Геродот: “ниһәйәт, Ҡоросҡа Мисия атсапҡындары килде һәм ошолай тип әйтте: “Батша! Еребеҙҙә бик ҙур ҡабан пәйҙә булды, ул баҫыуҙарыбыҙҙы бөлдөрә... Үтенәбеҙ... Еребеҙҙе был бәләнән ҡотҡар” (I, 36).
Иҫкәртмә. Ялыҡ-бейгә атсапҡын килгән “Бараҡ аймағы” шулай уҡ Ҡоросҡа атсапҡын ебәргән Геродот Мисияһына тап килә, сөнки “Бараҡ” — шул уҡ “Фараҡ”, ә Мисияла Фараҡиянан күсенеп килмеш Фараҡ аймағы йәшәгән (Геродот, 578-се бит).
Һуңғы һартай: Ялыҡ-бейҙең улдары тыуған ерҙе һаҡлап үлә.
Геродот: Ҡорос батшаның улы тыуған ерҙе һаҡлап үлә (I, 43).
Һуңғы һартай: Туҡтамыш-хан менән уның әмире Ялыҡ-бейҙең ғәскәрҙәрен тар-мар ҡыласаҡ Тимер ғәскәрҙәре дөйәләргә атланып килә, ә башҡорттарҙың атлы ғәскәре бөтә донъяға билдәле.
Геродот: Һарт батшаһы Ҡорос ғәскәрҙәрен тар-мар ҡыласаҡ Гөрөш (Кир I) ғәскәрҙәре дөйәләргә атланып килә, ә һарттарҙың атлы ғәскәре бөтә донъяға билдәле (I, 80).
Һуңғы һартай: һуғыш алдынан Ялыҡ-бей, уңышһыҙ рәүештә, Хөсәйен-бәк һәм Ҡәҙер-әл-Ислам изге ҡорамдары оракулдарына өндәшә.
Геродот: һуғыш алдынан Ҡорос батша, уңышһыҙ рәүештә, Дельф һәм Эфес изге ҡорамдары оракулдарына өндәшә (I, 47).
Һуңғы һартай: дәһшәтле һуғышта башҡорттарҙың хатта аттары ла “йыш ҡына дошмандың йөҙөн тешләр өсөн үрәпсеп-ҡарғыны”.
|
Геродот: дәһшәтле һуғышта һарттарҙың хатта аттары ла “үрәпсеп-ҡарғып, дошманды тояҡтары менән төйә һәм тештәре менән тешләй” (ү, 111) ине.
Һуңғы һартай: беренсе бәрелештән һуң “һарт” Ялыҡ-бей сигенә.
Геродот: беренсе бәрелештән һуң һарт Ҡорос батша сигенә (I, 77).
Һуңғы һартай: нәүбәттәге бәрелештәр һөҙөмтәһендә Ялыҡ-бей үҙенең барлыҡ нәмәләрен юғалта һәм ҡаңғырып йөрөүсе байғошҡа, “һуңғы һартай”ға әүерелә.
Геродот: нәүбәттәге бәрелештәр һөҙөмтәһендә Ҡорос батша барлыҡ нәмәләрен юғалта һәм ҡаңғырып йөрөүсе байғошҡа, “һуңғы һартай”ға әүерелә (I, 86-87)...
Башҡорт хикәйәтендә лә, Геродотта ла (I, 85) геройҙың кесе улының үлеме ентекле тасуирланмай, әммә кесе уғланға атаһының нескәлекле ҡыҙғанып-һөйөп ҡарау хистәре сағыла...
Иң ҙур айырма шунда: бер тарихтың геройы батша булһа, икенсеһенеке бей, — ни өсөн? Һәм ғәмәлдә икеһе ике ырыу башҡорто була тороп, ниңә бер ырыуға — һартҡа ҡайтарып ҡалдырыла?.. Асылда һарт Ҡорос тураһындағы Геродот тарихын үҙгәртеберәк күсермә йәки ялған-әтмәләнеш (компиляция) түгелме был “Һуңғы һартай”?..
|
Ләкин ХIV быуат аҙағының шау тарихи ваҡиғалары һәм Геродот геройы яҙмышы менән ғәжәйеб тә ҡатарлыҡлы шул дәүер геройы Ялыҡ-бейҙең уйлап сығарылмаған реаль яҙмышы — бер-береһенә ныҡ оҡшаһалар ҙа, икеһе ике дәүерҙең тарихи шәхестәре булыуы — был шикте алып ташлай. Әйткәндәй, ысын башҡорт тарихының башына һуҡмыш ул тоталитар заманала сыуаш Касьяновҡа, юҡты бар ҡылып, “башҡорт ғорурлығы” әтмәләп биреүҙең мәғәнәһе юҡ ине һәм авторы өсөн төптө файҙаһыҙ, хатта зыянлыҡлы ине — юҡҡамы ни ҡулъяҙмаһы шунда уҡ архив ҡәберлегенә һалынған... Минеңсә, өҫтәрәк фараз ҡылыуҙар дөрөҫләнә: халҡыбыҙ ҡулында бик боронғо замандарҙан уҡ күсерелеп килмеш Ҡорос батша монологы рәүешендәге шәжәрә хитабы булған; үҙ заманында Геродот та, һәм “Ялыҡ-бей монологы”ның ижадсыһы ла әҫәрҙәрен шуға таянып яҙған. Был иһә “тарих атаһы”ның эшләү ысулына яраша, сөнки, В.Г. Борухович яҙыуынса, уның хеҙмәтенең төп сығанаҡтары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: ул үҙ ҡолағы менән ишетеп белгәндәре; уға башҡаларҙың яҙыуынан мәғлүм булғандары (Геродот, Ҡушымта) һәм йәнә:
|
1. Геродотҡа “Ҡоростоң Дельфтәге арнауҙары яҡшы билдәле булған (I, 51). С.Я. Лурьеның хаҡ киҫәтеүенсә, “Дельф өсөн “үҙ кеше” әҙип кенә эйә була ала бындайын мәғлүмәткә” (466 — 467-се биттәр).
2. “Ул (Геродот) үҙ заманының бик күп әҙәби әҫәрҙәре менән таныш булған... Боронғо ҡайһы бер авторҙар хатта, ул һүҙмә-һүҙ Гекатейҙан күсергән тип, Геродотты плагиатлыҡта ғәйепләргә лә маташҡандар, ләкин, легран иҫкәртеүенсә, Геродот фәҡәт уҡымышлы кеше булған” (481-се б.).
3. “Ниһәйәт, Геродот доҡументаль мәғлүмәттәрҙе — Аҡман тоҡомо (ахеменид) батшаларының грек теленә тәржемәләнмеш һәм Кесе Азияның грек ҡалаларына таралмыш рәсми доҡументтарын файҙалана алған” (482-се бит).
4. Геродот үҙе киҫәтә: тулайым үҙенеке булған был хеҙмәттә (I, 1) уның ғына түгел, ә башҡаларҙың тикшеренеүе лә урын алырға мөмкин (II, 118 — 119). Һәм Геродот файҙаланған мәғлүмәттәр араһында “шул ҡаланан алынған ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булыу ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай” (483-сө бит). Шундай яҙма мәғлүмәттәр араһында Гөрөш (Кир I) тарафынан тар-мар ҡылынған Һарт батшаһы Ҡоростоң яҙып ҡалдырғандары ла булыуы бик ихтимал. Миңә ҡалһа, мәсьәләне ошолай төпсөрләтмәй, башҡорт филологтарының һәм тарихсыларының аңын бығаулаусы төп сәбәп — башҡорттарҙы һәм башҡа төрки халыҡтарҙы тарихһыҙ һәм мәҙәниәтһеҙ ҡырағайҙарға һанаусы европоцентрист остаздарҙың күрһәткән юлынан ситкә сыға алмауҙыр... Төрки затлы тикшеренеүселәрҙең ошолай ҡатып ҡалғанлығын заманында академик Н.Я. Марр әсенеп иҫкәрткәйне: “...Донъя өҫтөнән хакимлыҡ ҡылыусы сит ил мәҙәниәттәренең һәм телдәренең ижади ҡеүәттәрен самаларҙан сығарғансы арттырып баһалау төрки халыҡтарының үҙҙәренең хатта үҙ мәҙәниәттәрен булдырыуҙағы ғына ла әһәмиәттәрен шул тиклем түбәнәйтте, йәшермәй әйтәйек — түбәнһетте ки, был хәл уларҙың телмәрҙәренең хатта техник сараларының да үҙҙәренеке икәнлегенә, һәм дини-табыныу терминологияһының да, башҡаларҙан алынмай, үҙ аллы хасиллығына ышанмаусанлыҡ тыуҙырҙы. Һөҙөмтәлә бәхәслекһеҙ ысын төрки һүҙҙәр ҙә бәйһеҙ фантазия теҙмәләре һәм юрауҙары объектына әйләнде: уларҙың тик сит яҡтарҙан ғына алынғанлыҡтарын иҫбатлар өсөн барыһын да эшләргә әҙер улар” (Н.Я. Марр. Избранные отрывки из работ. Л., 1933, 54-се бит). Йәғни үҙебеҙҙең “ҡырағайлыҡ”ҡа инандыртылғанбыҙ тамам...
Шулай итеп, алдыбыҙҙа Туҡтамыш-хан һәм Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренең Өфө ҡалаһы янындағы дәһшәтле һуғышының билдәһеҙ автор “Шәжәрәт әл-әтрәк”тә яҙып ҡалдырмыш тулыраҡ тарихы бына; бөйөк әмир Ялыҡ-бей ҙә шунда үҙенең һуңғы һуғышын һәм һулышын кисергән тарихнамәнән тейешле урынды күсереп биргәнгә тиклем, һәм ул яҡшыраҡ аңлашылһын да өсөн, Туҡтамыш-хан шәхесе тураһындағы икенсе бер Аноним Искәндәр яҙып ҡалдырмыш тасуирламаны ҡарайыҡ: “Әсәһе уның Ҡаңырат (Ҡаңы -ир-ат, Ҡаңғы. — Й.С.) ырыуынан ҡатын-Көнсәк (Көнәсәк, ә тулы исеме Алкөнәсәк. — Й.С.) булған. Һәләтле, батыр, әҙәпле, сибәр батша ине ул. Уның ғәҙеллеге һәм яҡшы холҡо бөтәһенә лә билдәле (бәлки, уның рәхимһеҙ заманында ошо сифаттары һәләк иткәндер ҙә уны?!— Й.С.). Ләкин Тимер (мәкерйән-яуыз һәм тиран. — Й.С.) һарайына ҡарата игелекһеҙлеге (уның Алтын Урҙаға ҡул һуҙыуына ҡаршылығы. — Й.С.) арҡаһында бөтә ошо яҡшы сифаттары һәм күркәм үҙенсәлектәре юҡҡа сыҡты һәм һәләк булды. Ошолай булды был: Тимер, уны ихтирам итеүе сәбәпле, батшалыҡтың ҡайһы бер эштәрен уның менән бергә тикшерҙе, уға донъяны яулап алыу һәм уның өҫтөнән хакимлыҡ ҡылыуҙың ҡайһы бер серҙәрен татып белергә мөмкинлек бирҙе. Уның тәбиғәте быны һыйҙырманы (сөнки ул үҙ ватанының ҡурсалаусыһы ине. — Й.С.) Һәм ул ошо мәсьәләләрҙә үҙ остазы менән ҡарыулашырға теләне. Был барып сыҡманы... Ул кеше йәшәгән төньяҡтың ҡырыйы Либка (Литва. — Й.С.) сигенән алып Ҡаф (Ҡафҡаз. — Й.С.) тауҙарынаса бөтә ылыҫ өҫтөнән хакимлыҡҡа иреште һәм солтан Берке Һарайын үҙенең баш ҡалаһы яһаны. 17 йыл буйына ул хан тәхетендә ултырҙы, шунан һуң иһә, Тимергә ҡаршы бунт күтәреүе һәм игелекһеҙлеге арҡаһында, һәләк булыу һәм юҡҡа сығыу сигенә етте ул, йортон һәм һарайын юғалтты (тап боронғо Һарт батшаһы Ҡоростай. — Й.С.) һәм, аҙаҡ килеп, 1405 йылдың 28 июнендә Тулин(Төйлән йылғаһы — Димдең һул ҡушылдығы. — Й.С.) буйында тәбиғи үҙ әжәле менән үлде”...
Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре менән һуңғы һуғыш тасуирламаһы — “Шәжәрәт-әл-әтрәк”тән:
1395 йылдың йәйендә (кәкүк һаҡауланған саҡ, тип әйтелә “һуңғы һартай”ҙа ла. — Й.С.) Ағиҙелдең уң ярында Өфө ҡалаһы янындағы “Һуңғы һуғышта ул, Туҡтамыш-хан, күпмелер түҙә алды (ныҡ ҡаршы торҙо, тип яҙырға ҡулы бармай! — Й.С.), һөҙөмтәлә бер нисә көн буйына ул һуғыш яланында һөжүм артынан һөжүмгә күсте.
Әйтеүҙәренсә, ошолай барҙы был һуғыш: Тимер-гүрхандың уң ҡанат ғәскәре көн һайын Туҡтамыш-хандың һул ҡанат ғәскәрен бирештерҙе; һәм шул уҡ рәүешле Туҡтамыш-хандың уң ҡанат ғәскәре (Ялыҡ-бей етәкселегендә. — Й.С.) Тимер-гүрхандың һул ҡанат ғәскәре ҡаршыһында өҫтөнлөк итте...
Туҡтамыш-хан, үҙ державаһының бейҙәре менән кәңәшләшеп, үҙ ғәскәре сафтарында үҙгәртеп ҡороу һәм күсереп ҡуйыуҙар әмәлен төҙөнө. Һул ҡанатта булған кешеләр бөтәһе лә яраланған һәм рухтары һыныҡ ине; шуға күрә ул үҙенең уң ҡанатындағы Ялыҡ-бай [151] -баһадир-бәһерингә (“бәһерин” — бүре-әсә тоҡомо йәғни Үҫәргән ырыуы кешеһе. — Й.С.), бәһериндәр (үҫәргәндәр. — Й.С.) ылыҫы башлығына, — ә Оғуз-хан заманынан уҡ был ҡәбилә уң яҡ кешеләре һанала ине, — һул яҡҡа күсергә бойорҙо, шул рәүешле, иртәнсәк һуғышҡа кергәндә, Бәһерин (Үҫәргән. — Й.С.) ҡәбиләһе һуғыш ҡырына һул ҡанат сафында барырға тейеш булды.
Донъяны яҡтыртыусы Көн... Дарья ҡапҡаһынан башын сығарғас, хан фарманына ярашлы рәүештә, Ялыҡ-бай-баһадир-бәһерин үҙ иле һәм ылыҫы менән һул ҡанатҡа күсте лә һуғышҡа әҙерләнде. Тимерҙең уң ҡанат ғәскәрҙәре батырлығынан Туҡтамыш-хандың рухы ҡаҡшаған һәм бөлдөрөлгән һул ҡанат ғәскәрҙәре, көндәгесә, беренсе атаканан уҡ ҡаса башланылар (уларға беркетелгән Ялыҡ-бей ғәскәренән башҡалары. — Й.С.).
Тимер-гүрхан уң ҡанатының әмир Усман (башҡорт-ҡыпсаҡ. — Й.С.) исемле башлығы, биш быуын аша Ҡарасар-нойон[152] нәҫеле, һуғыш ҡырына үҙе атын елдерҙе, ә Туҡтамыш-хандың һул ҡанаты яғында Ялыҡ-бай-баһадир-бәһерин алыша һәм уның ылыҫынан башҡа бер кем дә ҡалмағайны (башҡорт Усман башҡорт Ялыҡ-бейгә ҡаршы һуғыша. — Й.С.).
Әйтеүҙәренсә, шул көндә Ялыҡ-бай-баһадир-бәһерин үҙенең балалары, туғандары менән бәхилләшеп килгән, үҙ бунсығы (тыуы) һәм байрағы төбөндә аты өҫтөндә ултырған килеш, атының тояҡтарына сылбыр тартырға бойорған (ғәскәре уның, бер аҙым да сигенмәйенсә, һуғышып үлергә тәүәккәлләүен күрһен өсөндөр. — Й.С.).
Әмир Усман осраҡлы рәүештә Ялыҡ-бай-баһадир-бәһерингә ташланды, улар бер-береһенә сәнсешеп тә һуғышып бәрелеште.
Ялыҡ-бай-баһадир-бәһериндең атының тояҡтары сылбырлап тартылғанлыҡтан, был кесе ҡиәмәт көнөндә, сылбырҙары ҡамасаулау сәбәпле, ул (ат) баштүбән тәкмәсләне. Был саҡ ике баһадирҙың да ҡулдары бер-береһенең яғаһынан матҡып алғайны; аттың мәтәлеп-ҡолап китеүенән һәм кәүҙәләренең, ҡоралдарының ауырлығынан ике баһадир ҙа аттары өҫтөнән ергә ауҙы. Тәңре ҡушыуы буйынса, шулай килеп сыҡты: әмир Усман Ялыҡ-бай-баһадир-бәһерин өҫтөнә ҡоланы. Шул саҡ әмир Усман, форсаттан файҙаланып, Ялыҡ-бай-баһадир-бәһериндең башын кәүҙәһенән айырҙы.
Ошо мәл ике яҡ яуының диңгеҙе тулҡынланып, бөтәһе лә ошо баш тәңгәленә ишерелде.
Ике яҡ яу барыһы бергә буталды; Ялыҡ-бай-баһадир-бәһериндең бөтә булған яҡлылары һәм бөтә ылыҫы Ялыҡ-бай башын алырға тип ҡырҡышты, ә Тимер-гүрхан яуы кешеләре уны бирмәҫкә тырышты.
Әйтеүҙәренсә, был көндә үлектәрҙән тауҙар өйөлдө, ләкин Тимер-гүрхан яғынан үлеүселәр күп булманы; ә Туҡтамыш-хан яғынан үлеүселәрҙең иҫәбе-һанын Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә.
Әйтеүҙәренсә, Ялыҡ-бай-баһадир-бәһериндең мәйетен, ниһәйәт, бәһериндәр ылыҫы тәңгәленән күкрәктәре ҡаранан тимер күлдәкле, аҡбуҙ[153] аттарының муйынына аҡ ҡотастар (ҡот билдәләре) тағыулы 800 йәш егеттең үле кәүҙәләре аҫтынан һөйрәп сығарҙылар (тимәк, баһадирҙың мәйетен дошмандар алған. — Й.С.).
Ә әле әйтелгәндәрҙән башҡа төҫтәге кейемле һәм ҡиәфәтле мәйеттәрҙе һанаманылар; башҡа төҫ кейемлеләрҙең иҫәбен-хисабын Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә.
Ышаныслы тарихтарҙа яҙылыуынса, ул көндә, күренеп тора, кесе ҡиәмәт көнө ҡупҡан.
Шул көндән башлап бәһериндәр (Үҫәргәндәр. — Й.С.) Ылыҫы үзбәк (йәғни асабаҡ-башҡорт. — Й.С.) солтандары ҡоролтайҙарында һул яҡтан урын алды, монгол телендә ул — жуңғар, ә төркисә солғол (һул ҡул) тип йөрөтөлә; элегерәк иһә, үҙ туғандары ҡаңыраттар (ҡаңғылар. — Й.С.), наймандар, йылайырҙар, уйшундар һәм башҡалар кеүек үк, был ҡәбилә лә уң яҡта булды һәм ултырҙы, монгол телендә уны — уңғар, ә төркисә оңҡул (уң ҡул) тип атайҙар.
Был ылыҫтың ҡеүәтһеҙлегенә сәбәп шул (һуғыш) булды, юғиһә был ҡәбилә Ҡаңырат (Ҡаңғы. — Й.С.) һәм Найман ҡәбиләләренән икеләтә артыҡ булыр ине (тимәк, баяғы һуғышта үҫәргәндәрҙең яртыһы ҡырылған, шуға күрә улар аҙ һанлы булып ҡалған. — Й.С.).
Ышаныслы сығатай тарихтарында яҙылыуынса, Ялыҡ-бай-баһадир-бәһеринде үлтергәненән һуң, Тимер-гүрхан әмир Усман исеменә “баһадир” дәрәжәһе ялғаны һәм уны “наханғар”* (*йәғни кроҡодилдарҙың боғаҙынан алыусы) ләҡәбе менән бүләкләне.
Әйтеүҙәренсә, ошонан һуң Туҡтамыш-хан бер ваҡытта ла билен быуа* (*һуғышҡа бара) алмаған. Ә ҡайһы бер оҙонҡолаҡтар әйтеүенсә, Туҡтамыш-хандың был еңелеүенә уның бөйөк әмирҙәренең Тимер-гүрхан яғына ауышыуҙары сәбәп булған, ә дөрөҫөн белеү Аллаһы Тәғәлә ҡулында”... Йәғни Туҡтамыш-хан әмирҙәре араһында уның хәрби серҙәрен һатыусы Тимер шпиондары мыжғыған.
Шул 1395 йылда еңелгәндән һуң, Туҡтамыш-хандың ғүмер ҡояшы байыуға табан ыңғайлай һәм ул инде йыһангиргә ҡаршы сығырлыҡ көскә эйә була алмай. Ә йыһангир Аҡһаҡ Тимергә килгәндә, Өфө янында еңгәндән һуң ул үҙенең алайҙары менән Ағиҙелдең һул ярынан көньяҡҡа буйлап китеп, осраған һәр бер тере йәнде бөтөрә ҡырып, ә байлыҡтарҙы талап, Ағиҙелдең көньяҡ бөгәле тәңгәлендә, һулға ҡырт боролоп, көнсығышҡа — Ирәндек тауҙары тарафына (Башҡортостанға тәүге сәфәрендә Яйыҡты кискән тәңгәлгә) борола. Шәрәф-әд-дин Йезди яҙыуынса, “еңеүсе ғәскәр йылғаның ошо яғынан юлланып, Дәшткә беренсе (Башҡортостанға 1391 йылғы) сәфәр ваҡытында йылғаның теге яғынан (йәғни Ағиҙелдең көньяҡ бөгәленән көнсығыштараҡ. — Й.С.) килеп еткән урынға барып сыҡты, ә юлдағы бөтә булғанды таланы. Был урын “ҡараңғылыҡ иле”нән (төньяҡ ҡотоптан. — Й.С.) Йыраҡ түгел... Еңеүсе армия был юлы ла Дәшт-и- ҡыпсаҡтың ҙур өлөшөн таланы, — тип өҫтәкләп тә ҡуя Йезди. — Ҡурай (Кура, Тереккә ҡоя. — Й.С.) йылғаһы буйында обоздарға башлыҡ итеп торғоҙоп ҡалдырылмыш һәм уларҙы ғәскәр артынан бында килтерергә тейешле мырҙа Мираншаһ (Тимер ейәне. — Й.С.) һәм эргәһендәге әмирҙәре Тимергә Юлыҡлыҡ-үҙәклек (Юлыҡ ауылы, Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районында. — Й.С.) тигән ерҙә тау үҙәгендә килеп юлыҡтылар[154] (ҡушылдылар). Был уңышлы сәфәр ваҡытында батша улдарының һәм өлкән әмирҙәренең күбеһе ғали йәнәптәре эргәһендә булғанлыҡтан, Тимергә бәхетле тәҡдире һаҡлыҡ саралары күрергә иҫкәртте һәм, шуға күрә бирелгән, үтәлеше мотлаҡан әмере буйынса, мырҙа пир-Мөхәммәт 6000 һыбайлы менән Шираз баш ҡалаһына ҡайтырға сыҡты, ә әмир Шәмс-әд-дин Ғаббас 3000 кеше һәм үҙ төмәненә кергән Ғияс-әд-дин-тархан менән баш ҡала Сәмәрҡәндкә ашығыс йүнәлде (Башҡортостанға ҡылынған беренсе сәфәр юлы буйлап. — Й.С.)”... Булыры ихтимал бәлә-ҡазанан тылын шулай аралап, Тимер үҙе һайлап алынмыш ғәскәре менән оҙон ҡышты үткәрергә Башҡортостан болғары еренә (Кама тамағына) китте. Талап алынған иҫәпһеҙ-хисапһыҙ малды ейеп, ҡыш буйына кинәнеп ял иткән “Тимер-йыһангир сысҡан йылына тап килмеш 1397 йылдың яҙында Боғаҙҡум (Боғаҙ-Ҡума, йәғни Кама йылға тамағы. — Й.С.) ҡышлауынан иҫән-имен ҡубынды ла Дербенд менән Әзербайжан тарафына юлланды”... Ә.В. Туғандың һүҙҙәре менән әйткәндә, “бынан һуң Туҡтамыш-хан янында ҡалған ғына ғәскәре менән яландарға (сәхрәләргә) ҡыҫырыҡлап сығарылған “ғәрәп батша” булып торҙо ла ҡалды. Үҙенең ханлығын ҡайтарып алырға ни тиклем тырышып ҡараһа ла, аслан файҙа булманы”... Ләкин бөйөк Туҡтамыштың һаман рухы һынмаған, йөрәгендә уты һүнмәгән, үсе ҡанмаған ине: “Үс алдым. Дошмандарым ҡарағоштан ҡурҡҡан үрғуяндан яманыраҡ ҡурҡа ине минән. Суҡмарымды һелтәмәҫ борон һырт биреп ҡасалар ине. Бүре олоуын ишетеп ҡалтырай башлаған йәш аңра ҡолон кеүек, улар минең исемемде ишетеү менән ҡалтырап төшәләр ине.