Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 13 глава




Император даосизм һәм буддизм асылын яҡшы аңланы, ә ун ике баҫҡыслы музыка гаммаһы ауаздары нигеҙҙәрен бигерәк тә тәрән үҙләштерҙе... Көҙән һәм Ҡытай чиновниктары менән табындаш булып хозурланғанында ул йә үҙе йырлар һәм бейер, йә үҙенең ҡатынына һәм һөйәркәләренә дүрт ҡыллы гитарала уйнарға ла ҡунаҡтарға шараплы туҫтаҡтар таратырға бойорор ине.

Император шулай уҡ шиғырҙар уҡырға яратты. Ул канцлерҙарынан башлап бөтә чиновниктарына тема бирер ҙә шиғыр сығарырға бойорор ине. Шиғырҙар әҙер булғас, чиновниктар уларҙы императорға тапшырыр, ә ул шуларҙы бер-бер артлы уҡыр ине. Иң шәп шиғыр авторына алтын айыллы билбау бүләк ителә. Император үҙе йөҙҙән артыҡ шиғыр яҙҙы»...

Ә бына шул Ҡатай-көҙән башҡорттарының театры тураһында (1027 йыл):

 

«Ҡышҡыһын ун икенсе айҙа Ҡытай Сун дәүләте чиновнигы, император китапханасыһы Кун Дао-фу, көҙәндәргә илсе булып килде. Артистар тамаша күрһәттеләр, Конфуцийҙы һынландырҙылар унда. Асыуына сыҙай алмаған Кун дао-фу тамаша залынан сығып китте. Илселәрҙе ҡабул ҡылыу буйынса көҙән чиновнигы Кун Дао-фуны урынына ҡайтарып, ғәфү үтенеүен талап итте... Кун Дао-фу: «Әле генә һөмһөҙ артистарығыҙ бөйөк аҡыл эйәһен рәнйетте, ләкин тыйманылар уларҙы», — тигәс, көҙән императоры, ҙур туҫтаҡҡа тултыра шарап ҡойоп, әйтте: «Көндәр һыуыҡ ваҡыт, эсегеҙ ошоно һәм һеҙ, бәлки, итәғәтлерәк булырһығыҙ»... Кун Дао-фу Конфуцийҙың ҡырҡ бишенсе быуын вариҫы ине»...

Һәм тағы:

 

«Император (Чжун-си, 1047 йыл) зауыҡлы рәссам ине һәм ул яҡшы картиналар яҙҙы. Бер ваҡыт ул үҙе һүрәтләгән ҡыр ҡаҙҙарын Ҡытай императоры һарайына бүләк итеп ебәрҙе. Ҡаҙҙар шундайын да оҫта һүрәтләнгәйне ки, тере һәм бына-бына осоп китерҙәр һымаҡ күренделәр»...

991 йылдан башлап империялағы халыҡтарҙың йән иҫәбен алыу эше юлға һалына, бөтәһе дүрт миллион һигеҙ йөҙ мең кеше иҫәпләнеп, шуларҙың һигеҙ йөҙ меңен Ҡатай-көҙәндәр үҙҙәре тәшкил итә. Йылҡы малының иҫәбе бер миллионға барып етә, көтөү-көтөү мал-тыуарҙы сит илдәргә сығарып һаталар. Бик күп мәктәптәр, ә биш баш ҡалала юғары уҡыу йорттары гөрләп эшләй. Ханьмин академияһы иһә бөтә фәндәрҙең үҙәге булып тора.

11-енсе быуат Ҡатай-көҙән империяһы Көнсығыш Азиялағы иң ҡеүәтле державаға әүерелә, уның көслө армияһы һәм хәрби диңгеҙ флоты була. 10-ынсы быуаттан уҡ Цзинь һәм Хань (Төньяҡ Ҡытай), Уюэ һәм Тан (Көньяҡ Ҡытай), Корйо (Корея) һәм Көнбайыш Ся (Тангут) дәүләттәре тулыһынса Ҡатай-көҙәндәргә буйһона һәм ҙур яҫаҡ түләп йәшәй. 947 йылда был шанлы бабаларыбыҙҙың ул саҡта Олояу исемләнмеш дәүләтенең императоры Хуэй-тун ҡытайҙарҙың Цзинь дәүләтен баҫып алып, бер үк ваҡытта үҙе Ҡытай императоры ла булып ултырғас, Ҡытай империяһы иҫәбенә киңәйтелгән дәүләтен Дәү Олояу тип атай һәм илдә дөйөм амнистия иғлан итә... Был көс-ҡеүәт беренсе сиратта, әлбиттә, өҫтәрәк әйтелеүенсә, Ҡатай-көҙәндәрҙең көслө армияһына һәм хәрби диңгеҙ флотына таяна. Һуғышта ҡайһындай ҙа батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеүҙәренең бер өлгөһө итеп, еңеүле һуғышты түгел, ә уларҙың 917 йылда Ҡытай ғәскәрҙәренән еңелеүҙәре ваҡытындағы бер хәрби хәрәкәтен алайыҡ (ҡытайсалаштырылған Тай-цзу исемен Абызый тип бирәбеҙ).

Ҡатай-көҙәндәр яғына ҡасып сыҡҡан Ҡытай генералы Лу Вэнь-цзинь Ҡатай-көҙән ғәскәре башында ҡытайҙарҙың Синьчжоу ҡалаһын баҫып алғас, Ҡытайҙың берләштерелгән ике армияһы Чжоу Дэ-вэй башлығында ҡалаға ябырыла. Һәм:

 

«Ҡаланы штурмлау ун көн буйынса уңышһыҙ барҙы. Камалған ҡалаға ярҙамға өс йөҙ меңлек ғәскәр башында Абызый үҙе килде. Чжоу Дэ-вэй тулыһынса тар-мар ҡылынып, килгән яғына ҡасты.

Уңышын үҫтерә барып, Абызый алға үтте һәм, Ҡатай-көҙәндәр миллионлыҡ армия менән килә, бөтә тауҙар уларҙың тирмәләре һәм кибеттәре менән ҡапланған, тигән шомло хәбәрҙәр тарата барып, Ючжоу ҡалаһын ҡаманы.

Лу Вэнь-цзинь Абызыйҙы ҡаланы штурмлау өсөн ер аҫты юлдары һалырға өйрәтте, шуларҙы файҙаланып, көҙәндәр ҡалаға төрлө яҡтан көн-төн ябырылды. Ҡала һаҡсылары үҙ сиратында соҡорҙар ҡаҙып, көҙәндәрҙе тонсоҡтороу өсөн унда май яндырҙылар.

Бынан тыш, көҙәндәр, ҡәлғә диуарҙарына яҡынлау өсөн, тупраҡ убалары өйҙөләр, ә ҡәлғәне һаҡлаусылар уларҙың өҫтөнә иретелгән Тимер ҡойҙо. Көҙәндәр Көн һайын меңәрләп ҡырылыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡаланы штурмлау туҡталманы. Чжоу дэ-вэй ҡырҡыу хәл тураһында генерал-гөбөрнәтер Цзинь-ванға хәбәр менән атсапҡын юлландырҙы».

Ҡалаға ярҙамға ҡытайҙарҙың йәнә ике ғәскәри төркөмөебәрелә.

 

«Көҙәндәр Ючжоуҙы инде ике йөҙ көнгә яҡын ҡамап тоталар һәм ҡаланың хәле хөрт ине.

Ли Сы-юандең һәм башҡа хәрби башлыҡтарҙың бөтәһе етмеш меңлек яугирҙәре Ичжоу өйәҙендә берләштеләр. Ичжоуҙан улар төньяҡҡа хәрәкәтләнеп, Дафанлин артылышын үтеп, артабан көнсығышҡа табан тау тарлауыҡтары буйлап киттеләр һәм Ючжоуҙан алтмыш ли алыҫлыҡта Абызый армияһы менән осраштылар.

Абызый ғәскәрҙәре тау һырттары буйынса хәрәкәт итте, ә Ҡытай ғәскәрҙәре — аҫта, тарлауыҡтар буйлап. Улар тарлауыҡ ауыҙына тиңәлгәс, абызый ун меңдән артыҡ һыбайлылары менән уларҙың юлын бүлде. Ҡытай ғәскәрҙәре ҡурҡыуға төштө. Шул саҡ Ли Сы-юань йөҙҙән артыҡ һыбайлылары башында алға ташланды. Башынан шлемын һалып һәм ҡамсыһын ажарлы айҡап, ул көҙәндәр телендә һөрәнләне: «Һеҙ сәбәпһеҙҙән беҙҙең сиктәрҙе боҙҙоғоҙ, шуға күрә Цзинь-ван миңә миллионлыҡ ғәскәребеҙ башында тура көнбайыш баш ҡалағыҙға дөрөргә һәм тоҡомоғоҙҙо ҡороторға бойорҙо». Шуның артынса ул атын ҡыҙыулатып һәм ҡамсыһын айҡап, көҙәндәр теҙмәһенә өс тапҡыр ташланды, башлыҡтарының береһенең башына етте. Яугирҙәре уның артынан берҙәм алға ябырылып, һөҙөмтәлә Абызый ғәскәрҙәре сигенде, ә Ҡытай ғәскәрҙәре тау араһынан сыға алды.

Ли Цунь-шэнь йәйәүлеләренә ағас ҡырҡырға һәм саталы һөңгөләр тырпайтырға бойорҙо. Һәр яугирҙең ҡулында һөңгө булып, тере ҡойма барлыҡҡа килде. Абызый атлылары ҡойма тирәләй тапанды, ҡойма артынан уларға бөтә булған атҡыстарҙан уҡ яуҙырҙылар. Уҡтар шул тиклем дә күп осто ки, ҡояшты ҡапланы улар, ә үлтерелгән һәм яраланған көҙәндәрҙең, уларҙың аттарының кәүҙәләре менән юлдар быуылды.

Ҡытай ғәскәрҙәре Ючжоуҙың үҙенәсә, тип әйтерлек, килеп еткәс, Абызый дошманын ҡаршыларға әҙерләне ғәскәрҙәрен.

Ли Цунь-шэнь үҙенең йәйәүлеләренә көҙәндәрҙең тылына керергә бойорҙо, ә әргендек һалдаттарына, сытыр-сатыр йыйнап, фронт буйынса үләнде яндырырға ҡушты. Төтөн һәм туҙан күккә олғашты. Һөрәнләп тә барабандар ҡағып ике яҡ төкәлеште, артынса уҡ көҙәндәр тылындағы йәйәүлеләр һуғышҡа кереште.

Абызый ныҡ еңелде һәм, ғәскәрҙәрен туплап, ылауҙарын, тирмәләрен, монаяттарын, ҡоралдарын һәм күп һанлы һарыҡтарын, аттарын ташлап ҡалдырып, Бэйшань тауҙарын артылып ҡайтып китте. Ҡытай ғәскәрҙәре Ючжоуға керҙе»...

 

Ләкин Көнсығыш Азияла барыбер Ҡатай-көҙәндәр өҫтөнлөк итә, шунһыҙ улар дәүҙәрҙән дәү ярты ҡитғаны — Япон диңгеҙенән алып Төркөстан ҡом сүлдәренәсә, Һары диңгеҙҙән алып Байҡал күленәсә арауыҡты ҡулдарында тота алмаҫтар ине. Үҙҙәрен бөтә донъяның бойороусылары иҫәпләгән Ҡытай императорҙары ла уларҙың еңеүле аҙымдары алдында йыш ҡына теҙ сүгер булған.

Ҡатай-көҙәндәрҙең хәрби ҡоролошо, хәрби сәфәрҙәре һәм һуғыш алымдары «Ляо-ши» тәүәрихендә ентекле бирелгән һәм ул башҡорт яугирлегенең аҫыл сәхифәһен тәшкил итә, беҙ уны белергә бурыслы.

 

«Олояу дәүләтенең хәрби ҡоролошо буйынса, — тип яҙа ҡытайлылар, — халыҡтың ун биш йәштән алып иллегәсә бөтә ир-аты хәрби исемлектәргә теркәлгән. Регуляр ғәскәрҙең һәр бер яугиренә өс ат, бер фуражир һәм лағырҙы хеҙмәтләндереүсе бер кеше тәғәйенләнә.

Һәр яугирҙә туғыҙ әйберҙән торған монаят бар: тимер кейем, сепрәк септә, йүгән, атының көсөнә күрә уға тимер йәки күн көп, дүрт ян, дүрт йөҙ дана уҡ, оҙон һәм ҡыҫҡа һөңгө, гудо, балта, алебарда, ҙур булмаған флаг, сүкеш, беҙ, бысаҡ, ут саҡма, ат эләгәне, бер доу ҡоро аҙыҡ, ҡоро аҙыҡ өсөн тоҡ, ырғаҡ, кейеҙ сатыр һәм йылҡы ҡороҡларға ике йөҙ чи оҙонлоҡ арҡан. Быларҙың бөтәһен яугир үҙе әҙерләй.

Яугирҙәр һәм аттар ҡаҙнанан ашлыҡ һәм һалам менән тәьмин ителмәй. Бының өсөн көн дә бөтә тарафтарға фуражирҙар ебәрелеп, кәрәкле аҙыҡ-түлекте талап алып килтерәләр...

Һуғыш хәрәкәттәре башлау тураһында император үҙенең көҙән һәм Ҡытай ярандары менән бергә Күк, Ер һәм Көн (ҡояш) рухтарына хәбәр еткерә һәм һоро үгеҙ менән аҡ атты ҡорбанға сала. Ә Айға табынмайҙар [22]. Яҡын ярандарына император һуғыш башланыу тураһында мәрхүм Абызыйҙан башлап мәрхүм императорҙарҙың бөтәһенә уларҙың зираты янында, һәм шулай уҡ Муешань тауы эйәләренә хәбәр еткерергә бойора.

Шунан һуң император яугирҙәрҙе хеҙмәткә саҡырыу тураһында бөтә төбәктәргә указын иғлан ҡыла. Әммә көньяҡ һәм төньяҡ кенәздәре, Си ҡәбиләһе кенәзе, көнсығыш баш ҡалалағы Бохай ғәскәрҙәре һәм Яньцзин баш ҡалаһына бойондороҡло ғәскәрҙәр, император указына ла ҡарамаҫтан, һуғыш сәфәренә шунда уҡ ҡуҙғалырға баҙнат итмәйҙәр. Сөнки, дөрөҫләтеп, мотлаҡ императорҙың үҙенә мөрәжәғәт ҡылырға тейеш улар. Император уларға яуап менән өлкән хәрби башлыҡтарын юлландыра, улар килтергән балыҡ ҡиәфәтендәге алтын биркә яртыһына тегеләрҙәге шундай уҡ ярты алтын биркәне тап килтереп ҡарайҙар, улар тоташһа ғына ғәскәрҙәр хәрәкәт башлай.

Яугирҙәрҙе хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы император указын алыу менән үк, хәрби хеҙмәткә алынырға тейешлеләр йыйыла, уларҙың ғаиләләренең матди хәле тикшерелеп иҫәпләнә, исемлектәр барлана һәм ғәскәр, тәртипкә килтерелеп, артабанғы бойороҡтарҙы көтә.

Унбаштарынан башлап бөтә командирҙар үҙ вазифаларына бәйле тәртиптә ғәскәрҙәрҙе барлап тикшерә лә үҙ командирҙарынан ҡорал һәм биркалар ала. Император вәкилдәренең быға ҡыҫылырға хаҡы юҡ. Ғәскәрҙәрҙе дөйөм тикшереү тамамланғас, императорға йәнә хисап бирелә. Яугирҙәрҙең һанына ҡарап император үҙенең вәкилдәрен ғәскәр башлыҡтары итеп билдәләй, улар һәм урындағы командирҙар бер-береһен контроль аҫтында тота Улар йәнә биш йүнәлеш [23] байрағына һәм барабанына рөхсәт һорай.

Ошонан һуң император шәхсәнә үҙе хәрби башлыҡтарҙы һәм командирҙарҙы тикшерә, лайыҡлы ағай-энеләре һәм юғарылыҡлы ярандары араһынан сәфәр ғәскәрҙәренең баш сәрдарын, баш сәрдар ярҙамсыһы һәм баш инспектор вазифаларына лайыҡлыларҙы һайлап ала. Ул шулай уҡ бөтә ғәскәрҙәрҙән үҙенең гвардияһына утыҙ мең иң яҡшы яугирҙе, алғасҡыға өс мең тапҡырйәнде һәм алыҫтан темеҫкенеү өсөн темеҫкен әтрәттәренә йөҙҙән артыҡ сая йәнде һайлап ала. Был әтрәттәрҙең һәр береһенең үҙ командиры була. Быларҙан тыш, армияның бөтә әтрәттәре, һандарына ярашлы, биштән алып унғаса кеше бүлә, улар айырым командир башлығындағы әтрәткә берләшеп, ғәскәрҙәрҙе саҡырыу һәм бойороҡтар илтеү өсөн элемтәселәр рәүешендә файҙаланыла. Иген баҫыуҙары тапалмаһын өсөн, ғәскәрҙәргә йылдамыраҡ хәрәкәтләнергә ҡушып, император төрлө тарафтарға атсапҡындар ебәрә. Хәрби сәфәргә сығыу — туғыҙынсы айҙан да һуңламай, ә хәрби сәфәрҙән ҡайтыу — ун икенсе айҙан да һуңламай үтәлеүе фарыз. Ғәскәрҙәр хәрәкәт иткән юлдарҙа Буддасы монахтың, монашканың йәки матәм кейемле әҙәмдәрҙең тап булыуы яман билдә һанала.

Император шәхсәнә үҙе хәрби сәфәрҙә ҡатнашҡанында илдәге мөһим хәрби һәм дәүләт эштәре менән ваҡытлыса идара итергә император нәҫеленән берәй кенәзде тәғәйенләп ҡалдыра.

Ҡытай территорияһына дөрөп кергәс, ғәскәрҙәр өскә бүленә лә айырым өс юлдан хәрәкәтләнә. Император һәр саҡ урталағы юлдан бара, ә ғәскәрҙәр баш сәрдары һәм император гвардияһы башҡа йүнәлештәрҙән китә. Ғәскәрҙәр юлында өйәҙ ҡалаһы йәки ҙур ҡасаба осраһа, шунда уҡ баҫып алына. Ә инде был эре өлкә ҡалаһы йәки хәрби оҡруг үҙәге булһа, тәүҙә дошман һаҡланыуының көслө һәм йомшаҡ урындарын һәм ябырылыу мөмкинлектәрен асыҡлайҙар, шунан һуң штурмлайҙар. Юл буйындағы йорттар, баҡсалар, тут ағастары һәм көҙрәнлектәр мотлаҡ юҡ ителә һәм яндырыла.

Ҡытайҙың Сун династияһының төньяҡ баш ҡалаһына яҡынлағас, өс йүнәлештән килгән ғәскәрҙәр, сапҡын яһау мәсьәләләрен тикшереү өсөн, бергә ҡушыла. Сигенгәндә лә тап шулай итәләр.

Өс йүнәлештә хәрәкәтләнеүсе ғәскәрҙәрҙең алдында, артында, уңда һәм һулда дозор әтрәттәре бара. Дозор әтрәттәренең алдында, артында егерме лиҙан артығыраҡ алыҫлыҡта алыҫтан темеҫкенеү әтрәттәре бара, һәр әтрәттә ундан артығыраҡ кеше. Был әтрәттәрҙең бөтә яугирҙәре тимер кейемле. Төндә, биш йәки ун ли һайын туҡтап, аттарынан төшәләр ҙә ергә ятып тирә-яҡты тыңлайҙар: кеше тауышы, ат бышҡырыуы ишетелмәҫме? Әгәр ишетелһә, кешеләрҙе һәм аттарҙы эләктерәләр. Үҙ көстәре етмәһә, дошман хаҡында ашығыс рәүештә алғасҡы әтрәткә хәбәр итәләр һәм бергәләп ябырылалар. Әгәр эре әтрәт осраһа, кисекмәҫтән ғәскәрҙәр сәрдарына хәбәр итәләр. Шул рәүешле, дошмандың ғәмәли көстәре һәм уның ҡылыҡтары хаҡында белеп торалар һәр саҡ.

Әгәр юлда торған өлкә ҡалаларын ныҡ һаҡлаһалар һәм уларға ябырылып булмаһа, ғәскәр уларҙы әйләнеп уҙа. Дошмандың ҡаланан сығыу һәм юлды бүлеү ҡурҡынысы тыуһа, ҡаланы ҡамап, уҡтар атып һәм барабандар ҡағып, ялған ябырылыу менән алдайҙар дошманды. Дошман ҡапҡаларын ябып, һаҡланыу сараһын күргәс һәм юлда ҡаршылыҡ ҡалмағас, артабан китә ғәскәр.

Дошманға көтмәгәндә һөжүм итеү һәм коммуникацияларын боҙоу, өлкә ҡалалары араһындағы элемтәне өҙөү һәм уларҙы бер-береһенән айырып, ярҙамлыҡһыҙ ҡалдырыу өсөн махсус ғәскәрҙәр тәғәйенләнә. Дошман ғәскәрҙәре көтмәгәндә төндә ҡәлғәләренән сығып ябырылмаһын, йәки күрше ҡалаларҙың ғәскәрҙәре менән берләшмәһен өсөн, ҡараңғы төшөү менән үк һәр ҡала эргәһендә ҡала ҡапҡаларынан йөҙ аҙымдай уңда һәм һулда тимер кейемле, ҡораллы йөҙ һыбайлыны һаҡҡа ҡуялар. Әгәр дошман сыҡһа һәм уны юҡ итергә әтрәттең үҙ көсө етмәһә, кире елдерәләр ҙә, ғәскәр йыйып, һуғыша башлайҙар. Шулай уҡ төндә яҡындағы ҙур юлдарға, һуҡмаҡтарға, тау юлдарына һәм йылға кисеүҙәренә лә яугирҙәр ебәрелә.

Бөтә фуражирҙар тимер кейемле һәм ҡораллы. Фуражирҙар төркөмдәренән әтрәттәр төҙөлә. Улар һәр саҡ баҡсаларҙы һәм ағастарҙы киҫә, шунан һуң ҡулға төшкән ҡарт-ҡороно һәм бала-сағаны ҡыуып килтереп, уларҙан тупраҡ һәм ағас ташытып, ҡала диуарҙары буйындағы урҙарҙы, канауҙарҙы күмдертә. Ҡалаларҙы штурмлағанда һәр саҡ уларҙы ҡәлғәләргә башлап менергә мәжбүр ҡылалар, шуға күрә ҡаланы һаҡлаусыларҙың үрҙән яуҙырған уҡтары, таштары һәм ағастары фәҡәт шул ҡарт-ҡороларға ла бала-сағаларға зыян килтерә.

Быларҙан тыш, ғәскәрҙәр артында Олояу дәүләтенең өлкәләрендә һәм өйәҙҙәрендә йәшәүсе ҡытайҙарҙан алынған ун меңлек төркөм килә, уларҙың бурысы — ағас ҡырҡыу һәм юлдарҙы тигеҙләү.

Император туҡталған урын һәм хәрби лағырҙарҙың уратма ҡоймаһы фәҡәт тут, көҙрән, слива һәм каштан ағастарынан ҡорола. Ғәскәр киткән саҡта ағастар яндырыла.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: