Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 47 глава




Түңәрәк төртөклө пунктир -- Аҡһаҡтимер яуының юлы. Тәреле пунктир -- Кириловтың Ырымбур экспедицияһы юлы. Уҡлы һыҙыҡ -- батша ҡырғынсыларының Ҡасанҡый-салаға (башҡорт яуының төбәгенә) уҙған юлы. 1. Сәнкем-Биктимер. 2. Ҡасанҡый-сала -- батша ҡырғынсылары 1200 башҡортто ҡырған урын. 3. Ҡаҫмарт йылғаһының иҫке үҙәне. 4. Тәре-билдә -- Тирәкле йылғаһы янында Кирилов драгундары Килмәк-Абыз яуы менән һуғышҡан урын. 5. Тәреле түңәрәк-билдә -- Аҡһаҡтимер һәм Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре бәрелешкән урын.

 

Шулай итеп, сығанаҡта асыҡ әйтелеүенсә, Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре, Яйыҡты кискәндән һуң, Туҡтамыш-хандың тәрән тылынан Оло Эйек тамағынаса юлды алты тәүлек араһында үтеп, уҙылған юлы яҡынса 260 км тәшкил иткән. Тимәк, ғәскәрҙәр тәүлегенә 43-45 километр юл үткән — хәлдән килерҙәй эш был.

Йәнә килеп сығанаҡты барлайыҡ: “Шул ваҡытта күҙәтселәр ҡаршы яу яҡтың өс кешеһен тотоп килтерҙеләр”... Был өс яугирҙе эләктергән бәрелеш, урында һаҡланған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, көнсығышҡа табан Һаҡмарҙың уң ярын буйлап Ҡаҫмарт тамағындағы хәҙерге Сәнкем-Биктимер ауылына етеп барған ерҙә Һаҡмар һыулауы ҡаршыһында булырға тейеш; унда, моғайын, шул замандан тороп ҡалған һәм өҫтөнә оҙон ҡылған үҫкән таш бураулы “Әүлиә зираты” бар. Ҡарыйҙар һөйләүенсә, тап ошо урында һыбайлы башҡорт яугире Эйек тамағы яғынан тоҫҡалып килмеш дошман һыбайлылары менән ҡылысҡа-ҡылыс бәрелешкән, шул ыңғайҙа дошман уның муйынын сабып өҙгәс, өҙөлгән башы, тәгәрләп төшөп, урында ятып ҡалһа ла, кәүҙәһе ат өҫтөндә килеш елеүен дауам иткән һәм, байтаҡ ара киткәс кенә, эйәренән ҡолаған. Ул яугир үҙе изге әүлиә булып, ошо рәүешле үлерен дә алдан белгән һәм кәүҙәһе менән башын уларҙың ауған урындарында ерләргә әйтеп ҡалдырған... Ысынлап та, шулай эшләгәндәр ҙә: башы — айырым, кәүҙәһе айырым ята. Олатайым Хисамитдин Шиһабитдин улы Солтанов был изге ике убаны, тауҙан таш сығарып, уратып буралаған: беренсе герман һуғышында йөрөгәндә, ошо мәхшәрҙән әгәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, Әүлиә зиратын таш бурап уратырмын, тип нәҙер әйткәйнем, тип һөйләр ине мәрхүм...

Әлхасил, әүлиәнең өс ҡорҙашы, тарихсы яҙыуынса, тере хәлендә тотолған һәм Тимергә килтерелгән. “Тимер уларҙан һуңғы яңылыҡтар хаҡында һорау алды һәм улар түбәндәгеләрҙә тирҙе: “Туҡтамыш-хан һеҙҙең килерҙе белмәгән, ләкин Йеҙекәйҙең ике яугире һеҙҙең урҙанан ҡасып килеп, уға һеҙҙең ябырылыуҙы еткергән: далалағы ҡом бөртөктәренә һан бар, ә уның ғәскәрҙәренә — юҡ, урмандағы ағас япраҡтарына һан бар, ә уның ғәскәрҙәренә — юҡ, тип әйткән... Был хәбәрҙән Туҡтамыш-хандың йәне үртәлеп, түбәһе төтәгәндәй булған һәм әйткән: “Мин уныҡынан икелетә күберәк ғәскәр йыясаҡмын!” — тигән дә, барса тарафтарға атсапҡын ҡыуып, уң һәм һул ҡанат ғәскәрҙәрен йыйған һәм хәҙер, Ҡоро-күлгә яҡын төпләнеп, йәнә ғәскәр килтерергә ебәргән. — Тимерҙең тарихсыһы, ошоларҙы аҡ ҡағыҙға теркәгәс, Туҡтамыш-хандың отолоуын, ә зирәк Тимерҙең отоуын йәнә лә баҫымлы ҡабатлап ҡуя. — Туҡтамыш-хан, Тимер Яйыҡ йылғаһына килеп етеүе менән уның кисеүҙәренән (баяғы өс кисеү тураһында һүҙ бара. — Й.С.) сығыр тип уйлап, уңайлы осраҡ көтөп, шул юлдарҙы һағаланы. Ләкин Тимер... ул хәлде иҫәпкә алды һәм, йылғаны үр яғынан кисеп, ошонда килеп етте”... Күренеүенсә, Тимер хисабының осо осҡа тура килгән — Туҡтамыш-ханды ул көтөлмәгәнсә һемәйткән.

“Уның (Тимерҙең) зирәк аҡыл иләге аша Туҡтамыш-хандың эш-ҡылыҡтары үткәрелгәс, ул (Тимер), еңеүсе армияһы тулыһынса бер урынға йыйылып бөткәнгә тиклем (тимәк, ғәскәр колонналарының бер килкеһе һаман юлда. — Й.С.), ошо урында (Оло Эйек тамағының һул ярында. — Й.С.) ҡалды. Уң һәм һул ҡанаттарҙы билдәләп, уларға торҙарҙы (дошманға ҡаршы торғоҙмалы күсмә ҡойма. — Й.С.) һәм ур (оҡоп) ҡалҡандарын әҙер тоторға, бөйөктәрҙән бөйөк ыҫтандың әйләнәһен бау тартып үлсәргә лә, һуғышсылар шунда ур ҡаҙып нығынһын өсөн, өлөшләтә бүлеп бирергә, тип бойорҙо”... Оло Эйек тамағынан Һаҡмар буйлап көнсығышҡа барған юлда Һаҡмар яр киртләсенән төньяҡҡа табан һуҙылмыш һәм әлегәсә беленеп ятмыш оҙон ур-соҡор тап шул Аҡһаҡ Тимер уры булһа кәрәк. Ур ҡаршыһындағы уға йәнәш йүнәлешле оҙонса тауҙа, моғайын, күҙәтсе һаҡтар киҙеүләгәндер, ә алғасҡы, байтаҡ алғараҡ китеп, Һаҡмар яры башындағы хәҙер юҡҡа сыҡҡан Хаматау (Хомутовка) утары урынындараҡ нығынғандыр, һәм алғасҡының атлы темеҫкендәре, уғата алғараҡ уҙып, хәҙерге Сәнкем-Биктимер һәм Һунарсы ауылдары араһындағы убалы дала иңендә айҡалғандыр, һәм улар шундай уҡ темеҫкен башҡорт яугирҙәре менән бәрелешеп тә алғандарҙыр, сөнки Бөйөк Ватан һуғышынан саҡ ҡына алдараҡ шул ерҙәге “70 гектар” тигән колхоз баҫыуын һөргәндә ике тыуған ағайым Солтанов Ғаязитдин Камалитдин улы бураҙнала төрәнгә эләгеп сыҡмыш тимер күлдәкте ауылға алып ҡайтып күрһәткәйне. Башҡорт ырымы буйынса, бындай ҡомартҡының һәр киҫәге яуыз көстәрҙән аралағыс тылсым эйәһе булғанлыҡтан, тимер күлдәк, ваҡ киҫәктәргә ботарланып, сәс толомдарына сулпылап тағырға ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына өләшелде (әсәйем Бибисадиҡа Ғәбиҙулла ҡыҙына тейгән өлөш әле үҙемдә һаҡлана).

“Был төндө шул туҡталышта үткәрҙеләр... Шунан ҡубынып, артабан киттеләр һәм һәр туҡталышта шул уҡ ысул (ур ҡаҙып нығыныу) менән һаҡлыҡ саралары күрҙеләр”... “Хаматау граны” тип аталмыш һәм урындағы ике колхоз ерҙәренең “граны” (сиге) булып хеҙмәт итмеш икенсе шундай уҡ боронғо ур баяғы Хаматау утарынан бер саҡрымдай көнсығыштараҡ шулай уҡ Һаҡмар яр киртләсенән тура төньяҡҡа табан тартылған... Дошман менән ара яҡын ҡалғанлыҡтан, йыһангирҙәр алға ифрат һаҡланып, ҡыҫҡа уҙымдар менән тексәйеп бара, тирә-яҡҡа темеҫкендәрен ебәрә. “Ошо сәфәр ваҡытында улар ҙур батҡаҡлыҡҡа һәм һаҙға етте, шунан, ҙур ҡыйынлыҡ, көсөргәнеш менән был бысраҡтан сығып, туҡталыш яһанылар”... Был урында, һис шикһеҙ, хәҙерге Һунарсы ауылының әле ҡороп юҡҡа сыға барған Ҡамышлығолаҡ, Әселеүҙәк, Һаҙлыйылға, Ҡаҙаҡтар сабынлығы һәм бигерәк тә Олобай исемле һәр төрлө күтерҙәргә, батҡаҡтарға, һаҙлыҡтарға бай тирә-яҡ мөхите тураһында бара һүҙ — борон улар әҙәм үткеһеҙ ҙә булғандыр... Әйтелгән был туҡталыш иһә хәҙерге шул Һунарсы ауылы урынында — өс тарафын Ҡаҫмарт менән Һаҙлыйылға уратмыш, дүртенсе яғын Оҙонҡырла, Билән тауҙары кәртәләмеш киң яҫылыҡ иңендә урынлашҡандыр; Тимер ошонан Билән тау аша үҙенең күҙәтсе һаҡтарын, темеҫкендәрен йөрөткәндер, ә Билән башында һағауылы тексәйеп торғандыр... “Шул көндә күҙәтселәрҙең береһе, дошман армияһының өс ҡошаны күренде, тигән яңылыҡ килтерҙе; шунан һуң тағы, баяғылар артынан, йәнә икенсе төркөмдөң пәйҙә булыуын еткерҙеләр”, — ул яугирҙәр, моғайын, Билән тау артындағы Йылан тау артынан — Башҡортостандың хәҙерге Һаҡмар совхозының 4-се фермаһы яғынан килеп сыҡҡандыр. “Шул саҡ ҡаршы яуҙың береһен тотоп килтерҙеләр, һорау алғандан һуң уны үлтерҙеләр* (*Абд.: “Ул (әсир) түбәндәгеләрҙе теҙҙе: “Ҡаршы яу һеҙҙе, аҙығығыҙҙың аҙлығын ишетеп, үҙе артынан артабан төпкөлгәрәк ылыҡтырып алып китергә теләй”. Тимер был меҫкенде үлтерергә бойорҙо һәм Сунжәк-баһадир менән Арғыншаһ-баһадирҙы (шул тарафҡа) темеҫкенергә ебәрҙе. Улар, күпме генә йөрөһәләр ҙә, бер нәмә лә белә алмай, аптырап ҡайтып килделәр. Шул саҡ Тимер үлтерелгән меҫкендең әйткәндәре хаҡ булыуын аңланы. Һис кем төндә ут яҡмаһын һәм киске намаҙҙан һуң ихаталарҙан сыҡмаһын, тигән бойороҡ бирелде”)”... Тимәк, Тимер әлеге сәғәттәрҙә Туҡтамыш-хан төп көстәренең тәғәйен ҡайҙа торғанлығын аныҡ ҡына белмәгән, ә Туҡтамыш-хан, баяғы ҡыҙырып йөрөүсе ғәскәри төркөмдәре артынан ылыҡтырып, Тимерҙе Ҡаҫмарт йылғаһы буйлап үргә — таулы-урманлы Йылайыр ҡыҫығы яғына йүнәлтергә лә, шул “тоҡ” эсендә ғәскәрҙәрен тамам аҙыҡһыҙ ҡалдыртып, кешеләрен йонсоттортоп, артынан ҡаты төйгөсләргә иткәндер, әммә хандың хәйләһе барып сыҡмаған. Шаҡтай шөбһәләнгән “Тимер яңы темеҫкенлеккә (үҙ улы) Мөбәширҙе тәғәйенләне, ҡаршы яу тураһында ниндәй ҙә булһа яңылыҡ белмәй тороп, әйләнеп ҡайтмаҫҡа бойорҙо”... Был яңы темеҫкенлек, күренеп тора, яңы йүнәлешкә киткән: Билән тау итәгендә Һунарсы ауылы яҡлап Ҡаҫмарт йылғаһын һәм йылға аръяғындағы Олобай батҡаҡлығын хәҙерге Шыртуғай моронондараҡ уның иң тар өлөшөнән уҙғандан һуң, нәүбәттәге Аҡма (Ҡаҫмарт тармағы) йылғаһын кисеп һәм, ниһәйәт, ҡаты түтәле Маяҡлы тау итәгенә табан терәп, көньяҡ-көнсығышҡараҡ тауҙы уратып үтеп, ағаслы-туғайлы Һаҡмар һыуының уң ярындағы яҫы тигеҙлек (унда хәҙер Яңы Ғафар ауылы) арҡылы уҙып, һул ҡулдағы тау килтереп ҡыҫҡан тар үҙәндән Ҡараһыу йылғаһына (хәҙерге ЧерНаречка ауылына) табан барғандар... “Мөбәшир... шул барышлайы урманға килеп керҙе, унда алыҫта төтөн күрҙе... Был иһә ҡаршы яу алайы икәне асыҡланғас... өҫтәренә ташланды... Еңеүсе ғәскәр дошмандарҙы еңде, 40 кешеһен әсир алып, солтан тәхете ҡаршыһына килтерҙе...

Тимер... әсирҙәрҙән Туҡтамыш-хандың ҡайҙалығын һорашты. Улар түбәндәгеләрҙе күрһәтте: “Туҡтамыш-хан атсапҡындар аша ғәскәренә Ҡоро-күл янында тупланырға бойорҙо; беҙ, ҡолдары, бойороҡҡа ярашлы, шунда ыңғайланыҡ, ләкин уны тапманыҡ һәм уның билдәләнгән урынға килмәүенең сәбәбен дә белә алманыҡ. Шунлыҡтан беҙ, дала һәм урмандар буйлап ҡыҙыра торғас, ошо бәхетһеҙлеккә килеп ҡаптыҡ”. Улар тамам һөйләп бөткәс, Тимер уларҙы үлтерергә бойорҙо”... Был язаның билдәләре лә тороп ҡалғандай Билән тау итәгендә: Һунарсы ауылынан килә ятҡандағы һул ҡулду беренсе оҙон ҡырла башында тиҫтәгә яҡын һәм һәр береһе 40-50 см ғына бейеклек түп-түңәрәк ҡорғандар сылбыры һуҙыла — әгәр уғата боронғораҡ булмаһалар, Тимер үлтерткән 40 әсирҙең[144] кәүҙәләре, бәлки, шунда яталыр?.. Был меҫкендәр биргән мәғлүмәт Туҡтамыш-хан бойороғоноң ер менән күк араһында аҫылынып ҡалыуын, уның дәүләт ҡоролошоноң йомшаҡлығын, әмирҙәренең әрпешлеген инандыртҡыс итеп фашлай Тимергә: юҡҡамы ни, хан әмере буйынса Ҡоро-күлгә барып та, башҡорт яугирҙәре унда, хандың үҙен һәм Азов менән Болғарҙан эркелмеш ғәскәрҙәрен генә түгел, хатта вәкәләтле әмирҙәренең береһен дә тапмаған, шуға күрә башҡорттоң төп көстәре һаман Һаҡмарҙың уң ярында килеш ҡалған. Ошоно дөрөҫләгәндәй, “Шул ваҡыт бөйөк ғали йәнәптәре ҡаршыһына Мәмәктең (Туҡтамыш-хан әмиренең, булһа кәрәк. — Й.С.) яраланған улын тотоп килтерҙеләр, ул, тубыҡланып, ошоларҙы еткерҙе: “Мин Һарайҙан (Алтын Урҙа баш ҡалаһынан. — Й.С.) хан ҡаршыһына юлландым, ләкин билдәләнгән урында уны осрата алманым, ә башҡа мәғлүмәттәргә эйә түгелмен”... Тимәк, Туҡтамыш-хандың баш ҡалала ҡалдырылған иң юғары һанауниктәре лә үҙ хандарының һәм төп хәрби көстәренең ҡайҙалығын теүәл генә белмәйҙәр — Тимер өсөн ауыҙға өҙөлөп төшөргә торған танһыҡ алма түгелме был?!. Ҡойроҡ тоттортмаҫ дошманды, ниһәйәт, ҡаш мәнән күҙ араһына сығарыу, оҙаҡ көттөрмөш төп бәрелешкә тиҙ дусар ҡылыу өсөн, “Тимер-йыһангир бағауыл хеҙмәтенә Неделе-тархан, Мули, Сайын-Тимер һәм бер нисә ҡыйыуйән менән бергә әмир Хәмит улы Йәләлде тәғәйенләне һәм уларға ошондай бойороҡ бирҙе: “Эркелеп килмеш ҡаршы яуҙы күрһәгеҙ, әгәр улар күмәк булһа, уларға фашланығыҙ ҙа, ҡасҡан булып, артҡа сигенегеҙ, улар, шуға алданып, алға табан уҙһындар. Ниндәй генә хәл тыуһа ла, ашығыс белдерегеҙ”...

Тегеләр юлландылар һәм, батҡаҡтар, һаҙлыҡтар, йылғалар (йәғни Ҡаҫмарт, Аҡма йылғалары һәм улар аралындағы һаҙмат Олобай. — Й.С.) аша үтеп, эркелеп килмеш ҡара яу күрҙеләр, һәм бына унан 15 кеше бүленеп, быларға яҡынланы. Был яҡтан Сайын-Тимер алға сығып ҡаршыланы һәм, тегеләр менән һөйләшеп, кире әйләнде. Был хаҡта Тимергә еткерергә Мәүлиҙе юлландырҙылар... Һәм ул уға эштәрҙең торошон еткерҙе”... Ике яҡ ҡаршы яу парламентерҙарының был осрашып һөйләшеү урыны, моғайын, Һаҡмарға уң ярҙан ҡойған баяғы Ҡараһыу (ЧерНаречка) тамағында булғандыр, ләкин серле һөйләшеүҙең ни хаҡта барғанлығы һис мәғлүм түгел. Ихтимал, Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәренең һаны, ҡоралы һәм ҡайҙарҙа урынлашыуы тураһындағы бик ҡиммәтле дәүләт сере тапшырылғандыр Аҡһаҡ Тимергә, юғиһә Мули шунда уҡ боролоп сапмаҫ, “эштәрҙең торошон” йыһангиргә ашығыс еткермәҫ ине. Әйткәндәй, Тимер сәфәренең тасуирламаларында уның бөйөк еңеүҙәренә Туҡтамыш-хан һарайындағы Тимергә “яҡшылыҡ теләүселәр”ҙең дә өлөш индереүҙәре әйтелә... Ләкин ете үлсәп бер ҡырҡыусан Тимер ошо алынған мәғлүмәттәрҙең дә, һуғышсан темеҫкенеү ярҙамында, ҡылдарын сиртеп ҡарарға — раҫларға йә кире ҡағырға булып, “бөйөктәрҙән бөйөк фарман сығарҙы: әмир Иҫке-Тимергә батырҙары менән бергә юлланырға ла ҡаршы яуҙың ҡайҙалығы, уларҙың күпме, әллә аҙмы килеүе тураһында теүәл мәғлүмәттәр ҡайтарырға һәм бөтә осраҡтарҙа ла һаҡланып, алдан күреп эш итергә. Абруйлы әмир... ҙур һаҙлыҡ һәм ике йылға (баяғы Олобай, Ҡаҫмарт һәм Аҡма. — Й.С.) аша кисте лә Хәмит улы әмир Йәләлгә һәм башҡа ҡарауыл һаҡтарына килеп ҡушылды... Уғата алғараҡ дөрөп, ул түбәлә (хәҙерге Яңы Ғафар һәм ЧерНаречка ауылдары араһындағы 450 метрлы ҡалҡыулыҡта — Й.С.) тороп күҙәткән ҡаршы яу ғәскәрен күрҙе һәм... шуға ҡаршы бер нисә ҡыйыуйән кеше һәм батыр ҡылыссыларҙы ебәрҙе. Шулар хәрәкәтен күреп, ҡаршы яусылар, сигенеп, түбәнән төштө, ә былар иһә ҡаршы яусылар урынына түбә суҡайына менде. Түбәнең теге яғында улар баштан-аяҡ ҡоралланған һәм Тимер көпләнгән, уйһыулыҡта теҙелеп, бәрелешкә әҙер килеш, уңайлы мәлен көткән 30 ҡошан һыбайлыны күрҙеләр. Ошоно иғтибарлағас та, улар шунда туҡталдылар һәм әмир Иҫке-Тимерҙе иҫкәрттеләр, ул иһә шунда уҡ ҡуҙғалып, түбәгә менде лә ҡаршы яу ғәскәрҙәрен барланы. Һуңғылар үтә күп булғанлыҡтан, улар менән һуғышҡа керешеүҙе уңышһыҙ һанап, иң яҡшыһы — һиҙҙертмәй генә кире ҡабат йылғалар аша кисеп ҡайтыуҙы яҡшыраҡ тапты һәм, ғәскәрен ҡайтарып ебәреп, күп булмаған кешеләре менән үҙе ғәскәр артында (һаҡлап) ҡалды.

Дошмандар быларға ярҙамға килерҙәй көстәрҙең алыҫлығын һәм юлдарында күп йылғалар, һаҙлыҡтар барлығын белгәнлектән, улар шунда уҡ әмир Иҫке-Тимергә ябырылдылар. Ғәҙәттән тыш ҡыйыулығын һәм батырлығын егеп, урынында ныҡ торҙо ул, тимер тишер уҡтарының дәһшәте менән бер нисә ҡошанды тотҡарланы һәм шундайын да саялыҡ күрһәтте ки, бөтә булған еңеүсе ғәскәр йылғалар һәм һаҙлыҡтар аша һис зыянлыҡһыҙ үтте. Шул ыңғайҙа осраҡлы рәүештә атына уҡ тейҙе, ул үҙе лә яраланғайны... Шул яралы аты өҫтөндә йылғаны (күрәһегеҙ, кире-ҡабат Аҡманы. — Й.С.) кисте һәм шул саҡ аты арманһыҙланып йығылды, икенсе ат килтерҙеләр уға... Атланырға ла өлгөрмәне... кире ҡаҡҡыһыҙ тәҡдирҙең икенсе уғы был атын да үлтерҙе... Ҡаршы яусылар, өҫтөнлөккә ирешә барып, өйөрләнеп уны уратып алдылар, ләкин был батыр... аяғөҫтө лә ныҡ торҙо... дошмандар уны, кемлеген дә белмәйенсә, үлтереп ташлағанға тиклем һуғышты. Шулай уҡ Йәғәфәр-барлас улы Хөрмәлек, Рамазан-хужа һәм Мөхәммәт-арлат бергә һәләк булдылар”... Ҡаҫмарт менән уның тармағы Аҡма аралындағы шул Олобай морононда башҡорт уҡтары дөмөктөргән был илбаҫарҙарҙың мәйеттәре, әлбиттә, Билән тау итәгендәге Тимер лағырына алып ҡайтылып, оло ҡәҙер-хөрмәт менән ерләнмеш. Ҡыразында баяғы әйтелгән түңәрәк ҡорғандар сылбыры тартылмыш тау оҙонҡырланың Ҡаҫмартҡа ҡараған осло мороно тәңгәлендә, Һунарсынан Билән тауға илткән юлдың уң яғында буйы — 5, арҡылыһы — 3, бейеклеге 1 метр тирәһе тумпайып ятмыш дүрт мөйөшлө ҡорған-уба бар ине, ул, моғайын, Тимерҙең шул дүрт командирының туғандар ҡәберелер. 80-се йылдарҙа унда таш өйөп юлды күтәрткән ваҡытта тарихи дүрткел ҡорған, үкенескә ҡаршы, әллә ҡырсып ташланған, әллә бейек таш юл аҫтында ҡалған...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: