Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 6 глава




Аттары ла көпләнгәндер тап шулай:

Тимер күкрәктәре менән дөрөп ябырылалар,

Яндарын да япҡан тимер кейем һаҡлай уларҙы” [9].

 

Баяғы беҙ тоҫмаллап урынлаштырған шәкелектәр буйынса күҙ йөрөтөп ҡараһаҡ, Парфия иле (Ураҙ хан) көнсығыштан — беренсе шәкелек менән, ә төньяҡтан — өсөнсө шәкелек (һәм ундағы Ҡыпсаҡ ырыуы) менән сиктәш (ут күрше) булған:

 

Ураҙ хан Ҡыпсаҡ ырыуын яратыпты,

Барына инғам-ихсан таратыпты;

Ҡыпсаҡтарҙың батыры Бабсаҡҡа

Тапшырып, илен-йортон ҡаратыпты...

 

Һуңғы ике юлда, моғайын, эпос батыры Бабсаҡтың йәғни тарихи Бабаҡ (Папак) батырҙың, ҡулына Парфияның (буласаҡ Ирандың) яйлап ҡына ҡала барыуы сағыла...

 

Ураз хандың Йәмилә атлы ҡыҙы булған,

Ҡуй эсендә алтын тояҡ ҡуҙы булған,

“Ҡыпсаҡтарҙың батыры Бабсаҡҡа

Ҡыҙымды бирәм” тигән һүҙе булған...

Һәм бына бер заман, шул һүҙе бойомға ашып:

 

Ир -Бабсаҡ Йәмиләне алып ҡайтҡан...

 

Шиғырҙағы Бабсаҡ батырға маҡтаулы ләҡәп итеп йәбештерелгән һәм эпос буйынса гел ҡупырайтып ҡабатланған “Ир” һүҙенә иғтибар ҡылығыҙ — Ир -Бабсаҡ ҡулынан тыуасаҡ Ир -ан (Иран) империяһының шәүләһе, исем-шәриф башы ул... Шулай итеп, Бүре-Өфө-өйө (Парфия) батшаһы Ураҙ хандың ҡартайып әлһерәй барыуы асыҡ күренә; һәм уның аҫтынан тәхетен кейәүе файҙаһына тайҙыртыу өсөн, дипломатик сара итеп, айырым төркөм тарафынан уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре лә оҫта файҙаланылған, булһа кәрәк, — ошонда ята тарихи һәм эпик низағтың башы. Иң мөһиме, башҡорт эпосы “Күсәк бей”ҙә әйтелмеш һәм тарихи Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) императорыбыҙ заманындағы Бөйөк Ҡошан империяһының конфедератив бәйлелекле берәгәй өлөштәре булмыш баяғы “дүрт ырыу” ерҙәренең (дүрт юлдың) ҡитғабыҙҙа ҡайһылайыраҡ урынлашҡанлығы тергеҙелде әлегә мөмкин булғанса. Күренеүенсә, башҡорт халҡының нигеҙ ташын тәшкил иткән игеҙәк тәүырыу Үҫәргән менән Башҡорт ул саҡта ла үҙҙәренең донъя яратылғандан уҡ ҡанунлашҡан тарихи ерҙәрендә торған икән дә һаман. Шуныһын да онотмайыҡ: донъя яратылғандан уҡ стратегик әһәмиәтле Көн-Өфө юлы менән Ҡуңыр-Буға юлы армыттары игеҙәк ырыу Үҫәргән менән Башҡортҡа уртаҡ булған; ҡитғаның барса дүрт, һуңынан һигеҙ һәм ун ике тарафына ла тартылмыш ул армыттарҙың һәр береһенән барлыҡ ырыуҙар ҙа иркен йөрөгән. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: башҡорт ҡарыһүҙендәге (мифологияһындағы) Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылышынан уҡ бар нәмәнең бөтөнлөгөнөң тигеҙ ике яртынан хасиллыҡ ҡағиҙәһе (көн һәм төн, Күк һәм Ер, әсә һәм ата, Үҫәргән һәм Башҡорт, Эске Башҡорт ере һәм Тышҡы Башҡорт ере, Көн-Өфө юлы һәм Ҡуңыр-Буға юлы һ.б.) ошо Ҡошан империяһы биләмәләренең, баяғы беҙ ҡулланған әрмән тарихы буйынса ла (65-се бит), төп ике яртыға төркөмләнеп бирелешендә лә сағыла: “Төньяҡ” ярты һәм “Көньяҡ” ярты (тимәк, ҡәҙимге Тышҡы Башҡорт һәм Эске Башҡорт). Боронғо башҡорт йәмғиәт ҡоролошон, тарихын белмәүселәрҙе был аптырашҡа ла һала. Әйтәйек, аныҡ ҡына билдәләүе ҡыйын булған ҡайһылыр бер үк осорҙа Бөйөк Ҡошан тәңкәләренең бер юлы ике хаким исеменән һуғылыуын (ә бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыямы?!.) тәңкәләрҙәге бер “дәлил”гә — хаким ләҡәп-титулының бер үк заманда ике төрлө (Васудева һәм Канишка III44) булыуына таянып билдәләй ғалимдар. Ләкин бер һорау борсой: ул ике ләҡәп (Васудева һәм Канишка III) артында ысынлап та ике шәхес торамы, әллә ул бер үк шәхес-императорҙың бер юлы йөрөткән ике төрлө ләҡәбе генәме?.. Сөнки бөйөк империяның иң нығынған, сәскә атҡан осоронда уның ҡап-уртаға үҙаллыланып бүленеүе, берәгәй-берәү урынына бер юлы ике император пәйҙә булыуы мөмкинме ни?! Юҡ, әлбиттә, сөнки Ҡошан тәхетендәге бер үк императорҙың бер юлы биш ләҡәпкә эйә булыуын да яҙып ҡалдырған бит ҡытайлылар. Төпсөрләп ҡарағанда, ысынлап та, Васудева — Абызи-түбә (йәки Боҙ-тау — изге Тора тауҙың ләҡәбе) ул; ә мәғәнәләре буйынса Абызи (Башҡорт тигән ләҡәп) һәм Боҙ (шул уҡ Башҡорт) — икеһе лә баяғы “төньяҡ” (Тышҡы Башҡорт яҡ) яртыны аңлата бит. Абызи-түбә (Васудева) ғали йәнәптәре, тимәк, үҙенең тыумыш-сығышы йәки идара итеү урыны буйынса “төньяҡ” яртыға ҡараған император (ә, бәлки, ҡайһылыр бер осорҙа,“төньяҡ” ярты өсөн — Васудева, ә “көньяҡ” ярты өсөн Канишка III яҙылып та йөрөгәндер?!). Ә ул “төньяҡ” ярты иһә шул уҡ әрмән тарихында Карэн атала, йәғни үҙебеҙсә Ҡаран — ҡар иле, ҡараңғы яҡ — баяғы 3-сө шәкелек һәм 4-се шәкелек араһындағы сик һыҙығы һаналмыш Сырдарья һыуының төньяғы булып сыға (Урал). Ә асылында кем һуң ул Абызи-түбә (Васудева), ҡайһы йылдарҙа ултырҙы икән тәхеттә? Япон ғалимы К. Эноҡи төҙөгән хронология буйынса, б.э. 217-241 йылдар менән билдәләнә ул осор, тимәк, беҙ белгән шул уҡ бөйөк императорыбыҙ Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) — Хосров осоро, имеш: Васудева менән ул икеһе бер үк шәхес. Хатта төп-нигеҙ ләҡәптәре лә тап килешә — икеһе лә Абызи (Абыз). Ҡытай тарихы иһә шуныһын уғата асыҡлап дөрөҫләй: Ҡытайҙың Вэй батшалар шәжәрәһе һарайына 230 йылдың 5 ғинуарында “Дәү Йыуасалы” (Бөйөк Ҡошан империяһы) императоры Абызи-түбәнең (Васудеваның) илселеге килеп еткән һәм, өҫтәүенә, Ҡытай йылъяҙмасылары уның ләҡәбен дә, әлеге беҙ белгәнсә, Поҙиао — Боҙ-өйө тип яҙып ҡалдырған45. Тимәк, тарихи әҙәбиәттәге Ҡуджула Ҡадфиз, Хосров, Васудева ләҡәптәре менән бер үк шәхес атап йөрөтөлә — 217-252 йылдарҙағы Бөйөк Ҡошан императоры Ҡош улы Ҡот-абыз. Ә ғәмәлдә ошо уҡ әҙәм башҡорт эпостарындағы (“Күсәк бей”, “Аҡбуҙат”) атаҡлы Мәсем хан да икәнен әйтә биреп ҡуйғайныҡ. Тимәк, уның император тәхетле мәркәзе лә, ҡайһылыр бер осорҙа, ҡытайҙар яҙған баяғы “Боҙ-өйө” (Тышҡы Башҡорт) яғындараҡ — бәлки, хәҙерге Тора тау һәм Мәсем тауы тирәһендә булғандыр һәм ул аҙаҡтан, халыҡ хәтере һаҡлағанса, ысынлап та шул Мәсем тауға ерләнгәндер?.. Ә инде икенсе ләҡәп Канишка — Көни-шәке тигәнгә килһәк, исеменән үк күренеүенсә, баяғы “Көньяҡ” (Эске Башҡорт яҡ) яртының шәкеһе, тигәнде аңлата ул; йәки, анығыраҡ әйткәндә, бер үк ваҡытта империяның “Көньяҡ” яртыға төркөмләнмеш бейлектәренең дә шәкен-шәкеһе, тигән һүҙ; ә асылында ике яҡ өсөн дә бер үк бойороусы Ҡош улы Ҡот-абыз дың императорлыҡ ләҡәптәренең береһе. Был “Көньяҡ” ярты ла шул уҡ әрмән тарихындағы Сурэн, йәғни үҙебеҙсә Сүрән — сүр (һыу-һүл, йылы яҡ) иле булып сыға — Сырдарья һыуының аръяғы, көняғы (Сүриә иленәсә булған арауыҡ).

 

“Хаин” ырыуы хаҡында

 

Сал эпостың ике ырыу вәкилдәрен ошо һуңғы быуатҡаса үҙ-ара аймылыштыртҡан, ошо көндә лә фольклорсыларға ауыр мәсьәлә булып ҡалған “дүртенсе ырыу... хаин”дың кемлеген, ысынлап та үҫәргәнлеген ентеклерәк барлайыҡ. Билдәле булыуынса, башҡорттоң күп һанлы ырыуҙары, хатта ырыу аралары араһында ла юҡ һәм булмаған ундай исемле ырыу. Эпостағы “бер йән” ырыуы башланып китеү хикәйәтенә ҡарап, шул “бер йән” иһә Ҡарағөлөмбәт бей тоҡомо булғанлыҡтан, бик боронғо шул Ҡарағөлөмбәт ырыуын да “бер йән” (Бөрйән) тип исемләй бирәләр һаман яңылыш. Әммә Ҡарағөлөмбәт бей ырыуы уның эпостағы “бер йән” булып ҡаласаҡ улы тыуғанға тиклем үк донъяла булған, ер һелкетеп тә күк күкрәтеп йәшәгән һәм ил тотор иң көслө дүрт ырыуҙың береһен тәшкил иткән дәбаһа. Бик боронғо был төп ырыуҙы, тимәк, эпостағы “ҡырылып бөткән” Ҡарағөлөмбәт батыр тоҡомонан ғына ҡалмыш (ә бөтә ырыуҙан түгел!) бер йәнгә бәйле “бер йән” (Бөрйән) нәҫел исеме менән атарға хаҡыбыҙ ҙа юҡ, сөнки, нәҫел генә түгел, ә ырыу тиклем ырыу тәшкил итмеш ул төп ырыуҙың (Үҫәргәндең) нәүбәттәге тик бер сатаһы ғына бит ул “бер йән” (Бөрйән); ә Үҫәргән эпостағы ул ваҡиғанан, Ҡарағөлөмбәт нәҫеле ҡырылып бер йәнгә һәм “Бөрйән”гә ҡалғандан, һуң да үҙенең ҡеүәтле ырыулығын һаҡлаған һәм әлегәсә шул килеш йәшәй бирә. Шуға күрә эпос та уны, төп ырыуҙы, бәғзе ғалимдарыбыҙға күрәләтә ҡарышып, һуңғараҡ хасил “Бөрйән” менән һис тә генә лә бутамай, үҙенә башҡа “хаин” ырыуы хәлендә ләҡәпләй бирә. Тик, нимә тигән һүҙ һуң ул, хаин? Әлеге фольклорсы ғалимдарыбыҙ шуны ғәрәп һүҙе тип ала ла (ә ниңә үҙебеҙҙән ғәрәпкә ингән һүҙебеҙ булырға мөмкин түгел?!), мәсьәләне аңлаттыҡ, һыуҙан ҡоро сыҡтыҡ, тип мыйыҡ бороп ҡуя: “хаин (ғәрәпсә) — хыянатсы, вәғәҙәһен боҙоусы. Ҡыпсаҡ ырыуы сәсәндәре Бөрйән ырыуын, үҙ исеме менән әйтмәй, кәмһетеп хаин тип атағандар (ха! — “Бөрйән” ырыуы тыумаҫ борон уҡ “Бөрйән” ырыуы булғанмы?!. — Й.С.). Бөрйән VII быуатта уҡ (ха! тәрән һөрәм, тип уйлай! — Й.С.) тарихта билдәле ырыу”. Тимәк, был аңлатманы яҙған фольклорсы ғалим да, халыҡ этимологияһына эйәреп, “хаин ырыу” тип хәҙерге Бөрйән ырыуы аталғанлығын таный һәм, “хаин” тигән “яман” ләҡәпкә ризаһыҙлығын белдереп, Бөрйән ырыуы эпоста хикәйәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә элгәре — “VII быуатта уҡ тарихта” булғанлығын иҫкәртеү юлы менән эпостағы ваҡиғаларҙың шул VII быуаттан күпкә һуңыраҡ осорҙа барғанлығын тумбыта. Шуның арҡаһында ул, теләйме-теләмәйме, башҡорт хәтеренең тарихи ерлеген кәмһетә (сөнки, уныңса барһаҡ, эпостағы “бер йән” ырыуының барлыҡҡа килеү заманы уғата боронғораҡ тарихи Бөрйән ырыуыныҡына тап килмәй). Икенсе бер аңлатмала ауыҙ тултырып әйтелә йәнә: “Легендаларҙа, эпик әҫәрҙәрҙә ана шул “бер йән”дән Бөрйән ырыуы таралып киткән, тип аңлатыла. Был, әлбиттә, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй. “Күсәк бей” эпосы ижад ителеүҙән бик күп элек, VII быуатта уҡ (ха! — Й.С.), бөрйәндәрҙең ҙур һәм көслө ҡәбилә булып йәшәүҙәре тарихҡа билдәле”46. Ләкин мәсьәлә шунда: ғәрәп һүҙеме “хаин”?

Бөйөк башҡорт милләтенең ҡушала нигеҙ ташын тәшкил итмеш игеҙәк тәүырыуҙың һыңары Үҫәргән ҡәбиләһе һәм уның сата ырыуҙары әлегәсә үҙҙәрен бүре-әсә һәм бүре-ата тоҡомдары һанауын; ә икенсе һыңары — Башҡорт ҡәбиләһе һәм уның сата ырыуҙары үҙҙәрен борон инә-эйә (һыйыр, болан) һәм үгеҙ-буға тоҡомдары һанағанын беләбеҙ. Ә боронғо телебеҙҙә бүренең күп төрлө ләҡәптәре бар, шуларҙың береһе ҡайан (ҡайын, каин, хаин) — “бүре-әсә” тигән һүҙ; ә ҡайат (койот, ҡойто, ҡиат) — “бүре-ата” тигән һүҙ. Һуңғыһының исеме менән Америка бүреһе — койот һәм Үҫәргәндең боронғо бер сата-ырыуы Ҡиат ләҡәпләнә, ә бүрелеккә хас хәтәр хәлде “ҡойто” тип әйтәбеҙ әлегәсә. Тәүгеһенең исеме ҡайан (бүре-әсә) — тап Үҫәргән ыруының күп һанлы ләҡәптәренең береһе булған ул, ә шуның төрө ҡайын — ҡайандың (бүре-әсәнең) һыйыныр изге ағаслығы; тап шул изге “бүре-әсә”беҙгә бәйләп, ул изге ағасыбыҙ йәнә бүрәсә тип әйтелгән дә “береза” булып кергән урыҫ теленә. Бүре-әсәнең тап ошо “ҡайан” ләҡәбе “ҡуйан” (заяц) булып яңылышып киткән дә инде әүәлерәк телгә алынмыш “Жик-Мәргән” эпосында... Шулай итеп, “Күсәк бей” эпосындағы Ҡарағөлөмбәт батыр ырыуы хаин — Үҫәргән булып сыға, ә Үҫәргән батыры нәҫеленең тамам ҡоротолоуҙан ҡурсаланып ҡалмыш “бер йән”е тирәһенә төп ырыу Үҫәргәндән дә, ҡан ҡәрҙәш башҡа ырыуҙарҙан да һарҡып тупланмыш инсандарҙан айырым яңы бер иләү — берйән, хәҙерге беҙ белгән Бөрйән ырыуы барлыҡҡа килә; ә шуға тиклем бик боронғо замандарҙан уҡ Үҫәргәндең ләҡәптәренең береһе лә бүре-әсән (“бүре-әсәнән тыуған” мәғәнәһендә, ә “бер йән” түгел!) — бүрсән — Бөржән — Бөрйән булған, шул ләҡәбе менән Үҫәргән (хәҙерге бөрйәндәргә тикленм үк!) сит ил халыҡтары яҙмаларында сағылған.

Инде ошо Үҫәргәндән айырымланмыш нәҫел-нәсәб “бер йән”дән Үҫәргәндең нәүбәттәге сатаһы булып өр-яңы “Бөрйән” ырыуы тыуыу ваҡиғаһының тарихи ваҡытын теүәлерәк билдәләү, һәм шул ыңғайҙан Мәсем хандың, эпостағы бөтә дәрәжәләре буйынса ла император (башҡорттоң бөтөн ун ике ырыу берлегенең һәм дүрт шәкелек-юлының берәгәй бойороусыһы) икәнлеге күренеп торған шәхестең, һәм уның замандашы, ут күршеһе Ураҙ хандың, өҫтәрәк әйтелгәнсә, ысынлап та тарихи шәхестәр икәнлеген ентеклерәк дәлилләү бурысы тора. Беренсенән, “Күсәк бей” эпосының 7-се вариантында Ураҙ хандың Бүре-Өфө-өйө (Парфия) шәкеһе икәнлеген тоҫмаллатҡыс мәғлүмәт бар: Күсәк бейҙең әсәһе (Ураҙ хандың ҡыҙы) — Урта Азия ханы ҡыҙы, тип әйтелә; ә көньяҡлап Месопотамиянан алып Бүре-әсә (Фарсы) иле аръяғынаса биләмә-ерҙәрҙе үҙ эсенә индергән Бүре-Өфө-өйө (Парфия) империяһының баш ҡалаһы (латинса яҙыуҙа Гекатомпил) ысынлап та тап шул Урта Азияла — хәҙерге Төрөкмәнстан ерендә гөрләп торған. Икенсенән, ысынлап та булғанмы ул Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетендә тарихи шәхес Ураҙ хан? Бар ундай һәм берәү генә лә түгел! Ата-бабанан килмеш йола буйынса, ул шанлы исем (Ород, Ороз) ундағы Гәрәй-шәке батшалар шәжәрәһендә императорҙар ләҡәбе рәүешендә күп тапҡыр ҡабатланған — ырыҫлы бабанан киләлер (һулда һүрәт: Ураҙ I).

Ғалимдарҙың яҡынса билдәләүенсә:

Ураҙ I — б.э. тиклем 80-78 йылдарҙа тәхеттә ултырған;

Ураҙ II — 58-39;

Ураҙ III — беҙҙең эраның 4-7 йылдарында;

Ураҙ — 89-90;

Ураҙ — 108-127 йылдарҙа

 

Күренеп тора ки, быларҙың береһенең дә, хатта һуңғыһының да, батшалыҡ итеү йылдары һис тура килешмәй беҙ Мәсем хан тип ҡараған Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) йәки Хосров (217-252) тәхеттә ултырған йылдар менән. Тик шуны ла онотмайыҡ: “Ҡайһы берҙәренән тыш, был бөтә даталар ҙа тоҫмаллау-юрау һөҙөмтәһе булып тора”, — тип, хронологияның теүәлһеҙлеге тураһында иҫкәртеп-киҫәтә бит хронограф Э. Биккерман47 үҙе. Тимәк, беҙ һүҙ алып барған һуңғы Ураҙ ҙың батшалыҡ итеү йылдары, әле генә хронологияла күрһәтелгән 108-127 булмайынса, һуңғараҡ — Хосров менән бер замандаш булыуы ла ихтимал. Әммә улай түгелдер, тип, уға ҡарата Э. Биккерман билдәләгән баяғы 108-127 йылдар дөрөҫтөр, тип уйлаһаҡ, тарихыбыҙҙа бер юлы ике төрлө — Артабан V һәм Артавазд (яҡынса 209-224) ләҡәптәре менән билдәле булған һәм өҫтәрәк телгә алынмыш тарихи Сәсән улы Арташир I тарафынан үлтерелгән һуңғы императорҙың, әле күрһәтелгән ике ләҡәбенән тыш, шул ҡәҙимгесә бер нисә төрлө исем-ләҡәптәре араһында Ураҙ тигәне лә булғандыр, сөнки бит Ураҙ был батшалар шәжәрәһендәге шанлы бабаларҙың шундай уҡ күренекле береһе һаналып, уның исеме, ғәҙәттәгесә, унан һуңғы императорҙарға ла ләҡәп итеп йыш ҡушыла килгән бит (хронологияны ҡарағыҙ). Һәр хәлдә, теҙмәләге һуңғы Артавазд-Артабан V тигәндең ысынлап та Ураҙ хан да икәнлеген уның тарихи шәхси фажиғалы яҙмышы ла, башҡорттоң киң билдәле, шулай уҡ баҙыҡ тарихи йөкмәткеле “Күсәк бей” эпосы ла дөрөҫләй һәм беҙ шуға таянабыҙ ҙа, инанып. Тимәк, тарихи Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетенең Папак//Бабаҡ улы Арташир ҡулынан үлгән һуңғы эйәһе Артавазд-Артабан V — эпостағы үҙебеҙҙең Ураҙ хан; ә уны үлтереүсе тарихи Папак//Бабаҡ улы Арташир — эпостағы үҙебеҙҙең Бабсаҡ улы Күсәк йәғни Үҫәргән шәкеһе булған тарихи Бәк-Сәсәндең ейәне.

Инде килеп, шулай уҡ үҙебеҙҙең Мәсем хан булып сыҡҡан Ҡошан императоры Ҡош улы Ҡот-абыз ды (Ҡуджула Ҡадфиз ды), уның Хосров ләҡәбе буйынса, әрмән тарихынан барлауыбыҙҙы дауам ҡылайыҡ. Батшалыҡ итеү дәүеренә (217-252) таянһаҡ, уға бәйле шәжәрәнең уға тиклемге быуындарының баяғы өҙөлөп ҡалмыш сылбыр осондағы Гәрәй-шәп-ир (108 йылда үлгән) тигән императорыбыҙҙың шул 108 йылда атаһы (йәғни Гәрәй-шәп-ир) урынына тәхеткә ултырмыш өлкән улы император Арта-сос (Арташес) ғали йәнәптәренең ейәне булырҙай быуын вәкиле икән ул Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) йәки Хосров йәки Мәсем хан. Тап ошо Хосров, тип бәйән ителә әрмән тарихында, Ҡошан дәүләте бәктәренең береһе булған баяғы Сәсәндең ейәне Артыш-ир(Арташир) үҙенең ҡан ҡәрҙәше Артабан V-тең (Ураҙ хандың) тәхетен мәкерле рәүештә тартып алғаны өсөн, унан, сәсән ейәне Артыш-ирҙән (Арташирҙан), ҡон ҡайтарырға яҫҡанып, хәрәкәт итә башлай; шул Артыш-ир(Арташир) яғындағы баяғы фетнәне ойоштороусы ҡан ҡәрҙәш ике ырыуҙың бейҙәрен дә ул Артыш-ирҙән (Арташирҙан) айырырға — ҡон алыусылар рәүешендә үҙ яғына ауҙарырға тырышып ҡараһа ла, тегеләре төптө ыңғай килмәгәс, улар ярҙамынан башҡа ла Артыш-ирҙән (Арташирҙан) үс алыуын дауам итеп, ун йыл буйына ҡаҡшата уның (эпостағы Бабсаҡ улы Күсәктең) мәкерле ҡулы аҫтына ҡалған элекке Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләтен, йәғни шул фетнәсел Артыш-ирҙең (Арташирҙың) “Ир” ләҡәбен ҡушып атала башлаған Ир-ан — Иран илен...әммә Иран, көсөргәнеп, үҙаллылығын һаҡлай, тора-бара, ул үҙенең ҡан ҡәрҙәштәренең империяһы Ҡошан- Туран ға ҡаршы ҡанығып көрәшеүсе дәһшәтле Иран империяһына әүерелә һәм унда, ана шул Үҫәргән бәге Сәсәндең ейәне Күсәк-Артыш-ир ҙән алып, Сәсән тоҡомлоларҙың (сасанидтарҙың) донъяға билдәле батшалар шәжәрәһе башлана...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: