Тормош – Артур Кабиров........................35




Шайморатов генерал.................15

23. Айырылмағыҙ............................16

24. Ҡышҡы романс..........................16

Тала-тала....................................17

26. Бөрлөгәнем................................17

27. Әсәйемдең доғалары…...............18

28. Әсәйемә.....................................18

29. Мәңгеллек мөхәббәт......................19

30. Ете ҡыҙ...........................................20

Абдрахман.....................................20

32. Ашҡаҙар.........................................20

33. Бүреләр – йүгереп..........................21

34. Мәңгегә..........................................22

35. Тирә яҡ бушағанда.........................23

36. Мөхәббәт илендә...........................23

37. Дуҫтар............................................24

38. Яралы яҙмыш.................................25

39. Мәңгелеккә.....................................25

40. Һинең күҙҙәрең...............................26

41. Әклимә...........................................26

42. Көрәш йәшәү хаҡына…….................27

43. Тимур Ямалов – йүгерә болот..........28

44. Ҡоштар һанайым.............................28

45. Фәрештәләр.....................................29

46. Менер инем болоттарға...................29

47. Һиңә һаман йырҙар яҙам................30

48. Ҡыр ҡаҙҙары.....................................30

49. Нисек барһын тик шулай бул.............31

50. Төн.....................................................31

51. Хәтеремдә (Руслан Шакиров)...........32

52. Һағынам (Руслан Шакиров)................32

53. Мин ҡайтырмын – Артур Кабиров......3 3

54. Мәхрүм иттек (Ахмаҡтар)...................33

55. Минең йондоҙом + Хыялға ҡаршы.....34

56. Бергә – Тимур Ахмедьяров.....................35

Тормош – Артур Кабиров........................35

Урал байлығы.

 

Күгәреп яталар

Ирәндек тауҙары.

Илемдең ҡуйы урмандары,

Йәм-йәшел туғай ҡырҙары,

Сылтырап аҡҡан шишмәләре

Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән.

Беҙ уны һаҡлайыҡ дуҫтар

Килгән йәшлеккә.

 

Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.

Э-э-эй, Уралыбыҙ! Онотма ҡурай моңон.

Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.

Э-э-эй, Уралыбыҙ…

 

Һанап бөтмәҫлек

Булған Урал байлығы.

Илемдең моңло көйҙәре,

Халҡымдың булған бейеүҙәре,

Ҡурайҙың моңло көйҙәре

Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән.

Беҙ уны һаҡлайыҡ дуҫтар

Килгән йәшлеккә.

 

Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.

Э-э-эй, Уралыбыҙ! Онотма ҡурай моңон.

Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.

Э-э-эй, Уралыбыҙ…

Башҡортостан

Урал Рәшитов көйө
Сәриә Вәлиева һүҙҙәре

Башҡортостан - тыуған ерем,
Йырлы ҡайындар иле.
Куккә ашҡан ғорур тауҙар,
Ҡылғанлы дала иле.
Ҡылғанлы дала иле, -
Башҡортостан - тыуған ерем.

Һандуғастар өҙлөп һайрар
Йылғалы-күлдәр иле,
Гөл-сәскәле, күбәләкле
Йәшел туғайҙар иле,
Йәшел туғайҙар иле.
Башҡортостан - тыуған ерем.

Бөйөк шағир Мостай иле,
Данлыҡлы Рәми ере.
Сая бөркөт Салауаттай,
Һүнмәҫ башҡортом теле.
Һүнмәҫ башҡортом теле, -
Башҡортостан - тыуған ерем.

Һандуғастар өҙлөп һайрар
Йылғалы-күлдәр иле,
Гөл-сәскәле, күбәләкле
Йәшел туғайҙар иле,
Йәшел туғайҙар иле.
Башҡортостан - тыуған ерем.

Тыуған яҡ

 

Тыуған яҡҡа юл тотамын,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Иң гүзәл ғәзиз яҡҡа,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ.

Ер еләктәре бешкән саҡ,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Ашығам ҡайынлыҡҡа,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ.

 

Ҡушымта:

Талпына күңел, талпына, ашҡына?

Ярһыуына түҙ, түҙ генә,

Ҡайынлыҡта еләк бешкән,

Тиҙ үрелеп өҙ генә.

 

Сәскәләрҙең ниндәйе юҡ,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Хуш еҫле, аллы-гөллө,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ.

Был яҡтарҙа бер ҡайҙа ла,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ,

һис тиңдәр булмаҫ төҫлө,

Тыуған яҡ, тыуған яҡ.

 

Ҡушымта.

 

Ҡайынлыҡта һайрай ҡоштар,

һайрай-һайрай ҡоштар,

Бер туҡтамай өҙҙөрөп,

Өҙҙөрөп-өҙҙөрөп.

Оҙаҡламай ҡайтырмын мин,

Ҡайтырмын-ҡайтырмын,

Тороп булмаҫ көттөрөп, -

Көттөрөп-көттөрөп.

Ҡушымта.

 

Иң матур йыр.
1

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем
Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем
Ул йырҙы таптым тыуған илемдән
Моңло көй оттом турғай теленән

Ҡушымта.
Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Йәшәйек донъяла һайрап ҡына
2
Килдем һеҙгә иҙел диңгеҙ кисеп
Һеҙҙе һанып ҡанатланып осоп
Ҡош ҡанаттары түгел инемдә
Йыр ҡанаттары минең күңелдә

Ҡушымта.

3
Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем
Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем
Ул йырҙы таптым тыуған илемдән
Моңло көй оттом турғай теленән

Башҡортмон. (Слова и музыка Альбины Шамсутдиновой)


Йөҙөнә бысраҡ ташлап йөрәгең ярылһа,
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға,
Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!
Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,
Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма һин, һаҡла,
Заман афәттәренә башҡортом бирешмә!

Ҡушымта:

Ҡөс, ғайрәт, түҙемлек бир Аллам

Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!!!

 

Үткәненә ҡүҙ ташлап яр hыймай йөрәгең?

Күпме ҡырылды hинең акыллы йөҙҙәрең

Тартып алдылар ҡүпме hорамай ерҙарең?

Яҡты уйзар менең генә тик алға һин атла

hынып ҡалма бер низән Башҡорт илен данла

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!

 

Ҡушымта:

 

Тура басып ғорур атла -hин бит үҙ Ерәңдә

Олтан булма ә Солтан бул hин тыүған иләңдә

Намыҫыңды тапарға бер ҡасан ашыҡма!

Телеңдең киләсәғә лә тик hинең ҡулыңдә!

Ул бит беҙҙең хазинабыз-hин шуны онотма!

Әсә телең үлтереүғә башҡортом -юл ҡуймә

 

Сыңрау торна

Сыңрай-сыңрай осоп килә
Сыңрау торнаҡай
Уралыңдан сәләм тине
Сыңрау торнаҡай
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай,
Иҫән-һау,ти
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай.
Юҡ хафа, ти, юҡ афәт, ти
Сыңрау торнаҡай.
Илдә ир-ат - Салауат, ти
Сыңрау торнаҡай.

Уралҡайым, Уралҡайым
Тыуған Уралҡай!
Ил көйләр ти
Тел һөйләр ти
Уйнар ҡурайҡай.
Ҡыуанысым, йыуанысым
Булды Уралҡай
Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы
Сыңрау торнамдай.

Уралҡайым, Уралҡайым
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай.

Башҡортостан — гөлбостан

Ырыуың кем? – Үҫәргән,
Ырыуың кем? – Юрматы,
Ырыуың кем? – Ҡатай,
Ырыуың кем? – Табын,
Ырыуың кем? – Ҡыпсаҡ,
Ырыуың кем? – Бөрйән,
Ырыуың кем? – Тамъян,
Илебеҙ Башҡортостан!

 


Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан!

Башҡортостан баҡсаһы — арыҫландар торған ер,
Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер,
Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер.

Ҡыуан аңлап, эй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде,
Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде,
Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде.

Башҡортостан — гөлбостан, былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан.

Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан.

Башҡортостан йәшәһен, cөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен!

Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан.

Мөхәббәтем

 

1.

Тулған ай бер мәл тәҙрәндән

Нур hибер сәстәреңә.

Мин да ай бит шул нурҙарҙан,

Керермен төштәреңә.

 

Ҡушымта

Яҙмышымда һин берҙән-бер

Өмөтөм, мөхәббәтем.

Бәғрем ҺинҺеҙ йәшәй алмам

Янында ла булалмам.

Берҙән-берем, мөхәббәтем.

2.

Һине күрер өсөн килдем

Ашҡынып яндарыңа.

Кире ҡайтһын тип күңелем

Йәшлегем таңдарына

 

Ҡушымта

3.

Ай нурҙары тәҙрәмдән

Иркәләр сәстәрендә

Мин да ай бит шул нурҙарҙан

Керермен төштәренә

 

Ҡушымта

Килә яуа

Тормош ул бит, бер ҡараһаң,
Йылмайып көлгән кеүек.
Икенсе яҡтан ҡараһаң,
Шәмдәре һүнгән кеүек.

Ҡушымта:
Килә яуа Килә яуа
Эйәләшкән бер болот.
Осар ҡанаттарым булһа,
Тормаҫ инем бер минут.
2
Гөл булһам, үҫәр инем.
Йел булһам, иҫәр инем дә
Алма булып, алдарыңа
Өҙөлөп төшәр инем.
3
Абау, Аллам, "уф" та тимә –
Уфтана тимәһендәр.
Уфтанырға калған был, тип
Дошмандар көлмәһендәр.

 

Ҡара муйыл.
1.
Хушлашҡанда ҡулдарыма,
Йылмайып ҡул һуҙғанда,
Һин ышанма шатлығыма,
Көләм илар урында.
Хушлашҡанда һуңғы тапҡыр,
Бәхетле бул тиһәңсе,
Һин ышанма теләгемә,
Теләктәрем бәхәсле,
Теләктәрем бәхәсле.


Ҡушымта:
Муйыл, муйыл, ҡара муйыл,
Һинең ҡара күҙҙәрең.
Исемдә һаҡланалар шул
Ҡосаклап үпкәндәрең.

Муйыл, муйыл ҡара муйыл
hинең ҡара күҙҙәрең
Иςемдə hаҡланалар шул
Ҡосаҡлап үбеүҙəрең
Ҡосаҡлап үбеүҙəрең
2.
Хушлашҡанда һуңғы тапҡыр
Йылмайып ҡул һуҙғанда
Һин ышанма шатлығыма,
Көләм илар урында.
Һин ышанма теләгемә
Теләктәрем бәхәсле
Һинһеҙ бәхет тыумағандай,
Булмам һинһеҙ бәхетле.

Ҡушымта:
3.
Ҡойол, ҡойол инде, ҡойол,
Ирендәрең тәмдәрең,
Хәтерләйһе генә ҡалды
Шул бәхетле көндәрҙе,
Шул бәхетле көндәрҙе.
Ҡушымта:

 

Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ

Рами Ғарипов һүҙҙәре

Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

"Көтә белгәндәргә һуң түгел" дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең - һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...

Бәхет төнө
1.

Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты моң тама. (2 тапҡыр)


Ҡушымта: (2 тапҡыр).
Был бит бәхет төнө,
Эҙлә бәхетеңде,
Юҡ, йоҡлама егет, йоҡлама.
2.

Егет яна ҡыҙға күҙ атып,
Һандуғастар йөрөй оҙатып,
Йондоҙҙарҙан ынйы һибелә. (2 тапҡыр)


Табышалар парҙар,
Ҡауышалар йәрҙәр,
Юҡ, бәғерем, юҡ бит һин генә. (2 тапҡыр)


3.

Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты моң тама.(2 тапҡыр)


Ҡушымта:
Был бит бәхет төнө,
Эҙлә бәхетеңде,
Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама (2 тапҡыр)

Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.

 

Сәскәм

 

Ни ваҡытта инде ҡояшҡай куренмәй
Ҡояш куптән инде тау артында йоклай,
Йондоҙҙар юк, ай күренмәй,
Куңелемдә яткан сәскәм нигәлер атмай

Ҡушымта:
Сәскәм сәскәм ниңә, hин атмайың төндә
Ҡыйын hинhеҙ миңә ярhыу йөрәгемә,
Сәскәм сәскәм ниңә, hин атмайың төндә
Ҡыйын hинhеҙ миңә ярhыу йөрәгемә

Тандар еткәс ерҙе томан баҫып алыр
Томан сәскә япрағыңа тамсылар hалыр,
Тамсы тамыр күҙ яшеңдән,
Сәскәм тағын тажын асмай, йөрәкте ярып

Күптә тормай инде ҡояш балҡып сығып
Көндәр утер төндәр еткәс йондоҙҙар уяныр
Хыял сәскәм йылмай инде,
Күп тәҙерә йондоҙ балкый йонмаҫ куҙеңде

 

Күҙ нурым

 

Һин ураған юлды мин урайым,
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын.
Һин һулаған яҙҙы мин һулайым,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм,
Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын.
Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Кемдәр генә аңлар хистәремде,
Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым?
Елдәр генә һөйә сәстәремде,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

 

 

Свет очей моих


Я брожу по дорогам, по которым ты бродил,
На следы твои лью свет очей.
Я дышу весной, которой ты дышал,
Где же, где же ты сам,
Где же ты сам, свет очей моих?

Я прислоняюсь к иве, к которой ты прислонялся,
На почки ее лью свет очей.
Меня ласкает ветер, который тебя ласкал,
Где же, где же ты сам,
Где же ты сам, свет очей моих?

Кто же поймет мои чувства,
Когда потускнеет ясный свет моих очей?
Только ветры ласкают мои волосы,
Где же, где же ты сам,
Где же ты сам, свет очей моих?

Өфө йүкәләре

Йәшлек урамдары,
Тулы хыялдары,
Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.

Беҙҙең менгән аттар –
Йылдар, арғымаҡтар,
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.

Ғүмер ике килмәй,
Уттар ике һүнмәй,
Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.

 

Фидан Ғафаров–Бик һағындым һине, Тыуған илем

Морат Әхмәтов көйө
Нәжиб Асанбаев шиғыры

Бик һағындым һине, Тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Ғәзиз әсәйемдең усағында
Мин ашайһы аштар бешмәгән.

Бик һағындым һине, Тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Мин тартаһы моңло ҡурайҙар ҙа
Уралымда әле үҫмәгән.

Бик һағындым һине, Тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Ҡоштар осоп етмәҫ был яҡтарҙа
Ризыҡтарым әле бөтмәгән.

 

Фидан Ғафаров–Юғалтыу

 

Әйтерһеңдә ергә ямғыр түгел
Һинең күҙ йәштәре ҡойола
Һәр тамсыһы утлы күмер булып
Йөрәгемә кереп уйыла

Киткәндәргә бер ни кәрәк түгел,
Ҡалғандарға ауыр ғазабы.
Ғазаптарың һинең баҫыр өсөн
Ниҙәр генә уйлап табаһың?

Юғалтыуҙар ауыр был донъяла,
Иң ҙур ҡайғы-бала юғалтыу.
Теләк һине йыуатыу ҙа түгел,
Бары йәшәү көсө уятыу.

Киткәндәргә бер ни кәрәк түгел,
Ҡалғандарға ауыр ғазабы.
Ғазаптарың һинең баҫыр өсөн
Ниҙәр генә уйлап табаһың?

Телгәләнеп типкән йөрәгеңә
Туҙемлек бир,тәңрем,хоҙайым!
Йөрәгеңдән тамған утлы йәшкә,
Һүҙһеҙ генә ҡушылып илайым.

Киткәндәргә бер ни кәрәк түгел,
Ҡалғандарға ауыр ғазабы.
Ғазаптарың һинең баҫыр өсөн
Ниҙәр генә уйлап табаһың?

Йәшлегем

Бик йыраҡта ҡалды минең,
Йырлап үткән йәшлек сағым.
Шул йәшлегем иҫкә төшһә,
Йөрәккәйем әрней тағын.

Ҡушымта:
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине,
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайтсәле.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем,
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайтсәле.

2.
Аҡ томандар, аҡ ҡайындар,
Бигерәк матур ине шул саҡ.
Көндә кисен, яныр ине,
Һыу буйында беҙҙең усаҡ.

3.
Шул усаҡты яҡтыһында,
Күргән инем бер сибәрҙе.
Шундай матур йырлай ине,
Ғашиҡ итеп егеттәрҙе.

 

 

Һаман яратам

 

 

Шик тыуһа кинәт йәнеңда әгәр,
Йә килһә һиңә ҡурҡыныс хәбәр
Мин йөргән яҡтан, йыраҡ-йыраҡтан,
Ышана күрмә, — һаман яратам.
Ашыға күрмә, яңылыштан һаҡлан, —
Һаман яратам, һаман яратам!

Йондоҙло аяҙ күгеңде әгәр
Ауыр болоттар ҡаплап китһәләр,
Ҡаршы иҫкән ел ҡапланһа тынға,
Ныҡ бул, һин генә, тик һин йәнемдә!
Бирешә күрмә һағышка, моңга,
Йәнемдә тик һин, тик һин йәнемдә.

Һакла һөйөүҙе, таплама берүк,
Оло хистәрҙе ваҡлама берүк!
Уҙыр ғумерҙәр аҡҡан һыу кеүек,
Ғумер бер генә, һөйөү мәңгелек.
Уҙыр ғумерҙәр иҫкән ел кеүек,
Һөйөү мәңгелек, Һөйөү мәңгелек!

 

Все еще люблю

 

 

Если вдруг в душе есть сомнение,
Или вот беда~ вдруг известие
Вроде от меня, эх, издалека...
Не поверь ему~ я тебя люблю,
И не торопись, да поберегись,
Всё ещё люблю, всё ещё люблю!


Звёздное твоё небо ясное,
Вдруг заволокут если облака,
Ветер перебьёт вдруг дыхание,
Выдержи, прошу, будь сама сильна!
Не охватит пусть жёлтая тоска.
У меня одна~ ты в душе одна.


Береги любовь и не запятнай,
Ты с большой душой, чувством~ не мельчай.
Жизнь течёт сама, как в реке вода,
Жизнь у нас одна, а любовь вечна!
Пролетит же жизнь как в степи ветра.
Ведь любовь вечна, ведь любовь вечна!

 

 

Мәрәһим йыры

 

Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айрылды –
Уртаға ярылды тормоштар.
Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ – нишләрбеҙ
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар?

Һөйгәнем - яттарҙа.
Моңһоу таң атҡанда өҙөлә йәндәрем, өҙөлә.
Хәсрәтем юғала, шатлығым юғала
Бер генә ҡараһам йөҙөңә.

Дөм ҡара төндәрҙә, йондоҙҙар һүнгәндә
Йөрәкте саҡмалай сағырмын.
Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә-
Яҙмыштан уҙмыштар табырбыҙ

 

Миләш

Беҙ үҫтергән миләш һаман бөҙрә, көләс,
Йәшел япраҡ яра яҙ еткәс.
Аңламайым һис-һис, япраҡ яра нисек,
Нисек япраҡ яра һин киткәс.

Беҙ утлыртҡан миләш мәрйендәргә тиңдәш,
Ап-аҡ сәскә ата яҙ еткәс.
Аңламайым һис-һис сәскә ата нисек,
Нисек сәскә ата һин киткәс.

Беҙ үҫтергән миләш, һаман һылыу йәп-йәш,
Ҡыҙарып тәлгәшләнә көҙ еткәс.
Аңламайым һис-һис, тәлгәшләнә нисек,
Нисек тәлгәшләнә һин киткәс.

 

 

Сердцем вместе слились, но пути разошлись.
Раскололось судьба пополам.
Половинки с тобой, что же делать теперь,
Обойти коль судьбу нельзя нам?
Пополам, пополам, что теперь делать нам,

Обойти коль судьбу нельзя нам?

На чужбине любовь, На заре грустно вновь,
Рыётся что то в душе у меня.

Но печаль пропадёт,
Радость путь свой найдёт,
Только раз коль взгляну на тебя.

Ночи в тьме-черноте гаснут звёзды и те
Выбив в сердце искру, позову
Поднимусь высоко, опущусь глубоко
Всё равно я судьбу обойду

Ғәлиә һәм Заһир йыры

Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаева

Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Осрашҡанда көндәр төн менән.
Был доньяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм.

 

Ғәлиә
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин кайҙа, мин шунда, Заһирым.


Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялкыны.
Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахыры.


Заһир:
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.

 

Бергә:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре янып юғала.

Ә мәхәббәт ғүмерҙәрҙән артып,
Мәңге янып, мәңге йырлана.

Заһир, Ғәлиә бергә:
Һин ҡайҙа, мин шунда, Гәлиәм, /Заһирым/,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/.

 

Йәшнә ғүмер
Ауыр юлдарҙа имен киләбеҙ,
Алһыу таңдарға өмөт итәбеҙ.
Айһыҙ төндә аҙашмайса,
Яңы көндө көтәбеҙ.

Ҡояш балҡыны, ерем йәшәрҙе
Ҡоштар моңона донъя йәмләнде,
Саф нурҙарға, шат моңдарға
Бөтә ғәләм йәнләнде

Ҡушымта
Йәшнә ғүмер,
Йондоҙ күгендә,
Бәхет илендә, аяҙ көндә,
Айлы төндә
Йәшнә ғүмер ожмах түрендә.
----

Атай-әсәйҙән ҡыүәт алабыҙ,
Яҡты яҙҙарҙа, аяҡ баҫабыҙ,
Таңда былбыл һайрай өҙөп
Йәшәрҙе киң далабыҙ
Ҡушымта: 2 тапҡыр

Шайморатов генерал.

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.

Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.

Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Совет халҡы Тыуған илдән
Ҡыуҙы яуыз дошманды;
Бер туғандай, үтәнеләр
Изге Ватан ҡушҡанды.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

 

Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал.
Впереди – на аргамаке
Шаймуратов-генерал.

Шаймуратов под собою
Горячил в бою коня.
На врага кидался в бою
Вихрем грома и огня.

Шаймуратов рубит, гонит,
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит.

Храбрых конников по праву
Старый вырастил Урал,
Заслужил навеки славу
Шаймуратов-генерал

 

Айырылмағыҙ

һыу буйында яңғыҙ аҡҡош,

Ҡайырылған ҡанаттары.

Ҡанаттарҙы ҡайыра ул,

Айырылыу ғазаптары.

 

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ,

Булһа ла сәбәптәре.

Ҡанаттарҙы ҡайыра ул

Айырылыу сәғәттәре.

 

Ят ҡошто пар итмәҫ аҡҡош,

Яңғыҙ ҡанат ҡаҡһа ла.

Беҙ ҙә бергә булалмабыҙ,

һыуҙар үргә аҡһа ла.

 

Яңғыҙ аҡҡош күргән һайын

Өҙөлә бәғерҙәрем.

Ниңә һуң бергә саҡтарҙың

Белмәнек ҡәҙерҙәрен?

 

һыу буйында яңғыҙ аҡҡош,

Ҡайырылған ҡанаттары.

Ҡанаттарҙы ҡайыра ул -

Айырылыу ғазаптары.

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ,

Булһа ла сәбәптәре.

Ғүмерҙәрҙе ҡыҫҡарта ул

Айырылыу сәғәттәре.

Ҡышҡы романс


Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…


Ҡушымта
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу – табыштарым,
Һин – минең һағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға…
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Ҡушымта

Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Ҡушымта

 

Тала-тала
1.

Һандуғастар эйәләшкән hыу эсергә миләштән
Һағныуҙарым бөтөр ине - һине күреп hөйләшhәм
Һағныуҙарым бөтөр ине - һине күреп hөйләшһәм


Ҡушымта;
Эх, тала-тала-тала! Тала ике беләгем
Ниңә тала, ниңә яна икән минең йөрәгем
Эх, тала-тала-тала! Тала ике беләгем
Ниңә тала, ниңә яна икән минең йөрәгем
2.

Ағиҙелгә баҫма һалдым ҡайынын һайлап ҡына
Яндарыңа барыр инем ҡош булып һайрап ҡына
Яндарыңа барыр инем ҡош булып һайрап ҡына


Ҡушымта;
3.

Ағиҙел һыуы тирбәлә уртаһында һал булһа
Һыуға һалһаң ҡалҡып сығыр Беҙгә насип йәр булһа
Һыуға һалһаң ҡалҡып сығыр Беҙгә насип йәр булһа

Ҡушымта;

4

Һандуғастар эйәләшкән hыу эсергә миләштән
Һағныуҙарым бөтөр ине һине күреп hөйләшhәм
Һағныуҙарым бөтөр ине һине күреп hөйләшһәм


Ҡушымта;

 

Бөрлөгәнем

Баҡсаларҙа сәскә ата

Һин ултыртҡан бөрлөгән.

Ул да һине көтә һымаҡ,

Ник килмәйһең, бергенәм?

 

Ҡушымта:

Бөрлөгәнем, бөрлөгән

һағындырҙың, бергенәм.

Бөгөн төндә төштәремдә

һине күрҙем, бергенәм.

һин тал, имеш, ә мин, йәнем,

Гүйә, ҡара бөрлөгән.

 

Ҡушымта:

Бөрлөгәнем, бөрлөгән,

Бик һағындым, бергенәм.

Бөрлөгәндәй күҙҙәреңде

Бик һағындым, бергенәм.

«һөйәм» тигән һүҙҙәреңде

Ҡабатлайым йыр менән.

 

Ҡушымта;

Бөрлөгәнем, бөрлөгән,

һин бит минең бергенәм.

Әсәйемдең доғалары.
1
Доғаларың күңелемдән
Юҡ әле юғалғаны -
Һаклай мине, яҡлай мине
Әсәйемдең доғалары.

Ҡушымта:

Ташлама, әсәй, ташлама
Мине изге доғаңдан.
Ташлаһаң, изге доғаңдан
Мин бәхетле булалмам.

Ҡушымта:
2
Тылсымлы ла, шифалы ла
Әсәйемдең доғалары -
Доғаларҙың шатлыҡ ҡына
Килтерә торғандары.

Ҡушымта:
3
Ҡырыҫ та тормош юлдары,
Ауыр ҙа донъялары!
Хәлдәремде еңеләйтә
Әсәйемдең доғалары.

 

 

ӘСӘЙЕМӘ

Ғәфү Ҡайырбәков һүҙҙәре,
Шәмши Ҡалдаяҡов көйө.

1. Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың,
Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың,
Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда,
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.

Ҡушымта:
Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең,
Ҡуйының — гөл - баҡса, наҙлы ел — hулышың.
Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

2. Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем,
Берҙән - бер бүләгем — тоғро йөрәгем.
Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға,
Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал.

3. Бурыслы hиңә мин, әсәйем - алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты бирергә уйланым,
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.

 

Мәңгелек мөхәббәт

 

Мәңгелек мөхәббәт, әсәйҙең күҙҙәре.
Йылдарға әйтелгән, атайҙың һүҙҙәре.
Шуныһы үкенес, һуң ғына аңлайбыҙ,
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.

Еңел булмай яҙмыш, ул һуылы, кәртәле,
Тормош күперҙәрен үтәһе бар әле,
Тормош юлдарында, янымда үҙҙәре,
Әҙәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре.

Ҡайҙа ғына ташлаһа, үҙемде яҙмыштар,
Ҡартайтып, ашығып үтһәлә яҙ ҡоштар.
Һәр ваҡыт хәтерҙә, һаҡлармын үҙҙәрен,
Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен.

 

 

Вечная любовь

Вечная любовь, мамины глаза.
На года сказанные слова отца.
Очень жаль лишь одно, поздно мы понимаем
Чистоту их души, и святость слов.

Не бывает легкой судьба, она холодна, с преградами.
Жизни мосты надо еще пройти,
На дорогах жизни рядом со мною они,
Мамины глаза, папины слова.

Куда бы не бросала меня жизнь,
И пусть старя меня, пролетают птицы года(весны)
Всегда в памяти я, сохраню навсегда,
Мамины глаза, папины слова.

Ете ҡыҙ

Илгә сығып киткәнемдә,
Бергә ҡалды ете ҡыҙ,
Мин ҡайтҡанды көтөргә тип,
Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.

Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтып килһәм, бере юҡ.
Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан,
Ғәйеп итер ере юҡ.

Томбойоҡло тәрән күл дә,
Эсмәлегем булған күл,
Ете ҡыҙҙы тартып алып,
Бәхетемде юйған күл.

Ҡарурмандың ҡара ташы —
Күп йәшәгән төйәгем.
Ете ҡыҙҙың үсен алмай
Гүргә инмәҫ һөйәгем.

 

АБДРАХМАН

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,

Һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа.

Атам дуҫы, тиеп ышанма, егет,

Атаң дуҫы етер башыңа.

 

Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы

Эйәрең булыр, егет, ат булһа.

Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,

Ауыр саҡта һиңә ят булһа.

 

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ

Кәрәге юҡ эйәр ҡашына.

Атам дуҫы, тиеп ышандың, егет,

Атаң дуҫы етте башыңа.

 

Ашҡаҙар

Йәнкәй-йәнәш китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйы ла шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп, вафат булды,
Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.

Атҡайҙарға менеп, теҙген тотҡас,
Мылтыҡҡайын бирҙем дә ҡулына.
Күрә алмаҫтай булып, ҡарап китте,
Киткән икән үлем дә юлына.

Ҡайтты ла ғына тиеп, ишек асһам,
Аҡ бурҙайы тора ла, үҙе юҡ.
Күҙкәйҙәрен текләп миңә ҡарай,
Һөйләр ҙә ине, теле-һүҙе юҡ.

Ишеккәйем алды керелсәгә
Сығайым да тиһәм, таянам.
Төштәремдә күреп, ай ҡыуанам,
Һуҙ әйтәйем тиһәм, уянам.


 

 

Буреләр

 

***
Йүгереп юлдарымда,
Ашҡынып уйҙарымда
Мин барам һинең яндарыңа,
Юғалам һинең хыялдарыңда.

Белмәһәң минең яҙмышты,
Күрмәһәң үткер ҡарашты
Эҙләмә яуап ят һүҙҙәрҙә,
Табырһың уны минең күҙҙәрҙә

Ҡушымта
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым,
Хаталарымды ҡабатлайым,
Ҡурҡыу 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-06-16 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: