Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 48 глава




Ошо ваҡиғаларҙан һуң, “Тимер шәхсәнә үҙе ҙур булмаған ғәскәре менән йылға (Билән тау аҫтындағы Ҡаҫмарт. — Й.С.) ярына килде, өҙәңгеләре эргәһендә... әмир Хажи Сәйф-әд-дин һәм әмир Йыһаншаһ бар ине”... Был саҡ башҡорттар алайы, моғайын, Олобайҙа — Ҡаҫмарт һәм Аҡма йылғалары аралында уҡ булған. Тимер “ғәскәре йәйәүләнеп, йылғаны кисте һәм, уҡтар атып, ҡаршы яуҙы ҡыуаланы. Был һуғышта Хәмит улы Йәләл, Недиле, Туғай-Мәргән улы Шаһмәлик, Алтыбармаҡ Баязит (3 әсир тотоп килтерҙе) ҡатнаштылар... Тимер, шунан ҡайтып, еңеүсе лағырында туҡталды... Еңеү килтереүсе байраҡтың ошо төньяҡҡа сәфәренә лә инде 6 ай уҙҙы...

Тимер ул урындан иҫән-аман ҡубынып... бер ҡалҡыулыҡта туҡталды (хәҙерге Яңы Ғафар ауылына табан дуғаланып һуҙылыусы баяғы Маяҡлытау армытылыр. — Й.С.). Таң атҡас ул тағы артабан китте (Яңы Ғафар аша Ҡараһыу тарафыналыр. — Й.С.). Туҡтамыш-хан Тимер ғәскәрҙәре килеүен көтөп тормағанлыҡтан, ә ҡаршы яу армияһының һағауыл төркөмдәре, көн һайын күҙгә салынып та, артҡа боролоп китеүҙәре һәм, был осһоҙ-ҡырыйһыҙ далаға олағып, туҡтамауҙары арҡаһында Тимер, батша улдары һәм нойондары менән кәңәшләшеп, ошондай бойороҡ бирҙе: Үмәр-шәйх 20 000 һыбайлы менән алға дөрһөн һәм... Туҡтамыш-ханды, ул мәжбүри туҡталһын өсөн, ҡыуып етһен; Үмәр-шәйх менән бергә әмирҙәр Сүнжәк, солтан-Санжар, Усман, Хәсән-жандар һәм башҡалар юлланһын.

Икенсе көн шундай хәбәр алынды: ике яҡтың алғасҡылары ҡара-ҡаршы яҡынлашҡан (Һаҡмарҙың уң ярындағы яланда — Ҡараһыу тамағы һәм Һаҡмарҙың һул ярындағы Ҡондорса йылға тамағына ҡаршы ер араһында. — Й.С.)...

Тимер... Ғәскәрн теҙҙе һәм... ҡаршы яу өҫтөнә йүнәлде”.

 

 

“18/ VI 1391 й., һарыҡ йылында, 6 көн (яуындан) һуң күк йөҙө асылғас, Тимер-йыһангир Ҡондоҙса * (*ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа Ҡондорса [145]) тәңгәлендә шәхсәнә үҙе ғәскәр төҙөлөшө менән шөғөлләнде һәм уны һуғышсан тәртипкә килтерергә кереште. Ул ошоғаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән рәүешле итеп 7 корпус (ҡул) төҙөнө”, — бындағы ер-һыу үҙенсәлегенә яраҡлаштырылғандыр: уңда — Һаҡмарҙың текә яры, артта (тылда) — Ҡараһыу йылғаһы, һулда — тауҙар, ә алда хәҙерге Бәкәтәр ауылына тиклем киңәйә бармыш ваҡ ҡалҡыулыҡлы дала (Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре шул яҡта)...

Тарихи сығанаҡ буйынса, был һуғыш яланында Тимер ғәскәрҙәре ошолай урынлаштырылған:

1) солтан-Мәхмүт-хан исемендәге бер корпус, Сөләймәншаһ башлығында;

2) төп корпус, батша улы Мөхәммәт-солтан башлығында;

3) Тимерҙең үҙ эргәһендәге батырҙарҙан торған 20 ҡошан (төп корпус артында);

4) уң ҡанаттағы корпус, батша ейәне мырҙа Мираншаһ башлығында;

5) уң ҡанаттың алдында үҙ алайы менән Мөхәммәт-Солтаншаһ;

6) уң ҡанат осондағы флангылағы ғәскәр һәм ополчение, әмир Хажи-Сәйф-әд-дин башлығында;

7) һул ҡанаттағы корпус, батша ейәне мырҙа Үмәр-Шәйх башлығында;

һул ҡанат осондағы флангыла батырҙар алайы, Бирҙебәк-и-Сарбуға һәм Ходадат Хөсәйен башлығында.

“Уң һәм һул ҡанат әмирҙәре — ун меңселәр, меңселәр һәм ҡошансылар, һәр береһе үҙ урынында нығынып, сафтарҙы һуғыш тәртибендә теҙҙеләр; йәйәүлеләр ҙә, атлылар ҙа, ҡалҡандарына ҡапланып, бәрелешкә әҙерләнделәр.

Теге* (*йәғни ҡаршы яу) яҡтан (Бәкәтәр ауылы тарафынан. — Й.С.) һағауылдар күренде.

Туҡтамыш-хан үҙ ғәскәренең үҙәген һәм флангыларын Яусы ырыуының (йәғни Сыңғыҙ-ханды тыуҙырған Үҫәргән-Бөрйән ырыуының. — Й.С.) батша улдары менән биҙәне, йәғни ҙә:

1) Таш-Тимер-уғлан менән;

2) Бик-Ярыҡ-уғлан менән;

3) Ылыҡмыш-уғлан менән;

4) Бик-Булат-уғлан менән;

5) Ғәли-уғлан менән;

6) Сенте-уғлан һәм башҡалар менән; һәм дә әмирҙәр, нойондар менән, йәғни ҙә:

1) Ғәли (Ясури) менән;

2) Сөләймән-суфи-ҡаңғырат менән (башҡорттоң Ҡаңғы ырыуынан. — Й.С.);

3) Науруз-ҡаңғырат менән (башҡорттоң Ҡаңғы ырыуынан. — Й.С.);

4) Аҡтау;

5) Аҡ-Боғай;

6) Урыҫсуҡ-ҡыят менән (башҡорттоң “ата бүре” [ҡыйат — койот] — Күбәләк-Тиләү ырыуынан. — Й.С.);

7) Әсә-бәк, Йеҙекәйҙең ағаһы, менән (башҡорттоң Үҫәргән ырыуынан. — Й.С.);

8) Хәсән-бәк-Һарай менән (башҡорттоң Һарайлы-Мең йәки Сарат-Мең ырыуынан. — Й.С.);

9) Күке-Боғай;

10) Ялыҡ-бей-бәһерин [146] менән (башҡорттоң Үҫәргән ырыуынан, “Һуңғы һартай” хикәйәтенең геройы. — Й.С.);

11) Ҡуңыр-бей һәм Яусы ылыҫының башҡа әмирҙәре, сәрғәскәрҙәре менән”... Күренеүенсә, беҙгә билдәле башҡорт Ялыҡ-бей бында, башҡорт Йеҙекәй һәм башҡалар кеүек үк, Аҡһаҡ Тимер сәрғәскәрҙәренең береһе рәүешендә Туҡтамыш-ханға ҡаршы тора.

Аҡһаҡ Тимер, һуғыш башланыр алдынан дошмандың ҡотон осороу өсөн, үҙенең һыналған психик алымын ҡуллана: ике ҡаршы яу йөҙгә-йөҙ килешеп, бына-бына бәрелешә, тип көсөргәнешле көтөп торғанда, “ул бөтә ғәскәренә кинәт ялға туҡталырға ла сатырҙар ҡорорға бойорҙо. Ошоно күреп, Туҡтамыш-хан был еңеүсе ғәскәрҙең тулыһынса үҙ-үҙен тотошона һәм ғәҙәттән тыш ҡыйыулығына, ҡаршы яу ғәскәренә ҡарап иҫе китмәүенә хайран ҡалды. Ул (Туҡтамыш-хан), бөтәһен иҫәпкә алып, сиктән тыш ҡурҡыу менән үҙ ғәскәре сафтарын һуғыш тәртибенә килтерергә кереште* (*Абд.: “Шул ваҡыт Тимер бөтә ғәскәренә сатырҙарын һәм өшәләктәрен, ҡыуыштарын һәм шаршауҙарын ҡорорға, һәр ихатала берәр йәки икешәр усаҡ яғырға бойорҙо. Ошо уңышлы бойороҡ һөҙөмтәһендә ҡаршы яу яҡтың, ошондай хәтәр мәлдә лә уларҙың сатыр ҡорорға һәм аш бешерергә теләге бар, тип уйлап, ҡурҡыуы арта барҙы һәм Туҡтамыш-хан, тамам ҡото алыныр хәлдә, армияһын һуғыш тәртибенә килтерергә кереште”).

Ике яҡтың да ғәскәрҙәре үҙҙәренең һуғыш һыҙыҡтарын бер-береһенә ҡаршы ҡуйғас, ҡаршы яу армияһы ике — уң һәм һул — флангыла ла был (Тимер) яҡ ғәскәренән бер нисә ҡошанға артығыраҡ икәнлеге күренде...

Тимер... атынан төштө, һәр һуғыш алдынан үтәлеп килмеш күркәм ғәҙәтенсә,...ике раҡат доға уҡып... Аллаһы Тәғәләнән еңеү һәм уңыш ялбарҙы...

Иҫән-аман атҡа менеп, алға ҡуҙғалды.

Ҡаршы яу сафтарын емереүсе ҡыйыуҙар һәм батырҙар күк көмбәҙен һөрәндәре менән ҡалтыраттылар: “лә Илаһи ил-Аллаһ!”, “Аллаһ әкбәр!” Һәм ҡөҙрәт байрағы менән Ислам әләмен юғары сөйҙөләр... Ике яҡтан да барабандарға, дөмбөрҙәргә, шөңгөрҙәргә һуҡтылар һәм хәрби һөрәндәр менән донъяның ҡолағын тондорҙолар. Ошо ваҡыт”... психик ысул менән ҡаршы яуҙың ҡотон осороу иң юғары нөктәһенә тиңәлә: “Сәйет (Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеле) Берке,...Тимер ҡөҙрәтенең көндән-көн артыуын тәбрикләүселәрҙең береһе, ҡулдарын эскерһеҙ доға ҡылырға күтәрҙе һәм, игелекле башын эскерһеҙ яланғасландырып, бөйөк бабаһы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең юғары рух ҡағиҙәһенә ярашлы... изге сүрә уҡыны: “Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланың һеҙгә булған ниғмәтен иҫкә төшөрөгөҙ: кешеләр һеҙгә ҡулдарын һалырға теләгәндә, ул уларҙың ҡулдарын һеҙҙән тотто. Алланан ҡурҡығыҙ! Иман килтергән кешеләр эштәрен Аллаға тәүәккәлләһен!” (Ҡөрьән, V, 11)... Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеле үҙе Тимер яҡлы булып доға ҡылыуы, әлбиттә, ике яҡтың да яугирҙәренә бик көслө һәм, әйтергә кәрәк, психик йәһәттән хәл иткес тәьҫир ҡыла: Тимер ғәскәрҙәре аяуһыҙ еңеүгә рухланып баштарын күтәрһә, Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре сафтарын икеләнеү, шом солғап ала, сөнки бөтәһе лә белә: Мөхәммәт байрағы ҡайҙа — еңеү ҙә шунда.

Һәм бына ул, Сәйет Берке, “...дошмандарҙың йөҙө ҡара булғыры!” тип ләғнәтләп... ҡаршы яу яғына тупраҡ услап тондоҙо (шамансылыҡтың бер ҡалдығы. Й.С.) һәм Тимергә изге фатиха бирҙе: “Теләгән яғыңа йүнәл, һин еңеүсе буласаҡһың!” Шунда уҡ ике яҡтың батырҙары һөжүм дауылы ҡуптарып, һуғыш яланын дөрләтте — ҡабынды ла сатҡыланды һуғыш-бәрелеш уты”... Артабан тарихсы һуғыштың ҡайһылай барышын — Тимер уландарының һәм башҡа сәрғәскәрҙәренең ҡаһармандарса хәрәкәтен ентекләп-ентекләп тасуирлай. Шулар араһында, Тимер яҡлы сафтарҙа, үҙенең ҡыпсаҡ ҡошаны менән ҡыпсаҡ Усман-баһадир һәм үҙенең “сулдуз меңе” (һул ҡанаттың һағауылы) менән Шәйх-Тимер-баһадир фиҙакәр һуғыша... “Еңеүсе армияның бөтә әмирҙәре һәм юлбашсылары ҡаршы тороусы ғәскәрҙәр менән яғалашып, бер осонан икенсе осонаса һуғыш ҡырының тупрағын дошмандарының ҡанына һуғарҙылар”... Ләкин Туҡтамыш-хандың үҙенең әрпешлеге (үҙе үк билдәләгән Ҡоро-күл янына үҙ ваҡытында килеп өлгөрмәүе) һәм ҡайһы бер әмирҙәренең Тимер файҙаһына аҫтыртын эшләүе (хәрби серҙәрҙе уға еткереү) һәм Тимер ғәскәрҙәренең, Һарай баш ҡаланы ситтә торғоҙоп ҡалдырып, икенсе яҡтан тура Башҡортостанға ябырылыуына әҙер булмауы арҡаһында уның яугирҙәренең рухы, еңеүгә ышанысы ҡаҡшағайны шул инде... “Үҙ ғәскәрҙәрендә йомшаҡлыҡ билдәләре күреп һәм Тимер менән һуғышырға көсө етмәүен тойоп, Туҡтамыш-хан был яҡтан (йәғни фронт үҙәгенән. — Й.С.) ситкә тайпылды ла мырҙа (Аҡһаҡ Тимер ейәне) Үмәршаһ ҡаршыһында алышты, ләкин уның ғәскәренең дә ҡаҡшамаҫлығын күреп, унан да сигенде һәм, ғәскәренең күп һандағы әмирҙәре, батырҙары оҙатуында Шәйх-Тимер-баһадир һәм сулдуз меңдәренә ябырылып, һуғышырға кереште”... Тап бына ошо урында һәм сәғәттәрҙә Туҡтамыш-ханға еңеү, ә Тимергә һәләкәт килеү мөмкинлеген тыуҙыра Аллаһы Тәғәлә: илбаҫарҙар сафтары ҡапыл ҡалтырап, артҡа сигенә башлай. Хәлде яҡшы аңлаған башҡорт яугирҙәре, йәндәрен фиҙа ҡылып, дошман өҫтөнә ташҡындай ябырыла, ҡылысҡа ҡылыс бәрелеүҙән, асы әжәл ауаздарынан күк иңрәп, ерҙең аҫты өҫкә килгәндәй була. Һәм шул саҡта Тимер әмире “Шәйх-Тимер-баһадир һәм уның төмәне (ун меңе) ҡаршы яуға күпме генә уҡ яуҙырһалар ҙа, тегеләр (Туҡтамыш-хан ғәскәре), йәндәрен аямайынса, һис нәмәгә лә ҡарамай һәм үҙҙәрен үлемгә дусар ҡылып, бер иле лә сигенмәй, мөстәрен һәм атҡыс һөңгөләрен тырпайтып, һөжүмдәрен бер-бер артлы ҡабатланылар; ниһәйәт, өҫтөнлөккә ирештеләр, күп сулдуз кешеләрен үлтерҙеләр, уларҙың уртаһынан ярып үттеләр һәм, туҡталып, үҙ сафтарын Тимер ғәскәрҙәренең тылында теҙҙеләр* (*Абд.: “Был ваҡытта.. дошман ғәскәрҙәре, Тимер ғәскәрҙәре тылына үтеү һәм Ҡараһыу ярын ҡулда тотоу өсөн, ярып керә башланы”)”... Әммә һәр саҡ тап ошондай хәл иткес мәлдәрҙә Туҡтамыш-ханға тәүәккәллек етмәй ине, был юлы ла ул ауыҙына өҙөлөп төшөргә торған алманы үрелеп ҡаба алманы: яугирҙәре ҡулға төшөргән һынылышты үҙ файҙаһына үҫтермәй, еңеүенән ҡолаҡ ҡаҡты. Уның ҡарауы дошманы иҫен тиҙ йыйҙы: “Тимер ғәскәрен тәртипкә килтерҙе һәм... артҡа борҙо. Уның ҡыйыу хәрәкәтен һәм армияһының ҡөҙрәтен, күплеген абайлаған дошман артыҡ һуғыша алманы, ә, теҙгендәрен бушатып, ҡасырға кереште һәм далаға олаҡты”... Туҡтамыш-хандың, ошолай итеп, һайланма ғәскәрен алып ҡасыуы, әлбиттә, ул үҙе биләп өлгөргән Тимер тылындағы Ҡараһыу тамағы (хәҙерге Черноречка ауылы) тәңгәлендә йәйелеп ятмыш Һаҡмар кисеүе аша булған — ошонан башлап ул дала һыртынан көнбайышҡа Иҙел-Волга ярына еткәнсе “теҙгендәрен бушатып” сапҡан да сапҡан, ә тороп ҡалмыш фронтының тар-мар ҡылынмыш ҡалдыҡтары Башҡортостандың Ирәндек тауҙары тарафына төньяҡҡа тәгәрләгән...

Ҡондорау менән Жултый араһындағы тимер юл буйында Һаҡмар яҡлап, “Һуңғы һартай”ҙағы Ялыҡ-бей йәйләүенең исеме менән аталмыш Сейәлетүбә (Вишневка) ауылы эргәһендә ике бейек ҡорған бар. Улар, бәлки, ошо һуғышта ҡырылғандарҙың айырым-айырым (береһе — башҡорт яугирҙәренең, икенсеһе илбаҫарҙарҙың) туғандар ҡәберелер...

“Тимер еңеүле һәм бәхетле рәүештә туҡталып лағыр ҡорҙо (хәҙерге Бәкәтәр-Йәнсура ауылы тәңгәлендә булырға тейеш. — Й.С.) Һәм үҙенең Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлек бурыстарын... үтәү менән шөғөлләнде... Шунан һуң йәмғе ғәскәрҙең һәр 10 кешеһенән 7-һен һайлап алып, үлемгә дусар ҡылынмыш ҡасҡалаҡтарҙың артынан ҡыуалатты... Ә ул бәхетһеҙҙәрҙең (Туҡтамыш-хан менән бергә киткәндәрҙең. — Й.С.) алдында Иҙел (Волга) йылғаһы, ә артында һәләкәтле мөс ине. Һәм теге яҡтан да ҡасыр-һыйыныр урын ҡалмаған, был яҡтан да кисереү һәм шәфҡәт юҡ. Алдарында уларҙың тәрән Иҙел (Волга) йылғаһы ине. Был бәхетһеҙлек упҡынынан бик аҙҙары еңел ҡотола алды; уларҙың ҡатындары, бала-сағалары, мөлкәте һәм монаяты иһә бөтәһе лә еңеүсе ғәскәр ҡулына төштө”... Тимер өсөн тантаналы ошо ваҡиғалар барышында элекке хан улы Тимер-Ҡотлоҡ һәм уның әсәһе менән бер туған олатаһы Йеҙекәй, Аҡһаҡ Тимерҙән рөхсәт алып, йәнәһе үҙ илдәрен ҡайтанан төҙөр өсөн, Яусы ылыҫында (Башҡортостанда) ҡалалар һәм, Аҡһаҡ Тимер үҙенең иленә ҡайтып китеү менән, аҡыллы һәм әүҙем Йеҙекәй ярҙамында, Тимер-Ҡотлоҡ үҙен Яусы ылыҫының ханы итеп иғлан ҡыла, ә артабан, Туҡтамыш-хан икенсе тапҡыр һәм мәңгелеккә Тимерҙән еңелгәс, шул уҡ Йеҙекәй тырышлығында 1399 йылда Алтын Урҙа тәхетенә лә ултырып ала. Әмир Йеҙекәй иһә ғәмәлдә Башҡортостандың бойондороҡһоҙ хакимына әүерелә (шуға ла ул башҡорт халҡының эпос геройына әйләнгән!) һәм һаман да ханлығынан ваз кисмәгән — һуғышып йөрөп ҡабат тәхеткә ултырған Туҡтамыш-хан менән оҙаҡ йылдар буйына көрәшә (Ә.В. Туған яҙыуынса, был баһадир Туҡтамыш-ханға 15 тапҡыр һөжүм ҡылып һуғышҡан), ошоноң менән ул ханды тамам бөлдөрөп, ул етәкләмеш Алтын Урҙа дәүләтен дә Аҡһаҡ Тимер һәм Мәскәү кенәздәре файҙаһына ҡаҡшата. Шул уҡ ваҡытта Йеҙекәй Урта Азия яҡтарына — үҙенең ҡасандырғы ярлыҡаусыһы Аҡһаҡ Тимер биләмәләренә барымталар яһауҙан да тартынмай. Бар ғүмерен, талаш-тартыштар эсендә ҡайнап, һуғыштарҙа сәсе ағарған был тынғыһыҙ йән 1412 йылда Илек йылғаһы буйында Туҡтамыштың улы Ҡадир-бирҙе-ханға ҡаршы һуғышҡанда үлтерелә. Ә.В. Туған Ибне Ғәрәб-шаһҡа таянып нарыҡлауынса, “Йеҙекәй мырҙа йомарт, көндөҙҙәрен Ураҙа тотоп, кистәрен ғибәҙәт менән үткәрә торған тәҡеүә әҙәм булһа ла, Ислам динен һәм Ҡөрьән хөкөмдәрен тотманы. Бөтә ғүмерен хыянат һәм алдау менән үткәрҙе. Баһадир һәм ғәйрәтле кеше ине, тик бар ғәйрәтен ватанды һәм мәмләкәтте тарҡатыуға сарыф ҡылды”...

Ә 1391 йылғы Башҡортостанға, башҡорттар тар-мар ҡылынған баяғы һуғыш ахырына әйләнеп ҡайтһаҡ, бөйөк еңеүенең бәхетенән ҡомарланған “Тимер-йыһангир, иҫән-аман, ҡаршы яуҙы ҡыуалап китмеш ғәскәрҙәренә эйәрҙе, Иҙел (бында яңылыш яҙылған — “Яйыҡ” булырға тейеш. — Й.С.) ярына килде һәм Уртүбә (Ур йылға тамағы тәңгәлендә Яйыҡтың уң ярындағы тигеҙ ҡалҡыулыҡ, хәҙер унда Орск ҡалаһы урынлашҡан. — Й.С.) солтан лағырына әүерелде”... Йәйҙең йәмле көндәрендә ошонда Тимер рәхәтләнеп ял итә, Башҡортостандың яуға ҡатнашлығы булмаған, тыныс хеҙмәт кешеләрен дә рәхимһеҙ ҡырыу, илдең бер нимәһен ҡалдырмай талау, ә иң аҫыл йәш быуындарын һайлап алып ҡол итеү тураһындағы фармандарын сығарып, шуларҙың теүәл үтәлешен, ҡулға төшөрөлгән мал-мөлкәттең, ҡолдарҙың килтерелеп еткерелеүен көтә. “Тимер бойороғо буйынса төрлө тарафҡа юлландырылған әмирҙәр һәм яугирҙәр Тимер һарайына иҫәпһеҙ-хисапһыҙ улъя — аттар, дөйәләр, үгеҙҙәр, һарыҡтар һәм арбаларҙа бик күп ҡолдар — ҡыҙҙар һәм бала-сағалар менән еңеүле әйләнеп ҡайттылар. Ҡаршы яуҙың Иҙел (Волга. — Й.С.) утрауҙарында ҡотолоу эҙләүселәрҙең бөтәһен тотоп һәм әсир алып, лағырға килтерҙеләр. Еңеүле ғәскәрҙәр был данлы еңеүҙә шундайын ҙур табышҡа эйә булды ки, уның иҫәбе-һанының осона сығыу мөмкин түгелдер. Бөйөктәрҙән бөйөк урҙаның ошоғаса хатта үҙ тамағын да туйҙыра алмаған кешеләренең дә ҡулында шул тиклем дә күп аттар һәм һарыҡтар тупланды ки, кире боролоп ҡайтып киткән саҡта, ул көтөүҙәрҙең һәммәһен әйҙәү хәлдәренән килмәгәнлектән, ҡайһыларын ғына алып киттеләр, ә ҡайһыларын ташлап ҡалдырҙылар...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: