Я не могу иначе...
Ҡалдырма, әсәй!
— Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!
— Сеү, илама улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым, шуныһы үкенесле...
— Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
— Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым. Ә һин унда үҙеңде ҡыйыу тоттоң, улым.
— Ул көндө мин бөгөнгөләй хәтерләйем. Бөтә халыҡ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Ә һин шул көндә, ғәҙәттәгесә, ауырының. Әсәй, нисек түҙҙең икән шул хәтлем һыҙланыуҙарға? Өс йыл яттың бит тормайынса. Дауаханаға ла ниңәлер ашыҡманың.
— Әле булһа ла үкенәм, балам. Табиптар, операцияға ят тип, мине күпме өгөтләне. Әгәр унан баш тартһаң, был шештең ҙурайыу ихтималлығын да иҫкәрттеләр. Береһенән-береһе бәләкәстәремде яңғыҙын ҡалдыра алманым. Атайығыҙ көн һайын эштә. Дауаханаға бер мәл ятырға булғайным да ул, өс кенә йәшлек Зөлфирәбеҙ итәккә килеп йәбеште лә иларға тотондо. "Әсәй, ташлама инде беҙҙе, ташлама", ти. Уның артынса һеҙ өсәүләшеп мине һырып алдығыҙ. Һәр кемегеҙҙең күҙендә — йәш. "Ҡалдырма, әсәй" тиһегеҙ. Мөлдөрәп төбәлгәнегеҙҙе күреп, нисек дауаханаға китмәк кәрәк. Ҡалдым шул. Ә аҙаҡ инде һуң булды. Табиптар яман шеш тапты... Ҡабат аяҡҡа баҫа алманым.
|
— Һуңғы айҙа ауылдағы фельдшер Хәнә апай һиңә аҙна һайын укол ҡаҙай торғайны. Ул ауыр ғына сумаҙанын тотоп килеп инә лә баш осоңа ниндәйҙер шешә менән дарыу ҡуя, аҙаҡ шуны ҡулыңдағы ҡан тамырыңа ебәрә. Шунан һуң кәйефең күтәрелеп китә. Тик һуңғы көндәрҙә беҙгә йышыраҡ килә башланы фельдшер. Әллә күпме укол яһай ҙа ҡайтып китә. Ә унан ҡалған шприц-фәләндәрҙе мейестә яндыра. Яңы йылды ҡаршылар көн бигерәк һыҙландың шул. Ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сығарып ыңғыраштың. Быны күреү беҙгә лә ауыр ине. Атай ҙа үҙенә урын таба алмай. Бер тышҡа сыға, бер инә. Туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтә. Бүтән көндәге кеүек беҙҙең менән уйнаманы ла. Ә һинең хәлең яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Ахыр сиктә атай беҙҙе Хәнә апайға ебәрҙе. Яйлап йөрөмәгеҙ, ти, әсәйегеҙҙең хәле хөрт. Үҙе һине өйҙә яңғыҙыңды ҡалдыра алмаған, күрәһең. Беҙ йән-фарманға фельдшерҙың өйөнә йүгерҙек.
|
Хәнә апай беҙҙе күргәс тә эштең нимәлә икәнен аңланы шикелле. "Байрамға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ", — ти. Апайым менән икебеҙ өҫтәл янына ултырырға ашыҡманыҡ. Һинең тиҙерәк килеп укол яһауҙарын һыҙланып көтөп ятыуыңды беләбеҙ бит. Шулай ҙа фельдшер күндерҙе. Ҡабаланып ҡына берәр шәшкене "түңкәрҙек" тә кейенә башланыҡ. Беҙҙең өҙгөләнеүебеҙҙе күреп, Хәнә апай ҙа башҡаса көсләшеп торманы. Ғәҙәттәгесә, дарыуҙар менән тулы ҙур сумаҙанын алып, беҙҙең яҡҡа атланыҡ.
Тышта ап-аҡ ҡар яуа. Белһәңсе, әсәй, шул ваҡытта минең нимә теләгәнемде! Әсәйем тиҙерәк йүнәлһен тигәйнем... Тик ул теләк барыбер тормошҡа ашманы. "Хәнә апай, берәй яҡшыраҡ дарыуығыҙ юҡмы? Әгәр булһа, бирегеҙсе уны әсәйемә. Мин ҙурайһам, һеҙҙең алдығыҙҙа буш ҡалмам", — тип үтенгәйнем шунда. Фельдшер бер һүҙ ҙә әйтмәне, бары ауыр ғына һулап ҡуйҙы. Ул шул көндә һиңә тағы ла укол яһаны, һуңынан ҡағыҙға ҡултамғаңды ҡуйҙыртты. Яңы йыл етеүгә ике сәғәт ҡалды тигәндә, хәлең яҡшырғандай тойолдо. Тик барыбер өйҙә байрам кәйефе юҡ.
|
Хәнә апай изге бурысын үтәгәс, атайҙы оҙатып сығыуын һораны. Кәртәлә икәүләшеп нимәлер хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Күпмелер ваҡыт үткәс, атай инде. Ҡаштары төйөлгән, йөҙөндә ниндәйҙер моңһоулыҡ сағыла. Быны һин үҙең дә һиҙҙең бит, әсәй. Етмәһә, фельдшер нимә хаҡында әйтте, тип атайҙан ҡат-ҡат һораның. "Бер нимә лә тимәне, Гөлнурым, оҙаттым ғына", — тине ул. Тағы бер сәғәт ваҡыт үтте. Беҙ, дүрт бала һәм атай, һинең яныңда ултырабыҙ. Ике ағайым менән апайым был мәлдә ҡалала уҡыуҙа ине.
Нисек ете балаға ғүмер бирергә ҡыйыулыҡ таптың, әсәй? Ауыр булғандыр һиңә. Яңы йылға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Ниңәлер байрамға әҙерлек тә булманы өйҙә, атайҙың да мәшәҡәте етерлек. Эстән генә киләһе йыл бары һаулыҡ, өйөбөҙгә именлек килтерһен тигән теләгемде әллә күпме ҡабатланым.
"Утты һүндерегеҙ, зинһар", — ти башланың бер заман. Ятҡан ереңдән йә һул яҡҡа, йә уңға башыңды борғоларға тотондоң. Атай беҙҙе икенсе бүлмәгә алып инде. Ә һинең шул уҡ һүҙҙәрең йәнә ҡабатланды: "Утты һүндерегеҙ, утты!" Ыҙалауыңды бәләкәстәрем күрмәһен, тинеңме? Әллә беҙҙе ҡурҡытмайым, тип уйланыңмы? Ошо төндә беҙҙең йөрәк нисек типкәнен белһәңсе?! "Әсәй үлергә йыйына, шикелле" тип хафаға ҡалды Әлиә апай. Быны ишеткәс, күмәкләшеп иларға тотондоҡ. Егет кеше күҙ йәшен түгергә тейеш түгел, тигәйнең бит. Мин әйткәнеңде үтәргә тырыштым. Һиҙмәҫтән, өҫ кейемемдәге төймәмде лә өҙгәнмен икән. Иламаҫ өсөн аҙаҡ уны тешләп алдым. Шул тиклем көсәнгәнмен, хатта алғы тештәреп сатнап киткән. Ҡыҙҙар туҡтауһыҙ илай, күпме тырышһам да, мин дә күҙ йәшемде тыя алманым.
Ҡыҙарып бөткән атайыбыҙ беҙҙе һин ятҡан бүлмәгә алып сыҡты. Карауатың алдына теҙелеп баҫтыҡ. Аҙаҡ тын ғына, нимә әйтергә лә белмәй торҙо ла: "Балаларым, әсәйегеҙ һеҙҙе яратҡан кеүек, уны ла яратығыҙ әле", тине. Шунан беренсе булып һинең маңлайыңдан үпте. Беҙ ҙә үптек, ә һинең йәштәрең туҡтауһыҙ аға. Нимәлер әйтергә лә тырышып ҡараның, тик хәлең юҡ ине. Был беҙҙең һуңғы тапҡыр һине үбеүебеҙ булды. "Әсәйгә бит ҡыйын, әйҙәгеҙ аяғын ыуайыҡ", тине лә Әлиә апай, үҙенсә хәлеңде еңеләйтергә тырышты. Барыбыҙ ҙа илашабыҙ, атай ғына күҙ йәштәрен күрһәтергә тырышмай. Ярҙам итә алманыҡ шул һиңә. Һин күҙҙәреңде йомдоң, тын алыуҙан да туҡтаның... Их, шунда үҙем табип булһам. Бер көн эсендә аяҡҡа баҫтырыр инем!
— Етәр, балам, ауыр хәтерҙе яңыртмасы. Былай ҙа күңелем тулы һағыш-хәсрәт. Һеҙгә еңел булмағанын беләм. Атайығыҙ ҙа ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр һеҙҙе ташламаны...
— Эйе, әсәй, атайға ла әсе нужа һурпаһын күп һемерергә тура килде. Һине ерләгәндән һуң аҙна ла үтмәне, силсәвиттән, мәктәптән етәкселәр килә башланы. "Өсәүһе ярай ҡалала уҡый, ә бәләкәй генә дүрт балаңды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаҫ, әйҙә детдомға бир", тиҙәр. Атайыбыҙ бирешмәне, үҙ һүҙендә ҡаты торҙо. Ҡаланан да, ауыл советынан да йыш килделәр. Асыуы килгәс, иҫән сағымда балаларымды кеше ҡулына бирәһем юҡ, тине лә атай көтмәгән ҡунаҡтарҙы һүгеп сығарҙы. Һин беҙҙең менән булмағас, мәктәптең ҡайһы бер уҡытыусылары ла уҫаллана төштө. Һорауға дөрөҫ яуап бирһәң дә, "ике" ҡуйырға торалар. Һуңынан, аталары балаларын ҡарай алмай, уҡыуҙары хөрт тип ҡалаға ялыу яҙалар. Тамам аптыратып бөттөләр инде — уларҙың бар теләге беҙҙе балалар йортона ебәреү ине. Ҡатыны булмағанға, Ғиззәт мул ғына пенсия ала, шуға ла балаларын дәүләт ҡарауына бирергә ашыҡмай, тигән хәбәр ҙә таратыусылар табылды. Ауыл хакимиәтендә атайға "Һинән дә бай кеше юҡ. Бигерәк бәхетлегә әйләндең" тигән бер ахмаҡ. Ул түҙмәйенсә, йәне көйөп шул мәхлүкте бәреп осорған. Һин киткәс яман ҡайғырҙы шул атай. Төндәрен йоҡламай сығыр ине. Йыл самаһы үткәс, ул да йыш сирләй башланы. Тракторҙа эшләгәндә үпкәһенә һыуыҡ үткән. Туҡтауһыҙ уйланды бит, шуға ла ауырығандыр. Һин үлгәндән һуң өс йыл үтте тигәндә атайыбыҙ ҙа яҡты донъя менән хушлашты. Ә беҙҙе бында, балалар йортона, алып килделәр.
— Һеҙгә төшкән өлөштө, Хоҙай дошманыма ла күрһәтмәһен...
— Иҫләйһеңме, әсәй, миңә ҡаланан туфли алып ҡайтҡайның. Шул тиклем яратып кейҙем уны. Һин үлгәс тә ташларға ашыҡманым. Гелән шуны кейәһем килеп тик торҙо. Башҡаһын да алып бирҙеләр аҙаҡ, тик ниңәлер быныһы шул тиклем ҡәҙерле ине. Иҫкереп бөтһә лә, нәҡ шуны мәктәпкә кейеп йөрөнөм. Йүнлерәк нәмәң юҡмы, тиһәләр ҙә класташтарым, мин ғорурланып "быны әсәйем һатып алды" тиер булдым. Һин иҫән саҡта әсәйҙәр хаҡында йыр өйрәнгәйнем, хәтереңдәлер. Шуны 8 Март байрамында мәктәптә йырлауымды һоранылар. Сәхнәгә сыҡтым.
"Әсәй, әсәй, ҡәҙерлем
Мәңге йәшә донъяла..." —
ошо һүҙҙәргә килеп еткәс, тамағыма төйөр килеп тығылғандай булды. Ҡаушауымдан һүҙҙәремде лә оноттом. Күҙҙәремдән йәш аға, тыңлап ултырғандар быны күргәс, ҡул сабырға тотондо. Ҡабат сәхнәгә сыҡмаҫтай иттем шунда.
Әсәйһеҙ йәшәү шул тиклем ҡыйын икән. Бында беҙҙе бөтәбеҙҙе лә алкаш балалары, тиҙәр. Ә мин беләм үҙ әсәйемдең кем икәнлеген. Иҫән булһаң, ике "Әсәлек даны" миҙалын тағып килеп, күрһәтер инең тәрбиәселәрҙең уҫалына кемдең кемлеген! Бында күбеһенең атаһы-әсәһе эскәнлеге арҡаһында эләккәндәр, шуға ла бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалалар. Беҙҙең кеүек үкһеҙ етемдәр һирәк был йортта.
Яңыраҡ Әлимә исемле ҡыҙға әсәһе төрмәнән посылка ебәргән. Кәнфит-печеньелар һалған. Улары ла юлда килгәнсе ҡатып бөткән. Әлимә һәр кемгә берәр таш кеүек ҡаты күстәнәсен өләшеп сыҡты. Уның әсәһе кеше үлтергән икән, ә ҡыҙы уны маҡтап тик йөрөй. Әсәйем посылка ебәрҙе, тип теше ҡойолғансы һөйләр хәҙер. Бөтәһенә лә маҡтанып бөттө.
Кисен йоҡларға ятһаҡ, киләсәк хаҡында һөйләшәбеҙ. Фәнил исемле малайҙың ата-әсәһе айырылышҡан. Шунан әсәһе эскелеккә бирелеп, Фәнилде һеңлеһе менән детдомға тапшырған. Ул әсәйем алкашка тип һис әйтмәй. Бына ул бер аҙ йөрөр ҙә, эшкә урынлашҡас, беҙҙе килеп ала, ти. Һеңлем менән икебеҙгә зоопаркты күрһәтәсәк тип эсте һыҙҙыра. Көнләшәм мин уларҙан.
Ауыл үҙәгендә баҙар бар. Малайҙар шунда мәктәптән һуң кәнфит-фәлән урлашырға йөрөй. Мине лә бер көн саҡырҙылар. "Әсәйем көйәсәк, бармайым" тинем дә ҡуйҙым. Был һүҙҙе ишеткәс, тегеләр аптырашта ҡалды. Барыбер һин беҙҙе күреп тораһың кеүек. Һине ҡайғыртаһы килмәне. Әйтерҙәр, Гөлнурҙың балаһы ас ҡарға кеүек урлашып йөрөй, тип. Бына шулай, беҙҙең хәлдәр, әсәкәйем. Үҙең яныбыҙҙа булмаһаң да, йылыңды тоябыҙ кеүек. Насар ҡылыҡтарға юл ҡуймабыҙ.
— Дөрөҫ эшләйһең, балам. Мин һәр саҡ һеҙҙе ҡурсалармын...
— Көндәлегемдәге яҡшы билдәләремде күрһәңсе, әсәй. Бында ни тиклем беҙҙе күберәк йәберһетәләр, шул тиклем йүнле кеше булыу теләге лә арта. Шуға яҡшы уҡырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәргә өйгә эшен дә эшләшәм. Улар миңә шуның өсөн ҡайсаҡ алма бирә. Тик барыбер һин булмағас, бик ҡыйын. Әгәр яңынан терелһәң, көн һайын һиңә йырҙар йырлар инем. Болондағы иң матур сәскәләрҙе лә, әсәкәйем, һиңә бүләк итер инем. Карауаттан тормай ятҡан сағыңда һыу бирә торғайным бит һиңә. Теләһәң, һыуҙы туҡтауһыҙ ташырға әҙермен. Ҡайтсы, әсәй! Зинһар! Бирмә беҙҙе башҡаларҙан туҡматырға!..
— Был донъянан кире ҡайтып булмай шул. Түҙегеҙ инде, күгәрсенкәйҙәрем...
Ҡапыл кемдеңдер күкрәгемә ауыр сумка ташлауына тертләп уянып киттем. Тәрбиәсе Рәйфә апай ине.
— Нимә һаман йоҡлап ятаһың?! Аш бүлмәһендә дежур икәнеңде оноттоңмо әллә. Һеҙҙең өсөн һауыт-һаба йыуырға — әсәйегеҙҙер шул мин.
Ҡалдырма әсәй! - 3 Новости » Слово автору
Үлмәҫһең әле!
Үлтерә инде был теш мине, үлтерә! Һыҙлауҙан да яман нәмә юҡтыр донъяла! Ниңә генә ҡулымда тылсым таяғы юҡ икән? Һыҙланып, эт кеүек ыҙаланып та тормаҫ инем. Шунда уҡ бөтөрөр инем был сирҙе. Үҙемдән генә түгел, ер йөҙөнән ҡыуып ебәрер инем. Оноторҙар ине кешеләр теш һыҙлауҙың нимә икәнен.
Кисәгенән бирле һыҙлай тешем. Эй ыҙалата, эй илата ул. Көндөҙ тымып ҡалған була ла, кис еттеме — үҙенең яуыз эшенә тотона. Хет түбә таҡтаға һикер, йә бүре булып айға ҡарап оло... Тешеңде көнөнә йөҙ тапҡыр таҙартырҙай булаһың ошо мәлдә. Тик ниңәлер уны хәстәрләү йоҡоһоҙ төндәрҙә генә иҫкә төшә шул.
Төн йоҡлай алмай сыҡҡас, иртә менән үҙебеҙҙең шәфҡәт туташы Сәйҙә апайға барҙым. Балалар йортонда медпункт бар. Еңелсә яраланһаң, һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәң, температураң күтәрелһә, тәү сиратта Сәйҙә апайға йүгерәһең. Кәрәкле дарыуҙарын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Бөгөн дә уның эшкә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәғәт туғыҙ тула тигәндә медпункт алдында баҫып тора инем.
— Һаумы, Ильяс! Нимә булып китте? — тине ул мине күреү менән йылмайып.
— Апай, теш һыҙлай. Йоҡлай алманым бөгөн.
— Әй-й, Аллам! Тешегеҙҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ тип күпме әйттем? Ярар, ин, әйҙә, кабинетҡа.
Үҙемдең Сәйҙә апай алдында ғәйепле икәнемде тойоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Һыуыҡ карауатҡа ултырҙым да апайҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауҙы дауам иттем.
Шунан:
— Ҡана, ауыҙыңды ас әле? Ҡайһы тешеңде үсектергәнең икән? "А-а-а" тиген...
Туташ оҙаҡ ҡына ауыҙымды ҡараштырҙы ла башын уңға-һулға сайҡап ҡуйҙы.
— Дә-ә-ә... Аҙау тешең серей башлаған икән. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына уны ямарға кәрәк. Ә бының өсөн ҡалаға барырға бит инде... — Сәйҙә апай ошо саҡ эш өҫтәле артына ултырҙы ла, уйланып китте. Берсә тәҙрәгә ҡараны, берсә журналын аҡтарҙы. — Һеҙҙең өсөн директорҙан әрләнеп бөттөм инде. Үҙемде хәстәрләп йөрөйөммө ни! Берәүҙең ҡолағы һыҙлаһа ла, ашҡаҙаны ауыртһа ла машина таба алмаған булалар. Берҙән-бер "Жигули"йы эшләй, уныһы ла тик Мәүлиҙә Нурғәлиевна өсөн. Ә автобусты һинең өсөн ҡыуалап тормаҫтар. Ильяс, әйҙә былайтайыҡ. Мә һиңә дарыу, ошоноң яртыһын һыҙлаған тешеңә һал. Баҫылыр. Ҡыйын булһа ла, үҙең директорға әйтеп ҡара, ҡалаға алып барһындар тип. Кисә генә унан әрләнеп сыҡтым. Теш — уйын эш түгел. Әгәр рөхсәт итһә, бөгөн үк ҡалаға табипҡа барырбыҙ, — тине лә өс төймә дарыу бирҙе. — Әлегә бүлмәңә барып ятып тор, баҫылһын бер аҙ.
Былтыр беҙҙең балалар йортона яңы ғына автобус бирҙеләр. Әй, ҡыуандыҡ шунда. Концерт-фәлән була ҡалһа йә конкурста ҡатнашырға барырға итһәк, — шатланышабыҙ. Ап-аҡ ҡына автобус, тәгәрмәстәре лә ялтлап тора. Тағы ла гаражыбыҙҙа йәшел төҫтәге "Жигули" ҙа бар. Тик ул машинаға беҙҙе ултыртып бармайҙар. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна йөрөй уның менән. Көн һайын тигәндәй ҡалаға бара. Бөгөн дә эштәре буйынса шунда юл тотасаҡ, бәлки, үтенеп һораһам, бер ыңғай мине лә алыр. Ошо хаҡта уйлап ята бирҙем дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, директор кабинетына киттем. Ишек төбөнә килеп еткәс, инергәме-юҡмы тип икеләнеп торҙом. Әммә кире боролоуҙан файҙа юҡ, теште тиҙерәк дауаларға кәрәк.
— Һаумыһығыҙ, Мәүлиҙә Нурғәлиевна! — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Ул һөҙөп алырҙай ҡараш ташланы:
— Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында мәктәпкә бармайынса!
— Апай, теш һыҙлай бит...
— Бәлә һалып тик йөрөйһөгөҙ. Һин генәме ни бында, бәләсник?
— Алдашмайым, бына кисә...
Директор әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
— Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе. Шул ҡаланы күрәм тип йөрөйһөгөҙ инде. Берәүҙең, имеш, эсе ауырта, икенсеһенең мейеһенә нимәлер булған, өсөнсөһөнөң күҙе насар күрә... Һәр кемегеҙҙе ҡалаға балнисҡа апарып йөрөр тиһеңме?! Шиш! Маңҡаларға алданып йөрөмәҫмен әле. Бына һинең дә, исмаһам, битең дә шешмәгән, ә тешем һыҙлай тип алдашаһың!
— Апа-а-й, төнө буйы йоҡламай сыҡтым. Сәйҙә апайға күрһәттем, ул тешең серей башлаған, тине.
— Минең бөгөн ронола мөһим эштәрем бар. Һеҙҙең менән эйәртенешеп йөрөмәйем. Ана, дарыу ашаһаң бөтә ул... Әйт Сәйҙәгә, директор күберәк анальгин бирергә ҡушты, тиң...
— Һуң ул дарыу оҙаҡҡа баҫмай бит...
— Кит, эргәмдә мыжып торма. — Ҡулындағы ручкаһын шап иттереп өҫтәленә бәреп ебәрҙе. — Әле бер кем дә тештән үлмәгән! Марш мәктәпкә!
Башымды түбән эйеп, сығыу яғына боролдом. Ниңә хәлемә инмәй икән ул? Бәләкәй саҡта әллә үҙенең теше һыҙлағаны булманымы икән? Их, ирекле ҡош булһам, бында инәлеп тә тормаҫ, ҡалаға осоп сығыр ҙа китер инем. Директорҙан ауыр һүҙ ишеткәндән һуң һыҙланыуым көсәйгәндәй тойолдо. Артымса директор эйәреп сыҡты.
— Ҡара һин уны! Еңмешләнеп маташа, мәхлүк! Аҡылға ултыртырмын әле, — тип тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡалды.
Эй, ҡыйын булды шул саҡ. Исмаһам, һыҙланғанда йылы һүҙ ишетермен тиһәм, киреһенсә, күңелемде төшөрөп, әрләп сығарып ебәрҙе.
Беҙҙең балалар йортонда биш төркөм бар. Мин — дүртенсеһендә. Һәр төркөмдә яҡынса егерме бала иҫәпләнә. Ике көндөҙгө тәрбиәсе һәм ике төнгө "няня" беҙҙе хәстәрләй. Бөгөн иртәнсәктән Хәкимә апай эшләй. Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. Шулай ҙа яңғыҙым бүлмәлә ни эшләп ятайым, тинем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, мәктәпкә киттем.
Көскә түҙеп ултырҙым. Тәнәфес етеү менән тышҡа йүгереп сығам да ҡар ашарға тотонам. Тештең ауыртыуы тынғандай була. Үҙем менән дә класҡа ҡар йомарлап алып индем. Шуны тешләйем дә, "ауыртыу бына бөтәсәк" тип, үҙемде йыуатҡан булам. Ахырҙа уҡытыусым, быны күреп, түҙмәне:
— Мөхәмәтов! Ыҙаланып ултырма. Тешеңде тиҙерәк дауалау хәйерлерәк, — тип ҡайтарып ебәрҙе.
Ап-аҡ ҡарҙы услам-услам ашай-ашай балалар йортона табан атланым. Төшкө аш ваҡыты яҡынлаша.
Йортҡа инеү менән Сәйҙә апай тап булды.
— Һыҙлаймы һаман?
— Баҫылырға уйламай ҙа...
— Ильяс, иртәгәгә тиклем түҙәһең инде. Әле Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләштем, һине стоматологҡа алып барырға күндерҙем. Әйҙә, тағы ла дарыу бирәйем, түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит.
Артыҡ һорау биреп торманым, шым ғына Сәйҙә апай артынан эйәрҙем. Әйтеүе генә еңел — түҙ. Ә һыҙланған теш менән төн үткәреү — йыл ваҡыт үткәндәй һуҙыла бит.
Кисен тешем тағы ла нығыраҡ үлтереп һыҙлай башланы. Хәҙер инде анальгиндың яртыһын ғына түгел, тотош берәүһен ашаһаң да ярҙам итмәй. Быны күреп, "няня" Флүрә апай ҙа нишләргә белмәй йүгереп йөрөй.
— Мәле, ошолайтып һул ҡулыңа һалһаң, һыҙлауын һурып аласаҡ, — тип аңлата-аңлата һул яҡ тешем ауыртҡанға күрә, шул яҡ ҡулыма туралған һарымһаҡты һалды. — Дауаһы тейә ул. Тик артыҡ тегендә-бында йөрөмә, тик кенә ят. Шунда бөтөр ул. Ул теш һыҙлауҙан да этлерәк нәмә юҡ бит...
— Шулай, апай...
— Ҡытайҙар кемгәлер ныҡ асыуланһа, теше һыҙлауын теләйҙәр икән. Ярай, бар, ятып ал, — тине лә бүтән бүлмәләр буйлап китте.
Бына һиңә һарымһаҡ! Йүткереүҙән дә ярҙам итә, хәҙер иһә теш ауыртыуын да баҫа икәнлеген белдем. Тик таңғы алты тирәһендә теге теш йәнә аптырата башланы. Күп шашырға ҡалманы уға. Бөгөн ҡалаға барһам, таҙарттырып, дауалатып ҡайтырмын әле. Бөтәһе лә мәктәпкә киткәндә, фойела директорҙың бүлмәһенән сығыуын көтә инем. Машина ла ишек төбөндә генә тора. Хәҙер елдерәсәкбеҙ ҡалаға...
Ниһайәт, ауып барған кәбән кеүек үргән һап-һары сәсле Мәүлиҙә Нурғәлиевна сыҡты. Уны күреү менән, ултырған урынымдан һикереп килеп торҙом.
— Һаумыһығыҙ! — тинем, йылмайырға тырышып.
— Һаубыҙ, мунса япрағы! Тәким теш һыҙлай тиһең инде. Сәйҙәне лә күптән ялҡытып бөткәнһең, күҙеңде һытып йүгерәһең дә уға бараһың...
— Ауыртҡас, ҡалайтайым һуң...
— Бөгөн конференцияла ҡатнашасаҡмын, кисһеҙ бушамайым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдирен дә күрәһе бар. Сәйҙә менән икегеҙҙе алып барһам, шунан көт сәғәт буйы. Йо-оҡ, улайтып ваҡытымды бушҡа уҙғараһы түгел. Һәр минутым ҡәҙерле.
— Түҙеп булмай бит, апай!
— Ике көн көткәндә, тағы бер көн түҙерһең әле! Әйтәм бит, тештән әле берәү ҙә үлмәгән, — тине лә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ атлап сығып китте. Ике яҡ сикәмде ҡыҫып, ни эшләргә лә белмәй диванда ултырып ҡалдым. Сараһыҙлыҡтан, күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Их, ҡанаттарым юҡ шул... Өмөтһөҙләнеп, кире бүлмәгә киттем.
* * *
Класташым Әмилә мәктәптән ҡайтты ла минең бүлмәгә инде. Унда яңғыҙым ултырам.
— Ильяс, тешең һаман да һыҙлаймы?
— Эйе, — тинем теләр-теләмәҫ кенә, сөнки күптәр юрамал ошо һорауҙы биргән кеүек. Күрмәйҙәрме ни!
— Әгәр директор иртәгә лә ҡалаға һине алмаһа, нишләйһең?..
— Әллә...
— Һинең башың бармы шул, юҡмы?! Хәҙер һин бала түгелһең бит, етенсе класс уҡыусыһы булып йөрөйһөң, етмәһә! Былтыр икенсе төркөмдән теге һары башлы малайҙы нишләтеп ҡуйҙылар? Иҫләйһеңме? Һине лә шул уҡ көтә.
Эйе, был хәлде яҡшы хәтерләйем. Өсөнсө класта уҡыған йоморо ғына малайҙың да теше бер мәл һыҙлағайны. Ваҡытында алып барманылар ҙа, аҙаҡ һуң булды. Эренләп киткән икән. Операция яһап, битен ҡырҡтылар. Элек гел ауыҙы йырылып йөрөгән малай, бүтән йылмаймаҫ булды. Йөҙөн боҙоп, әле лә тегелгән урындары күренеп тора.
— Минеке лә һыҙларға итә шикелле, — тип дауам итте Әмилә. — Һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен!
— Ә нимә һуң? — Өмөтһөҙлөккә тулған күңелем елкенеп китте, буғай. — Әйтә һал инде...
— Әйҙә иртәгә, — әйтергәме-юҡмы тигәндәй тынып ҡалды. — Әйҙә ҡасайыҡ. Мәктәпкә тип киткән булабыҙ ҙа, шылабыҙ ҡалаға. Стоматологияның ҡайҙа икәнен беләм.
— Юҡ... Директор, иртәгә алып барам, тине бит. Бөгөн дә алыр ине, тик ниндәйҙер конференцияла ҡатнаша. Шуға ғына алманы.
— Һәр һүҙгә ышанып бараһың, әй! Кәрәк инең һин уға. Әтеү беренсе көн бындаһың. Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн "эйе", иртәгәһенә "юҡ" ти.
— Уйларға кәрәк, Әмилә. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар. Үҙең беләһең.
— Кит, ҡурҡаҡ. Барғың килһә, бараһың инде. Былай һинһеҙ ҙә китә алам ул. Үҙең ҡара. Аҙаҡ мин әйтмәне тимә...
Бер аҙ уйлана торғас, ризалаштым. Завуч кабинетында һаҡланған бушлай йөрөү өсөн билетыбыҙҙы ла һорамай алдыҡ. Әмилә, завучҡа инеп, дәфтәр кәрәк тигән булып, документтар ятҡан шкафта соҡондо. Ә мин был ваҡытта әүрәтеп, хәбәр ҡуша инем.
Тырышҡас — килеп сыҡты. Документтар беҙҙең кеҫәлә. Үҙебеҙсә план ҡорҙоҡ. Иртәгә иртүк ҡалаға һыпыртасаҡбыҙ. Рәхмәт төшкөрө, ярай әле Әмилә кеүек ҡыҙҙар бар беҙҙә. "Проездной билет" та күптән кеҫәлә ята.
Әй, шәп ҡыҙ ҙа инде ошо Әмилә. Һәр кемдең хәленә инеп, ярҙамға килергә ашығып тора. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Үҙе ауан, бирешеп бармай. Дөрөҫлөк тип үлә инде. Башҡалар кеүек тәрбиәселәрҙән әллә ни ҡурҡып та бармай. Ни тиһәң дә, ҡала балаһы бит.
Тағы кис етте. Яңынан һул ҡулыма һарымһаҡ һалып ҡараным да ул, әммә ниңәлер дауаһын тойманым. Бөтәһе лә йоҡларға ятты күптән, мин генә иҫәр кеүек ниҙәр генә уйлап табайым, тип баш ватам. Бәләкәй тәҙрәне асып, башымды тығып ҡараным. Еңел булып ҡалды ла ул, тик өшөттөрә шул.
Аптырағандан, һаҡсы ултырған бүлмәгә төштөм.
— Тәмәке тартып ҡарайһыңмы? — тине балалар йортоноң һаҡсыһы, шешеп бөткән яңағымды күреп.
— Тартҡаным булманы ла ул, ағай.
— Һе-е... Исмаһам, һыҙлауы баҫылыр. Мә, һурып ҡара, — тип ҡуйы төтөн сығарған сигаретын һуҙҙы.
Төтөндө эскә һурыуым булды, сәсәп, йүткерә башланым.
— Әй, шуға ла эшкинмәйһең. Күптән өйрәнергә ваҡыт. Яйлап һур, — тине "уҡытыусым".
Йәнә һурып ҡараным. Юҡ, бармай, сәсәтә икән был нәмә...
Әл дә Әмиләне тыңлағанмын. Иртәнсәк "Жигули"ҙың ватылыуы тураһында хәбәр итте тәрбиәсем. Эй, емерелһен дә! Барыбер, директорҙың ишек төбөнә барып, инәлеп тораһы түгел. Бүтәндәр беренсе дәрестә саҡта, беҙ Әмилә менән автобуста елдерә инек.
* * *
Бына мин теш табибы кабинетында ултырам. Килеп ингәс тә йүләр кеүек, эстән ҡыуанып ҡуйҙым. Ап-аҡ халатлы ағай, аҡ өҫтәл, йыһаздар ҙа сафлыҡ төҫөндә. Хәүеф ҡатыш шатлыҡ күңелде биләп алғайны. Ауыртһа, әйҙә, ауыртһын. Исмаһам, һыҙланыуым бөтөр. Күпме көттөм, күпме түҙҙем быға тиклем. Тешем яман ныҡ һыҙлағас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Әмилә коридорҙа ҡалды.
Табип аҙау тешемде оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы ла энә кеүек осло әйбер менән уны соҡой башланы. Шунан дырылдап торған нәмәне ҡулына алды.
— Әлеү-ү...
Йәшен бәргәндәй булды, ауыртыуҙан урынымдан һикереп киттем. Үҙемдән-үҙем табиптың ҡулын этәп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Ипләп, малай. Түҙ инде. Әтеү, яңылыш телһеҙ ҡалырһың, — тип киҫәтеп ҡуйҙы. — Машинка әйләнеп тора бит...
Әй, зыр килтерә инде! Йөрәк жыу итеп ҡала. Шунан ҡабат тештең үҙәгенә тейһә, кинәт ҡысҡырып ебәрәһең. Ә халатлы ағай ни, түҙ ҙә, түҙ, тигән була. Теште шул өрөлөп торған нәмә менән таҙартҡанда, ауыҙҙан һоро төҫтәге төтөн килә генә. Әйтерһең дә, серек дүңгәкте типкеләйҙәрме ни. Ул төтөндән үҙем тонсоға ла башланым һымаҡ.
Уф, теге энә өрөлөүҙән туҡтаны. Табип тешемә һыу һиптерҙе.
— А-а-а...
— Инде шул һыуҙы бына ошонда төкөр, — тип һул яҡтағы һауытҡа күрһәтте.
— Булдымы шул? — тинем, түҙемһеҙләнеп.
— Ҡарале, ҡустым. Был тешеңде таҙарттым, хәҙер дарыу һалам. Унан һуң тешеңдәге нервыңдың ҡаплай торған ҡатлам барлыҡҡа киләсәк. Шунан иһә пломба һалабыҙ ҙа, вәссәләм!
— Бөгөн ҡуяһығыҙмы пломбаны?
— Юҡ. Бөгөн ярамай шул. Дарыу һалғандан һуң өс көн үтергә тейеш. Тимәк, дүрт көндән килерһең. Ваҡытын да билдәләп ҡуяйыҡ, — тип табип теге инструменттарын рәтләп һалырға тотондо.