Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 5 глава




Торан иле шәкеләр шәжәрәләренең Гәрәй Һоробүре Бәһлеүән сатаһының Гәрәй-шәп-ир балаларынан һуңғы быуындары тарихҡа әлегәсә билдәһеҙ ҡалғанлыҡтан, Арта-сос (Арташес) императорҙан алып әле беҙ төпсөнгән шанлы Ҡош улы Ҡот-абызға (Ҡуджула Ҡадфизға) тиклемге арала шәкеләрҙең ҡайһындай исем-ләҡәплеләре булғанлығын әйтеүе ҡыйын, әммә Ҡош улы Ҡот-абызды тыуҙырған Ҡошом (Ҡошсо ырыу) сатаһының был бөйөк императорҙан һуңғы дауамланмыш бер нисә быуыны күҙгә баҙыҡ салына — ул хаҡта һүҙ аҙағыраҡ. Ә инде бөйөк абызыбыҙҙың ул саҡтағы торған урыны ҡайҙа ине икән, тиһәгеҙ, Бөйөк Ҡошан империяһының баш ҡалаһы Бәһл-Шәкестан (элекке Бәктора) икәнлеге билдәле. (Һулдағы һүрәт-тә: Ҡошом-Буранбикә). Әммә шә-кен-шәк (император) тәхете, үҙ ҡулы аҫтындағы бөтә шәкелектәрҙең өҫтөнән бер юлы бағыусы булараҡ, замананың тәғәйен талаптарына ярашлы, империяның теләгән бер шәкелегендә лә (мәҫәлән, туған иленең Арҡайымы янында, йәки Торан иленең төп мәркәзе Тора тау эргәһендәге хәҙерге Эстәрлетамаҡ ҡалаһында) ултырыуы ихтимал (бер заман Тиләүҙәр тәхеттә саҡта Силәбе ҡалаһында урынлашыуын да беләбеҙ). Әйткәндәй, Эстәрлетам-аҡтың урта быуаттарҙағы “Паскатир” тип ләҡәпләнеүе лә ошо фекерҙе ҡеүәтләй: “пас-ка-тир”ҙы хасил ҡылыусы ижектәргә бүлеп тергеҙһәк, килеп сыға апас-аҡа-тир йәғни абыҙ-аға-тор — Тора тау хоҙайы Абыҙ-аға (боронғо шумер балсыҡ китаптарында ла “Абыза” — Тора тау хоҙайы!) хөрмәтенә ҡоролған изге ҡорам; бик боронғо Эстәрле (Әсә-Торалы) ҡалаһы, билдәле булыуынса, игеҙәк ҡала булған: Ашҡаҙар йылғаһының һул ярында — Әсә (Күк хоҙайбикәһе) ҡорамы, уң ярында Тора (Ер хоҙайы) ҡорамы — тап ошонда икәндер ҙә бөйөк Торан (Туран) иленең төп-мәркәзе... Тимәк, Бөйөк Ҡошан шәкен-шәгенең “абыз” ләҡәпләнеүе — Торан иленең (ҡитғаның) төп бойороусыһы, тигән һүҙ.

 

 

Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек

Бөтә булған мәғлүмәттәргә таянһаҡ, Бөйөк Ҡошан империяһының, Гәрәй-шәп-ир вафатынан һуң, дүрт шәкелеккә бүленеше ошолай күҙаллана:

1-се шәкелек — империя баш ҡалаһы Бәһл-Шәкестан урынлашмыш хәҙерге Афғанстан төньяғы, Һиндостан төньяғы һәм төньяҡҡа табан Урта Азияның Амударьяғаса ерҙәрен үҙ ҡанаты аҫтына алған. Көнсығышта — Ҡытай, Көнбайышта Бүре-Өфө-өйө (Парфия) сиктәре. Шәкеләрҙең Арта-сос Бәһлеүән иләүе биләмәһе был. Арта-сос Бәһлеүән шәке үҙе, дүрт бер туғандарҙың нәҙере буйынса, бөтөн дүрт шәкелек өҫтөнән шәкен-шәк булып күтәрелгәнлектән, был шәкелеккә шәке итеп империя тәхете мираҫсыһы — шәкен-шәктең улы йәки, әгәр улдары булмаһа, берәй яҡын туғаны тәғәйенләп ҡуйылған булһа кәрәк. Был 1-се шәкелектәге төп өс ырыуҙың береһенең (Танғауыр) һәм уның батырының (Тимерҡотло) исемдәре башҡорт эпосы буйынса беленә:

 

Танғауыр бер ырыуҙың исеме булған,

Иген икмәк уларҙың кәсебе булған;

Тимерҡотло исемле эстәрендә

Ғәйәт мыҡты бәһлеүән кеше булған.

Танғауырҙар Алыҫ Көнсығыш яғынан был тарафҡа б.э. тиклем 129 йылда баяғы бөйөк Гәрәй хандың йыуасалылар иләүендә килгәндер; Р.Ғ. Кузеев та уларҙың бында Монголия яҡтарынан үтеп инеүен күрһәтә[3]. Танғауырҙар үҙҙәре лә Алтайҙан бүре юлбашсылығында килеүҙәрен һөйләгән[4]. Тимәк, танғауырҙар — бүре тоҡомдары һәм, йыуасалылар һымаҡ уҡ, Үҫәргәндең бер сатаһы. Этнонимдары ла шуны дөрөҫләй: атан-аҡ-абар (ата-аҡ-бүре) — танаҡабар, Танғауыр, йәғни һуңғыраҡ дәүерҙә Ҡытайҙың Тан (Атан йәғни ата-аҡ-бүре, Танғауыр) империяһын (618-907) нигеҙләүселәр һәм император булып ултырыусылар. Академик Н.И. Конрад яҙыуынса[5], I быуаттан башлап Урта Азиялағы Ҡошан батшалығынан Ҡытайға үтеп инә башлаған яңы дин буддизм Тан империяһының аҫыл һөйәктәренең һәм императорҙарҙың үҙҙәренең ярлыҡауы арҡаһында көсәйә”... Шуныһына ла иғтибар итәйек: ошо шәкелектән күтәрелмеш императорыбыҙ Ҡош улы Ҡот-абыз (Кужула Кадфиз) тигәндәре — императорға бирелгән ләҡәп йәғни императорҙың рәсми имзаларының береһе булып (ҡытайлы тарихсылар ғына ла уның бер юлы биш имза-ләҡәбе барлығын яҙған), уның ата-әсәһе ҡушҡан исеме, моғайын, ул мөҡәддәс малайыбыҙ мөсәлдең мәсен (маймыл) йылында тыуғанғалыр, Мәсен булған булырға тейеш; йәнле телмәрҙә был исем, тора-бара, һуңғы “н” өнө “м”лашып, Мәсем тип әйтелеп киткән (эпосыбыҙҙағы Мәсем хан)...

2-се шәкелек — биләмәләре беренсе шәкелектең көньяҡ сик буйына терәлә урынлашып, үҙ эсенә хәҙерге Афғанстандың — көньяҡ, Ирандың — төньяҡ өлөштәрен һәм Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия ерҙәрен ала һәм ул ваҡыттағы Рим империяһының көнсығыш сиге буйлап ятҡан һәм уға буйһонған Сүр өйөнә — Сүр ияға тиклем барып тоташа. Ана шул “ Сүр” гә бәйлелер, был шәкелектең шәкеһенең, йәғни шәжәрәнең дүрт сатаһы башлыҡтарының береһенең, ләҡәбе Сүрән Бәһлеүән тип атала (“Сүр” — “Үҫәргән”, тимәк; Сүрән — Сүрия яғы, империяның көньяҡ осо). Шәкелектең ул саҡтағы бер ырыуының (Тамъян) һәм уның батырының (Тамъян) исем-ләҡәбен шулай уҡ башҡорт эпосынан алып беләбеҙ:

 

Тамъян — икенсе ырыу атын әйтәм,

Төшөнөрһөң барыһын атап әйтһәм;

Батырының исеме Тамъян булған,

Белерһегеҙ, тигеҙ ҡылып таҡлап әйтһәм...

Тамъяндар иһә Танғауыр ырыуының бер ҡанаты булып, был яҡтарға, үҙҙәре һөйләүенсә, “Алтай яҡтарынан” баяғы бөйөк Гәрәй ханыбыҙҙың Йыуасалы иләүендә килгәндәр булһа кәрәк. Р.Ғ. Кузеев та бит ғәмәлдә ошо фекерҙә тора[6]. Этнонимдары ла танғауырҙарҙыҡылай: атаб-аҡ-ан (“ан” — сығанаҡ килеш ялғауы; тимәк, “атам-аҡ” тан тыуған” тигән һүҙ) — атабаған — атамайан, Тамъян; шул уҡ ата-аҡ-бүре балалары — Үҫәргән сатаһы икәндәр. Ошо атаб-аҡан этнонимы борон атаб-аҡас тип тә әйтелгәнлектән, — атабаҡас — табаҡас, Табғас һәм атаба — Таба (ҡытайса, Тоба) формаһы ла булғанлыҡтан, Тоба, Тува, Түбә тип тә йөрөткәндәр уларҙы һәм шул исемле батшалыҡтары ла булған бер заман төньяҡ Ҡытайҙа. Табғастарҙың (йәғни тамъяндарҙың) бөйөк юлбашсыһы Таба ағай (ҡытайса Тоба гуй) 397 йылда ҡытайлыларҙың Һуңғы Янь батшалығын ҡыйратып, урынына табғастарҙың (тамъяндарҙың) Төньяҡ Бай (Северная Вэй) империяһын (397-439) төҙөй һәм үҙе уның беренсе императоры була.

3-сө шәкелек — Амударья менән Сырдарья аралығын биләй; көнсығыштан Етеһыу аралығы, Иртыш буйҙары, көнбайыштан Арал диңгеҙе менән Каспий диңгеҙенең көнсығыш яр буйҙары шуға керә. Бүре-Өфө-өйө (Парфия) уға ут күрше булып тора. Был биләмә баяғы бөйөк Гәрәй хан шәжәрәһе дүрт тармағының Ҡошом — Аҫаубағабатыр Бәһлеүән өлөшөнә тейгән һәм, бәлки шуғалыр ҙа, ундағы бер йылға Ҡош-аға-дарья — Ҡашҡадарья тип исемләнгән. Шәкелектең ул саҡтағы ырыуҙары араһындағы бер ырыуының (Ҡыпсаҡ) һәм уның батырының (Бабсаҡ) исем-ләҡәбен дә башҡорт эпосы әйтә:

 

Өсөнсө ырыу исеме булыр Ҡыпсаҡ,

Белерһегеҙ, баян итеп яҙып ҡуйһаҡ;

Эстәрендә бер батыр булған икән —

Фил мөсәлле, арыҫлан йөрәк, исеме Бабсаҡ...

Р.Ғ. Кузеев та ҡыпсаҡтарҙың Иртыш буйы далаларында йәшәүен, шул яҡтарҙан көньяҡҡараҡ (Сырдарья буйҙарына) һәм көнбайышҡараҡ (Иҙел-Волга буйҙарына) күсенеүен яҙа[7] бит — был хәл, моғайын, Бөйөк Ҡошан империяһының әлеге өсөнсө шәкелегендә ҡыпсаҡтарҙың берегеп йәшәү осоронда булғандыр. Эпостағы ҡыпсаҡ ырыуының батыры Бабсаҡ, тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, был өсөнсө шәкелектең Ҡыпсаҡ ырыуы батыры итеп, ул вазифаға, ҡыпсаҡтарҙың үҙ араһынан түгел, ә уларға ут күрше дүртенсе шәкелектең империя күләмендә хакимлыҡ итеүсе Үҫәргән ырыуынан килтереп ҡуйылған кеше һәм, анығыраҡ әйткәндә, шул дүртенсе шәкелектең шәкеһенең, үҫәргәнле Бәк-сәсәндең, улы булған ул. Ҡеүәтле Үҫәргән ырыуының ул саҡтарҙа ҡыпсаҡтар һ.б. өҫтөнән бойороуын (тимәк, ҡыпсаҡтарҙың һ.б. түрәлек вазифаларына ла үҙ кешеләрен ҡуйыуын) “Мүйтән бей тураһындағы йыр”ында халыҡ хәтере ныҡ һаҡлай:

 

 

Бөтә башҡорттар буйһонған мүйтәндәргә —

Үҫәргәндәр ишәйгәндәр күп һандарҙа,

Бөрйән, Ҡыпсаҡ бейҙәр буйһонған уларға,

Йөҙ тамғалы башҡорт артылған Уралға [8]...

 

Боронғо Ҡыпсаҡ ораны “Атаҡа” ға (“Ата-аға”ға) Үҫәргән ораны “Асаба” ның (“Әсә-апа”ның) ялғаныуынан “атаҡа-асаба” — дөйөм башҡорт халыҡ ораны “Тоҡсаба” хасил булыуы ла тап шул үҫәргәндәр өҫтөнлөк иткән Бөйөк Ҡошан осоронан ҡалғандыр...Үҫәргәндең (“Күсәк бей”ҙәге “хаин”дың) ана шулай ишле-ҡеүәтле “туп” булып ныҡ “туп”ланыуын эпос та аныҡ һөйләй:

 

Ул ваҡыт хаин ырыуы туп булыпты...

 

Шәкелектәрҙәге көс-ҡеүәт нисбәте дүрт ырыу батырҙарының, Мәсем хан ораны буйынса, яу ҡырына нисәшәр балуан (батыр) алып килеүҙәрендә лә күренә: Тимерҡотлоноҡо — йөҙ һикһән, Тамъяндыҡы — йөҙ илле, Бабсаҡтыҡы — һигеҙ, ә үҫәргәнле Ҡарағөлөмбәттеке өс йөҙ алтмыш балуан булған...

4-се шәкелек — көньяҡ сиге Сырдарьянан алып төньяҡ сиге Ҡар диңгеҙенәсә (Төньяҡ Боҙло оҡеанғаса) арауыҡты иңләп алып, Урал — Алтай, Иҙел — Кама буйҙары, Каспий диңгеҙенең төньяҡ яры, Төньяҡ Ҡафҡаз кергән был биләмәгә. Ошо ерҙәр баяғы бөйөк Гәрәй хан шәжәрәһе дүрт сатаһының Ҡаран Бәһлеүән өлөшөнә тейгән, “Ҡаран” ләҡәбе лә, бәлки, Ҡар диңгеҙенә һәм шул Ҡар яҡтан ағылмыш Ҡаран һыуға (хәҙерге Ҡариҙел гә) бәйле булып танылған. Үҫәргәндең шул ҡарлы-ҡараңғы яҡтарғаса таралыуының билдәләре тарихта ла, халыҡ һәм ер хәтерендә лә ярылып ята: үҫәргәндәрҙең Болғар ҡалаһы һәм дәүләте, Кама йылғаһы (Үҫәргәндә Ҡама араһы бар), Бишбүләк (Үҫәргәндең биш бүлеге) башҡорттары, Бөрө (бүре — үҫәргәндәр дәдәме) йылғаһы һәм ҡалаһы, Аҫҡын районының Сураш (Үҫәргән араһы Сураш) башҡорттары... Шәкелектең ул саҡтағы (эпостағы) бер ырыуының (хаин йәғни бүре - Әсә-бүре тоҡомо Үҫәргән) һәм уның батырының (Ҡарағөлөмбәт) исем-ләҡәбен шул уҡ башҡорт эпосынан беләбеҙ:

 

Дүртенсе ырыу аты хаин булған,

Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған...

...Башлыҡтары Ҡарағөлөмбәт батыр булған...

“Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған”, — тигәндән, баяғыса, тарихтағы был дүртенсе Ҡаран Бәһлеүән шәкелеге менән Ҡош-улы Ҡот-абызды (эпостағы Мәсем ханды) тыуҙырмыш өсөнсө шәкелек Ҡошом — Аҫаубағабатыр Бәһлеүән шәкелеге бер-береһенә терәлеп үк тормош, йәғни ут күршеләр икәнлеге аңлашыла. Изге Тора тауыбыҙ балҡып торған, шуның сәбәпле боронғо Торан (Туран) иленең мәркәзе булған был шәкелекте бабаларыбыҙ, “Урал батыр” эпосындағы миһырбанлы Һомай хоҙайбикә исеме менән, Һомай иле (боронғо ҡытайлылар тарихындағы “Һомай дәүләте”, ә Көнбайыш тарихсылары яҙмаларында — Һоман йәки Ҡоман иле) тип тә исемләп йөрөткән. Ошо илдең ысынлап та конфедератив ҡоролошло Бөйөк Ҡошан(ҡытайса Тухоло, Тохар) империяһының тәбиғи бер өлөшө икәнлеген дә дөрөҫләй ул ҡытайлылар яҙып ҡалдырған сал тарих: “Һомай дәүләте, икенсе төрлө ул Дим-Шишмә йәки Ҡаған иле тип тә исемләнә; ә Юань Вэй (Төньяҡ Бай, б.э. 386-534 йй.) дәүләте осоронда ул Бохэ (бүре йәғни үҫәргәндәр — Й.С.) тип йөрөтөлгән, шулай уҡ боронғо Тохар (башҡорт йәғни Бөйөк Ҡошан. — Й.С.) дәүләтенең өлөшөн тәшкил иткән... Ундағы тау мемерйәһендә (Шүлгәнташта! — Й.С.) тылсымлы ат (Аҡбуҙат! — Й.С.) йәшәй, йыл һайын аттарын шул мәмерйә эргәһендә көтәләр, һөҙөмтәлә мотлаҡ данлыҡлы тоҡом ҡолондар тыуа” (Бэй Ши, 97). Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, әйтеп үткәйнек инде, был дүртенсе шәкелектең шәкеһе ул заманала үҫәргәнле Бәк-сәсән булған ( 3-сө шәкелектең Ҡыпсаҡ ырыу батыры итеп ҡуйылмыш Бабсаҡтың атаһы). Эпосыбыҙҙа Үҫәргәндең хаин тип, ә баяғы яҙма тарихта ла “вәғәҙәһен боҙоусы” тип исемләнеүенең, һәм ул ырыу ләҡәбе “хаин”дың тап шул “вәғәҙәһен боҙоусы” мәғәнәһендәге “хаин” һәм “хыянатсы” һүҙҙәренә әйләнеүенең тарихи сәбәбен һуңғараҡ аңлатырбыҙ.

Дүрт ырыу (шәкелек) биләмәләрен ошолай урынлаштырыу был ырыуҙарҙың борон ҡайҙарҙа йәшәгәнлектәрен хәтерләтеүсе башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады һ.б. тарихи мәғлүмәттәр менән дә дөрөҫләнә42. Бөйөк Ҡошан империяһының (эпостағы Мәсем хан дәүләтенең) көнбайышында, ул саҡтағы донъялағы иң шәп ҡоралланған һәм яугир ғәскәренең үткер уҡ-һөңгөләре менән Рим империяһының ҡабырғаһына ҡаҙалып, үҙаллы йәшәмеш ҡан ҡәрҙәш дәүләт Бүре-Өфө-өйө (Парфия) көн күргәнен һәм уның башҡорт эпосындағы Ураҙ хан иле икәнлеген дә әйткәйнек. Ҡан ҡәрҙәш, Башҡорт, сөнки эпосыбыҙҙа атала бит:

Мәсем хан менән Ураҙ хан ҡатар булған,

Нәҫеле икәүенең дә Башҡорт булған;

Йыл һайын бәйге яһап, балуан һайлап,

Икәүе уйын уйнап ятыр булған.

 

Был мәғлүмәт асылда СССР ҡыҙыл империяһының рәсми тарихсылары раҫлауҙарына ла ҡаршы килмәй, сөнки б.э. тиклем 247 йылда уҡ үҙаллы Парфия дәүләтен төҙөүселәр итеп “шул тирәләге Гәрәй-шәке (Аршак) етәкселегендәге күскен ҡәбиләләр”ҙе билдәләй улар43, ә борондан уҡ башҡорттарҙың бер өлөшөнөң “шул тирәлә” күсмә тормош ҡороуы һәм бер быуаттай һуңғараҡ шул яҡтарҙа Бөйөк Ҡошанды нигеҙләүсе йыуасалы-башҡорт Гәрәй-шәке нең дә шул бер үк баяғы Парфия Гәрәй-шәке һен тыуҙырмыш бүре-шәкеләр (Үҫәргән) ырыуынан сығыуы зыялы һәр кемгә мәғлүм. Ул боронғо замандарҙа Каспий диңгеҙе лә Үһәркән (Һәркән, Һирҡан) йәғни Үҫәргән тип исемләнгән бит, һәм бөтә тирә-яҡ яр буйҙары тап ана шул Әсә-бүре тоҡомло Үҫәргән ере булған. Шуға күрә лә ул ерҙәрҙе Геродот замандарынан уҡ географтар Үһәркән (Һирҡан) иле, йәки Ил-бүре-әсә (Эльбурс) тип билдәләгән; һуңғы исем географик карталарҙа мәңгелеккә тороп ҡалған: Каспий көньяғындағы Ил-бүре-әсә (Эльбурс) тауы һәм шул уҡ Каспий көнбайышындағы икенсе Ил-бүре-әсә (Эльбрус)... Үҫәргәндәрҙең Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләте ғәскәрҙәренең заманында донъялағы иң көслө һәм яҡшы ҡораллы булғанлығын, боронғо латин тарихсыларына таянып, Францияның бөйөк аҡыл эйәһе һәм гөмансыһы (гуманисы) М. Монтень (ХVI быуат) ифрат һоҡланып яҙа: “Римлыларҙың һуғыштарында ҡайнашып тәрбиәләнгән Аммиан Марцеллин парфяндарҙың римлыларҙыҡынан ҡырҡа айырылып торған ҡоралланыу үҙенсәлектәрен ҡыҙыҡһындыртҡыс билдәләй. Улар, тип хәбәр ҡыла ул, ҡаурыйҙарҙан туҡылғандай еңел, хәрәкәттәрен тотҡарламаусы һәм бер үк ваҡытта шул тиклем дә ныҡ сифатлы көпләмә (броня) кейерҙәр ине — беҙҙең һөңгөләр уларға ҡаҡлығып сирғынылар... Уларҙың аттары көр, түҙемле ине; һыбайлылар үҙҙәре иһә баштан-аяҡ ҡалын тимер ҡабырсаҡтар менән ҡапланған — улар (тимер ҡабырсаҡтар) шундайын да оҫта йәтешләнгәндәр ки, кәрәк саҡта теләгән яҡҡа бөгөлөп-һығылалар. Былар ниндәйҙер тимер кешеләр икән, тип уйларлыҡ ине; баштарына кейгән ҡашҡалары (каскалары) йөҙҙәренең килбәтенә һәм өлөштәренә шул тиклем дә теүәл йәпләшеп тора ине ки, фәҡәт күҙ, йәки танау тәңгәлендәге бәләкәй түңәрәк тишектәре аша ғына сәнсеп була ине уларҙы”:

 

Уны кейгән тәнгә йәпләнеп терелмеш

Һығылмалы буталға бер ҡарауҙан ҡотоң осор;

Тимер үтәләй һулаусы тимер кешеләр килә, тип уйларһың...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: