Зигат Султанов
Йыһат Солтанов
СОЧИНЕНИЯ
ӘҪӘРҘӘР
ТОМ
XIII
ВРЕМЕНА ПОСЛЕДУЮЩИЕ
ЗАМАНАЛАР ЯЛҒАНА
ДРЕВНЕЕ ВРЕМЯ
БОРОНҒО ЗАМАН
Редакторы:
Солтанов Йыһат.
Әҫәрҙәр, XIII том. Заманалар ялғана. Боронғо заман. — Өфө: “Китап”, 1997. 332 бит, 26 табаҡ.
Әҫәрҙең был киҫәгендә башҡорт халҡының беҙҙең эралағы, ошоғаса аҙ билдәле төрлө тәүәрихтәр теркәлде.
Дәүләтебеҙ Бөйөк Ҡошан
(Государство Великий Кушан)
Йыуасалы тигән, ай, бер халыҡ...
Йыуасалы тигән айырым башҡорт ырыуы [1] күптән инде ҡалмаған, шуға күрә Р.Ғ. Кузеевтың билдәле китабына1 ырыу булып теркәлмәгән. Әммә башҡорттоң салдарҙан-сал Үҫәргән ырыуында беҙ белмәгән замандарҙан уҡ йыуасалы араһы бар — сығышы яғынан Үҫәргәндең боронғо бер үркәне (шуға күрә лә үҫәргәндәргә араланып һыйынған), ҡасандырғы үҙаллы ла ҡеүәтле бала ырыуҙың (Үҫәргән сатаһының йәки шатаһының) бер ярсығы. Эйе, тап ана шул ҡасандырғы көс-ҡөҙрәт шауҡымы тиртә ләһә боронғо йырҙың2 һәр юлы һайын, тип әйтерлек: ырыу йәки ҡәбилә генә түгел, ә тоташ “йыуасалы халҡы” тураһында, йәшәгән ер генә түгел, ә “йыуасалы иле” тураһында ирәүән һүҙ бара унда. “Халыҡ” икән, “ил” икән, тимәк, дәүләт үҙе, тигән һүҙ. Ғөмүмән, ҡасандыр ҙа ҡайҙалыр үҙаллы йыуасалы дәүләтенең донъяла булғанлығы, бер заман ул тамам тар-мар ҡылынып, йыуасалы халҡы йылы усаҡтарын, изге зираттарын ташлап төрлө яҡтарға ҡуй һарығылай тырым-тыраҡай таралышып ҡасҡанлығы һәм бер өлөшөнөң хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Туҡ йылғаһы буйына килеп һырынғанлығы тураһында һағышлы тойғо ҡала. Йырҙан хатта хәл-ваҡиғаларҙың ерлеге лә төҫмөрләнә: йыуасалыларҙың ташлап ҡасырға мәжбүр булған иле ҡайһылыр Үмер йылғаһы буйына урынлашҡан, ә шул урындан, һеперелеп, Туҡ йылғаһы буйына барып етеү өсөн, йыуасалы-ҡасаҡтарға үҙ юлында “Ҡаф (Ҡафҡаз) тауылай бейек Урал тауҙарын ашырға” тура килгән. Ырымбур өлкәһендәге шул Туҡ йылғаһына яҡын ғына ваҡ убалы яланлыҡта, тап шул йырҙағыса, Үмер тигән йылға ла аҡҡанлыҡтан, ошо хәл бәғзе бер тикшеренеүселәрҙе аймылыш ҡыла һаман: йырҙа ниңә ерле-юҡ тәңгәлдә Ҡафтай бейек Урал тауҙары ҡалҡынып сыҡҡан икән — халыҡ ижадында һәр һүҙ алтын бәрәбәрендә, һәр саҡ урынлы әйтелә ине ләһә?.. Шулай уҡ тарихтан билдәле булыуынса, Туҡ менән Үмер һуғарған был ерҙә һис ҡасан да улай ауыҙ тултырып әйтерлек “йыуасалы иле” булмаған бит, ә борондан уҡ “башҡурд иле”, дөрөҫөрәге, “Эске Башҡорт” (Скифия) ләҡәпләнмеш Үҫәргән урынлашҡан (яҡынса алғанда, Эске Башҡорт — Уралдан алып Иҙел — Кама дөйөм үҙәненәсә, ә Тышҡы Башҡорт — Уралдан алып Иртыш — Обь дөйөм үҙәненәсә), был тирәлә ғүмер баҡый Үҫәргән башҡорттары йәшәгән. Әгәр ҙә ки йыуасалы ҡасаҡтарының һеперелеү йүнәлешен Туҡтан төньяҡ-көнбайыштараҡ үҙәнләнеп аҡҡан һәм, баяғы йыр буйынса, йыуасалыларҙың төп төйәге һаналған ошо кескәй йылға Үмерҙән алып юллаһаҡ, көньяҡ-көнсығышҡа табан уларҙың тап хәҙерге төйәге булмыш Туҡҡа барып еткәнсе үк һис ниндәй ҙә Урал тауҙарын ашыу мөмкинлеге юҡ, сөнки Урал тауҙары хатта Туҡтан да шаҡтай алыҫ - көнсығыштараҡ ята бит. Тимәк, Туҡ йылғаһы янындағы был дала-һылыуҙың кескәй генә шөңгөрө — Үмер һыуы тураһында бармай һүҙ. Йыуасалыларҙың бында ҡасып килгәнгә тиклемге “йыуасалы иле”нең тап шундай уҡ исемләнмеш һәм Үмер йылғалы ере — Урал тауҙарын артъяҡлап йә туп-тура көнсығышта, йә көньяҡ-көнсығышта булырға тейеш. Картаға баҡһаҡ әгәр, ысынлап та бар ул йылға ул яҡтарҙа: Алыҫ Көнсығыштағы диңгеҙҙең Татар боғаҙына ҡойған Амур (шул уҡ Үмер!) һ әм йәнә көньяҡ-көнсығышта Арал диңгеҙенә ҡойған Амур (хәҙерге Аму[р]дарья). Тарихтан шул да билдәле: ҡайһылыр бер дәүерҙә Үҫәргән ырыуының көнбайыш (һул ҡанат) үркәне Иҙел — Кама дөйөм үҙәнен һул яҡлап үҙ тәүтөйәге Эске Башҡортта һәм унан артабан, Көн-Өфө юлы буйлап, Месопотамияғаса арауыҡта көн күрһә, көнсығыш (уң ҡанат) үркәне (боронғо ҡытайҙарса — Үсүн, Сәр) иһә шул уҡ Көн-Өфө юлы буйлап Алыҫ Көнсығышҡа табан бик алыҫта йәшәп ята: б.э. тиклем ХIII быуатта үсүн-сәрҙәр иле көньяҡлап хәҙерге Ҡытайҙың Шэнси, Хэнань провинцияларын биләһә, төньяҡ сиктәре хәҙерге Монголияның көньяҡ сиктәре буйлап һуҙыла (уларҙан төньяҡтараҡ — игеҙәк туғандары башҡорт-һундар). Ә Ҡытай Эске Монголияһының көнсығышында, Амур йылғаһынаса, үсүн-үҫәргәндәргә ут күрше булып, уларға ҡан ҡәрҙәш йыуасалы (боронғо ҡытайҙарса юэчжи) урынлашҡан. Алтайҙың б.э. тиклемге V-III быуаттарға ҡараған Пазырыҡ ҡорғандарында табылмыш, тап шул йыуасалы-юэчжиҙарҙан тороп ҡалмыш археологик ҡомартҡылар, шулай уҡ ул йыуасалы-юэчжиҙарҙың үсүн-үҫәргәндәрҙеке менән бер иш үҙенсәлекле тышҡы ҡиәфәттәре (мәҫәлән, сәс ҡырыу ғәҙәте), Л.Н. Гумилев фекеренсә, уларҙың (йыуасалыларҙың һәм үсүн-үҫәргәндәрҙең) ҡан ҡәрҙәш булыуҙарын һәм ҡасандыр баяғы ерҙә (Ордоста) бергә-бергә донъя көтөүҙәрен3 дөрөҫләй. Шулай уҡ Р. Хеннигтың абруйлы раҫлауынса ла мәҙәниәттең донъяға билдәле “януар стиле”н кәүҙәләндереүсе һәм “скиф”, “гет”, “массагет”, “гот”, “чудь” һәм “ юэчжи” этнонимдары менән таныҡлы бөтә ҡәбиләләр ҙә расалары һәм телдәре буйынса яҡын ҡан ҡәрҙәштәр булған, ә уларҙың ер-биләмәләре Көнсығышҡа табан Амур йылғаһы буйҙарынаса һуҙылған4. Йәнә килеп Үмер менән Амур икеһе бер үк исем икәнлеген, башҡорт телендә ошоғаса “ғүмер” (ғүмер биреүсе) — “ғүмерҙе имеҙеүсе әсә күкрәге, тормош сығанағы” булып аңлашылыуын, ә төбөндә ҡарыһүҙи тәүбабабыҙ Имир (шул уҡ Үмер, Ғүмер) исеме ятҡанлығын иҫәпкә алһаҡ, ошо исемде телмәрләгән ошо тел эйәһе үҙе, уның ғүмер биреүсе һыуҙарын эсеп, буйҙарында тарихи өс заманала үҙе ғүмер һөргән ер йөҙөнөң өс урынындағы өс йылғаны ла ошо бер үк исем менән изгеләштергән һәм шул урындарҙа бер үк исем менән аталған “юэчжи” ҙа башҡортсанан боронғо ҡытайсаға үҙгәртелмеш “йыуаса”, йыуасалы икәнлеге ап-асыҡ. Шул уҡ Алыҫ Көнсығышта Зәйә һыуы — Үҫәргән башҡорттарының Эске Башҡорттағы Зәй йылғаһының аҙашы — барлығы ла ҡыялатып булһа ла дөрөҫләй быны: бабаларыбыҙ, әгәр Көн-Өфө юлы һәм Ҡуңыр-Буға юлы буйлап тәүтөйәктән алыҫҡа күсеп китһәләр, тәүтөйәктең йәнгә ғәзиз ер-һыу исемдәрен дә үҙҙәре менән алып барып ҡушыр булғандар унда5. Ышанып әйтә алабыҙ, тимәк: юэчжиҙар үҙебеҙҙең йыуасалылар булған, б.э. тиклем бик боронғо замандарҙа уҡ үсүн-үҫәргәндәр менән бергә улар Алыҫ Көнсығыштағы Амур йылғаһы буйҙарын үҙләштергәндәр ҙә йылғаға исем ҡушҡандар. Һуңғараҡ улар үсүн-үҫәргәндәрҙән көнбайышҡараҡ Кукунар күле янында (хәҙерге Ҡытайҙың Цинхай провинцияһы) төйәкләнеп, Амурҙың һул яҡ яры буйлап төньяҡҡараҡ тартылмыш ерҙәрҙе биләүсе ут күрше һәм ҡан ҡәрҙәш һундарҙың (Башҡорт ырыуының Көнсығыш — һул ҡанат үркәне) ҡаты ҡыҫымына (уларҙы Ҡытай һөстөрә) түҙә алмай, Алтайғаса сигенеп, б.э. тиклем 165 йылда Алтайҙа барыбер һундар тарафынан тар-мар ителә6.
|
|
|
Һун шаньюйы (короле) Мәғдән (ҡытайса Маодунь) шул һуғышта йыуасалы ханын үлтереп, скиф (үҫәргән-башҡорт) йолаһы буйынса, уның баш һөйәгенән ҡымыҙ
туҫтағы яһатып ала үҙенә, ә үлтерелгән хандың улы етәкселегендәге йыуасалылар артабан көнбайышҡа — тәүтөйәккә табаныраҡ сигенеп, унда йәнә һун (башҡорт) ырыуының көнбайыш (һул ҡанат) үркәненең шаньюйы (короле) Ләүшән ғәскәренән еңелә, йыуасалыларҙың был ханы ла үлтерелә. Ләкин уның яңы үҫеп еткән улы Гәрәй хан (һүрәте өҫтәрәк бирелде) шундайын ауыр заманала ифрат ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә, аҡыллы ла ир азамат булып сыға. Бөлдөрөлмөш халҡын иләүгә туплап, артабан уғата көнбайышҡараҡ — Тәүтөйәккәрәк сигенә ул. Йыуасалылар артынан, Ҡытай ҡотҡоһона төшкән баяғы һун ҡәрҙәштәренең ҡыҫырыҡлауына бирешеп, ҡан ҡәрҙәштәре үсүн-үҫәргәндәр ҙә ҡуҙғала. Үҫәргәндең Әсәк-күл (Иссыҡ-күл) көньяҡ ярындағы ҡышлау баш ҡалаһы Сигеү 7 тәңгәлендә булһа кәрәк, йыуасалылар һулға — көньяҡҡа ҡайырылып, Аҡһыу (Оҡс) йылғаһын кисеп, үҙҙәренең Амур атай-әсәкәйенең исемен ҡуша уға ла8 (хәҙерге Аму[р]дарья). Үсүн-үҫәргәндәр иһә, моғайын, үҙҙәренең боронданғы өйрәнелгән йәйләү — ҡышлау юлы буйынса, тәүтөйәк Уралға ҡайтып, Үҫәргәндең уң ҡанаты — көнсығыш үркәне булараҡ, үҙ бабаларының ҡануни-хаҡ төйәген — Уралдан көньяҡ-көнсығышҡараҡ Атан-әсән (Тяншань) тауҙары менән ҡуша Етеһыу тармаҡтарынаса йәйрәмеш ерҙәрен биләй; боронғо Ҡытай тарихсылары уларҙы б.э. V быуатына тиклем шул
урында һәм шул Үсүн ырыу исеме менән теркәй. Тап ошо шөһрәтле ил — “Яйыҡ йылғаһынан йыраҡта урынлашҡан башҡорт иле Етеһыу тураһында ҡаҙаҡ ҡобайырында ла тәғәйен атап йырлана9 .
Бөйөк Ҡошанды ҡороу
Йыуасалылар б.э. тиклем 129 йылда баяғы батыр егет Гәрәй хан етәкселегендә Аму[р]дарья аръяғындағы хәҙерге Афғанстан төньяғынаса үтеп инеп, ундағы бик боронғо башҡорт дәүләте Бәктораны дауамлаусы Грек-Бәктора батшалығын хакимлыҡ ҡылыусы илбаҫар Искәндәр Зөлҡәрнәйен (Александр Македонский) вариҫтары Һәләүектәрҙән (селевкидтарҙан) тартып алып, боронғо бабаларыбыҙҙың шул ырыҫлы нигеҙендә һуңынан бөтә донъяға билдәле буласаҡ Ҡошан империяһын беренсе кирбестәренән төҙөргә тотона. (Һулдан һүрәт: Бүре-апа-ата (Фрапат), империяны нигеҙләүсе). Бер ыңғай шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ошонан күпкә алдараҡ, Искәндәр Зөлҡәрнәйен вафатынан һуң алтмыш йыл үтер-үтмәҫтән, б.э. тиклем III быуатта уҡ, аҫаба еребеҙ Бәкторалағы шул гректар хакимлығына ҡаршы үҫәргәндәрҙең Бүре-түбә (боронғо сит ил тарихсылары яҙыуынса — Партева) өлкәһе баш күтәрә һәм, ғәйрәтле һуғыштан һуң, килмешәктәр өҫтөнлөк алған Грек-Бәктора батшалығынан бүленеп сығып, үҙаллы Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләтен (үҙәге хәҙерге Төрөкмәнстан ерендә) ҡороп ебәрә. Быны хәҙерге тарихсылар дөрөҫләй: “Есть такая замечательная книга – C. И. Лучицкая «Образ другого: мусульмане в хрониках крестовых походов». В ней автор анализирует и разбирает все существующие хроники первых крестовых походов, причем не в переводах, а на языке оригиналов (старофранцузские и источники на латыни). Вот цитата оттуда: «В сочинениях хронистов часто говорится о конфликтах между «вавилонским императором» и «персидским королем», упоминается «Вавилонская империя». Обратим внимание на то, что хронисты почему-то называют турков «парфянами» и «персами», а завоеванные сельджуками территории – «персидскими царствами ». Во главе же победившего государства парфян, или персов, стоит «персидский король» (rex Persidis), который рассматривается хронистами как глава светской власти у сельджуков. Он назван «великим и могущественнейшим», он – представитель высшей светской
власти у сельджуков, отождествляемый хронистами с «персами» и «парфянами» (Лучицкая). Вот такая цитата. Меня совершенно сразила наповал фраза автора книги о том, что «хронисты почему-то называют турков «парфянами» и «персами», а завоеванные сельджуками территории – «персидскими царствами». Действительно, почему? Почему ни одному историку не приходит в голову мысль, что хронисты описывают то, что видят? Что народы и царства действительно так и назывались, а не так как хотелось бы историкам” (А.В. Пушкарев. XV век. Ханы и катаклизмы). Баяғы әйтелгән Бүре-түбә (Үҫәргән) өлкәһенең ни өсөн һәм ни рәүешле үҙаллылыҡ яулап алыуын грек тарихсыһы Арриан (II быуат) ошолай тасуирлай: “Бүре-Өфөләр (парфяндар) скиф ҡәбиләһенә ҡарай;...түбәндәге сәбәпле үҙаллыланды улар: әр-шәке ләрҙән (аршакидта рҙан) ике бер туған була — Гәрәй-шәке (Арзаҡ) һәм Тиридат — Бүре-апа-ата (Фриапат) вариҫтары; был түбәнең Антиох Теос (Грек-Бәктора батшаһы. — Й.С.) тәғәйенләп ҡуйған сатрабы Бүреуғыл (Ферекл) шул бер туғандарҙың береһенә ҡарата көс ҡулланырға теләне, ә тегеләр иһә, мәсхәрәһенә түҙмәй, яуызды үлтерҙе; шунан, үҙҙәре яҡлы бишәүгә (Үҫәргәндең биш ырыу бейҙәренә! — Й.С.) ниәттәрен белдереп, бер туғандар халыҡты македондарҙан айырымланырға рухландырҙы ла хакимиәтте үҙ ҡулдарына алды”... Шулай итеп, шанлы Гәрәй хан тыумаҫынан күпкә элгәрерәк, Каспий диңгеҙе буйында үҫәргәндәрҙең үҙаллы Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләте төҙөлә, ә был дәүләтте нигеҙләүсе, батшалар шәжәрәһен башлап ебәреүсе бей (баяғы ике бер туғандың береһе) тарихта шанлы Әр-шәке (Аршак) йәғни “Ир — Әсә-бүре балаһы” ләҡәбе менән донъяға киң таныла; ә был иһә Әсә-бүре тоҡомо һаналған Үҫәргән биш ырыу берлегенең ире, кешеһе, тигән һүҙ; шул “шәке” аҙаҡ “шаһ” тигән батша титулына әүерелгән. Ошо Әр-шәке (Аршак) батшалар шәжәрәһе буйынса, шул ләҡәп менән борон үҙ иленең йәки ниндәй ҙә булһа башҡа бер илдең тәхетенә менеп ултырмыш “бүре тоҡомдары” — Үҫәргән биш ырыу берлеге кешеләре аталыр булған... Ана шул Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тип мәңгелеккә тарихҡа кергән ҡөҙрәтле дәүләт, үҙ аллылығын ғәййәр ҡурсалап, гректар, римлылар ҡыҫымына ҡаршы ныҡышлы ла, уңышлы ла көрәшә. (Өҫтәге һүрәттә: Бүре-апа-ата – Фриапат батша). Үҫәргәндәрҙең шул көрәше һөҙөмтәһендә ныҡ ҡаҡшаған Грек-Бәктора дәүләтен, баяғыса, Үҫәргән үркәне йыуасалыларҙың ҡаһарман Гәрәй ханы тамам бәреп ауҙара ла, бабаларыбыҙҙың боронғо үҙаллы Бәктора дәүләтен үҙебеҙ өсөн тергеҙеп, тәхетенә менеп ултырып, шул айҡанлы ул да шанлы Әр-шәке (Аршак) ләҡәбен ала (уның да тыумышы Әр-шәке [Аршак] батшалар шәжәрәһенән булғандыр). Ошо бөйөк ҡаҙанышҡа ирешеүҙә, әлбиттә, йыуасалылар үҙҙәре генә булмай, ә, боронғо грек һәм латин (Страбон, Трогус) сығанаҡтарынан баҙыҡ аңлашылыуынса, Гәрәй ханға еңеү килтергән төп хәрби көстө асио (әсәй-бүреләр йәғни Үҫәргән) һәм пазианой (боҙ-эйә-инәй йәғни Башҡорт) ғәскәрҙәре тәшкил итә, ә хәл иткес бәрелештә партиан (бүре-атай-ән [бындағы “=ән” — сығанаҡ килеш ялғауы] йәғни Үҫәргәндең Буртас-Тиләүҙәре) ғәскәре дөйөм еңеүгә ҙур өлөш индерә. Аңлатыбыраҡ бирһәк, әле аталған партиан — бүре-атайҙан тыуған йәғни үҙҙәрен ата (аҡ) бүре кешеләре тип һанаусы тоҡом, Үҫәргәндән үркәнләнмеш бөйөк Тиләү ырыуы ул. Борон уларҙы бүре-атас — буртас тип тә йөрөткәндәр. Ә үҙҙәрен Әсә-бүре-Көн тоҡомо иҫәпләүселәрҙе иһә, шул исем менән, әсәүерегөн — Үҫәргән тип әйткәндәр йәки бүре-әсән — бүресән, бүржән, бүрейән, бүрһүн (бургун, бургунд) тип тә исемләгәндәр. Тимәк, бабалар Бәктораһын грек илбаҫарҙарынан ҡабат яулап алыу — бөтөн башҡорт халҡының көрәш һөҙөмтәһе ул. Тарихыбыҙҙың тап ошо Ҡошан империяһы осоронда, боронғо сығанаҡтарға ҡарағанда, Үҫәргән ырыуының тағы ла бер үркәне бер-йән (Бөрйән -- бүрейән дәр менән бутамаҫҡа! ) бөрөләнеп сыға; Үҫәргәндән айырымланған был Бөрйән ырыуының исеме, әле әйтелгән бүресән-бөржәндән айырмалы булараҡ, ысынлап та, “Күсәк бей” башҡорт эпосының тап ҡыпсаҡ вариантында раҫланыуынса, яуҙа ҡырылған нәҫел-нәсәбенән бер генә йән тороп ҡалмыш ырыу башлығына бәйле хасилдыр; уның тап шулай икәнлеген дәлилләүсе баяғы боронғо тарихи сығанаҡты ла атарбыҙ һүҙ ыңғайында... Йыуасалыларға әйләнеп ҡайтһаҡ инде, баяғыса, Гәрәй батыр тирәһендә төп башҡорт ырыуҙарының берләшеүе арҡаһында бик боронғо башҡорт дәүләте Бәктора (Ҡытай сығанаҡтарындағы “Даһия”, “Дәү Юэчжи”) гректарға бойондороҡлолоҡтан ысҡынып, үҙаллылығы ҡабат тергеҙелеп, был көрәштең башында тороп етәкләгән Әр-шәке (Аршак) Гәрәй ханға тағы Һоробүре (Храбрый) ләҡәбен дә өҫтәйҙәр, шуға күрә уны йылъяҙмаларҙа Әр-шәке Һоробүре (Аршак Храбрый) тип тә яҙып йөрөтәләр. “Дәһшәтле һуғышта македондар иҙеменән Шәреҡтең бөтә илдәрен азат ҡылып, улар өҫтөнән Бәктора батшалығында Әр-шәке Һоробүре хаҡимлыҡ итте. Вавилонда ул македондарҙың хакимлығын бөтөрҙө һәм илле ете йыл буйынса батшалыҡ итте”, — тип әйтелә ХI быуат әрмән тарихсыһы Степанос Таронеци Асохиктың “Ғөмүми тарих”ында10. Тора-бара үҙ ҡулы аҫтына бик күп ерҙәрҙе һәм илдәрҙе бөргән Ҡошан империяһын ың биләмәләре ысынлап та киң булып, төньяҡ сиктәре — Етеһыуғаса һәм Уралғаса, көньяғы — Күк диңгеҙгә йәғни Һинд оҡеанынаса, көнсығышы — Ҡытайғаса, көнбайышы Рим империяһынаса һуҙыла. Ҡошан империяһының хакимлыҡ ҡылыусы даирәһе, тәүге осорҙа, баяғыса, боронғо Ҡытай сығанаҡтарынан күренеүенсә, төрки телле биш ырыу берлегенән тора11; “Эске Башҡорт” тип тә йөрөтөлгән Үҫәргәндең был биш ырыу берлеге, Тышҡы Башҡорттоң ете ырыу берлегенә йәнәшә ҡуйылып, башҡорт эпосында ла кәүҙәләнгән12.