Последний из сартаева рода




(историческое предание)

Научно-исследовательское общество по изучению Башкирии при Президиуме ЦИК БАССР. 1935 года 25 декабря, номер 31.

Архив института Истории, языка и литературы Башкирского филиала АН СССР, фонд 3, опись 12, ед. хр. 259.

 


Себер ханлығы һәм башҡалар

 

Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге

 

«Тарих атаһы» тип аталмыш мәшһүр Геродот (б.э. тиклем 490 — 425 йылдарҙа йәшәгән) яҙмаларынан уҡ боронғо башҡорт ҡәбиләләренең Волга, Кама, Иҙел, Ағиҙел, Яйыҡ, Иртыш, Обь йылғалары бассейндарында ныҡлы ултыраҡланып, йәки ярым күсмәле тормош ҡороп көн күреүҙәре мәғлүм (ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Хәтерхитап. Өфө — 2002; 76 — 93, 366 — 383-өнсө биттәр). Бөйөк илгиҙәр ул мәғлүмәттәрҙе Күрек (Греция) иленән беҙҙең яҡтарға үҙе килеп, беҙҙең тарихсы һәм географ бабаларҙан үҙе һорашып яҙып алған һәм ғәжәйеп теүәллеккә ирешкән. Әммә беренсе мәғлүмәттәрҙе гректарға, Геродотҡа тиклем үк, Проҡоннес ҡалаһынан Каистробий улы Аристей (б.э. тиклем VII быуатта ижад иткән), хәҙерге Свердлов, Ҡорған, Төмән өлкәләре буйлап аҡҡан һәм Тоболға ҡойған Әсәт (Исеть) йылғаһы буйҙарында булып ҡайтҡас, үҙенең атаҡлы «Аримаспейя» поэмаһында еткергән. Хәҙер ҙә унда, Аристей йөрөп үткән ерҙәрҙә, Башҡортостандың Себер юлы аборигендары — Ҡыуаҡан, Барын-Табын, Ҡара-Табын, Ҡатай, Терҫәк, Һалъйыуыт һ.б. ырыу башҡорттары йәшәй (Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974; 56-нсы бит). Шуныһы ла бик мөһим: Аристей беҙҙең бабаларҙың Болан (грекса Аполлон) хоҙай культын, ошо яҡтарҙан алып ҡайтып, гректарға еректергән, ә был иһә (болан) боронғо мәжүси диндәге башҡорттарҙың Ғәйнә ҡәбиләһенең хоҙайы булып тора («Әйнә менән Ғәйнә» мифын ҡарағыҙ).

Аристей уҙамандың үҙе күреп белеүенсә, ҡитғабыҙҙың шул өлөшөндә ҡәбиләләр түбәндәгесә урынлашҡан: «исседон»дар — йәғни Әсәт (Исеть) йылғаһы буйы башҡорттары; уларҙан төньяҡтараҡ «аримаспи»ҙар — йәғни әр-им (ир-ҡыҙ) йәки икенсе (ижектәрҙе кирегә әйләндереп) әйтелештәге шул уҡ Имир (ҡыҙ-ир) исемле гермафродит тәүбаба-хоҙайға табыныусы аҫабалар (башҡорттар), сөнки «аспи» — аҫаба тип еңел аңлашыла. Улар төйәкләнгән ер — хәҙерге Пермь өлкәһе булырға тейеш, сөнки «Пермь» атамаһы баяғы «аримаспи»ҙы ҡап-уртаға бүлеп, «әйләндереп» әйтеүҙән хасил: аспи-арим (аҫаба-ир-ҡыҙ) — ас-пиарим — Пермь. Аристей уҙаман баяғы Болан-Аполлон культын хәҙерге Пермь өлкәһендәге аборигендарҙан — Ғәйнә ҡәбиләһе башҡорттарынан ҡабул ҡылыуын әйткәйнек.

«Аримаспи»ҙарҙан артабаныраҡ, ти, Аристей, алтын эйәләре грифтар, уларҙан да төньяҡтараҡ диңгеҙ (Төньяҡ Боҙло оҡеан) менән сикләнгән ерҙә — «гиперборей»ҙар йәшәй...

Грифтар йәшәгән ер — гриф-ҡоштарға табыныусыларҙың иле, тимәк. «Гриф» һүҙенән әлегәсә «ғөрөф» (табыныу йолаһы), «герб» тигән һүҙҙәребеҙ бар; шулай уҡ башҡорттоң бик боронғо танытма-гербы булған һарауыстарыбыҙҙың Ҡатай һәм Әйле ҡәбиләләре өлгөләрендә ап-асыҡ гриф ҡошо һүрәттәрен күрәбеҙ (С.И. Руденко. Башкиры. М. — Л., 1955; 306-нсы бит). Аристей урынлаштырыуындағы ғәйнәләрҙән төньяҡтараҡ, тимәк, ҡатайҙарҙың һәм әйлеләрҙең бабалары йәшәгән.

«Гиперборей»ға килһәк, бөтә ғалимдар ҙа уны «һыуыҡ яҡ» тип аңлата һәм был ысындан да шулай. Серле һүҙҙең асылы башҡорт халыҡ ижадының бик боронғо ҡомартҡыһында аныҡ асыла: «балтаһыҙ-таҡтаһыҙ күпер бурай» (табышмаҡтың яуабы — ҡышҡы һыуыҡ, йәғни йылға өҫтөнә боҙ-күпер һала). Был «күпер-бурай» боронғо заманда, моғайын, «һепер-борай» тип әйтелгән — Аристей ҙа «һиперборей» тип яҙып алған шуны. «Һепер» һүҙенән — «Себер», һыуыҡ климатлы яҡтың исеме килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Себер башҡорттары йәшәгән ерҙең климатын Геродот (IV, 28) бик теүәл билдәләй: ундағы ҡыштар ғәҙәттән тыш һыуыҡ, һыуҙар туңа, унда ҡыш — һигеҙ ай, йәй дүрт ай дауам итә, ти ул. Скифтарҙың (йәғни үҫәргәндәрҙең бабаларының) һөйләүенсә, тип дауамлай тарихсы (IV, 31), ул яҡтарҙа күҙ асҡыһыҙ бурандар булып, һауаны һәм ерҙе ап-аҡ «ҡош мамыҡтары» ҡаплай — йәғни ҡар яуа. Халҡыбыҙҙың баяғы йомаҡтар китабында быныһы ла теркәлгән: 295. Ҡабара ла ҡабара, ҡабарынған мамыҡтай. 296. Аҡ мамыҡ менән бөтә донъя тулған. 297. Ҡара ерҙең өҫтөнә ҡаҙ мамығы кем һипкән?..

Геродотта (IV, 22) «иирик» — башҡорттоң Ирәкте ҡәбиләһе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: улар һунарсылыҡ менән көн күрә, һунарсы улъяһын, ағас башында һағалап ултырып, уҡ атып йәрәхәтләй ҙә, атына атлана һалып, этен саптыртып, януарҙы ҡыуып тота, ти ул. Һәм шулай уҡ ХIХ быуатта боронғонан күсереп яҙылған Ирәкте башҡорттары шәжәрәһендә лә уларҙың һунарсылыҡ менән көн күреүҙәре, ә айыуҙы, ағас башына «һәндерә яһап боҫоп, ҡарауыллап тороп атыу»ҙары, ирәктеләрҙең элек Иртыш, Тобол йылғалары буйҙарында йәшәүҙәре, шунан Миәс, Чусовая йылғалары буйлап ҙур кәмәлә Кама буйына күсенеүҙәре һәм хәҙерге Пермь ҡалаһы торған урында Айыусы салаһын ҡороуҙары әйтелә (Башкирские родословные. Уфа, «Китап», 2002; 359 — 360-ынсы биттәр). Күренеүенсә, Иртыштан алып Камағаса төньяғыбыҙ йылғалары буйлап һыу юлын тәү башлап Ирәкте башҡорттары үҙләштергән һәм ХVI быуат аҙағында Себер ханлығын бөлдөрөүсе юлбаҫар Тимофей Ермак та Каманан алып Иртышҡаса тап шул һыу юлынан килгән...

Әйткәндәй, Ирәкте башҡорттары шәжәрәһендә уларҙың Таҙлар ырыуы башҡорттарына уткүрше булып йәшәгәнлектәре бәйән ителһә, Геродотта ла (IV, 23, 25) шулай. «Бейек тауҙар (йәғни Урал. — Й.С.) итәгендә, — ти ул, — ирҙәре лә, ҡатындары ла тыумыштан уҡ таҙ (ялтас) башлы, осло танаулы (курносые), ҙур эйәкле кешеләр көн күрә... Кейемдәре скифтарҙыҡынса (йәғни үҫәргәндәрҙекенсә). Ағас емештәре менән туҡланалар. Тамаҡтарын туйҙырған ул ағастың исеме — понтик, уның бейеклеге инжир ағасыныҡылай, борсаҡ ҙурлыҡ, ләкин эсендә ҡаты тешле емештәр бирә. Емештәр өлгөргәс, уларҙы туҡыма үтәләй һығалар, емештәрҙән ҡуйы һәм ҡуңыр төҫтәге һут ағыла, ул һуттың исеме — әсеһе. Был һутты улар ялай һәм һөткә болғатып эсә, ә ул һуттың ҡуйҡымынан ләпәшкеләр (көлсә) яһайҙар ҙа шуның менән туҡланалар... Һәр кем ағас ҡоршау аҫтында йәшәй: ҡышҡыһын — ағас ҡоршауҙы тығыҙ аҡ кейеҙ менән көпләп, ә йәйгеһен — кейеҙһеҙ. Бер кем дә рәнйетмәй уларҙы, сөнки улар изгейән, тиҙәр. Һис ниндәй һуғыш ҡоралы юҡ уларҙа. Күршеләренең бәхәсләшеүен тап ошолар тикшерә, ә һыйыныр урын эҙләп уларға ҡасып килгәндәрҙе бер кемдең дә йәберләргә хаҡы юҡ; был халыҡтың исеме — аргиппей (йәки арғыбай)... Таҙларҙан көнсығыштараҡ исседондар йәшәгәнлеге теүәл билдәле». Тимәк, таҙлар — Әсәт йылғаһы башындағы аят күле тирәһендәрәк көн күргән.

Геродот таҙларының теп-теүәл башҡорт таҙлары икәнлеге текстан уҡ аңлайышлы: ағастың исеме «понтик» — әлегәсә «мөнтәк» йәки «миндек» һүҙҙәребеҙҙән шәйләнә (башҡа төрки телдәрҙә был һүҙҙәр юҡ), ә был иһә беҙҙең ҡышҡылыҡҡа мөнтәп (тәлгәштәрен һындырып) алып баулаған балан емеше, йәиһә мунсала сабыныу өсөн миндекләп бәйләгән ҡайын япрағы (миндек); «әсеһе» — балан ҡатығы, ә «әсеһерәү» — әсе аҙыҡ теләү, әселәү. Башҡорт халҡы әлегәсә, тап Геродот әйткәнсә, балан емешен бешереп, туҡыма (иләк) үтә һутын (әсеһен) һығып ала; бешергәнгә күрә лә ул ҡуңыр төҫтә һәм ҡуйы (балан ҡатығы). Шул һут ҡуйҡымын майланған таҡтаға ҡойоп (ҡаҡ ҡойоу), «ләпәшкәләп» киптергәс, ул тап Геродот әйткәнсә тамаҡ туйҙырмаҡҡа (сәйнәп ашарға) яраҡлы балан ҡағы була. Ә «ағас ҡоршауҙы тығыҙ аҡ кейеҙ менән көпләп» яһалған йорт — башҡорт тирмәһе икәнлеге бәхәсһеҙ. Геродоттан күренеүенсә, эскерһеҙ һәм игелекле Таҙлар ырыуы башҡорттарын күршеләре ҡушма һүҙ менән «арғыбай» тип ләҡәпләгәндәр; боронғо төрки телдә «арығы» — саф, «бай» — йомарт мәғәнәһендә булып, икеһе бергә «саф күңелле йомарт халыҡ» тигәнгә ҡайтып ҡала һәм Геродот әйткәндәргә мас килә.

Ә ни өсөн баштары таҙ (тасай) һуң? Быныһы ла сер түгел: борон замандарҙа Таҙлар ырыуы башҡорттары тасай башлы фаллос-хоҙайға — Атасҡа табынғанғандар (ундайҙарҙы 922 йылда ибн-фаҙлан да күргән), шул «атас»тан тас/таҙ/ Таҙлар ырыу атамаһы яһалған. Был ырыу кешеләре, ошо Атас (фаллос) хоҙайға оҡшарға бик тырышып, сәстәрен ялтаслатып ҡырып алғандар; өҫтәүенә, сабый саҡтан уҡ балаларының башын ҡаты тирәсләп (быуып), баш һөйәген фаллосҡа оҡшаш киртекләп үҫтергәндәр (башҡорттағы «киртек баш» тигән әйтем шунан ҡалғандыр). Ошондай яһалма ишаратланған баш һөйәктәрен археологтар тап Геродот төҫмөрләткән төбәктә — Әсәт, Тора йылғалары буйындағы ҡорғанлы ҡәберлектәрҙән тапҡандар (История Урала с древнейших времен до 1861 г., М., 1989; 121-енсе бит). Башҡорт халҡы Ислам динен ҡабул ҡылғандан һуң, башҡорттоң Таҙлар ырыуы ла мәжүсилектән (фаллосҡа табыныуҙан) һәм шуға бәйле баш һөйәктәрен яһалма киртекләүҙән арынып, Таҙлар тигән ырыу исемдәрен генә ошо көндәргәсә килтереп еткергәндәр. Һуңынан төрлө тарафтарға таралған таҙларҙың бер өлөшө ХVIII быуатта ла Обь һыуына ҡойоусы йылғаның буйында йәшәп, уға Таз йылғаһы тигән исем бирелгән. Шул уҡ быуатта Башҡортостандың Себер юлында Тазлар ылыҫы (волосы) булған. Быуаттар дауамында Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышына күсенгән ул башҡорт ырыуы кешеләре хәҙерге Борай районының Таҙтүбә, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар һәм Йәнсура районының Таҙлар ауылдарында көн күрә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Геродот баба «осло танаулы» (курносые) тип яҙып ҡалдырған шул ҡиәфәттәрен үҙгәртмәгәндәр, буғай, сөнки 1926 йылғы йорттарҙы иҫәпкә алыу (перепись) кенәгәһендә һуңғы ауыл ике исем менән: Тазларово һәм Курноскина тип теркәлгән...

Геродоттан (IV, 13) беҙ боронғо башҡорт ырыуҙарының заманына күрә дәүләт формаһына — ҡәбилә хәрби берлектәренә ойошоуын һәм ер-һыу өсөн бер-береһен ҡыҫырыҡлап йәшәүҙәрен күрәбеҙ: «һепербурайҙарҙан тыш, аримаспиҙарҙан башлап бөтә был ҡәбиләләр һәр саҡ күршеләренә ябырылғандар. Аримаспиҙар исседондарҙы илдәренән ҡыҫырыҡлап сығарған кеүек үк, исседондар — скифтарҙы (үҫәргәндәрҙе. Й.С.). Көньяҡ диңгеҙ янында йәшәгән ҡумырыҡтар иһә скифтар ҡыҫымы аҫтында илен ҡалдырып китә».

Һуңғы һөйләмдә Ҡумырыҡ башҡорттарының (хәҙер улар Башҡортостандың Архангел районындағы Аҙау һәм Тирәкле ауылдарында йәшәй), үҫәргәндәр ҡыҫымы аҫтында хәҙерге Каспий диңгеҙе янынан ҡубынып, хәҙерге Керчь (боронғо исеме Ҡумырыҡ) боғаҙы буйына күсенеүҙәре тураһында һүҙ бара. Ә Аҙау ауылының исеме — боронғо ҡумырыҡтар йәшәгән яҡтың Аҙау (Азов) диңгеҙе исеменән, был иһә «Уҙаҡ-Туҙаҡ — һуңғы балабәшнәк» тигән эпосыбыҙҙа сағыла (Башкирское народное творчество, том 1. Эпос. Уфа, 1987; 239-ынсы бит).

 

 

Солон-ата һәм Шығай бей

 

Башҡорт ере һәм башҡорттар тураһында гректарға беренсе башлап мәғлүмәт биргән Аристей сәйәхәтенән тыш, икенсе бер грек сәйәхәтсеһенең дә Геродоттан элек үк беҙҙең яҡтарҙа пәйҙә булыуы билдәле: Аристейҙың замандашы, шанлы сәйӘсмән һәм социаль реформасы, шағир, сәйәхәтсе һәм «донъяның ете аҡыллыһының береһе» тип ләҡәпләнмеш Солон Эксекестид улы ул (б.э. тиклем 635 — 559 йылдар тирәһендә йәшәгән).

Ер йөҙөн әйләнеп сығыу теләге менән ул ун йыллыҡ сәйәхәткә китеп, хәҙерге Төркиә тупрағындағы башҡорт һарттары дәүләтенең Һарт (Сард) исемле баш ҡалаһында туҡталып, һарт иле (Лидия) батшаһы Ҡоросҡа (Крезға) аҡыл һабаҡтары биреүе Геродот яҙмаларынан билдәле. Шунан һуң уҙаман сәйәхәтен төньяҡҡа табан дауамлап, тарих өсөн эҙҙәре тамам юғала һәм, замандашы Аристей кеүек үк, легендар шәхескә әүерелә. Ләкин башҡорт шәжәрәләренән был аҫыл заттың был яҡтарға — беҙҙең бабалар араһына килеп еткәнлеге һәм, оло хөрмәт ҡаҙанып, ошо башҡорт ерендә үлеп ҡалғанлығы билдәле. 1926 йыл матбуғатында үҫәргәндәрҙең «Нуғай ылыҫы шәжәрәһе» тигән тәүәрихенә таянып яҙған абруйлы тарихсыбыҙ Сәғит Мираҫ был хаҡта асыҡ белдерә: «Нуғайҙарҙың (йәғни Үҫәргән башҡорттарының. — Й.С.) иң әүәлге хандары Әмәт Хәмәт хан булып, башта Зәй, Шишмә тигән урында торһа ла, һуңынан Иҙелдең аръяғындағы Солон атаның ҡәбере булған Ҡарбин тигән ергә барып урынлашып, бер ҡәҙәре ғүмер һөргәндән һуң ҡартайып, ханлығын Шығай бәккә тапшырҙы.

Шығай бей, Шатҡы йығаһы буйында йорт һалып, бөтөн ғүмерен шунда уҙғарҙы. Шунда вафат булып, Солон ата ҡәбере янына дәфен ителде» («Ватандаш» журналы 1996/2; 100-өнсө бит).

Ғәзиз бабабыҙ нигеҙләгән Шатҡы ҡасабаһы әле лә бар — хәҙерге Татарстан республикаһының биләмәләре булып тороп ҡалған. Шул Шатҡы янындағы боронғо зиратта, тимәк, изгеләрҙән изге һаналған Солон ата ла, Шығай (Шәйех-Ғали) бей ҙә ерләнгән булып сыға. Эйе, башҡорт хәтере оҙон — б.э. тиклем VII быуатта уҡ башҡорт ерендә һуңғы йортон тапҡан аҡыллыларҙың аҡыллыһы Солон һәм уның изге ҡәбере хаҡындағы иҫтәлекте, быуаттар һәм дәүерҙәр дауылдарында ла юғалтмай, ошо көндәргәсә килтереп еткергән!

Башҡорттар ҙа үҙ сиратында, Аристей һәм Солон замандарында уҡ, алыҫ Ағай (Эгей), Урта диңгеҙ буйҙарына бик йыш сәйәхәт ҡылғандар. Геродот (IV, 33 — 35) хәбәр итеүенсә, боронғо күрек иленең (Грецияның) Талас (Делос) утрауында йәшәүсе «һепербурай» бабаларыбыҙҙың Артымитә (Шүлгән) хоҙайбикәгә арналған изге ҡорамы булған, тереклеккә ырыҫ-артым биреүсе ошо изге Артымитә ҡорамына, йыл һайын, алыҫ Уралдағы Тәүтөйәгебеҙҙән (Башҡортостандан) изге Көн-Өфө (Ҡәнифә) юлы буйлап тейешле хәйер-садаҡалар — бойҙай һаламына төрөүле (тимәк, игенселәр иле!) затлы бүләктәр ебәрелеп торған. Был аманат, тап бөгөнгө почта аша оҙатылғандай, Көн-Өфө юлы буйындағы илдән-илгә, ҡулдан-ҡулға тапшырылып ҡитғаның шул осонаса барып еткән. Ә «почта» шулай яҡшы эшләрлек итеп юлға һалынғанға тиклем иң тәүҙә изге аманатты, юл башлап, ике сая ҡыҙыбыҙ (ҡыҙҙарҙы юлландыртыу — Шүлгән-Артемиданың әсә йәнле хоҙайлығына ишара) — Һәпрәкә (Һиппероха) менән Лайҙикә (Лаодика) һылыуҙарыбыҙ алып барып еткергән, эргәләрендә биш ир-йәнуҙаҡ (телохранитель) оҙатып барған уларҙы. Ҡыҙҙарыбыҙҙың икеһе лә шул Таласта (Делоста) аяныслы вафат булып (Артымитә хоҙайбикәгә йәндәрен фиҙа ҡылдылармы икән әллә?), икеһе тиң Артымитә ҡорамының һул яғына ерләнгән (һул яғына — әсә, йәғни Үҫәргән яғына, тимәк), был ҡәберҙәр унда изге һаналған... Ә Абарис тигән мәшһүр бабабыҙ, ҡулына магнитлы уҡ (компас!) тотоп, Ер шарын урап сыҡҡан һәм, юл ыңғайында гректарға һуғылып, ерҙең, һис тә гректар уйлағанса, көлсәләй ләпәш түгеллеген, ә ҡорот йомарлағы һымаҡ түп-түңәрәк шар икәнлеген иҫбатлаған (Геродот, IV, 36)...

Геродот биргән мәғлүмәттәрҙән һуң быуат артынан быуаттар уҙып, башҡорт ерҙәрендә ниндәй дәүләттәр хасил булғанлығын һәм бер-береһен алмаштырғанлығын айырым китап эсендә ҡалдырып тороп, Сыңғыҙ хан яуҙары осоронда шул «һепербурай»ҙар илендә — боронғо Башҡортостандың Себер юлында хасил булмыш Себер ханлығыбыҙ хаҡында ҡыҫҡаса хикәйәтләүгә күсәмен.

 

 

Тарихи Себер ханлығының башланыуы

 

Себер ханлығы тураһында яҙыусылар бөтәһе лә Ермак юлбаҫар яулауынан һуң Себерҙә йәшәгән Есипов тигән урыҫтың билдәле «Есипов йылъяҙмаһы»н төп-нигеҙ итеп ала — был бик яҡшы һәм дөрөҫ. Ләкин шул уҡ ваҡытта Себер ханлығының төп халҡы башҡорттар икәнлеген баштарына ла килтермәй (йәки килтерергә теләмәй), Сыңғыҙ хан яулауҙары осорондағы бөтә төрки халыҡтарға ла урыҫтар һ.б. йәбештергән «татар» атамаһын ҡулланып, ысынлап та бөтәһе лә татар булған, тип уйлайҙар, буғай (мәҫәлән, ундағы Әйле башҡорттарын «аялы татарлары» тип яҙалар). Шул танымауҙары арҡаһында улар башҡорттоң яҙма тәүәрихтәрен — шәжәрәләрен ҡулланыуҙан мәхрүмдәр. Һөҙөмтәлә мәсьәләләренең байтағының осо осҡа ялғанмай һәм хатта бер кеше ғүмере оҙонлоҡ осорҙа ла боронғо Башҡортостандың төрлө остарында бер үк заман тәүәрихтәренә кергән атаҡлы Ябынсы (Япанча), Ядкәр, Агиш, Тәүкил кеүек бер үк исемле, ләкин «үҙенә башҡа» һымаҡ һаналыусы шәхестәр йөрөп ята уларҙың яҙмаларында. Ныҡлабыраҡ төпсөнһәк, моғайын, бер үк кешеләрҙер улар?.. Һәм, ғөмүмән, беҙҙең тарихи әҙәбиәттә Себер ханлығы, нуғай урҙалары хандарының, кенәздәренең, мырҙаларының исемдәре төрлө урында төрлөсә һәм бер-береһенә бәйләнешһеҙ, дөйөм бауға теҙемһеҙ рәүештә аталып, бөтөнләй беҙгә, башҡорттарға, ҡағылышһыҙ — ҡайҙандыр күктән килеп төшкән ятбауырҙар кеүек тойола, ә бит башҡорт тарихының ғәзиз йәндәре улар!

Себер тарихы хаҡындағы хикәйәтте баяғы төп-нигеҙҙән — Есипов йылъяҙмаһының тейешле өлөшөн теүәл итеп иншалауҙан башлайыҡ (ул, авторы әйтеүенсә, заманында урындағы шәжәрәләргә һәм аҡһаҡалдар һүҙенә таянып яҙылған).

1. Ишем йылғаһы буйында Мөхәммәт динен тотоусы Оң (Он) батша булған. Ябай-ялпы араһынан ҡалҡынып сыҡмыш Сыңғыҙ тигән бер юлбаҫар ул илгә һөжүм итеп, Оң батшаны үлтерә, батшалығын ала. Оң батшаның яҡындарынан берәү Оң батшаның улын Сыңғыҙ үлтереүенән ҡурсалап алып ҡала, улдың исеме —

2. Тайбуға. Күпмелер ваҡыт үткәс, батша улының тере ҡалыуы хаҡында Сыңғыҙға еткерәләр, Сыңғыҙ уны хөрмәтләп ҡабул ҡыла, уға кенәзлек дәрәжәһе бүләк итә. Кенәз Тайбуға Сыңғыҙ батшанан һорай: батша ҡайҙа теләһә, ул шунда ғәскәр менән яуға барасаҡ. Сыңғыҙ батша уға ҡораллы ҙур ғәскәр биреп, уны Иртыш йылғаһы буйлап теләгән бер илде яулап алырға ебәрә. Кенәз Тайбуға Иртыш һәм Обь йылғалары буйындағы халайыҡтарҙы буйһондороп, ҡыуаныс алып ҡайта. Сыңғыҙ батша Тайбуғаның нисек итеп күп халайыҡтарҙы уға буйһондороуын һәм башҡа файҙалар килтерәсәген шәйләп, шан-шөһрәткә күмә уны. Тайбуға Сыңғыҙ батшанан уны үҙе теләгән ерҙә йәшәргә ебәреүен һорай, батша уны ҡәнәғәтләндерә. Тайбуға Тора (Тура) йылғаһы буйына китеп, шунда ҡала ҡора (хәҙерге Төмән), Сыңғыҙин тип атай уны. Тайбуға шул ҡалала күп йылдар йәшәп, шунда үлә. Шунан һуң Тайбуғаның улы —

3. Хужа кенәз була. Унан һуң Хужа улы —

4. Мар [159] кенәз. Уның улдары Одер [160] һәм Абалаҡ [161]. Кенәз Мар Ҡазан тарафының Өфөк[162] (Упаҡ) батшаһы (Уаҡҡастың) ҡыҙына өйләнә. Шул Ҡазан тарафының Өфөк батшаһы үҙенең кейәүе Марҙы үлтереп, ҡаланы ала һәм күп йылдар биләп тора шуны. Мар улдары Одер һәм Абалаҡ үҙ әжәлдәре менән үлә. Шунан һуң Одер улы —

5. Мамат [163] баяғы Ҡазан тарафынан килмеш һәм Марҙы үлтермеш Өфөк батшаны (Уаҡҡасты) үлтерә лә Сыңғыҙин ҡалаһын емерә, Себер еренә[164] үтеп кереп, Иртыш йылғаһы буйында[165] ҡала ҡора ла ул ҡаланы Себер тип атай — Себер исеме шунан, имеш. Батша шунда күп йылдар йәшәп үлә. Ә Ишем йылғаһы буйындағы уларҙың боронғо батшалығы, шулай итеп, Тора йылғаһы буйына күсә. Мамат кенәздән һуң Себерҙә уның бер туғаны Абалаҡтың улы —

6. Агиш кенәзлек итә. Унан һуң Мамат улы —

7. Ҡасим [166]. Унан һуң Ҡасим улдары —

8. Ядкәр, Бикбулат [167]. Уларҙан һуң Бикбулат улы —

9. Сәйдәк [168]...

Дала яғындағы ҡаҙаҡ урҙаһының батшаһы Күсем Мортаза улы ғәскәре менән Себер ҡалаһын яулап, Ядкәр кенәзде тереләй ҡулға ала, ә Бикбулат кенәзде үлтерә, үҙен Себер батшаһы итеп иғлан ҡыла...

Бикбулат улы Сәйдәкте Күсем ҡылысынан ҡотҡарып алып ҡалалар һәм «Бохара еренә» илтеп ҡуялар...

Есипов йылъяҙмаһы шәжәрәһенең теүәллеген самалап ҡарау өсөн, башындағы (Оң хан үлгән йыл — 1202) һәм аҙағындағы (Бикбулат хан үлгән йыл — 1563) даталарға таянайыҡ та урталағы арауыҡты (361 йыл) шәжәрәлә исемдәре теркәлгән быуындар[169] һанына (8) бүләйек: 361:8=45. Тимәк, хандарҙың һәр быуыны уртаса 45 йылда бер тыуған, ә был иһә тарих фәнендә һыналған һәм ғалимдар тарафынан дөйөм ҡабул ҡылынған быуындар араһы дәүмәленә — 25 йылға шаҡтай һыйышмай. Себер ханлығы тарихын өйрәнеүселәр ҙә ошоға ныҡ иғтибар итеп, шулай ҙа сетерекле һанды (оҙон ғүмер сәбәбен) Себерҙең саф ер-һыуы, аҙыҡ-түлек муллығы, һуғыш-ҡырылышһыҙ тыныс тормош менән аңлатырға тырышалар, ләкин барыбер шик ҡала.

Сағыштырып ҡарамаҡҡа шул уҡ заманда, шундай уҡ шарттарҙа һуҙымланған, 1563 йылда Борнаҡ хандың башына еткән Мортаза улы Күсем хандың ошоғаса дөйөм ҡабул ителгән һәм ҡулланылған шәжәрәһен алайыҡ та икеһе өсөн дә уртаҡ арауыҡ (361 йыл) һанын быуындар һанына бүлеп ҡарайыҡ. Күсем хан шәжәрәһенең тарихсылар ҡулланған быуындар теҙмәһе ошолай:

 

1. Сыңғыҙ. 2. Яусы. 3. Шайбан. 4. Баһадир. 5. Жужи буға. 6. Баҙарғол. 7. Маңҡа Тимер. 8. Бикҡунды. 9. Ғали. 10. Хажимөхәммәт. 11. Мәхмүдүк. 12. Мортаза. 13. Күсем — бөтәһе 13 быуын.

 

Баяғыса иҫәпләһәк, килеп сыға быуындар арауығы — яҡынса 28 йыл. Есипов йылъяҙмаһына теркәлгән һәм тарихсыларға төп-нигеҙ булып хеҙмәт иткән Оң Тоғорил тоҡомло Себер башҡорт хандары шәжәрәһе теүәл түгел — дүрт-биш быуын теркәлмәй ҡалған, тимәк. Ошо бушлыҡ бигерәк тә Тайбуға — Мар араһында һәм Одер — Мәмәт араһында һиҙелә. Тәүгеһен әлегә тергеҙеү мөмкин булмаһа ла, һуңғыһын тарихи сығанаҡтарҙан юллап табыу мөмкиндер.

 

Кем ул Оң хан?

 

Баштан уҡ күренеүенсә, легендар Аристей замандарынан уҡ башҡорт ырыу, ҡәбиләләре төп халыҡ — аборигендар булып йәшәгән Себерҙең һуңғы дәүер хандарының шәжәрә башында, күреүебеҙсә, ниндәйҙер серле Оң хан тора. Кем ул?

Рәсәй тикшеренеүселәре уның кемлеген һис тә төпсөнөп ҡарамайҙар, сөнки әкиәткә генә хас легендар, хатта ярым мифик образ һанайҙар, буғай. Ләкин уның тәғәйен кем икәнлеге, тарихи шәхеслеге, «ябай-ялпынан сыҡҡан юлбаҫар» Темәсйән тарафынан үлтерелеүе Темәсйән-Сыңғыҙ хан тәүәрихтәрендә ярылып ята. Быны асыҡлауҙан элек, Геродот (IV, 56) замандарында уҡ шул тарафтарҙа «Герр йылғаһы» барлығын, ул Иртыш тамағынан түбәндәрәк Обтың һул яҡ ярынан тармаҡланып сығып, төньяҡ Сосьва йылғаһына барып тоташыуын һәм Герр тармағының һул яғында (Герр илендә) шул һыуға исем биргән Герр ҡәбиләһе йәшәгәнлеген иҫәпкә алайыҡ. Был Герр ҡәбиләһе кешеләре — хәҙерге Башҡортостан республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүсе Гәрә (йәки Гәрәй/Кирәй/Керей) башҡорттарының туп-тура алыҫ бабалары булып тора, Сыңғыҙ хан тәүәрихендә улар кирәйҙәр (кереиты) тип яҙыла. «Если кереиты — могущественное и многолюдное объединение, еще в домонголскую эпоху создавшее свое государство на границе с Китаем, — и были тюрками, — тип яҙа Р.Ғ. Кузеев, — нет сомнения и в том, что их движение в ХIII веке на запад, вызванное разгромом их государства в 1202 году монголами, происходило в составе войск завоевателей и, следовательно, сопровождалось в самом начале ХIII века проникновением и смешением в их среде монголского компонента..» (Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974; 181-енсе бит). Йәғни Кузеев та раҫлай: хәҙерге башҡорт гәрәйҙәре — боронғо Себерҙәге башҡорт кирәйҙәр, улар унда, Ишем йылғаһы буйҙарында, Ҡытайға күрше үҙ дәүләттәрендә йәшәгәндәр; 1202 йылда был дәүләтте Темәсйән (һуңғы исеме Сыңғыҙ хан) емереп, тере ҡалған кирәйҙәр (хәҙерге гәрәйҙәр) Урал аша көнбайышҡараҡ күсенергә мәжбүр булғандар. Тап шул кирәйҙәр дәүләтенең һуңғы ханы Оң хаҡында һүҙ бара ла инде өҫтә килтерелгән Есипов йылъяҙмаһында. Һәм Сыңғыҙ хан тәүәрихендә лә (Лубсан Данзан. Алтан тобчи. М., 1973) ул тап шулай — «Онг-хаган кереитский» (йәғни кирәйҙәр ханы Оң) тип бирелә. Күренеп тора: Оң — хәҙергесә уң (правое крыло). Нимәнең уң яғы һуң ул, тип тә һис баш ватаһы юҡ, әгәр ҙә ки боронғо һәм бик боронғо Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихын төҫмөрләһәк. Йәғни «уң» («оң») — кирәйҙәр ханының атай-әсәй ҡушҡан исеме түгел, ә боронғо Башҡортостан дәүләтендә башҡарған вазифаһының аталышы. Үҙәк Башҡортостан көнәсәһенә (кенәзенә) йәғни баш ҡалабыҙ Көн-Өфө (хәҙерге Өфө) тәхетендә ултырмыш Туҡсаба Ҡаҙансы улына туп-тура буйһонған, дәүләттең уң яҡ (көнсығыш) сигендәге ылыҫтың (улустың) ханы, йәғни сик һаҡсыһы ул, шуға ла уны Оң хан (Уң хан) тигәндәр. Ә атай-әсәй ҡушҡан исеме — Тоғорил; «Үҫәргән тәүәрихе»ндә лә ул «Тоғорил хан» тип атап әйтелә («Ағиҙел» журналы 2000/1; 126-нсы бит). Тап ошо «уң — һул» ҡағиҙәһе буйынса, уның ылыҫының халҡы (ҡоро) булған кирәйҙәрҙе лә уң-ҡор — уңғар тип йөрөткәндәр (хәҙерге Уңғар - Бишауыл Уңғар ырыуы башҡорттары). Тап ошоноң һымаҡ уҡ, боронғо Башҡортостандың көнбайыш сигендәге ылыҫ кешеләрен, «һул яҡ» мәғәнәһендә, һуң-ҡор/суң-ҡор — һуңғар (хәҙерге мадъяр-венгерҙар) һәм зуңғар (монголдар араһында ҡалып монголлашҡан башҡорттар) тип йөрөткәндәр.

«Алтан тобчи» тәүәрихендә лә Есипов йылъяҙмаларындағы ваҡиға: кирәйҙәр иленә Сыңғыҙ хан («Үҫәргән тәүәрихе»ндәге Туҡан хан) ябырылып, Тоғорил Оң ханды үлтерә, ә хандың берҙән-бер улы, йәш үҫмер Нилҡа Санғун, сикәһенә уҡ ҡаҙалып яралана. Әйткәндәй, «Нилҡа Санғун» да хан улының, атай-әсәй ҡушҡан исеме булмайынса, ләҡәбе генә имеш («нилҡа» боронғо төркисә — «зәңгәркүҙ», «санғун» — кирәйҙәр армияһындағы хәрби дәрәжә). Оң хандың бер туған ҡустыһы ла Санғун ләҡәпләнгәнлектән, уларҙы бутамаҫ өсөн, хан улын, күҙҙәренең төҫө буйынса айырып, Нилҡа Санғун тип йөрөткәндәр, булһа кәрәк. Ә атай-әсәй ҡушҡан исеме Есипов йылъяҙмаһында асыҡ бирелгән — Тайбуға. Һәм был ике сығанаҡта ла хандың улын үлемдән хандың яҡындарының береһе ҡотҡарып алып ҡала. Тимәк, Тоғорил Оң хандың Нилҡа Санғун ҡушаматлы улының ысын исеме — Тайбуға...

Әлхасил, Тайбуға солтан, Сыңғыҙ хандан фатихаланып, һуңынан Тора (Тура) исемен алған йылға буйында үҙ ханлығын ойоштора, хан ҡалаһын (тораһын) ҡора. Атаһын Сыңғыҙ хан үлтерһә лә, үҙен һәм ырыуын ярлыҡап, айырым ханлыҡ булып йәшәргә хоҡуҡ биреүе өсөн, баш ҡалаһын Сыңғыҙин тип атауы ла тәбиғи.

Есипов йылъяҙмаларынан күренеүенсә, Тайбуға хан ныҡ ҡартайып, үҙ әжәле менән китә донъянан, Хужа исемле улы ҡала урынына. Ул да имен-аманлыҡта оҙаҡ йәшәп, ҡартайып үлгәндер, моғайын. Әммә Хужа улы Марҙың ханлыҡ осоро хәүефле лә, фажиғалы ла тамамлана. Шуныһын әйтергә кәрәк: Тайбуғанан башлап уҡ, был шәжәрәнең шәхестәренә, моғайын, Сыңғыҙ хандың үҙе үк тарафынан, Башҡортостан хакимдарының иң юғары (император урынындағы) дәрәжәһе — көнәсә (кенәз) дәрәжәһе бирелә, ә был иһә дөйөм Башҡортостан көнәсәһенә (кенәзенә) буйһонмау, уның һымаҡ уҡ үҙ аллы кенәз булыу, тимәк. Был хәл, әлбиттә, Башҡортостандың ҡануни кенәзенең зитына ныҡ тейгәндер...

Был осорҙа Тайбуға кенәз тоҡомдары буйһонарға тейешле, Көн-Өфө ҡалаһының хан-тора (йәки Тора, Тура) ҡәлғәһе (кремле) кенәзе булып кем торған икән һуң?

 

 

Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас

 

«Үҫәргән тәүәрихе»нән билдәле булыуынса, ХII быуатта был ҡәлғә тәхетендә атаҡлы баба Төкләҫтең улы Тора кенәз ултыр&



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: