Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 45 глава




Оҙаҡламай Ҡараһаҡалдың даны бөтөнләй һүрелә һәм ул үҙе лә шәхес булараҡ әһәмиәтен юғалта; 1749 йылдағы үлеме лә күптәргә һиҙелмәй ҡала. Уның ҡарауы башҡорт халҡының түгелгән әсе күҙ йәштәре лә ҡойолған ҡайнар ҡандары Ирәмәлдең биленә тиңәлерҙәй була. Башҡорт халҡын киләсәктә, баш күтәреү генә түгел, “ыңҡ!” та итмәҫлек хәлгә төшөрөү өсөн, ҡулдан килгән яуызлыҡтарҙың бөтәһе лә императрица ғалиә йәнәбәләренең йәшерен указына ярашлы эшләнә, быны иһә генерал-майор Л. Соймоновтың үҙенең һәптән ҡырғынсыларына өйрәтеүнамәһенән күрергә мөмкин:

 

“...Төп ҡараҡ һәм бунт башлыҡтары булған башҡорттарҙың бөтәһен дә рәхимһеҙ рәүештә язалап үлтерергә; ғәйептәре ҙур булмаған ҡалғандарының хеҙмәткә яраҡлыларын Көнсығышты яулау полктарына тәғәйенләргә, ә 30 йәштән олораҡтарын Рогервиккә ауыр эшкә һөрөргә. Уларҙың ҡатындарын һәм еткән ҡыҙ балаларын Ҡазан татарҙарына һәм башҡа яҡ татарҙарына һәм ғәйре динлеләргә кейәүгә бирергә, уларынан һәр ҡатын йә ҡыҙ өсөн драгунға яраҡлы ат йәки аҡсалата 18 тәңкә алырға, ул ҡатын һәм ҡыҙҙарҙы татарҙарҙан һәм ғәйре динлеләрҙән башҡа бер кемгә лә, бер сәбәп менән дә бирмәҫкә, сөнки императрица ғалиә йәнәбәләренең бөйөк мәнфәғәте шулай бойора... Уларҙың ҡалған сабый балаларын Рәсәйҙең алыҫ ҡалаларында маңҡортлаштырыу өсөн, теләгән берәүгә таратып бирергә, һәм ул ҡараҡтарҙан тороп ҡалмыш мөлкәтте һәм мал-тыуарҙы иҫәпкә алып, һатып, аҡсаһын императрица ғалиә йәнәбәләренең ҡаҙнаһына һалырға... Генерал-лейтенант [Урусов], ҡараҡлығы ҙур булмаған һәм 20 йәштән уҙған башҡорттарҙың танауҙарын ҡырҡып, сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары һәм балалары менән ҡуша үҙебеҙгә итәғәтле старшиналарҙың күҙәтеүе аҫтында тоторға кәрәктер, тиһә лә, мин уны, генерал-лейтенантты, түбәндәгегә инандырҙым: әйтелгән ҡараҡтар Башҡортостанда ҡалһа, уғата бунт һәм ҡараҡлыҡ ҡыласаҡтар, шуға күрә уларҙың тамырын тамам ҡороторға кәрәк” (Материалы, 462-463-сө биттәр )...

 

Башҡорт халҡының 1740 йылғы Ҡараһаҡал яуындағы яҙ башынан алып 24 сентябргә тиклемге генә дөйөм юғалтыуҙары (ҡырғынсыларҙың үҙҙәре тарафынан иҫәпкә алынғандары ғына):

 

“1702 кеше урынында үлтерелгән;

ҡулға алынғандарҙан 432 кеше язалап үлтерелгән;

1862 кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;

135 кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;

796 кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.

Бөтәһе 4927.

Тартып алынған: 39 дөйә, 1987 йылҡы малы, 1060 еткән ҡыҙ (мишәрҙәргә һәм итәғәтле башҡорттарға ҡатынлыҡҡа бирелгән), — бөтәһе 3086 (башҡорт ҡыҙҙарын мал-тыуар менән бергә ҡушып иҫәпләйҙәр һәм мал урынына һатып-таратып бирәләр. — Й.С.); 2903 һыйыр малы, 2110 һарыҡ, — өҫтәгеләрен дә бергә ҡушҡас, бөтәһе 8099.

8 дөйә, 841 ат, 196 һыйыр казактарға хеҙмәт хаҡына бирелгән” (Материалы, 459-460-сы биттәр).

 

Ә 1737-1740 йылдар араһындағы башҡорттарҙың дөйөм юғалтыуҙарын ҡырғынсылар ошолай иҫәпләгән (иҫәпкә алынмағандарын иһә Аллаһы Тәғәлә үҙе генә беләлер):

 

18.134 еше үлтерелгән, 3.236 кеше әсир алынған һәм Рогервиккә ауыр эшкә оҙатылған, 5.983 кеше урыҫ алпауыттарына ҡоллоҡҡа һатылған, байтаҡ кешенең ҡолаҡтарын, танауҙарын ҡырҡҡандар. Дөйөм юғалтыу 28.190 кеше тәшкил иткән (П.И. Рычков. История Оренбургского края.488-се бит).

 

Ҡараһаҡалдың асылында кем булыуы тураһындағы бәхәстәрҙе бөйөк тарихсыбыҙҙың төплө һөҙөмтәһе менән сикләп ҡуяйыҡ:

“Ҡараһаҡал Солтан-Гәрәй, йә иһә Юрматы башҡорттарынан Миңлеғол, йә иһә ҡалмаҡса Шуна исемдәрен алһа ла, былар барыһы ла йәшеренеү өсөн файҙаланылған ялған исемдәр. Ҡараһаҡал Байбулат — Арал ҡараҡалпаҡтары солтаны Ҡәйеп һәм Шәйбәк хандарҙың атаһының ҡустыһы ул. Быны бөтә ҡаҙаҡ солтандары ла белгән, тик урыҫтар менән мөнәсәбәттәренә зыян килтермәү өсөн уларҙан йәшергән. Байбулат һәм ҡәрҙәше Ишем — бер саҡ Хиуала хөкөм һөргән Хәсән хандың улдары, Хәсән хан иһә Хиуанан ҡалмаҡ ханы... янына килгән һәм улдары менән бергә шунда ҡалған. Һуңынан ҡараҡалпаҡтар Ишемде үҙҙәренә хан итеү өсөн атаһынан һорап алған, ә Байбулат ҡалмаҡтар араһында ҡалырға булған. Ниһәйәт, ул 1728 йылда Башҡортостанға килгән һәм ун ике йыл Нуғай юлында йәшәгәндән һуң бындағы күтәрелеш менән етәкселек иткән. Ҡараһаҡалдың Байбулат солтан булыуына һис шөбһә юҡ. Уның ҡараҡалпаҡ солтаны икәнлеген башҡорт күренеклеләре, әлбиттә, белгән, ләкин Ҡырым хандары халыҡ араһында абруйлыраҡ һәм Төркиә менән бәйле булғанлыҡтан, Байбулат солтанды ла Ҡубан Гәрәйҙәренең береһе итеп танытыуҙы өҫөнөрәк күреүе ихтимал. Ҡараһаҡал, һис шикһеҙ, Күсем нәҫеленән. Был тәңгәлдә Йәғәфәр Юлдаш улының мәғлүмәттәре Бабажан Маңыт тарихындағы Үргәнес хөкөмдары Хәсән хан менән уның улдары Байбулат һәм Ишем солтандар хаҡындағы мәғлүмәттәргә тап килә” (Ә.В. Туған, 112-се бит)...

Бына, ҡәҙерле уҡыусым, халҡыбыҙҙың ҙур аҡ тош булып йомолоп ҡалған ярты мең йыллыҡ тәүәрихен күҙәтеүебеҙҙең осона сығып киләбеҙ. Күҙәтеүебеҙ һөҙөмтәләрен йомғаҡлабыраҡ әйткәндә, бөтә донъя, кешелек тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған уҙамандарыбыҙ Афрасиаб та, Ҡорос (Крез) да, бәһлеүән Рөстәм дә, Кейексарув та, Әсфәндиәр ҙә, Лоҡман-хәким дә, Сәнкүм дә, Сыңғыҙ-хан һәм уның нәҫелдәре лә, Асаман (саман) да, Драб (Филипп) та һәм уның улы Искәндәр Зөлҡәрнәйен (Александр Македонский) ҙа, Бәк-сәсән (Сасан) да, Бабаҡ (Бабсаҡ) һәм уның улы Артыш-ир (Күсәк-бей) ҙә, Сиявуш та, Туран да, баба Төкләҫ-бей һәм уның улы Тура-хан да, Мүйтән-бей ҙә, Байҡы (Майҡы-бей) ҙә, Туҡтамыш-хан да, Йеҙекәй батыр һәм уның улы Нур-ад-дин (Мораҙым) да, Йеҙекәй бүләһе Муса һәм уның улы Зартуш Һары Йософ та һәм уның ҡыҙы Сөйөмбикә лә, Исмәғил Хайрас һәм нәҫелдәре Тинәхмәт тә, Тинмәмәт тә, Мамай-Нар-Ҡасим һәм уның улдары Сура, Бикбулат (Бурнаҡ), Ядкәр ҙә, Тәтегәс-бей һәм уның улы кенәз Бикбау ҙа — барыһы ла, барыһы ла үҙебеҙҙең Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге аҫыл һөйәкле аҫаба башҡорттар икән, бөтә кешелек донъяһының тоҙо ла ҡаймағы икән... Әлхасил, “башҡорт артта ҡалған наҙан, телһеҙ, күҙһеҙ, һаңғырау”, “башҡорттоң бер нәмәһе лә булмаған, ер йөҙөндә, ҡамғаҡтай, ел ҡайҙа иҫһә — шунда тәгәрләп йөрөгән”, “Башҡортостан — йолҡҡан бер елгә өҙөлөр ҡайын япрағы” тип, империясыларҙың ытырғаныс тирле усын яламаҡҡа йыландай телен сығарып әлһерәгән һәм, шуның хаҡына үҙенең аҫаба башҡортлоғон теле менән ҡуша төкөрөп ташлап, “урыҫ булмаһам да урыҫмын мин!” тип һөрәнләй-һөрәнләй сая күкрәк төйгәндәрҙе тарих үҙе тейешенсә төйгөсләр.

 

Ноябрь 1998 — 2 ғинуар 1999.

5 март 1999.

19 март 1999.

Өфө.

 

 

Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер

Ике тиҫтәнән ашыу йылдар элегерәк[139], Раил Ғүмәр улы Кузеев боронғо башҡорт әҙәбиәтенең Ялыҡ-бей монологы рәүешендәге тетрәткес рухлы бер әҫәренә иғтибарын йүнәлтеп, фән донъяһында беренсе башлап ғалим һүҙен әйткәйне (Очерки по истории башкирии, I том, I киҫәк, Өфө, 1956, 41-се бит). Авторы билдәһеҙ был ҡомартҡы, моғайын, яҙма хәлендә булып, 1935 йылда Башҡортостан тарихын өйрәнеүсе Максим Ильич Касьянов (милләте буйынса сыуаш) уны кемдеңдер бер нөсхәһенән урыҫсаға тәржемәләп күсереп алған, шул уҡ ваҡытта текстың күп һүҙҙәре һәм хатта тулы йөмләләре башҡортса килеш ҡалдырылған. Касьянов был күсермәне үҙ заманында Башҡортостанды өйрәнеү буйынса БАССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы эргәһендәге ғилми-тикшеренеү йәмғиәтенә илтеп тапшырған булһа ла, ҡомартҡыға иғтибар итмәгәндәр (дөрөҫөрәге, теләмәгәндәр). Текст фәҡәт 1971 йылда урыҫсанан ҡабат башҡортсаға сифатһыҙ ауҙарылмышта “Һуңғы һартай” исеме аҫтында “Ағиҙел”дә ташҡа баҫыла һәм зыялылар иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Боронғо Ғүмәр (Гомер) ҡәләменә тиң эпик ҡоласлы һәм тәрән эске кисерештәргә бай был үҙенсәлекле монологта башҡорттарҙың, ә дөрөҫөрәге башҡорт һарттарының, йыһангир Аҡһаҡ Тимер ябырылыуына ҡаршы Ялыҡ-бей һәм уның уғландары Ҡармасан менән Сәрмәсән етәкселегендәге фиҙакәр көрәше, һөҙөмтәлә Ҡармасан менән Сәрмәсән батырҙарса һәләк булып, башҡорт-һарт иленең тар-мар ҡылыныуы, ә ғорур Ялыҡ-бей үҙе, йортһоҙ, малһыҙ һәм мөлкәтһеҙ, “һуңғы һартай” хәленә ҡалып, ғүмеренең ахырында кеше тупһаларында ҡаңғырып йөрөүе хаҡында бәйән ҡылына.

Иғтибарҙы шуға ла йүгертәйек: ярым әҙәби-тарихи, ярым фольклор хәлендәге был текст, моғайын, быуаттар буйына быуындан-быуынға, ҡулдан-ҡулға күсерелеп йөрөп, һөҙөмтәлә шаҡтай ғына үҙгәрештәр кисергән: әҫәрҙәге бик боронғо тарихи ваҡиғаларҙың, исемдәрҙең һ.б. яңы быуындарға аңлайышһыҙ була барғандары уларға аңлайышлыраҡ һәм яңыраҡ тарихи осор ваҡиғаларына, исемдәренә һ.б. “күсереп ултыртылып”, берләштерелеп эшкәртелеүе һөҙөмтәһендә, әйтәйек, бик боронғо (б.э. тиклем VI быуат) Һарт (Лидия) батшалығы дәүере һәм ХIV быуат аҙағындағы Алтын Урҙа ханлығы дәүере бер үк дәүер һәм дәүләткә дөйөмләштерелеп, теге дәүер геройҙарының образдары шуларға оҡшаш был дәүер геройҙарының образдарына кереп һеңешкән. Халыҡ ижадына был тәбиғи ҙә, сөнки, ҡарыһүҙ (мифология) белгесе И.М. Дьяконов яҙыуынса, бының ише эпик легендаларҙа “саф ҡарыһүҙи ваҡиғалар халыҡтың тарихи тип һаналмыш хәтирәләре менән мөғжизәле рәүештә берләшеүсән, шул уҡ ваҡытта ғәҙәттә бер персонаж тирәһенә төрлө осор ваҡиғалары һырышып, ғәмәлдә уларҙың ҡайһы берҙәре бер-береһенән йөҙәрләгән йылдар менән айырылған булыуы мөмкин” (Мифология древнего мира. М., 1977, 19-сы бит). Ләкин беҙҙең тикшеренеүселәр был хәҡиҡәтте иҫәпкә алмағанлыҡтан,”Һуңғы һартай”ҙың сал-боронғо ҡатламын төптө иғтибарҙан ситтә ҡалдырып, дөрөҫөрәге, уны, дөйөм әҫәрҙе, бер ҡатламлы ғына һанап, баштан-аяҡ тик ХIV быуат аҙағы ваҡиғаларына — 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер илбаҫарҙарының Дәшт-и-ҡыпсаҡҡа ябырылыуына ғына ҡайтарып ҡалдыралар, ә әҫәрҙең күпмелер кимәлдә Геродот һарттарына, уларҙың илбаҫар Гөрөшкә (Кирға) ҡаршы һуғышыуҙарына ла мөнәсәбәте барлығын хатта баштарына ла килтереп ҡарамайҙар, сөнки был тыйыла ине (тоталитар заманда). Шул уҡ ваҡытта Аҡһаҡ Тимер эҙенән үк яҙыла килмеш сығанаҡтарҙа ул һуғыштарҙың ҡатнашсылары рәүешендә башҡорттоң бер нисә ырыуы аталып та, һарт ырыуы тураһында һис ни әйтелмәүенә лә иғтибар итмәнеләр; Ялыҡ-бейҙең “һартай”лығын да бер шөбһәһеҙ, тәнҡитһеҙ ҡабул ҡылдылар. Ә иң сетереклеһе — “Һуңғы һартай”ҙағы хәл иткес һуғыш урыны (Ағиҙелдең уң яры) ғәмәлдә уны барса ғалимдар, шул иҫәптән Р.Ғ. Кузеев, юрауындағы урын (Иҙел-Волга һул ярындағы Ҡондорса һәм Сирмешән йылғалар аралығы) менән һис кенә лә тура килмәүендә ине. Һәм, икенсеһе, Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәренең тупланмыш төйәге булырға тейешле “Ҡрыҡ-күл” тигән сәйер бер күлдең, сығанаҡтарҙа шул һуғыш яны булараҡ аталып та, тейешле ерҙә юҡлығы, ғалимдарыбыҙҙың уны таба алмайынса баштары ҡатыуында ине. Өҫтәүенә, баяғылары ғына ла етмәһә, Аҡһаҡ Тимер сәфәренең аҙаҡҡаса теүәл һыҙылмыш юл түтәһе лә билдәһеҙ ҡалды һаман. Быны махсус өйрәнеүселәр булманы түгел — булды: “Тимер үткән юлды ентекле билдәләү... Шармуаның “Тимерҙең Туҡтамышҡа ҡаршы экспедицияһы” (1836) тигән хеҙмәтендә махсус тикшеренеү өлкәһен тәшкил итте. Туҡтамыш үҙенең ғәскәрҙәрен Яйыҡтың уң ярындағы (иғтибар итегеҙ: уң ярындағы, ти! — Й.С.) Ҡрыҡ-күл янында тупларға иҫәп тотҡан...” — тип яҙҙы шулай уҡ мәсьәләне махсус өйрәнмеш совет ғалимы М.Г. Сәфәрғәлиев үҙенең китабында (Распад золотой орды. Саранск, 1960, 152-се бит; артабан: М.Г. Сәфәрғәлиев). Тимәк, француз ғалимы Шармуа ла, һәм уға эйәрмеш үҙебеҙҙең Сәфәрғәлиев тә серле “Ҡрыҡ-күл”де Яйыҡ йылғаһының Аҡһаҡ Тимер тоҫҡалып сәфәрләнмеш Азия яҡ һул ярында итеп түгел, ә уның Европа яҡ уң ярында булырға тейеш, тип һанаған, тимәк, ҡайҙалыр Яйыҡ (Урал) менән Иҙел (Волга) араһында; ә теүәлерәге, Иҙелдең Самара бөгәленә яҡын Соҡ, Ҡондорса һәм Сирмешән йылғалары тирәһендә (сөнки, ғалимдарҙың билдәләүенсә, имеш, 1391 йылғы хәл иткес һуғыш тап ана шунда булған). Ләкин ғәмәлдә бармы һуң ул тирәлә ундай күл?.. Ташкент яғынан бында ҡарай сәфәрләнмеш Тимер әгәр ысынлап та шунда уҡталған икән, сәфәрендә ул, башҡорттоң боронғо йөрөп яҡшы шымарған Бохара — Болғар каруан юлы түтәһенән килешләй, Ур һәм Әмбә йылғалары башындағы Моғажар тауы эргәһенән уҙып, Яйыҡ йылғаһын уға уң яҡ ярҙан ҡойған Саған тамағына яҡын хәҙерге Уральск ҡалаһы тәңгәлендә кисер ине. Әммә арҙаҡлы авторҙарыбыҙ бының тап киреһен яҙа: “Алтын Урҙаға был сәфәрендә Тимер Яҫы, Сауран, Ҡарасуҡ аша һәм Һарыһыу йылғалары буйлап урау юл һайлай. Тобол йылғаһына тиклем (төньяҡҡа) күтәрелеп, ул ҡапыл көнбайышҡа борола”. Ни өсөн?

Сәбәбен төпсөрләргә, иң элек Тимер һәм Туҡтамыш-хан шәхсиәттәрен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ҡыҫҡаса барлау зарур.

Билдәле булыуынса, Тимер ҙә, Туҡтамыш та батшалыҡ итеүсе Сыңғыҙ-хан нәҫеленән түгелдәр (әммә Туҡтамыш Сыңғыҙ-ханды ла тыуҙырмыш Ҡиан-Бөрйән [Үҫәргән-Бөрйән] ырыуынан). Тимер, Барлас ҡәбиләһенең (дөрөҫөрәге, башҡорттоң шул ҡәбиләне тәшкил иткән Һалъйыуыт ырыуының булыр, сөнки хәҙерге Һалъйыуыт башҡорттарының ырыу ораны “Барлас”. Ҡарағыҙ: А. Камалов, Ф. Камалова. Атайсал. Өфө - 2001; 408 – 409-ынсы биттәр) Тарағай бәк улы, хәйләкәрлек, мәкер һәм ҡорал көсө менән Мавереннахрҙағы Сыңғыҙ тоҡомдарына арнаулы тәхетте ҡайырып ала. Шул саҡта ул, моғайын, бөтә Шәреҡҡә данлы “башҡорт генералы Ҡазан-хан” (Ә.В. Туған) өлгөһө менән дә рухланып эш ҡылғандыр. Сөнки башҡорт Ҡазан-хан да Хөрәсән, Мазендаран һәм Рәй өлкәләренең солтаны (хәрби гөбөрнаторы) булып ултырғанында 1295 йылда Сыңғыҙ-хан нәҫеле Байду илханға ҡаршы баш күтәреп, үҙенең шул “ябай нәҫел”ле башы менән Иран тәхетенә эйә була бит... Хәҙерге заман башҡорттарының күбеһе, һиммәтле колонизаторҙарыбыҙ әтмәләп-яҙып бирмеш йәки үҙебеҙҙән өгөтләп яҙҙыртмыш ялған тарихты аңдарына һеңдереп, үҙҙәренең ысын тарихтарын да, данлыҡлы бабаларын да бик насар белгәнлектән, ошо башҡорт генералы һәм илханы хаҡында ла махсус иҫкәртеп китеү зарурҙыр (етмәһә, был яҙма геройҙарына ла уның шанлы шәүләһе төшкән).

Бабабыҙ Ҡазан-хан Мәхмүт (4. 11 1271 — 17. 5. 1304), илхан (император) булыуы осоронда (1295 — 1304), Хулагу нәҫелдәре килтереп таҡҡан буддизм урынына Ислам динен ҡайтарып, уны ҡабат Ирандың дәүләт дине яһай. Атаҡлы вәзире Рәшид-әд-дин (тарихсы) ярҙамында ҡоролош һәм сәйәсәт реформалары үткәрә, хәрбиҙәренә башҡорт аҫабалары өлгөһөндә ер беркетә, ә ябай ерекмәндәрҙе, ҡубынмаҫлыҡ итеп (урыҫтарҙың ҡәлғә хоҡуҡлы крәҫтиәндәреләй), үҙ тупрағына бәйләй. “Ҡазан-хан заманында һуғарыу арыҡтары ҡаҙыла, Тебриз ҡалаһы эргәһендә обсерватория һәм госпиталь төҙөлә. 1299 — 1303 йылдарҙа ул Сириялағы мәмлүктәргә (шул уҡ башҡорттарға! — Й.С.) ҡаршы һуғышып, уңышһыҙлыҡ кисерә” (БСЭ). 1403 — 1406 йылдарҙа Сәмәрҡәндкә Тимер һарайына сәфәр ҡылмыш испан илсеһе Руи Гонсалес де Клавихо һорашып белеүенсә, Ҡазан-хан аҙаҡ баш ҡалаһын төньяҡ Ирандан Мавераннахрға (Сыр-даръя буйҙарына) күсергән — Башҡортостанына яҡынайыуылыр инде. Уның вафаты ла, моғайын, шул яҡын тирәлә булған. Тик, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, бөйөк императорыбыҙҙың ҡыу баш һөйәге үҙебеҙҙең Яйыҡ кисеүе янындағы (хәҙер унда Ырымбур өлкәһе Бүртә районының Бурансы ауылы) боронғо башҡорт зиратында әлегәсә ерләнмәгән хәлендә аунап ята, урындағы әҙәмдәр уны “Ҡазан-баш” тип йөрөтә икән. Тыуған яҡ тарихын арымай-талмай өйрәнеүсе билдәле эҙәрмән Ф.Ф. Илбулдин 1972 йылда быға үҙе шаһит булған (Башкирские предания и легенды. Өфө, 1985, 111, 273-сө биттәр). Был уҙаман шул осорҙа шул ерҙәрҙә йөрөп-күреп белеүенсә, Яйыҡтың уң ярындағы Елшанка тигән бер ауылда үҙебеҙсә (төркисә) һөйләшеүсе “ҡыҙылбаш”-һарттар йәшәгән; үҙҙәренең әйтеүенсә, ҡасандыр улар, “Моғажар тауы яҡлап”, Ирандан күсенеп килгәндәр, ә был ауылдары эргәһендә ниндәйҙер “хандыңмы, әллә батырҙыңмы” ҡәбере лә бар имеш... Баяғы испан Клавихо яҙыуынса, “Был императорҙың (Ҡазан-хандың) әсәһе билдәле кеше була, ә атаһы — билдәһеҙ ”, — был да Ҡазан-хандың, хәҙерге ғалимдар уны Сыңғыҙ-хан нәҫеленән[140] булған, тип нигеҙһеҙ раҫлауҙарына ҡапма-ҡаршы, һис тә Сыңғыҙ-хан нәҫеленән түгеллеген күрһәтә, юғиһә атаһы улай “билдәһеҙ” ҡалмаҫ, ә хакимлыҡ ҡылыусы Сыңғыҙ-хан нәҫеле булараҡ билдәле булыр ине. Был бөйөгөбөҙ, бәлки, XII – XIII быуаттарҙа Көн-Өфө-Тура баш ҡалабыҙҙың тәхет эйәһе башҡорт Тура-хандың улы Ҡаҙансылыр?..“Ул (Ҡазан-хан) һуғыштарҙа бәхетле булған, — тип дауамлай Клавихо, — һәм ул бик күп ҡарарҙар, ҡанундар ҡабул ҡылған, был батшалыҡ (йәғни Аҡһаҡ Тимер дәүләте. — Й.С.) әлегәсә шулар буйынса идара ҡылына”. Ошо хәлдең ысынлығы ҡыялатып та раҫлана, сөнки, ти, Клавихо, “Тимерҙең Һарай-мөлк-ханым тип ләҡәпләнмеш өлкән ҡатыны Биби-ханым[141] — әмир Хөсәйендең (Тимер көрәштәшенең. — Й.С.) элекке ҡатыны — Ҡазан-хандың ҡыҙы ине; ә икенсе ҡатыны Томан-аға — әмир Мусаның (башҡорт Иҙеүкәй бүләһенең) ҡыҙы — шул Һарай-мөлк-ханымдың (йәғни башҡорт Биби-ханымдың. — Й.С.) ике тыуған һеңлеһе икән”. Шулай итеп, Тимерҙең күп ҡатындары араһында иң юғары дәрәжәле икәүһе тыумыштары буйынса башҡорт булған. Шуғалыр ҙа, моғайын, Алтын Урҙаның йәш баһадир-ҡасағы — Урыҫ-хан тарафынан үлтерелмеш Маңғышлаҡ Бөрйәндәре бейенең (гөбөрнаторының) улы йәғни Сыңғыҙ-хан менән бер ырыуҙаш Үҫәргән-Бөрйән башҡорто[142] Туҡ-хужа-уғландың улы башҡорт Туҡтамыш-уғлан, шул Урыҫ-хандан ҡасып, Тимер һарайына килеп һыйына һәм унда ифрат йылы ҡабул ҡылына (әлбиттә, бында Тимерҙең илбаҫарлыҡ ынтылыштарына уның башҡорт ҡатындарының туғанлыҡ хистәре тап килгән). Һәм бына ул, меҫкен Туҡтамыш-уғлан, туп-тура Сыңғыҙ нәҫеле булмағаны көйөнсә, Тимер ҡотҡоһо һәм ғәскәре менән тәүәккәл эш ҡылып, атаһын үлтермеш Урыҫ-хан улдарынан Алтын Урҙа тәхетен даулап йөрөй, йөрөй торғас, Балхаш күленә ҡойған Ҡаратал йылғаһы буйындағы ҙур һуғышта баяғы Урыҫ-хан улы Тимер-мөлөк ханды еңеп, хандың үҙен үлтереп, бөйөк Алтын Урҙа тәхетенә менеп ултыра ла тарихта атаҡлы Туҡтамыш-хан булып китә. Туҡтамыш-хандың Иртыштан алып Балтиҡ диңгеҙенәсә, Төньяҡ Боҙло оҡеандан алып Әзербайжанғаса йәйрәгән, шулай уҡ Урта Азияның да төньяҡ өлөшөн үҙ эсенә алған Алтын Урҙа державаһы тора-бара ырамлы ҡеүәтләнеп, заманының тарихсылары яҙыуынса, Туҡтамыш-хан үҙен тәхеткә ултыртышҡан һәм ярлыҡаусыһы һаналған Аҡһаҡ Тимерҙең ҡулы аҫтынан ҡойроҡ тоттортмай һыпырыла башланы. Баш бирмәҫ был үҙ аллылыҡ бигерәк тә Туҡтамыш-хан 1382 йылда уға бойондороҡлолары урыҫ һәм Литва баш бирмәй башлаған Көнбайышҡа дәһшәтле сәфәрләнеп, Мәскәүҙе һуғышып алған, талаған һәм көлөн күккә осороп яндырғандан һуң көсәйҙе; Алтын Урҙа алайҙары Урта Азия ерҙәренә лә барымталар яһағас, ошо ике мосолман дәүләттәре араһы килешмәҫлек ҡырҡыулашты. Йыһангир Тимер илбаҫарҙары нәүбәттәге улъя көҫәп Грузияға ябырылғанда Алтын Урҙаға ҡараған Әзербайжанды, Туҡтамыш-хандан рөхсәт һорамайынса, ғәскәр тылына әүерелдереп бөлдөргәс, шуға яуап итеп, 1385 - 86 йылдарҙағы һуғыш ҡабынып китте. Аҡһаҡ Тимер еңеүҙәрен тасуирлаусы Шәрәф-әд-дин Йезди яҙыуынса, “Ошо ҡыш айҙарында... Туҡтамыш-хан Дербенд аша Тебризгә бик ҙур, 9 Төмән (90 мең. — Й.С.) тирәһе ғәскәр ебәрҙе; уларҙың күпселеге мәжүсиҙәр, ә бөтәһе лә рәхимһеҙ һәм уҫал булып, Яусы (Жучи) ырыуының (йәғни Үҫәргән-Бөрйән ырыуының. — Й.С.) башында бәк-Булат торған 12 уғланы һәм Иса-бәк, Яғлы-бей, Ҡазансы һ.б. әмирҙәрҙең етәкселегендә инеләр”... Иғтибар итегеҙ: үҙебеҙҙең “Һуңғы һартай” монологындағы шанлы Ялыҡ-бей исемен, Яғлы-бей (йәки Яғлы-бай) рәүешендә, беренсе тапҡыр тарихта осратабыҙ! Ул әле алда ла йыш ҡына аталасаҡ, шуға күрә сығанаҡ текстарында ла мин уны, уҡыусыға еңелерәк булһын өсөн, шул башҡорт хикәйәтендә ҡалыплашҡанса, Ялыҡ-бей тип яҙып алып китәмен. Шулай итеп, тарихи сығанаҡтарҙағы Яғлы-бей — үҙебеҙҙең Ялыҡ-бей!



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: