Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 49 глава




Тимер лағырына шул тиклем күп һәм хуриәләргә тиң һылыу ҡыҙҙар, сибәр үҫмер-егеттәр (Урта Азия гомосексуалистарының ҡәбәхәт нәфсеһен ҡандырырға. — Й.С.) ҡыуып килтерелде ки, шәхсәнә Тимерҙең үҙе өсөн генә һайлап алынғандары ла биш меңдән артыҡ ине”... Милләттең аҫыл йәш быуынын — ҡаймағын һыпырып алып, мәсхәрәле ҡоллоҡҡа, фажиғәле бөтөүгә дусар ҡылыу был, — башҡорт халҡы нимәләрҙе генә кисермәгән үҙ башынан!..

“Тимер... Яусы хандың һәм уның улдарының солтанлыҡ һәм ханлыҡ баш ҡалаһы булған шул урында (хәҙерге Орск ҡалаһы торған ерҙә. — Й.С.) көндәрен сикһеҙ ләззәтле һәм бәхетле кисерештәрҙә үткәрҙе (йүгәнһеҙ сексуаль оргияларҙа, тип өҫтәргә кәрәк. — Й.С.). Шул рәүешле был гүзәл ерҙә ул 26 көн буйына ләззәтле һәм бәхетле ғүмер кисерҙе”...

Һәм бына Тимерҙең тар-мар ҡылып бөлдөрөлгән Башҡортостандан хозурланып үҙ иленә ҡайтып барышы:

“Еңеүсе ғәскәр тулыһынса ҡәнәғәтлектә, тыныслыҡта, шатлыҡта һәм хозурлыҡта даланы һәм уйһыулыҡты бер осонан икенсеһенәсә биләне, урындарынан ҡубынып, туҡталыштан-туҡталышҡаса ағылып, рәхәтлектәргә һәм ләззәттәргә кинәнеп, шат һәм ҡәнәғәт барҙылар, сөнки табыштан бөтәһенә лә байлыҡ һәм мөлкәт, ә ир-егет затлы ҡолдарҙан һәм ҡатын-ҡыҙ затлы ҡолдарҙан сибәр һөйәркәләр тейҙе (ир-егет затлы ҡолдарҙы ла “һөйәркәләр”гә тиңләү — еңеүселәр араһында гомосексуализмдың киң йәйелеү билдәһе. — Й.С.). Ул икһеҙ-сикһеҙ дала кешеләренең торлағы булып “күтәрмә” хеҙмәт итә; ул шундай итеп яһалған ки, уны һүтмәйҙәр, ә тоташ килеш күтәреп ултырталар һәм күсерәләр, икенсе яҡҡа иһә уны арбаға ултыртып алып китәләр. Шуларҙың бөтәһе кире ҡаҡҡыһыҙ тәҡдир һымаҡ эш ҡылыусы ғәскәрҙең ҡулына төшкәйне. Шуға күрә һәр кем шундай торлаҡта үҙ нәфсеһе теләгән һәм йөҙө Айҙай балҡыған һылыуҙы ҡосаҡланы. Ошоноң арҡаһында бөйөктәрҙән бөйөк урҙала иләүҙең мыжғыуы шул дәрәжәгә етте ки, кем дә кем әгәр үҙ сатырынан аҙашһа, уны бер айҙан һуң да, ике айҙан һуң да эҙләп таба алмаҫ ине...

Яйыҡ йылғаһын кискәндән һуң, Тимер, бер нисә туҡталыш үткәс, әмир Хажи Сәйф-әд-динде һәм башҡа әмирҙәрҙе ылау эргәһендә ҡалдырҙы, ә үҙе ашығыс рәүештә алға юлланды,...ҡурҡыныстар менән янаусы шул сүлде һәм юғалтыуҙар менән янаусы далаларҙы кисеп, Сабран аша уҙып (Тимер төньяҡҡа үткән сәфәренең юлынан кире ҡайтҡан. — Й.С.), 30/ IХ — 29/ Х - 1391 й. иҫән-аман Отрарға килеп етте. Шунан бәхетле ҡубынып һәм Сәйхун (Сыр-даръя) аша кисеп, ул Сәмәрҡәндкә ҡайтты... Бер нисә көндән һуң... Тимер ҡышларға Ташкентҡа килде... 29/ xI — 28/ ХII - 1391 й. әмир Хажи Сәйф-әд-дин дә ылау һәм бөтә ғәскәр менән шунда ҡайтып керҙе... Был сәфәр бөтәһе 11 ай дауам итте* (*Абд.: “Табыштың һәм малдың күплеге шуға барып етте ки, йәйәүле нөгәрҙәр — 10 һәм 20 баш ат алып, ә һыңар атлылар 100 баш һәм унан да күберәк ат өйөрө алып ҡайтты; ә Тимерҙең шәхсәнә үҙенең өлөшөнә билдәләнгәндәренең иҫәбе-һанына, осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел ине, һарыҡ кеүек ваҡ малдарҙың хисабын иһә белеүсе лә булманы”)”...

Боронғо тарихсыларҙың был мәғлүмәттәрен “Һуңғы һартай” мәғлүмәттәренә сағыштырып ҡарағанда, бына ни аңлашыла: “Һуңғы һартай”ҙа Аҡһаҡ Тимерҙең беренсе сәфәрен хикәйәтләү уның Яйыҡҡа етеүе менән осланып, Һаҡмарҙың уң ярындағы 1391 йылғы дәһшәтле һуғыш текстан олаҡтырылған (әҫәрҙе ҡыҫҡартып эшкәртеү бәләһелер); ә Ағиҙелдең уң ярындағы 1395 йылғы икенсе дәһшәтле һуғыш, яһалма рәүештә, әле әйтелмеш 1391 йыл ваҡиғаларына ялғанып, ике башҡа тарихи ваҡиға бер ваҡиғаға уҡмаштырылған...

Тик шулай ҙа Аҡһаҡ Тимерҙең йәне тыныс түгел ине, сөнки Туҡтамыш-хан — тере һәм илендә килеш ҡалды, ә уның бер кемдә лә булмаған бөйөк бер һәләте бар: теләгән бер бәлә-ҡазанан һуң да тиҙ үк иҫенә килә лә элеккенән дә нығыраҡ булып көсәйә. Шуға күрә Тимергә, Шәреҡтәге Ҡытай-аждаһаны яулап алыуҙы нәүбәттәге бурысы итеп ҡуйған йыһангиргә, Көн байышындағы тәрән тылында ундай дошманды тере килеш торғоҙоп ҡалдырыу ҡурҡыныс, Туҡтамыш-ханды дөмөктөрөп ҡотолоу кәрәк уға. Аҡһаҡ Тимерҙең Алтын Урҙаға икенсе тапҡыр яһилланып ябырылыуына оҙаҡ ваҡыт ҡалманы, һәм беҙ ул һуғыш тарихында Туҡтамыш-хан яғында тороп Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы һуғышҡан бөйөк ҡаһарманыбыҙ Ялыҡ-бейҙең исемен һуңғы тапҡыр тетрәнеп осратабыҙ.

 

 

 

Тимерҙең абруйлы тарихсыһы Шәрәф-әд-дин Йезди яҙыуынса, яҡынса 6/ ХI 1393 йәки 26/ Х 1394 й. “Ширвандан хәбәр килде: Туҡтамыш-хан ғәскәре Ғәли-уғлан, Ильяс-уғлан, Әсә-бәк, Ялыҡ-бей һәм башҡа әмирҙәр башлығында Дербенд аша дөрөп уҙған һәм Ширвандың ҡайһы бер өлкәләренә ябырылған; Тимер... Шәкенән* (*Әзербайжандың төньяҡ өлөшөнән) шуларға ҡаршы йүнәлде.

Шул хаҡта белгәс, Туҡтамыш-хан ғәскәре кисекмәҫтән боролоп ҡасты һәм кире китте”... Былар, моғайын, Ҡафҡаз ҡапҡаһының төбөндә үк торған Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәренең алғасҡыһы булғандыр.

“Тимер 28/ II 1395 й. йәкшәмбе көн унан (Ҡафҡаздан. — Й.С.) ҡубыныу байрағын күтәрҙе... һәм улар унан төньяҡ-көнсығышҡа (Башҡортостан тарафына. — Й.С.) йүнәлгәнлектән,төркиҙәрҙә ҡабул ҡылынғанынса, һул ҡанат алға китте”... Бик тә мөһим, Тимерҙең, ысынлап та, нәҡ Башҡортостанға тоҫҡалыуын дәлилләүсе ҡарыһүҙи (мифолгик) мотив был, сөнки Башҡортостан төрки донъяһының иң төньяғын (йәки уң яғын) тәшкил иткәнлектән, ә Аҡһаҡ Тимер биләмәләре көньяҡ (һул яҡ) булғанлыҡтан, һәм уң яҡ яуға (Башҡортостанға) шул уҡ уң яҡ яу (Башҡортостан) ҡаршы ҡубынырға тейеш түгеллектән, ғәмәлдә уның яраҡлы яйы табыла — уң яҡ яуға ҡаршы Тимер иленең һул ҡанаты башлап бара...

“...Тимер үҙенең ҡышлағында уҡ Туҡтамыш-ханға хат яҙғайны, — тип әйтелә тарихнамәлә.— Шул хат менән илсе итеп Туҡтамыш-ханға Шәмс-әд-дин Алмалыҡты юлландырҙы, аҡыллы, телгәр, тәжрибәле кеше ине ул... Дербенд аша Дәшт-и-ҡыпсаҡҡа Туҡтамыш-ханға килеп етеп, ул уға Тимерҙең хатын тапшырҙы... Уның (Туҡтамыш-хандың) әмирҙәре, сиктән тыш наҙан һәм тәкәббер булғанлыҡтан, ҡаршылыҡ күрһәттеләр, был эшкә бола яҡтылар”, — тип зарлана йыһангирҙең абруйлы тарихсыһы. Тимер үҙенең хатында, моғайын, Туҡтамыш-ханға ҡаты ультиматум ҡуйған: йә уның, Тимерҙең, унан өҫтөнлөгөн танырға ла баш эйеп буйһонарға, йә... Был иһә Алтын Урҙаның дәүләт дыуанында (диванында) нәфрәтләнеп кире ҡағылған булырға тейеш, сөнки: “Туҡтамыш-хан был меҫкендәрҙең телмәрҙәре һөҙөмтәһендә... Тимер хатына үҙнең яуабында тупаҫ һүҙҙәр яҙҙы. Шунан, Шәмс-әд-дин Алмалыға елән кейҙереп, уны ҡайтарып ебәрҙе”... Күренеүенсә, башҡорт Туҡтамыш-хан, күпме генә һарыуы ҡайнаһа ла, һуғыш барышында бер ниндәй ҙә әхләҡи ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаусы мәкерйән Тимергә ҡапма-ҡаршы тәбиғәтле булараҡ, башҡорт йолаһының “илсегә үлем юҡ” тигән ҡанунына тоғро ҡалған. “Баяғы кемһә Самур йылғаһы (Дағстанда. — Й.С.) буйындағы батша ыҫтанына ҡайтты... һәм Туҡтамыш-хандың хатын тапшырҙы, Тимер баяғы оят һүҙле (бәлки, уны ишәк бейәһенә эйәләшеүҙә фашлаусы. — Й.С.) яуаптан сикһеҙ ярһыны һәм ғәскәрҙәрҙе энә күҙенән үткәреп тикшерергә, армияны тәртипкә килтерергә бойорҙо...

Улар Дербенд аша уҙғас, Эльбрус тауы итәгендә Туҡтамыш-хан яҡлыларҙан ҡайтағ (башҡорттоң Ҡатай ырыуы — боронғо Берсилия йәғни “Бүре-әсә-иле” тип исемләнмеш Үҫәргән дәүләтенең ҡалдыҡ кешеләре. — Й.С.) тигән халыҡтың йәшәүе асыҡланды. Еңел ҡулдан эш башлар өсөн... Тимер ул кафырҙарҙы (был Ҡатайҙар, бәлки, яҙыҡ динле булғандарҙыр. — Й.С.) ҡырып бөтөп юҡ итергә бойорҙо. Ғәскәр... уларға аңғартмаҫтан ябырылды һәм илдәрен остан-осҡа шундайын айҡанылар ки, меңдән берәү ҙә ҡасып ҡотола алманы, бөтә илен таланылар һәм ауылдарының көлөн күккә осорҙолар.

Туҡтамыш-хан Уртаҡ исемле бер кешене Тимергә илсе итеп ебәргән булған икән... Ул (ябырылып килмеш Тимер ғәскәрен күргәс. — Й.С.) кире боролған һәм Тимерҙең бик ҙур ғәскәр менән, алғасҡы һәм үҙәген билдәләп, тамам етеп килеүен хәбәр иткән. Быны ишеткән Туҡтамыш-хандың түбәһенән ҡаушау төтөнө борлаған һәм ул Ҡазансыны ҙур ғәскәр менән алғасҡы рәүешендә ҡаршы юлландырған* (*Аноним Искәндәр: “Ҡарансыны алғасҡы ғәскәр менән Ҡойһыу йылғаһы кисеүен һаҡларға ебәргән”).

Тимер үҙенең бөтә ғәскәре менән Тарки (Дағстанда. — Й.С.) тигән ергә килеп етте һәм унда лағырланып урынлашты; уның иғтибарына Туҡтамыш-хандың Ҡазансы башлығындағы алғасҡыһы Ҡой йылғаһы ярында туҡталыуын еткерҙеләр. Тимер шәхсәнә үҙе һайлап алмыш ғәскәре менән сәфәр сыҡты (Туҡтамыш-хан һымаҡ, дошманының килеп етеүен көтөп ятмай, ә үҙе һөжүмгә ташлана! — Й.С.) һәм һары таңда... уларға ябырылды... ерәнгес дошмандарҙы ҡырҙы... Артабан хәрәкәт итте һәм, Сунж йылғаһы ярына етеп, туҡтаны; ә Туҡтамыш-хан, үҙ ғәскәрен Терек йылғаһы ярында туплап һәм алдына торҙар (торғоҙоп ҡуймалы күсмә ҡоймалар. — Й.С.), арбалар һәм... көймәләр теҙеп ҡуйып, шул урында нығынды ла һуғышҡа әҙерләнде.

Тимер... яҡынлашты... дошманына ҡурҡыныслы шом һалды (уның яратҡан психик һөжүм алымы. — Й.С.)... Туҡтамыш-хан ҡаршы тора алманы... Һәм уның ғәскәре, боролоп ҡасып, артҡа сикте (хатта дошманы йылғаны кисмәҫе борон уҡ!.. — Й.С.)...

Тимер ғәскәре менән, кисеүҙе табып, Теректе аша сыҡты (хәҙерге Прохладный тимер юл станцияһы тәңгәлендә. — Й.С.), ә Туҡтамыш-хан, Ҡурай (хәҙерге Кура — Тереккә ҡоя. — Й.С.) йылғаһына етеп, туҡтаны ла ғәскәренең ҡалдыҡтарын йыйнарға кереште (күренеүенсә, яугирҙәренең рухы һынырға ла өлгөргән. — Й.С.).

Тимер, яугирҙәре аҙыҡ-түлеккә тейенһен өсөн (йәғни урындағы тыныс халыҡты үлтереп талатырға. — Й.С.), йылға яры буйлап Жулат өлкәһенә юлланды... Һағауылдары Туҡтамыш-хандың икенсе тапҡыр ғәскәрҙәрен тәртипкә килтереүе һәм йылға яры буйлап түбәнгә табан еңеүсе ғәскәрҙең эҙенә төшөүе хаҡында хәбәр килтерҙеләр. Тимер... артҡа боролдо һәм йылғаны үрләп улар өҫтөнә йүнәлде... 14/ IV 1395 й. сишәмбе көн... Ике яҡ бер-береһе менән йөҙгә-йөҙ төкәлеп туҡтаны”... Һәм бына Тимер ғәскәре, шул арала ҡабат рухланып бил турайтмыш ҡаршы яуҙан үҙҙәренә ҡурҡыныс янауын тойоп, урында нығындылар һәм дошмандың буласаҡ төнгө һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнделәр. Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәренең һөжүме һары таңдан башланды һәм ике яҡтың оҙаҡҡа һуҙылған рәхимһеҙ ҡаты алышына әйләнде. Бер саҡ шундай хәл иткес мәл килеп тыуҙы ки, Аҡһаҡ Тимер торған ергә дошмандары дөрөп кереп, лағырын уратып алды — Тимерҙең һәм яҡындарының яҙмышы ҡул усында (ҡыл осонда) ҡалды: бына-бына үҙен тураҡлап ташларҙар, йәки муйынына боғалаҡ һалырҙар кеүек ине; ләкин хатта ошо уңайлы осраҡты ла Туҡтамыш-хан файҙалана алманы — ҡулына төшөп килмеш дошман йәнә лә һыпырылды: ҡаршы яуҙың бер төркөм батырҙары, үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан ҡылыу хаҡына, Тимер ыҫтанын дошмандарҙан ҡотҡарып алып ҡалды һәм был боғаҙға боғаҙ килеп һуғышыуҙа, Аҡһаҡ Тимерҙе әжәлдән аралау өсөн, башҡорт Йеҙекәйҙең улы — шулай уҡ башҡорт эпосының геройы, шәйх-Мораҙым айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтте... Ә улар менән алышыусы ҡаршы яу яғынан хайран ҡалдыртҡыс ҡаһарманлыҡ ҡылыусы ла беҙгә билдәле башҡорт — әйтелгән башҡорт хикәйәтенең геройы — тиңһеҙ Ялыҡ-бей ине...

Ялыҡ-бей-бәһерин, Туҡтамыш-хандың иң яҡын күргән әсәкәйҙәренең береһе (текстағы “ичкий” — әсәкәй, йәғни хандың әсәһе яғынан туғаны, сөнки Туҡтамыш-хандың әсәһе бөйөк Алкөнәсә Ҡаңғы ҡәбиләһенән йәғни Ялыҡ-бейҙең Үҫәргән ырыуынан булған. — Й.С.), үҙенең үзбәк (“асабаҡ”-үҫәргәндәр. — Й.С.) ғәскәренең баһадирҙары менән алға ташланды һәм, һөрән һалып, Усман-баһадирҙы (Тимер яҡлы булып һуғышыусы башҡорт-ҡыпсаҡты. — Й.С.) ҡара-ҡаршы һуғышырға саҡырҙы. Был дыуамал маҡтансыҡлыҡтан (башҡорт хикәйәте геройы Ялыҡ-бейҙең теүәл характеристикаһы! — Й.С.) әмир Усмандың йөрәгендә нәфрәт уты ҡабынды һәм ул, елгә атланған тауҙай, йәһәт алға уҡталды. Усман-баһадир үҙ ҡошаны менән улар тәңгәленә еткәс, ике яҡ яғалашып, бер-береһенә рәхимһеҙ мөстәренең, суҡмарҙарының һәм атҡыс һөңгөләренең ҡөҙрәтен ишелдерҙе. Аҙаҡ килеп... Усман-баһадир яғы өҫтөнлөк алды һәм, ҡаршы яуҙарын ҡыйратып, ҡыуып ебәрҙе уларҙы. Башҡа әмирҙәр һәм батырҙар ҙа шуны уҡ эшләнеләр, ҡаршы яуҙың ғәскәрҙәрен ҡыйраттылар, бөтәһен ҡыуып тараттылар”... Һуңынан тарихсылар (Н.М. Карамзин, Ә.В. Туған) Туҡтамыш-хандың был бәрелештә еңелеүен уның тәүәккәл түгел тәбиғәтенә бәйле осраҡлы хәл тип иҫәпләнеләр: аҙ ғына ныҡышмалыраҡ булһа, еңеп тә ҡайтыр ине...

Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәренең Терек буйындағы был һөжүмен ана шулай кире ҡаҡҡас, Тимер ғәскәрҙәре улар артынан Иҙел (Волга) буйҙарынаса ябырыла, осраған һәр бер тере йәнде үлтереп, илде талап, дәүләттең баш ҡалаһы Һарайҙы һәм башҡа ҡалаларын, ауылдарын ер менән тигеҙләп, Иҙелдең (Волганың) һул ярына килеп сыға, Башҡортостандың ундағы болғар ҡалаларын һәм ауылдарын емереп-талап үтә. Йәйгеһен Тимер ғәскәрҙәре Ағиҙелдең Туратур (Турбаслы ауылы, Башҡортостандың хәҙерге Благовещен районында) кисеүенә үк килеп етә. Был Турбаслы исеме боронғо тура-абас//тора-абыз тигәндән килеүен дөрөҫләүсе көршәк-ҡомартҡы шул ауыл тупрағында табылған (Н.А. Мажитов. Южный Урал в VII-ХIV вв. М., 1977, 234-се бит, 5-се һүрәт); ул көршәктә боронғо ысуллы “тора-абас” тигән яҙыу бар. Абас//абыҙ — тәүдинебеҙҙәге Тора хоҙайҙың “фаллос” мәғәнәһендәге “оят һүҙ”ле ләҡәбе булғанлыҡтан һәм Ислам дине өсөн көфөр һүҙ һаналғанлыҡтан, Аҡһаҡ Тимер тарихсыһы уны, “абыҙ” һүҙен, шул уҡ үҙ мәғәнәһендәге, ләкин оятлығы күренеп тормаған “тора” менән алмаштырып, “тора-абыз”ды “тура-тур” (тора-тора) тип яҙғандыр... Шул кисеүҙең (Ағиҙелдең) аръяғындағы үкек [147] (хәҙерге Өфө) ҡалаһында ул саҡ үҙенең ғәскәр ҡалдыҡтары һәм әмирҙәре менән Туҡтамыш-хан боҫоп ята, әсә яғынан туғаны һәм ҡурҡыу белмәҫ баһадиры Ялыҡ-бей ҙә уның эргәһендә була. Һәм бына Аҡһаҡ Тимер, Туҡтамыш-хандың башына етер өсөн, уның артынан Ағиҙелдең уң ярына кисеп сыға. “Һуңғы һартай”ҙа был күренеш ошолай һүрәтләнә: “Улар килде. Был хәл урмандағы ояһыҙ кәкүктең һаҡауланған сағында булды (миҙгеле лә дөрөҫ бирелгән! — Й.С.).

Эттәр, эттәр! Улар иҫәпһеҙ-һанһыҙ булып, ер ябып килә ине. Минең жуңғар ҡолом — исеме һаҫыҡ булғыры! — Аҡһыу (Ағиҙел. — Й.С.) кисеүен күрһәтер өсөн шулар яғына ҡасты. Улар турһыҡтарына тын тултырып, ике яҡтан эйәрҙәренә бәйләнеләр. Аҡһыуҙы сыҡтылар... Өс уҡ атым ерҙә булһам да, уларҙың йөҙө миңә асыҡ күренә ине. Мин аңланым: улар үлем дә ҡоллоҡ алып килә.

Уларҙың аттары менән дөйәләре беҙҙең һыуҙы эсеп, далаларҙы тапап бысратырын мин белә инем... Шуны күргәс, мин торҙом да: “Үлем дошманға!” — тип ҡысҡырҙым. Ҡармасан менән Сәрмәсән (улдары. – Й.С.) тора ҡаршымда. Икеһенең дә һулышы ҡайнар. Уларҙың күҙҙәре: “алға!” — ти ине. Беҙ киттек”...

Инде һүҙҙе йыһангир тарихсыһына бирәйек: “...Иҙел (Ағиҙел. — Й.С.) аша кисергә Туратур (Турбаҫлы. — Й.С.) тигән кисеүгә килеп етеп... ул (Тимер) Урыҫ-хан улы Ҡойрисаҡ-уғланға бөйөктәрҙән бөйөк һарайға хеҙмәт итеүселәр иҫәбендәге үзбәк (йәғни асабаҡ — аҫаба-Үҫәргән башҡорттары. — Й.С.) батырҙары алайын бирҙе,...уға Иҙел (Ағиҙел. — Й.С.) аша кисергә ҡушты һәм уға Яусы ылыҫы ханлығын тапшырҙы”... Йәғни Аҡһаҡ Тимер, Туҡтамыш-хан менән бәрелешмәҫе борон уҡ уның ошонда дөмөктөрөләсәгенә тамам инанып, уның ханлығын үҙенең яҡлыларына бүлгесләп бирә лә башлай... “Һуңғы һартай” иһә бына ни һөйләй: “Сейәлетүбәнән алыҫҡа, төньяҡҡа табан, тирмәләребеҙҙе оҙаттыҡ, малдарыбыҙҙы ҡыуҙыҡ. Беҙ, оран һалып, суҡмар менән ҡылыс тота алған бөтә ирҙәрҙе йыйҙыҡ. Беҙ алай төҙҙөк. Беҙ Аҡһаҡ Тимер барластары һымаҡ күп түгел инек, әммә һәр ҡайһыбыҙ батыр яу ине.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: