Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 20 глава




Бөйөк Сыңғыҙ-ханды тыуҙырмыш Үҫәргән-Бөрйән ҡәбиләһе кеүек үк, Табын һәм Ҡатай ырыуҙары ла легендар әсәбеҙ “Көн-һауа”ның (“Алан-Гоа”ның) Көн нурынан быуаҙып, нурҙан тапҡан “нурлы” (“нирун”) улының ғәзиз тоҡомдары булып һаналған (Сыңғыҙ-хандың өлкән йәмәғәте Бүртә-ҡатын да үҙебеҙҙең шул Табын ырыуынан), шуға күрә үҫәргәнле Мүйтәндең дә, табынлы Майҡының да (ә был ике бейебеҙ бер үк Үҫәргән батшалар шәжәрәһендә исемләп яҙылған. — “Үҫәргән тәүәрихе”, 37, 56-сы биттәр) Сыңғыҙ-хан түрендә уның иң яҡын кешеләре иҫәбендә ултырыуҙары аңлашыла. Быларҙан тыш, бөйөк Сыңғыҙ-хан бабабыҙға арымай-талмай хеҙмәт итеп империя төҙөшөүсе башҡорт бөйөктәренән йәнә түбәндәгеләре билдәле:

Яуҙарҙа һис еңелеү белмәҫ-бирешмәҫ баш сәрғәскәр (главноҡомандующий) Сүбәдәй батыр — Уран-Ҡатай ырыуы башҡорто. Сүбәдәй батыр үлгәндән һуң урынына баш сәрғәскәр булып уның улы Күкҡужа ҡала, ә икенсе бер улы Уранҡатай ҙа Мәңке-ҡаған (Сыңғыҙ ейәне) заманында данлы баш сәрғәскәр була;

юғары мәғрифәтле һәм талантлы баш вәзир (дәүләт сәркәтибе) Юлай Сос Уй һәм әмир-сәрғәскәр Уҡсы батыр — Ҡатай ырыуы башҡорттары; Юлай Сос Уйҙың Сыңғыҙ-ханға әйткән һүҙҙәре билдәле: “Гәрсә беҙ империяны атҡа атланған килеш яулап алһаҡ та, уның менән идара итеүҙе атҡа атланған килеш башҡарып булмай” (Татаро-монголы в Азии и Европе. М., 1977; 37-се бит. Артабан: Татаро-монголы);

Сыңғыҙ-хандың үтә махсус бойороҡтарын еренә еткереп үтәүсе әмир-сәрғәскәр Сөмөкәй (Пекин ҡалаһын ала) — Һалйыуыт ырыуы башҡорто;

Сыңғыҙ-хандың табынсылар башлығы һәм уның шәхси гвардияһының йөҙбашы Бүрекәй — Табын ырыуы башҡорто. Уның улы Булат-аға ла Мәңке-ҡаған (Сыңғыҙ ейәне) һарайында оло абруйлы әмир, сәсән (кәңәшсе-министр) һәм бауырсы (табынсы) булып, империяның бер өлөшөн тәшкил итмеш Иран дәүләтенә шул Мәңке-ҡағандың ышаныслы илсеһе итеп ебәрелгән; Рашид-ад-дингә “йылъяҙмалар”ын эшләгәндә төп мәғлүмәттәр биреүсе (Ирандың шул ваҡыттағы императоры башҡорт Ҡазан-хан менән берлектә) “бөйөк, абруйлы һәм таныҡлы әмир ул” (Рашид-ад-дин). Ошо Булат-сәсәндең (Пулад-Чженсян) балалары ла ҡағанға бирелеп хеҙмәт итә. Шулай уҡ әмир Мазуҡ (ҡошсолар һәм табынсылар башлығы) ла, Көбиләй-ҡағандың ҡатыны Дөрәсән дә үҙебеҙҙең шул уҡ Табын ырыуынан (Тизенгаузен, 25, 159, 178, 187-се биттәр). Бер үк ваҡытта был Үҫәргән, Ҡатай, Һалйыуыт, Табын ырыуы башҡорттарының Сыңғыҙ-хан империяһына ҡаршы дәһшәтле баш күтәреүҙәре лә билдәле, артабан был ихтилалдарҙы махсусыраҡ төпсөрбөҙ.

Инде ошо әйтелгән заттар ҡатнашлығындағы бөйөк тарихи ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтһаҡ, баяғыса, яңы шытҡан йыһангирҙең файҙаһыналыр улар. Тирә-яғындағы иң хәтәр дошмандарын, найман-мәркеттәрҙе һәм татарҙарҙы тамам ҡыйратып бер аҙ тынысланған Темәсйән, әйтеп үтеүебеҙсә, 1205 йылда Мүйтән-бей һымаҡ зирәк аҡыл эйәләре ярҙамында үҙе йәшәгән даланың төрки-монгол ҡәбиләләрен үҙ тыуы аҫтына туплап, буласаҡ бөйөк дәүләтенең нигеҙ таштарын һалып-хәстәрләп үткәрә, дала яҙмышын хәл итәсәк алдағы торған ҡоролтайға әҙерләнә. Һәм, артабан күренеүенсә, әлеге яҡын таяныс-ярҙамсылары (башҡорттар) ҡоролтайҙа уның өҫкә сығыуын, ҡаған (император) дәрәжәһенә ирешеүен уңышлы тәьмин итә:

“Ул [Темәсйән] кейеҙ йортта йәшәүсе халыҡтарҙы хаҡ юлға күндергәс, Барыс йылында [миләди 1206] ҡоролтай саҡырылды, Онон йылғаһы башында йыйылдылар. Ошонда туғыҙ бунсуҡлы аҡ тыу [әләм] күтәрҙеләр һәм ҡаған итеп Сыңғыҙ-ханды атанылар.

Ошонда уҡ Мүклене (Мүйтәнде. — Й.С.) Юғары Хөкөмдар (судъя) итеп атанылар” (“Йәшерен хикәйәт”, 202-се параграф).

Күрәһегеҙ, Мүйтәнебеҙ Сыңғыҙ-хандың үҙе менән бер үк ваҡытта, бер үк ҡоролтайҙа бер төптән дәүләттең иң юғары хөкөм органының башлығы (Юғары Судъя) итеп күтәрелгән һәм ул, моғайын, Сыңғыҙ-хандың атаҡлы йәшәү ҡанунының (“Яса”һының) нигеҙен дә һалғандыр...

Ошонан һуң бабабыҙ Сыңғыҙ-хан ҡорал көсө менән бөтә донъяны яулап алыу бурысын үҙ алдына ҡуя һәм, алдындағы йәйрәп ятмыш киң ҡитғаны (ер йөҙөн), табында ит бүлгәндәй, өлөш-өлөш “ылыҫ”тарға бүлеп (“ылыҫ” — шул уҡ “өлөш” тигән һүҙ, мәҫәлән, ҡарағай-шыршы ботаҡтарының өлөшө, башҡорт һүҙе), һәр улына бер ылыҫты (өлөштө) уның өсөн яулап алыу һәм артабан хакимлыҡ ҡылыу майҙаны рәүешендә билдәләй. Яусы (Жучи) тигән иң яусыл да таҫыллы өлкән улының өлөшөнә был бүленештең “Иртыш йылғаһынан алып Урал тауҙарынаса һәм артабан Көнбайышҡа табан монгол ат тояҡтары барып етә алғанса бөтә ер-һыуҙары” тейә, тимәк, ул заманда Иртыш — Обь дөйөм үҙәненән алып Иҙел — Кама дөйөм үҙәненәсә һәм Төньяҡ Боҙло оҡеандан алып Каспий диңгеҙенәсә йәйрәп ятмыш тарихи Башҡортостаныбыҙ башкөлләйгә Яусы ылыҫы (өлөшө) булып сыға. Атай фарманын мөҡәддәс бойомға ашырмаҡҡа, шанлы Яусы-хандың ғәскәрҙәре төп урҙанан 1207 йылда Көнбайышҡа ҡарай ҡуҙғалып, Себерҙең “урман халыҡтарын” бер-бер артлы еңеп буйһондора-буйһондора, Башҡортостандың көнсығыш сиге булған әлеге Иртыш йылғаһы буйына килеп етә лә сик һыҙығында торған башҡорт ғәскәре менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә. Әммә, баяғы Юлиан-монах әйтмешләй, татар-монголдар башҡорттар менән “бәрелешкән саҡта, уларҙы [башҡорттарҙы] еңә алмағандар, ә киреһенсә, беренсе һуғышта уҡ улар тарафынан еңелгәндәр. Шуға күрә уларҙы [башҡорттарҙы] үҙҙәренә дуҫтар һәм ҡорҙаштар итеп һайлап алғандар һәм, шулай итеп, бергә ҡушылып, улар 15 батшалыҡты башкөлләй ҡыйратҡандар”. Тимәк, ошоғаса донъяла еңелеү ҙә, туҡталыу ҙа белмәгән Сыңғыҙ-хан улы Яусы үҙ ғүмерендә тәүге лә, һуңғы ла тапҡыр тап ошонда, Башҡортостан сигендә, етди еңелеүгә дусар була; һәм ул артабан Көнбайыш илдәренә, атаһы бойорғанса, Башҡортостан аша тура дөрөп кереүҙән баш тартып, “башҡорт батшаһы” (исеме билдәһеҙ; был саҡта Мүйтән үҙе Сыңғыҙ-хан урҙаһында Юғары Хөкөмдар булып хеҙмәт иткәнлектән, урынында көләр [батша] булып уның улы Шаҡмал ултырғандыр, моғайын) менән ике ара дуҫлыҡ-туғанлыҡ килешеүе төҙөшөргә лә берләшергә мәжбүр була һәм ошо шарт артабан уға, Юлиан-монах яҙыуынса, башҡа тарафтарға дөрөүендә ҙур еңеүҙәр килтерә.

Күренеүенсә, йыһангир (йыһанды яулаусы) Сыңғыҙ-хандың өлкән улы Яусыға биргән мөҡәддәс фарманы был юлы ярым-йорто ғына үтәлгән: башҡорттар менән бер ни тиклем дәрәжәләге берләшеүгә һәм уларҙан ярҙам алыуға ла ҡарамай, Яусы ылыҫы (өлөшө), Сыңғыҙ-хан бойороғонса Көнбайышҡа табан “ат тояҡтары еткәнсе” дөрөп киңәйә алмаған, ә үҫәргәнле көләр-батша Мүйтән-бей биләмәләренең Көнсығыш сиген тәшкил итмеш Иртыш — Обь дөйөм йылға үҙәндәре һыҙығында һөрлөгөп ҡалған. Был бөйөк тарихи ваҡиға Башҡортостандан көнбайыштараҡ йәшәгән бөтә халыҡтарҙың яҙмышына ҙур ыңғайлыҡ килтерә: татар-монголдар, Майҡы-бейҙең улы Баяндар батыр етәкселегендә үҙҙәренә ярҙамға килгән бер килке башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә, Монголияға боролоп ҡайтып китә лә Көнсығыш күршеләре Кореяны, Ҡытайҙы яулап алыу һуғыштарына керешә; шул арҡала Көнсығыш һәм Көнбайыш Европаға ябырылыу ниәттәре тиҫтәләгән йылдар буйынса бойомға ашмай ҡала. Аҙаҡ килеп 1221 йылда ғына Көнбайышҡа яңынан хәрби сәйәхәт ҡылмыш татар-монголдар был юлы ла бөтә Башҡортостанды, эсенә инә алмай, уның баяғы көнсығыш (Иртыш — Обь буйы) сиктәренән көньяҡҡа табан уратып үтергә мәжбүр; һөҙөмтәлә артабанғы Көнбайышҡа ябырылыуҙарын шул көньяҡтағы урау юлдан — Каспий диңгеҙенең ҡибла яҡ ярҙары буйынса Тимер Ҡапҡа (Дербент) аша башҡарырға мәжбүрҙәр; һәм ошо хәл был юлы ла татар-монголдарҙың урыҫ, Литва кенәзлектәрен яулап алыуҙарын күп йылдарға тотҡарлай, ә был иһә шул саҡтағы башҡорт ҡоралының да, дипломатияһының да донъяла тиңе булмағанса оло еңеүен күрһәтә. Ошоноң сәйәси һөҙөмтәһе Яусы-хандың баяғы Иртыш буйҙарына яһаған тәүге хәрби сәфәренән Монголияға кире әйләнеп ҡайтҡас бөйөк атаһына биргән рәсми рапортында сағылып ҡалған (“Йәшерен хикәйәт”тең 239-сы параграфы):

“Ҡуян йылында [миләди 1207] Яусы уң ҡул ғәскәре менән урман халыҡтарына ебәрелде. Юл күрһәтеүсе булып Буға китте...

Яусы бөтә урман халыҡтарын, ә атап әйткәндә, шибир, кесдиин, баит, тухас, тенлек, тоелес, тас һәм башжигит халыҡтарын, шул яҡтан алып үҙебеҙгә тиклем, монгол хакимиәте ҡулы аҫтына ҡабул ҡылды ”...

Аталған исемдәрҙең теҙмәһе шул тәртибенсә Себер, Ҡыштым, Баймаҡ, Туҡан, Таналыҡ, Төйәләҫ, Тәсә (река Теча), Башҡорт (тулайм алғанда Башҡортостандың Урал аръяғы яртыһы) икәнлектәрен уҡыусыға баҡтыртып (тимәк, Башҡортостандың Урал бирьяғы — Иҙелгәсә яртыһы — һаман татар-монголдарға буйһонмай ҡалған), бик мөһим һүҙ бәйләнешенә иғтибар йүнәлтәйек: “ҡабул ҡылды”. Тимәк, Башҡортостандың был Көнсығыш яртыһы ла татар-монгол дәүләтенә, өҫтәрәк әйтелгәнсә, килешеү-шарт ярҙамында үҙ теләктәре менән генә ҡушылған, ә ҡорал көсө менән яулап алынмаған. Сыңғыҙ улы Яусы-хандың был зирәк сәйәсәте уларҙың үҙҙәренә лә яҡшы хеҙмәт итә, әлбиттә: һөҙөмтәлә яугир башҡорт ғәскәренең бер нисә төмәне (дивизияһы) Башҡортостан хөкүмәте тарафынан Яусы-ханға ярҙамға беркетелә һәм уның Ҡытайҙағы, Манчжуриялағы артабанғы яулап алыуҙарында әүҙем ҡатнаша: “Сүбәдәй-баһадирҙың Аҙау-хан тигән ике туған ҡустыһы бар ине. Уны сәрғәскәр дәрәжәһендә Байан менән бергә Син һәм Мәсин (Ҡытай һәм Манчжурия. — Й.С.) илдәрен яулап алырға ебәрҙеләр... Ул (Аҙау-хан) әйтелгән батшалыҡты ете йыл буйы һуғышып буйһондорҙо” (Тизенгаузен, 160-сы бит). Етди иғтибар итәйек: Рашид-ад-диндың был Байаны — “Үҫәргән тәүәрихе”ндәге (37-се бит) Байҡы (Майҡы)-бей улы Байандар! (Аҙағыраҡ был батырыбыҙҙы татар-монголдарға ҡаршы дәһшәтле башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе сифатында ла күрербеҙ).

 

 

 

Баяғы әйтелгән Син һәм Мәсин илдәре, ниһәйәт, империяның ҡул араһына кергәс, Сыңғыҙ-хандың сая ҡарашы уның нәфсеһенә тынғылыҡ бирмәүсе әлеге лә баяғы Алыҫ Көнбайышҡа ҡабат төбәлә (һәм Башҡортостандың көнбайышы ла әлегәсә буйһонмаған):

“Сыңғыҙ-хан Яусыға төньяҡ өлкәләрҙе йәғни ҙә ул яҡтарҙың көләр, башгирд, урус, черкес, Дәшт-и-ҡыпсаҡ һәм башҡа өлкәләрен яулап алыу һәм буйһондороу өсөн ябырылырға бойорҙо” (Тизенгаузен, 64-се бит). Бөйөк атай бойороғо — Тәңре бойороғо, тигәндәй, Яусы-хан хәтәр сәфәргә дәррәү ҡуҙғала. Ләкин ул, заманаһының ғәййәр яугире булыуы менән бергә, бөйөк аҡыл эйәһе лә булараҡ, ғәҙәтенсә, атай фарманын үҙ башы менән бойомға ашырып, йәғни атай һыҙған тура юлдан Башҡортостан тупрағы аша ҡылыс-һөңгө ярҙамында емереп уҙырға ымһынмай, бая әйткәнебеҙсә, уны көньяҡтан уратып үтмеш оҙонараҡ юлды һайлай ҙа Дәшт-и-ҡыпсаҡ һәм урыҫ иленә ябырылмаҡҡа Каспий диңгеҙенең көньяғынан Тимер Ҡапҡа (Дербент) тарафына сәфәрләнә, 1221 йылда шундағы бер туған ҡустылары менән бергә юлдағы Ургенчты — Хорезм баш ҡалаһын Камай. Төрөкмән Абу-л-Ғази күсереп яҙған башҡорт тәүәрихенән (Абу-л-Гази. Родословная туркмен. М.-Л., 1958; 44-се бит. Артабан: Абу-л-Ғази) күренеүенсә: “9-сы айҙа Сыңғыҙ-хан улдары ҡаланы алды һәм халҡын бөтөрә ҡырҙы.

[Шунан һуң] Сағатай һәм Үгеҙәй кире боролоп, Термез ҡалаһындағы атайҙары эргәһенә эркелделәр, ә Яусы үҙенә беркетелмеш нөгәрҙәре менән Ургенчтән Дәшт-и-ҡыпсаҡҡа йүнәлде”. Шул барышында Яусы ғәскәрҙәре Тимер Ҡапҡаны (Дербентте) үтеп, Иҙел һәм Дон йылғалары аралына — Дәшт-и-ҡыпсаҡҡа сыҡҡас, “Ҡыпсаҡ халҡы тупланды ла ҡаты һуғыш булды. Яусы-хан еңде һәм ҡулына ҡапҡан бөтә ҡыпсаҡтарҙы ҡырҙы; уларҙың ҡасып ҡотола алғандары иштәктәргә (башҡорттарға. — Й.С.) китте. Хәҙерге иштәктәрҙең (башҡорттарҙың. — Й.С.) ҙур өлөшө шул ҡыпсаҡтарҙың нәҫелдәре булып тора. [Шулай итеп], Әтил һәм Тын (Иҙел һәм Дон. — Й.С.) араһында йәшәгән ҡыпсаҡтар бөтә дүрт тарафҡа таралды. Уларҙың күпселеге черкестар һәм тумандар йортона (Төньяҡ Ҡафҡазға һәм Ҡырымдың Тамань ярымутрауына. — Й.С.) олаҡты”. Ошонда ла Башҡортостандың әле булһа үҙ аллы йәшәп ятыуы, татар-монголдарҙың дошманы булған хәрби ҡасаҡ ҡыпсаҡтарҙы, татар-монголдарҙан һорап та тормай, үҙ еренә тотҡарлыҡһыҙ ҡабул ҡылыуы күренә. Ә ҡыпсаҡтарҙы тар-мар ҡылған татар-монгол ғәскәренә килгәндә, “Яусы-хан, — тип әйтелә баяғы Абу-л-Ғазиҙа (44-се бит), — бөтә ҡыпсаҡ йәштәрен әсир алып, шул ҡыпсаҡ йортонда төпләнде. Монгол иленән ул бында үҙ ғаиләһен һәм атаһынан үҙенә тейгән барлыҡ иләүҙәрен күсерҙе. Үзбәктәрҙең (дөрөҫө асабаҡтарҙың йәғни аҫаба-башҡорттарҙың.Й.С.) һәр ырыуынан ҡыпсаҡ йортона күсенеүселәр бар ине”. Тимәк, бөйөк Яусы-хан шул осорҙа тамам башҡортлашыуға йөҙ тотҡан һәм боронғо дөйөм башҡорт иле Дәшт-и-ҡыпсаҡты ла яңы заманса башҡорт иле итеп тергеҙергә уйлаған. Быға, моғайын, тәүге осорҙа Сыңғыҙ-хан үҙе лә ҡаршы килмәгәндер, сөнки бай ил Башҡортостан уға ул осорҙа, тыныс юл менән һаҡлап ҡалынған сикләнгәнерәк үҙ аллылығын артабан дауамлар өсөн, татар-монгол ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә үҙ яугирҙәрен юлландырыуҙан тыш, бик күп матди байлыҡтар ҙа ебәреп торған бит. Әйтәйек, татар-монголдарҙың шул 1221 йыл Урта Азиялағы һуғыштарында “Сыңғыҙ-хандың өлкән улы, — тип теркәлгән Абу-л-Ғазиҙа, — Төркөстан тирәһендә хәрәкәт итеүсе атаһының аттарға ҡытлыҡ кисереүен ишетеп”, башҡорттарҙан алынған “йөҙ мең баш атты... башҡа бик күп бүләктәр менән бергә уға оҙата” (Рычков П.И. Топография Оренбургской губернии 1762 года. Оренбург, 1887; 51-52-се биттәр).

Ләкин... Дәшт-и-ҡыпсаҡтың төньяҡ-көнбайыш сигенә үк барып еткән ерҙә Яусы-хан, атай бойороғо буйынса артабан урыҫ ерҙәренә йән аямай ябырылаһы урында, “ул [Яусы-хан], яугир бурыстан янтайып, башы тартҡан тарафҡа киткәнлектән, Сыңғыҙ-хан сиктән тыш ярһып асыуланды” (Тизенгаузен, 64-се бит). Үҙ аҡылы менән эшләргә яратҡан талантлы яугир һәм сәйәсмән Яусы иһә был ваҡытта, дәһшәтле атай асыуына ла бирешмәй, баяғыса, Иҙел һәм Дон аралындағы Дәшт-и-ҡыпсаҡта ултыраҡланып ил ҡороуын дауамлаған булһа кәрәк. Урыҫтарҙы яулауҙың да атай юлынан айырмалы тынысыраҡ ысулын һайлағандыр ул, бәлки. Һөҙөмтәлә өс йылдан һуң, 1227 йылдың баштарында, талағы ташҡан Сыңғыҙ-хан Яусыны урҙаға саҡыртып ҡайтара ла, риүәйәттәр раҫлауынса, йәшертен рәүештә арҡаһын һындыртып үлтертә һәм шул уҡ йылда, көтмәгәндә, үҙе лә донъя ҡуя. Ә был ваҡыт Сыңғыҙ-хандың төрлө тарафтарҙа башҡа улдары етәкләмеш татар-монгол яуҙарының, Ҡытайҙың һәм Һиндостандың яртыһын, Хорезмды тулыһынса буйһондороп, Дәшт-и-ҡыпсаҡ ерҙәре аша Днепрғаса барып еткән — баяғы урыҫ сиктәрендә ут дөрләткән сағы була. Әммә уларҙы 1223 йылда Аҙау диңгеҙе яҡаһындағы Ҡалҡа йылғаһы буйында уртаҡ бәләгә ҡаршы берләшкән урыҫ-ҡыпсаҡ ғәскәрҙәре һәләк оторо ҡаршылай, ә шулай ҙа ете көн буйы барған ҡанлы һуғыштарҙа урыҫтар һәм ҡыпсаҡтар тар-мар ҡылынып, татар-монголдар Киев ҡапҡаһын ҡаға; ләкин унда дөрөп керергә өлгөрмәйерәк ҡалалар: был осорҙа Төркөстанда (Термездә) урҙаланмыш Сыңғыҙ-хандан ашығыс фарман килеп төшә. Днепрҙы аша сығырға әҙерләнгән татар-монголдар, ниәттәренән төңөлөп, кире-ҡабат Көнсығышҡа боролалар, ашығыс сәфәрҙә юлдарындағы Дон менән Иҙелде кисеп, Башҡортостандың Көнбайыш сигендәге башҡорттарҙың донъяға билдәле халыҡ-ара сауҙа ҡалаһыБолғарға тоҫҡалалар (бөйөк стратег Сыңғыҙ-хан тәүҙә, Днепр аша Көнбайышҡа үтерҙән элек, тәрән тылда тороп ҡаласаҡ ҡурҡыныстан арынырға — әле булһа үҙ алдына йәшәп ятҡан һәм йыһанды яулаусыларға баш бирмәй башлаған Башҡортостанды тар-мар ҡылырға бойорғандыр, моғайын). Ләкин Болғар ҡалаһына етер-етмәҫтән үк башҡорт-болғар ғәскәрҙәренең ифрат ҡаты ҡалҡанына бәрелеп, теге Ҡалҡа буйындағы һуғышта шөйлә хәлһеҙләнгән татар-монголдар, Башҡортостанға артабан кермәйенсә, борон-борондан уҡ башҡорттар сит ил каруандарына тотҡарлыҡһыҙ үтеп йөрөргә рөхсәтләгән һәм заманында Ибне Фаҙлан да гиҙеп үткән түтә юлдан туп-тура көньяҡҡа — үҙҙәренең ял урыны булған Хорезмға тәгәрләргә мәжбүрҙәр. Шулай итеп, Башҡортостан, әүәлгесә, татар-монгол аттарының тояҡтары баҫа алмаған үҙенсәлекле тере утрау көйөнсә ҡала бирә. Әммә ошо татар-монголдар өсөн ғүмерҙә лә күрелмәгән башҡорт феномены бөтә мәсьәләләрҙе лә күҙ асып йомғансы ҡылыс ярҙамында ғына хәл ҡылып күнеккән Сыңғыҙ-хандың тамағына арҡыры һөйәктәй тороп, был феномен башҡа илдәр һәм халыҡтар өсөн яман өлгө булыу ҡурҡынысы тыуҙыралыр, моғайын. Өҫтәүенә, Сыңғыҙ-хан менән килешеп эш иткән башҡорт батшаһы Мүйтән-бей ҙә ҡаған урҙаһынан киткән, Юғары Хөкөмдар итеп унда икенсе кеше — татар Шығай-ҡотаға ҡуйылған имеш (“Йәшерен хикәйәт”, 203-сө параграф), ә Сыңғыҙ-хандың бер туҡтауһыҙ һуғыш алып барыу сәйәсәтен ғәскәр менән дә, матди яҡтан да тәьмин итергә мәжбүр булыуы арҡаһында Башҡортостан ныҡ бөлгөнлөккә төшөп, башҡорт иле уға ҡаршы баш күтәрә башлаған... Ә бит 1224 йылдағы уҡ дөйөм ҡоролтайҙа “Яусы ылыҫы”ның ошо башбаштаҡ өлөшөн ауыҙлыҡлау тураһында ҡарар ҡабул ҡылынып та, йылдар буйына ул һаман үтәлмәгәс (шул ҡоролтай ҡарарынан һуң татар-монголдар, тип яҙа Юлиан, “Бөйөк Һунҡор өйөнә [Башҡортостанға. — Й.С. ] баҫып кергән һәм ун дүрт йыл буйына уларға һөжүм иткән, ә ун бишенсе йылда [1236 йылда. — Й.С. ] уларҙы алған”), буйһонмаусан Башҡортостан еңелеү белмәҫ бөйөк ҡағандың теңкәһенә ныҡ тейеп, ул, шик-шөбһәләргә бирелеп, баяғыса, өлкән улы Яусы менән бер йылда донъя ҡуйған. Әммә Сыңғыҙ-хан алға һөргән төп бурыс — ҡитғаның Көнбайыш яртыһын да баҫып алыу сәйәсәте мөҡәддәс маҡсат рәүешендә көн тәртибендә ҡала: 1227 һәм 1229 йылдарҙағы дөйөм ҡоролтайҙарҙа шул маҡсатты бойомға ашырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул ҡылына, ләкин был юлда баш баяғы бирмәҫ Башҡортостан, дөрләп торған ихтилалдар ояһы, инде Көнсығыш Европала ҡылыс айҡарға өлгөргән һәм Атлантик оҡеанғаса барып етергә сәмләнгән татар-монголдарға бик ҡаты ҡамасаулай, тәрән хәүефкә һала, сөнки улар Хорезмды һәм төньяҡ Һиндостанды яулағанда уларҙың төньяҡтағы дуҫы һәм тәьминәт сығанағы булып килгән Башҡортостан инде уларҙың ҡан дошманы булараҡ күҙаллана. Шуға күрә Сыңғыҙ-хандың урынына ҡалған уның улы Үгеҙәй-ҡаған беренсе сиратта Башҡортостанды тар-мар ҡылыуҙы мотлаҡ шарт итеп ҡуя.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: