Шул яман да шул яман, ай.




— Өс тигәс тә ни яма к?

— Өс тигәс, шул яман:

Осар ҡоштоң балаһы

Бик талпынып оса алмаһа,—

Шул яман да шул ямап, ай.

— Дүрт тигәс тә ни яман?

— Дүрт тигәс, шул яман:

Дү ртоплөгә ба рғанда,

Ярыпггауҙыц буйында Атың тайыи йығылһа,—

Шул яман да шул яман, ай.

— Бита тигәс тә ни яман?

— Биш тигәс, шул яман:

Бишектәге йәш бала

Бик талпынып илаһа,—

Шул яман да шул яман, ай.

— Алты тигәс, пи яман?

— Алты тигәс, шул яман:

Алтай тауҙың буйыңда Атың ятып ҡалһа,—

Шул ялтан да шул яман, ап.

— Ете тигәс, ни яман?

— Ето тигәс, шул ямап:

Етәр ергә атың етә алмаһа,—

Шул яман да шул яман.

— һигеҙ тигос, ни яман?

— һигеҙ тигәс, шул яман: һикһән йәшкә еткәс, һикерен агка менә алмаһаң,—

Шул яман, ай, шул яман.

— Туғыҙ тигәс, ни яман?

— Туғыҙ тигәс, шул яман:

Туҡһан йәшкә еткәс,

Туңҡайып ятһаң,—

Шул яман да шул яман.

— Йоҙ тигәс тә ни ямап?

— Йоҙ тигәс ни, шул яман:

Поҙгә етһәң, йоҙоц түбән әйләнер, Башың гүргә бәйләнер.

Бьтна гаул бигерәк тә яманы!

ҺАРЫБАЛДЫКЕМ ЭСЕР?

— Ай һары бал, һары бал, Һары балды кем эсер?

IЛҙғыштырыр кемдәрҙе, Таныштырыр кемдәрҙе,

I \ үҙл ә 11; іорер кемдә рҙе? һыны менән кем әсер,

Даны менән кем әсер?

— Ай һары бал. һары бал, Ике яман бергә әсһә. Ыҙғыштырыр һары бал;

Ике яҡшы бергә әсһә, Таныштырыр һары бал;

Ике һуҡыр бергә әсһә, Күҙләштерер һары бал. һыны менән бей әсер,

Даны менән ир эсер.

— Эй һары бал, һары бал, һары балды кем эсер?

— һанда-һаяҡ бей эсер,

Түрҙә ултырған түрә әсер 137.

 

ҺАРЫБАЛ

— Ике татыу бергә килһә, һаираштырган һары бал; Ике асыулы бергә килһә, Яраштырған һары бал;

Ике сәсән бергә килһә, Ярыппирған һары бал;

Ике батыр бергә килһә, Алыштырған һары бал;

Ике тинтәк бергә килһә, һуғыштырған һары бал;

Ике һылыу бергә килһә, Ҡауыштырған һарьт бал;

Ике һуҡыр бергә килһә, Күҙләштергән һары бал;

Ике һүҙһеҙ бергә килһә, һөйләштергән һары бал 138.

— Эп һары бал, һары бал, һары балды кем эсер?

— Бал эсерлек хәле булһа, һары балды шул эсер 139.

— Эй һары бал, һары бал, һары балды кем әсер?

— һанда-һаяҡ бей эсер,

Урманда сүрек һайлаған,

Боғау, бороз ҡайраған —

Шул эсер, зәү, шул эсер. Түмәндә ағас ҡараған,

Баҫып боғау, бороз ҡайраған — һары балды Д пц иркенен,

Шул эсер, ау, шул эсер!

— Ике яҡшы бергә эсһә. Таныштырған һары бал.

Ике яман бергә эсһә, һуғыштырған һары бал.

Ике һуҡыр бергә эсһә, Күҙләндергән һары бал. Ирештергән һары бал; һуғыштырған һары бал, Таныштырған һары бал.

ҺАРЫБАЛ

Икенсе вариант

 

ТЫУҒАН ИЛ ТУРАҺЫНДАҒЫҠОБАЙЫРҘАР

ЕТЕ ЫРЫУ

орон заманда, иген сәсмәгәп, бесән сапмаған, олатайҙар малдарына гел сәскә утлатып, үреш, ҡышлыҡ тибен эҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп, ер- һыу осөн бер-бере менән талашып, Уралды тойәк, Ирәндөкте тибен итеү осон, бер ырыу икенсе ырыуға ко- йөҫ-көйоҫ яу асып, бер-беренең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала- саға, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән саҡта, аранан аҡыллылар сығып, яусылар араһында һүҙ асҡандар: «Аҙаматтар, ырыу башҡа булһа ла, бауыр бер бит. Ошо янъяллашып яулашыуҙы туҡтатҡанда ла арыу булмаҫмы икән?» — тигәндәр, ти.

Яусылар һеңгеһен ергә • сәнсеп, һойләүсене ауыҙы менән йоторҙай булып, керпек ҡаҡмай тыңлап торғандар. Ҡайһылары ауыҙына үлән ҡабын, башын түбән эйеп, уйлап ултырғандар, ти. һөйләүсенән һүҙ сыҡҡан, һүҙгә эйәреп һүҙ киткән. Бары ла аҡыллы һүҙен хуп күреп, яулашыуҙы ташларға булғас, үҙе баш, үҙе түш булып йөрөгән аҡһаҡалдар араһында шау-шыу киткән; үҙ-ара даулашып, һәр ҡайһы аҡһаҡал үҙе морон төрткән ханына барып кәңәш-тоцәш пткән, ярҙам һораған, ти. Хайдар апгьгкмағаи, элеккесә йәшәй биргән. Аҡһаҡалдарҙың эше был яҡ менән дә сыҡмағас, аптырағандар, һаман косло ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа Мәскәү батшаһына барып ҡарайыҡ, тип һүҙ берләштергәндәр, ти.

Ерле ерендә кәңәш итеп, тағы ла ырыу аҡһаҡалдары бер ергә йыйылып һойләшкәндәр. Аҙаҡ сиктә ботә ырыу аҡһаҡалдары араһынан бөрйәндең Иҫке бей, ҡыпсаҡтың Ҡужаҡ, тамьяндың Шәкәле тигән кешеләрен батшаға ебәрергә булғандар, ти.

Был кешеләр Мәскәүгә барғас, батша, бик ҙур ҡунаҡтар килгән, тип ҡаршы алған, ти. Ботә һанат, якаралдарын йыйған, аш-

һыу оҙерләи, ҡунаҡ иткән. Бары ла быларҙан һорашҡан, былар илдең әйткән йомоштарын эпәһекәк-ебенә саҡлы һопләгәс, батша:

— Берүтала миңә баш һалығыҙ, һеҙҙең ер-һыуығыҙҙы үҙ арағыҙға бүлен бирҙерермен; тирә-яҡ хандар һеҙҙең ергә килеп аяҡ баҫа алмаҫ,— тигәс, аҡһаҡалдар үҙ-ара аҡыллашҡандар, ти. «Тимә бер * ханға тырым-тыраҡай яһаҡ-маҙар ташын йөрөгәнсе, бер ерҙә булыр. Илке-һалҡы уйлап тормайыҡ, баш һалайыҡ»,— тип һөйләшкәндәр ҙә, батшаға инеп, үҙ теләктәрен әйткәндәр. Батша быларҙың үҙҙәрен ант иттереп, ботә илде баш һалдырырға һүҙ бирҙереп, ҙур туй яһаған; ботә һарайҙарын күрһәткән, бер кисә кнн ҡунаҡ итеп, барына ла ҙур бүләк, тарханлыҡ биргән. Ер-Һыу сиктәрен билдәләп, ырыу ыҙғыштарын бәтәроргә кеше өбәрмәк булған. Шунан илселәр ҡайтып киткән.

Илселәр ҡайтып, ип-һап итеп, халыҡ менән һөйләшеп ботөүгә, батша кешеләре лә килеп еткән, ти. Батша ебәргән нәсәлниктәр килгәс, ат-хат еткән ерҙән ете ырыу халҡын Тарауыл аҡланына 140 йыйғандар, ҙур туп яһағандар. Туйҙа ырыу-ырыу яҡлашып, батырҙар көрәшкән, сәсәндәр әйтем әйтешеп, ҡурайсылар ҡурай уйнаған, йырсылар йырлаған. Аҡһаҡалдар, байҙар ат саптырған, һунарсылар ат оҫтөпдә уйнап, сәпкә атышҡан. Бөтәһе белгәненсә уйын-көлкө яһап, кон уҙғарғандар, ти. Йыйынға килгән ете ырыу эсендә быгаса Уралды күрмәгән, буйына аяҡ баҫмаған ырыуҙар ҙа булған. Уларҙың йырсы, ҡурайсылары, сәсәндәре Уралды кәмһетеп, Урал өсөн ыҙғышып йөрөгән ырыуҙарҙан көлөп йырлағандар:

Урал да ғына Урал, тип әйтәһегеҙ,

Уралығыҙ ҡыҙырым сауҡа икәп.

Күрмәгән дә сакта ла, ай, зауҡы икән,

Күрҙең иһә күңел дә ҡайта икән.

Урал да ғына Урал, тип әйтәһегеҙ,

Уралығыҙ ҡаялы тау икән.

Батшаларға етеп, ай. даулашҡан,

Ҡан-яу һалған Урал да шул микән?

Был ялаң яҡ йырсыларыңа ҡаршы, тау башҡорттары гөжләтеп ҡурай уйнап, йырсылары ҡушлап йырлаған:

Урал ғына буйы ла бик үк йәмле Аҡ тирмәләр корон та йәйләргә.

Биттәренә ултырып та ҡурай юндым Уралымды маҡтан та көнләргә.

Урал буйҡайҙа р ы ла сауҡа-сауҡа,

Япраҡ яра яҙын бер саҡта, һандуғастар килә, моңһоу тула,

Ҡайғыларың ботә лә шул сакта.

Урал буйҡайҙары ла армыт-армыт,

Бар йылғаға әсә лә булған ул.

Шылтырап аҡҡай һыуы буйҙарына Ырыуҙарын туплап йыйған ул.

Бынан һуң инде сәсәндәр һүҙ башлаған.

Ялан сәсәндәре, Уралды яманлап, шулай әйткәндәр:

Урал тнгәп данлы тау —

Биш ырыуҙы ыҙғытып141,

Яу астырған шаулы тау.

Йылына ике түлләгән,

Аҡҡоштай һылыу ағартып,

Йонө менән ой теккән; 142 Хоҙанан шәрә тәнеңде Йылытырға түл йәйеп,

Тиреһенән тун теккән;

Табын-табын туйында Ҡунағыңды һыйларға Тәкәләрен ит иткән;

Берәүгә ҡарыу итмәгән,

Йыуашльгкта бер байғош—

Ҡуй-һарьгкты быуыусы Бүрегә ышыҡ булган тау.

Бер туғандай йоп булып,

Күкрәген һыҡтатып,

Сәскә үбеп, бал йыйып,

Илен балға туйҙырып,

Донъя көткән бал ҡортоп Ҡырым-сиреү ҡылыусы Айыуға тоиәк булған тау.

Ат оҫтондә уйнарҙай Батырына түтә юл,

Битенән һуҡмаҡ һуҙҙырмай,

Ҡырҡыу тояҡ аҡ кейек —

Ҡоралай тигән йылғырҙы Батырыпан көлдөрөп,

Ҡая үрсетеп, маһайып,

Бөтә ҡош-ҡорт, йыртҡысҡа Тойәк булған Уралтау.

Яҙҙың һөйөнсө оранын,

Ҡар һыуында сәскә атҡан,

Яҙҙың төҫөн балҡытҡан, һары күҙәнәк, күк ҡайпыу,

Умырзая сәскәһен Йылы ҡояшҡа ҡотайтмай,

Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояшын Ышыҡлатып ҡаянан,

Үрсетмәгән һалҡын тау.

Дойәгә йәндәй аш булған Юшаны юҡ Уралтау.

Әсеһерәгән малына Татыры кж Уралтау.

'Кош күстәре төшорлок Мөлдөрәп торған алдырҙан,

Өҫтөндә сыр-сыу йөҙөшон,

Ҡарасай ҡаҙҙар т үл йәйгән,

Тирә-яғы тәңкәлән Ҡырсын менән биҙәлгән, һаҙмыттарын һылыулап,

Екән, ҡуға ураған,

Зантүләккә йәр булған һыуһылыуын 14л үҫтергән,

Сыскан һыртлы ҡола мал Ватырына ат нтеп,

Өйнр-ойор түлләткән Аслы күлдән144 күле юҡ,

Шмп-шыр урман Уралтау.

Таңдың еләҫ еленән Сәскәһең ҡурсыр Уралтау.

Тау сәсәндәре, үҙҙәренең йырсыларың ҡеүәтләп, Уралды маҡтаған

Илде туфандан ҡаплаған,

Ҡара һыуҙан әрсегән;

Дейеү-пәрей үҫтереп,

Ерҙең сәскә, ағасын,

Ялан, Урал буйҙарын һыу аҫтында тынсытыи,

Зар илатҡан Шүлгәнгә,

Аҡбуҙ толнарып менеп,

Диңгеҙ йөҙөп, яу асып Кплгән Урал батырҙың Буйлап үткән һуҡмагы —

Беҙҙең данлы Уралтау.

Ете ырыуҙың атаһы Шунда ырыу йәйҙереп,

Барына ата булған тау.

Иҙел, Погош, Яйыҡты,

Үҙән, Эйек, Ҡаҫмартты — һауыны еткән елендән,

Барын берҙәй ағыҙып,

Балаһын күреп һыҡыранған Әсәләй һуғарып ил иткән —

Барына әсә булған тау.

Урал—плгә әсә ул,

Урал—илгә ата ул.

Уралға тел тейҙергән,

Ата-әсәһен кәмһеткән Тыума бала булыр ул.

Ата ата булмаһа,

Батырға өлго булырмы?

Әсә әсә булмаһа, һылыуға әсә булырмы?

Атаһыҙҙы ул итеп,

Илдең ҡонон белерме?

Әсәһеҙҙе ҡыҙ итеп,

Батырға әсә булырмы?

Атаһыҙ үҫкән уҡ юнмаҫ,

Илен ҡан-яу баҫҡанда,

Әсәһеҙ үҫкән uoii текмәҫ,

Иле яуға киткәндә.

Ана шулай ҡара-ҡаршы йырлашҡан, әйтешкәндән һуң, ботә ете ырыу ҙа Урал буйын тейәк, ялап ерҙе йәйләү итергә һүҙ ҡуйышып таралышҡан. Ете ырыуҙы татыулаштырған туйҙа ҡурайсылар уйнаған, йырсылар йырлаған көйҙө «Ете ырыу — еемьрод» койо тип перетер булғандар.

&

АЙ УРАЛЫМ, УРАЛЫМ

Ай Уралым, Уралым,

Уралып ятҡан Уралым,

Илгә дошман килгәндә, Ышыҡ булған Уралым,

Ил һаҡлаған ҡоралым.

Ҡайнар-ҡайнар ҡабарып, Ҡалҡып килгән болоттан,

К үҙ күремдән күренеп,

Ҙур япраҡлы ағастай. Күгәреп ятҡан Уралтау.

Ботағы алтын алҡалай, Япрағы көмөш тәңкәләй, Һыны һылыу егеттәй,

Тамыры ташҡа ереккән, Ҡарағай, имән, ҡайыны — Бары ла һөйгән Уралтау.

Сылтырап аҡҡан шишмәңдән Һирпеп һыуың алғанда,

Бөтә ғәмен онотоп, һыныңа күҙ һалғанда,

Таң сулпаны ҡалҡҡанда, һылыуың маҡтап йырлаған,

Таң һыҙылып атҡанда,

Ҡошо.маҡтан һайраған,

Ҡыҙы ла һойгән Уралтау, Ҡошо ла һөйгән Уралтау. Күбәләген, бал ҡортон Үҙ буйына арбаған,

Сал боркото, ҡыйғыры Ҡаяңда тойәк һайлаған,— Хоҙай бирер йәннәттән Туғайы һылыу Уралтау.

А й У ра л ым, У ра л ым,

Ҡуш п.мсәктәй ҡабарын, Ҡалҡын торған Уралым;

Ботә данды үҙецә Йыйып торған Уралым.

Дүрт аяҡлы януарға Төйәк булған Уралым; Яусыл булған атама Ата булған Уралым;

Юнсел булған әсәмә Әсә булған Уралым;

Инеһен дә йоп ҡылып,

Түл йәйҙергән Уралым;

Аҫыл ағас үҫтереп,

Ҡопт үрсеткән Уралым; һылыу ҡыҙҙай биҙәнеп, Дошман күҙен ҡыҙҙырып,

Яу астырған Уралым; Атамды яу саптырып,

Әсәмде тол ҡалдырып,

Ике күҙен йәшләтеп,

Ҡәйнә булған Уралым! Сыңғыр-сыңғыр сыңраған Йылҡыһы күп Уралтау, Моцор-моцор моцрәгән һыйыры күп Уралтау; Кәкерө ҡойроҡ, йылтыр күҙ Бүреһе күн Уралтау,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ Ҡуяны күп Уралтау; Майлап ҡуйған ҡайыштай, Йыланы күп Уралтау, Алпап-толпан атлаған Айыуы күп Уралтау,

Ҡыҙ балалай биҙәнгән, Төлкоһо күп Уралтау, Ояларға урыны мул, Ҡоштары күп Уралтау;

Балығы аттай дулаған, Баҡаһы ҡуйҙай һулаған, һыуы ярына һыймаған Йылғаһы күп Уралтау.

Балтырғаны беләктәй, һарынаһы ҡурай еләктәй, Туғайҙары түшәктәй,

Талы, муйылы ҡурсаҡтай, Сәскәләре мең төҫлө, Иҫертерлек хуш еҫле; Йылҡылары сыңғырап, һыйырҙары моц(о)рәи, Ҡуй-Һарығы ҡуцырап, Көтөү-көтөү йөрөр ер; Ятып ҡалған бер бәрәс Йоҙ ҡуй булын үҫер ер, Төрөп ҡалған яңғыҙ тай Өйөр булып йөрөр ер; Атам кейәү булған ер, Әсәм килен булған ер, Кендеғемде киҫкән ер, Тәмле Һыуып эскән ер!



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: