Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 46 глава




Йезди хәбәр итеүенсә, Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре Әзербайжанға керә, Тебризды ала һәм, илде талап, ҙур улъялар менән кире боролоп ҡайтып китә. Мәсхәрәһенә сыҙай алмай ярһыған Аҡһаҡ Тимер, игелекһеҙ ҡустыһын аҡылға ултыртмаҡҡа, уның тәрән тылына бәреп кереп, Алтын Урҙа исемләнмеш икһеҙ-сикһеҙ державаһының төп таянысын — Яусы ылыҫы Башҡортостанды тар-мар ҡылырға һәм, әгәр ҙә барып сыҡһа, Туҡтамыш-хандың үҙен дә шунда дөмөктөрөргә ниәтләй. Төньяҡ тарафҡа был яуаплы һәм оҙайлы сәфәр әмәлен эшләгәндә Тимергә, моғайын, ҡиммәтлә кәңәш һәм мәғлүмәттәрен биреп, Яусы ылыҫының Туҡтамыш-хандан ҡасып китеп бында һыйынмыш хан нәҫелдәре — Урыҫ-хан улы Тимер-Ҡотлоҡ һәм уның ике тыуған ҡустыһы, Туҡтамыш-хан ҡулынан үлгән Тимер-Мәлик-хандың улы Көнсө мөкиббән ярҙамлашҡандыр; һәм бигерәк тә Башҡортостанды үҙенең биш бармағылай яҡшы белгән тәжрибәле, сая башҡорт — Аҡ Маң-т (бында Маң — Мең, ә “т” — күплек күрһәткесе) — хәҙерге башҡорт Мең ырыуының һул (аҡ) ҡанатының бейе, ләкин Үҫәргән ырыуынан сыҡмыш һәм шулай уҡ Туҡтамыш-хандан ҡасып китмеш батырыбыҙ Йеҙекәй (сығанаҡтарҙа Едигу) тырышлыҡ күрһәткәндер Ә.В. Туған билдәләүенсә, Йеҙекәй баяғы Туҡтамыш-хан ҡулынан үлмеш Тимер-Мәлик-хандың йәш ҡатынының бер тыуған ағаһы булған. Туҡтамыш-хан көслөк менән тәхеткә ултырғас ул, тыштан ғына ялтырап уға өлгөр хеҙмәт итһә лә, үлтерелгән кейәүенең ҡонон алырға һәм ике тыуған ҡустыһы Көнсөнө тәхеткә күтәрергә тип, аҫтыртын яҫҡанып йөрөгән; йөрөй торғас, ханына хыянат ҡылып, уның дошманы Аҡһаҡ Тимер тарафына ҡасҡан; улы Мораҙым (сығанаҡтарҙа Нур-ад-дин; артабан, башҡорт эпосындағыса, Мораҙым тип аламын) менән бергә йәне-тәне менән Тимергә яраҡлашып, ниәтен бойомға ашырырға сәғәте һуғыуын көткән. Бай тормош тәжрибәле, әүҙем тәбиғәтле һәм аҡыллы Йеҙекәйҙең был йәһәттән күп йылдар буйына ныҡышмалы эшмәкәрлеге, Туҡтамыш-хан шәхесе өсөн генә түгел, ә бөтә Алтын Урҙа өсөн һәләкәтле булып сыға — ул дөрләткән үҙ-ара тартыштар һәм бер яҡтан Аҡһаҡ Тимерҙең, икенсе яҡтан урыҫ кенәздәренең һөжүмдәре, тора-бара, бөйөк дәүләттең тарҡалыуына килтерә...

Әлхасил, тарихсы яҙыуынса,“Дәшт-и-ҡыпсаҡҡа сәфәр сығырға йыйынып, Тимер үҙенең империяһы төбәктәренән ғәскәр табырға табышсыларын юлландыра: һәр өлкәнән һәм ҡәбиләнән атлылар һәм йәйәүлеләр, төркиҙәр һәм тажиктар йыллыҡ аҙыҡ мөлкәттәре менән килергә тейеш. Шулай ҡарар ҡылынды: һәр кешелә дүрт төр ҡорал әҙер торһон — ян, 30 уҡ, тоҡсайлы ян ҡулсаны һәм ҡалҡан; һәр 10 кешегә — 1 сатыр, 2 көрәк, 1 кәтмән, 1 ураҡ, 1 бысҡы, 1 балта, 1 беҙ, 100 энә, ярты ман (ман — 20 кг. — Й.С.) амбар үлсәмендәге бау-шыу, 1 ныҡ тире һәм 1 оло ҡаҙан булһын һәм йәмғеһен һәр урында, талап ителгән һайын, сығарып күрһәтһендәр. Быларҙан тыш, бөйөктәрҙән бөйөк фарман бирелде: Ташкенттан сәфәр сыҡҡандан һуң һәр кеше айына 1 ман амбар үлсәмле он ашаһын һәм бер кем дә икмәк тә, көлсә лә, туҡмас та бешермәһен, ә өйрә менән генә туҡланһын. Эштәр шулай көйләнгәс, Тимер Ташкентта ҡышларға ҡалды, ә сәфәр айының уртаһында (= 8/ I — 5/ II 1391), ҡышлағынан ҡубынып, ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын Сәмәрҡәндкә оҙатты, үҙе менән бергә Хажи-бәк ҡыҙы Сулпан-мәлик-ағаны ғына алды...

Ғәскәрҙәрен тәртипкә килтергәс, Тимер һәр әмиргә юл күрһәтеүселәр беркетте: еңеү килтереүсе байраҡ барған үҙәктә — Тимер-Ҡотлоҡ-уғлан һәм уның ике тыуған ҡустыһы Көнсө-уғлан, тағы Йеҙекәй-үзбәк (йәғни асаба-ҡ, аҫаба башҡорт. — Й.С.)”... Күренеүенсә, Алтын Урҙа дәүләтенең хыянатсылары илбаҫарға төп юл күрһәтеүселәр булған, улар Яусы ылыҫының географияһын да, ҡәбиләләрен һәм илдең стратегик объекттарын да бик яҡшы белгән.

“19/ I 1391 йылда... бөйөктәрҙән бөйөк ылау... сәфәргә сыҡты... Отрар янындағы Ҡарасөмән тигән ерҙә... туҡталғас, Туҡтамыш-хандан илселәр килде”... Уларҙың ниндәй йомош йөкмәүҙәре бында әйтелмәһә лә, ике император араһындағы ҡытыршылыҡтарҙы шымартыу, эште яңы һуғышҡа илтеп еткермәү өсөн ебәрелеүҙәре, ә Тимерҙең Башҡортостанға табан ғәскәр менән ҡуҙғалыуы Туҡтамыш-ханға әлегәсә билдәһеҙ ҡалыуы аңлашыла. “21/ II 1391 й., ҡоролтай йыйып, ул (Тимер) үҙенең уғландары һәм әмирҙәре менән кәңәшләшкәс, илселәрҙе үҙе менән бергә алып* (*Аноним Искәндәр: “Һәр төмәнгә шул илселәрҙән берәр кешене юл күрһәтеүсе итеп беркетеп”)... яулау юлына ҡуҙғалды”... Күренеп тора: илселәрҙән тәүҙә, һуғышта ҡулға төшкән дошман “тел”дәре рәүешендә тәфтишләп, Туҡтамыш-хандың дәүләт һәм хәрби серҙәре йолоп алынған һәм улар, үлем янауы аҫтында шулай әмәлһеҙҙән тыуған ил хыянатсыларына әүерелеп, ифрат ҡиммәтле юл күрһәтеүселәр һәм кәңәшселәр булараҡ, Тимерҙең һәр дивизияһына берәрләп беркетелгән — киләсәктәге Туҡтамыш-хан уңышһыҙлыҡтарының яҡшы маяһы булған был. Нәүбәттәге өс аҙна буйынса илбаҫарҙар ҙур ауырлыҡтар менән һыуһыҙ Яҫы далаһын, Ҡарасуҡ (Ҡаратау) артылышын артта ҡалдырып, йәйгеһен һыуы ҡорой торған Сабран үҙәне буйынан уның тамағына табан — Сарысуға ыңғайлай. Тарихсы хәбәр итеүенсә, “Оҙайлы сәфәр һәм һыуһыҙлыҡ арҡаһында аттар арыны һәм арыҡланды* (*Абд.: “Һыуһыҙлыҡтан күп аттар үлде”)... 6/ IV 1391 й. Сарыҡ-үҙән (Сарысу) тигән ергә килделәр, хайуандарҙы һуғарып, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен әйттеләр. Ташҡын сәбәпле бер нисә көн шунда торғас... Йылғаны кистеләр... Шул төндә Йеҙекәй-үзбәктең (асабаҡ-башҡорттоң. — Й.С.) Ике нөгәре (яугире) ҡасты һәм далалар,сүлдәр аша Туҡтамыш-ханға китте”, — тап бына шулар була ла инде ханға Аҡһаҡ Тимерҙең дәһшәтле ябырылыуы тураһында тәүге хәбәр биреүселәр; әммә ватанды һәләкәттән аралау өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған был фиҙакәрҙәрҙең исемдәре билдәһеҙ. Ләкин шулар арҡаһында Алтын Урҙаның килбәтһеҙ хәрби машинаһы, ауырлыҡ менән һәм һуңлабыраҡ булһа ла, хәрәкәткә килтерелә — ашығыс мобилизация башлана. Туҡтамыш-хан Тимер һөжүмен, әгәр ҙә була ҡалһа тип, үҙҙәре баяғы таяҡ тығып көргөгән Ҡафҡаз арты яҡтарынан — баш ҡала Һарайға иң яҡын һәм тура юлдан көткәнлектән һәм урҙаның төп хәрби көстәре Иҙел-Волганың ана шул уң яры яғында ҡалғанлыҡтан (Аҡһаҡ Тимер быны яҡшы белгәндер!), һуғыштың төп ауырлығы башҡорттар йәғни Яусы ылыҫы аборигендары өлөшөнә төшә... 15/ IV Тимер ғәскәрҙәре Кичик-тағ (Жизҡазған) тауына килеп етте һәм “ике төндән һуң... Улуҡ-дағ (Олотау) итәгендә туҡталды. Тимер тау башына менде... Һуғышсылар шунда таш килтереп һалып, маяҡ рәүешле бейек билдә өйһөндәр, тигән бөйөк фарман сыҡты” (Әйткәндәй, Ҡаҙағстандағы был маяҡлы Олотауҙы тарихсылар ҡайһы берҙә башҡа ерҙәге тау менән бутайҙар). “Унан ҡубынып, һунарсылыҡ ҡыла-ҡыла барҙылар һәм, Иланчуҡ (Улу-Жиланшиҡ) йылғаһына етеп, туҡталыш яһанылар, ә шунан һуң йәнә бер йылғаны кисеп,һигеҙ көн үткәс, Атаҡарағуй (*Абд.: “Анаҡараҡуюн”) тигән ергә еттеләр”... Был ер, моғайын, Көнсығыш Ырғыҙ (Иргиз) йылғаһы буйындағы хәҙерге Аҡтуғай ҡалаһы тирәһелер. “Һуңғы һартай” тексына ҡарағанда, Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренең ябырылып килеүе тураһындағы тәүге хәбәрҙе атсапҡын Ялыҡ-бейгә тап ошо урындан килтергән, ә Үҫәргән ырыу башлығы Ялыҡ-бей был ваҡытта Һаҡмарҙың һул ярындағы хәҙерге Сейәлетүбә (Вишневка) ауылы (Ырымбур өлкәһенең Жултый һәм Ҡондорау тимер юл станциялары араһында) торған ерҙә йәйләгән булыр — “Һуңғы һартай”ҙағы Сейәлетүбә. “Бына ни тине был атсапҡын: — Түрә! — тине. — Ябыҡҡарағай һырты эргәһендәге Бараҡ аймағынан мин. Хәбәр алып килдем. Абау! Тимер хан, күҙе сыҡҡыры, төшлөк яҡтан бында килә. Сарбаздары, барластары[YS5] (йәғни “Барлас” оранлы Һалйыуыт башҡорттары. – Й.С.) бик күп. Эйе. Йәйге томорҡола себен ни тиклем булһа, былар ҙа шул тиклем. Эргәһендә уның мырҙалары, атабәктәре. Тауҙар аша артылып килә улар. Йәшел байраҡтары Яйыҡтың был (һул. — Й.С.) яғында күренә башлаған” (“Һуңғы һартай”)... Ҡайһындай ҙа теүәл, тарихи йәһәттән дөрөҫ картина!

Ошо урында Тимер хәрби интенданттары иҫәп-хисабының осо осҡа ялғанмауы — тупаҫ хата ебәрелеүе асыҡлана (бының өсөн кемдәрҙең баштары киҫелгәндер?!.): бер йыллыҡ тип иҫәпләнмеш аҙыҡтары ярты йылға ла етмәй. “Сәфәр башланғандан һуң... дүрт ай самаһы үткәнлектән һәм яугирҙәрҙең башҡаса ашар аҙығы ҡалмағанлыҡтан, ә ул дала тирә-яҡтарында 5 һәм 7 айлыҡ юл дауамынса бер ниндәй ҙә кеше торлаҡтары булмағанлыҡтан (яу ябырылыуын ишетеп, йәйләүҙәрҙәге халыҡ Яйыҡтың уң яғына тартылғандыр. — Й.С.)... Тимер әмер сығарҙы: бешкән аш йәһәтенән бер туҫтаҡ... “мутр” үләне ҡатнаш арпа өйрәһе менән туҡланырға... Ғәскәрҙең күп өлөшөнә хатта был да тәтемәне... Ләкин 6/ V 1391 й. Тимер дөйөм һунар көнө билдәләне... Ғәскәр шул тиклем дә күп боландар, сайғаҡтар, мышылар һәм башҡа төрлө яныуарҙар үлтерҙе ки, ошоғаса мохтажлыҡтың сигенән уҙһалар ҙа, бындайын да күҙ күрмәгән муллыҡтан күҙҙәре аларып, һимеҙҙәрен генә алдылар ҙа арыҡтарын ташлап ҡалдырҙылар”... — Башҡортостан тәбиғәтенә күпме зыян килтерелеүен Алла үҙе генә белә...

“12/ V 1391 й. мырҙа Мөхәммәт-солтан-баһадир башлығында, абруйлы өлкән әмирҙәрҙе лә биреп, алғасҡы (авангард) ебәрҙе Тимер.

Ике көнлөк ара уҙып... 14/ V 1391 й. кемдәрҙер туҡталып киткән, 5-6 урында ҡуҙҙары ла һүнеп өлгөрмәгән усаҡлы ергә юлыҡтылар. Шунда уҡ был хаҡта Тимергә хәбәр иткәс, унан әмер килде: тәжрибәле юл башлаусылар (йәғни Туҡтамыш-хан иле кешеләрен. — Й.С.) алып, усаҡ эйәләренең эҙҙәренә төшөргә һәм ҡайһы тарафҡа китеүҙәрен темеҫкенеп белергә... Батша улы һәм әмирҙәр уның әмерен үтәргә ашыҡтылар, көнө-төнө оҙон юл уҙып темеҫкенделәр”... Тимер, әлбиттә, үҙ лагерынан Йеҙекәйҙең ике яугире ҡасҡандан һуң, Туҡтамыш-хан тарафынан һағауыл йәки башҡа хәрби хәйлә ҡоролоуынан ҡурҡып, даими һаҡлыҡ күрһәткән һәм темеҫкенлеккә (разведкаға) айырыуса иғтибар биргән. Һәм бына темеҫкендәр “Тобол йылғаһына етеп, уны кискәс, күҙәтселәре хәбәр ҡайтарҙы: етмеш урында ут күрҙек; ләкин темеҫкендәр, күпме тырышып темеҫкенһәләр ҙә, һис бер ниндәй эҙ таба алманылар... Тимер... эштең ниҙә икәнен төшөнөп, шунда уҡ урынынан ҡубынды ла ашығыс алға хәрәкәт итә башланы”... Был юлы һүҙ, барыһынан элек, хәҙерге Ҡаҙағстан төньяғында Тоболдың уң ярындағы Жетеғара тимер юл станцияһы тәңгәле хаҡында бара; “етеғара” төрки телдәрҙә “билдәһеҙ ете объект” мәғәнәһендә әйтелеп, алдыбыҙҙағы сығанаҡта, бәлки, хата ебәрелгәндер — “ете” урынына “етмеш” тип яҙылғандыр. Билдәле булыуынса, ошо сәфәрҙә Туҡтамыш-хандың ғәскәрҙәрен ҡыйратҡас, өҫтәрәк аталмыш Тимер-Ҡотлоҡ-уғлан менән Йеҙекәй-үзбәк (асабаҡ), Тимерҙән рөхсәт алып, үҙҙәренә ил төҙөмәккә Башҡортостанда ҡала һәм, моғайын, баяғы топоним Жетеғҡара шул урында уларҙың һәм улар кешеләренең булышлығында нығынған.

“Тобол йылғаһына еткәс, Тимер ундағы кисеүҙең алғасҡы сығыуы арҡаһында боҙолоуын (тимәк, Тобол аша күпер булған. — Й.С.) күргәс, яугирҙәр ағас һәм сытыр килтереп кисеүҙе төҙәтһендәр, тигән әмер бирелде. Тимер бөтә ғәскәре менән... йылға аръяғына сығып, алғасҡыға ҡушылды”... Шулай итеп, Тимер Тобол йылғаһын хәҙерге Жетеғара станцияһы янында кисте. “Тимер темеҫкенергә тәжрибәле Шәйх-Дауыт-төрөкмәнде бер нисә батыры менән бергә ебәрҙе, ике тәүлек буйынса улар ғәҙәттән тыш тиҙлектә алға дөрҙө. Икенсе төндә улар бер нисә аласыҡ осратты (моғайын, Туҡтамыштың ғәскәр туплауына барып етмәгән Ялан-Ҡатай башҡорттарының ваҡытлы торлағылыр. — Й.С.) Һәм батырҙары менән уба артына ышыҡланып һағаланы... Бер һыбайлыны ҡулға төшөрөп, Тимергә килтерҙеләр... Ул (әсир) әйтте: “Бына инде ай тулды беҙҙең илдән сығып киткәнгә, ә хан хаҡында хәбәр-хәтер алғаныбыҙ юҡ; әммә бер нисә көн элек тимер көплө ун һыбайлы килде (моғайын, Туҡтамыш-хан саҡырыуы буйынса Яйыҡ һәм Һаҡмар йылғалары буйлап көньяҡҡа — баяғы “Ҡрыҡ-күл” янына китмеш башҡорттарҙың артсы-аръергардылыр. Й.С.). Бынан алыҫ түгел урманлыҡ бар,шунда тора улар, ниндәй кешеләр икәнлеге билдәһеҙ”... Әйд-хужа, бойороҡҡа ярашлы, 30 һыбайлы менән барып, аласыҡтағыларҙы тотоп килтерҙе. Шунан Тимер Ҡомари-яҫауылға, 20 һыбайлы менән юлланып, урманлыҡта торған теге 10 кешене, ҡулға төшөрөп, килтерергә бойорҙо... Тегеләр ҡаршы һуғышты, ҡайһылары үлтерелде, ә ҡайһыларын, әсир алып, Тимергә килтерҙеләр”... — Аҡһаҡ Тимер темеҫкендәренең ошо беренсе тапҡыр башҡорт яугирҙәре менән осрашыуы, һис шикһеҙ, Тоболға ҡойған Оло Аят ҡушылдығы Ҡарағайлы-Аят йылғаһы башында булған, башҡорт тарихи хикәйәте “Һуңғы һартай”ҙа был топоним “Ябыҡ-Ҡарағай” исемендә бирелгән.

Аҡһаҡ Тимер тарихсыһының яҙмаһын дауамлайыҡ:

“Уларҙан (башҡорт әсирҙәренән) Туҡтамыш-хан хаҡында мәғлүмәттәр алып, урындан ҡубындылар ҙа (көнбайышҡа табан. — Й.С.) күп туҡталыштар һәм юлдар аша елеп уҙып, күпләгән йылға һәм күлдәр кисеп, 29/V 1391 й. Яйыҡ йылғаһы ярына килеп терәлделәр (яҡынса алғанда, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Кваркен районының Уральск ауылы тәңгәлендә. — Й.С.)... Юл күрһәтеүсе Тимергә ошоно еткерҙе: был йылғала (уңайлы) өс кисеү бар: береһен Айғыр-ялы тип атайҙар, икенсеһен — Бур-кисет, ә өсөнсөһөн, бөтәһенән дә кесерәген, Сапма-кисет тип йөрөтәләр”...

Ошо көндә лә билдәле был кисеүҙәр иһә Орск менән Ырымбур ҡалалары араһындағы Бүртә районы тупрағында урынлашҡан: “Айғыр-ялы” — Айғыръял (Гирьял) ауылы тәңгәлендә, “Бур-кисет” — Бурлыкский ауылы янында, ә “Сапма-кисет” — Сапмалы (Донское) ауылы эргәһендә. Шул уҡ Ф.Ф. Илбулдин йыйған мәғлүмәттәр буйынса, боронғо Үҫәргән иле тупрағының был сағыштырмаса ҙур булмаған өлөшөндә ике тиҫтәгә яҡын билдәһеҙ ҡаласыҡтарҙың харабалары, Туҡтамыш-хан осоро ҡәберҙәре һ.б. серле ҡомартҡылар, шул иҫәптән атаҡлы Йеҙекәй һарай-ҡәлғәһе емеректәре һәм уның ҡәбер ташы; һәм йәнә ошоғаса гүзәл килеш һаҡланған, заманында Туҡтамыш-хандың үҙе тарафынан биналанмыш[143] “аҡ мәсет” (70-се йылдарҙа ул шундағы колхоз бригадаһының бесәнлеге итеп файҙаланылған) үҙҙәренең рәхимле һәм намыҫлы (әммә-ләкин бөтә башҡортлоҡто кире ҡағыусы, башҡортто күрә алмаусы ”ғалим” В.А. Иванов ишеләр түгел!) тикшеренеүселәрен көтә.

Шулай итеп, был яҡтарҙы яҡшы белгән юл күрһәтеүселәре Аҡһаҡ Тимергә Яйыҡ һыуының көнбайышҡа боролоп аҡҡан түбәнгерәк өлөшөндә борондан уҡ яҡшы билдәле һәм бер-береһенә яҡын аралы өс кисеү барлығын иҫкәрттеләр. “Ләкин Тимер,...ул кисеүҙәрҙән сығырға ярамаҫ, сөнки ҡаршы яу яҡ унда һағалап-аңдып тороуы ихтимал, шуға күрә беҙгә йылғаны үрләп кисергә кәрәк, тине”... Әлбиттә, ошоғаса тарихсыларыбыҙҙың башын ауырттырған “Ҡрыҡ-күл”дең ҡайҙалығын да, Туҡтамыш-хандың был яҡтағы төп көстәре — башҡорт ғәскәрҙәре тәғәйен ҡайҙа күсләнеүен дә бик яҡшы белгән Тимер. Хәйер, был сер ябай замандаштарыбыҙға — Яйыҡтың шул тәңгәлендә йәшәүселәргә лә бер ниндәй ҙә сер түгел: яҙғы һыу-һүл айҙарында киң далала, ун гектарҙай майҙан биләп, уҙғынсы аҡҡош каруандарын иңендә ҡаңҡылдатып, көмөш көҙгөләй ялтырап ятыусан, ә ҡыуан елле йәй ахырында ҡапыл ҡороп юҡҡа сығыусан һәм шәкәрҙәй аҡ ҡомло төбөнә һәр төрлө халыҡ йыйындарын, атсабыш-бәйгеләрен йәлеп итеүсән был сәйер күл, яңылыш яҙыулы “Ҡрыҡ-күл” булып тарихҡа кергән Ҡоро-күл — тап баяғы өс кисеүҙең һул ярының көньяғындараҡ баяғы Бурансы ауылы эргәһендә йылмайып-көлөп ята бит!.. Тимәк, Аҡһаҡ Тимерҙең ҡурҡыуы урынлы булған — Туҡтамыш-хан үҙенең төп көстәрен ана шунда — Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре тоҫҡалып килгән яҡлап Яйыҡтың һул ярында тупларға ла һағалап торорға йыйынған, ләкин Тимерҙең, уңай кисеүҙәрҙе алыҫ ҡабырыйҙа ҡалдырып, ҡапыл төньяҡҡа китеүе ниәттәрен емергән. Әммә ғалимдар Ҡоро-күлде әлегәсә Яйыҡтың уң ярында урынлаштырып ныҡ хаталана: “Туҡтамыш үҙ ғәскәрҙәрен Ҡрыҡ-күл янында тупларға ла дошман Яйыҡты кискән саҡта уны ҡыйратырға ниәтләй. Тимер, Туҡтамыш ниәтен төшөнөп, Яйыҡты уның үр яғында — уны бер кем дә көтмәгән тәңгәлдә кисә. Туҡтамыш... Ҡрыҡ-күлдән ашығыс сигенергә мәжбүр була” (М.Г. Сәфәрғәлиев, 152-се бит). Йәнәһе Туҡтамыш-хан Аҡһаҡ Тимерҙе Яйыҡ өс кисеүенең уң ярындағы Ҡоро-күл (ә ундай күл юҡ унда!) янында һағалаған, ләкин Тимер йылғаны үрҙәнерәк, бәлки, Ур йылға тамағы (Орск ҡалаһы) тирәһендәрәк кискән дә үҙ дошманын ашығыс рәүештә шул уң ярҙағы Ҡоро-күлдән Иҙел-Волгаға табан — болғар ерҙәренәсә сигенергә мәжбүр иткән: “Тимер сәфәренең уның тарихсылары төҙөгән тасуирламаһынан күренеүенсә, — тип яҙа Сәфәрғәлиев (152-се бит), — Туҡтамышты эҙәрлекләп барған Тимер ғәскәрҙәре Яйыҡ, Һаҡмар, Соҡ йылғаларын кисә һәм элекке болғар батшалығы тупрағына барып етә. Туҡтамыш, имеш, Самара бөгәленең төньяғындараҡ Ҡондорса йылғаһы буйында һуғышырға ҡарар ҡыла”. Бынан иһә үҙ дошманын эҙәрлекләүсе Тимерҙең йәнәһе уҙған юл түтәһен күҙаллау ҡыйын түгел: боронғо оло юл өҫтөнә һалынмыш хәҙерге тимер юлдың Орск — Ырымбур — Самара йүнәлешендә булыр ул. Әммә тарихи сығанаҡтарҙан юллаһаҡ, башҡаса килеп сыға: Тимер ғәскәрҙәре баяғы Уральское ауылы эргәһенән Яйыҡтың һул яры буйлап төньяҡҡа ҡарай “шул сәғәттә үк ҡубынып, йылғаны үрләп барып, атлылары ла, йәйәүлеләре лә һәр тарафтан йылғаға ташландылар һәм уны йөҙөп сыҡтылар... Был ҙур йылғаны (хәҙерге Ҡыҙыл - Кизильское ҡалаһы тәңгәлендәлер. — Й.С.)... ике көндә кисеп сыҡтылар... Тағы алты көн туҡталыштар һәм юлдар уҙып, Самур (йәғни Сағмар — Һаҡмар. — Й.С.) Йылғаһына еттеләр”... Был урында Һаҡмарҙың кисеп сығылмауына һәм Яйыҡты кискәндән һуң унда барып еткәнсе алты көн уҙыуына иғтибар итһәк, ҡатмарлы шарттарҙағы шул алты көн сәфәрҙә Тимер ғәскәрҙәре Оло Эйек тамағындағы Һаҡмар ярына килеп еткән булырға тейеш. “Алға уҙған күҙәтселәр ҡаршы яу яҡтың тауыштары геүлеүен ишеттеләр... Мырҙа Мөхәммәт-солтан дошмандарҙың береһен, тотоп, Тимергә килтерҙе. Унан дошман армияһы хаҡында һорашҡанда ул әйтте: илдең күпселек өлөшө ошонда (Оло Эйек тамағындараҡ Һаҡмарҙың уң ярында. — Й.С.) мыжғый ине, ләкин,Тимер ғәскәре яҡынлашыуын белеп, ҡубындылар ҙа киттеләр, тине (Һаҡмарҙың уң яры буйлап көнсығышҡа — хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Бәкәтәр йәғни Йәнсура ауылы тәңгәленәрәк булыр. — Й.С.)”. Әбд-әл вәси шәми һәм Аноним Искәндәр ул әсир алынмыш башҡорттоң һүҙҙәрен бирә: “Һеҙҙең хаҡта ылыҫ (улус) бихәбәр ине, әммә Йеҙекәйҙең ике яугире килеп етеп ханды иҫкәртте, һәм ул, үҙ ғәскәрҙәрен Ҡоро-күл янында туплап, Аҙаҡтан (Азовтан) һәм Болғарҙан ғәскәрҙәр көтә; гәрсә улар әлегәсә килеп етмәһәләр ҙә, уның армияһы һеҙҙекенән ике тапҡырға күберәк. Ул һеҙҙе Яйыҡ кисеүенә ебәрмәҫкә теләгәйне, әммә һеҙ уны юлдар юҡ ерҙә кисеүегеҙҙе белеп, ҡамасау ҡылмаҫҡа булды (яңылышҡан! — Й.С.)”... Тимер ҡулына төшөп уны ҡыуандырған һәм ошоғаса тикшеренеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалған бик ҡиммәтле мәғлүмәт был. Беренсенән, Азов һәм Болғар был һуғышта әүҙем ҡатнашмай икән — Тимер сәфәргә Ҡафҡаз яғынан ҡуҙғалмай яҡшы иткән. Икенсенән, Туҡтамыш-хан был мөҙҙәттә Тимерҙең Яйыҡ аша кискәнлеген һәм урынын белһә лә, унда “юлдар юҡ ер” тип, тимәк, ундағы тау, урмандар аша Башҡортостан төпкөлөнә Тимер алайҙары үтеп керә алмаҫ та әмәлһеҙҙән ҡапыл һулға боролор һәм Һаҡмар уң яры буйлап көньяҡҡа табан тура Бәкәтәргә (хәҙерге Йәнсураға) — Туҡтамыш-хан ҡорған ҡапҡанға килеп керер, шуға күрә тегендә уға ҡамасаулау ҙа кәрәкмәҫ, тип ифрат ныҡ яңылыша. Сөнки хан һәм уның бейҙәре Башҡортостанды үҙенең биш бармағылай яҡшы белгән аҡыллы баш кәңәшсе һәм юл күрһәтеүсе башҡорт Йеҙекәйҙең Тимер янында икәнлеген онотҡандар йәки оноторға теләйҙәрҙер, моғайын. Йыһангирҙең үлемесле төмәндәрен беленер-беленмәҫ юлдарҙан Туҡтамыш-хандың тәрән тылына хан бөтөнләй көтмәгән яҡтан ысынлап та ул, Йеҙекәй, юл башлап үткәргәнгә оҡшай. Яйыҡтан алып Оло Эйек (сығанаҡтарҙа Иик) тамағынаса дауамланмыш был тәрән рейд юлы сығанаҡтарҙа ентекле һыҙылмаһа ла, ул хәҙерге ауыл-ара һаңғырау юлдар аша түбәндәгесә һуҙылған булырға тейеш: Кизильское — Сибай — Баймаҡ — Ниғәмәт — Каноникольское — Иҫке Собханғол тәңгәле — Кейекбай — Ырғыҙлы — Мораҡ — Төйлөгән — Оло Эйек тамағы (Ладыгино); ғәскәрҙәр уҙған юл дауамында, хәрәкәтте сер итеп һаҡлар өсөн, осраған һәр йән эйәһе рәхимһеҙ үлтерелә, ауылдар һәм йәйләүҙәр ер менән тигеҙләнә һәм дошман ҡулына “тел” бирмәҫкә бөтә саралар күрелә: “Ҡаршы яу яҡтың ҡайҙалығы асыҡланғас, ҡаты әмер бирелде — бер кем дә үҙенең меңенән һәм ҡошанынан айырылмаҫҡа һәм төндәрен ут яғылмаҫҡа тейеш... Армияны теҙеп, алай артынан алай ҡуҙғалып китте... Эйек йылғаһы (Оло Эйек тамағы. — Й.С.) тирәһе ғали йәнәптәренең лағыр урынына әйләнгәс, Тимер 4/ VI 1391 й. таң һарыһынан, һыбайланып, күпер башында туҡталды (тимәк, Туҡтамыш-хан кешеләре дошмандың был яҡтан пәйҙә булырын ысынлап та көтмәгән — хатта күперҙе һүтеп ташларға ла өлгөрмәгән. — Й.С.) һәм, күперҙән тәүҙә алғасҡы уҙһын да ғәскәрҙең бөтә үҙәк өлөшө күперҙән сыҡҡансы шунда торһон, ә уң һәм һул ҡанаттағыларҙың һәр береһе үҙ алдарындағы һыуға ташланһын да йөҙөп сыҡһын, тип бойорҙо. Шунан һуң ул үҙе күперҙән кисеп, артабан йүнәлде”... Аҡһаҡ Тимер яуының шул йүнәлешен, Һаҡмарға ҡойған Ҡараһыу һәм Ҡондорса йылғалары араһындағы Һаҡмар уң ярында Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре менән дәһшәтле бәрелеш урынын түбәндәге географик картанан ҡарағыҙ.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: