Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 37 глава




1530 йылда Мәскәү кенәзе Василий, ул саҡтағы Азияның ҡапҡа йоҙағына әүерелмеш Ҡазанды алырға нисәмә-нисәнселер тапҡыр яҫҡанып, күренекле воеводалары кенәз Иван Бельский, кенәз Михаил Глинский-Львович, кенәз Михаил Суздальский-Кислый, кенәз Иосиф Дорогобужский, кенәз Федор Оболенский-Лопата, кенәз Иван Оболенский-Овчина, кенәз Михаил Кубенский һ.б. (бөтәһе 30 воевода) етәкселегендә Иҙел буйына оло ғәскәр ебәрә. Ҡазан ханы Сафа-Гәрәй яһил урыҫ ябырылыуының хәтәрлеген дөрөҫ билдәләп, үҙенә буйһонмош һәм берекмеш бөтә тирә-яҡ халыҡтарынан (шул иҫәптән башҡорттарҙан) йыйылма ғәскәр туплай, Ҡазан шәһәренең тышына өҫтәлмә рәүештә яңы ҡәлғә ҡорҙорта. Ҡазандың үҙенең 60 меңлек ғәскәре — төп ҡәлғәнең эсендә, ә Бәләкәй Нуғай Урҙаһынан һәм Өфө-Тура, Себер-Тура яҡтарынан килмеш 30 меңлек башҡорт-нуғай ғәскәрҙәре баяғы тышҡы ҡәлғәлә һаҡта тора. Әммә урыҫтар отҡор ҙа, тапҡыр ҙа булып сыға: тышҡы ҡәлғәне уның һаҡсылары төнгө табындан һуң иҙерәп йоҡлап ятҡанында таң тишегенән килеп баҫалар: имән ҡоймаларын һумалалап һәм ут төртөп яндырып, еҙ борғолар һөрәне шаңында эскә дөрөп керәләр ҙә ҡәлғә ғәскәрен сүп урынына ҡырып ташлайҙар, бөтә тирә-яҡ биҫтәләрҙең дә көлөн күккә осоралар. Шул осорҙа Ҡазанда хан әсире булмыш һәм хан һарайында хеҙмәт итмеш баяғы урыҫ тарихсыһының яҙыуынса, “1530 йылдың 15 июлендә унда булған бөтә мосолмандарҙы — 60 мең Ҡазан кешеләрен һәм батыр яугир нуғайҙарҙы (башҡорттарҙы. — Й.С.) хайуан урынына һуйҙылар. Һәм Ар яланын ябып ятҡан уларҙың, нуғайҙарҙың (башҡорттарҙың. — Й.С.), үле кәүҙәләрен кинәнеп эттәр ашаны” (Ҡазан хикәйәте, 55-се бит)...

Ҡазан янындағы ошо ҡанлы алышта ҙур уңышһыҙлыҡҡа осраған һәм Ҡазандарҙың фетнәһенән башын саҡ алып ҡасҡан Сафа-Гәрәй-хан, үҙенең дүрт ҡатынын[101], бала-сағаларын тейәп, тыуған йорто Ҡырымға юлды урыҫтар киҫкәнлектән, һуғыштағы үҙенең тоғро берекмәне булған Бәләкәй Нуғай Урҙаһына — Башҡортостанға тая, Яйыҡ буйында Зартуш Һары Йософ мырҙаның йортонда йыл ярым самаһы һыйынып йәшәй. Шул осорҙа Зартуш Һары Йософ менән Ҡазанды алырға ла баралар, ләкин, ҡәлғә диуарҙарын ваттыртырға утлы туптары булмағанлыҡтан, эскә үтеп керә алмай, буш ҡул боролоп ҡайтып китәләр (Ҡазан хикәйәте, 67-се бит). Ә шул арала тәхеткә кемде ултыртырға ла белмәй албырғанмыш ҡазандар, Мәскәү ультиматумына бирешеп, урыҫтың теге Ҡасим ҡалаһындағы икенсе бер ялсыһын — баяғы Шәйехғәлиҙең ҡустыһы Йәнғәлиҙе үҙҙәренә хан итеп һорарға мәжбүр булалар. Һәм бына: “Йәнғәли-хан нуғай ханы Йософ мырҙаның ҡыҙы Сөйөмбикәгә никахланырға рөхсәт һораны. Василий, нуғай менән ҡоҙалашыуҙан килер файҙаны шәйләп, рөхсәт бирҙе” (Ә.В. Туған, 318-се бит). Тимәк, Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Исмәғил Хайрасты төрлө хөсөт һәм бүләктәр ярҙамында Мәскәүгә баш эйҙертеп йәшәткән урыҫ кенәзе уның бер туған энеһе — Мәскәүгә баш бирмәүсе Бәләкәй Нуғай Урҙаһы мырҙаһы Зартуш Һары Йософто ла әлеге никах ярҙамында ауыҙлыҡларға самалай. Һәм тап ошо 1533 йылдан алып Ҡазанға килен булып төшкән башҡорт һылыуы Сөйөмбикәнең ҡайғы-хәсрәт менән тулы асы яҙмышы башлана. Сөнки кейәүе Йәнғәли-хандың Мәскәүгә мөкиббән ялсылығы Сөйөмбикәнең атаһы Зартуш Һары Йософҡа ла, Ҡазандың “Ҡырым яҡлылары”на ла һис тә оҡшамай һәм “1535 йылда нуғай мырҙаһы Зартуш Һары Йософтоң туп-тура хөсөтө менән Йәнғәли-хан үлтерелә” (Ҡазан тарихы, 184-се бит). Урынына икенсе тапҡыр хан итеп саҡыртылмыш дүрт ҡатынлы Сафа-Гәрәйҙең артабанғы ғүмере Сөйөмбикә һылыу ғүмере менән ни рәүешле үрелеүен бәйәнләүҙе махсус бүлеккә ҡалдырып, әле һүҙ барған Сура батырға ҡағылышлы ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ғына һүткәндә, 1546 йылда Ҡазан хан һарайында ҡабат “Мәскәү яҡлылар” өҫтөнлөк алып, Сафа-Гәрәй-ханды ҡыуып ебәрәләр, урынына баяғы билдәле Мәскәү ялсыһы Шәйехғәлиҙе саҡырып килтерәләр ҙә, бер ай ҙа үтер-үтмәҫтән, ҡабат бәреп төшөрәләр. Ҡазандың атаҡлы ғәскәр башлығы булмыш Сура батыр Нар-Ҡасим улы (Ҡазан хикәйәтсеһе уны Ҡазан татарҙары теленән “Чюра Нарыкович” тип күсергән, ә урыҫ тарихсылары иһә чура Нарович тип атаһының “Нар” ләҡәбен дөрөҫләберәк яҙа — Ҡазан хикәйәте, 68, 516-сы биттәр) был ваҡытта башкөлләйгә Мәскәү ялсыһы Шәйехғәли-хан яҡлы була: “Һәм хоҙайыбыҙ ҙур кенәз Сура Нарыҡ улының, Ҡазан хакимдарының, йөрәген христиандар хаҡына ыҙалар сигеүсе ошо тоғро батшаға (Шәйехғәли-ханға. — Й.С.) ҡарата миһырбанлылыҡ хисе менән һуғарҙы” (Ҡазан хикәйәте, 68-се бит). Һөҙөмтәлә Сура батыр Шәйехғәлиҙе сығырынан сығып ярһыған ҡазандарҙың ҡылысынан аралап ҡалып, ашығыс рәүештә Мәскәүенә ҡасыра, ун көндән һуң үҙе лә шул яҡҡа тайырға ниәтләнә. Ҡазанда иһә халайыҡтарҙың “бөтәһе лә батшаны үлтертмәгәне өсөн Сураға асыулана, артынан янап тештәрен шыҡырлата. Бәғзеләре иһә уның бөтә ҡалаға танылған батырлығы һәм бөйөк аҡыллылығы өсөн хөрмәтләй. Сура иһә алдан билдәләп ҡуйылған тәғәйен ваҡытында барса ҡатындары һәм бала-сағалары менән оҙон сәфәргә йыйнала; ҡоралланған һәм яҫҡанған 500 хеҙмәтсе-ҡоло ла янында була; йәнуҙаҡ 1000 яугирен һәм эйәрсендәрен уларҙың һәм үҙенең бөтә байлығы, ҡатындары һәм бала-сағалары менән бергә алып, йәнәһе лә тынсыу Ҡазандан бер аҙ хәл йыйырға үҙ ауылына юлланмыш кеше булып, Мәскәүгә табан ҡаса”. Ләкин ҡазандар уны эҙәрлекләп ҡыуып етәләр “һәм үҙҙәренең батыр сәрғәскәре Сура Нарыҡ улын уның улы менән һәм барлыҡ ейәндәре менән бөтәһен бергә үлтерәләр... Фәҡәт ҡатындары ғына ҡол ҡыҙҙары менән бергә Ҡазанға әйләнеп ҡайта” (Ҡазан хикәйәте, 69-сы бит). Сура батырҙың ул үлтерелгән баяғы Ҡазан аръяғында ҡасып-боҫоп иҫән ҡалмыш балаларының нәҫел шәжәрәһендә лә был фажиғаның Ҡазан — Мәскәү юлындағы хәҙерге Татарстандың Зеленодольский районы Ҙур Ҡарағужа ауылында булғанлығы һәм сәбәбе лә тасуирлана: “Сура-бейҙе Ҡазан ханына хыянаты өсөн ауыҙына иретелгән көмөш ҡойоп үлтерәләр: “Мә, һиңә етмәгәйне байлыҡ, ал!” — тип. Сура-бей Мәскәү батшаһына серҙәрҙе һатҡан була. Уның ҡәбере Ҙур Ҡарағужа ауылында яңы зиратта” (Шәжәрәләр, 34-се бит). “Үҫәргән тәүәрихе”ндә иһә (58-се бит) был ваҡиға Сураның атаһы Мамай-Нар-Ҡасим-ханға бәйле фажиғәле текстың дауамы рәүешендәрәк бәйән ҡылына: “Һәм ул заманда Ҡазанда Сура-солтан, ғәскәре менән барып, [Ҡазандан] бер туҡталыш-ара ҡалған урында ботарлап вафат ителде... Ғали, ғәҙел, халыҡсан әҙәм ине”...

Иғтибар итәйек: Сураның солтан — хан улы булыуы аныҡ әйтелә бында, шуның менән уның башҡорт батыры Мамай-Нар-Ҡасим-хан улы икәнлеге тағы ла бер ҡат дөрөҫләнә. Урыҫтың атаҡлы телсе ғалимы Н.А. Баскаков (241-се бит) урыҫ дворян фамилияһы сурин башҡорттоң Сура исеменән килгәнлеген асыҡлай. Сура батырҙың урыҫ араһына ҡасҡан һәм көсләп суҡындырылған берәй улының фамилияһылыр был, моғайын.

 

 

 

Сөйөмбикә һылыу — Зартуш Һары Йософ ҡыҙы. Башҡорт һылыуы Сөйөмбикә был донъяла, бөйөк ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхритдинов билдәләүенсә, 1519-1557 йылдарҙа йәшәгән. Уның 1533 йылда Ҡазан ханына — Мәскәү ялсыһы Йәнғәлигә кейәүгә бирелеүен әйткәйнек инде. Ләкин йәш хандың Мәскәүгә мөкиббән ялсылығы Ҡазан хан һарайның “Ҡырым яҡлылар”ының һәм мосолман ябай-ялпының да күпселегенең асыуын ныҡ ҡабарта; кейәүе ханды ошо никах ярҙамында Мәскәүгә ҡаршы аяҡландырырға ниәтләнмеш ҡайныһы — Бәләкәй Нуғай Урҙаһы нурадины Зартуш Һары Йософтоң да был йәһәттән өмөттәре аҡланмай; һөҙөмтәлә Мәскәүҙең ипкә килмәҫ дошманы Зартуш Һары Йософтоң туп-тура хөсөтөндә 1535 йылда Йәнғәли-хан Ҡазанда үлтерелеп, шул һарай болаһы шауҡымында һылыуыбыҙ Сөйөмбикә үҙенең башҡорт-нуғай шәхси гвардияһы менән атаһының йортона — Бәләкәй Нуғай Урҙаһына ҡайтып киткән булырға тейеш...

Зартуш Һары Йософтоң баяғы аҫтыртын өмөтө оҙаҡламай бойомға аша башлай: үҙенең ҡазандары тарафынан ҡыуылып, урыҫтар юлды бикләү сәбәпле Ҡырымына ла тая алмай, Бәләкәй Нуғай Урҙаһында боҫоп ятмыш Сафа-Гәрәйҙе ҡазандар үҙҙәренә икенсе тапҡыр хан итеп саҡыралар. “Сафа-Гәрәй, хан булғас та, Йәнғәли-хандан тол ҡалған Сөйөмбикәгә никахланды” (Ә.В. Туған, 319-сы бит). Ә ваҡиғаларҙың шаһиты булған Ҡазан йылъяҙмасыһы былай яҙа: Сафа-Гәрәй-хан “нуғайға — Яйыҡ аръяғына ҡасып, Яйыҡ аръяғы кенәзе Йософҡа һыйынып, уның алһыу Көндәй һылыу, аҡыллы ҡыҙын кәләш итеп алып, уның менән бергә уның күскенсе ылыҫтарындағы халайыҡтарына эйә булды” (Ҡазан хикәйәте, 67-се бит), — Бәләкәй Нуғай Урҙаһы менән Ҡазан ханлығының ошо никах нигеҙендә урыҫ баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә тығыҙ берләшеүенә ишаралыр был...

Шунан һуң тиҫтә йыл буйына Сафа-Гәрәй-хан мәскәүҙәрҙең Ҡазандағы һарай хөсөтө менән дә, әленән-әле Ҡазанды алырға ебәрелмеш ҡораллы көстәре менән дә бер туҡтауһыҙ көрәшә, үҙе лә Муром яҡтарына ҡарымта яһап ҡайта. 1546 йылда урыҫ ғәскәрҙәре тағы Ҡазан янына уҡ килеп етеп, уның тирә-яҡ ауылдарын талап һәм көлөн күккә осороп ҡайтып киткәс, Сафа-Гәрәй-хан һарайҙағы һатлыҡ йән “Мәскәү яҡлылар”ҙы язаға тарттыра башлай һәм шул арҡала уға ҡаршы ҡеүәтле фетнә ҡуба. Һәм Сафа-Гәрәй-хан, үлтерелеүҙән ҡурсаланып, бөтә ғаиләһе менән тағы ҡайныһы Зартуш Һары Йософ ҡанаты аҫтына Башҡортостанға ҡаса. Шул еңеүҙән ҡанатланмыш “Мәскәү яҡлылар” электән мәғлүм Мәскәү ялсыһы Шәйехғәлиҙе Ҡазанға саҡырып килтереп, өҫтәрәк әйтелгәнсә, икенсе тапҡыр тәхеткә ултырталар. Ләкин бер ай үтер-үтмәҫтән кинәт кенә “Ҡырым яҡлылар” еңеп, Шәйехғәлиҙе тәхеттән осоралар һәм ул үҙенең урыҫ ағалары иленә башын саҡ алып ҡаса; ә Ҡазан тәхетенә Сафа-Гәрәй-хан өсөнсө тапҡыр ҡайтып ултыра. 1549 йылда Сафа-Гәрәйҙән Сөйөмбикәнең үҙ ғүмерендәге берҙән-бер улы Үтәмеш-Гәрәй тыуа. Шул уҡ йылда көтмәгәндә әжәл сиренә һабышҡан Сафа-Гәрәй-хан, Ҡазан ханлығының тәхетен сабый улы Үтәмеш-Гәрәйгә һәм уның әсәһе Сөйөмбикәгә тапшырып, ә ҡалған өс ҡатынының һәр береһен үҙҙәренең тыуған илдәренә ҡайтарып ебәреүҙе васыят ҡылып, яҡты донъянан китә (Ҡазан хикәйәте, 71-се бит). Үтәмеш-Гәрәй кесе йәштә булғанлыҡтан, уның өсөн ханлыҡ менән Сөйөмбикә һылыу үҙе идара итә, ә Ҡазандағы Ҡырым алайының башлығы булған һәм Мәскәү баҫымына ҡыйыу ҡаршы торған Ҡушаҡ батырҙы үҙенең төп ярҙамсыһы итеп билдәләй. Ханбикә һылыу мәрхүм ире Сафа-Гәрәй-хандың ҡырымдарға таяныулы сәйәсәтен үткәреүҙе дауамлай, шул арҡала “Мәскәү яҡлылар” уға ҡаршы яңынан-яңы фетнәләр ойоштора — Ҡазан ханлығын юҡ итеүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы итеп алған Мәскәү кенәзе Яуыз Ивандың оҙон ҡулы Ҡазан ханлығын эстән емертеп ҡаҡшата. Өҫтәүенә, Ҡазан ҡапҡаһы төбөнә (Свияжск ҡалаһына) үҙенең тоғро ялсыһы Шәйехғәли-хан башлығында урыҫ ғәскәрҙәрен ебәреп төпләндертә, Ҡазан менән Свияжск араһында өҙлөкһөҙ рәүештә Сөйөмбикә һәм Ҡазан ханлығы өсөн хәтәр аҫтыртын һөйләшеүҙәр, хыянатсыл хәбәрләшеүҙәр бара, шпиондар һәм фетнәселәр менән мыжғыу Ҡазан ҡалаһы һары һағыҙаҡ ояһылай ҡайнаша. 1551 йылда Сөйөмбикәнең баяғы төп таянысы Ҡушаҡ батыр Ҡазандан сығып ҡасҡас, һәм, юлда урыҫтар тарафынан тотолоп, иҫән ҡалған бөтә юлдаштары менән Мәскәүҙә язалап үлтерелгәс, Яуыз Иван тарафынан Ҡазан тәхетенә Шәйехғәлиҙең тәғәйенләнеүенә һис шик ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта Яуыз Иван Мәскәүгә ҡаршы фидакәр көрәшеүсе Зартуш Һары Йософто, Сөйөмбикәнең атаһын, уның Мәскәү яҡлы бер туған ағаһы Исмәғил Хайрас ҡулынан юҡ иттертеү өсөн дә хәйләкәр һәм аҫтыртын дипломатик уйындар алып бара (был маҡсатына ул өс йылдан һуң ирешә). Ул йылдарҙағы ҡоролоҡ-ҡытлыҡ, башҡорт халҡының байтаҡ өлөшөнөң Ядкәр Ғоҫманға эйәреп Ҡубан яғына һыҙыуы Зартуш Һары Йософтоң да хәлен яман ҡаҡшата, ә был иһә тап баяғы Яуыз Ивандың Ҡазанға һөжүмен уғата көсәйтә генә. Өҫтәүенә бер туғаны Исмәғил Хайрастың Мәскәү менән бер төптән ҡылмыш мәкерҙәренән һис кенә лә арына алмаған Зартуш Һары Йософ һәм уның уландары, ни ҡылырға ла белмәй йөҙәп, Яуыз Иван менән нисектер ваҡытлыса ғына булһа ла килешеү, шуның арҡаһында Исмәғил Хайрас яһиллығынан бер аҙ ҡотолоу яйын эҙләйҙәр; ахырҙа, Йәнғәли-хандан тол ҡалмыш Сөйөмбикә һылыуҙы бына-бына Ҡазан ханы булырға торған Мәскәү ялсыһы йәмһеҙ Шәйехғәлигә үҙҙәре үк яусылап, Яуыз Иванға бер нисә хат атҡаралар. “Һәм инде һеҙгә тура һүҙебеҙ ошо, — тип яҙа Зартуш Һары Йософ. — Беҙ һеҙҙең менән быға тиклем дә дуҫ инек. Ә Шәйехғәли-батшаның энеһе Йәнғәли кейәүебеҙҙең тәҡдире иһә хоҙай ҡулында булды. Ә хәҙер Шәйехғәли-батша менән дуҫлыҡта һәм туғанлыҡта булырға теләйбеҙ һәм ҡыҙыбыҙҙы уға бирергә ризабыҙ” (Ҡазан тарихы, 184-се бит). Сөйөмбикәнең шәхси хәрби таянысы Ҡушаҡ-уландан арынғастын Ҡазан түрәләре лә күпмегәлер үҙ-ара боғаҙ сәйнәшеүҙән туҡтап, берҙәм ҡарарға киләләр ҙә Ҡазан ханлығы исеменән Яуыз Иванға түбәнселекле хитапнамә атҡаралар: “бадишабыҙҙан [102] Шәйехғәли-батшаны беҙгә хан итеп биреүен, ә Үтәмеш-Гәрәй-ханды әсәһе менән бергә бадишабыҙҙың [103] үҙенә алыуын һорайбыҙ”, — тип асыҡ әйтелә унда (Ҡазан тарихы, 185-се бит). Шулай итеп, башҡорт Туҡтамыш-хан нәҫеленән булмыш Ҡазан ханы Илһам-ханды 1487 йылда ике ҡатыны, әсәһе һәм ике энеһе менән бергә Мәскәү кенәзе Өсөнсө Иванға тоттороп һатып ебәргән ҡазандар (Ә.В. Туған, 307-308-се биттәр) ошо юлы ла шул уҡ башҡорт Туҡтамыш-хандың нәҫеле Сафа-Гәрәйҙән һәм башҡорт Йеҙекәй батырҙың нәҫеле Сөйөмбикәнән тыуған сабый ғына Ҡазан ханы Үтәмеш-Гәрәйҙе һәм уның әсәһе Сөйөмбикәне, ҡанлы күҙ йәштәре менән һыҡтатып та сеңләтеп, Мәскәү батшаһы Яуыз Иванға малдай һатып ебәрәләр (Ҡазан хикәйәте, 329-331, 333-337, 502-506-сы биттәр). Уларҙы ҡоллоҡҡа алырға килмеш

 

Серебряный [104] сығып китте Ҡазандан.

Ә артынан Ҡазандың йәш ханбикәһен

Ҡултыҡлап эйәрттеләр.

Һәм ханбикәнең алдынан, күтәреп,

Хан улы-сабыйҙы бала бағыусылар илттеләр.

Шунда ханбикә ялынып-ялбарҙы

Мәрхүм ире ҡәберенә, бәхилләшеп,

Һуңғы тапҡыр күҙ йәштәрен түгергә.

Воевода һағауылдар менән ебәрҙе уны,

Үҙе көтөп торҙо кире ҡайтыуын.

Ә ханбикә буҙарынып керҙе мәсет эсенә —

Мәрхүм хәләл ефете зиратына;

Аҫыл затлы аҡ ҡалпағын быраҡтырып башынан,

Тарта йыртып күлдәгенең иҙеүен,

Тырнаҡтары менән битен һыҙырып,

Белештермәй йолҡоп гүзәл сәстәрен,

Күҙ йәштәрен ҡойҙо ҡәбер ташына.

Түҙә алмай туҡмап тиртеү күкрәген,

Әрнеүенә сыҙай алмай сеңләне:

“Сафа-Гәрәй, хужам, һөйөклө ханым!

Һылыу ҡатындарыңдың бөтәһенән

Артығыраҡ һөйгән ханбикәңде күр!

Ҡол хәлендә әйҙәлә ул... Эй ханым,

Улың менән бергә, аҡтыҡ яуыздай,

Ытырғаныс телле урыҫ еренә...

...Йәшәнең бит минең менән күп йылдар, —

Ханым! Ташлап киткән алатубаң [105] мин!

Сибәрлегең ниңә иртә һүрелде,

Күреп туймай, керҙең ниңә ҡәбергә?

Ниңә мине тол иттең йәш көйөмә,

Ә улыңды үкһеҙ йәтим ҡалдырҙың?

Ҡара ләхетеңә мине алһаңсы,

Хәләл йәрем менән йәнәш ятһамсы!

Эй бәғерем! — ишетмәйһең, белмәйһең,

Ханым минең! — һөйөклө ҡатыныңдың

Һатылыуын һинең ҡан дошманыңа —

Мәскәүҙең яһилына!

Ҡарышырлыҡ инде хәлем ҡалманы

Яһил ғәскәрҙәренә!

Ярҙамсыларым да инде юҡ минең —



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: