Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 35 глава




1491 йылда кенәз Иван, Ҡырым ханы менән берләшеп, Алтын Урҙа хандары Сәйет-Әхмәт менән Шәйех-Әхмәткә ҡаршы ғәскәр ебәрә; ләкин һис бер уңышҡа ирешә алмай, Донец йылғаһы буйынан кире әйләнеп ҡайта (Карамзин, VI, 126-сы бит). Әммә Алтын Урҙа менән берлектә идара ҡылыусы баяғы өс таған араһында низағтар башлана — бер ҡаҙанға ике тәкә башы ла, өс тәкә башы ла һыймайҙыр шул...Ҡырым ханы Миңле-Гәрәйҙең һарайына оялап алған һәм һуғыштарҙа ла хан артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән Мәскәү илсеһе 1501 йылда Иван кенәзгә хәбәр итеүенсә, Мортаза-хан, сиркәш кенәзе Әзекәй менән берлектә Төмәнгә — Алтын Урҙаның дошманы Ибәк-хан ҡанаты аҫтына ҡасҡан, ә Шәйех-Әхмәт менән Сәйет-Әхмәт, илгә килгән йот йылдарҙа мал-тыуарҙары ҡырылыуҙан һәм иген уңмауҙан халҡы бөлгөнлөккә төшөп, Дон йылғаһы буйына күскән дә Ҡандауыз тигән ерҙән ун меңлек һыбайлы яугирен Ҡырым еренә барымтаға ебәргән. Ҡырым ханы Миңле-Гәрәй, тиҙ генә ғәскәр туплап, урҙаға ҡаршы ҡуҙғала; ләкин ошо иң ауыр һәм халыҡ яҙмышын хәл иткес осорҙа, Ҡырым ғәскәренә берҙәм ҡаршы тороу урынына, тәхеттәге ике бер туған ханлыҡты бүлешеп алыр өсөн үҙ-ара ҡырҡышып талаша; ахырҙа Сәйет-Әхмәт, ғәскәрҙәре Донға етер-етмәҫтән, дөйөм көстән үҙе яҡлыларҙы айырып алып, Әстерханға ҡайтып китә; ғәскәре яртылашҡа кәмегән Шәйех-Әхмәт дошмандарға ҡаршы яңғыҙ үҙе торорға мәжбүр була. Хоҙай Тәғәлә шулай ҙа яҡты йөҙөн күрһәтә кеүек уға: Ҡырым ханы Миңле-Гәрәй, сиреүенә ашатыр аҙығы бөтөү һәм Мәскәүҙән вәғәҙә ителмеш ярҙам килмәүе сәбәпле ярты юлда туҡталып, өҫтәүенә Шәйех-Әхмәткә Башҡортостандан ярҙам — уның бер туған ҡәйнеше (Муса кенәздең улы) Шәкем мырҙаның ғәскәр алып килеп етеүен ишеткәс ҡурҡыуға төшөп, 1501 йылдың 12 авгусында үҙенең Ҡырымына боролоп ҡайтып китә. Шул 1501 йылдың декабрендә Мәскәүгә Шәйех-Әхмәт-хандың илселәре — “кенәз Хаз Согер [88] үҙенә беркетелгән Тәвәкел [89] һәм уның кешеләре менән бергә” килеп етә. Шәйех-Әхмәт-хан улар аша Мәскәү менән дуҫлашырға һәм Мәскәү файҙаһына Литваға ҡаршы һуғышырға әҙер тороуын белдереп, бының өсөн иһә Мәскәү Ҡырым ханы Миңле-Гәрәйгә ҡаршы Алтын Урҙа менән берләшергә тейешлеген шарт итеп ҡуя. Иван быны кире лә ҡаҡмай, шул уҡ ваҡытта өҙөп кенә ризалыҡ та бирмәй ымһындырта; әммә Миңле-Гәрәйгә эште тумбытып һәм уның менән берекмәнлеккә мәңге тоғро ҡаласағын белдереп, Шәйех-Әхмәт-ханға ҡаршы аҫтыртын эш йөрөтә — уның төп ниәте Ҡырым ханлығы менән берлектә тәүҙә Алтын Урҙаны емереп ташлау, шунан һуң Ҡырым ханлығын да юҡҡа сығарыу була, әлбиттә (тора-бара быға өлгәшәләр ҙә).

1502 йылдың яҙында һуңғы бер нисә йыл буйына аслыҡ-йоттан, һуғыш афәттәренән тамам бөлөп ҡаҡшаған Алтын Урҙаға Ҡырым ханы Миңле-Гәрәй ныҡлы әҙерләнгән ҙур ғәскәре менән ябырыла һәм Шәйех-Әхмәт-хан ғәскәрҙәрен тулыһынса ҡыйрата, ҡалдыҡтары ғына Башҡортостан яғына (“нуғай далаларына”) ҡасып ҡотола. Хәл иткес еңеүен тантаналы билдәләп, Миңле-Гәрәй-хан кенәз Иванға: “борон-борондан маһайып йәшәп килеүсе Алтын Урҙа инде йәшәүҙән туҡтаны!”, — тигән тантаналы хитапнамә ебәрә. Төркиҙәрҙең үҙҙәренән үҙҙәрен һыу эскеһеҙ туҡматҡаны өсөн шатлығы эсенә һыймаған кенәз Иван, төркиҙәргә ҡарата мәкерле сәйәси уйынын дауамлап, Шәйех-Әхмәтте бынан һуң Литваның мәңгелек дошманы, ә Ҡырым ханының теләктәше булып ант иттерергә тырышып ҡарай — бының хаҡына уға Әстерханды “ҡалдырырға” вәғәҙәләй. Был шартҡа яҡын да килмәгән Шәйех-Әхмәт, бер туған ҡустылары Күҫәк менән Халиҡты эйәртеп, ярҙам һорап Төркиәгә юллана, ләкин Ҡырым ханын яҡлаған төрөк солтаны Баязит уларҙы, ил сигенән дә үткәртмәй, “Миңле-Гәрәйҙең дошмандары өсөн төрөк империяһына юл ябыҡ”, тип әйтергә бойороп, кире бороп ебәрә. Миңле-Гәрәйҙең улдарының ғәскәрҙәренән ҡаты эҙәрлекләнеп, улар Литва ҡалаһы Киевкә ҡаса, ләкин элекке дуҫтарынан ярлыҡалыу урынына зинданға барып ҡаба: Литва кенәзе Александр бөлмөш ханды берекмән итеүгә ҡарағанда уны аманат рәүешендә зинданда тотоу Ҡырым ханлығы менән тыныслыҡ һаҡлауға яҡшы хеҙмәт итәсәк тип иҫәпләй. Һөҙөмтәлә Алтын Урҙаның һуңғы ханы Ковно ҡалаһында тотҡонда үлә. Шул уҡ ваҡытта Шәйех-Әхмәттең Әстерханда урыҫ усын ялаусы хан булып ултырмыш ике туған ҡустылары (Сәйет-Әхмәт улдары) Йосоп менән Шәйех-Әүлиәр ғүмерлеккә “бөйөк кенәз Иванға хеҙмәткә ялланыуҙары, уның мәрхәмәтен яулауҙары менән маҡтана” икән (Карамзин, VI, 188-191-се биттәр)...

Ошонан һуң Мәскәүҙең былай ҙа оҙон ҡулы саманан тыш оҙайып, Алтын Урҙанан бушанып ҡалған Иҙел һәм Дон арауығы аша Ҡазанға ла, уны уҙып Әстерханға һәм Башҡортостанға ла бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡһыҙ һуҙыла. Мәскәү ялағайы Ғәбделлатиф-хандан һуң 1502 йылда Ҡазан тәхетенә элекке бер ялағайын — Мөхәммәт-Әмин-ханды икенсе тапҡырға килтереп ултыртҡас, Карамзин яҙыуынса, 17 йыл буйынса ул үҙенең урыҫ ағаһына, ул ни бойорһа шуны үтәп, тоғролоҡло хеҙмәт итә һәм урыҫтар быға тамам күнегеп, Ҡазан ханлығын “Мәскәүҙең бер өлкәһе” итеп һанайҙар. Ләкин 17 йыл үткәс, урыҫтар һис көтмәгәндә, хәлдәр ҡырҡа Мәскәүгә ҡаршы үҙгәрә, урыҫ рәсми тарихында “измена царя казанского” тигән оторо билдәләү барлыҡҡа килә. Иҫ китмәле икән шул: Мәскәү усын ялап күнеккән ялағай — Мәскәүгә хыянат ҡыла!.. Нисек, ни өсөн?!

Бының сәбәбе, баҡтиһәң, аҫаба башҡорттоң йәмле Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарының моңло һандуғастар йырын тыңлап үҫкән, шунан Ҡазан ҡалаһына килен булып төшкән башҡорт батшалар нәҫеле ҡыҙының хандарҙы ла теҙләндертеп әсир иткес наҙлы һылыулығында икән.

Өҫтәрәк әйтеүебеҙсә, Ҡазан ханы Илһамдың икенсе бер йәш кенә ҡатыны баяғы башҡорт кенәзе Мусаның ҡыҙы була һәм 1487 йылда Ҡазандар Илһам-ханды бөтә ғаиләһе менән ҡуша урыҫ кенәзенә әсирлеккә һатып ебәргәс, ире менән бергә Вологда ҡалаһында ҡоллоҡ кисерә. Илһам шунда интегеп үлгәс, Илһамдың аталаш бер туғаны булған һәм Мәскәү тарафынан икенсе тапҡыр Ҡазан тәхетенә ултыртылған баяғы мөкиббән Мәскәү ялсыһы Мөхәммәт-Әмин-ханға Мәскәү кенәзенең рөхсәте менән кейәүгә сыға. Шулай итеп, элекке Илһам-хан кеүек үк, Мөхәммәт-Әмин-хан да башҡорт кенәзе Мусаның бер туған кейәүенә әйләнә һәм Мәскәүҙән тыш Нуғай Урҙаһы сәйәсәтенә лә иғтибарын бүлергә мәжбүр була. Ә был сәйәсәт — Ҡазан ханлығының “Мәскәү өлкәһе” булыуына сик ҡуйыу, уның боронғо үҙ аллылығын тергеҙеү ине. Мәскәү алдында рухи ялағайлыҡ кисереп әлһерәгән Мөхәммәт-Әмингә Ҡазан хандары ғорурлығын ҡайтарыуҙа әле әйтелгән наҙлы һылыубикә хәл иткес тәьҫирен һала ла инде: “тәүге иренең яуыз дошмандары рәүешендә урыҫтарҙы күрә алмаусы ханбикә, уларҙан ҡон алыу үсе менән эстән янып, быны бойомға ашырыу саралары тураһында Ҡазан түрәләре менән йәшерен һүҙ беркетте лә, Мөхәммәт-Әминде ысын, бойондороҡһоҙ хан булырға сәмләндереп, ҡолаҡ итен ашаны. “Кем һин? Мәскәү тиранының ҡоло! — ти ине уға ханбикә. — Бөгөн — тәхеттә, иртәгә ләхеттә: ағайың Илһам кеүек, зинданда үләсәкһең. Батшалар һәм халыҡтар бөтәһе мыҫҡыл итәләр һине. Түбәнселектән бөйөклөккә күтәрел: иҙелеүеңдән арын йәки дан ҡаҙанып үл!” Уның йәнде арбап алып әсир иткес иркәләүҙәре таҫма теленән дә көслөрәк тәьҫир итте: йылъяҙмасының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул көнө-төнө иренең муйынына аҫылынып наҙланы, шул арҡала мораҙына иреште. Ивандың, хөрмәтле рәсми атаһының, игелектәрен һәм уға биргән антын онотоп, Мөхәммәт-Әмин уға, һөйөклө ҡатынына, Рәсәйҙән айырымланырға һүҙ бирҙе; ләкин һаҡлыҡ күрһәтеп, үҙенең түрәләренең береһе булған Өфө кенәзен [90] Мәскәүгә” шул хаҡта һөйләшеп килешергә юлландырҙы (Карамзин, VI, 205-се бит). Ләкин Иван был хаҡта хатта ишетергә лә теләмәй, өҫтәүенә, сығырынан сыҡҡан хеҙмәтсеһе Мөхәммәт-Әминде ҡалыпҡа кире ултыртырға бойороп, Ҡазанға евангелиялы һәм тәреле яһил бер баҫарманын — дьяк Михаил Кляпикты ебәрә, был иһә Ҡазан халҡын да, хан һарайын да ифрат нәфрәтләндерә. Шул 1519 йылдың 24 июнендә, мосолман динле Ҡазанда барған һуңғы ун ете йылдағыса, христиандарҙың Иоанн Предтеча тыуыуы байрамына бағышлап, ҙур славян йәрминкәһе асыла, Мәскәүҙән һәм башҡа урыҫ ҡалаларынан бик күп урыҫ сауҙагәрҙәре йыйыла. Тап шул тантаналы мәлдә, көтмәгәндә, Мөхәммәт-Әмин-хан әмере менән баяғы тәреле баҫарман һәм ҡулға эләккән бөтә урыҫ сауҙагәрҙәре йә үлтерелеп, йә зинданға яптыртылып, йә булмаһа күрше Нуғай Урҙаһына (Башҡортостанға) ҡоллоҡҡа оҙатылып (тимәк, был ваҡиға туп-тура башҡорт-нуғай ҡатнашлығында булған!), һатырға килтерелмеш аҫыл малдары хан ҡаҙнаһына тартып алына. Ә.В. Туған (310-сы бит) самалауынса, зыян күреүсе урыҫтарҙың һаны ун биш меңгә тиңәлгән.

Ниһәйәт үҙ асылына ҡайтып ҡаны ҡыҙышҡан Мөхәммәт-Әмин-хан бының менән генә мөрәхәтһенмәй, “ҡырҡ меңлек Ҡазан ғәскәрен ҡоралландырып, егерме меңлек нуғай (башҡорт. — Й.С.) ғәскәрен саҡырып, Рәсәйгә дөрөп барып керә, барышлайы бер нисә мең ерекмәнде үлтерә, Нижний-Новгородты ҡамай һәм тирәһендәге бөтә биҫтәләрен яндыра”. Ҡаланыҡы урыҫтар, дары һәм ут ҡоралдары күп булһа ла, үҙҙәре йүнле ата белмәгәнлектән, үҙҙәрендә әсирлектә ятмыш һәм мылтыҡтан мәргән атыусы өс мең литвалыны, азатлыҡ һәм байлыҡ вәғәҙә итеп, мылтыҡтар тоттороп ҡәлғә диуары башына мендерәләр һәм улар “байтаҡ дошманды, шул иҫәптән ҡәлғә диуарына яҡын тороп ҡәлғәғә һөжүм барышы менән идара итеүсе нуғай кенәзен — Мөхәммәт-Әмин-хандың ҡәйнешен атып үлтерә. Уның әжәлен күреп, нуғай полктары артабан һөжүмде туҡтата; һөҙөмтәлә ҡазандар менән улар араһында ыҙғыш ҡубып, хатта ҡан ҡойошоуға барып етә. Мөхәммәт-Әмин-хан уларҙы көскә яраштырып, ҡамауҙы туҡтата ла ҡайтыу яғына олаға” (Карамзин, VI, 206-207-се биттәр).

Бында шуға иғтибар итеү фәһемле: Ҡазан ғәскәре сафындағы башҡорт-нуғай полктары, ХIII быуат башында Сыңғыҙ-хан ғәскәрҙәре сафындағы һәм “аҡ батша”лы Рәсәйҙең беренсе Ватан һуғышында һәм йәнә “ҡыҙыл батша”лы Рәсәйҙең Бөйөк Ватан һуғышында урыҫ ғәскәрҙәре сафындағы “доброволь” башҡорт төмәндәре кеүек үк, иң дәһшәтле алғы һыҙыҡтағы ут эсенән башҡаларға күкрәк менән юл ярып барырға һәм хисапһыҙ күп ҡорбандар бирергә тейеш була. Һәм әле һүҙ барған 1519 йылғы Нижний-Новгород ҡәлғәһе төбөндәге һөжүм ваҡытында башҡорт-татар аңлашылмаусылығының нигеҙендә лә тап ана шул тарихи ғәҙелһеҙлек ятҡанға оҡшай, ә ошо ғәҙелһеҙлекте ҡандарын ҡойоп кисергән башҡорт яугирҙәренең күҙҙәре алдында ғәскәр башлығы кенәздәренең күрәләтә ҡорбан булыуы дарыға осҡон сәсрәгәндәй тәьҫир итәлер, моғайын... Һорау тыуа: ә ул юғары дәрәжәле һәм бөтә йыйылма (татар-башҡорт) ғәскәр менән идара итергә һәләтле оло тәжрибә эйәһе ҡаһарманыбыҙ кем икән? Урыҫтар теркәгән “кенәз” ләҡәбе буйынса фараз ҡылһаҡ, ул саҡтағы кенәз Муса булырға тейеш һымаҡ, сөнки уның һ.б. кенәздәрҙең улдары “мырҙа” булған бит. Ҡәлғә аша ҡарап ҡына күренгәндәрҙе теркәүсе урыҫ йылъяҙмасыһы уның исемен атамайынса, башҡорттарҙың иң юғары дәүләт башлығы кенәз икәнлеген һәм Миңле-Гәрәй-хандың ҡәйнеше (“шурин”) булыуын ғына әйтә. Ләкин “шурин” һүҙе бында “ҡайны” һүҙенең “ҡайныш” тип яңылыш аңлашылыуынан килеүе ихтимал. Йәғни мәғлүмәт биреүсе Ҡазан татарҙарының “хан ҡайнысы” (тесть хана) тигәнен “ҡайнышы” (шурин) тип ҡабул итеп яҙып ҡуйыуҙары бар. Әгәр ҙә шулай икән, бөйөк Муса кенәзебеҙ ошо яуҙа — 1519 йылда шәһит киткәндер, тип фараз ҡылабыҙ. Ә әгәр ҙә инде “кенәз”де “мырҙа”нан айыра алмаған йылъяҙмасы тарафынан “мырҙа” урынына яңылыш “кенәз” теркәлеп, шул уҡ ваҡытта ундағы “шурин” һүҙе лә ысынлап та “ҡәйнеш” булһа, Муса кенәздең улы һәм Мөхәммәт-Әминдең баяғы наҙлыһылыу ҡатынының бер туған ҡустыһы тураһында һүҙ баралыр — бының төбөнә туҙ ҡуйыу —арпалыҡлы[91] тарихсыларыбыҙҙың бурысы...

Мусанан һуң уның данлы улдарының — Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Исмәғил Хайрастың, Бәләкәй Нуғай Урҙаһы мырҙаһы (аҙаҡ кенәз) Зартуш Һары Йософтоң, Тура иленең мырҙаһы Аласағырҙың (һуңынан ул Себерҙәге ҡаҙаҡтарҙың Алащ-Урҙа ханы булып таныла) һәм уларҙың нәҫелдәренең ҡанлы-даулы тарихтары башлана. Был заманда Башҡортостан Мәскәү һәм Ҡазан тартышына уғата нығыраҡ йәлеп ителеп, бер үк ваҡытта Башҡортостандың үҙендәге эске һәм тышҡы ҡаршылыҡтар ҙа ҡырҡыулашып көсәйә. Сөнки иленә терәлеп торған һәм үҙенә гегемонлыҡ дәғүәләгән Ҡазан ханлығының даими баҫымына ҡарышырға дусар ителгән Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Исмәғил Хайрас, Ҡазанға телһеҙ ҡол булыуҙан ҡотолоу сараһын эҙләп, Ҡазан ханлығының хас дошманы Мәскәү менән берләшергә мәжбүр була; шул уҡ ауыр хәлгә төшкән уның бер туған ағаһы — иленә ут күрше Алащ-Урҙа тәхетендә ултырмыш Аласағыр-хан да Ҡазанға ҡаршы уның менән берҙәм сәйәсәт үткәрә. Ә Бәләкәй Нуғай Урҙаһының мырҙаһы Зартуш Һары Йософҡа килгәндә, уға ярым бойондороҡло һәм ут күрше Әстерхан ханлығына урыҫ ҡулы даими һуҙылғанлыҡтан, һәм үҙенең дә муйынынан алырға иткән урыҫтан ҡурсаланыу өсөн, Зартуш Һары Йософ Мәскәү-илбаҫарға ҡаршы уның ҡан дошманы булған Ҡазан ханлығы менән тығыҙ берләшә. Шул рәүешле, хәҙерге заман урыҫ тарихсыларының аныҡ билдәләүенсә: “кенәз Йософ — Ҡазан ханбикәһе Сөйөмбикәнең атаһы — Мәскәүҙең әүҙем дошманы ине, ә уның бер туған ағаһы Исмәғил ғүмеренең ахырынаса Мәскәүҙең тоғро берекмәне булып ҡалды. Уларҙың Мәскәү хөкүмәте ҡатнашлығындағы үҙ-ара һуғышында Йософто Исмәғил үлтерҙе” (Казанская история. М.-Л., 1954, 190-сы бит. Артабан: Ҡазан тарихы). Бик боронғо (Геродот скифтары заманындағы) бабалар йолаһы буйынса өскә бүленеп идара ителмеш Башҡортостандың башлыҡтары булып тороусы был бер ата (Муса кенәз) балалары араһында ер-һыу өсөн, хакимлыҡ ҡылыу даирәһен киңәйтеү өсөн үҙ-ара ыҙғыштар ҙа ифрат көсәйә; быларға өҫтәп, баяғыса, стратегик әһәмиәткә эйә Башҡортостанда үҙ сәйәсәттәрен үткәрергә яҫҡаныусы Мәскәү кенәзлеге, Ҡазан ханлығы бындағы хакимдар ағай-энеләр араһында сүп өҫтөнә сүмәлә өйөп ҡуҙ һала. Йеҙекәй нәҫелдәренән Исмәғил Хайрас иң яуызы, иң мәкерлеһе булып, үҙ ғүмерендә үҙенә яҡын туған тейешле хан һәм кенәздәрҙең, мырҙаларҙың утыҙының башына еткәнлеге билдәле (“Үҫәргән тәүәрихе”, 58-се бит).

Исмәғил Хайрастың атаһы Муса кенәз аҫырап үҫтергән туғаны (асылда Мамант хандың улы) Мамай-Нар-Ҡасим да, атаһы һәм ҡартатаһы кеүек үк, хәтәр йән булып сыға. Сөнки бит ул, Мамант хан, заманында Башҡортостандың Себер юлының баш ҡалаһы Тураға (хәҙерге Төмәнгә) һөжүм итеп, ҡаланы ер менән тигеҙләп, унда ултырған Уаҡҡас (йылъяҙмаларҙағы Өфөк/Упаҡ/Ивак) ханды үлтереп (1450 йыл), Башҡортостандың көнсығыш сиге булмыш Иртыш һыуының аръяҡ ярына уҡ (Тубыл тамағына ҡаршы) үҙенең яңы баш ҡалаһы Себер ҡәлғәһен (хәҙерге Тобольск ҡалаһына яҡын) ҡороп ултырғайны. Мамант хандан һуң ул тәхеттә уның улы Мамай-Нар-Ҡасим ултыра, шунан тороп көнбайыштағы Ҡариҙел йылғаһынаса һуҙылған шул көнсығыш Тура иленә (Себер ханлығы)үҙ хөкөмөн йөрөтә. Ә боронғо дөйөм Тура иленең ошонан ары Ҡариҙел һәм Дим тамаҡтарынан алып Сулманғаса (Камағаса) көнбайыш яртыһы менән иһә уның аҫырап үҫтереүсе атаһы Муса кенәз (шул уҡ Өфөк/Упаҡ/Ивак хан) Көн-Өфө-Тура (хәҙерге Өфө) баш ҡалаһында ултырып идара ҡыла...

1554 йылда Исмәғил Хайрас, баяғыса, үҙенең бер туғаны Зартуш Һары Йософто үлтереп, Ҙур һәм Бәләкәй Нуғай урҙаларын, шулай уҡ Тура иленең баяғы Дим тамағынан алып Сулманғаса (Камағаса) көнбайыш өлөшөн берәгәй Оло Урҙаға берләштерә лә үлгәненсә шуның кенәзе (1555 — 1564) була. Тура иленең Көн-Өфө-Туранан алып Иртышҡаса баяғы Көнсығыш яртыһы Себер ханлығы тип атала башлай һәм унда Мусаның аҫырау улы баяғы Мамай-Ҡасим йәки Мамай-Нар-Ҡасим йәки Шәйех-Мамай (бөтәһе бер үк шәхес) хан итеп ултыртыла (1540 йылға тиклем). Оло Урҙала Исмәғил Хайрас үлгәндән һуң уның улы Тинәхмәт (1564 — 1580), ә унан һуң уның улы Урмәмбәт (1580 — 1601, ҡәбере хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Сәнкем-Биктимер ауылының көнбайыш һыртында) кенәз була. Ентеклерәк теҙгәндә, үҙ заманында башҡорт илен берләштереп, Башҡортостанды ғәмәлдә үҙе теләп Рәсәй батшаһының ҡулы аҫтына кереткән Исмәғил Хайрастың нәҫел быуындары түбәндәгесә баулана:



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: