Тапатырмы ерен дошмандан, 16 глава




Толпарға менгән улдарым,

Аганан күргән юлдарын Ташлан ситкә тайшанмаҫ, һыныңа ҡаран аңшаймаҫ,

Сергеһенән ҡан кисмәй,

Арыҫландай айҡап ҡан эсмәй,

Аттан эйәр алмаҫтар, ау, Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар!

Бикбау бей, һүҙ бирен, үлемдән ҡалһа ла, аҙаҡ һүҙен боҙған. Хандан кос алын, ул да етмәгәс, ҡаҙаҡ бейҙәренә мал биреп, яу саҡырын, күп йыл буйы һуғышҡан.

Бара-бара халыҡ, Бикбау менән ханды берәм-берәм ташлап,

Ҡобағошҡа ыҡлаған. Хан түҙмәгән, ҡасҡан. Бикбау ҡалған. Ҡо- ғотпҡа буй биргән.

Ҡараголомбәт, бүтән хандарҙан көс алып, ил оҫтопә килерҙе ишеткәс, Ҡобағош, ат саптырып, ил йыйған.

— Был хандан ҡотолоп булмаҫ, аҡ батшанан ярҙам һорайыҡ, беҙгә ярҙам бирһен. Арала ыҙғыш ботһөн, ырыу-ырыуға ерҙе бүлеп бирһен,— тип, үҫәргәндән Бикбау бейҙең үҙен, бөрйәндән Иҫке бейҙе, ҡыпсаҡтан Ҡара Ҡужаҡты, тамъяндан Шаҡмаңды аҡ батшаға ебәргән, ти.

МӘХМҮТ СӘСӘНДЕҢ ЙОМАҒЫ, УҒА ҮҘЕНЕҢ ЯУАБЫ

Бер байҙың ике ҡыҙы, Мәхмүт исемле бер улы булған. Әүеш күле йәйләүендә тыуған. Яу күле йәйләүендә үҫкән. Атаһы, бай булһа ла, бик һаран булған. Хатта малына котоүсе ялларға мал ҡыҙғанып, йылҡыһын улынан, һыйыр, һарығын ҡыҙҙарынан көттөргән. Башҡорттарҙы батша хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәрергә ат йыйыу, батырҙарҙы туплау башланғас, ат биреүҙән ҡасып, малын ҡыуын, ҡаҙаҡ араһына сығыи киткән. Йәш-елкенсәк, бергә көтөү көткән көтөүселәрҙең ҡотортоуы буйынса Мәхмүт атаһына эйәрмәй ҡасып ҡалған.

Бола баҫылғас, атаһы кире ҡайтҡан. Болаға ҡатышмаған кеше һаналып, старшина итеп ҡуйылған.

Мәхмүт, бай балаһы булһа ла, йәштән үк көтөүселәр менән аралашын, ҡурайға, әкиәт һөйләүгә, йор һүҙгә оҫта булған. Ул һис бер сакта ла һүҙең тура мәғәнәһе.менән һөйләмәгән, гел ситләтеп әйткән, йомаҡсы булған. Мәхмүт болаға ҡатнашһа ла, һуңынан атаһы арҡаһында ҡотолған. Атаһы старшина булын, старшиналығын ҡотлаған бер йыйын-туйҙа ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр ярышҡанда. Мәхмүт былай тип йомаҡ әйткәп:

—Ҡурғаштан да тосораҡ Ауыр-һәлмәк бар микән? Ҡараңғы төндән доморәк, Ҡара төҫтән соморәк Тағы ла бүтән бар микән? Йылан аяғы бар, тиҙәр,— Аяғын күргән бар мпкәғ?

 

«Ауырыу баҫты, уф!»»— тимәҫ,

«Кил, үлем, һин! Кит!»— тимәҫ,

Бауыры бөтөн бар микән?

Аяғын ҡыҫҡанға — итектән дә,

Бикләнгәнгә — ситлектән дә Бүтән тарлыҡ бар микән?

һылыу ҙа, һылыу тимәгән,

Бер саҡта ла һүнмәгән,

Ҡуш булмайса, өс булған,

Бар тормошҡа көс булған һөйөү тигән бар микән?

Мәхмүттең был йомағына күптәр яуап тапмаған. Тапҡандары ла ҡурҡып әйтмәгән. Шунан Мәхмүттең үҙенән һорағандар. Мәхмүт, тәүҙә ҡурайын алып, ҡыҫҡа кой уйнаған да былай тип яуабын әйткән:

— Мәхмүт эшһеҙ, ти кеше,

Йомаҡ оймаҡ, тп, әше.

Шулай булырын белеп,

Икелүк сыҡҡан, ти, теше.

Йомаҡ, йомаҡ, тигәс тә,

Йомаҡ оймаҡ, тигәс тә, һөткә туғын, табаға Ҡоймаҡ ҡойоу түгел ул;

Майға манып, йомарлап,

Ҡоймаҡ ейеү * түгел ул.

Йомаҡ ойған һүҙ йыйыр.

Йөн йомғаҡтай йомарлап, һүҙ эсепдә уй йомор.

Йомағым ойҙөм, ятманы,

Яуабын берәү әйтмәне.

Инде үҙем ә й гә йем,

Тыңлағандар пн тиер?

Ҡурғаштан да тосораҡ,

Ҡараңғы төндән дөморәк,

Ҡара төҫтән сәмәрә к —

Ил оҫтөндә бей булыр,

Аяҡлы йылан шул булыр;

Тау-таш күрмәҫ аяғып.

Өҫтөндә йоргәс, ил күрер.

Ауырыу баҫһа ил өҫтөн, һис моңаймаҫ, уф тимәҫ,

«Кил, тир, үлем! Кит!»— тимәҫ,

Күрәҙә булмай, кем булыр?!

Аяғың ҡыҫҡан итектән,

Бикләнеп яткап ситлектән,

Күрәҙә баҫҡан аймаҡтан, һаран байҙа тормаҡтан,

Кәнсәгә замандаш булмаҡтан Бүтән тарлыҡ ни булыр?!

һөйгәнен дә ҡуш ҡылған,

Тап булғанын иш ҡылған,

Тормош ҡорор көс булған,

Бала булмай кем булыр?!

Ата-әсәһе балаһын,

Бала әсә, атаһын —

Берс лә һылыуын һайламаҫ, һойор, һүнмәҫ, ташламаҫ —

Ҡуш булмайса, ос булған,

Шунан бүтән кем булыр?!

Мәхмүт сәсәндең атаһы ла шунда булған, ти. Быны ишеткәс, атаһы:

— Минән көләһең, күҙемә күренмә!— тип ҡыуған.

Шунан халыҡ:

— Йомағың тай булманы!.. Атаның мохәббәте балапан һүнмәй тигәйнең, атаң ҡыуҙы бит! — тин көлгәндәр.

— Минең йомағым кәкүк менән атайыма ҡарап түгел,— тигән дә шул көпдәп һуң атаһынан айырылған. Шунан уны үҙ атаһы тотоп Себер ебәргән, ти.

Ж

ҠОБАЙЫР МЕНӘН ЙОМАҠ ӘЙТЕШЕҮ

— Екән төбө ете айыры,

Ул ни булыр, Баҡтан гаҙ?

Ҡамыш төбө ике айыры,

Ул нп булыр, Бакшан таҙ?

Түңәрәк күлдә эт өрә,

Ул ни булыр, Бакшан таҙ? Ҡойроҡлолар — сибрандамаҫ,

Ул ни булыр, Бакшан таҙ? Ҡолаҡлылар — тыңламаҫ,

Ул ни булыр, Бакшан таҙ?

Арҡалылар — аунамаҫ,

Ул ни булыр, Баҡшан таҙ?

Эйәклеләр — койшәмәҫ,

Ул ни булыр, Баҡтан таҙ?

Арҡаларҙа ун ята,

Ул ни булыр, Баҡшан таҙ?

— Екән тобө ете айыры — Ете ағайың булмаҫмы?

Ҡамыш төбө ике айыры — Атаң, инәң булмаҫмы? Түңәрәк күлдә эт өрә — Күлдә баҡа булмаҫмы? Ҡойроҡлолар — сибрандамаҫ — Ижау һабы булмаҫмы? Ҡолаҡлылар — тыңламаҫ — һыйыр тигән булмаҫмы? Арҡалылар — аунамаҫ,

Ул да һыйыр булмаҫмы? Эйәклеләр — көйшәмәҫ,

Уныһы йылҡы булмаҫмы? Арҡаларҙа ун ятҡан —

Бүре күҙе булмаҫмы?!

ИКЕ СӘСӘН

Беренсе сәсән:

Үҙецә йомаҡ әйтәйем, Тайһаң, улым итәйем, Таймаһаң, ҡолом итәйем: Көндөҙ ҡуйым көтөрһөң, Кисен йонон тетерһең, Йоҡом ҡалды тимәҫһең — Кондөҫ серем итерһең.

Тимер, ҡорос булатты Ҡамыр иткән бар микән? Оҙон-оҙон, оҙон юл Осона сыҡҡан бар микән?

Арҡауылдың утынан Ат утлатҡан бар микән? Тибенгеһен тирләтеп,

Төндә юртҡан бар микән?

Ҡонан ҡуйҙың ҡойроғон Яңғыҙ ейгән бар микән? Изел менән Яйыҡтың Билен быуған бар микән?

Ҡош тырнағы теймәгән,

Күк ыласын типмәгән Ҡош та бүтән бар микән? Затынан ер ерәнгән,

Атынан ил ерәнгән Ил эсендә бар микән?

II к е н с е сәсән:

һойләһәң һүҙ оҙайыр, Ҡолағың шәмдәй тоҙәйер.

Кем булһа ла булайым,

Яуап биреп уҙайым:

Тимер, ҡорос булатты Ҡамыр иткән — оҫталар. Оҙон-оҙон, оҙон юл Осона сыҡҡан — сауҙагәр. Арҡауылдың утынан Ат утлатҡан — каруансы. Тибенгеһен тирләтеп,

Төндә юртҡан — юлаусы.

Ҡонан ҡуйҙың ҡойроғон Яңғыҙ ейгән — һунарсы.

Иҙел Аіенэн Яйыҡтың Билен быуған — балыҡсы.

Ҡош тырнағы теймәгән,

Күк ыласын типмәгән Торомтай тигән бер ҡош бар. Затынан ер ерәнгән,

Атынан ил ерәнгән Хаин тигән йолҡош бар.

ӘПТЕШ ЙОМАҠТАР

?

— Ни нәмәлә ни нәмә юҡ?

— Атта мөгөҙ юҡ, һыйырҙа ял юҡ,

Ҡошта һот юҡ,

Йомортҡала йой юҡ.

— Оҙон-оҙон сауылдың Осоиа-башына кем сығыр? Сыбар ала көйгәнәк Йомортҡаһын кем йыйыр? Морал-морал моралған, Тауға барып терәлгән;

Тау аҫтында татлы таш Татлыһына кинәнгән,—

Пн нкәнен кем белгән?

— Оҙон-оҙон сауылың Юл була түгелме һуц? Сыбар ала көйгәнәк Күбәләк түгелме һуң?

М орал-морал моралын, Төтөн урғылмаймы һуң? Тау аҫтында татлы таш — Ул мунса булмаймы һуң?

*

БЕР ТИГӘС ТӘ НИ ЯМАП?

I вариант

— Бер тигәс тә пи яман?

— Беҙҙең өсон бей ямап 131.

— Ике тигәс, пи яман?

— Илһеҙ ҡалған ир яман.

— Өс тигәс тә ки яман?

— Олгоһоҙ бескән туп яман.

— Дүрт тигәс тә ни яман?

— Түрәһсҙ үҫкән ил яман 132.

— Биш тигәс тә ни яман?

— Бишектәге йәш балаң Илап ҡалһа,— шул яман.

— Алты тигәс, ки яман?

— Алты ағай-эне булын,

Верен дошманға бирһә,— шул яман

— Ете тигәс, ки яман?

— Етс йәшкә еткәндә

Етем ҡалһаң,— шул яман ш.

— һигеҙ тигәс, іш ямац?

— һикһән йәшлек ҡарт әсәц,

Талған күҙен секрәйтеп,

Ҡаткан билен бокрәйтеп, һыу татыһа,— шул яман.

— Туғыҙ тигәс, ни яман?

— Туҡһан йәшлек ҡарт атаң,

Ту миртҡа л ай туҡылдап,

Ябалаҡтай ухылдай,

Утын киҫһә,— шул ямап.

— Уп тигәс тә ни яман?

— Ун бармағы ҡамыштай,

Утыҙ теше комоштәй,

Бер бите айҙай балҡыған.

Бер бите кондәй балҡыған, Томбойоҡтай күкрәге Күперен үҫеи ҡалҡыған — һайлап алған һылыуың Илап ҡалһа,— шул яман.

— Ун бер тигәс, ни ямац?

— Уҡ-Һаҙаҡлы батыр пр,

Уҡталған аттан йығылып,

Аяҡ-ҡулы ҡаймығып,

Яуҙан ҡалһа,— шул яман.

— Ун ике тигәс, ни яман?

— Ут-Һыуҙан ҡурҡыр нр яман.

— Ун ос тигәс, ип яман?

— Урынһыҙ әйткән һүҙ яман 135.

— Ун дүрт тигәс, ни яман?

— Ун дүрт йәшлек һылыуыңды Яттар һойһә,— шул яман 13е.

II вариант

— Бер тнгәс то ни яман?

— Беҙҙең өсөн бей яман.

— Ике тигәс, ни ямап?

— Илһеҙ үҫкән ир яман. ^

— Өс тигәс тә цц яман?

— Өлгөһөҙ киҫкән тун яман...

— Алты тигәс, ни яман?

— Алтмыштағы атайың Бөкорәйеп утын киҫһә,— шул ямап

— Ете тнгәс, ни яман?

— Еҫерҙе һүкһәң,— шул яман.

— һпгеҙ тигәс, ни яман?

— һомғолһоҙ үҫкән нл ямап.

— Туғыҙ тигәс, ни яман?

— Тулғаҡ тотһа,— шул яман.

— Ук тигәс тә ни яман?

— Үлемдән ҡурҡҡан ир яман.

— Ук бер тигәс, ки яман?

— Ук бер тигәнең уйлап әйт,

Барыһын бергә йыйнап әйт:

Албаҫтылы ой ямап.

Унан да бигерәк бей яман —

Ирҙе лә илдән биҙҙергән,

Өлгоһоҙ туя кейҙергән,

Атаны ла тирләткән,

Етемде лә тиргәткән,

Илде тулғаҡ тотторған,

Күптән малын коттөргәп Я ма к да яман бей яман.

/// вариант

— Бер тигәс тә ни яман?

— Бер тигәс, шул яман:

Берәүҙәрҙең берҙән-бер балаһы

Үлеп китһә,— тул яман да шул яман, ай.

— Ике тигәс, пп яман?

— П ке тигәс, шул яман:

Икенде намаҙы ҡалаға ҡалһа,—



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: