Тапатырмы ерен дошмандан, 9 глава




Туғыҙаҡ әбей бер атаҡлы яу башының бикәһе ине. Ул саҡта Иҙел буйы батырҙарының көстәрен һыпай торған майҙан Яйыҡ буйы берлә Сулмак 37 аръяғы ине. Туғыҙаҡ әбейҙең бейе лә, яу саба торған атаҡлы батырҙарын йыйып, Ағиҙел менән Сулман буйына йыраҡ яуға киткәйне. Яу башы шул китеүҙән ҡайтманы. Туғыҙаҡ әбей шул ваҡыттан һуң туғыҙ улын ҡанат аҫтына йыйып, Ҡорос тпгәп туғайға күсеп кплде. Был туғайҙағы ағасына һыя алмай торған шоморт, ҡарағат, миләш һәм тырыш бал ҡорттарының йәш юкә сәскәһенән генә йыйған саф балдары уларҙы туйҙыра, таштан-тангка һикереп шылтыраған һалҡын шишмә уларҙы һуғара ине. Ағиҙел һыуы кеүек тыныс аҡҡан ҡайғыһыҙ тормош үҙ койонсә аҡты. Туғыҙаҡ әбей ҙә туғыҙ улының майҙан күрергә ваҡыттары еткәнен һиҙеп, уларҙы өйләндерҙе. Шул көндән һуң йәш батырҙар аталары юлынан яуға йөрөн башланылар. Йәш көстәрҙең һәр бер тәжрибәһе уңа ине. Туғыҙ арғымаҡ берлә китеп, туҡһан ат яу малы алып ҡайтҡан саҡтары аҙ булманы. Ул ваҡыттарҙа ботә Ағиҙел буйында телдән-телгә туғыҙ батыр әкиәттәре һөйләнә, улар тураһында маҡтау йырҙары шаулап ине. Ботә Сулмак буйында туғыҙ батыр яуынан ҡоттары осмаған, таң атҡанда йөндәренән имеп булған бер өп ҡалмағайны.

Замандар үтте. Туғыҙаҡ әбейҙең кескәй генә өйөндә туҡһан йәнле бер ғаилә булды. Ҡәҙерле нәнә * үҙенең шаян торондарының * уҡ-йәйә берлә уйнағандарын рәхәтләнеп ҡарап тора, уларҙың тура атыуҙарына һойөпә ине.

Бына бер кондо туғыҙ батыр Сулман буйҙарынан хисапһыҙ күп яу малы берлә ҡайттылар. Был олуғ шатлыҡ көнөнөң хәтере өсөн батырҙар туй яһанылар.

Йәйге төн ине. Киң болон, ҡуйы ҡара урман, тыныс Ағиҙел үлем йоҡоһо берлә йоҡлайҙар; урман артынан яны уянған ярты айҙың шыйыҡ яҡтыһы һыу оҫтондэ шомло рәүештә емелдәй. Бейек юкә ағасының әллә ҡайһы бер ерендә шомло ябалаҡ һирәк- һирәк кенә ҡысҡырып ҡуя ине.

Туғыҙаҡ әбейҙец йөрәге тиҙ шомланды. Ләкин батырҙар туй хәтере өсөн эселгән ҡолмаҡлы * балдан бер ни һиҙмэҫлек рәүештә арып йоҡлағайнылар. Туғыҙаҡ әбейҙең һиҙгер ҡолағына һыу өҫтөндә шап-шоп иткән бер тауыш ишетелде. Шул арала уҡ: «Әй тәңрем! Тиҙ балаларым, ишкәк тауышы ишетелә — яу бар, тиҙ тороғоҙ!»— тип ҡысҡырһа ла, батырҙар ятҡан аҡ тирмәне к'жсѳ яу солғап алды. Туғыҙаҡ әбейҙең ҡәҙерле эргәһе * йығылды. Күптән түгел ботә Сулмак буйына йоҡо бирмәй торған, Урал буйҙарында маҡтау йырҙары йырлана торған туғыҙ батыр хәҙер урындарынан юғалдылар. Уларҙың алтын-көмоштәре, уҡ-йәйәләре — барыһы ла дошман кәмәләре оҫтонә тейәлеп йоҙоп китте. Күптән түгел Туғыҙаҡ әбейҙең тура ятыуҙарына һойонөп торған шуҡ торондарының өҫтөндә хәҙер йыртҡыс ала ҡарғалар, төйлөгәндәр осон йоройҙөр ине.

Ләкин аңҡау дошман ҡәҙерле эргәне тамырынан һеперә алманы. Яу килгәнде һиҙгән туғыҙынсы килен, үҙенең ике йәшлек балаһын алыи, ҡасып өлгөрә алды. Ул да, туғайҙың бер ситенә барып, үҙенең батыры һағышынан һарғайып үлде. Тик уның күкрәк һөтөн имә торған бала ғына иҫән ҡалды. Ул үҙенең ейегән * анаһының ҡоро имсәген һурып ята ине.

Кем белә, әллә тәҡдир уны хурлыҡ менән бөткән ҡәҙерле эргәнең \гсен алыр өсөн иҫәп ҡалдырғандыр. Әллә туғыҙ батыр фажиғәһен шатланып һөйләгәндәрҙең башына һау ҡалдырғандыр. Нисек кенә булһа ла, ул иҫән иие. Уға мәрхәмәтле ҡыр ҡуяндары туҡлыҡлы үләндәр оҙоп килтерәләр, йомшаҡ күңелле, йыуаш ҡоштар төрло емештәр бирәләр ине. Ул үҙенең пптәш ҡоштары, януарҙары араһында үҫте. үҙенең ни осөн былай яңғыҙ икәнен белмәйсә үҫте. Уны тәбиғәт үҙе аҫырап үҫтерҙе.

Ул ун йәшенә еткән саҡта теләһә ниндәй айыуҙарҙы бер ҡулы берлә күтәреп ырғыта ине. Ҡара урман халҡы уның күләгәһенән ҡурҡа ине. Була ине шундай саҡтар, ул бейек яр оҫтонә үҫкән шыма ҡарағайҙарҙың башына менеп ҡарай: сикһеҙ-ҡырыйһыҙ

ҡара урман бөтә ҡараңғылығы менән уның алдында ята; әллә каиҙарҙап көмөш таҫма кеүек һуҙылып килгән Ағпҙел борғоланып- һырғаланыл ялтырай; йыраҡта йәшел ашъяулыҡ кәүек аландар, туғайҙар күренә, көп сығышында томан араһынан ғыпа бейектауҙар аларып тора. Бына уның сыҙамһыҙ ярһыу күңеле шул ерҙәрҙе лә күргеһе килә, унда ниҙәр барын белгеһе килә, ләкин ҡоро ҡул берлә генә барыу ҡурҡыныс төҫлө тойола ине.

Кондәр үтте. Бер көндө ул үҙенең туган тирмәһенең харабаһына барып сыҡты. Унда әллә ниндәй уҡ, йәйә һыныҡтары, ватыҡ өҙәңгеләр, ярылған ҡаҙандар, шулар араһында ялтырай ятҡан аҡ һөйәктәр күрҙе. Уның күңеленә был минең тугандарым, аталарым торған урын түгелме икән тпгән уй килде. Аяҡтарын

һуҙып шул урынға ултырҙы ла, ҡара урманға төшөп барған ҡара ҡыҙыл ҡояшҡа ҡаран, әллә ппҙәр уйлана башланы. Уның тирәһендәге юкә ағастарында мең төрлө йырсы ҡоштар, мең төрлө көйгә һалып, үҙҙәренең моңло йырҙарын йырлайҙар; ҡояштың һуңғы нурҙары тоноҡ һыу оҫтокдә һары алтын кеүек емелдәйҙәр; сикһеҙ ҡара урман ҡурҡыныс бер ололоҡ берлә тына, ҡабара ине. Үкһеҙ батыр үҙенең тыуған эргәһе өҫтөндә, ата-аналарьпгың һөйәктәре янында батырҙарса ҡаты бер йоҡоға китте.

Тошондә ута шәп арғымаҡҡа атланған, ҡорос уҡ берлә ҡаты йәйәһен иңенә аҫҡан бер ҡарт батыр күренде.

Ҡарт батыр үкһеҙҙең янына килеп: «Эй Ағиҙел буйының кос- лө ҡулы, атаҡлы батыры! һин ҡайҙа ятырға белгәнһең, балам. Сурлы * яуының башына тыуған батыр балам, мин — һипец атаң. Тор урыныңдан, бына бынау юкә ағасының аҫтында һиңә атаңдан ҡалған уҡ-йәйә бар. Ана, анау туғайҙа эйәһен юғалтҡан атаңдың арғымағы бар. Ал һин шул уҡты, атлап шул атҡа, кит көнбатышына. Шунда һин үҙеңдең даныңды, малыңды табырһың. Тик шупы онотма: был урын һпнең тыуған урының, бында һинең ҡәҙерле нәнәң, батыр аталарың, һөйөклө аналарың, иркә туғандарың йәшәгәндәр. Улар үҙҙәренең дандарын ата-бабанан ала килгәндәр. Шул нәҫелдең атагын югалтма, балам, һиңә шул ботә тугандарыңдан сәлә.м. Иҫән бул, батыр балам Ек. һинең исемең Ек булһын, йәйәң ныҡ булһын!»— тине лә күҙҙән юғалды.

Ек, уянғас, атаһы ҡушҡан уҡ-йәйәне ҡаҙып алын, туғайҙа йо- рогән арғымаҡты тотон менде лә конбатышҡа юн элде. Ул ваҡыттарҙа көнбатышындағы башҡорттар Ҡазан ханына дан 38 түләйҙәр ине. Ек шул башҡорттарҙы ҡул аҫтына йыйҙы ла Ҡазан ханына даи түләүгҙән туҡтатты. Ул, үҙенең ҡул аҫтындағы егеттәр бер- лән яу сабып, Ҡазан хандарын бик аҙ аптыратманы. Ектең уғы бушҡа осмай ние. Ул әгәр ҙә дошмандың күҙенә атып һуҡыр ҡалдырырға теләһә, ул эш булмай ҡалмай. Инде дошмандың алғы тештәрен һындырырға уйлаһа, һындырмай ҡалмай ине. Булалыр ине шундай ваҡыттар, ул, һунарға сығып, осон барған ҡыр ҡаҙҙарының бер генә ҡауырыйын оҙон тошороргә уйлай һәм эшләй, ҡасып барған толкөпоц бер ҡолағынан атын икенсеһенән сығара ине. Уның шул тура атыусылығы өсөн уны Мәргән тпп атанылар.

Ек Мәргәндең исеме тиҙ арала йырҙарға ҡушылып әйтелә башланы. Ектең исемен ишетеү күп батырҙарҙың эсен ҡайната, уның үҙен күреү уларҙы ҡурҡыта. Урал тауы аръяғыпда булған ҡырғыҙ 39 батырҙары, Яйыҡ буйыпың атаҡлы бейҙәре, Ҡазан ханының атамандары уның уғына осрауҙан ҡурҡалар ине.

Заман үтте, һыуҙар аҡты. Бер ваҡыт Ҡазан ханы, иң кослө ғәскәрен йыйып, Ек Мәргән өҫтөпә һуғыш асты. Ек Мәргәп дә үҙенең тоғро, ышаныслы пптәштәрс берлән ҡаршы сыҡты. Ҡурҡыныслы һуғыш башланды. Ек үҙенең алдындағы гәскәрҙең берәм-берәм йығыла барғанын күреп, һуғышҡа ҡыҙыға, ул үҙен-үҙе белмәҫтән алға бара. Хандың ғәскәрҙәре лә ҙур оҫталыҡ берлән аталар, ләкпн Ек уларҙың уҡтарын һиҙмәй ине. Күп һуғышҡас. Ек үҙенең иптәштәрен ҡарайым тин артына боролһа, иптәштә-

3 Заказ 305

рецең барыһы ла ерҙә ятҡанын күрҙе. Уның батыр юлдагптары үлеп боткәйне. Шупан һуң Ек хан ғәскәренә үҙ ирке берлән бпрелде. Екте ғәскәр Ҡазан ҡалаһына алып китте. Ҡаҙанға барғас, уны хан ҙур таш һарайға яптырып ҡуйҙы.

Берҙән-бер кондо Ҡазан ханының һунарға бара торған күленә яңғыҙ аҡҡош төшкән тип хәбәр иттеләр, һунарға һәүәле хан тпҙ ара үҙенең мәргәндәрен йыйҙырҙы ла, шул аҡҡошто үлтермәйенсә генә атып алып, һарай күленә ебәрергә ҡушты. Хан барлыҡ мәргәндәре берлән күл буйына килде, ләкин һис бер атыусы уғының яңылыш китеүенән имен түгел ине. Хан ни хәт- ле әйтеп ҡараһа ла, ҡулына ышанып эшкә барыусы булманы. Бары ла хандың ҡаты асыуынан ҡурҡа ине.

Шул ваҡыт мәргәндәр араһынан береһе сыҡты ла: «Падишаһым, солтаным. Бындай нескә эште эшләр кеше Ҡазан плендә әле етешмәгәндер. Бында Ағиҙел буйынан килгән атаҡлы бер мәргән бар. Ул осоп барған ҡарсығаны атып, бер генә ҡауырыйын һындырырға уйлаһа, шуны эшләй. Уның уғы бушҡа ла китмәй һәм яңылышмай, һеҙҙең был олуғ эшегеҙҙо ул ғына башҡарһа башҡара алыр!»— тип ханға Екте ғарыз * птте. Хан шундуҡ Екте саҡыртып алды ла үҙенең йомошон һөйләне.

Ек Ҡазан ханлығы ҡул аҫтында шундай еңел эшкә лә батырлығы еткән кешеләр юҡлыҡты күреп көлдө. Унан һуң ҡорос уҡлы көмөш йәйәне ҡулына алды ла: «Батьтр хан, мин күл өҫтөндә тик торған ҡошто атыуҙы мәргәнлегемә кәмселек һанаймын, һеҙ элек ул ҡошто ҡурҡытырға ҡушығыҙ. Ул осҡан ваҡытта ҡай еренә атырға ҡушһагыҙ, башымды алдығыҙға ҡуйып, йомошоғоҙҙо үтәйем!»— типе.

Хан йәш батырҙың был һүҙенә рәхмәт әйтеп, унан һуң аҡҡоштоң йыуан ҡауырыйынан осөһон оҙҙорөргә ҡушты.

Аҡҡошто ҡурҡыттылар. Ҡурҡаҡ ҡош, үҙенең тотҡонлоҡҡа элә- гәсәген һиҙенеп, бар көсө берлә һауаға күтәрелә башланы. Ул арала Ек Мәргән дә комөш йәйәнең ебен спртте. Күл тә үтмәй, аҡҡоштоң ос ҡауырыйы һауала йылғыйлап * осоп күлгә төшто. Бисара ҡош та, күлдең бер ситенә тошон, йоҙә башланы.

Хан Ектең был оҫталығы, батырлығы өсон уға прек бағышлап, Ағиҙел буйына ҡайтарып ебәрҙе. Ек, Ҡоросҡа ҡайтып, үҙенең ба- тырлыгып йыраҡ илдәргә хәтле белдергәс, аталары япына ҡайтып китте 40.

ҠЫПСАҠ ЕГЕТЕ МЕНӘН БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

Бик борон замандарҙа Ҡыпсаҡ тигән бер ҙур иләү булған, тиҙәр. Ул боронғо бор башҡорт иләүе пкән. Шул иләү — илде, һәр яҡлап яу килеп, маҙаһыҙлап торған, ти.

Берҙән-бер көндө Танып тигән һыу 41 буйында һылыу бер башҡорт ҡыҙы керҙәр сайҡап торғанда, эргәһенән йылҡылдап торған

 

аҡбуҙ атҡа атланған бер ҡыпсаҡ егете үтен бара икән. Ул атын һуғарырға булып, һылыуға былай тигән:

Танып буйы һылыуҙарын күҙләй китәм,

Бирсе, һылыу, күнәгеңде, толпарыма һыу эсертәм; Сәфәремдән имен-аман урап ҡайтһам,

Танып буйы бер һылыуын бисәм итәм.

Быға ҡаршы ҡыҙ шулай яуап биргән:

Ҡыпсаҡ иләү егетенең Арҡаһында думбары бар бүҙәнәләй,

Салбарына зәр һалдырған,

Йоҙ ҡуйы, мең тәүәһе * бар нәмәләй!

Егет:

Арҡамда ризыҡлыҡ думбарым бар.

Яуға ҡаршы барырлыҡ дарманым бар,

Тирә-яҡҡа, халайыҡҡа киң таралған Батыр тигән исем алған ҙур даным бар.

Ҡыҙ:

Йәп аямай яуға барған батыр егет,

Минән һпңә шулдыр теләк:

Алыштарҙа еңен сығьш, аман ҡайтһаң, һппец менән ҡауышырға мпнең теләк.

Вәғәҙәгә тоҫом итеп минән һпңә ошо бүләк,—

тип сиккән ҡулъяулыҡҡа торгән комога йоҙок бүләк пткән, ти.

Яу ҡырында ҡалҡан булыр һинең бүләк, Иҫән-аман ҡайтһын, тиеп телә теләк,

Хуш, һылыуым, вәғәҙәле йәрем минең, Юлдарымда, яҙмышымда бул һин терәк,—

тип, егет һамаҡлап әйткән дә, һылыуын ҡаты ҡыҫып үпкәс, атына атлапын яуға сапҡан, ти.

МОРАҘЫН МЕНӘН БУҺҠЫН

Мораҙын менән Буһҡын бер ата, бер әсә балалары булғандар. Икеһе лә бай булған. Мораҙын — Буһҡындың ҡустыһы, батыр ҙа булған. Быларҙың Мораҙыны Борйәндә, Ирәндек һыртында, торған. Буһкыны, иген сәсеүгә зауыҡ итеп, Дим буйында йәшәгән.

Мораҙын, ағаһы Буһҡынға кеше ебәреп: «Бәхетеңде тупраҡҡа болғама! Донъяла мал сару даһинан нәрҫә 42 бармы? Илгә ҡайт!»— тин әйтһә лә, Буһҡын ер нгеүен ташлап ҡайтмаған.

3 * 67

Мораҙын йылҡыһының хисабын үҙе лә белмәгән, йылҡысылары ла белмәгән. Йылҡысылары йылҡы теүәлләгәндә, Ҡәҙермәт уяһына өйерөп ҡуйын, йылҡыһының теүәллеген белгән, ти...45 Мораҙын тураһында халыҡ телендә түбәндәге ҡобайыр йөрөй:

1Б у һ ҡ ы н:]

Биләнсәк башы биш ҡыуаҡ,

Бпләнсәк башы бпш ҡыуаҡ Билге тойҙөц, Мораҙын,

Билге төйҙөң, Мораҙын;

Астаналы ҡаҙандан 4\

Астаналы ҡаҙандан Маһайыуҙы уйланың,

Маһайыуҙы уйланың.

Биш бейәгә бер ҡолон,

Биш бейәгә бер ҡолон Finn тиленең, Мораҙын, һип тиленең 45, Мораҙын;

Ҡарт әсәңде, йәш итеп,

Ҡарт әсәңде, йәш итеп,

Иргә бирҙең, Мораҙын.

Ҡаптырғаңа — ҡалтаңа,

Ҡаптырғаңа — ҡалтаңа Комош сабып, Мораҙың,

Комөш сабып , Мораҙын,

Алтын-көмөш тултырып,

Алтын-көмөш тултырып Арҡаландың, Мораҙын,

Арҡаландың, Мораҙын.

Ҡара ыласын ҡау иттең,

Ҡара ыласын ҡау иттең 47,

Ҡошто ҡайҙан сөйөрһөң?

Ҡошто ҡайҙан сойорһоң?

Ҡара арғымаҡ ҡатырҙың,

Ҡара арғымаҡ ҡатырҙың,

Атты ҡайҙан менерһең?

Атты ҡайҙан менерһең?

Менерһең, ау, менерһең?

[Мораҙы н:]

Биләнсәк башы бпш ҡыуаҡ,

Биләнсәк башы биш ҡыуаҡ Билге төйһәм — ил өсөн!

Астаналы ҡаҙандан,

Астаналы ҡаҙандан Маһайыуҙы уйлаһам,

Маһайыуҙы уйлаһам,—

Донъя яптыҡ 48, көн өсөн.

Биш бейәгә бер ҡолоп^

Биш бейәгә бер ҡолон Мин тилеһәм,— йорт осон! Ҡарт әсәмде, йәш итеп,

Ҡарт әсәмде, йәш итеп,

Иргә бирһәм,— дан осон! Ҡаптырғама — ҡалтама, Ҡаптырғама — ҡалтама Көмөш сапһам,— күр к өсөн! Алтын-комош тултырып, Алтын-комош тултыры п Арҡаланһам,— олт осон! Ҡара ыласын ҡау итһәм, Ҡара ыласын ҡау итһәм, Шоңҡар һайлап сонормон. Ҡара арғымаҡ ҡатырһам, Ҡара арғымаҡ ҡатырһам, Толпар һайлап менермен, Менермен, ау, менермен!

&

СУРА БАТЫР

Яуға китеп барамын,

Ҡазан плен аламып,

Ҡаҙанға китеп барамын.

Мин Ҡаҙанға барғансы,

Ҡар яумаған, ҡан яуған; Мин Ҡаҙанға барған һуң, Ҡан яумағай, ҡар яуғай.

Ҡанатбайҙың алаты, Ҡултығыпда ҡапатм,

Яуҙы күрһә, сәйнәй, тн, Ҡуй-һарыҡтай әйҙәй, тп. Анауыл менән мынауыл,

Ике уртаһы ҡарауыл.

Буҙса турғай булайым, Ҡапҡаһына ҡупайым,

Тулып ятҡап дошмапдыц Ҡайһы берһенә булайым.

Өйҙә бармы ир заты,

Портта бармы ир заты? Ир-ат — батыр ҡанаты, Ир-ат — яуҙың ҡанаты.

Өйҙә ята ҡыҙ-ҡортҡа,

Түрҙә яга — ҡыҙ-ҡортҡа; Ҡатын булһа сара юҡ,

Әгәр иркәк булғанда, Булыр ҙа ине бер тотҡа! Яуға кптеп барамын,

Ҡазан илен аламын,

Ҡазан илен алғап һуң Ҡайтып ҡылысым һаламын.

СҮКЕМ БАТЫР

Сүкем батыр ир ине,

Сүкем батыр ир ине, Дошмапдарға кү^крәк киреп, Ҡаршы сығыр ир ине. Сикәһенән ҡан сыҡһа,

Тирем сыға, тир ине, Елкәһенә уҡ тейһә,

Ямғыр яуа, тир ппе.

Ошбу һалйот ерендә Киң өйөрҙәр йор(ө)гәндә, Шул малдарҙы таларға Күсем хан яуы килгәндә, Ҡамсат бүркен ҡыцғартын, Уҡ-Һаҙаҡтарын тағып,

Сүкем сыҡҡан яу һалып, Арғымаҡҡа атланып.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: