Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 8 глава




Инде хәҙерге Бөрйән (“бер йән”) ырыуының Үҫәргәндән ҡайһылайыраҡ саталаныуына килһәк, ул да баяғы ваҡиғаларға туп-тура бәйле. Башҡорт эпосында ла, әрмән тарихында ла ҡаны ҡыҙышҡан Күсәк-бей (Арташир) үҙенең ҡан дошманы Ҡарағөлөмбәт (Карэн-Пахлав) менән ҡуша уның нәҫел-нәсәбен дә ҡороторға тырыша. Әммә Үҫәргән батыры Ҡарағөлөмбәттең нәҫеленән (ә һис тә бөтә Үҫәргән ырыуынан түгел!) фәҡәт бер малай — бер йән генә иҫән ҡалды, тип әйтелә эпосыбыҙҙа. Шул бер йән үҫеп етеп, тирәһенә ил ҡороп, “бер йән” тигән ырыу булып китте, ти — Үҫәргәндең берйән (Бөрйән) тигән бер сатаһы -- үҙенә башҡа ырыу булып йөрөй ул хәҙер...

Башҡортостан тарихындағы ошо тетрәткес ваҡиғаларҙың боронғо әрмән тарихында көҙгөләгеләй сағылышын барлайыҡ: “Гәрсә Хосров (мәкерле Арташирға ҡаршы һуғыш башлаған Мәсем хан. — Й.С.) үҙенең туғандарының (Бәк-Сәсән етәкселегендәге үҫәргәндәрҙең. — Й.С.) ярҙамға килеүенә ҡыуанһа ла, шатлығы оҙаҡҡа барманы, оҙаҡламай ул ошондай ҡайғылы хәбәр алды: ғәскәренең башында Арташир (Күсәк. — Й.С.) үҙе баяғы ҡан дошманы Карэн-Пахлав (Ҡара-Ҡөлөмбәт. — Й.С.) йорто артынан эҙәрләп барып, ҡыуып етеп, бөтә нәҫел-нәсәбен ҡылыстан үткәргән, үҫмерҙәрҙән алып имсәк сабыйынаса булған ир-ат затын ҡырған, бер малай ғына иҫән тороп ҡалған. Карэн йорто дуҫтарының Бурз (Бүре-әсә. — Й.С.) исемле береһе шул бер йән малайҙы алып, ҡошандар еренә (1-се шәкелеккә. — Й.С.) килтергән һәм уны уның туғандарына тапшырған. Арташир (Күсәк — Й.С.) ул малайҙы ҡулға төшөрөргә күпме генә тырышып ҡараһа ла, уның үҙ-ара татыу туғандарынан йола алмағас, малайҙың ғүмерен өҙөр өсөн ҡул һуҙмаҫҡа тип, үҙ ихтыярынан тыш ант итергә мәжбүр булған. Ошо ваҡиға айҡанлы парсалар (бүре-әсәләр йәғни Ирандағы фарсы-үҫәргәндәр. — Й.С.) малай хаҡында меңәрләгән әкиәт уйлап сығарған, йәнәһе “уға телһеҙ яныуарҙар ярҙам иткән” тип[13]. Шул малай тап үҙе инде Перозамат (бер-азамат йәғни берйән-азамат. — Й.С.), бөйөк Ҡамсараҡан (Ҡама-Үҫәргән йәки Ҡоман-Үҫәргән. — Й.С.) ырыуының бабаһы”51... Берйән (Бөрйән) ырыуының ысынлап та Үҫәргән ырыуынан саталанып киткәнлеген күрһәтеүсе был шаһәҙәтнамәнән аңлашыла ки: “бер йән” ырыуын борон заман “бер азамат” ырыуы тип тә йөрөткәндәр икән; “азамат” иһә шул уҡ “аҫабалар” йәғни үҫәргәндәр тигән һүҙ булып, баяғы “бер йән”дең “бер үҫәргәнле” йәғни оло иләү Үҫәргән ырыуының бер (Ҡарағөлөмбәт) нәҫел-араһынан ҡалмыш бер малай икәнлеген аңлата. “Ҡамсараҡан” (Ҡама-асараҡан) тигән уның ырыу исеме лә шул уҡ Ҡама-Үҫәргән булып, Үҫәргән саталарының береһен тәшкил итмеш Ҡама сатаһына (боронғо ҡамандар — ҡумандар) ишара был. Үҫәргән ырыуында әлегәсә шул Ҡама араһы иҫән (был юлдарҙың авторы ла Үҫәргәндең Ҡама араһынан). “Уға телһеҙ януарҙар ярҙам иткән”, имеш, тигән мәғлүмәт тә туп-тура Үҫәргәндең Муса пәйғәмбәр “Биш китаб”ына, “Йек-Мәргән” эпосына, боронғо ҡытайҙар тарихына теркәлмеш шул уҡ Үҫәргән ҡарыһүҙенә барып тоташа: уларҙа ла Үҫәргән ырыуының бабаһы булыр малай тап шундай уҡ фажиғәләр кисерә, бүре һәм башҡа януарҙар уға ярҙамға килә... Ләкин текстың төп өлөшөн “Күсәк бей” эпосына тап килеүсе тарихи ваҡиға биләй — “бер йән” малайҙан берйән (Бөрйән) ырыуының барлыҡҡа килеүе, әсә ырыу Үҫәргәндән саталанып, тарихи майҙанда үҙаллы яңы ырыу булып йәшәй башлауы. Тимәк, хәҙерге Бөрйән (әүәлге “берйән”) ырыуының донъяға тыуған ваҡытын да тарихи ерлектә ярайһы ғына теүәл билдәләп була: Күсәк бей (Арташир I) Парфия-Иран тәхетен биләгән б.э. 224-239 йылдар араһы ул. Шуға тиклемге ваҡиғаларға бәйле тарихи сығанаҡтарҙа бүре тоҡомло ырыу (бүрес, парс, берсил, буржан, бургон, бургар һ.б. — бөтәһе лә үҫәргәндәр!) хаҡында һүҙ барһа, ул Үҫәргән биш ырыу берлегенең берәйһе була; ә “бер йән”ле берйән (Бөрйән) тарихы иһә, әле генә күреүебеҙсә, баяғыларҙың барыһынан да һуңғараҡ — б.э. III быуат уртаһынан башлана.

Бөйөк Ҡошан империяһының архитекторы тип данланған, Үҫәргән биш ырыу берлеге менән башҡорт ете ырыу берлеген үҙ дәүеренең тоташ ун ике ырыу берлегенә уҡмаштырып, ғәмәлдә бөгөнгө башҡорт милләтен нигеҙләгән Мәсем (Хосров) хан яҙмышы ла арыу уҡ билдәле шул әрмән тарихынан. Олатаһын үлтереп, уның тәхетенә эйә булған Күсәкте (Арташир I-ҙе), тип әйтә алабыҙ хәҙер, ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырыу өсөн, ныҡышмалы эҙәрлекләй бөйөк Хосров-Мәсем хан. Ҡаты бәрелештәрҙән һуң ҡалдыҡ ғәскәре менән Һиндостан яғына ҡасып китмеш Күсәк (Арташир I), башын һаҡлап ҡалыр өсөн, төрлө саралар күрә: эҙәрлекләүсеһен ағыулатып йә хәнйәр ҡаҙатып үлтертмәккә, шундай үлтереүсегә шуғаса донъяла булмаған, шул батша ауыҙынан башҡорт әкиәттәренә кереп урынлашҡан хисапһыҙ ҙур бүләктәр, шул иҫәптән ярты батшалығын биреүҙе вәғәҙәләй. Бигерәк тә үҙ ҡулынан кискән олатаһы Ураҙ хандың ырыуҙаштарын — Мәсем хандың туғандарын — йәлеп итергә тырыша был ҡанлы эшкә. Анығыраҡ әйткәндә, Мәсем хандың башын киҫкән йәлләткә ул Мәсем хан идаралығындағы тулайым Ҡошан илен, һәм шуға өҫтәп үҙе хакимлыҡ иткән Ирандың яртыһын бирергә, был тирәлә үҙенән ҡала уны икенсе хакимдар яһарға нәҙер ҡыла (“Күсәк бей”ҙәге Мәсем хандың арыҫланды үлтереүсегә ярты батшалығын, ҡыҙын бирергә вәғәҙә итеүен хәтерләгеҙ!). Һөҙөмтәлә Сурэн-Пахлав (Ҡыпсаҡ. — Й.С.) ырыуының Анаҡ тигән бер батыры, һуңынан әрмәндәрҙе христиан диненә суҡындыртҡан һәм уларға мәғрифәт нуры сәскән суҡынмыш ҡыпсаҡлы Григорий Мәғрифәтсенең атаһы, шул вәғәҙәләргә ҡыҙығып, 48 йыл буйына тәхеттә ултырған Мәсем (Хосров) ханды мәкерле рәүештә үлтерә, ләкин үҙе лә шул ыңғайы бөтә ярандары менән ҡуша ҡырыла52. Был хәл 252 йылда була. Шулай уҡ Күсәк бей (Арташир I) ҙә был айҡанлы тантана итергә өлгөрә алмай донъя ҡуя. Ә шулай ҙа уның вариҫы Шәп-бүре (Шаппур), атаһының нәҙерен үтәп, Мәсем (Хосров) ханды үлтереүсе Анаҡ батырҙың иҫән ҡалып Иранға ҡасҡан бер улына үҙенең ярты батшалығын — боронғо Бүре-Өфө-өйө (Парфия) илен бүлеп бирә — Ирандағы үҙенән ҡала икенсе хакимдар ҡыла53. Үҫәргәндең Бәк-Сәсәне тоҡомло был Күсәк бей (Арташир I) башлап ебәргән ошо Иран батшалар шәжәрәһе, үҙенең һуңғы быуынын тәшкил итмеш Бүрәсә (Пероз) шәке 484 йылда Мәсем хан тоҡомо булған бөйөк Абзал шәкен-шәке тарафынан ҡон алыу һуғышында еңелеп үлтерелгәнгәсә, туғыҙ быуын тирәһе уҙырҙай 260 йыл һуҙымында дауамланып, Иран тарихындағы атаҡлы Сәсән (Бәк-Сәсән) тоҡомдары — сасанидтар тип аталмыш шәкеләр шәжәрәһен тәшкил итеп, шәжәрә башы Күсәк (Арташир I) һәм шәжәрә аҙағы Бүрәсә (Пероз) менән ҡушып һанағанда, барлығы 16 шәхес билдәле унда:

 

Арташир I, б.э. 224-240 йй. Иран тәхетен нигеҙләүсе.

Хормизд Арташир, 272-273.

Варахран I, 273-276.

Варахран II, 276-293.

Варахран III, 293.

Нарсе, 299-302.

Хормизд II, 302-309.

Шаппур II, 309-379.

Арташир II, 379-383.

Шаппур III, 383-388.

Варахран IV, 388-399.

Йездигерд I, 399-421.

Варахран V, 421-439.

Йездигерд II, 439-457.

Хормизд III, 457-45954.

Пероз, 459-484.

 

Үҫәргәндең баяғы Бәк-Сәсән тоҡомдары (сасанидтар) тәшкил итмеш был Иран батшалыҡ шәжәрәһе шәкен-шәктәре (шаһин-шаһтары) үҙҙәренең бабаларының тәүтөйәгендәге изге Асылыкүл буйында Муса пәйғәмбәрҙең замандашы һәм дини дошманы Сураш-Тора (Заратуштра йәки Зороастр) тәүдинде реформалап барлыҡҡа килтергән Зороастризм динен тотоп, уны үҙҙәре хакимлыҡ ҡылған Иран империяһында дәүләт дине рәүешле нығыталар; Будда динен (Тибеттан), Христиан динен (Римдан), йәһүд динен (Ассириянан) ҡабул ҡылып тота башлаған Үҫәргән-башҡорт ҡәрҙәштәренең ҡабат бабалар диненә (Зороастризмға) ҡайтыуын дәғүәләп, “кафыр” Ҡошан империяһына ҡаршы күп тапҡыр һуғышалар. Боронғо рухи байлығыбыҙ ҡомартҡыларын киләсәк өсөн һаҡлап алып ҡалыуҙа уларҙың да өлөшө ҙур, әлбиттә. Зороастризмдың бабалар ҡарыһүҙе менән һуғарылмыш иң боронғо текстары тәғәйен улар тарафынан бөтәһе бергә (21 киҫәк) тупланып, кешелек донъяһының бөйөк ҡомартҡыһы булған шул изге китап Авеста (“апа-әсәләр” йәғни үҫәргәндәр, тигән һүҙ) ул замандың хәҙер беҙгә аңлайышһыҙ дәүләт теленә күсереп яҙып алына (ошо бөйөк ҡомартҡыбыҙҙы башҡорт теленә тәржемәләп ҡайтарыу эше зыялыларыбыҙҙың бурысы булып торалыр).

 

Ҡошандың һуңғы күкрәүе

Бөйөк Ҡошан империяһы тарихына әйләнеп ҡайтһаҡ, уның шәкеләр шәжәрәһе быуындары тарихсыларға эҙмә-эҙлекле һәм теүәл билдәле түгел, сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр өҙөк-өҙөк кенә һаҡланып ҡалған, улары ла бер тәртипкә килтереп теҙелмәгән. Бында беҙгә тағы боронғо Ҡытай тарихы менән боронғо әрмән тарихы ярҙамға килә.

Мәсем (Хосров) хан үлтерелгәндән һуң, Ҡошан дәүләте эсендә болғаныштар — байтәхет өсөн үҙ-ара тартҡылашыу башланып, империяға ут күрше батшалыҡтар (Ҡытай, Иран, Рим), Ҡошанды бүлгесләп алыу өсөн, һәр форсаттан файҙаланып, бөйөк дәүләт тупрағына ябырыла башлаған булһа кәрәк. Һәр хәлдә, баяғы әйтелгән ике йөҙ алтмыш йыл буйына Ҡошан дәүләте Иран менән һуғыш хәлендә ҡала. Бигерәк тә Иран шаһы Пероз (һулдағы һүрәт) осоронда ҡан ҡойоштар йышая. Әленен-әле ҡаты еңелеүенә лә ҡарамай, Пероз, Византия менән берләшеп, ул заманда эфталиттар тип аталмыш боронданғы ҡан ҡәрҙәштәре ҡошандар менән ҡырталаша, был иһә ике яҡтың да ябай халыҡтарын ныҡ ҡаҡшата. Бигерәк тә һуғыш суҡмарына әүерелмеш Иран дәүләте халҡының башы бәләнән арынмай. Тарихсының әсенеп яҙыуынса, “хатта тыныс заманда ла ирандарҙан һис кем эфталиттарға ҡурҡыуһыҙ ҡарай алмай, хатта улар хаҡында ишетеүҙән генә лә дер-ҡалтырап ҡойолоп төшә ине, ҡайҙа инде уларға ҡаршы һуғышҡа барыу... Һәр ауыҙҙан ялбарыу яңғыраны: “Беҙ әгәр үлемгә дусар ҡылынған булһаҡ һәм шаһин-шаһ әгәр бөтәбеҙҙең ҡырылыуын теләһә, иң яҡшыһы, шаһин-шаһ үҙе үлтертһен беҙҙе, ә эфталиттарға ҡаршы ебәрмәһен, сөнки улар беребеҙҙе лә ҡалдырмай ҡырып ташлаясаҡ та, арийҙарҙы55 ғына түгел, ә көллө илебеҙҙе мәсхәрә ҡыласаҡ”. Шул уҡ һүҙҙе көндөкөн-көнгә һарайҙа вәзирҙәре ҡабатланы, бигерәк тә фарсыларҙың сәрғәскәре Вахрам үҙе халыҡ зарын, ҡәнәғәтһеҙлеген бер нисә тапҡыр ҡыйыу рәүештә шаһин-шаһ ҡолағына төшөрҙө; тик тегеһе тыңламаны, иҫләмәне, эфталиттар тарафынан шәхсәнә үҙенә һәм бөтә арийҙарға килтереләсәк еңелеү мәсхәрәләрен шәйләмәне. Арийҙарҙың һәм арий түгелдәрҙең бөтәһен бергә туплап, Пероз яу ҡырына китте; әммә ғәскәрҙәре, һуғышҡа барыусы яугирҙәр булыуҙан да бигерәк, әжәлгә хөкөм ителгәндәрҙәй ине. Ҡырылыштан ҡасып ҡотолған ҡайһы берәүҙәр һуңынан ошолай тип һөйләне: “Беҙ эфталит (Ҡошан. — Й.С.) иленең сигенә еткәс, уларҙың батшаһы ебәргән атсапҡын батшабыҙға уның тәҡдимен еткерҙе: “Минең менән һуғышмаҫҡа вәғәҙә биреп, яҙма солох беркеткәйнең минең менән, мөһөрөңдө лә баҫҡайның. Ике аралағы ил сиген билдәләгәйнек, ике яҡтан да уның аша яуыз ниәт менән сығыусы булмаһын, тип килешкәйнек. Шулай итеп, теге ваҡыт мин һине әсир ҡылғандан һуң, үҙеңде ҡыҙғанып, үлтермәй ҡайтарып ебәргәнемдә кисергән ғазаптарыңды, миңә биргән антыңды иҫеңә төшөр. Иҫән-имен сағыңда тиҙерәк ҡайтып кит, әжәлеңде көҫәмә. Әгәр ошо өгөтөмә ҡолаҡ һалмаһаң, белеп тор: мин һинең үҙеңде һәм һин күҙ төбәп таянған әргендек бөтә ғәскәреңде юҡ итәсәкмен, сөнки бит беҙ алышҡанда минең яҡта — антҡа тоғролоҡ һәм ғәҙеллек, һинең яҡта иһә ялғансылыҡ һәм антҡа хыянат ҡылыу. Шулай булғас, һин нисек итеп хәҙер мине еңә алаһың?” Эфталдың ошо киҫәтеүен ишеткәс, арийҙар Перозға ялбарҙы: “Ул хаҡлы, беҙ бер ниндәй сәбәпһеҙ һуғышабыҙ”. Арий-вәзирҙәренә ныҡ асыуланған Пероз дорфа яуапланы эфталиттарға: “Ошо күҙ алдығыҙҙағы иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ғәскәремдең яртыһы менән генә лә ҡырып ташлаясаҡмын үҙегеҙҙе; ә ҡалған яртыһына иһә илегеҙҙән тупраҡ ташырға56 бойороп, бер өлөшө менән бынау диңгеҙҙе, бер өлөшө менән һеҙ ҡаҙыған урҙы (гүрҙе) күмдертәсәкмен”. Үҙенең бәғерһеҙлеге арҡаһында ул үҙенә һәм бөтә арий иленә әжәл саҡырырын, урҙы (гүрҙе) үҙенең халҡының мәйеттәре менән тултырырын башына ла килтермәне. Ике яҡ бер-береһенә ябырылып һәм йөҙгә-йөҙ килешеп, шул ерҙә Пероз үҙенең бөтә улдары менән һәм бөтә иле менән ҡуша ҡырылып һәләк булды”. Һәм икенсе бер урында: “Һуғыш ҡот осорғос булды. Ҡошандар күп һанлы фарсы ғәскәрен бөтөрә ҡыйраттылар һәм юҡ иттеләр, береһе лә имен ҡала, ҡасып ҡотола алманы. Һуғышта Пероз үҙе лә үҙенең ете улы менән бергә үлде”57. 484 йылда булды был. Эфталиттар тип аталмыш Ҡошан иленең ғәскәрҙәре башында еңелеү белмәҫ шәкен-шәк (император) Абзал (абыз-ул — абыз тоҡомо, тигән һүҙ) тора — ирандар ҡулынан һәләк булған Абыз (Ҡош улы Ҡот-абыз) бабаларының ҡоно бер юлы ҡайтарыла. Ә был Абзал үҙе иһә Үҫәргәндең төньяҡ-көнсығыш сатаһы Күбәләк-Тиләү (икенсе төрлө әйтелештә Өфөтил) ырыуынан булғанлыҡтан, әле килтерелгән тарихи сығанаҡта күренеүенсә, ул етәкләгән Ҡошан империяһын да ул ваҡытта уның шул ырыу исеме менән Өфөтил, Өфөтәлит (Эфталит) тип тә атап йөрөткәндәр. Был бөйөк дәүләт эшмәкәренең, ҡан ҡәрҙәш (үҫәргән-арийҙар) шәкеләр шәжәрәһе батшалыҡ ҡылған ут күрше Иран менән үлемесле ҡырылышты булдырмаҫҡа тырышып, һуғыш алдынан Иран шаһин-шаһы Перозға юлландырған баяғы мөрәжәғәтнамәһендә бөгөнгө дәүләт эшмәкәрҙәренә лә өлгө булырҙай аҫыл сифаттары йөҙөк ҡашы гәүһәрҙәй балҡый сал тарих төпкөлөнән. Дәүләт сиктәре мәсьәләләрен дә ут күршеләр менән килешеп, яҙма шартнамә менән беркетеү алымы ла бөгөнгөләр өсөн дә өлгө булырлыҡ.

Боронғо ҡытайлылар тарихында “хойху” (уйғыр), “тйелев”, “дили” тип теркәлгән Тиләү ырыуының тағы ла бер ләҡәбе атала унда, боронғо иероглифтарҙан уны “ҡыҙыл төҫлөләр” тип уҡыйҙар. Был, бәлки, Көн-Өфө (Ҡәнифә) юлының Ҡыҙыл диңгеҙгәсә тартылмыш көньяҡ-көнбайыш армытын биләүсе үҫәргәндәрҙең ҡыҙыл төҫтө үҙ итеүҙәренә бәйлелер (ҡыҙыл әләм, ҡыҙыл түбәле кәпәс, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрендә лә ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөгө), быныһы бер. Икенсеһе, Күбәләк-Тиләү ырыуы исеменә аҙаш-яңғыраш бөйөк йылғабыҙ исеменең, баштағы “а” өнө юйылып, үҙгәрешле әйтелешенән хасилдыр, бәлки: аҡИҙел — ҡИҙел — Ҡыҙыл йылғаһы... Йәғни Тиләү менән Ҡыҙыл, Өфөтил (Эфталит) һымаҡ уҡ, шанлы Абзал шәкен-шәкте донъяға биргән бер үк ырыуҙың ләҡәп төрҙәре генә ул. Тарихтан күренеүенсә, үҙ-үҙен ҡурсаламаҡҡа даими дүрт фронт (Ҡытай, Һиндостан, Иран, Византия фронттары) тоторға дусар ҡылынған Бөйөк Ҡошан империяһының яҙмышы ҡыл осонда торған саҡтары ла йыш булған; ҡаран (төн) яҡтың боронғо Бәк-Сәсән шәкелеген иленә мәркәз ҡылған — империя тәхетен Күк Уралға ҡуйған Абзал шәкен-шәк өлөшөнә төшкән хәтәр заманалар ул. Төп көстәрҙе һаҡлап ҡалыу йәһәтенәндер, буғай, уның бер саҡ, икһеҙ-сикһеҙ үҙ биләмәләре буйлап, Көнсығышҡа ҡарай Алтайғаса сигенеүен, ҡайһылыр осорҙа жужандар (“йөҙән”дәр — тарихтағы өс йөҙ — “жуз” тип билдәле хәҙерге ҡаҙаҡ бабалары) менән хәрби берләшмәгә кереүен күрәбеҙ. Тиләү ырыуы ул заманда үҙенең боронғо тарихын яҡшы белгән, бөйөк Мәсем хан осоронан уҡ дәүләтебеҙ һәм халҡыбыҙ ун ике ырыу берлеге нән торғанлығын асыҡ хәтерләп, үҙҙәренең Күбәләк-Тиләү ырыуын шул ун икенең унынсы ырыуы итеп һанаған. Уларҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, риүәйәттәре тураһында ла хәбәр бирә боронғо ҡытайлылар тарихы: “Бейек Тәгәрмәс”леләр (Гаогюйҙар) боронғо төньяҡ Ҡыҙыл күскенселәрҙең тоҡомдары улар. Тәүҙә улар Тиләү (Дили) тип ләҡәпләнгәндәр; төньяҡҡа күскәндән һуң, арбаларының бейек тәгәрмәсле булыуына бәйле, “Бейек Тәгәрмәс”ле динлиндар тип аталғандар. Телдәре һундарҙыҡына оҡшаш (һундар — башҡорттар. — Й.С.), ләкин бер ни тиклем айырыла (үҫәргән һөйләше. — Й.С.). Бәғзеләр һөйләүенсә, “Бейек Тәгәрмәс” йортоноң бабалары һун йорто ҡыҙының улынан таралған. Һөйләүҙәренсә, һун шаньюйының (короленең) ғәҙәттән тыш һылыу ике ҡыҙы булған. Вәзирҙәр уларҙы хоҙайбикәләр тип һанаған. Шаньюй әйткән: “Бындай ҡыҙҙарҙы әҙәм балаларына кейәүгә бирергә яраймы һуң?! Күккә тапшырам мин уларҙы”. Шунан һуң баш ҡаланан төньяҡта әҙәм аяғы баҫмаған ерҙә бейек төрбә ҡорҙорта ла, ике ҡыҙын шунда урынлаштырып, уларҙы үҙенә ҡабул ҡылыуҙы ялбара Күктән. Өс йылдан һуң ҡыҙҙарҙың әсәһе уларҙы ҡайтарырға теләгәс, шаньюй әйтә: “Мөмкин түгел, ваҡыты етмәгән әле”. Шунан һуң бер йыл үткәс, бер ҡарт бүре көнө-төнө төрбәне уратып йөрөп олорға тотона, ахырҙа төрбә аҫтына өң ҡаҙып кереп, сыҡмайынса ята. Ҡыҙҙарҙың кесеһе әйтә: “Атайыбыҙ беҙҙе бында Күккә тапшырмаҡҡа урынлаштырғайны, бөгөн иһә бүре килде; бәлки, уның килеүе бәхетле ишаралыр”. Бүре янына сығайым тиһә, апаһы ҡото осорҙай ҡурҡып туҡтата: “Яныуар бит ул, ата-әсәбеҙҙе оятҡа ҡалдырма”. Һеңлеһе уны тыңламай, бүре янына китә, шуға кейәүгә сығып, малай таба. Шуларҙың нәҫелдәре үрсеп, дәүләт барлыҡҡа килә, бына ни өсөн бындағы кешеләр оҙон көйгә йырларға ярата йәғни бүреләргә оҡшатып сеңләп олой58. Уларҙа яңғыҙ үҙе идаралыҡ ҡылыусы юғары башлыҡ булмаған59, һәр ырыуҙың үҙенең бейе йәки аҡһаҡалы булған. Тәбиғәттәре менән ҡырыҫтар һәм ажарлылар. Туған-тыумаса үҙ-ара татыу йәшәй. Барымта ваҡытында хәтәр хәлгә тарыһалар, бер-береһенә берҙәм ярҙамға ташланалар. Һуғыштарҙа рәттәргә теҙелмәйҙәр — осло мөйөшлө уҡмашып бәреләләр; көтөлмәгәндә сигенәләр — өҙлөкһөҙ һуғыша алмайҙар. Никахлашҡанда йәрәшеү бүләгенә үгеҙҙәр һәм аттар биреүҙе юғары хөрмәт билдәһе итеп һанайҙар. Йәрәшеү менән үк, никахлап нығыталар. Кейәү яҡтың туғандары йылҡы өйөрөн арбалар менән урата ҡамаулап, кәләш яҡтың һәр туғанына ундағы теләгән бер атты һайлап алырға ла, йылғыр атланып, урата аша һикертеп сығырға ирек ҡуялар. Аттарҙың хужалары урата тышында ҡул сәпәкәйләп, яйҙаҡ менгеләрен өркөтөп маташа. Ергә тәкмәсләп ҡалмаған яйҙаҡ шул менгән атына эйә була, ә ҡолағаны икенсе атты һайлай. Барыһы ла атланғас, йола ла тамамлана... Иген икмәйҙәр, хәмер яһамайҙар. Туй табынына кейәү менән кәләш бейә ҡымыҙы һәм ҡалъялап туралған ҡайнар ит сығара. Йорт хужаһы үҙе ҡунаҡтарҙы һыйлай. Кемде ҡайҙа ултыртыу тәртибе юҡ, тирмә алдында үләнгә төркөм-төркөм иркен түңәрәкләнеп ултырып, көнө буйы ашап-эсәләр, төнгөлөккә лә тороп ҡалалар тағы. Иртәгәһенә, кәләш үҙенең ата йортона ҡайтыр саҡта, кейәү туғандары кәләш өйөнә йәнә йылҡы өйөрө ҡыуып килтерә, кәләш туғандары йылҡының иң яҡшыһын һайлап алалар. Кейәүҙең ата-әсәһенә һәм туғандарына аттары бик йәл булһа ла, бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәйҙәр. Тол ҡатындарға өйләнеүҙе ифрат яратмайҙар, ундайҙарҙы ҡыҙғаналар. Йорт малдарының көллөһөн тамғалайҙар — ҡырҙағы мал, сит көтөүгә ҡушылһа ла, юғалмай. Көнкүрештә бөхтә түгелдәр. Йәшен атҡан һайын, һөрәнләп ҡысҡыралар, ә көҙҙәрен, йылҡылар һимергәс, йәшен атҡан ергә ҡабат йыйылып, тәкә салалар ҙа бысаҡты утҡа яғалар; шаман ҡатын60 доға ҡыла — Ҡытай дәүләтендә бәхетһеҙлектән арыныу йолаһылай61. Күмәк һыбайлы ирҙәр күп тапҡырҙар уратып саба ошо урынды, шунан һуң бер ир өйәңке йә иһә уҫаҡ ботаҡтары бәйләмен, төбөн өҫкә ҡаратып ултырта ла, ҡымыҙ менән һуғара. Ҡатын кеше, һарыҡ һөйәктәрен күнгә төрөп, үҙенең түбәһенә суҡайта ла сәстәре менән сырмай, сәс остарын олоҡманландырып һәлендерә, һөҙөмтәлә тажға оҡшап тора был. Мәрхүмдәрен ҡәбер ҡаҙып ҡуялар: тап тере сағындағылай, ҡулдарында уҡ-ян тарттыртып, билендә — ҡылыс, ҡултыҡ аҫтында һөңгө менән урталыҡҡа баҫтыралар, тупраҡ һалмайҙар ләкин. Әгәр берәйһе йәшен атып йәки яман сирҙән үлһә, Күктән ярлыҡау ялбарып табыналар. Әгәр инде бөтәһе лә хәйерле тамамланһа, рухтарға рәхмәттәрен белдереп, төрлө малдан бик күп ҡорбан салалар ҙа һөйәктәрен яндыралар; шунан һуң был урынды уратып һыбай йөрөйҙәр, ҡайһы саҡта бер нисә йөҙ тапҡыр әйләнеп сабалар. Бындай мәжлестәргә ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамай, йыйыла. Өйҙәрендә именлек булғандары йырлай, бейей, моңло ҡоралдарҙа уйнай; ә өйҙәренән мәйет сығарған ғаиләләр ҡайғыларынан йәш ағыҙып илайҙар. Үлән һәм һыу бәрәкәтенә бәйле, урындан-урынға күсенеп йөрөй улар. Күндән кейенәләр, ит менән туҡланалар. Мөгөҙлө һәм башҡа малдары жужандарҙыҡы менән бер төрлө, тик арбаларының тәгәрмәстәре генә бейек тә күп арасалы. “Бейек Тәгәрмәс”тең бабалары ун ике ырыу тәшкил иткән... Унынсыһы — Күбәләк (Фуфоло)”...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: