Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 34 глава




Седжеут — Һалъйыуыт...

Әйткәндәй, бөгөнгө Ҡырым татарҙарының теле ошо башҡорт ырыуҙары һәм көньяҡтағы төрөктәр һөйләштәренең ҡатнашлығынан хасил “ҡыпсаҡ төркөмө”нә ҡарай, башҡорт теле кеүек үк...

Һәр хәлдә, 1443 йылда ҡитғабыҙҙа ҡеүәтле яңы дәүләт — Ҡырым урҙаһы пәйҙә булыуының тарихи ерлеген Ҡырымдың шул беренсе ханының замандашы Михаил Литовец асыҡлай: “Ази-Гәрәй Троҡыла тыуҙы һәм шунан был ханлыҡҡа Илаһи Витовт тарафынан оҙатылды” (Карамзин, V, 379). Шуға күрә лә Туҡтамыш-хандың был төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарын яулап алып дер һелкетмеш бөйөк ейәне Ази-Гәрәй-хан ғүмере буйына йәшлегендә үҙен ярлыҡаусы Литва кенәзе Витовттың ышаныслы дуҫы була, уның Днепр һәм Днестр тамаҡтарынаса барып еткән биләмәләрен һис бер ҡасан да борсомай. Шулай уҡ үҙе тыуып үҫкән Польша короллегенә лә бик итәғәтле ҡарай: “Папа 1465 йылда Антиох патриархы Людовикты Ази-Гәрәйгә, ул төрөктәргә ҡаршы һуғыш башлаһын тип өгөтләргә ебәргәс, — тип яҙа Польша тарихсыһы Нарушевич. — ул хан уға, мин бөтә эштәремдә лә Польша королен генә тыңларға әҙермен, тип яуаплай” (Карамзин, V, 379). Улай ғына ла түгел: Польша короле Казимирҙың биләмәләренә әленән-әле ябырылыусы Алтын Урҙаға ҡаршы сығып, 1452 йылда Сәйед-Әхмәт-хандың ғәскәрҙәрен тамам ҡыйратып ташлай; туғыҙ улын эйәртеп Литваға ҡасып китмеш Сәйед-Әхмәт-хан шул арҡала Ковно ҡалаһында тотҡонлоҡта интегеп үлә. Һөҙөмтәлә “1502 йылда Ҡырым Гәрәй-хандары Шәйех-Әхмәт-ханды ла тар-мар ҡылып, Алтын Урҙа ҡалдыҡтарын Ҡырым татарҙары урҙаһына ҡуша” (К.Э. Босворт. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и гениологии. М., 1971, 205-се бит), ләкин бының шауҡымы Литва һәм Польша өсөн зыянлы була, сөнки уларҙың хас дошманы булған Мәскәүгә иркенлек тыуа. “Иҙел буйы урҙаһын юҡ итеүгә булышлыҡ ҡылып, беҙ шуғаса көсһөҙ булған Рәсәйҙәр йөҙөндә үҙебеҙгә хәтәр дошмандар етештерҙек”, — тип үкенә баяғы тарихсы Нарушевич. Ә урыҫтың тарихсыһы Н.М. Карамзин (V, 199) иһә үҙ сиратында: “Ҡырым татарҙары исеме аҫтында данланмыш был йыртҡыстар ояһы һуңғы ваҡыттарғаса борсоп килде ватаныбыҙҙы”, — тип көрһөнә, сөнки Ҡырым хандары Ази-Гәрәй һәм уның улы Миңле-Гәрәй урыҫтарҙы екһендергән Алтын Урҙаның башына етһәләр ҙә, артабанғы замандарҙа вариҫтары Мәскәүгә яҡты йөҙ күрһәтмәй башлай һәм Ҡазан хандары менән бергәлектә үҙҙәренең уртаҡ бабаһы Туҡтамыш-хандың улы Оло Мөхәммәт-хан нигеҙләгән шул Ҡазан ханлығының урыҫ дәүләтенә ҡаршы тороуында төп таянысына әйләнә, хатта үҙенең Гәрәйҙәрен Ҡазан тәхетенә лә ултырта..

Үҫәргән башҡорто Туҡтамыш-хандың ейәне, Ҡырым урҙаһының беренсе ханы Ази-Гәрәй 1467 йыл вафат булып, алты уланы ҡала: Нурдәүләт, Айҙар, Үҫмәмер, Миңле-Гәрәй, Ямғырсы һәм Молоҡаман. Араларында булып алған ҡәҙимге ыҙғыш-тартыштан һуң, аталары урынына байтәхеткә Миңле-Гәрәй-хан ултыра...

 

 

 

Йеҙекәй батыр, ниһәйәт, үлтерелгәс, болғатылған күстең уҫал һағыҙаҡтарылай төрлө төбәктәрҙә туҙғып йөрөмөш Туҡтамыш-хан балалары аталарынан ысҡынған Алтын Урҙа тәхетен кире ҡайтарыр өсөн үҙ-ара ла, Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре менән дә күп йылдар буйынса туҡтауһыҙ ҡан ҡойошҡанлыҡтан, Йеҙекәй батыр нәҫелдәре лә был яуҙарҙан ситтә тороп ҡалмай, әлбиттә. Туҡтамыш улы Оло Мөхәммәт-хан дәүерендә, мәҫәлән, Йеҙекәй улы баяғы Мансур (урыҫ йылъяҙмаларында “мансуп” тип яңылыш яҙылған) Ҡазан ханлығына Көндәш Алтын Урҙа дәүләтенең баш кенәзе (премьер-министры) була һәм Оло Мөхәммәт-ханды тәхетенән бәреп төшөргән Күсем-Мөхәммәт (Оло Мөхәммәттең бер туған ҡустыһы, “кичим”, “кичим-мехмет” тип яңылыш яҙылып йөрөй) ҡулынан шәһит китә (Карамзин, V, 151-се бит). Йеҙекәйҙән һуң Ҙур Нуғай Урҙаһын етәкләгән вариҫтарынан уның улы Нәҙерғол һәм ейәне Уаҡҡас тураһында тарихта эҙ ҡалмаған — әллә ни ҙур ваҡиғалар ҙа булмағандыр, күрәһең. Әммә Йеҙекәй бүләһе Муса кенәз заманында ул кенәзлек иткән Ҙур Нуғай Урҙаһы ҡитғабыҙҙағы Иртыштан алып Днепрғаса ҡан туҙҙырып тулаған һәм Мәскәү, Литва кенәзлектәренең, Ҡазан, Ҡырым ханлыҡтарының гегемонлыҡ өсөн тартыш сәйәсәтен кәүҙәләндергән утлы-ҡанлы өйөрмә эсендә ҡайнай һәм шул тартыштағы төп көстәрҙең етди берекмәне (союзнигы) сифатында әүҙем ҡатнаша, был хәл уның хандар менән никах аша туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә яҡшы сағыла: Алтын Урҙа хандары Әхмәт һәм уның улы Шәйех-Әхмәт, йәнә килеп Ҡазан хандары Илһам һәм унан һуңғы хан Мөхәммәт-Әмин — Мусаның бер туған кейәүҙәре (уның ҡыҙҙарына өйләнгәндәр); Иртыш аръяғындағы Төмән ханы Ибәк (Ибраһим) — уның бер туған ҡәйнеше (Карамзин, VI, 116,148,264-се биттәр); ә Ҡазан ханы Хәлилдең, унан һуң Ибраһимдың, унан һуң Ҡырым ханы Миңле-Гәрәйҙең ҡатыны (шул уҡ ҡатын — Ҡазан ханы Мөхәммәт-Әминдең әсәһе һәм Алтын Урҙа ханы Әхмәттең бер туған һеңлеһе) булған күркәм Нурсолтан — Муса кенәзгә ике туған олатай (Мусаның атаһы Йеҙекәй менән бер туған оләсәһенең ире) булмыш Тимер-Ҡотлоҡтоң, Алтын Урҙа ханының, ҡыҙы, — тимәк, Муса кенәздең ике туған һеңлеһе булып сыға. Ә Ибраһим-хандың икенсе ҡатыны Суфиянан (Нурсолтандың көндәшенән) тыуған ҡыҙға Муса кенәздең улы Ямғырсы өйләнгәйне... Ошо ғиллә Башҡортостандың ниндәй стратегик әһәмиәткә эйә булыуын, башҡорттар менән туғанлашыуҙың күрше ханлыҡтар өсөн мөһимлеген дәлилләй. Бына ни өсөн ҡазандарҙың бер өлөшөнөң Ибраһим-хан үлгәндәндән һуң уның Суфиянан тыуған улы Илһамды (Муса кенәздең кейәүен) хан итергә ынтылыуын “нуғай хандары ла яҡлай ине” (Ә.В. Туған, 307-се бит), һәм улар был теләккә ирешәләр ҙә: 1479 йылда Илһам яҡлы ҡазандар “нуғайҙар ярҙамында уны тәхеткә күтәрҙеләр, быға Иоандың (Мәскәү кенәзе III Ивандың. — Й.С.) кәйефе бик ҡырылды, сөнки ул Миңле-Гәрәй дуҫының үгәй улы [Мөхәммәт-Әмин] яҡлы булып, Илһамдың Рәсәйҙе күрә алмауын белә һәм өҫтәүенә Ҡазандың нуғайҙар менән тығыҙ берләшеүенән ҡурҡа ине” (Карамзин, VI, 112-се бит). Ысынлап та, Илһам-хан Мәскәүгә лә, Мәскәү яҡлы ҡазандарға ла ярай алмай һәм 1487 йылда Мәскәү ғәскәре ярҙамында ҡазандар уны тәхеттән ҡолатып, әсәһе, ике ҡатыны, ике энеһе менән бергә Мәскәү кенәзенә ҡоллоҡҡа һатып ебәргәс (ә был иһә киләсәктә — 1551 йылда шулай уҡ итеп сабый ғына Үтәмеш-Гәрәй-хан менән уның әсәһе Сөйөмбикәне һатып ебәреүгә әҙерлек-өлгө була), “уның бәхетһеҙ яҙмышы уның менән туғанлыҡ бәйләнешендә тороусы шәйбән һәм нуғай хакимдарҙарын хурландыртып рәнйетте: Ибәк-батша[82], мырҙалар Алас[83], Муса, Ямғырсы[84] һәм уның ҡатыны (баяғы Муса кенәздең кейәүе булмыш Илһам-хандың бер туған һеңлеһе. — Й.С.), шул туғандарын азат итергә кәрәклеген Иоаннға төшөндөрөп, Мәскәүгә хитапнамәләр ебәрҙе” (Карамзин, VI, 115-се бит). Шуға күрә лә башҡорттар (Өфө-Тура иле һәм нуғай урҙалары халҡы) туғандаш Ҡазан ханлығының уны юҡ итергә яҫҡаныусы Мәскәү кенәзлегенә ҡаршы оҙайлы көрәшендә Ҡазанға ярҙамға үҙҙәренең атлы ғәскәрҙәрен ебәреп әүҙем ҡатнаша, байтаҡ башҡорт (“нуғай”) мырҙалары Ҡазан хан һарайының үҙендә даими рәүештә төрлө түрәлек вазифалары атҡара. Сөнки ул замандағы Башҡортостан (Өфө-Тура иле, Ҙур Нуғай Урҙаһы, Бәләкәй Нуғай Урҙаһы) менән ҡәрҙәш Ҡазан ханлығы, хәҙергесә әйткәндә, үҙ-ара конфедератив берлектә йәшәй: һәр береһе ни ҡылһа ла үҙ аллы һәм шул уҡ ваҡытта һуғыш һәм солох, үҙ-ара һәм халыҡ-ара алыш-биреш мәсьәләләрендә бер-береһенә бәйле. Азияны тамам яулап алыуҙы үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы итеп ҡуйған урыҫ илбаҫарҙарына ҡаршы көрәште Ҡазан ханлығы етәкләгәне һәм уның төп сығымдарын, ауырлыҡтарын да күтәргәне өсөн, Ҡазан ҡалаһы “конфедерация”ның рәсми булмаған мәркәзе итеп танылған һәм унда, Ҡазан ханы һарайында, Башҡортостандың баяғы өс дәүләтенең дә күренекле вәкилдәре — башҡорт-нуғай мырҙалары яуаплы дәүләт вазифалары башҡарған; Башҡортостандан хан һарайына килен булып төшкән ханбикәләрҙең үҙҙәре артынан алып килмеш башҡорт-нуғай яугирҙәре — шәхси гвардиялары ла булған. 1469 йылдың майында, мәҫәлән, урыҫ ғәскәрҙәре Ҡазандың тышҡы ҡатын яндырып, талап, үрге ҡәлғәғә үтә алмай, Иҙелдәге Һыйыр утрауында хәл йыйып ятҡандарында, Ҡазан ҡәлғәһендәге әсирлектән ҡасып сыҡмыш бер урыҫ уларға Ибраһим-хандың тирә-яҡтан килеп еткән полктарҙы туплауын, улар араһында “башҡорт полктары” ла барлығын хәбәр итә. “башҡорт” тип тәғәйен атап әйткәс, улар Башҡортостандың был төньяҡ яртыһының — Өфө-Тура-хан иленең полктары булыуы бик ихтимал. Ибраһим-хан шул йыйылма ғәскәрҙәре ярҙамында ҡыйыу һөжүмгә күсеп, илбаҫарҙарҙың күп өлөшөн ҡырып ташлай, ҡалдыҡтарын уларҙың үҙ яҡтарына олаҡтыра (Карамзин, VI, 13-14-се биттәр; Ә.В. Туған, 305-306-сы биттәр). Ҡазан ханлығы, шулай итеп, урыҫтарҙың Азияға ябырылыу юлдарын ныҡ бикләп тотоусы йоҙаҡ булып торғанлыҡтан, Мәскәү кенәзлеге ул йоҙаҡты нисек тә булһа ватырға, ә Башҡортостан иһә уны төҙөк килеш һаҡларға тырыша ине; шуға күрә ике яҡ та Ҡазан тәхетенә үҙ кешеһен ултыртырға ҡырҡышты. 1487 йылда Мәскәү кенәзе Иван III тарафынан килтереп ҡуйылмыш Мөхәммәт-Әмин-хан үҙен Мәскәүҙең мөкиббән китеп бирелгән ялсыһы итеп танытып, Ҡазан ханлығы урыҫ иленең бойондороҡло бер өлкәһенә әүерелә барыуынан йөҙәгән халыҡтың нәфрәте тулышып ташҡас, Ҡазан түрәләре яңы хан табып ҡуйыу сараһын эҙләй башлай, күҙҙәре Себер тарафына төбәлә. Башҡорт Муса кенәздең шул заманда Ҡазан хан һарайында хеҙмәт итмеш ғәййәр улы Ирзал[85] Ураҡ һәм уның яҡлыларҙан Кәлмәт, Садыр[86], Агиш[87] мырҙалар саҡырыуы буйынса, 1496 йылда Ҡазанға Төмән ханы Ибәктең (Ибраһимдың) бер туған ҡустыһы Мамыҡ-солтан бер ус ғәскәре менән сабып килеп етә, хан тәхетенә ултыртыла. Ләкин ул үтә лә йүнһеҙ — илде талап бөлдөрөүсе ҡараҡ хан булып сыға ла 1497 йылда ҡазандар тарафынан Төмәненә кире ҡыуыла һәм юлда үлеп ҡала (Карамзин, VI, 293-сө бит; Ә.В. Туған, 309-сы бит). Албырғау ҡазандар хан йоратын йәнә лә шул яғымһыҙ Мәскәүҙән үтенергә һәм үҙҙәре үк яратмай ҡыуып ебәрмеш Мөхәммәт-Әминдең бер туған энеһе Ғәбделлатифты ялбарып алырға мәжбүр булалар. Мәскәүҙең ошолай Ҡазан ханлығы эштәренә өҙлөкһөҙ ҡыҫылыуына нәфрәтләнгән башҡорт мырҙаһы Ирзал Ураҡ (әлбиттә, Башҡортостандағы атаһы һәм Төмән ханы менән берлектә), Мәскәү ялсыһы Ғәбделлатифты ҡолатыу өсөн, Себер яғынан баяғы йүнһеҙ Мамыҡ-хандың бер туған энеһе Ағалаҡ-солтанды бер ус ғәскәре менән саҡырып килтерә. Быны ишеткән Иван III иһә Ағалаҡ-солтанға ҡаршы кенәз Федор Бельский һ.б. етәкселегендә ҙур ғына ғәскәр юлландыра, урыҫтарҙы еңеренә күҙе етмәгән Ағалаҡ-солтан үҙ ылыҫына боролоп ҡайтып китә. Федор Бельский ҙә Мәскәүенә юллана, ләкин Михайло Курбский һәм Лобан Ряполовский тигән кенәздәр етәкселегендәге урыҫ ғәскәрҙәре Ғәбделлатиф-ханды башҡорттарҙан һаҡлар өсөн Ҡазанда тороп ҡала. Юҡҡа ғына түгел был: күп тә үтмәй, 1500 йылда Муса кенәз үҙе һәм улы Ямғырсы етәкләгән башҡорт ғәскәрҙәре Ҡазанды килеп ҡамай, ләкин, өс аҙна самаһы һуғышып та, ҡәлғә эсендә нығынмыш урыҫ-татар ғәскәрҙәрен еңә алмайынса, сигенергә мәжбүр булалар. Шунан һуң кенәз Иван III Ҡазанға, даими күҙ-ҡолаҡ итеп, үҙенең урыҫ вәкилен урынлаштыра, ләкин был да Мәскәү ялағайы Ғәбделлатифҡа һис ярҙам итә алмай. “Ҡазан халҡы Ғәбделлатифтың өҫтөнән Иванға: “Золомдан башҡа һис йүнле идара эшен белмәй, уның урынына Мөхәммәт-Әминде ебәр”, — тип шикәйәт иттеләр. Иван Ғәбделлатифты, ғәскәр ебәреп, Мәскәүгә алдырҙы, 1502 йылда Белое озеро монастыренә яптырып ҡуйҙы” (Карамзин, VI, 175, 297-се биттәр; Ә.В. Туған, 309-сы бит)...ләкин оло сәйәсәттә башҡорт хандарының һәм кенәздәренең үҙҙәренең дә яһил урыҫ ҡулындағы уйын кәртенә әүерелеү осраҡтары ла күп булған...

Ул заманда инде һүрелеп бөтөп бармыш Алтын Урҙа ханлығы Иҙелдән алып Донға тиклем арауыҡта урыҫтарҙың Ҡазан һәм Башҡортостан аша Азияға ябырылыуҙарын үҙ иңе менән кәртәләп, Алтын Урҙа империяһының яҫаҡ түләүсе бер ылыҫы һаналған һәм шулай ҙа Алтын Урҙаға баш бирмәй башлаған шул урыҫ илен ҡабат ҡаты итеп аҡылға ултыртыр өсөн, урыҫ ерҙәренә бер-бер артлы барымталар яһаған, ике арала даими һуғыш барған. Мәскәү кенәзлеген үҙенә ҡушырға яҫҡаныусы Литва кенәзлеге Мәскәүгә ҡаршы Алтын Урҙа менән берләшһә, Алтын Урҙаға йотолоуҙан ҡурҡмыш ҡан ҡәрҙәш Ҡырым ханлығы иһә Алтын Урҙаға ҡаршы Мәскәү кенәзлеге яғында тороп һуғышҡан (һәм ул аҙаҡ Алтын Урҙаның башына ла еткән). Ғөмүми хакимлыҡҡа ирешеү өсөн үткәрелгән сәйәсәттә һис бер ҡан ҡәрҙәшлек тә, хатта яҡын туғанлыҡ та иҫәпкә алынмаған (был әлегәсә шулай).

1480 йылда Алтын Урҙа ханы Әхмәт (Муса кенәзебеҙҙең бер туған кейәүе) Мәскәү кенәзе Ивандың тәкәбберлеген баҫтыртыу өсөн хәрби сәфәргә сыға (Литва кенәзе Казимир менән һүҙ беркетеп). Ләкин Ҡырым ханы Миңле-Гәрәй, урыҫтарҙың тоғролоҡло берекмәне, Иван менән алдан һөйләшеп ҡуйып, Литваға һөжүм ҡыла, урыҫтарға ҡаршы Әхмәт-ханға ярҙамға килергә тейешле Казимирҙың ҡулдары бәйләнә шул арҡала. 7 ноябрҙә Уғры йылғаһы буйында урыҫ ғәскәрҙәре менән йөҙгә-йөҙ торған Әхмәт-хан ғәскәрҙәре, Литваның ярҙамға килеүен көтөп ала алмай, урыҫтарҙан ҡурҡып ҡыҙыу сигенә; урыҫтар ҙа, унан ҡурҡып, арттарына әйләнеп тә ҡарамай, үҙҙәре яғына тая. Литваларға асыуланған Әхмәт-хан, Литва яғына дөрөп, ун ике ҡалаһын талап, ҙур улъялар менән ҡайтырға сыға. Үҙенең ылыҫы Аҙауға (Азовҡа) килеп еткәс, шунда ҡышларға ҡалып, уландарын ғәскәрҙәре менән һәр ҡайһыһын ылыҫтарына оҙата. Был заманда Алтын Урҙа ханы Әхмәт (Юрматы ҡәбиләһенең ханы Әмәт Хәмәттең тоҡомо) менән Төмән ханы Мамант (Марҙың икенсе бер ейәне) араһында ла ҡитғала өҫтөнлөк итеү өсөн йәшерен көрәш барған; урыҫ йылъяҙмаларында Ибәк (Өфөк) тип ләҡәпләп йөрөтөлгән шул Мамант хан, мәҫәлән, кенәз Иванға яҙған хаттарында үҙен — ысын Сыңғыҙ-хан нәҫеле, ә Әхмәтте икенсе сортлы һанап, Алтын Урҙа тәхетендә фәҡәт үҙенең ултырырға тейешлеген иҫбатлай торған булған. Бына шул «Ибәк-хан», Башҡортостандан Муса кенәзде һәм уның улы Ямғырсы мырҙаны ла ғәскәрҙәре менән ҡуша эйәртеп, Алащ-Урҙаның ун алты мең ҡаҙағын да ылыҡтырып, 1481 йылдың 6 ғинуарында төндә көтмәгәндә Әхмәт-хан урҙаһын килеп баҫа, хандың аҡ тирмәһенә үтеп кереп, йоҡлап ятҡан Әхмәт-ханды үҙ ҡулы менән һуя. Һөҙөмтәлә һуғышһыҙ-ниһеҙ урҙаны һәм Әхмәт-хандың ҡатындарын, ҡыҙҙарын, хазиналарын һәм ундағы Литва әсирҙәрен ҡулға төшөрөп, Иҙел аша кисеүҙән ҡайтып китәләр. Төмәнгә ҡайтып етеүе менән «Ибәк-хан», урыҫ иленең яуыз дошманын ҡәбергә кереттем, тип, кенәз Иванға тантаналы хитапнамә юлландыра. “Ошонан юҡҡа сыҡмаһа ла, Иҙел буйҙарында Әхмәттең уландары үҙҙәренең батша исемен һаҡлап ҡалдырһалар ҙа, — тип йомғаҡлай урыҫтың рәсми тарихсыһы, — урыҫ иле инде уларға буйһонманы, ә хандарға ике йөҙ йыл буйына кенәздәребеҙ ҡолдарса ялағайланып баш эйгән атаҡлы Батыйҙың баш ҡалаһы харабаларға әйләнде... Шунан алып шәйбәни татарҙары, шулай уҡ ылыҫтары Быҙаулыҡ йылғаһы менән Арал диңгеҙе араһында ятҡан нуғайҙар беҙҙең тарихтың һәм Мәскәү менән бәйләнештәрҙең фәҡәт ҡатнашсылары булып киләләр һәм йыш ҡына Мәскәү сәйәсәтенең ҡоралы рәүешендә хеҙмәт итәләр” (Карамзин, VI, 98, 264-се биттәр). Асыҡ күренеүенсә, ғәзиз бабаларыбыҙ, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, үҙҙәре ултырған ботаҡты үҙҙәре сабып өҙгәндәр ҙә үҙ ҡулдары менән урыҫ боғалағын үҙ муйындарына һалғандар...

Әхмәт-хандың урыҫ гегемонсылығына ҡаршы көрәшен уның улдары Мортаза (1485 й.), Шәйех-Әхмәт, Сәйет-Әхмәт хандар дауамлай. Шәйех-Әхмәт тә, атаһынан тол ҡалған үгәй әсәһенә өйләнеп, башҡорт кенәзе Мусаның бер туған кейәүе була, шул гөнаһы өсөн һарай әһелдәре уны хатта тәхетенән осороп, урынына бер туған ҡустыһы Сәйет-Әхмәтте күтәрәләр; ләкин оҙаҡламай Шәйех-Әхмәт ҡабат тәхеткә менеп ултыра ла бер талай ҡустылары Мортаза, Сәйет-Әхмәт менән өсөһө берлектә идара ҡыла.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: