литературно-художественном конкурсе для молодежи




Заявка

На участие в открытом Башкирском республиканском

литературно-художественном конкурсе для молодежи

«Под сенью дружныж муз»

(В направлении литературного творчества)

 

Ф.И.О. участника   Искужина Гулия Булякбаевна
Возраст 16 лет
Название работы   “Хәшейә өләсәйҙең хәтирәләре”
  Ф.И.О. руководителя, педагога Искужина Назиля Ишбирдиевна
  Жанр Воспоминания
Язык (Русский, татарский, башкирский)   башкирский
Класс, общеобразовательная организация/ место работы, должность 11 класс, МОБУ СОШ д. Абдульмамбетово
Социальное учреждение Кильдигуловская сельская библиотека, библиотекарь
Почтовый адрес 453583, РБ, Бурзянский район. д. Кильдигулово, ул. Молодежная. 19
Контактный телефон участника конкурса 8(347)55-3-54-85, 89276359152
Электронная почта участника конкурса skuzhina.nazilia@yandex.ru

 

 

Һуғыш тиһәм, гүйә ҡапыл

Ауыр булып китә һауа.

Тын юлдарым ҡыҫыла кеүек,

Йөрәгемә ҡандар һауа.

Һуғыш тиһәм, ҡош моңонан

Гүйә мәхрүм ҡалам һымаҡ.

Күтәрә алмаҫ михнәттәрҙән

Ерҙең биле бөгөлә һымаҡ.

А. Игебаев

Тыл ветераны Вәлиева Хәшейә Шөгәйеп ҡыҙына 93 йәш, ошо йәшәү дәүерендә илдең, үҙ ауылының тарихи ваҡиғаларын күргән, кисергән, иңендә күтәргән өләсәй ул. Уның тураһында 1916 йылғы Яхина Баҙыян Шәмситдин ҡыҙы түбәндәгеләрҙе һөйләп ҡалдыра: - 1928 йылда һуңғы тапҡыр Һәүәнәк ташына йәйләүгә күскәндә Хәшейә бәпәй ине, Билалов Мазһар унан ҙурыраҡ, Миндеғолов Хәйбулла атлап йөрөй ине, Хәшейә бик сос, теремек бала булды. Шөғәйеп мәзиндең икенсе ҡатыны, Гөлфариза Байназар ауылы, Зәйнуллиндар араһы ҡыҙы була, тәүге ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскәс, алып килә. Уның менән Нуритдин, Хәшейә, Ғылмисафа, Ғәлимә, Абдулла исемле балалар үҫтерәләр. Әлеге көндә тыл ветераны, ағас эштәре оҫтаһы Нуритдин олатай ғына юҡ, башҡалары иҫәндәр. Беҙ китапханасы Нәзилә апай менән берлектә Хәшейә өләсәйгә барып, өй эштәрендә ярҙам итеп торабыҙ. Йыл һайын, 9 май – Еңеү көнөндә лә барып байрам менән ҡотлап, йыр –бейеүҙәр бүләк итеп, хәтирәләре менән уртаҡлашып ҡайтабыҙ. Хәшейә өләсәй илай-илай беҙгә күргән-кисергәндәрен һөйләй, өгөт-нәсихәттәрен әйтә:

- Аралбаева Сара апай менән Иген саттығында башмаҡ көттөк. Яҙ була башлағас ашарҙарына бөттө, һыйыр егеп элекке һаламды ҡаҙып, сыбыҡ ташып ашаттыҡ. Сара апай ауылға ҡайтһа, шәлем менән һалам, сыбыҡ ташып ашатам. Ҡасимов Әхәт ярҙамлаша. Йәйгелеккә Сара апай балалары менән ауылға ҡайтты. Исҡужин Фәтих менән көттөк. Көҙгөлөккә Фәтих ташланы, шунан миндә башмаҡтарҙы ауыл эргәһендә көтә башланым. Һеңлем Ғәлимә, ҡустым Абдуллаға малдарҙы ҡайырып тороғоҙ, мин өйҙәге эште эшләп киләйем тип ҡайтһам, бер башмаҡты бүре талаған. Ҡалған малдарҙы илай-илай саҡ йыйып алып көтөп йөрөйөм, шунан Көмөшбаева Ғәлиә апай ферма мөдире ине, Билалов Мазһар менән һуйып, кешеләргә тараттылар. Председатель Баязитов Ситдыҡ ағай ине, һыйырыңды алабыҙ тигәс, - һыйырҙан яҙһаҡ ни эшләйбеҙ инде тип ҡайғырам. Әсәйемдә колхозда эшләй ине. Уға һөйләнем. Ул председателгә барған. Былай ғына әйттем, итен халыҡҡа тараттыҡ бит, тигән. Илсеғолова Рауза, Миндеғолова Мәрфуға апай һ.б. менән һарыҡ ҡараныҡ, эшләмәгән эш ҡалманы, бушлай эшләнек тә эшләнек, ул ваҡытта эшләгәндәр береһе лә юҡ. Талпаҡта, Түңгәк бесәндә бүрәнә ҡырҡабыҙ, приемщица(ҡырҡылған ағасты үлсәүсе) булып эшләйем, аҙыҡ таратам, кеше ҡайтып бөтә, ағас үлсәп йөрөп ҡалам, ҡараңғы төшкәс, сабаталар туңып ҡайтып китәм. 2 кәртүкте кәҫәгә һалып алып, шуны ашап, ағас ҡырҡып йөрөлдө. Бригадир, мастер, член правление булдым. Мастер булғанда Яуымбайға барып мискәләрҙе маркировать иттем (мискәнең төбөнә яҙа күпме сайыр һ.б.).

Һеҙ балалар шул тиклем матур, рәхәт тормошта йәшәйһегеҙ, тырышып уҡығыҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлап, ҙур кешеләр булып үҫегеҙ. Беҙгә ашарға икмәк булманы, әттек, һарына, ниндәй ашарға яраҡлы үлән бар, барыһында ашаныҡ. Унан серек кәртүк, хатта болан тиреһен өтөп, шуны ла бешереп ашарға тура килде. Мәктәпкә уҡырға барырға кейем булманы, беребеҙ кейеп сыҡһаҡ, икенсебеҙ өйҙә ултырып торҙо, шулайҙа уҡырға, белем алырға тырыштыҡ – тип хәтер йомғағын һүтте өләсәйебеҙ.

- Ошо көндәрҙе күреүемә бик ныҡ шатланам, күрә алмағандарҙы иҫкә алам. Еңеү көнөн Күркәтауҙа ҡаршыланыҡ, шунда ағас ҡырҡып, ағыҙа инек. Минең менән Миндеғолова Мөбинә, Ғәрибә, Ғәйнуллина Файыза, Һәҙейә, ағайым Нуритдин, Мазһар, Һағынбаев Ғәбдинурҙар бар ине. Райком секретары Дашкин доклад һөйләне.(Дашкин һыуға батып мәрхүм була, уны эҙләп, ерләйҙәр). Еңеү килеү менән генә шатланып йәшәү йылдары булманы. Күпме ҡала, ауылдар көлгә ҡалды, күпме емереклектәр, совет халҡының героик хезмәте арҡаһында терелделәр, аяҡҡа баҫтырҙылар, тик күңелдәге эҙҙәр- яҡындарыңды юғалтыу яралары ғүмер буйы һаҡланалар икән-тип һүҙен тамамланы Хәшейә Шөғәйеп ҡыҙы.

Хәшейә өләсәй тормош иптәше Вәлиев Хәмит Кинйәбулат улы менән биш бала көтөп үҫтерәләр, кесе улы урам аша, ҡыҙы Силәбелә йәшәй. (Үкенескә күрә, 3 балаһы мәрхүмдәр инде) Тормоштоң әсеһен татыған тыл ветеранына киләсәктә ғаилә бәхете, балаларының, туғандарының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең изгелектәрен, игелектәрен күреп матур тормошта, хоҙай биргән ғүмерҙә йәшәргә яҙһын.Ул йылдарҙағы ҡыйынлыҡтарҙы, халыҡ күргән михнәттәрҙе һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Ҡот осҡос, кеше ышанмаҫлыҡ көндәр кисергән тылдағы халыҡҡа ла һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Гөлиә Искужина,

Килдеғол ауылы

 

Тыл ветераны Вәлиева Хәшиә Шөғәйеп ҡыҙы

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2020-11-01 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: