Беҙгә мәғлүм элекке башҡорт ханы Тинәхмәттең (Ғали Дәрүиштең) улы Урмәмбәт (Сәсле Дәрүиш) кенәз ХVI быуат аҙаҡтарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар һәм Яйыҡ буйҙарында иле менән йәйләп йөрөгәнлеге, ә кенәз ыҫтаны (“баш ҡалаһы”) Ҡаҫмарт йылғаһы тамағындағы “биш ауылға” йәғни боронғо беҙгә таныш Ҡасынҡы сала [116] һәм унан бүленеп сыҡмыш Сәнкем-Биктимер [117], Һунарсы, Солтанбай, Этбай (Ырыҫҡол) ауылдарына урынлашып, Урмәмбәт кенәз үҙе, ҡарттар хәтерләүенсә, Сәнкем-Биктимерҙә ыҫтанланып торғанлығы билдәле. Был осорҙа Урмәмбәт кенәзгә күрше булып Турғай далаларында ҡаҙаҡ Урҙаһының ханы Ҡасим йәшәй; был икәүҙең араһында Яйыҡ һыуы аръяғындағы Илек, Әмбә йылғалары буйҙарындағы хозур ер-һыу өсөн әленән-әле низағтар, ҡанлы барымталар һәм ҡарымталар булып тора. Әйтелгән Ҡасим-хан шанлы Сыңғыҙ-хан нәҫелдәренең бер сыбыҡ осо булғанлыҡтан, ул атаһы ХАҡназар-хан күптән түгел бойороп йәшәгән Башҡортостанды кире-ҡабат үҙ ҡулы аҫтына алырға, атаһы һымаҡ уҡ шөһрәтле хан булырға дәғүәләй, ләкин Урмәмбәт тә уның башына етергә теләй. “Үҫәргән тәүәрихе”ндә (58-се бит) әйтелеүенсә, “Был Урмәмбәт Урыҫ-хандан (дөрөҫө — кенәздән. — Й.С.) һуң булды, заманында ир-арыҫлан (Ҡасим-хан ХАҡназар улы. — Й.С.) менән араларында һуғыш булып, халҡы ике ҡәүемгә [төркөмгә] айырылды: береһе Ҡасим ир-арыҫланға табиғ булып [буйһоноп], нуғай (Үҫәргән. — Й.С.) халҡы ине; береһе береһенә ҡаршы торҙолар. Һаҡмар һыуы буйында бер урында ғазем [киҫкен] үлтереш булды, Урмәмбәт-ханды язалап үлтерҙеләр[118]; ул ваҡытта нуғай (Үҫәргән. — Й.С.) халҡының баш ҡалаһы Һаҡмар һыуында ине, — әле хәҙер ҙә Ҡаҫмарт тамағы, тиҙәр, — шул биш ауыл урындан нуғай (Үҫәргән. — Й.С.) халҡы таралдылар — һәр ҡайһы һәр тарафҡа киттеләр... Иҙел һыуына тиклем ил араһы бер заман шөйлә буш ҡалды[119], ахыр башҡорт хужа булып, 1617 йыл тарихтә ил тота башланылар[120]”...
|
Сәнкем-Биктимер ауылының көнбайыш осонда (“Ярыш юлы”ның уң яғында) сал ҡылғанлыҡ араһында яҫы ике таш ҡаушарып ҡуйылған уба бар, — “Әүлиә зираты” тип йөрөтәләр, — тап шул тарихи Урмәмбәт кенәздең ҡәберелер (ҡаушарылған ике ташын һуңғы замандарҙа Һарыҡташта йорт һалыусы әрмән “шабашник”тары алып киткән).
Ҡасим-хан, кенәз Урмәмбәтте үлтереп, уның урҙаһына ла хан булып алғандан һуң, шул тәңгәлдә Һаҡмар менән Яйыҡтың бер-береһенә иң яҡын килешкән ифрат хозур ер-һыулы аралында — хәҙерге тимер юл станциялары Жултый һәм Дубиновка араһындағы бер күркәм тау итәгендә (ул тауҙы әле лә шул Ҡасим-хан исеме менән Ҡасим тауы тип, ә тау егенән урғылып сығып, Яйыҡҡа табан ағылған һәм урыҫтың билдәле Верхнеозерная ҡәлғәһен уҙып шундағы бер күлгә ҡойған йылғаны Ҡасим йылғаһы тип атайбыҙ) хәҙерге Сулпан һәм Бахмут ауылдары янында баш ҡала ҡороп ултыраҡлана (тарихсы-эҙәрмән Ф.Ф. Илбулдин әйтеүенсә, ҡала ҡалдыҡтары бар). Был “Ҡасим-хан... нуғай-башҡорт халҡына хан булып, наһәр [йылға] Иҙел [Ағиҙел] менән Самар һыуы араһында хөкүмәт итәле хан ине” (“Үҫәргән тәүәрихе”, 55-се бит). Ошолай башҡорт ханы булараҡ үлгән Ҡасимдың ҡәбере лә, моғайын, шундағы Дубенское (Гипсрудник) ҡасабаһы янындағы иҫке зиратталыр. Ундағы “ҡырҡ нуғай батыры”ның ултырған сүрәттә гипсланып ҡатырылған һындары (Ф.Ф. Илбулдиндан), моғайын, шул Ҡасим-хан язаһынан ҡалғандыр һәм төркиҙәрҙең хан ҡәбере эргәһенә үлтерелгән дошмандарының һындарын балбаллап ҡуйыу йолаһын үҙенсә атҡарыуҙыр...
|
Башҡортостандың һуңғы “Себер ханы” Байбулат-Ҡараһаҡалдың тәржемәи хәле лә, уның ниндәй нәсәпкә ҡарағанлығы ла һәм ҡанлы башҡорт ихтилалында ҡайһылай рәүешле ҡатнашыуы ла әлегәсә серле томан артында йәшерелеп, башҡорт тарихсыларының һәм яҙыусыларының был шәхесте йә Сыңғыҙ-хан нәҫеленә, йә ябай юрматы башҡортона ҡаратыр булғанлыҡтарынан, шул юҫыҡта төпсөнөүҙе туп-тура уның киң билдәле рәсми шәжәрәһенән башлайыҡ (Ә.В. Туған һәм “Материалы по истории башкирской АССР, часть I, М.-Л., 1936” йыйынтығындағы мәғлүмәттәр һ.б. буйынса):
|
1. Сыңғыҙ-хан. — 2. Яусы. — 3. Шәйбан. — 4. Яусы-буға. — 5. Баҙарғол. — 6. Миңтимер (Мәлик-Тимер). — 7. Уның улдары: а) Илбәк, уның улы Ҡанбай (хан ыҫтанын хәҙерге Йәнсура районының Ишпай йылғаһына ҡойоусы Күгәҙе//Күгыҙма йылғаһы буйына ҡорған, үҙ тәңкәләрен һуҡҡан. Туҡтамыш-хандың замандашы); б) Бикҡунды. — 8. Ғәли бин Бикҡунды. — 9. Хажимөхәммәт. — 10. Мәхмүдек. — 11. Ибәк (Ибраһим, Төмән ханы, 1499 йылда вафат). — 12. Мортаза (1481 йылда Аҡ Урҙа ханы, бер туғандары Шәйех-Әхмәт һәм Сәйед-Әхмәт менән берлектә). — 13. Күсем (1563-1598 й.й. Себер ханы). — 14. Ишем (Ибәк-Гәрәй-хан, Ишем йылғаһы буйында күсенеп йөрөгән. — Материалы... 205, 492-се биттәр. Артабан: Материалы). — 15. Уның улдары: а) Бүгәй, уның улдары: 1) Дүдүбәк (1677 йылда ике туған ҡустыһы Көсөк Аблаев менән жунғарҙарға барымта яһап, әсир төшә, ә Көсөк үлтерелә. 1678 йылда жуңғар ханы Галдан-тайши Дүдүбәкте ҡалмыҡ ханы Әйүкә өҫтөнән бойорорға хоҡуҡ биреп, уны үҙенең бойорманы итеп билдәләй), уның улы Ибраһим (шул жуңғарҙарҙа хан ыҫтанында аманат булып йәшәй); 2) Тәвәкел (ғәрәпсә “ҡыйыу” тигән һүҙ; һуҙынҡыларға һаран ғәрәпсә яҙылышы “tvkl” [латин хәрефтәрендә] булғанлыҡтан, төрлөсә уҡыйҙар уны: “Тәүкил”, “Тукил”, “Тәфкил” [шунан килә “Тәфкилев” — “Тәфтиләү”], “Тевкел” [“Тевкелев”]... 1635 йылда был Тәвәкел Бүгәйев, Өфөләге урыҫ ҡәлғәһен юҡ итеү һәм Башҡортостандың Себер һәм Нуғай юлдарында үҙҙәренең “Себер батшалығы”н ҡабат тергеҙеү өсөн, ике туған ағаһы Аблай Ишемов менән Өфөнө алырға ғәскәр менән киләләр, ләкин Өфөнөң Ҡариҙелдәге Ташкисеүенә ун биш саҡрымдай ҡалараҡ [хәҙерге Аблай урманы янында] һуғышта берләштерелгән башҡорт-урыҫ ғәскәре тарафынан тар-мар ҡылынып, Аблай шунда үлтерелә, ә Тәвәкел, әсир алынып, Мәскәүгә оҙатыла [Очерки по истории БАССР. Уфа, 1956, 105-се бит. Артабан: Очерки]. Мәскәҙән уны төрки һатлыҡ йәндәренең атаҡлы төйәге булған Ҡасим ҡалаһына үҙенең әсир туғандары янына йәшәргә ебәрәләр; был Тәвәкелдең улы Мәмәт йәки Мортаза йәки ҠотломөхәммәтТәфтиләү йәки генерал-майор Алексей Иванович Тевкелев [1675-1766] — башҡорт халҡының ҡанэскес палачы булып таныла. Әсир ителгән атаһының, үлтерелгән ике туған ағаһының һәм тергеҙелмәгән “Себер батшалығы”ның ҡонон алған ул башҡорт халҡынан); б) Аблай [Баҡты-Гәрәй-хан]. — 16. Көсөк Аблаев (Дәүләт-Гәрәй-хан, Ишем йылғаһы буйында күсенеп йөрөгән, 1667 йылда ҡалмыҡ Әйүкә-тайши тарафынан үлтерелгән. — Материалы, 205, 238-се биттәр). — 17. Уның улдары: а) Ибәксеүәк (Солтан-Хажи йәки “Өфө яҡ башҡорто Абдрахман” йәки ялған Солтан-Морат — Рәсәйҙән айырылыу һәм үҙ аллы ханлыҡ төҙөү өсөн 1707-1737 йылдарҙағы башҡорт болаларының “башҡорт ханы”); б) Ишемсеүәк (ҡараҡалпаҡтарҙа хан). — 18. Хәсән Ишемсеүәков. — 19. Байбулат Хәсәнов (Солтан-Гәрәй йәки Ҡараһаҡал йәки Суна — Рәсәйҙән айырылыу һәм үҙ аллы ханлыҡ төҙөү, ә дөрөҫөрәге -- бабалары ҡулынан ысҡынған Себер ханлығын кире ҡайтарып алыу өсөн 1740 йылғы ҡанлы башҡорт болаһының “башҡорт ханы”)...
Ләкин быға ҡарата бәхәсем бар: был рәсми шәжәрәнең ҡәҙимгесә Сыңғыҙ-ханға илтеп тоташтырылған тәүге -- беренсенән алып ун беренсе быуындар өлөшөн, ул өлөш ғәмәлдә Әхмәт улы (ә Ибәк улы түгел!) Мортазаға ҡағылышһыҙ, уның өсөн яңылыш булғанлыҡтан, яңылышлығын танып, алып ташларға һәм, дөрөҫ өлөшөн ялғап, төҙәтеп бирергә тейешлемен, сөнки Мортазаның атаһы, «Ибәк-Ибраһим» түгел, ә Алтын Урҙа тәхетендәге Әхмәт-хан икәнлеге, һәм ул Үҫәргән ҡәбиләһенең Әмәт Хәмәт (Әлмөхәммәт) хан (боронғо Бүләр ҡалаһының ханы) тоҡомо икәнлеге асыҡлана (“Себер ханлығы һәм башҡалар” тигән хеҙмәтемде ҡарағыҙ). Һөҙөмтәлә шәжәрәнең Мортазаға тиклемге быуындары, Сыңғыҙ-хан тоҡомо булмайынса, ҡыҫҡаса ошолай күҙаллана: 1. Әмәт Хәмәт. — 2. Һалсы. — 3. Әхмәт. — 4. Мортаза... Һәм артабан шәжәрәләге быуындар дауам итә. (Был, әлбиттә, минең һуңғы осор ҡарашым; ә элегерәк мин дә әле өҫтә бирелгән рәсми шәжәрә яҡлы һәм шуның буйынса фекер йөрөтә инем).
Тарихтың әсе көлөүе алдыбыҙҙа: башҡорт Әмәт Хәмәт нәҫеле булған Күсемдән Ишем тыуа, Ишемдең Бүгәй һәм Аблай тигән ике улы була. Беренсеһе Бүгәйҙән — Тәвәкел, Тәвәкелдән — Ҡотломөхәммәт Тәфтиләү йәки ҡанэскес палач Алексей Иванович Тевкелев тыуа.
Шул Ишемдең баяғы икенсе улы Аблайҙан — Көсөк тыуа, Көсөктөң иһә Ибәксеүәк (Солтан-Морат) һәм Ишемсеүәк тигән улдары була; Ишемсеүәктән — Байбулат (Солтан-Гәрәй йәки Ҡараһаҡал) тыуа. Шәжәрәнән күренеүенсә, 1707-1740 й.й. башҡорт ихтилалдарының “хан”дары Солтан-Морат — ике быуын аша, ә Солтан-Гәрәй йәки Ҡараһаҡал — өс быуын аша ғына шул ихтилалдарҙың рәхимһеҙ баҫтырыусыһы, башҡорт халҡын йыртҡыстарса ҡырыусы ҡанэскес палач Ҡотломөхәммәт Тәфтиләү йәки Алексей Иванович Тевкелев менән бер үк ата (Ишем) балалары. Тимәк, бабалары башҡорт (Үҫәргән-Юрматы ырыуынан) булған был ағай-энеләрҙең берәүҙәре — башҡорт халҡының ялған “ханы” булып, икенсеһе ҡанэскес палачы булып бер юлы ҡан ҡойғандар...
1707-1740 йылдарҙағы ҡораллы башҡорт халыҡ күтәрелештәренең үҙәк заңын тәшкил иткән “хан эҙләү” һәм “хан күтәреү” мажараларының төп сәбәбе — ҡырағай Рәсәй империяһының башҡорт халҡына ҡарата сыҙай алмаҫлыҡ вәхшилеге, иҙеүе ине, әлбиттә. Шуны саҡ ҡына күҙаллатырлыҡ миҫал итеп Себер юлы башҡорттарының Рәсәй батшаһы Михаил Романовҡа яҙған зарлы хатының 1633 йылдың февралендә яһалмыш урыҫса иншаһынан бер өҙөк килтерәйек:
“Били нам челом Верхотурсково уезду ясачные Башкиры сотник Яшинбайко Кулушев и во всех товарищев своих Уфинской волости место, а сказали: платили де они в нашу казну кунишной оброҡ по книгам, сколько на него положено, ежегод безпереводно; а как де зима станет и к ним де с Верхотурья воеводы Присылают для ясачново сбору стрельцов; а тех де они стрельцов возят нартами на себе, потому что у них зимою санных дорог нет, что место лесное, и те де верхотурские стрельцы живут у них, переменяясь, во всю зиму безпереводно; а как они (башҡорттар үҙҙәре. — Й.С.) жвут на промыслах для ясаку, и те де стрельцы без них жен их идетей бьют, и позорят, и деньги у них вымучивают, и куницы у них для себе емлют, и ясак на их правят для своей корысти с лишком, не против книг, а тем де лишним ясаком де служилые люди сами с воеводы корыстуютца и всякое насильство им чинят. А как они с ясаком Приходят на Верхотурье, и им де воеводы ясачных книг не кажут, а емлют де ясак с лишком, что у кого какой мяхкой рухляди найдут, то де у них и возьмут и тем самым корыстуютца; и они (башҡорттар. — Й.С.) де от тово насильствавконец погибли, и многие задолжали великими долги, и жены де и детипоиззакладывали и разбрелись врозь ” (Материалы, 69-сы бит)...
Күрәһегеҙ, илдең иңе күтәрмәҫлек яҫаҡ һалып, түләй алмаһалар, башҡорттоң ҡатындарын һәм балаларын урыҫ түрәләре ҡоллоҡҡа алып китер булған... Түҙеп торғоһоҙ был афәттән нисек тә ҡотолоу өсөн бер генә сара ҡалған — ҡулға ҡорал тотоп Рәсәй иҙеменән арыныу, үҙ ханыбыҙҙы күтәреп, ата-бабаларҙың боронғо үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ Башҡортостанын тергеҙеү. Ул заманда хан ителер зат халыҡ-ара рәсми танылыу тапһын өсөн мотлаҡ Сыңғыҙ-хан нәҫеленән булырға тейешлектән, ә ундай зат тамырҙары Башҡортостандың үҙендә ҡоротолғанлыҡтан, башҡорт уҙамандарының сая ҡарашы урыҫ ҡыҫымы аҫтында Себерҙән ҡасмыш баяғы Күсем-хан бала-сағалары менән мыжғыу ҡаҙаҡ далаларына, ҡараҡалпаҡҡа һәм Бохара яҡтарына, Йеҙекәй батыр нәҫелдәре (солтандар) олағып һеңмеш Ҡубан буйҙарына, Туҡтамыш-хан нәҫелдәре Гәрәй-хандар хакимлыҡ итмеш Ҡырым тарафтарына төбәлә. Был хәрәкәттең башында Петр I батша һуғыштарының данлыҡлы баһадиры, Нуғай юлы старшинаһы Алдар-тархан Иҫәкәйев торған: хан булырҙай зат эҙләп үҙ кешеләрен баяғы йүнәлештәргә саптыртҡанлығы, үҙенең дә шул яҡтарҙы, төрөк солтанының вәкиле унда булыу форсатын тура килтереп, гиҙгәнлеге билдәле (Материалы, 52, 225, 253, 258, 298-299, 323-сө биттәр). Алдар-тархандың был сәйәсәтенә Башҡортостандың бөтә дүрт юл башҡорттары ла, тип әйтерлек, теләктәшлек белдереп, бик күп старшиналар, батырҙар, абыҙҙар шуны бойомға ашырыу өсөн хәйләкәр һәм аҡыллы Алдар батыр етәкселегендә аҫтыртын эш атҡара, был иһә урындағы урыҫ түрәләрен, бигерәк тә Ҡазан комиссары Стефан Вараксинды, ҡаты ҡурҡыуға һала — бер-бер артлы юҡ ителеп онотола барған Ҡазан һәм Себер ханлыҡтарына алмашҡа күҙ менән ҡаш араһында төркиҙәрҙең ҡөҙрәтле яңы ханлығының тыуыуы һәм артабан урыҫтарҙың Урта Азияны, Һиндостанды яулау юлын бикләүе бик ихтимал!.. Рәсәй тәнендә хасил булмыш ошо яман шеште тулышып эренләмәҫе борон уҡ ярырға — башҡорт халҡының һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай иң аҫыл вәкилдәрен, ихтилалды йәшерен әҙерләүселәрен һәм етәкселәрен, хәйлә менән ваҡытынан элек һәм тарҡау-тарҡау баш күтәртеп фашларға ла себен урынына ҡырып ташларға, шул рәүешле алыҫ Санкт-Петербурҙағы император ғали йәнәптәренең бөйөк күрһәтмәһен артығы менән еренә еткереп үтәргә... Һәр хәлдә, Башҡортостанда “башҡорт ханы Солтан-Морат”ҡа, “башҡорт ханы Солтан-Гәрәй”гә бәйле булған, әлегәсә тарихсылар тағатып бөтә алмаған ытырғаныс серле лә, ҡанлы-мажаралы ла бөйөк спектакль башлана...
“Башҡорт ханы” Ибәксеүәк йәки ялған Солтан-Морат. Уның тәржемәи хәлен уны урыҫтар 1707 йылдың 12 февралендә Терек (хәҙерге Грозный йәки Жохар) ҡәлғәһендә ҡулға алғандан һуң Әстерхан Приказной палатаһында тәфтишләгән һәм 1708 йылдың 20 апреле менән тамғаланған ҡағыҙҙан (Материалы, 238-243-сө биттәр) һ.б. доҡументтарҙан асыҡлау мөмкин. Шунан утыҙ йыл элгәре йәғни 1677 йылда уның атаһы Көсөк Аблаев (Дәүләт-Гәрәй-хан), Иртыш йылғаһы буйында күсенеп йәшәгән зат һәм Себер юлы менән Нуғай юлы башҡорттарының ханы иҫәпләнмеш Күсемдең бүләһе (Очерки, 110, 113-сө биттәр), әйтеп үтеүебеҙсә, ҡалмыҡ ханы Әйүкә-тайши менән һуғышта үлтерелә. Көсөктөң ике туған ҡустыһы Дүдүбәк Бүгәйев шул осорҙа уларға күрше йәшәгән жуңғар ханы Галдан-тайши ҡулына әсир төшөп, байтаҡ ваҡыт уның урҙаһында ғүмер кисергәс һәм жуңғарҙар менән сәйәси өлкәлә уртаҡ тел тапҡас, 1678 йылда Галдан-тайши был Дүдүбәк-солтанды хөрмәтләп уның иленә — Иртыш йылғаһы буйына ҡайтарып ебәрә; өҫтәүенә, кесе урҙа (ҡалмыҡтар) булып үҙенән айырылған һәм уға һүҙһеҙ буйһонған, хатта дер-ҡалтырап унан, Оло Урҙа ханынан, ҡурҡҡан ҡалмыҡ ханы Әйүкә-тайшиға бынан һуң барлыҡ эштәрендә Дүдүбәкте тыңларға һәм, иң мөһиме, бергәләшеп “ башҡорттарға ҡаршы һуғышҡа барырға” бойора (был, моғайын, Рәсәй хөкүмәтенең хөсөтө). Шунан саҡ ҡына элегерәк (1662-1664 й.й.) башҡорттарҙың Ишмөхәммәт Дәүләтбаев[121], Һары Мәргән етәкселегендә Күсем бүләһе Көсөк-хан һәм ҡалмыҡ ханы Әйүкә-тайши менән берлектәге ихтилалдары (Очерки, 110-111, 113, 205-се биттәр) Рәсәйҙең Башҡортостан тәненә батып кергән тамырын ныҡ ҡаҡшатып, Уралдағы, Урта Азиялағы, Төньяҡ Ҡафҡаздағы төрки халыҡтарҙың Рәсәйгә ҡаршы берләшә башлауы уғата ныҡ хәүефләндергәнлектән, Рәсәй хөкүмәте был көрәштә Башҡортостан менән унан көньяҡтараҡтағы баяғы халыҡтар араһына шына ҡағырға һәм уларҙы бер-береһенән айырырға, ә ахырҙа бер-береһенә ҡаршы ҡуйып ҡанһыратырға тигән сәйәсәт ҡора. Ҡытай манжурҙары тарафынан ҡаты ҡыҫырыҡланған һәм теле, дине буйынса төркиҙәргә ятбауыр булған жуңғар-ҡалмыҡ урҙаларын шына итеп бик йәтеш файҙалана — уларға тәүҙә Башҡортостанды көньяҡлап әйләнеп үтеп Иртыш һәм Яйыҡ араһына, унан һуң — Яйыҡ һәм Иҙел араһына, ә аҙаҡ Иҙел һәм Дон араһына күсенергә ирек бирә. Был арауыҡтарҙы күптән инде үҙенеке итеп һанаған йәки шуға яҫҡанған Петр I император быны юҡҡа ғына эшләмәгән, әлбиттә: жуңғар ханы Галдан-тайши менән төрки халыҡтарға ҡаршы йәшерен шарт төҙөшөүҙәре ап-асыҡ. Һөҙөмтәлә жуңғарҙар һәм ҡалмыҡтарҙың ҡораллы көстәре Рәсәй өсөн хәтәр мәлдәрҙә һәр саҡ башҡорттарға ҡаршы һәм Рәсәй файҙаһына эш ҡыла: ҡалмыҡ ханы Әйүкәнең ҡайһы саҡта башҡорт ихтилалсылары менән ваҡытлыса берләшеүе — аҙаҡ башҡорттоң арҡаһына бысаҡ ҡаҙарға йәтешләнгән яһил күҙ буяу ғына...
Әстерхан воеводаһы, һуңынан Ҡазан һәм Әстерхан гөбөрнаторы П.М. Апраксин 1707 йылда Петр I император ғали йәнәптәренә: “Ҡырағайҙарға ҡаршы ҡырағайҙарҙы файҙаланыу маҡсатында, ҡалмыҡ ханы Әйүкә-тайшигә офицерҙарҙан Бахметовты ебәреп, 20 мең ҡалмыҡты башҡорттарға ҡаршы йүнәлтергә тәҡдим иттек. Ул быны ҡабул ҡылды”, — тип яҙған... Әгәр ҙә Шәреҡтә башҡорттарҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм Күсем нәҫелдәренең Себерҙән Дағстанға тиклемге аралыҡты биләгән көслө күтәрелеше менән Төркиә һәм Ҡырым да файҙаланырға тырышһа, 1709 йылдың 27 июнендә Петр I Украинала Полтава янында швед короле ХII Карлға ҡаршы һуғышта еңеү ҡаҙана алмаған булыр ине” (Ә.В. Туған, 72, 79-сы биттәр). Һәр хәлдә, үҙенә бойондороҡло ҡалмыҡтарҙы элегерәк башҡорттар менән берлектә Рәсәйгә ҡаршы барырға һөстөрткән Галдан-тайши, Дүдүбәк-солтан миҫалында өҫтә күренеүенсә, сәйәсәтен ҡапыл ғына ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәртеп, “башҡорттарға ҡаршы һуғышҡа барырға” бойора. Был, әлбиттә, тарихи осорҙа урыҫтарҙан һәм башҡорттарҙан йәберләнгән Дүдүбәк-солтан мәнфәғәтенә лә тап килә: ҡулдан ысҡынған Себер ханлығын кире ҡайтарып алыу өсөн урыҫ баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә Күсем-ханды һәм уның нәҫелдәрен яҡламаған һәм уларҙың Себерҙән ҡыуылып китеүенә сәбәпселек иткән элекке “ҡол”дары башҡорттарҙан үс алынырға тейеш. Башҡорттан үс алыуҙың гәрсә хас дошман урыҫ тирмәненә һыу ҡойоуы ла әлли ни мөһим түгел: башҡорт менән ҡуша урыҫ та ҡаҡшаһа һәм Башҡортостандан, ниһәйәт, табан тайҙырһа, Күсем-хан нәҫелдәренә “ҡол”лоҡҡа унда боҫоп тороп ҡалған халайыҡтар ҙа етерлек... Себер юлы менән Нуғай юлында урыҫ хакимиәте тамам нығынып етмәгән был осорҙа шулайыраҡ фекерләргә лә урын бар. Һөҙөмтәлә Дүдүбәк-солтан жуңғар ханы Галдан-тайшиҙың ғүмерлек бойондороҡлоһо булып ҡала һәм уға тоғролоғон аҡлар өсөн Ибраһим тигән бер улын шул жуңғар урҙаһына аманатлыҡҡа бирә. Галдан-тайшиҙың бойороғо еренә еткереп үтәлә: Дүдүбәк-солтан күҙәтселек итмеш Әйүкә-хан ҡалмыҡтарының 40 меңлек ҡәскәре 1682 йылда Башҡортостанға ябырыла, ошо уҡ хәл 1683 йылда ла ҡабатлана. 1708-1710 йылдарҙағы башҡорт болаларын баҫтырыуҙа ла Әйүкә-хан алайҙары урыҫ ғәскәрҙәренә ярҙамға ашыға (Очерки, 121-122, 169-сы биттәр). Ҡанлы ҡалъяға ташланған ҡоҙғондарҙай, урыҫы ла, ҡалмығы ла Башҡортостанды умыра тешләп талай. “Башҡорттар урыҫ һөжүмен көнбайыштан һәм төньяҡтан көткән хәлдә, ҡалмыҡтарҙың хыянаты һөҙөмтәһендә, һөжүм һис уйламағанда көньяҡ тарафтан башҡорт иленең ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағаларына ҡаршы йүнәлтелде” (Ә.В. Туған, 79-сы бит). Ҡалмыҡ ғәскәрен башҡорттарға ҡаршы асыҡтан-асыҡ файҙаланыуҙан тыш, Ҡазан комиссары С. Вараксин һәм ул саҡтағы жуңғар ханы Чаган-Раптан башҡорт халҡын ҡанһыратырға бик мәкерле йәшерен уйын да башлағандар булһа кәрәк: Башҡортостанға туп-тура шул жуңғар урҙаһынан йүнәлтеп ебәрелгән һәм башҡорттар араһында “башҡорт ханы” булып йөрөгән Ибәксеүәк — ялған Солтан-Мораттың һәм Байбулат — икеләтә ялған Солтан-Гәрәйҙең (Ҡараһаҡалдың) тәржемәи хәлдәре шуны күрһәтә.