялҡынланып ҡабына: башҡорттар баш күтәргән!.. Албырғанмыш Батый-хан һәм башҡа батша улдары “әмир Сүбәдәйҙе ғәскәре менән әстәр (әсәләр йәғни Үҫәргәндәр. — Й.С.) иленә (“в страну асов”) һәм болғар ерҙәренә һуғышҡа оҙаталар” (“Үҫәргәндәр иле” тигәнебеҙ Башҡортостандың Ағиҙелдән алып Иҙелгәсә һәм Каспий — Аралғаса Көньяҡ-Көнбайыш өлөшө — Эске Башҡорт булыр). Иғтибар итегеҙ: башҡорт ихтилалын баҫтырырға бөйөк Сыңғыҙ-хан империяһының иң күренекле һәм талантлы сәрғәскәре Сүбәдәй ҡабат Башҡортостанға ебәрелә — беҙгә яҡын ХVIII быуатта ла башҡорттарҙы баҫтырырға шулай уҡ Рәсәй империяһының иң данлыҡлы сәрғәскәрҙәре Суворов һәм Румянцев килгән кеүек. Тимәк, бабаларыбыҙ һәр ваҡытта ла үҙ аллылыҡ, азатлыҡ тыуын юғары тотоусы дәһшәтле яугирҙәр булған.

“Улар (Сүбәдәй ғәскәрҙәре. — Й.С.), — ти Рашид-ад-дин, — квик ҡалаһына һәм уның башҡа өлкәләренә барып еттеләр, ундағы ғәскәрҙе тар-мар ҡылдылар һәм уларҙы буйһонарға мәжбүр иттеләр”. Был ҡала исеме Рашид-ад-дин әҫәре күсермәләренең төрлө ҡулъяҙмаларында төрлөсә яҙылып (квик, кезең, күң) йөрөтөлгәнлектән һәм хаттаптар (ҡулдан китап күсереп яҙыусылар) йыш ҡына һүҙ башындағы ғәрәп “а” хәрефен “к”-ға тартым кәкерәйтеберәк яҙғанлыҡтан һәм бер үк һыҙатлы хәрефтәрҙе бер-береһенән айырыусы өҫкө йә аҫҡы төртөктәрҙе ҡуйырға онотҡанлыҡтан, “квик” тигәндең кәкерәйтеберәк һыҙылған тәүге хәрефен — тура һыҙыҡлы “а, ә, э, ө” итеп, ә икенсе “в” хәрефен — өҫкө бер төртөгө оҙон итеп һыҙылған (һәм шуға күрә “к”-ға әүерелгән) “ф” итеп уҡырға хаҡыбыҙ бар: “өфик” — Өфө. Өҫтәүенә, әле күрһәтелмеш был исем варианттарының “күң” (Көн) тигәне лә ҡеүәтләй был фаразды, сөнки ул Өфө ҡалаһының “Көн-Өфө” тигән иң боронғо тулы исеменең “Көн” киҫәге булып тора. Рашид-ад-дингә тиклемге һәм унан һуңғы боронғо авторҙарҙың ҡулъяҙмаларында ла “ике йылға араһындағы утрауға ултырған” был ҡаланың исеме шулай уҡ боҙолоп, “Өфөк” урынына “өкөк” (укек) тип яҙылып йөрөтөлөүен дә элегерәк хәбәр иткәйнек инде. Борон-борон замандарҙан уҡ бөтөн Башҡортостандың баш ҡалаһы булған һәм Афина, Рим ҡалаларынан да элегерәк нигеҙләнгән был мәңгелек изге Өфө ҡалаһында, ХVIII быуат урталарында башҡорттоң арҙаҡлы тәүәрихсеһе Ҡыҙрас Муллаҡаев атаҡлы урыҫ зыялыһы П.И. Рычковҡа бирмеш мәғлүмәткә ҡарағанда, Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге Трә бин баба Төкләҫ (баба Төкләҫ улы Тура) бабабыҙ ҙа баш ҡалабыҙ ошо Өфөлә көләр-батша булып тәхеттә ултырған (П.И. Рычков. Топография Оренбургской губернии 1762 года. Оренбург, 1887; 372-373-сө биттәр). Ә баба Төкләҫ улы Туранан һуң ике быуын аша уның бүләре Мүйтән-бей бин Туҡсаба[30] (Туҡсаба улы Мүйтән. — “Үҫәргән тәүәрихе”, 54-56-сы биттәр) тигән көләр-батшаның тәхете лә, әлбиттә, ошо уҡ Өфө баш ҡалабыҙҙа була. Әҙәмиҙәрҙең һәр быуын араһын яҡынса 25 йыл иҫәпләһәк, башҡорттан сыҡмыш Сүбәдәй-баһадир башҡорттарҙы баҫтырырға килгән 1237 йылғаса Өфө тәхетендә ултырмыш Мүйтән-бей бин Туҡсаба менән Тура бин баба Төкләҫ араһы ике быуын — яҡынса 50 йыл тәшкил итә, ә был иһә Өфө батшаһы Тура бин баба Төкләҫ яҡынса 1187 йылда иҫән булған, ә “оҙонлоғо ун саҡрымға һуҙылмыш бөйөк ҡала” (П.И. Рычков) Өфө иһә ул ваҡытта гөрләп торған, тигән һүҙ. Ә был иһә архитектор Б.Ғ. Кәлимуллин уҙамандың хәҙерге Шишмә районы Түбәнге Тирмә ауылы янындағы Тура-хан кәшәнәһен ХI-ХII быуаттар ҡомартҡыһы (Б.Г. Калимуллин. Башкирское Народное зодчество. Уфа, 1978; 114-се бит), тип билдәләүенә тап килә...

Шулай итеп, Сүбәдәй ғәскәрҙәре Өфөгә килеп етә, уны һәм уның өлкәләрен пыран-заран туҙҙырып ҡыйрата, ләкин баш ҡалаһы Өфөлә ултырмыш башҡорт батшаһын (көләр-Мүйтәнде) тота алмағанлыҡтан, шул һуғышта Сүбәдәй менән бергә йөрөгән һәм башҡорт ғәскәрҙәрен бер юлы ғына ҡырып бөтөрөү мөмкин түгеллеген яҡшы аңлаған бөтә “батша улдары”на башҡорттар менән килешеү-солох төҙөшөргә генә ҡала:

“Шул яҡтың юлбашсылары Байан (“Үҫәргән тәүәрихе”ндәге Байҡы-бей улы Байандар!Й.С.) Һәм Ек (эпосыбыҙ геройы Ек-Мәргән!Й.С.) килеп, батша улдарына баш эйҙе, уларға (Байан менән Еккә.Й.С.) бик йомарт бүләктәр бирелде”. Был иһә ғөмүмән татар-монголдар өсөн бығаса донъяла күрелмәгән һәм ифрат ғәҙәттән тыш хәл: баш күтәргән халыҡҡа, баштарын сабып өҙәһе генә урында, “йомарт бүләктәр бирелә”; ошо ғына ла атаҡлы сәрғәскәр Сүбәдәйҙең һәм уның менән бергә килмеш батша улдарының Башҡортостанда мораттарына һис кенә лә ирешмәүе, азатлыҡ һөйөүсе башҡорт халҡын теҙләндерә алмауы хаҡында һөйләй. Сөнки, ти йылъяҙмасы, баяғы Байан батыр менән Ек-Мәргән “йомарт бүләктәр”ҙе алып “ҡайтып киттеләр, ләкин һуңынан ҡабат баш күтәрҙеләр. Уларҙы буйһондороу өсөн унда Сүбәдәй-баһадирҙе икенсе тапҡыр ебәрҙеләр. Шул саҡ батша улдары, кәңәш ҡороп, тегеләрҙе ҡулға төшөрөргә һүҙ ҡуйышып, һәр береһе төрлө яҡтан үҙ ғәскәре менән, йәтмә тартҡандай, илдәрен һөҙөп китте, юлда осраған һәр бер өлкәләрҙе һуғыша-һуғыша алды. Мәңке-ҡаған һул ҡанаттан диңгеҙ (Каспий) яры буйлап эҙәрлекләне”. Күрәһегеҙ, Урта Азия яғынан төньяҡҡа табан Иҙел һәм Иртыш араһындағы Башҡортостанға киң фронт менән ябырыла татар-монголдар; маҡсаттары — башҡорт ихтилалын мәңгегә баҫтырырға. Һәм ошо тәңгәлдә Рашид-ад-диндең рәсми тарихы башҡорттоң тарихи хикәйәте менән шөңгөр ауаздашлана — башҡорттоң ҡыпсаҡ ырыуы батыры Баҫман (партизан) ҡыпсаҡ йәки Бошман-ҡыпсаҡ (Рашид-ад-диндәге Бачман) тураһындағы тетрәткес сәхифәлә. Был дәһшәтле ваҡиғалар тап ошо 1237 йылда, тап ошо Көньяҡ Уралдағы Башҡортостан тупрағында бара һәм ул ваҡиғаларҙы алыҫ Дунай буйҙарына шылдырып ҡуйыусы бәғзе тарихсыларҙың раҫлауҙарының нигеҙһеҙлеген тағы ла бер тапҡыр дәлилләй.

“Сығышы ҡыпсаҡ халҡынан — Оло-бүрелек (Үҫәргәндең Башбүре араһы. — Й.С.) ҡәбиләһенән булған Баҫманды (Бачманды), ундағы иң оятһыҙ әмирҙәрҙең береһен һәм әсәләр (Үҫәргән. — Й.С.) ҡәбиләһенән Ҡасыр [31] улын (Качир-улэ) икеһен әсир итеп алдылар. Эш былай булды: был Баҫман башҡа ҡараҡтар төркөмө менән элгәре бер тапҡыр ҡылыстан ҡотолоп ҡала; уға башҡа ҡасҡындар тупламы ҡушыла. Ул төрлө яҡҡа ташлана һәм ҡулына эләккән һәр бер нәмәне алып китә ине; уның баш-баштаҡлыҡтары көндән-көн арта барҙы. Ул даими бер урында ғына тормағанлыҡтан, монгол ғәскәрҙәре тота алманы уны; ул Иҙел (Ағиҙел. — Й.С.) буйындағы урмандарға йәшенде. Мәңке-ҡаған 200 кәмә яһарға һәм һәр ҡайһына баштан-аяҡ ҡоралланған 100 монгол яугирен ултыртырға бойорҙо. Ул үҙе иһә ҡустыһы Бүҫек менән бергә йылғаның (Ағиҙелдең. — Й.С.) ике яры буйынса (һыу үренә ҡарай. — Й.С.) һөҙөп эҙәрлекләне” (Мәңке-ҡаған үҙе, артабан аңлашылыуынса, Ағиҙелдең уң яры буйлап “утрау”ға — Өфөгә табан бара. — Й.С.). Күренеүенсә, Ағиҙелдән кәмәләрҙә байтаҡ үрләгәс, ҡайһылыр бер тәңгәлдә татар-монголдар кәмәләрҙе ҡалдыралар ҙа йылғаны ике яҡлап ҡоро ерҙән китәләр.

“Иҙел урмандарының береһендә улар ниндәйҙер ашығыс уҙғынсылар туҡталып китмеш бер урындағы мал тиҙәктәренә һәм башҡа сүп-сарға тап булдылар, ә шулар араһында сирле ҡарсыҡ ҡалғып ултыра ине. Унан төпсөнөп белделәр: Баҫман бер утрауға күскән һәм ошоғаса уның яуызлыҡтары арҡаһында уның ҡулына төшкәндәрҙең бөтәһе лә хәҙер шул утрауҙа икән. Кәмә булмағанлыҡтан, Иҙел аша кисеү мөмкин түгел ине Ҡапыл көслө ел ҡубып, һыу ҡотороноп ҡайнай башланы һәм утрауға кисеп сығырға кәрәкле шул тәңгәлдән икенсе яҡҡа китте һыу. Мәңке-ҡағандың бәхетенә күрә һыу төбө-ер күренде һәм ул ғәскәрҙәргә шунан уҙырға бойорҙо”. Был урында хаҡ-мосолман Рашид-ад-диндең риүәйәттәге изге Муса пәйғәмбәр тылсымын шанлы Мәңке-ҡағанға килтереп йәбештереүе фашлана, сөнки бер ниндәй ҙә тылсым булмаған, ә татар-монголдар Өфө “утрау”ына хәҙерге Шөкөр (Шугуровка) йылғаһы башындағы тар ғына арауыҡ-юлдан (ҡоро ерҙән) үткәндәр...

“Улар уны [Баҫманды] тотоп алдылар, уның ҡорҙаштарының ҡайһыһын ҡылыстан үткәреп, ҡайһыһын йылғаға батырып үлтерҙеләр һәм шунда күп байлыҡҡа эйә булдылар. Баҫман үҙенең йәнен алыуҙы Мәңке-ҡағандан үҙенең шанлы ҡулы менән башҡарыуын һораны; ул [Мәңке-ҡаған] үҙенең ҡустыһы Бүҫеккә Баҫманды ҡап-урталай ике өлөшкә яра сабырға бойорҙо. Әсәйҙәр (Үҫәргәндәр. — Й.С.) әмирҙәренең береһе булған Ҡасыр-улын да үлтерҙеләр шул ерҙә”.

Баҫман-ҡыпсаҡ тураһындағы башҡорт тарихи хикәйәтендә ғорур ҡаһарманыбыҙҙың үлере алдынан Мәңке-ҡағандың йөҙөнә бәреп әйткән һүҙҙәре билдәле: “Һинең алда теҙ сүгергә дөйә түгелмен, ә ыласын һауала килеш үлә!” (Тап ошо һүҙҙәр боронғо сығанаҡтан да килтерелә: Татаро-монголы, 214-се бит). Әммә шуныһы үкенесле: 1974 йылда был хикәйәтте халыҡ араһынан яҙып алыусыныңмы (Ғайса Хөсәйенев), әллә уға мәғлүмәт биреүсенеңме әрпешлеге арҡаһында ҡанатлы был әйтем ошо көнгәсә баҫмаларҙа тупаҫ боҙолоп йөрөй: “дөйә теҙ сүкмәй, ыласын ятып үлмәй, тигән ул” (Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980; 158-се бит; Башкирские предания и легенды. Уфа, 1985; 96-сы бит), тип яҙыла унда. Ә тап дөйәнең генә хужаһы алдында теҙ сүккәнлеге һәр кемгә лә билдәле...

 

 

 

Баш күтәргән башҡорттар менән эште шулай “бөтөрөп”, татар-монгол илбаҫарҙары Көнбайышҡа, ниһәйәт, иркенләп юл ала.

Был дәһшәтле ваҡиғалар, әйтеп китеүебеҙсә, 1237 йылдың йәйендә була. Һәм ошо йылдың авгусында “Яусы улдары Батый, Урҙа һәм Бүрекәй, шулай уҡ Үгеҙәй-ҡағандың улы Ҡаҙан, Сағатай ейәне Бүре һәм Сыңғыҙ-хан улы Күлкән бөтәһе берлектә муҡшылар һәм аржәндәр [эрзялар] менән һуғыштылар һәм ҡыҫҡа арала уларҙы яуланылар. Шул уҡ 1237 йылдың көҙөндә шунда булған бөтә батша улдары йыйылышып, ҡоролтай үткәрҙеләр һәм, берҙәм ҡарарға килеп, һуғыш менән урыҫтарҙы баҫыпалырға киттеләр”...

Өҫтәрәк бер иҫкәртеп үткәйнек инде: был барышлайы татар-монголдар урыҫтарҙың байтаҡ ҡалаларын һуғышып алалар, шулар араһынан Козельск ҡалаһы дошманға ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә: “Батый Козельск ҡалаһына килде, уны ике ай буйы ҡамап тороп та ала алманы. Шунан бында Ҡаҙан һәм Бүре килде, уны [ҡаланы] өс көн эсендә алды. Шунан улар, йылы фатирҙарға урынлашып, хәл йыйҙылар. Шунан һуң, 1238 йылдың көҙөндә, Мәңке-ҡаған һәм Ҡаҙан черкестар иленә (Төньяҡ Ҡафҡазға. — Й.С.) хәрби сәфәргә сығып, ҡышҡыһын ундағы Туҡҡара тигән башлыҡты үлтерҙеләр. Ә Шәүбән, Бүҫек һәм Бүре берлектәге ғәскәрҙәре менән Сысҡан (Чинчакан) ҡәбиләһенең (мишәрҙәрҙең. — Й.С.) Мәрем (хәҙерге Муром) иленә хәрби сәфәргә йүнәлделәр һәм Татҡараны алдылар”.

Тарихсылар ныҡ буталған был урында бер килке аңлатма кәрәк.

Башҡорттоң Үҫәргән ырыуының изге ағасы мышар (миләш) икәне билдәле. Ә был иһә тәүдинебеҙҙәге гермафродит-хөнәсә Дәү Хоҙайыбыҙ Әм-Ир ҡуш кәүҙәһенең Әм тигән ҡатын яҡ яртыһының әс (әсә, әсәк) тигән инәлек-хоҙайбикәһенә табыныусы әр (ир, ирҙәр — кешеләр) йәғни тулыраҡ әйтелештә әм-әс-әр (мәсәр — мишәр — мышар) тигән һүҙ була; бына шуға “әс-әр”ҙең ләҡәбе “Көн”дө килтереп ялғаһаҡ, хасилдыр уғата тулыраҡ әйтелешле әм-әс-әр-көн йәки әм-әсәркөн (әм-Үҫәргән — әм-хоҙайбикәнең Үҫәргәне) йәки әм-Саргон йәки әм-Шүлгән; һуңғы икеһе (Саргон, Шүлгән) — Үҫәргән тәүырыуының ҡарыһүҙи (мифологик) башбабаһының һәм шул башбаба ләҡәбен алған, заманында Месопотамияны һәм Египетты яулаған тарихи батшабыҙҙың (Саргон) исем-ләҡәбе ул. “Мишәр” (хәҙерге Мәскәү яғындағы Мещера) этнонимы ла, күрәһегеҙ, “Үҫәргән”дән килеп сыҡҡан, ә боронғо “Мәрем (Муром) иле” иһә шул уҡ “әс-әм-әр”ем (әсә-Мәрем, Муром) — СәМәрем (шумер-Үҫәргәнем) тигән һүҙ, йәғни боронғо тарихи Сәмәр йәки сәр исемле Үҫәргән иле (баш ҡалаһы Мәрем//Муром) булып тора (ул илебеҙ хәҙерге Мәскәү, Рязань, Владимир өлкәләрен биләгән). Әйткәндәй, венгрҙарҙың боронғо бабалары (башҡорттар) IХ быуатта Ағиҙел буйҙарынан Алыҫ Көнбайышҡа Дунай буйҙарына тубырланып күсенгәндә, юлдарындағы оло һыу кәртәһе Иҙел-кисеү (“Әтил-гүзи” тип яҙып ҡалдырғандар) артта тороп ҡалғандан һуң, тап ана шул Әсәрикән (“Сәрикә” тип яҙып ҡалдырғандар) — Үҫәргән иле аша гиҙеп уҙғандар. Шул Үҫәргән иле буйлап ағылыусы гүзәл йылға ла борон заман үҫәргәндәр ләҡәбе менән әм-әсәк-аба — Мәсәкаба (хәҙерге Москва) тип исемләнгән, һәм ундағы үҫәргәндәр ҙә мәсәктәр, Мәскәүҙәр тип тә ләҡәпләнгән; боронғо автор Птоломейҙа ла сарматтарҙың (юрматыларҙың) “мосх, мош, максобий” тип ләҡәпләнеүе әйтелгән (П.И. Рычков. Топография Оренбургской губернии, 128-се бит). Әлеге мәсәр//мишәр//мышар этнонимын иһә баяғы “сысҡан”лы сығанаҡ авторҙары фарсылар, моғайын, ул иҫке төркисә һәм урыҫса һүҙ, тип — мышь-әр (сысҡан-ир) икән тип аңлап, Үҫәргән-мишәрҙәрҙе шулай “сысҡан ҡәбиләһе” тип үк яҙып ҡуйғандар. Шулай уҡ Жүвәйниҙең әҫәрендәге “Болғарҙы, әсәләр илен (страну асов) һәм русты буйһондороу тураһында хикәйәт”те (Тизенгаузен, 22-се бит), Рашид-ад-диндәге “ҡыпсаҡ, әсәксин [саксин] һәм болғар яҡтарына” (Тизенгаузен, 34-се бит) тигәнде, шулай уҡ “әс ҡәбиләһе”, “әс башлығы” тигән һ.б. “әс”ле урындарҙы уҡығанда ла улар аша баяғы боронғо Мәскәү йылғаһы буйындағы әсәләр -- Үҫәргән илен һәм ғөмүмән үҫәргәндәрҙе аңлап-белергә кәрәк. Үҫәргән-мәсәктәрҙән ҡалмыш ер-һыу атамалары Башҡортостан тупрағында ла (Дүртөйлө, Усалы райондарындағы Мәскәү, шулай уҡ Ҡыйғы, Дыуан, Яңауыл райондарындағы Мәсәғүт ауылдары), Самара өлкәһендә лә (Мәсәк йәки Мәсә йылғаһы) әлегәсә һаҡланған. Геродот тарихындағы массагеттар һәм башҡорт ҡарыһүҙендәге (мифологияһындағы) ҡан эсеүсе мәскәй әбей ҙә (“Урал батыр” эпосындағы Үҫәргәндәрҙең “ҡабырсаҡтан ҡан эсеүсе” башбабаһы Шүлгән) шул уҡ бер тамырҙан; аҙаҡ сиктә барыһы бергә башбабабыҙ Шүлгәнде тыуҙырмыш “уба-әсәк” — Басаҡ // Машаҡ тау исеменә килеп тоташа.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: