Тапатырмы ерен дошмандан, 13 глава




Ерҙә ятҡан һумлыҡты Сабып килеп алып ул, һәләтлектә уҙышҡан; Йырсы мепән йырлашып, Сәсән менән әйтешеп, һамаҡ әйтеп сайҡашып. Моңло йырҙа, йор һүҙҙә Алдынлыҡты үлсәшкән.

Шулай игеп ул үҙен. Төрлө яҡтан һынаған; Үҙенә ул иптәште Шул юл.менән һайлаған.

Уның иң йәш саҡта н уҡ Бергә йөрөгән иптәше, Берәү түгел, дүрт булған Уларҙан һис ҡыҙғанмай,

Атһыҙына ат биреп, Тунһыҙына тун биреп, Ятһа, торһа — бергәләп, Бер табаҡтан аш ейгән. Салауат йәйен шулайтып, Бәйге-йынында йороп, Көрәштә ҙур дан алып, Яҙлы-коҙло ҡош сойгәп; Ҡырпаҡ һунар төшкәс тә, Бүре, айыуға йөрон, Йылдың ҡалған айында Салауат уҡыуҙа булған. Татарса ла уҡыған, Урыҫса ла уҡыған, Аҙналдан ҡала Уралда 11ке ҡәләм белеүҙә Ул икенсе ир булган.

Салауаттың атаһы Элек яуҙа булғанда, Ямантауҙың буйында Ике балаһы тыуып. Мәмерйәлә үҫкәндәр. Яҡты донъя күрмәйсә, Үҙҙәрелдәй ауылда Бала барын белмәйсә, Айыу балаһы һымаҡ,

Таш тәгәрәтеп уйнаған; Ата-әсәһе күмәкләп, Шунда ҡасып ҡышлаған.

Салауат аура сыҡҡанда Ошо ергә тап булған.

Ҡая ташына баҫып, Салауат уйға талған; Иптәштәре оранын, Яғалай үгкән айыуҙың Ужарын да тоймаған. Тәрәп итеп корһоноп, Ҡая ташҡа ултырып, Ата-әсәһе күргәиеп Күҙ алдына килтереп, Күҙ йәштәрен йөрәктән Керпегенә сығармай, Иптәштәре алдында Батырлығын юғалтмай, Эсендәге серҙәрен һис берәүгә аңлатмай, Йәйәһенең керешен

Талыҡһа ла бушатмай,

Киң күкрәк ташҡайын Шунда йырлан ебәргәп:

Уралҡайым, һинең буйың йәмле, Ҡаяларың ниңә уйҡыллы? Балаларын ҡурсып ҡосаҡлаған Әсәйҙәрҙең ҡуйыны шикелле.

Ағиҙелкәй аға тау аралап.

Ул тирәлә һыуы һалҡындыр; Уралымдан йыраҡ киткән һайын, Буйҙары ла ут та ялҡындыр. Уралҡайым, һайрай ҡошҡайҙарың, Тыңлаһам да, телен белмәйем. Тәсбих әйтә микән үлгәндәргә, Тип әсемдән генә уйлайым.

Туғайыңды сом-сом күлдәр уйған, Ҡыуға менән керпек ҡыйылған; һ нуҡайҙарың күктән, әллә ерҙән, Әллә к үҙ йәшенән йыйылған.

Ҡаяларҙан төшһәм, һаҙға батам, Ҡара талдар үҫкән үҙендә;

Төҫтәре лә йәмһеҙ, еҫе тәмһеҙ Ҡан һөҙогө сыға ла йөҙөндә.

һаҙҙарыңда талдар бейек үҫмәй, Күк ҡояшын ҡая ҡаплаймы?

Әллә үҙәгенә, ысынлап та,

Ҡара ҡандар ҡатып ҡалғанмы?

Күлдәреңде һинең ниңә улай һылыу ҡыуғаларың уратҡан?

Оҙоп керпектәрен йәшләндереп, Әллә һылыуың берәү илатҡан?

һандуғасҡапҙарың ппңә һәр саҡ һаҙлыҡтарға ҡупы п һайраусан? Батыр ҡанын ҡойған яуыз фарман Шунда килгән мәллә һарайҙан?..

Шул саҡ бының яныпа Уйламаған, көтмәгән,

Был тирәлә күренмәгән Бер ҡарт килеп һүҙ ҡушҡан.

Сәләм биреп һаулашып,

Ата-әсә, тоҡомон

Салауаттан һорашҡан.

Салауат тәү эс тартҡан. Баштан-аяҡ был ҡартҡа Күҙен югертеп сыҡҡан.

«Маңлайында йөйө бар,

Уң ҡулында — ос бармаҡ, Ҡалға н да р ы ҡ ы р к ы лып, Яралары ит үреп,

Әллә ҡасан уңалған.

Сәс, һаҡалы ағарған,

Йөҙо кипкән, һап-һары, Өҫто-башы таушалған,

Әллә күпме ямаулы.

Лусы тиһәң,— ҡорал юҡ, Котоүсе тнһәц,— тағы ла һис бер яҡын-тирәлә Мал-тыуарҙың оно юҡ.

Ҡаран торған күҙҙәре — Ҡаҙалырҙай уҡ төҫло; һүҙ ҡушҡанда һүҙҙәре — Күпте күргән ир тоҫло»,— Тип Салауат уйлаған. Иптәштәре йыйылғас,

Ҡарт, һорашып барың да,

Үҙе белгәнсә һынағас, Ошолай тип һүҙ асҡан:

— Салауат тпгәп исемең, Ишетеп беләм ҡолаҡтан. Йәшең бала булһа ла, Ишетеләһең йыраҡтан. Исемеңде ишетеү Белеү түгел йорәктән. Тоҡомоңдо аҡтарһаң, һайлай алын теҙгәндәй,

Бары — тархан, бары — бей. һиңә тоҫҡап килеүем — һине күреү, тик бер уй89.

Йырың тыңлап торғайным, Уйың йорой йыраҡта.

Урал тауын ҡараһаң, Тарбаҡ-тарбаҡ таралған, һәр тарбаҡтың ҡуйынында Бер батыры яралған;

Унан аҡҡан һыуҙарҙың Барында батыр ҡойонған. Урал тауы буйында Талай юлдар күрерһең.

Ҙур һыуының буйында, Ҡырлас сағыл яғалай, Тархандарҙа мал көткән Көтөүселәр моңлаған, Өҙөк-өҙөк берләм юл,

[Уны ла һин күрерһең.]

Урал аша үҙәктән Тугай ярын һуҙылған,

Яуға сапҡан батырҙы, Ҡул-аяғын бығаулап,

Снткэ туҡмап оҙатҡан,

Илде ҡанға буярға,

Малын хаҡһыҙ таларға, Батырҙарын һуйырға, Балаларың аҫырға, Порт-ерҙәрен үртәргә Яуыз хакпмдор килгән Бик боронғо иҫке юл,

Уны ла һин күрәһең.

Батып хан да уҙған юл, Олатаның Шәғәле Ажырайып йөрогән юл;

Ат йоҙҙөроп күҙ 11Ә1ПКӘ,

Онтаҡ төнәп артмаҡҡа, Олатайың Аҙналы —

Ул да йорогән оло юл; Сергеһенән ҡан йөҙөн,

Ужар сәсен дан алған, Тәфкиләү ҙә йөрөгән юл; Ғазраилдән Сәргәйевfl0,— Күҙенә ҡан һауҙырып,

Бары шунан үткән юл,

Әле булһа, ул юл бар.

Ҡая опте ҡаҡланда,

Шыр урмандар эсендә,

Ҡыйғас ҡаштай һыҙылған,

Тар булһа ла, һис саҡта Үлән үҫеп етекмәҫ,

Юшҡын тошөп ерекмәҫ,

Илен һөйгән батырҙар ІИл-коп тиеп, ҡак ҡойоп. Яуға сапҡан юл да бар] 01.

[Ул юл, белһәң, Салауат,] Батырҙарҙың атының Тояғы менән ҡаҙылған;

Күп батырҙар һөйәге Маяҡ птеп ҡаҙалған.

Сәйет 03, Күсем 93, Аҡайҙар °4,

Ҡараһаҡал 96, Батырша 98 — Бары шунан буйлаған;

Иле осоп азатлыҡ

Шул юл буйлап даулаған.

Бына мин дә шул юлдан Буйлаған бер ҡарг инем;

Ат оҫтондә сапҡанда Ёлем менән дошманды Йыға торған ир инем.

Утын киҫеп урманда Бармағымды сапманым;

Уртаҡ һойои һылыуҙы Көндәш менән һуғышып, Тамағыма аш эҙләп,

Айыу менән һуғышып,

М а ң л а н ым ды ярманым.

Илем һаҡлап яу сабын.

Дошман уғыи һиҙмәҫтән, Ҡылысынан айбанмай Яуға сабыр ир инем.

Был ҡарт оҙаҡ һөйләшкән, Бергә ултырып уйлашҡан,

Тик әйтмәгән кемлегеЕ; Салауатҡа ҡул биреп Белдергән ул берлеген.

Салауат, ҡартты ҡыҙғанып,

Үҙө менгән толпарын Ҡартҡа биргәс килтереп,

Ҡарт ҡулына алмаған.

Ҡар т:

— Ҡустым, атың кәрәкмәй, һинең атың менмәйем.

Атаң үҙем күрмәйсе,

Уның серен белмәйсе.

Ҡул тамырын тотмайсы,

Атың менеп, икендең

Арағыҙға шомло уй

Бер күреүҙә һалмайым,— тигәп.

Ҡарт хушлашып айырылғас, Атаһының ойөндэ Барын күрергә булғас,

Ҡарттан ҡалғас, Салауат Оҙаҡ итеп уйлаған.

Ҡарттың әйткән һүҙенең Төп-тамырын аңлаған,

Шо

К үҙ югертеп Уралдың Бөтә буйын ҡарағас, Тауыш-тынһыҙ баш баҫып.. Тәрән уйҙарға талып, Өнһоҙ-ниһеҙ ултырған. Шптәштәре алдында Салауат һүҙ башлаған:] 97

— Урман-ара алпанлап, Умарта ватып йорогән — Бсҙ айыу тип һанаған — Айыу түгел икән дә! Урмандағы мәсе күҙ, һарыҡ быуып йорогән, Тупаҡ ҡойроҡ, күн һыртлы Бүре түгел икән дә!

Беҙ дошман тип таныған, Тац йоҡоһон ҡалдырып, Тоноп йорогән ҡасҡылар Дошман түгел икән дә!..

[Шул сагыпда урманда] Балта тауышы шаңҡыған. Бер һүҙ әйтмәй Салауат, Эйәк ҡағып барына,

Асыу менән ымлаған;

Атҡа менгән һикереп, Китәр яғын белдереп, һүҙһеҙ ҡамсы һелтәгән. Ҡая буйын яғалап,

Шыр урманды аралап, Тауыш сыҡҡан урынға Барып сыҡҡан туралап.

Барһа,— баяр кешеләре Сом 98 буйыпың урманын Турап-ҡырҡыи яталар! Салауат тыйғас уларҙы, Әйтешкәндәр һүҙҙәрҙе, һуғыш киткән арала, Ярышҡандар баштарҙы!

Ҡ ырҡы усыла р ҡасҡанда р, Ҡайтып оран һалғандар, Атҡа атланып барыһы Юлға ҡаршы сыҡҡандар. Салауаттар ҡуймаған, Барын ҡырып һалғандар...

Баярҙың бор кешеһе Салауатты таныған. Салауат ойгэ ҡайтыуға, баярҙар Юлайға килеп еткәндәр, «һинең улың яу менән утар баҫты. Хәҙер Өфогә, янаралға барабыҙ»,— тип ғауға күтәргәндәр. Шул саҡ ат һоромон осороп, күҙенә ҡан һауҙырып. Салауаттар ҡайтып төшкән. Олатаһы менән атаһы Салауатты саҡырып алып, һис бер һүҙ әйтмәҫтән, уңлы-һуцлы сикәләп тә алғандар. Олатаһына ла, атаһына ла Салауат һис һүҙ ҡатмаған. Тирмәнән сығып, тегеләрҙе коткән. Баярҙар сығып атҡа менгәс, ошо һүҙеп әйтеп ҡалған:

Атамдан мине һуҡтырып,

Ярҙай халыҡ алдында Намыҫымды таптатып,

Күңелегеҙ булмаһын.

Атам мине һуҡһа ла,

Мин атымдан тошмәмен;

Урманда уҡ юнғанда.

Айыуға тип юнмамын.

Урал буйы урманда,

Ат уйнатҡан баярҙың Бер ҡараһын күрһәм дә,

Аҫтын-өҫкә килтермәй Ҡул ҡаушырып ҡалмамьш!

Баярҙар Салауатты юҡ итергә теләһәләр ҙә, уны урманда аңдып атып үлтерһәң, илдә ҙур ғауга ҡубыр, бөтә башҡорт ат менеп, өҫкә тағы яу булып татланыр, тип уйлағандар. Аҙаҡ сиктә мал биреп, упы үлтерергә кеше яллағандар. Баяр ҡушҡан кешеләр Салауатты юҡ итергә яйып эҙләгәндәр. Салауат быларға яңғыҙы та и булмаған.

Илгә сыҡҡан сағында был кешеләрҙең береһе Салауатҡа тап булған. Салауат менән һаулашҡас, һунарға сыҡҡайным, тип һой- ләгәп. «Анауҙа яңғыҙ айыу ята»,— тип алдап, Салауатты тау битләүендә бала уйнатҡан ата-инәле айыуға тоҫҡаган.

Салауат, яңғыҙы уҡталып, бер айыуҙы һуҡҡанда, икенсеһен күрмәгән. Икенсе айыу Салауаттың һул беләген матҡыған. Ҡанға батһа батҡан батыр, әммә айыуҙарҙы ебәрмәгән: шул урында икеһенең дә иҙмәһен иҙгән. Ә теге кеше, инде Салауат үлер тип, баярҙан һойонсө алырға утарға сапҡан.

Салауат батыр үлмәгәс,

Зәғифләнеп ҡалмағас, һаман заводсыларға Ҡыҫымын яһап торғас,

Заводсыға дуҫ булған Күп тархандар берләшеп,

Салауатҡа ҡарышы Кәңәш туплай башлаған.

Салауатҡа йәш саҡта һағынбай тигән тархан,

Голбэзир ТИГЭІТ ҡыҙын Бпрмәк булып туй яһап, Ҡолағыны тешләтеп,

Юлай менән икәүһе Ҡоҙалашып йорогән.

Баяр менән Юлайҙың Аралары һыуынғас,

«Баяр ҡуймаҫ, Юлайҙы Түрәлектән тошөртор.

Яҡшы булһам баярға.

Баяр мине түрә итеп, Янаралдан һанлатыр»,—

Тип уйлаған һағынбай. Саҡырһа ла ҡунаҡҡа. Бармаҫ осон Юлайға:

«Оло улың үлгән һуң, Кондәш итеп ҡыҙыма, Салауатҡа ҡатынға Киленеңде " алған һуц,

Сал а у атҡа ҡыҙы м ды Кире ҡайтам биреүҙән»,— Тип, ҡунаҡҡа бармаҫҡа, Салауат, Юлайҙар менән Аралашып йөрөмәҫкә һылтау тапҡан һағынбай. Салауат сер бирмәгәс Заводсыға бөтөнләй, Башҡорттарҙың ерендә һунарға ла йөроргә, Мал-тыуарын которгә,

Ағас ҡырҡып алырға Ирек бирмәй башлағас, Заводсылар йыйылып Кәңәш-төңәш иткәндәр; «Ҡапыл яуға бармайсы, һнғынбайҙы димләшеп, Салауатҡа кәләшкә Гөлбәзирҙс бирҙереп, Ҡоҙа-аҙна яһашып,

Ҡулға алайыҡ»,— тигәндәр, һағынбай күнгән был әшкә Голбәзирҙе бирергә Салауатҡа кәләшкә.

Еңгәһе үтә кәңәште Гөлбәзир ҙә ишеткән. Салауатҡа илсе итеп Бер егетте ебәргән, һағынбай ҙа Юлайға

Ҡоҙа булыу уйыны Үҙе барып һөйләгән.

Йылҡы елегә төшоп, һыйыр-һарыҡ яланға Әллә ҡасан ҡыуылып,

Ҡояш һөңгө буйындай Күтәрелгән сағында,

Атҡа атланып Салауат Килеп төшкән елдереп һағынбай аймагына.

Туғай аша үткәндә,

Сыр-сыу килеп, горләшеп,

Еләк йыйған ҡыҙҙарҙы Күреп ҡалған Салауат.

Күмәк ҡыҙҙар араһында Бер ҡыҙ менән Гөлбәзир Ҡуш мунсаҡтан икәүләп Килеүҙәрен танығас,

Аттан тошоп Салауат,

Ҡуш теҙгенен атының Эйәр ҡашына шаҡарып,

Атын сылбырҙан тотоп,

Ҡырын ятып \гләнгә,

Ҡыҙҙар килеүен көткән.

Бер ҡыуаҡҡа еткәс тә,

Ҡыҙҙар шунда туҡтағас,

Араһынан берәү ҙә Салауатты күрмәгәс,

Ҡыҙҙар күҙҙән юғалғас,

Салауат та түҙмәгән,

Оран бпреп ҡыҙҙарға,

Ошо йырын йырлаған:

«Урал буйҡайының, ай, туғайы Яңғыҙ егеттәргә йәм бирмәҫ;

Ике лә гспә һөйгән бергә уйнаһа, һыуҙар ҡороп, ҡая ярылмаҫ».

Салауат йырып пшеткәс,

Бөтә ҡыҙҙар шул саҡта,

Яуап биргәндәй птеп,

Йырлағандар ҡыуаҡта.

Урал буйлап шаңҡыған Салауаттың тауышын Таный һалып Гөлбәзир Килеп сыҡҡан был яҡҡа; Салауатты күргәс тә,

Иркәләпме баласа.

Наҙланыпмы ҡыҙҙарса,

Әллә ҡурҡып, әллә оркөп, Салауаттың янына Килмәй торған оҙаҡлап.

Юл буйында килгәндә,

Салауаттың күңелендә Тыуған хпсе-хыялы —

«Осрашһаҡ аулаҡта,

Голбәзнрем, күргәс тә,

Ҡосағыма ташланыр,

Бөтә серҙәрен һөйләп,

Күҙҙәрен йәшләндерер»

Тигән тә.мле уйҙары —

Бары юҡҡа сыҡҡандай Булған төҫлө тойолған.

Салауат та һүҙ ҡушмай.

Гөлбәзир ҙә һаулашмай,

Күҙгә күҙҙәр ҡарашып.

Оҙаҡ ваҡыт торғандар.

Аҙаҡ килеп Салауат,

Үпкәләгән төҫло итеп,

Ошо йырын йырлаған:

— Ағымдарға ҡаршы тулҡып төҫлө, Түшкәйҙәрең ниңә тулҡына? Ысынлап та, әллә үҙе шулай,

Әллә ҡурҡыуҙарың тойола?

Бешеп кенә килгән алмаларға Алһыу типкән төҫлө йөҙҙәрең; Алланыуы — әллә һылыу тоҫө, Әллә асыу тотҡан уйҙарың?

Кыуғаларҙак аша күлгә тошкән Ай ну р ында й күҙең тойолдо;

Ай битеңдә типкән миңдәр төҫло, Әллә күңелең шулай уйылды?

Яҙғы ҡояштарға ҡыҙған тауҙың һағымындай буйың елпенде;

Әллә елдәй күреп килеүемде,

Бәрәк гөлөң шуға һелкенде?..

һандуғасты яҫҡыр ҡарсығаға Килеүемде, һылыуым, ошатма;

Уҫал уйҙар менән килгәндер, тип, Йөрәгеңде, һылыуым, һыуытма.

Ҡошҡа сөйгән йылгыр ҡарсыға ла Өстәп артыҡ ҡошто яҫҡымай.

Ата-әсәңдән мин дә ос һораным,

Күп ҡабатлау миңә оҡшамай.

Гол бәз н р:

— Туғайҙарҙы баҫҡан коп томраһын, Котәм, елдәр иҫен баҫһын тип; Тыныслыҡтар һаҡлап һүҙ ҡушманым, Талпынған да норәген баҫһын тип.

Урал тауҡайҙарын аша сығыу Батырҙарга кәртә юлмы шт? Ҡафтауындай ата бейлектәрен,

Ҡыҙға еңеү апііат эшме ни?..

Ҡыҙ баланың наҙы, батырҡайым, — Сәскәләрҙең наҙы, тиңдәше;

Ҡырау тейгән сәскә теҫло була,

Кенон бүлһә уның көндәше.

Кәкүк ҡоштары ла миҙгел һанлай, Сәскә бөтһә, теле талыга; һинең сәскәң дә бит егетен һынай, Ниңә унан күңелең ялыга?

Кейек ҡаҙҙар ҙа бит кпре ҡапта, Тыугап еркәнҙәрен һағынып;

Һөйгән ҡыҙың мин үк түгелме ин?! — Ата-әсәмдән һора ҡағынып.

Салауат:

— Бала саҡтарымда әсәң һинең Ҡулдарыңдан тотон үптерҙе;

Уҡа таҡыя алып баштарыма, Кейәүкәйем, тпп үк кейҙерҙе.

Мин үпкәндә йоҙөц алланманы,

Ни әйтергә телең белмәне; һин дә бала инең, мин дә — бала, Йорәгебеҙ бер ни һиҙмәне.

Ҡыҙыл таңдар төҫлө һыҙылып %тты, Бала эңере бөткәс, уйҙарым;

Урал аша ҡал(ы)ҡҡан ҡояш төҫло, Күҙ алдыма килде буйҙарың.

Ата-әсәң уйым кире ҡаҡҡас,

Күңел сойҙом Урал буйына; Йырҙарымды көсләп күн йырланым, Берәүһспә түгел, йөҙөнә.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: