Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 42 глава




 

“...Һеҙҙә булған хажи-хан (Ибәксеүәк. — Й.С.) һәм кенәздәрегеҙҙең ете йорт кәңәше буйынса, шул кәңәште ихлас ҡабул ҡылып, 700 мең инсан исеменән атҡарылды: беҙ килгәнгә тиклем мосолмандарҙы һәм кафырҙарҙы барлағыҙ; мосолмандар үҙегеҙгә бер башҡа йәшәгеҙ; ә шулай йәшәмәһәгеҙ, үҙ гөнаһтарығыҙҙы үҙегеҙ күтәрегеҙ. Йәнә лә һәр кем белһен: Ҡазан — Шәғәли-хан йорто ине, ә Өфө Гәрәй-хан [127] йорто ине, икеһе лә мосолман йорттары ине; ә һеҙ, кафырҙар, мосолман йортонан олағығыҙ йәки мосолман динен тотоғоҙ; әгәр ҙә ки мосолман динен тотмаһағыҙ, беҙгә яҫаҡ түләгеҙ... Һеҙгә килгән улымдың һәм уның менән бергә килгән аҡһаҡалдарҙың һүҙен тыңламаһағыҙ, һис ғәфү булмаясаҡ” (Материалы, 252, 256, 262, 268-се биттәр).

 

Ләкин хан улы артынан башҡорттарға ярҙамға йәнә кәм тигәндә ун меңлек ғәскәре лә эйәреүен күҙ төбәп көткән Алдар батыр менән Ураҡайҙың өмөттәре был юлы ла аҡланмай: Ырыҫ-Мөхәммәттең бер ус ҡына яугирен күреп һыуынған күпселек уға ҡушылыуҙан баш тарта һәм был солтан да килгән яғына кире тәгәрләй...

1722 йылдың 28 апреленән һуң яҙылған хитапнамәлә Ибәксеүәктең (ялған Солтан-Мораттың), ниһәйәт, үҙ ҡараҡалпаҡтарында бер бәләкәй генә төбәк ханы булып ултырыуын, үҙ йомоштары менән Бөрйәнгә (Алдар батырға!) килмеш биш ҡараҡалпаҡ аша башҡорттарға сәләм ебәреүен һәм башҡорт ханы булыуҙан һаман төңөлмәүен, “башҡорттар мине күрергә теләһәләр, күренекле кешеләре миңә килһен”, тип әйттертеүен күрәбеҙ (Материалы, 285-се бит). Шунан һуң күп тә үтмәй, ҡараҡалпаҡтағы урыҫ шпиондары ашығыс хәбәр — Алдар батыр үҙенең бер улы һәм йәнә биш кешеһе менән бергә “илсе булып һәм урыҫтарға ҡаршы көрәштә ярҙам һорап” ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйергә, ҡараҡалпаҡ хандары Ишемгә һәм баяғы ялған Солтан-Моратҡа килеүен еткерә. Һәм шунан һуң ялған Солтан-Мораттың Алдар батыр менән хатлашыуы тураһында ла мәғлүмәт бар (Материалы, 298, 300-сө биттәр). Тимәк, был осорҙа Ибәксеүәк Башҡортостанға ҡабат “хан” булып ҡайтырға уйлаған (нисек итеп ҡайтҡанлығын да күрербеҙ). Һорау тыуырға мөмкин: Алдар батыр хандарҙы ни өсөн сит яҡтарҙан эҙләгән — башҡорттоң үҙенең хан нәҫелдәре — солтандары булмағанмы ни? Булған, әлбиттә, һәм улар әле лә бар. Ләкин, әйтеп үтеүебеҙсә, ул ваҡытта ҡитғалағы бөтә мосолман донъяһында фәҡәт Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре генә хан булып ултырған һәм Сыңғыҙ-хан нәҫеле булмағандарҙы улар хан тип танымаған. Башҡорт халҡы үҙ көсө менән генә Рәсәй империяһын емерә алмаҫын яҡшы белгән Алдар батыр (заманында Ә.В. Туған да шул уҡ фекерҙә тора), ул көрәштә тирә-яҡ ханлыҡтар менән берләшер һәм уларҙан хәрби ярҙам алыр өсөн, башҡорт ханы итеп шулай уҡ мотлаҡ “Сыңғыҙ-хан нәҫеле”н һайларға мәжбүр булған...

1711 йылдан һуң быҫҡып ятҡан башҡорт ихтилалы башҡорт ерендә урыҫтарҙың Ырымбур ҡәлғәһен нигеҙләүе айҡанлы 1735-36 йылдарҙа һәм 1737 йылда ҡабат ҡыҙыу ҡуҙлана: 1737 йылдың июль башында Ҡыҙрас батыр Килдәшев Себер юлының Әйле ылыҫына ҡаҙаҡтарҙың дүрт түбәһенән Семекәй-солтан, Бораҡ-хан һәм ете башҡорт ылыҫы исеменән баяғы ялған Солтан-Морат 100 кеше эйәртеп килеүен, уларҙы башҡорттар үҙҙәренең ханы итеп танып, Ҡаҙаҡ Урҙаһына барғандарында тоғролоҡҡа ант итеп, саҡырып килтереүҙәрен хәбәрләй (Материалы, 315, 317-се биттәр). Күп тә үтмәй, был күтәрелеш тә уңышһыҙлыҡҡа осрап, уның башлығы ялған Солтан-Морат менән 30 башҡорт, туҙҙырылған ғәскәр ҡалдыҡтарын Ирәндектә ҡалдырып, ҡаҙаҡтарҙың урта урҙаһына ҡаса; әгәр һыйындырмаһалар, “ҡантайши урҙаһына” (ялған Солтан-Морат йәшәп киткән жуңғарҙарға) китәсәктәрен белдерә. Тап шул осорҙа төрөк солтанының был урҙала эш башҡармыш вәкиле башҡорттар менән һөйләшеү алып барған һәм, ялған Солтан-Моратты башҡорт ханы булыуҙан төңөлдөртөп, был урынға урта урҙа ханы Ғәбдел-Мөхәммәттең бер туған энеһе Аблай-солтанды тәҡдимләгән булһа кәрәк, сөнки Нуғай юлының Үҫәргән ырыуы батыры Солтан-Аҡбирҙе Алғышаев (башҡорт хандарының нәҫеле-солтан!) 20 кешеһе менән һыбай сабып килеп етеп, Аблай-солтанды үҙҙәренә ханлыҡҡа саҡырып китә. Оҙаҡламай Себер юлынан да Солтан-Морат Дүсәкәйев тигән сапҡын ҡаҙаҡтың бер юлы ике ханын — Шемәкте һәм Әбелхәйерҙе үҙҙәренә ханлыҡҡа ҡоҙалай ҙа ризалыҡтарын ала; Шемәк-хан хатта ике кешеһе менән башҡорт араһына барып, дүрт көн буйына ундағы йыйында ҡатнашып һәм Әбелхәйер-хандың мең яугир алып киләсәген белдереп, баяғы Солтан-Аҡбирҙе батырҙың атаһы Алғышай батырҙы эйәртеп ҡайтып китә. Сентябрҙең урталарында ҡаҙаҡтың бер юлы дүрт урҙаһынан да буласаҡ башҡорт хандары — Әбелхәйер, Шемәк, Бораҡ һәм Көсөк бер-бер артлы атлығып килеп етә, ләкин уларҙан ҙур ғәскәри ярҙам көткән башҡорттарҙың өмөтө һис аҡланмай — һәр береһенең 200 йәки 400 тирәһе генә яугире була (Материалы, 323, 324, 335, 340-сы биттәр)... Күренеүенсә, йәше олоғайған һәм, өҫтәүенә, 30-сы йылдарҙа Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыу өсөн урыҫ-ҡаҙаҡ һөйләшеүҙәрендә әүҙем илсе булараҡ үҙен Рәсәйгә яҡшы яҡтан күрһәткән һәм урыҫ хөкүмәтенең хөрмәтен ҡаҙанған[128] Алдар батыр был ихтилалда туп-тура ҡатнашмай, шул арҡала “хан саҡырыу” мәсьәләһендә лә, ихтилал менән етәкселек итеүҙә лә ныҡ тарҡаулыҡ тойола. Ошо йылдың ахырында башҡорт ихтилалы етәкселәрәнең яңы кәңәшмәһе йыйыла ла ҡаҙаҡтың урта урҙаһынан Һаҙый-солтан хан итеп килтерелә. Ҡыш буйына көс тупларға ла яҙғыһын мал-тыуар көрәйеү менән үк көрәште ҡабат дөрләтергә ҡарар ҡылалар. 1738 йыл, ысынлап та, ихтилалдың иң юғары нөктәгә ирешеүе була — Рәсәй ҡыҫымына ҡаршы бөтә дүрт юл бер ыңғай күтәрелә. Ләкин оло ҡан ҡойоштарҙан һуң башҡорт иле был юлы ла еңелә, Нуғай юлы, Себер юлы ихтилал етәкселәре үҙҙәренең халҡы менән килеп урыҫҡа баш һала. Ихтилалдың әүҙем башлыҡтары Бәпәнәй Торопбирҙинде, Төлкөсура Алдағоловты һәм уларҙың ҡорҙаштары Өйҙәнәй Сырабаевты, Салбар Ҡарашинды, Теләүбирҙе Солтанғоловты Минзәлә ҡәлғәһендә ҡаты язалап үлтерәләр (Материалы, 369-373, 376-сы биттәр). Ләкин ҡайнар нәфрәт ҡуҙҙары һүнмәй, быҫҡып яныуын белә. Сөнки 1739 йылдың март айында Себер юлының Тырнаҡлы ылыҫы Васҡын ауылындағы Ғайса Васҡын йортонда булған Сартан Белмейев тигән мишәр унда йөҙләп башҡорттоң йыйылыуын һәм Әйле ылыҫы старшинаһы Сураш Киләшевтең уға: “Беҙҙең башҡорт халҡына Рәсәйҙән яҡшылыҡ көтәһе юҡ; батша беҙҙе штраф алып ғәфү итте, тигәйнеләр, ә хәҙер ишетәбеҙ: ҡатындарыбыҙҙы һәм балаларыбыҙҙы иҫәпкә алырға киләләр икән. Әгәр ундай иҫәпкә алыусы булһа, беҙ, әлбиттә, уны кире борасаҡбыҙ, иҫәпкә алырға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Гәрсә беҙҙән штрафҡа берәр ат алһалар ҙа, уҡ-һаҙаҡтарыбыҙ, һөңгөләребеҙ, инш Алла, ҡул осонда; ә һеҙ, мишәрҙәр, әүәлгесә беҙҙең менән бер төптән булығыҙ; әгәр шулай булмаһағыҙ, йәйгеһен һеҙҙе лә тураҡларбыҙ”, — тип янауын урыҫ хакимдарҙарына еткерә (Материалы, 373-374-се биттәр)...

 

 

“Башҡорт ханы” Байбулат йәки Солтан-Гәрәй йәки Ҡараһаҡал йәки Суна. Быныһының да “башҡорт ханлығына” тәрбиәләп үҫтерелмеш ояһы — шул уҡ жуңғар урҙаһында — Чабан-Рабдан-тайшиҙа Күсем-хан нәҫелдәренең аманаты хеҙмәтен үтәүсе баяғы Ибраһим-солтандың ҡатнашлығында. Ҡараһаҡалдың ике туған олатаһы Ибәксеүәкте (һуңынан ялған Солтан-Моратты) 1700 йылда “башҡорт ханы” буласаҡ шоңҡар итеп сөйөп ебәргәстәре, өс йылдан һуң был шоңҡарҙың Башҡортостанда “башҡорт Абдрахман-солтан” рәүешендә ерегеүе мәғлүм булғас, шундай уҡ маҡсат менәндер, жуңғар урҙаһына Ибәксеүәктең Ишемсеүәк тигән бер туған ҡустыһының улы Хәсән-солтан саҡырып килтерелә, ә уның Байбулат (буласаҡ Ҡараһаҡал) һәм Ишем тигән шоңҡарлыҡлы сос малайҙары була. Был саҡта Байбулат 13 йәштә, ә 1742 йылда 51 йәштә (Материалы, 491-се бит) икәнен иҫәпкә алһаҡ, Байбулаттың (Ҡараһаҡалдың) тыуған йылы — 1691 йыл, ә ҡараҡалпаҡтан жуңғар урҙаһына күсеүе — 1704 йыл икән. Шунан һуң Хәсәндең өлкән улы Ишем-солтанды ҡараҡалпаҡҡа хан итеп саҡырып ҡайтаралар, Хәсән иһә ҡайта алмай үлеп ҡала. Таҫылланып үҫеп еткән һәм жуңғар телен һыу кеүек эскән Байбулат жуңғарҙа оло абруй ҡаҙанып, ҡайһы бер ғалимдарҙың фараз ҡылыуынса, Чабан-Рабдан-тайшиҙың үҙ улы һымаҡ итеп тәрбиәләнә; ихтимал, хандың аҫырау улы ла булғандыр ул. 1727 йылда Чабан-Рабдан вафат булып, уның Галдан-Чэрен һәм Суна тигән улдары араһында тәхет өсөн ҡупҡан оло низағта Суна яҡлы булып Байбулат та ҡатнаша. Галдан-Чэрен үҙе яҡлы ҡалмыҡтарҙан Сунаны мәкерле үлтертеп, тәхеткә менеп ултыра, ә әжәленән саҡ ҡасып ҡотолмош Байбулат иһә Урта Азия аша Иҙел тамағындағы кесе жуңғар (ҡалмыҡ) урҙаһына килеп сыға ла унда үҙенең Чабан-Рабдан улы Суна икәнлеген, уны үлтерергә ебәрелгән ҡалмыҡтарҙы һатып алып, улар уның урынына ябай бер ҡалмыҡты үлтереүен һәм яуыз ағаларының шул рәүешле алданыуҙарын һөйләп ышандырып, урындағы ҡалмыҡ ҡыҙына өйләнә (һуңынан бер малайы тыуа, тиҙәр), ләкин шул йылында уҡ, жуңғар тайшийының оҙон ҡулынан ҡурсаланып, баяғы Ибраһим олатаһы уны ханлыҡҡа тоҫҡалдыртҡан тарафҡа — Башҡортостанға китә. Башҡорт халҡын яҡшы белгән шул Ибраһим олатаһының өйрәтеүе буйынсалыр, унда ысын башҡорт булып ерегергә, башҡортҡа әйләнергә йәғни үҙ асылына ҡайтырға керешә. Ә.В. Туған яҙыуынса (112-се бит), ун ике йыл самаһы был әҙәм Нуғай юлында йәшәп, ул саҡтағы ысын башҡорттан айырылғыһыҙ шымара (бер үк ваҡытта, моғайын, жуңғарҙың һәм Рәсәйҙең тәрән йәшеренгән шпионы булып та торалыр) һәм, ниһәйәт, үҙенең дә, башланасаҡ башҡорт ихтилалының да тамам өлгөрөп етеүен, изге сәғәт һуғыуын шәйләп, буғай (кем белә, бәлки, юғарығы хужаларының әмере лә булғандыр), 1739 йылдың декабрендә (Материалы, 395-се бит) Себер юлы Әйле ылыҫының старшинаһы һәм бола башлығы Аллазыянғол Ҡотлоғужинға килә. Ана шул 1739 йылдан Ә.В. Вәлиди әйткән 12 йылды алып ташлаһаҡ, ысынлап та жуңғар ханы Чабан-Рабдан үлгән һәм уның улы Суна үлтерелгән, ә аҫырау улы Байбулат урҙанан ҡасып киткән 1727 йыл килә лә сыға. Баяғы Аллазыянғол Ҡотлоғужин мәғлүмәте буйынса, был буласаҡ Ҡараһаҡал үҙен Нуғай юлы Юрматы ылыҫы башҡорто Миңдеғол итеп таныта. Һәләүек йылғаһы буйындағы бер ауылда, имеш, уның үҙ өйө, Мәмсәкә исемле әсәһе (бәлки, ҡараҡалпаҡтан күсереп алғандыр уны, ә бәлки, бындағы ҡәйнәһелер), Семембәк һәм Бикбулат тигән улдары булыуын, ҡатыны иһә Рәхимбикә Кәштә ҡыҙы икәнлеген һөйләй. Ә Юрматы башҡорто Сыбар Сәйетов уның, “башҡорт Миңлеғол Юлаевтың, үҙенә туған тейешлеген” белдерә (моғайын, “Миңлеғол”доң башҡорт ҡатыны яғынан туғандыр). Ләкин ошо мәғлүмәтселәрҙең икеһе лә, әллә Ҡараһаҡалды тоттортмаҫ өсөн, яуыз урыҫ тәфтишселәрен буталдыртып, әллә үҙҙәре буталып, аҙаҡ Солтан-Гәрәй ләҡәбен алған һәм уны яҡындан күреп белеүселәрҙең бөтәһе лә “һылыу йөҙлө, матур инсан” тип һанаған был шәхестең тышҡы ҡиәфәтен имәнес зәғифләп тасуирлайҙар: “ул ҡараҡ Ҡараһаҡалдың танауы ҡыя ҡырҡылған, уң ҡулының сәтәкәй бармағы һәм һул ҡолағы юҡ” (Аллазыянғол Ҡотлоғужин); “мыҡты кәүҙәле, йөҙө һәм һаҡалы ҡара, танауы арҡыры имгәтелгән, бер ҡулының сәтәкәй бармағы юҡ, уң сикәһендә ҡыл үҫентеле бармаҡ битендәй сөйәле бар” (Сыбар Сәйетов). Һуңғыһы ошоно ла өҫтәгән: “Ишетеүемсә, Ҡараһаҡал тип аталмыш был ҡараҡ ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ араһына ла китеп йөрөгән һәм унан кире Башҡортостанға ҡараҡ башҡорттарҙы болғатыр өсөн ҡайтҡан (Материалы, 323, 393, 424-се биттәр). Башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, ҡалмыҡ халыҡтарын яҡшы күреп белгән һәм ихтилал баҫтырылғандан һуң шул яҡтарға ҡасып китмеш Ҡараһаҡалдан урыҫ түрәләренә хат килтергән урыҫ кешеһе Иван Лопатин иһә уны, Ҡараһаҡалды, ошолай һүрәтләй: “Күпме генә иғтибар ҡылһам да, уны башҡорт итеп таный алманым, сөнки ул күберәген ҡалмыҡҡа оҡшаш һәм, бөтөнләй булмаһа ла, ҡалмыҡҡа тартым ҡара йөҙлө, ҡалмыҡса арыу ғына һөйләшә белә” (Материалы, 480-се бит) — иғтибар итегеҙ: йөҙөнә ныҡ текләп ҡараған был кеше лә Ҡараһаҡалдың “киҫек танауын” күрмәй!.. Ҡаҙаҡ урта урҙаһы ханы Абул-Мөхәммәт һәм уның улы Бораҡ-солтан Ҡараһаҡалдың “жуңғар Суна түгеллеген, шулай уҡ Ҡубан кешеһе лә түгеллеген яҡшы беләләр”; ә “Бораҡ-солтан 1740 йылдың йәйендә Ҡараһаҡал менән күрешеп ҡайтҡандан һуң... үҙенең ҡаҙаҡтарына: “Ҡараһаҡал бигерәк сибәр йөҙлө һәм ул, әлбиттә, ҡалмыҡ та түгел, Ҡубан кешеһе лә түгел, ә сығышы ҡараҡалпаҡ хандарынан ғына булыуы ихтимал”, — тип белдерә. Ҡараһаҡал үҙе ҡараҡалпаҡ хандарынан (Күсем-хан нәҫеленән) булғас, ниңә ҡараҡалпаҡтарға барымталар яһаған, тигән һорауға ла бында яуап бар: Байбулаттың (Ҡараһаҡалдың) ҡараҡалпаҡтарҙа хан булып ултырмыш ике туған ҡустыһы Шәйбәк-хандың ҡулы аҫтындағы халайыҡтың бер өлөшө, бүленеп, “бер ҡасҡалаҡ һарт Абдрахманды (асылында Ҡараһаҡалдың олатаһы Ибәксеүәкте йәғни ялған Солтан-Моратты) үҙҙәренең ханы итеп таныған; бына шуның асыуынан Шәйбәк-хан уларға Ҡараһаҡалды һөстөргән (Материалы, 490-491-се биттәр)...

Баш бирмәҫ башҡорт халҡының быуаттар буйына урыҫ иҙеменә ҡаршы үҙ аллылыҡ, бойондороҡһоҙ үҙ дәүләтен тергеҙеү һәм төҙөү өсөн фиҙакәр көрәшенән йонсоған һәм 1705-1711 йылдарҙағы башҡорт ҡанын һыу урынына эсеп иҫергән Рәсәй хөкүмәте башҡорт халҡын тулыһынса ҡырып бөтөрөү (геноцид) сәйәсәтен үҙенең дәүләт программаһы итеп ала һәм шуны күп йылдар буйына тайпылышһыҙ бойомға ашырып килә. Шул сәйәсәтте тыуҙырыусы һәм үткәреүселәрҙең береһе булған Ҡазан гөбөрнаторы А.П. Волынский 1730 йылда был программаны ошолайыраҡ күҙаллай:

 

“Шуға иманым камил: дәүләтебеҙ эсендәге бойондороҡлобоҙ итеп һаналған башҡорт халҡының булмышын бөтөнләй белмәйбеҙ; ә минеңсә, бөтә дәлилдәр буйынса... уларҙы сит ил дошмандарыбыҙҙан да хәтәрерәк күреп ҡаты ҡыҫым аҫтында тоторға һәм ныҡ һаҡланырға кәрәк. Беренсенән, улар Мөхәммәт ҡанунын тота һәм шул ҡанундары буйынса, әлбиттә, христиандарҙың дошманы булырға тейеш, уларҙың был бөткөһөҙ яуызлығы Рәсәй империяһына ҡаршы туҡтауһыҙ баш күтәреүҙәрендә күренде... Икенсенән,... улар халҡы шундайын да ҡаты уҫаллыҡ менән тулышҡан ки, ә етмәһә, әленән-әле бер өҙлөкһөҙ үрсей ки, — әгәр үткән 20 йыл араһында аслан башҡорттарҙың һаны 35 меңдән дә артмаһа йәки иң күбе 40 мең тәшкил итһә [129], ә хәҙер иһә уларға килеп һыйынмыш ҡасаҡтар менән бергә 100 меңдән дә артып китте... Гәрсә хәҙер башҡорт халҡын йыуашайған һымаҡ итеп күрһәк тә, ләкин уны тулыһынса буйһонған тип әйтә алмайбыҙ: әлегәсә, бер ниндәй указдарға ла ҡарамай, ситтән килмешәк-ҡасаҡтарҙы ҡабул ҡылалар, яҫаҡтарын түләмәйҙәр, нисек теләһәләр шулай үҙ иректәрендә йәшәйҙәр. Шуға күрә лә уларҙан бер ниндәй ҙә йыуашлыҡ көтөргә лә өмөт итергә лә ярамай; әлегеләй ҡулдарыбыҙ буш саҡта һәм сит илдәр менән һуғышҡа бәйләнмәгән хәлдә мин уларҙы (башҡорттарҙы. — Й.С .) өнһөҙ һарыҡтарға әйләндерергә вәғәҙә бирәм; әгәр ҙә ки, Хоҙайым һаҡлаһын бынан, кем менәндер һуғыш башланһа һәм оҙаҡҡа һуҙылһа, ә бигерәк тә, Хоҙайым күрһәтмәһен, ул һуғыш беҙҙең тарафтан һөжүм итеү түгел, ә һаҡланыу һуғышы булһа, өҫтәүенә, ул һуғыш төрөктәргә ҡаршы башланһа, был халыҡ (башҡорттар. — Й.С .) дәүләтебеҙгә ҙур зыян килтереп кенә ҡалмайынса, бөйөк бөлгөнлөккә төшөрөүе лә ихтимал... Фарсы илендә, мәҫәлән, тәүҙә афған тигән халыҡ йәшәгән Ҡандағар өйәҙе генә баш күтәргәйне... һуңынан бунт бөтә өйәҙҙәргә лә таралып, өс йылдан һуң үҙенең бойондороҡлолары ҡулынан бөтә фарсы иле юҡ булды... Диндәребеҙ араһында бөйөк айырма булғанлыҡтан, хәҙер ниндәй генә йыуаш булып күренһәләр ҙә, башҡорттарға бер нисек тә ышанырға ярамай... Минеңсә, бөтәһенән дә яҡшырағы, унда берәй сәйәси ысул менән уларҙы яртылаш булһа ла кәметергә, ә ҡалғандарына тәүҙә иңдәре саҡ-саҡ күтәрә алырлыҡ яҫаҡтар һалып, шунан һуң ул яҫаҡтарҙы әленән-әле һаман арттыра барырға, ә яҫаҡ беҙ билдәләгән кимәлгә етеп күтәрелһә, шунан һуң ул яҫаҡтарҙы килешеүҙәр йәки вәғәҙәләр ярҙамында үҙебеҙгә кәрәк булғаны һайын уларҙан алына торған тере ғәскәр барабарына, хатта күпмелер артығыраҡ та итеп, кәметкеләргә лә булыр ине [130]. Әммә, ҡырағай һәм ауыҙлыҡһыҙ, беҙгә буйһоноуға ныҡ ҡарышҡан был халыҡҡа ошондай ҙа уңайлы һәм уңдырышлы ерҙәрҙе, бигерәк тә һәр береһенең тыуған ерҙәрен биреп ҡалдырһаҡ һәм уларҙы бынан көс менән йолҡоп алып, ошонан һуң бер нисек тә беҙгә ҡаршы ҡул күтәрә алмаҫлыҡ итеп күҙ күрмәгән-белмәгән яҡтарға олаҡтырмаһаҡ [131], имен ҡалырбыҙ, тип өмөтләндерә алмайым” (Материалы, 302-305-се биттәр)...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: