Всегда твое единственное имя.




Алып барыусы

Хәйерле көн ҡәҙерле уҡыусылар, ауылдаштар һәм хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн илебеҙ Рәсәйҙең һәр бер ҡалаһында, ауылында һайлауҙар үтә, беҙ, Башҡортостан халҡы, республикабыҙ башлығын һайлайбыҙ. Быйылғы 2019 йылда республикабыҙ үҙенең 100 йыллығын билдәләй, шулай уҡ башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл. Ошо мөһим даталарға һәм ваҡиғаларға арнап һеҙҙең иғтибарығыҙға “ Башҡортостан – минең тыуған илем” исемле әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итәбеҙ.

Уҡыусы ҠАЙЫН ЯПРАҒЫТУРАҺЫНДА.

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны бөйөк Рәсәй,

Шундай йәшел, юғары.

Нисә быуат шул япраҡты

Ҡайындан өҙмәк булып,

Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,

Утта көйҙөрмәк булып,

Нисә диңгеҙ аръяғынан

Ниндәй елдәр иҫмәгән,

Ниндәй йәшен уйнамаған,

Ниндәй ҡырыу төшмәгән.

Шул япраҡты ашар булып

Нисә төрлө ҡорт һарыған.

Ҡайһы “милләт”, ҡайһы “дәүләт”

Ҡайһы “өммәт” затлы булған.

Ғорур япраҡ өҙөлмәгән

Ғорур ҡайын Әсәнән.

Әсәһенең һуты менән,

Көсө менән йәшәгән.

Бөгөнгө яҙ килде илгә

Елдәр, дауылдар аша

Ҡайындың шат япраҡтары

Тыңла, нисек шаулаша.

Картаға ҡарап еремде

Бер япраҡ саҡлы тинем.

Мин хайранмын киңлегеңә

Башҡортостаным – илем.

Бер сигең Яйыҡ ярында,

Ыҡ буйында бер сигең.

Бөркөт ҡанатын талдырыр

Сал тауҙарың бар һинең.

Һиндә тормоштоң көрлөгө,

Донъялар именлеге.

Һиндә тауҙар ғорурлығы,

Далалар иркенлеге.

Һыуҙарың көмөш. Тупрағың

Торғаны алтын һинең.

Бар хазинаңдан ҡиммәтле

Бәхетле халҡың һинең.

Донъя картаһында ерем

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Ә быуаттар төпкөлөнә

Ҡараһаң яҡшы ғына

Ошо изге ерҙән уҙған

Күпме быуын язмышы.

Һауаларға ашҡан даны,

Һыуға һеңгән һағышы.

Был тупраҡҡа сәмле тарих

Ҡандар менән яҙылған.

Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе –

Ташҡа тамға һалынған.

Эйгән башты ҡылыс сапмай,

Тиһә лә иҫке мәҡәл,

Баш эймәгән ғорур халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән.

Бик хәйерсе булған халҡым,

Тик хәйер һорашмаған.

Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға

Арҡаға тоҡ аҫмаған.

Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин

Күршегә ил баҫмаған.

Кем уға ҡорал күтәрһә,

Шуны яуҙа тураған.

Дошманының атын һорап,

Затын һорап тормаған.

Кисәгеңдә бөгөнгөңдәй

Күңелемә яҡын минең.

Утты, һыуҙы кисеп үткән

Ҡаһарман халҡым минең.

Ведущий 1:

Взгляни на глобус:

Вот он – шар земной

На нем Башкирия

С березовой листок величиной

Всего лишь навсего

Не больше

Обыкновенного листка,

Береза же – Великая Россия –

Так зелена, так высока!

Ведущий 2:

Так образно писал о Башкортостане его народный поэт Мустай Карим. Весь жизненный и творческий путь Мустая Карима озарен большой любовью. Душа этой удивительной любви – Башкортостан.

Башкортостан, я снова вдалеке

От звезд твоих, но не разлучен с ними.

Где б ни был, у меня на языке

Всегда твое единственное имя.

“Башҡортостан – тыуған ерем” – йыр

 

Ведущий 2: Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланыҡ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек!!!

Викторина

1. В каком году была основана Уфа? (Уфа была основана в 1574)
2. Эта пещера славится далеко за пределами Республики Башкортостан. Находится она в Бурзянском районе. Как она называется и чем она прославилась? (Капова пещера)
3. Что является символом Башкортостана? (Курай)
4. Какой праздник мы празднуем 11 октября ежегодно? День Республики
5. Какими лесами славится Башкортостан? (липовыми)
6. Какой национальный напиток изготовляют из молока кобылиц? (кумыс)
7. Этот продукт ароматен и его вкус и целебная сила объясняются редкостным сочетанием растительности Башкортостана? (мед)
8. Уникальная гора в переводе с башкирского означает «горящая»?(Янгантау)
9. Сколько городов в Республике Башкортостан? (21)
10. В каком году РБ стала суверенной? (1990 год)
11. Назовите первого президента РБ? (Рахимов Муртаза Губайдулович)
12. Территория Башкортостана равна? 143,6 кв.м. (назвать примерно)
13. На каком материке находится РБ? (Евразия)
14. Кто автор герба РБ? (Ислахов Фазлетдин Фаррахович)
15. Это самый сильный из зверей, недаром его называют хозяином леса? (Медведь)
16. Его именем названы проспект в Уфе, город, хоккейный клуб. (Салават Юлаев)

17. Эта гора отнесена к памятникам природы Башкортостана, в настоящее время решается вопрос о присвоении ей статуса природного парка (Иремель)

18. основное жилище кочевников? (Юрта)

19. Знаменитый танцовщик-премьер, балетмейстер XX века? (Рудольф Нуриев)

20. Народный поэт Башкирии, классик советской башкирской и татарской литературы, поэзии, фольклорист, драматург, в его честь названы улицы в городах Башкирии, в том числе и нашем (М.Гафури)

С.Юлаев. “Тыуған илем” шиғыры

Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым.

Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә,
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, -

Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.

 

1-й вед.: Был шиғырҙа тыуған илгә булған иҫ киткес һөйөү сағыла. Ошондай юлдарҙы үҙ ерен ысын күңелдән яратҡан кеше генә ижад итә алалыр. Башҡорт иле хаҡында һүҙ алып барғанда, республиканың милли геройы – Салауат Юлаев хаҡында әйтмәй мөмкин түгел.

1-й вед.: Туғандаш республиканың әҙиптәре Башҡортостанды “Мостай иле” тип йөрөтәләр. Ошо көндәрҙә беҙҙең республикабыҙҙың арҙаҡлы улы, халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы М.Кәрим оло юбилейын, 95 йәшен билдәләгән булыр ине. Мостай Кәрим ижади тормошонда тыуған Башҡортостанына, тыуған еренә данлап бик күп шиғырҙар яҙа.

2-й вед.: Литераторы братских республик в своих статьях Башкортостан назы-вают «Страной Мустая Карима». 20 октября исполнилось бы 95 лет народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму. Весь жизненный и творческий путь Мустая Карима озарен большой любовью. Душа этой удивительной любви – Башкортостан.

1-й вед.: Башҡортостан балы менән бер рәттән, шифалы ҡымыҙы менән дә элек-электән дан тотҡан. Кымыҙ батырҙар эсемлеге булһа, ә балы алыш-тырғыһыҙ дауалау ысулы булып тора. Элек - электән башҡорт ҡайғыһын да, һағышын да ҡурай менән баҫҡан. Ул уның йыуанысы булған. Шатлыҡ-ҡыуа-нысын да ҡурай ярҙамында уртаҡлашҡан.

Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын; Һыҙҙырт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын…

2-й вед.: Прекрасную природу нашей республики не случайно называют кладовой здоровья. Славится Башкортостан кумысом и медом, недаром же предания и старинные рукописи называют кумыс «напитком богатырей», а башкирский мед считают незаменимым, величайшим лекарством созданное природой. А душу лечит волшебные мелодии курая.

Когда я слушаю курай,

То радость льется через край,

Неприхотлив и невелик

Курая песенный родник.

Тростинку срежу я в лесу,

Домой с собою унесу,

И только дуну в свежий срез,

Как зашумит Уральский лес,

И зажурчит наверняка

В ней мелодичная река.

Держу курай… В родном краю

Я песни звонкие пою.

Ҡурай моңо (уҡыусы уйнай)

1-й вед.: Үҙен хөрмәт иткән, мәҙәниәтле тип һанаған кеше үҙенең тыуған иленең, еренең тарихын һәм әлбиттә уның шәхестәрен белергә тейеш. Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙаллы булыуын, халыҡ-тарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тәь-мин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы, көс-ҡеүәте, нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен!

1-й вед.: Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланыҡ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыу-лыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек.

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-09-09 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: