Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 50 глава




Мин беләм: һәр беребеҙҙең йөрәгендә ғәйрәт менән нәфрәт урғый ине. Беҙ үҙ урмандарыбыҙҙы, үҙ далаларыбыҙҙы һаҡлар өсөн яуға сыҡтыҡ. Беҙ ҡол булырға теләмәнек. Тимерҙең баҫҡағы килеп беҙҙең ер-һыуҙы талап иткәс, мин уны кире ебәрмәнем. Юҡ. Уны балға буяп ҡырмыҫҡа иләүенә ултыртырға ҡуштым. Һай! Эй сыйылданы ла инде! — таяҡ менән һуҡҡан көсөк кеүек! Ә беҙҙең һуғышҡанды күрһәң!

Мин атабәктәрҙең ҡорос ҡалҡанына бәреп нисәмә һөңгө һындырҙым. Минең алда улар тупраҡ ашап, ер тырнап ятты. Ҡылысымдың үткерлеген йөҙбаштар ҙа, меңбаштар ҙа, ябай сарбаздар ҙа татыны.

Тимер үҙе — йылан саҡҡыры! — минең уғым һыҙғырғанын ишетте.

Ай-һай! Тәүәккәллектең дә, һулдан һелтәгән ҡылыстың да ышаныслы икәнен мин белә инем шул!

Ҡармасанды күрәм: ул Торғот бейҙең ҡорос кейемен дөйә йөнөнән һуҡҡан иҫке күлдәк һымаҡ итеп йыртып ырғытты. Эйе. Уның ҡулы мышы тояғынан да ҡаты ине. Ул Тимерҙең бик күп батырын юҡ итте.

Сәрмәсән! Ул да минең янда булды. Уның ҡылысы дошман ҡылыстары араһында ялтлап торҙо. Атына тиклем үрәпсеп-ҡарғып дошмандың битенән тешләй ине.

Айбарлы һуғыштыҡ беҙ.

Беҙ барыбыҙ ҙа ҡаҡшамаҫ, ҡыйыу булдыҡ. Беҙ ысын яу булдыҡ. Беҙҙең хаҡта йыр сығарып йырланылар. Тик беҙ аҙ инек. Беҙ сигендек.

Юҡ-юҡ! Беҙ ҡасманыҡ!”

Тимер тарихсыһы яҙа:

“Яусы ырыуының батша улы, бойороҡҡа ярашлы, йылғаның аръяғына сыҡты һәм таралған армияны (Туҡтамыш-хан ғәскәре ҡалдыҡтарын. — Й.С.) йыйырға ла ылыҫты ҡорорға кереште, ә тәҡдиргә тиң ғәскәрҙәр (Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре. — Й.С.), ҡаршы яуҙың үксәләренә баҫып, Үкеккә (Өфөгә. — Й.С.) килеп етте һәм уларҙың күбеһен үлтерҙе. Был көндә бәхетһеҙҙергә, бер яҡтан, һәләкәтле мөс һуғышы янаһа, икенсе яҡтан — ҡан эскес Иҙел (Ағиҙел. — Й.С.) тулҡындары. Уларҙың күп өлөшөн әсир алдылар, ә аҙ ғыналары һалдарҙа һыуға ташланды (хәҙерге Ырымбур юлы күпере тәңгәлендәлер. — Й.С.) һәм Иҙелдең (Ағиҙелдең. — Й.С.) аръяғына кисте”.

“Һуңғы һартай”ҙан:

“Мин һеҙгә әйтәйем, эстәге йә күкрәктәге яра — үлем. Ат булһынмы, батыр яу булһынмы — барыбер.

Ҡармасан менән Сәрмәсән! Һеҙҙең нисек үгәнегеҙҙе һөйләп тороу кәрәкмәй!

Белегеҙ: мин һеҙҙең исемегеҙҙе халыҡ хәтеренән юйылмаҫлыҡ иттем. Исемегеҙ һеҙҙең мәңгегә ҡалды. Тегендә, Аҡһыу (Ағиҙел. — Й.С.) аръяғында, Ғази мәсетенең ишек яҡтауҙарына көмөш менән яҙылған Ҡөрьән һүҙҙәре кеүек бормаланып ике йылға аға. Ул саҡта был йылғаларҙың исеме әле юҡ ине, бер нисек тә атамай инек беҙ уларҙы. Шул йылғаларға мин һеҙҙең исемегеҙҙе бирҙем, үҙегеҙҙе шунда ерләнем!

Балаларым! Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе шәфҡәтенән айырмаһын.

Ә унан һуң мин киттем. Һеҙҙең ҡоноғоҙҙо ҡайтарҙым. Эйе, мин бер генә әсир ҙә алманым, гел үлтерҙем.

Ауған дошмандың иңрәүе — рәхәтлек бирә яугиргә. Шәфҡәт ялбарған һүҙҙәре күңелен кинәндерә. Улай түгел тип кем әйтер?

Минең ике ҡолағым нәфрәт менән томаланғайны, үс һыуһыны менән ике күҙем дә ут булғайны. Әсир алманым, гел үлтерҙем. Күҙҙәрен соҡоп тоҙ һалдым, тереләй ергә күмдем. Яҡшы булды. Шуның өсөн дошмандарым мине юлбаҫар тинеләр...

Бер ваҡыт мин Туғай бейҙе осраттым. Ул йәш жуңғар менән китеп бара ине ҡайҙалыр. Ҡәһһәр! Миңә ул, баҙнат итеп, аҡһырғаҡ тамырынан да ыулыраҡ яман һүҙ әйтте. Кәрәген бирҙем. Йән-фарман ҡыуып еттем дә мин уны, башын ҡырҡып алдым. Шунан, — белегеҙ, кешеләрем! — был башты аяғы сатан булғанға аҡһаҡ тип аталмыш Тимерҙең — урыны тамуҡта булғыр! — үҙенә ебәрҙем. Мин шулай иттем”...

Өфө “Синтезспирт” мәҙәниәт һарайының артында, тимер юл буйлап, Черниковскигә табан юл бөгәленә етәрәк, бер-бер артлы теҙелгән йөҙәрләп ҡорған-уба бар. Ул убалар аҫтында, моғайын, ошо һуғышта үлгәндәрҙең кәүҙәләре яталыр...

Аҡһаҡ Тимер тарихсыһы:

“Туҡтамыш-хан ханлығынан, йортонан һәм бөтә булған билдәле һәм билдәһеҙ мөлкәтенән ваз кисте, һәм, үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалдырыр өсөн, бер ни ҡәҙәр кешеләре менән ҡасты, Бүләр (Кама тамағына яҡын Бүләр ҡалаһы. — Й.С.) яғына ҡуйы урманлыҡҡа китеп олаҡты һәм арыҫлан тырнаҡтарынан арына алды”...

Өфө ҡалаһы янындағы был һуғышта беҙгә яҡшы билдәле Ялыҡ-бей-баһадир-бәһериндең үҙ фиғылына ғына хас ҡаһармандарса һуғышып ҡатнашыуы, бер аҙым да артҡа сикмәй, дошман менән аҡтыҡҡаса алышып үлеүе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт икенсе бер сығанаҡта — билдәһеҙ автор-анонимдың ул ниндәйҙер боронғораҡ бер текстан XV быуат уртаһында күсерепме йәки шуға нигеҙләнепме төҙөгән “Шәжәрәт әл-әтрәк” (“Төркиҙәр шәжәрәһе”) тигән әҫәрендә бирелә. Ундағы сая-дыуамал Ялыҡ-бей образының үҙебеҙҙең “Һуңғы һартай” геройына һуйған да ҡаплаған һымаҡ оҡшашлығы, икеһенең берҙәйлеге таң ҡалырлыҡ. “Шәжәрәт...”, башҡорт шәжәрәләренә хас булғанса, авторының исемен атамайынса, икенсе заттан һөйләнһә, “Һуңғы...” иһә уның геройының монологы рәүешендә бирелеп,уны ниндәйҙер әҙәби әҫәр өҙөгөнә оҡшатып ебәрә. Икеһенең дә бер яҙмышҡа, йөкмәткегә ҡоролоуы фашланып, уҡыусыһын ҡабат-ҡабат уйланырға мәжбүр ҡыла: ике әҫәр нигеҙендә, ысынлап та, баяғыса, бер үк сығанаҡ-монолог ятмаймы? Ул сығанаҡ-монологтың төп авторы шул Ағиҙел ярындағы дәһшәтле һуғыштың туп-тура ҡатнашсыһы булғанға оҡшай түгелме?.. Ләкин ниңә һуң әле “Һуңғы...” геройы үҙен башҡорттоң Һарт ҡәбиләһе кешеһе итеп таныта, ғәмәлдә башҡорт Ялыҡ-бей ҙә, башҡорт Туҡтамыш-хан да Һарт ҡәбиләһенән түгел бит? Ҡайҙан килеп кергән бында, “һартай” булмағандарға, “Һуңғы һартай” мотивы?.. Һәм ниңә Ялыҡ-бей монологы, айырыуса Ағиҙел буйындағы һуғышҡа бәйле урыны, уның үҙ ауыҙынан һөйләнә лә һуғыштан һуң уның тере ҡалыуы, һәм, әйтергә кәрәк, ханлығынан да, мөлкәтенән дә, балаларынан һәм яҡындарынан да мәхрүм ҡылынған хәлдә, кеше тупһаларында яңғыҙ башы ҡаңғырып йөрөүе бәйән ҡылына, — ғәмәлдә былай булмаҫҡа тейеш ине, сөнки ул, Ялыҡ-бей, баяғы һуңғы һуғышта батырҙарса үлде бит?.. Эйе, Ялыҡ-бейҙеке булыу менән бергә, Ялыҡ-бейҙеке лә түгел — Ялыҡ-бей үлгән шул һуғыштан һуң да тере ҡалған уның әсә яҡ туғаны һәм көрәштәше Туҡтамыш-хандыҡына ныҡ оҡшай был монолог, геройҙың яҙмыш аҙағы ла уныҡы, хандыҡы... Күренеп тора: баяғы фараз ителмеш төп нөсхә, йәғни “шәжәрәт...” тексы ла, “Һуңғы һартай” тексы ла нигеҙләнгән булырға тейешле боронғо бер сығанаҡ-монолог булған, уның авторы, моғайын, Туҡтамыш-хан үҙелер, ләкин уның әҫәре төп нөсхәһендә беҙгә килеп етә алмайынса юҡҡа сыҡҡандыр, тигән һуңғы һөҙөмтәгә киленә. Һәм уның был хитабы, әлбиттә, боронғо башҡорт тәүәрихтары ҡанунына таянып, Геродот яҙған бик боронғо Һарт (Лидия) иле батшаһы Ҡоростоң йыһангир Гөрөшкә (Кирға) ҡаршы үҙ илен һаҡлап һуғышыуын һәм тар-мар ҡылыныуын, аҙаҡ кеше тупһаларында яңғыҙ башы ҡаңғырып йөрөүен бәйәнләүсе шәжәрә-монологын дауамлау рәүешендә шуға ялғап яҙылғандыр (бына ҡайҙан килә, буғай, “Һуңғы һартай” мотивы!). Һәм тап ошо хитапҡа, шул уҡ Туҡтамыш-ханыбыҙ ҡулынан, үҙенеке менән бергә ҡатарлап, “Ялыҡ-бей монологы” ла теркәлгән булғандыр. Ләкин был Туҡтамыш хитабы, быуаттан-быуатҡа, ҡулдан-ҡулға күсерелеп йөрөй торғас, Башҡортостанда рәхимһеҙ геноцид үткәргән колонизаторҙар тарафынан башҡа бик күп яҙма тарихтарыбыҙ менән ҡуша юҡ ителеп, беҙгә уның ныҡ үҙгәргән өҙөгө генә “Һуңғы һартай” рәүешле килеп еткәндер. Шуға ла унда, бынамын тигән шау әҙәби әҫәрҙә, фольклор билдәләре лә ярылып ята бит, мәҫәлән, ваҡыт арауыҡтарының урындарынан шыуҙырып ҡуйылышы. Әйтәйек, ХIV быуат аҙағында йәшәүе хаҡ Ялыҡ-бей менән бер ҡатарҙан ХVI быуат кешеләре Бурнаҡ, Тәтегәс һәм уларҙан да элеккерәкке — ХIII быуат инсаны Мәңге-түрә (Тура-Мәңге) йөрөп ята. Өҫтәүенә, Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре менән үлемесле һуғыш алдынан Ялыҡ-бей, хас та боронғо Кесе Азия, Египет, Греция батшалары һәм фирғәүендәре кеүек (мәҫәлән, Һарт батшаһы Ҡоростай), изге ҡорамдарҙың оракулдарына барып ялбара. Ә ғалимдар билдәләүенсә, “оракулдар эшмәкәрлеге — кешенең хоҙайсыҡ менән аралашыуының бер формаһы ул. Әҙәм балаһы хоҙайсыҡҡа үҙен борсоған һорауҙарын бирә; хоҙайсыҡ, әгәр күңеле килһә, әҙәм балаларына “яуап ҡайтара”. Оракул күренеше фәҡәт кеше нимәгәлер икеләнеп шомланған һәм шул икеләнеүҙәрен хәл ҡылыуҙы хоҙайсыҡ “яуаб”ынан эҙләгән осраҡта ғына мөмкин булған. Әммә хоҙайсыҡ “күрәҙәлеге” ҡайһы саҡта әҙәм балаһының үтенесенән тыш та бирелгән” (М.А.. Коростовцев. Религия в древнем Египете, М., 1976, 176-177-се биттәр; артабан бирелә: М.А.. Коростовцев). Тимәк, фольклорсы М. Сәғитов тарафынан ХIV быуат аҙағы кешеһе һәм мосолманы, тип билдәләнмеш Ялыҡ-бей, күрәһегеҙ, үҙ һорауҙарына оракулдан яуап эҙләй. Әммә дөрөҫмө һуң был? Оракуллыҡ институты мосолман динендә лә, христиандарҙа ла булыуы мөмкин түгел — бик боронғо дәүерҙәр күренеше бит. Ә “тарихҡа тиклемге” бик боронғо башҡорттарҙа иһә уның булғанлығы хаҡ — башҡорт әкиәттәрендәге, риүәйәттәрендәге бөтәһен дә күрә белгән “күрәҙә”лек ул. “Күрәҙә” термины иң тәүҙә, моғайын, “күрә дат” тип әйтелеп, “аҫҡы дат”ты ла (М.А.. Коростовцев, 214-се бит) һәм “өҫкө дат”ты ла йәғни аҫҡы һәм Өҫкө Донъяларҙы икеһен бер юлы үтәнән-үтә күреүсе, мәғәнәһенә эйә булған. Бындай үтәнән-үтә күреүсегә, “күрәҙә”гә, “күрә ҡыл” тип үтенгәндәрҙер, бына шул “күрәҡыл”дан “һураҡыл” (варианты “сураҡыл”) йәғни һорау ҡыл, һора һәм “сараҡыл” — сараһын күр мәғәнәләре тыуып, яңы термин (с)араҡыл — оракул барлыҡҡа килгәндер... Тимәк, үҙебеҙҙең Ялыҡ-бей ҙә күрәҙә-оракулдарға, ХIV быуат ахырында түгел, ә уғата боронғораҡ заманда ғына мөрәжәғәт ҡыла алыр ине; тимәк, ул барып өндәшкән ике изге ҡорам да, мосолман изге урындары булмайынса, мосолманға тиклемге үк яҙыҡ диндеке булыр. Ә әйтелгән мосолман исемдәре (Хөсәйен-бәк һәм Ҡәҙер-әл-Ислам) иһә бик боронғо ҡатламдағы исемдәрҙе, фольклорға хас булғанса, мосолманлыҡлы яңы осорға яраҡлаштырып үҙгәртеү ғәләмәте генәлер. Ә ул “бик боронғо ҡатлам” ҡасандыр Уралдан күсенеп китмеш башҡорт һарттары б.э. тиклем VI быуатта Кесе Азияла (хәҙерге Төркиә тупрағында) Һарт дәүләтен ҡороп йәшәгән Ҡорос батша заманында яталыр. Уның да тап башҡорт шәжәрәләренә оҡшаш батшалар шәжәрәһе бар (Геродот, I, 7): башбаба Геракл (Көр-уғыл, Гүр-уғыл — төрки халыҡтары эпостарының, шул иҫәптән башҡорттоң “Урал батыр” эпосының, геройы) — уның улы Әлкәй (әл-кәй-әс — Ал Ҡояш) — уның улы Бел (бел-аҡ — болаҡ, һыу) — уның улы Нин (нан — икмәк) — уның улы Ағрон (аҡ-оран)... — Мирс (мираҫ) — уның улы Ҡандавл (ҡан-дауыл) — йыйын башҡорт исемдәре лә мәғәнәләре!

Был батшалар шәжәрәһенә тиклем, тип әйтелә Геродотта, ил менән Әтис (әтис, атас — башҡортса “атаһының һуйған да ҡаплаған һыңары” - копияһы,тигән һүҙ) улы Лид (Тәүрат китабындағы Лот пәйғәмбәр) нәҫелдәре идара ҡылған. Ә шуларҙан һуң килмеш баяғы Геракл нәҫелдәре шәжәрәһен Мәрмнад батшалар шәжәрәһе алмаштырған; ундағы исем-шәрифтәрҙең дә башҡорт мәғәнәле булыуҙары күҙгә салына: Мермнад (мәр-манат — һыуға маныусы) — уның улы Даскил (таш киле) — уның улы Гигес (һөйгөс йәки Ғаяз) — уның улы Ардис (артыш) — уның улы Садиатт (һаҙ-иәт — һаҙ эйәһе) — уның улы Алиат (ал-иәт — Ал-Көн эйәһе) — уның улы Крез (ҡорос). Һарт батшалар шәжәрәһе ошо быуында өҙөлә — Ҡорос батшабыҙ ысынлап та “һуңғы һартай” булып ҡала...

Ҡорос батшаны һуғышып еңгәндән һуң, Гөрөш (Кир I) батша Һарт иленә тәғәйенләп ҡуймыш гөбөрнатор ҙа ҡойоп ҡуйған башҡорт исемле — Пактий (бәхти — бәхетле). Һәм әгәр ҙә Геродоттағы һарт яҙмышын ентекләберәк барлаһаҡ, һуңғы Һарт батшаһы Ҡорос менән “Һуңғы һартай” геройы — икеһе бер образ булып уҡмаша, яҙмыштары ла ике тамсы һыуҙай оҡшаш уларҙың:

Һуңғы һартай: “Мин дә ҡасандыр һуңғы яу түгел инем. Эйе. Мине элек аҡһаҡал тип тә, бей тип тә атанылар. Мин дә ҡасандыр яҡшы йәшәнем. Тирмәм бейек Сейәлетүбә эргәһендә торҙо... Мин йәш һәм көслө инем... Өс ҡатыным бар ине. Эселгән ҡымыҙҙан әлһерәп ял итергә ятҡанымда улар аҫтыма йомшаҡ балаҫ түшәнеләр.

Һунарға мин үҙ ыласыным[148] менән йөрөнөм... Эйе, мин йәшәнем.

Тора-Мәңге миңә үҙ баҫмаһын[149] ебәрҙе — мин уны кире ҡайтарҙым. Һәм уға йәнә һындырылған уҡ менән үле сысҡан өҫтәнем. Көлдөм мин уларҙан. Мин үҙемдең борнасыма һәм тамғама[150] эйә инем. Мин уларҙы үҙем теләгәнсә ҡуллана ала инем”.

Ялыҡ-бейҙеке тип һаналмыш был монологтан күҙ алдына һис тә ундай хан әмиренең түгел, ә хандың үҙенең — тирә-яҡты даими дер-ҡалтыратып тотҡан ҡөҙрәтле хаким һынлана, ундай шәхес ул заманда, әлбиттә, Туҡтамыш-хан ғына булырға мөмкин, тигән фекер тыуа. Шул уҡ ваҡытта монолог геройы үҙен, аныҡ итеп, “мин аҡһаҡал да, бей ҙә инем” тип таныта, был факт иһә ысынлап та әмир Ялыҡ-бей биографияһыныҡы. Эйе, бында ике биография берәгәйләнгән, буғай; ә шулай ҙа монологтың буйынан-буйына “хан эҙе” күҙәтелә. Юҡҡамы ни ул, беҙҙең герой, үҙен Алтын Урҙа ханы Тора-Мәңге (Тоде-Моңке, 1280 — 1287) ғали йәнәптәренән дә өҫтөн ҡуя, был тирәнең сикләнмәгән хөкөмдары, монархы булып эш ҡыла?! Ә Ялыҡ-бей заманында уның илендә тап ошондай бер генә хан булған — Алтын Урҙа императоры башҡорт Туҡтамыш-хан. Һәм шундай уҡ ҡөҙрәтле батша, һарт башҡорто Ҡорос, әйтеп үтеүебеҙсә, б.э. тиклем VI быуатта Кесе Азияла йәшәгән һәм үҙенә күршә илдәрҙе лә, грек ҡалалары Эфес менән Милетте лә буйһондорған. Әйткәндәй, был Ҡорос батша ла, тап үҙенең урта быуаттағы “һарт” туғанылай тәүәккәл һәм дыуамал холоҡло булған. “Ҡорос, — тип әйтелә тарихнамәлә, — күршеләренә ябырылыу өсөн, яңынан-яңы һылтауҙар уйлап сығарҙы. Әгәр мөһим сәбәп табылһа, етдиерәк ғәйепләүҙәр ҙә ташланы, ҡайһы саҡта хатта ваҡ-төйәк сәбәптәрҙе лә файҙаланды... Ваҡыт үтеү менән Ҡорос Көләс йылғаһының был яғындағы бөтә халыҡтарҙы ла буйһондороп алды, сөнки ҡалғандарының барыһы ла, килик һәм ликтәрҙән башҡалары, Ҡоросҡа бойондороҡло ине” (Геродот, I, 26-28)... Геродоттың ошо Ҡорос тураһындағы хикәйәтенең һәм үҙебеҙҙең “Ялыҡ-бей монологы”ның төп фәлсәфәһе ғәжәп ҡылғыс теүәллектә бер-береһен ҡабатлай: именлегеңдең һәм бәхетеңдең даимилығына бер ҡасан да ышанырға ярамай, әҙәм балаһының ысын тәҡдире уның ғүмеренең аҙағында ғына асыҡлана — шул саҡта ғына был кешенең бәхетлеме, йә түгелме икәнен әйтеп була, тигән фекер үткәрелә икеһендә лә (Геродот, I, 30-32).

Сиратлашып теҙелә оҡшашлыҡтар:

Һуңғы һартай: Ялыҡ-бейҙең ике улы бар.

Геродот: Ҡорос батшаның ике улы бар (I, 34).

Һуңғы һартай: “бер әсә балалары булһалар ҙа, улар һис тә бер-береһенә оҡшамағандар ине. Олоһо энеһенән бер ҡарышҡа бейек ине... Ул яралы бөркөт кеүек ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батыр булды”.

Геродот: “уларҙың береһе зәғиф, һаңғырау-телһеҙ, ине, икенсеһе иһә (өлкәне. — Й.С.)... батырлығы менән үҙ йәштәштәренән ныҡ айырылды” (I, 34).

Һуңғы һартай: Ялыҡ-бей өлкән улын өйләндерә.

Геродот: Ҡорос батша өлкән улын өйләндерә (I, 35).

Һуңғы һартай: туй булды, Ялыҡ-бей улының “баллы айы”.

Геродот: туй булды, Ҡорос батша улының “баллы айы” (I, 36).

Һуңғы һартай: ошо бәхетле мәлдә “бар тирә-яҡ һил, ә мин ниҙер көтәм, ниҙәндер шомланам”, ти Ялыҡ-бей.

Геродот: ошо бәхетле мәлдә “Ҡорос серем итте һәм шунда уҡ уға улына бәлә килерен белдертеүсе төш күренде” (I, 34).

Һуңғы һартай: “һәм бына ул килде — тәүге атсапҡын... Ул миңә әйтте: “Түрә! Ябыҡҡарағай һырты эргәһендәге Бараҡ аймағынан киләмен. Хәбәр килтерҙем. Абау! Тимер-хан, күҙе сыҡҡыры, төшлөк яҡтан бында килә. Үҙе менән бергә күмәк сарбаздарын һәм барластарын килтерә. Эйе. Йәйге томорҡо эҫелә әшәке себен күпме булһа, улар ҙа шул тиклем. Эргәһендә уның мырҙалары, атабәктәре. Тауҙарҙы артылып килә улар”.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: