Шаулай урман,шаулай урман,




.........

Ә шулай ҙа көнө төштө бит Гәүһәр еңгәмден үҙемә. Алыҫ ҡалаға туғанының туйына саҡырыу алғас, йүгертеп килеп тә инде.

— Фәриҙә килен, ҙуур йомош үҙеңә...

— Юҡ юҡ, йомош үтәр яйым юҡ,- тигән булам көлөмһөрәп, үҙең еңгә бер ҙә минең йомошто тыңламаның әле...

Еңгәм аптырап йылмайыыып ҡарап торҙо ла, һинеңсә булһын тигәнде аңлатҡандай ҡулын һелтәп ҡуйҙы.

--Ныу, еңмешһең дә бит килен, ярай тыңлашам, тик туйҙа йөрөп ҡайтҡааас һөйләрмен яйлап. Һыйырҙарҙы һауһаң, ҡалғанын ҡыҙҙар ҙа ҡарар, һөтөн үҙеңә ал, йә һөт йыйыусыға тапшырырһың, үҙең беләң уныһын.

Гәүһәр еңгәм киткәс ҡунаҡҡа, иртәләр шым, шыҡһыҙ кеүек тойолдо. Һыйырҙары ла күҙҙәрен таһырайтып мине ҡарай ҡарай һауҙырҙылар, йырсы хужабикә ҡайҙа икән, тинеләрме әллә. Ауыҙ эсенән мөңрәп тә ҡараным, өйрәнмәгәс ни, моңом әүеҫтек тирәһенән ары китмәне...

Өс дүрт көндән таңдағы моң "терелде ". Көтәүелләп кенә еңгәм менән бер мәлдә һыйыр ҡыуырға сыҡтым. Башын баҫып, моң солғанышында бара әллә һаман үҙе, аҙымдары ла һәлмәк кенә. Тертләтергә өркөп:

— Гәүһәр еңгә, һауғынамы,-тием.

— Эй, һине генә уйлап бара инем Фәриҙә килен, һаумын һаумын...бурыс аҫтың да ҡуйҙың бит муйынға, ҡалайтып ҡына атҡарырға тип баш ватыуым әле.

Һыйырҙарҙы көтөүсегә тапшырып өйгә боролоуға еңгәм ҡултыҡлап алып уҡ:

— Әйҙә, Ҡыҙҙар түбәһенән өйрөләйек. Былай ғына ҡайтыр юлға һыймаҫ кеүек тарих, - тине.

Алсаҡланып, асылып китеп, үҙ иркендә һүҙ алыуына еңгәмдең бытый телемде "тошап " шым ҡалдым.

...Йәшлек һәр кемдә лә үкенестәр ҡалдыралыр ул. Яңы уҡыу тамамлап ҡалаға экзамен тапшырып йөрөүем. Йыр буйынса киткем килде, яҡын ҡалаға барып(әсәйем алыҫҡа ебәрмәҫен әйтте)һынау тоттом. Ҡайҙан инде беҙҙең ише бер музыкаль белемһеҙҙәрҙең конкурстан үтеүе! Үтмәнем. Хәҙерге ише дүрт биш урынға документ биреү яйы ла юҡ ине бит әле. Күңелем төштө. Арыуыҡтан бергә дуҫлашып йөрөгән егетем инде икенсе курсты тамамлап өсөнсөгә күсте, үҙемде эшкинмәгән, мәңге "бешмәгән " тип әрләп, урындағы мәҙәниәт йортона эшкә төштөм. Йыуатты Насирым, икенсе йыл мотлаҡ инерһең уҡыуға тип ҡанатландырҙы. Ярата инек беҙ бер беребеҙҙе. Ул өҙҙөрөп гармунда уйнһа, мин йырлар инем дә, бар киске уйынға йыйылыусыларҙы берләштерә инек. Күңелле булды тау битенә усаҡ яғып "ҡайыш " уйнауҙар ҙа...

Ул китте уҡыуына. Мин кешеләрҙе тыңлата алмай ыҙалай ыҙалай эшләп йөрөгән булам. Бер көн шулай клубта һуңлап киттем, буласаҡ концерт алдынан сәхнә тирәһен йыйыштырып оҙаҡланым. Өйөбөҙгә юл үҙән аша. Ҡараңғы көҙгө төн. Хәҙерге ише урамдарҙа уттар ҙа юҡ. Артымдан(әллә күҙәтеп йөрөгән?) машина шыжлап килеп туҡтауға тертләп, юлдан ялтанып ситкә сыҡтым. Машина эсенән башын ғына сығарып ир заты һүҙ ҡушты:

— Төн ҡараһында ҡайҙа бара был һылыу? Әйҙә, ултыр, алып барам...

Мин теләмәгәнде белдереп башым болғайым.

— Әллә ҡыҙҙар был яҡтарҙа телһеҙме? Бер ауыҙ һүҙең дә йәлкеме һылыу? Машинала ғына елдереп ҡайтырға ғәрләнәһең әллә?

Машинанан сығып, ҡаршыма килгән ирҙән ҡурҡып, юлдың аҫтына артым менән йыбырлап шылам. Ауыҙына тәмәкеһен ҡырын ҡапҡан, араҡы эҫе аңҡытҡан ир минең арттан юл аҫтына атлай. Ҡурҡышымдан хатта телем әйләнмәй, дегәнәккә эләгеп ҡолап та киттем. Фар яҡтыһында был кешенең күптән эҙем эҙәрлекләгән Варис икәнен төшөндөм. Шулаай. Шул кистә көсләп үҙенеке итте Варис ағайың. Уҡыу ҙа, ҡалалағы гармунлы егетем дә артта ҡалды. Мин киттем оҙатылып ауылдан. Китмәй нишләйһең? Кемгә кәрәкмен һуң был килеш...Хәҙер генә ул "намыҫ " аяҡ аҫтында...

Гәүһәр еңгәм ауыр һулап, эйелеп кенә кәзә һаҡалы сәскәһен өҙөп алды.Һис тә уйламағайным Варис ағайҙың былай кеше бәхетен "урлап -талап " алыуын.Еңгәм артабан китте:

Бәлким онотолоп доньяға бирелер ҙә инем, бер йылды клубҡа концерт килгәс өлкән ҡыҙ менән барҙыҡ. Үҙешмәкәрҙәр ҡуя икән. Шул тиклем әҙерләнгәндәр, әртистәрең ары торһон! Бына сираттағы йырсы, "Юлдашбаев Насир үҙенең йыры менән! ". Бар тәнем ҡорошҡаҡ тотҡандай ҡойолоп төштөм. Ярай зал ҡараңғы. Берәйһе күреп ҡалмаһын тип шыбыр тиргә батып ултырғысыма тәрәнерәк сүгәм. Таныш йөҙ, таныш гармун, таныш йыр... Битемде яндырып йәшем аҡты. Һағыныу, йәшлегем ауазы, яратып та яҙмышыбыҙ ярты ярты яҙылыуға әсенеү ине был. Шул тиклем тамашасылар яратты, һорап тағын сығарҙылар. Ул сыҡҡанында ошо йырҙы йырланы ла инде. Үҙәгемә тиклем үтте, телем осонан китмәне лә ҡуйҙы башҡаса. Насир йырлап бөткәс тә юҡтан бар сәбәп табып ҡайтыр яҡҡа йүгерҙем. Концерт бөтөр ҙә, ут ҡабынғас залда, килеп табыр, нишләп һүҙһеҙ ташлап киттең тип һорар тип ҡурҡтым. Яратҡан кешең менән йәшәүе еңелдер инде, Фәриҙә килен. Үҙеңде бәйләп тиерлек балалар өсөн генә йәшәү яман ауыр. Бар хәсрәтем таралғандай була таңда шулай йырлап алһам...

— Нишләп еңгәй бында килгәс булһа ла уҡырға инмәнең? Бынамын тигән йырсы сығыр ине.

Аңларһыңмы, балаҡай тигъндәй ҡарааап ҡуйҙы ла Гәүһәр еңгәм:

— Уҡыу түгел, ауыҙ асып мәжлестә йырлауға ла ҡаршы бит ағайың. Иртән ул йоҡлағанда ғына шулай моңланам мин. Ҡыҙғана бит!

Йәл булып китте миңә. Эсмәгәне тартмағаны өсөн хөрмәт иткән Варис ағайымдың был аҫтыртын ҡоршауын өнәмәнем. Матур татыу ғаилә булып танылған күршеләремдең ҡауышыу тарихы оҡшаманы. Нисек инде, кемдеңдер яҙмышын көсләп үҙеңә тағып, бәхетле булырға?Шым ғына атлаған Гәүһәр еңгәм, иламай, күңеле һыҙлайҙыр инде, өнһөҙ һыҡрана.

— Гәүһәр еңгәй, ғәфү ит, яраларыңды ҡуҙғатырға мәжбүр итһәм...

— Яраларым һәр таңда яңыра, һағыныуым оторо шаша. Бер ярҙа балалар, икенсеһендә Насир. Өйләнмәгән ти бит. Вәғәҙә бирешкәйнек, мин үтәмәнем. Эх, ошо Варис тап булмаһа...

Ҡыҙҙар түбәһен өйрөлһәк тә юл өйөбөҙ төбөнә тиҙ килеп етте. Мин үҙемә, Гәүһәр еңгә үҙ йортона инеп киттек. Ике йәнәшә йорт - ике төрлө тормош. Ялпылдап ялтырап торған Гәүһәр еңгәмдең йыры тарихы күңелемдән китмәне. Эсендәге утын тышҡа сығармай доньяға башын баҫҡан "өлгөлө " ғаиләләр әҙме ни? Тыңлаусыһы ғына юҡ...

Таңдағы йыр... Йөрәгемде өҙөп үтте әсе әрнеү.

5. Төйөр.

Талип үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай бер гилке машина тәҙерәһенән таныш йорт тирәһен күҙәтте. Бейек тимер ҡапҡа, заманса евро тәҙрәләр, ҡыйыҡ стена ла икенсе япмаларға алмашынған. Тик төпһөҙ ҡараңғы тойолған тәҙрәләрҙән генә моңһоу һағыш ҡойолғандай тойолдо уға, әйе, уға ғына шулай тойолалыр бәлким. Әйтерһең дә ҡарт бабайҙы заманса кейендереп, күҙлекләп ҡуйғандармы ни! Атаһының һын ҡарашын һаҡлаған тыуған йортон был ҡиәфәттә үк үҙгәрер тип һис уйламаған Талип, әкрен генә машинанан төшөп дәү ҡапҡаға йүнәлде. Тулҡынланыуҙың ни икәнен дә әлегәсә һиҙмәгәнгә, тәненең еңелсә ток үткәндәй зымбырлап китеүенә һағаланып ҡына ҡапҡа тотҡаһына тотондо. Бикле. Улай -былай борғолауҙан да файҙа булмағас, башын нишләптер өҫкә саңҡайтты, ә унда...ә унда видеокүҙәтеү камераһын шәйләп, хатта сәбәпһеҙ булһа ла ҡурҡып кинәт боролоп китергә йүнәлде.Ҡасандыр мәктәпкә оҙатып, бер яҡҡа ҡырын ялпайып ҡаршы алған, һис ҡасан бик йоҙаҡ күрмәгән, әрмегә оҙатып тоғро ғына ҡаршы алған, хатта килен төшөрөргә тип киреп асып ҡуйған көләс ел ҡапҡа, бынау заманса семәрле ҡупшынан күпкә алсағыраҡ та, һәр килгәнгә ҡунаҡсылыраҡ та кеүек ине бит.

Талип машина эсенә инһә лә, уйҙары һаман ҡапҡа төбөндә ҡалды. Кәрәкле тип һанаған бар мөлкәт зиннәтен төйнәп, мал тыуары менән ҡуша һатып өйҙө, ошо ҡапҡа төбөнән ҡуҙғалған мәл әлегеләй күҙ алдында. Сынйырҙағы Аҡбай еңелсә сыйнап ҡуйыуын да, өй нигеҙендә бер ни булмағандай көҙ сыуағына ҡыҙынған Мыубикәһен дә күрер кеүек ине бөгөн. Юҡ икән шул, хатта урам эсенә күҙ һалырға ла яҙманы. Ауыр уйҙарын, күңеленә тынғы бирмәгән төйөрҙөң бәлки таралыуына сәбәп эҙләп килгәйне лә...

Машина әйтерһең дә үҙ белдеге менән,хужаһының кәйефен самалай, киреләнмәй генә еңел ҡуҙғалып ауыл ситенә, элекке баҫыу ерҙәренә табан йүнәлде. Ҡасандыр кем уҙарҙан удар көнлөктәр ойоштороп, иген игеп ярышҡан иген баҫыуҙарын, туғай ҡырҙарын үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай ҡарап ҡатты. Кемдер кәртәләп маташҡан кисәге баҫыу, әрем алабута хөкөмөнә бирелеп, һаҡал баҫҡан ҡарттай ҡатып ҡалған. Эх, китмәҫ ине Талип,етем итмәҫ ине! Атаһы менән күпме төн ҡулалмаш туңға һөргәйнеләр бит ошо ҡырҙарҙы, күпме тапҡыр ялан батыры булып күсмә вымпел тағып комбайндарына ҡупайғайнылар. Һәр ваҡыт почетта, түрҙә булыуҙар тырыш хеҙмәт емеше икәнен яҡшы аңлағайны ла аңлауын, тик атай доньялыҡтан китеп, әсәй ҙә уның артынса күп тә тормай мәрхүмә булыуын ғына көткәнме ни хәләле, көн төн буҙлап буҙланы, ҡалаға күсәйек тә ҡалаға күсәйек. Имеш ауылда ни бар, эшләһәң мал бирәләр ҙә фураж, ә ана кемдеңдер шуныһы., бына быларҙа беҙҙә юҡ нәмә күптән бар...

Бәлким китмәҫ тә ине Талип, күрәләтә хәйләләшеп уңыш батырына тәғәйен бүләкте ярыш һөҙөмтәләрен үҙгәртеп бригадирҙың кейәүенә тоттороуҙарына ныҡ әсенде. Йоҙроҡ төйөп дөрөҫлөк таптырмаһа ла, эстән генә хәйләгә көйәләнеп, шул көҙҙә үк хәләленең көйөнә күсте. Мал тыуары, йорт ҡураһы менән өйҙө бер ус ҡағыҙға алмашып сыҡты ла китте ҡала яғына. Ҡайтмағанына нисә йылдар икәнен ҡаш төйөп иҫәпләп тә ҡараны, әллә ҡартлыҡ ҡарыуы етеүе, әллә йылдар юрамал уны бутап маташтымы, теүәл генә таба алманы...

Эсеренә һыу тапмай аҙапланған дүрт аяҡлы малдай әле был, әле теге тарафҡа барып төртөлөүҙәрҙән дә һис һыуһыны ҡанманы Талиптың. Ярым емерек йорттар, кисә генә кеүек гөрләп эшләп торған ферма ҡуралыҡтары, йәмһеҙ һерәйешеп ҡалған тау битендәге ҡороған ағастар...Усаҡ яғып таң ҡаршылар сауҡалыҡтарҙы ла вәхшиҙәрсә ҡырҡып бөткәндәр, ҡасандыр һыу башняһы булған ерҙәрҙе сүплеккә үк әйләндергәндәр...

Күҙ алдына атаһының уҫал ҡараштары килеп төйөлгәндәй итте. Доньялыҡта саҡта һәр саҡ маҡтап, күтәремләп эшкә өйрәткән атаһынының бындай ҡиәфәттә "ҡарашынан " баҙап Талиптың башы эйелде...

Зыярат ҡапҡаһын айырыуса һаҡ ҡына ҡағылып асып эскә үтте ул. Бик оҙаҡ ҡына атай әсәһе ҡәберен таба алмай бер урында әйләнде, тик күҙенә бер яҡ ситтәрәк рәшәткәһе ығып бер яҡҡа йығылған ҡуш ҡәберҙе шәйләп, уның ғәзиздәренеке икәненә асырғанып, бииик оҙаҡ ҡына бында килмәгәнлеген һиҙҙе. Һаҡ ҡына рәшәткәләрҙе ҡалҡытып та ҡараны, тотонор бағана, теркәү тапмаған кәртә ҡулдан ысҡыныуға кире шул килеш ситкә ауып ергә ыҡты. "Бағанаһыҙ кәртә — таяуһыҙ ауыл кеүек",-күңеленә килгәне әлеге мәлдә шул ғына ине...

Исмаһам берәй таныш тонош осрамаҫмы, тип оло урам тапҡырына килеп ултырыуына, күнәктәрен бәүелтә бәүелтә тыҡрыҡтан сығып килгән Сәбилә еңгәһен күреп ҡыуанып китте. Яман шаян телдәр еңгә ине бит ул заманында.

-Сәбилә еңгә, һауғынамы?!

Һыңғар ҡулы менән яуырын өҫтөндәге көйәнтәһен бәүелеүҙән һаҡлап, икенсе ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, сәләмләүсе ирҙе танырға самалаған апаруҡ оло йәштәге ҡатын, бер гилке аптырашта ҡалды.

-Һуң, Талип ҡәйнеш, һин түгелме ул?,-аптыраулы ҡараш тағы ла уға төбәлде.

-Мин шул еңгә, мин! Бына хәл белергә тип ҡайтҡайным да. Ҡана, биҙрәләреңде еңгә! Ағай ҡайҙа, нишләп һаман былай һыу ташып ыҙалауҙар әле ул, ә?

Ҡасандыр ялтлап торған Сәбилә еңгәнең төҫө баҙыҡланып, шаянлығы ла юғалып, етди оло ҡатын ҡорона тулғанына аптырап, һынсыл ҡарашта һәр һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тырышты Талип.

-Ағайың, ней, китте бит, эшкә. Беҙҙә ни ауылда артынан шыуғаны вис себерҙә, ҡатын ҡыҙ ҙа, йәш елкенсәк тигәндәй. Ҡыҙ ҡырҡынын ҡыҙғанып ҡыйналмай хәҙерге әсәләр, аҡсалы эш булһа этеп кенә ебәрәләр. Мәүлит ҡустың да этә төртә туғыҙҙы бөттө лә, курышка(корочкалыр инде) һатып алып сыҡты ла олаҡты.

Нисек улай ауылға килеп сыҡтың әле, берәйһендә йомош бар инеме әллә? Ҙур ғына түрә тиҙәр ине бит үҙеңде.

Сәбилә еңгәнең үткер күҙ ҡарашы Талиптың өҫ башын, аяғының осона хәтлем тиерлек текләп күҙ уңынан үткәрҙе. Ике ҡулын өҙөп алып килгән ҡуш биҙрә ауырлығынан, һуңғы һорауға ни тип яуап бирергә белмәй баҙауҙан ауыҙ ситен ҡыйшайтабиреп йылмайып ҡына ҡуйҙы ла Талип:

-Юл ыңғайы үтеп барышлай ғына инем, ваҡытым бик тығын булһа ла,хәлегеҙҙе белеп үтәйем тигәйнем,тип хәйләләште. Тейешле яуап ала алмағанға ҡул һелтәп, алсаҡланып хәбәрен теҙҙе генә.

-Хәлдәр ней ҡәйнеш, шул инде. Һәр кем үҙенсә көн күреп ятҡан мәл әле. Ауылда ҡарт ҡоро ла, бисә сәсә тиерлек. Мәктәпте лә дүрт йыллыҡҡа ҡалдырҙылар, буш торған өйҙәр күп, хет бөгөн инеп йәшәп кит. Ҡул һелтәп ташлап ҡына киткәндәр йылдан йыл арта. Әәә! Күрҙеңме әле теге һеҙҙең йортто? Уны бит ҡырҙан килгән бер сит кешеләр һатып алды Низамдан. Һин уға һатҡайның бит, әйеме?

Сәбилә еңгә һүҙһеҙ генә Талиптың ни һорарын алдан һиҙгәндәй хәбәр теҙгенен атай йортона борҙо.

-Эйе, Низам алып ҡалғайны шул,ә үҙе ҡайҙа һуң?

-Оҙаҡ кинәнеп йәшәй алманы шууул, ҡаты ғына ауырыу таптылар үҙендә. Ғүмере бөтөп барғанға шахтаһын ташлап ҡайтҡан икән, тип һыҡтаны күптәр. Ауыр эш елегенә үткәндер инде, үлеренән алда, теле көрмәлмәҫ элек әйткән ти бит... тыуған тупрағыма ҡайтып йығылдым алайҙа, сит ер ҡуйынында ҡалырмын тип ҡурҡҡайным, тигән тей,бисара...

Күҙ ҡарашын ситкә бороп һытылыуҙан ҡасҡан еңгәнең хәлен аңлап Талип тамаҡ ҡырып һүҙҙе бороп маташты.

- Ә хәҙер өй хужаһы кем икән Сәбилә еңгә?

-Атаң башы, әйттем бит ситттән килгән ҡара халыҡ тип! Һис ҡасан да үҙҙәрен дә, ҡапҡаһының асылып ябылғанын да күргән юҡ, шау ҡара машинала килеп инеп сығып китәләр, ни ҡылалар ни уйлайҙар һис белгән юҡ. Зыяндары тейеп ҡуймағайы тип ҡуябыҙ әле. Әле ана теге ауылда булған тиҙәр бит әле шундайыраҡ хәл...

Сәбилә еңгәне артабан тыңлауҙан фәтеүә тапмаған Талип бағана һын шикелле ҡатып ҡалды ла ҡуйҙы. Бер гилке сутырлағандан һуң ғына:

-Йә, нимә торабыҙ әле урам уртаһында гәп һатып?! Әйҙә ҡәйнеш, сәй ҡуяйым, бер ят бауыр ҡошап ҡоро ҡайтарып ни?!,-тине.

Талип бар теләгәнен анһат ҡына еңгәһе ауыҙынан һыпырып алғанға бер аҙ ҡыуанып, эсендә әсе әрнеү тағы ла көслө һыҙылып һыҙлауына, сәйҙән баш тартып ҡайтыр юлға сыҡты. Эскерһеҙ еңгәһе ауыҙынан ҡорҙаштары Вәдүт һәм Нәжиптең эскелек һаҙлығына батып әрәм булыуҙарын, Кәрим һәм Нияздың шул себер яҡтарында төпләнеп ҡалыуҙарын ишетеп тетрәнде. Ысынлап та, бағанаһынан һурылып ауған кәртәләй ҡалған ауыл, әллә кәртәһен юғалтҡан бағаналай ҡалғандар беҙме икән?Таш ҡом төҫө күрмәгән соҡор саҡыр юлға иҫе киткән ҡиммәтле машина ауыл осона саҡ саҡ килеп сыҡты. Һәүетемсә юл ыңғайына, сыуалған уйҙар Талип йәнәшәһендә саба. Саба, ҡыуып үтә лә, ятып та ҡалмай. Ошо туғайҙар аша күрше ауылға атаһының ҡашҡа бейәһендә күпме тапҡыр ашыҡҡайны? Устары ҡармап тотҡаны ҡеүәтле машина руле түгел, ә ат теҙгене инде әллә...

Бала саҡ, йәшлек, йүләр хыялдар менән янып, донья малын өҫтөн ҡуйған саҡтар мыштым ғына оҙата килә. Уҙып та китмәйҙәр, ятып та ҡалмайҙар...

Инде нисәнсе көн күңел төбөн кимергән төйөн тағы ла ҙурайып ҡеүәтләнеп күкрәк ситлеген матҡып семтеп ҡуйҙы. Талип һыңғар ҡулы менән радионы ҡабыҙып, уйҙарынан арыныу эҙләне. Ә унда ысынлап та талғын, әммә үҙәккә үткес йыр яңғыраны:

"Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында,

Шунда үтте минең бала саҡ.

Һаҡмар тулҡындары, йөрәк моңо.

Күңелемдә мәңге ҡаласаҡ..."

Бер ҡасан ебеп ҡалмаған, илауҙың ни икәнен дә белмәгән Талиптың ике күҙе буйлап субырлап аҡҡан күҙ йәше,һис ҡаршылыҡһыҙ бите буйлап юл һалып,күкрәгенә үк ағып төшөп, күлдәген еүешләне. Тыйылманы ла, тыйманы ла ул үҙен. Талғын көй ыңғайына ғына аҡҡан әсе күҙ йәштәре, бар ғүмеренә йыйылған үкенестәрен йыуып еңеләйтер кеүек ине лә. Күлдәк еүешләнде...тик күкрәк ситлегендәге семетеүҙең әселеген күҙ йәштәре генә һис кәметмәне...

6. Яҙмыштар.

--Уй-йаа! Бөгөн тауыҡтай йомаҡты түүп һалған!

Аҙау кәбән тирәләй итәген бөрә тотоп йомортҡа сүпләгән кескәй Асияның шатлығы эсенә һыймай. Хәҙер ҡайтыр ҙа ағаларына күрһәтеп маҡтаныр. Ҡасып һалыуҙы яратҡан ябай өй тауыҡтары өң кеүек ҡаҙып оя эшләп, арыуыҡ ергә йомортҡа һалып ташлағандар.Хатта ҡыҙсыҡтың итәге лә лыҡа тулды ла ҡуйҙы.Өс йәште тултырып саҡ дүрткә атлаған баланың ней, итәге лә шул сама ғыналыр инде. Ярып ҡуймаҫҡа самалап, яйлап ҡына йыбырлап атлап килгән Асияны, урам ҡапҡаһының асылып китеп, унан атаһы һәм ят ҡатын инеп килеүе шып туҡтатты. "Ошо микән яңы әсәй?! ",-сабый ғына булһа ла зиһынлы бала мейеһен ошо уй сыйып үтте.Ҡаршыһына йылмайып атлап килгән атаһына, мөләйем генә күренгән ят апайға ҡарап, ҡаушауҙан йомортҡаларын төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡып, итәген тағы ла өҫкәрәк һығып тартты. "Нишләргә тип өйрәттеләр әле? ",-ағалары бер ике көн рәттән өйрәткән һүҙҙе тел осонда торһа ла әйтә алмай ҡатып ҡалды.

-Асия, нишләп улай аптырап ҡалдың ҡыҙым? Бына, таныш бул, әсәй алып ҡайттым үҙеңә,-тине лә атай матур апайға йылмайып ҡарап ҡуйҙы.Асия ғына түгел, Мәрйәм дә тулҡынланыу кисереп әйтер һүҙен онотҡандай ҡара ҡаршы ҡарашып ҡатып ҡалдылар бер мәлгә. Мөлдөрәп ҡарап торған кескәй ҡыҙ күҙҙәренән түгелгән һағышты шәйләгән Мәрйәм, ни тиклем был йортта үҙенең кәрәк икәнлеген шәйләп, ныҡлы ҡарарға килеп тә өлгөрҙө.

-Мин -Мәрйәм апай булам, теләһәң әсәй тип тә йөрөтөрһөң, йәме!

Ҡулдары менән сәс үремдәренә ҡағылып үткән яңы әсәйҙең ҡосағына ташланғыһы килгән Асияны, тик ошо итәк тулы йомортҡалар ғына тотҡон итте.Башын баҫып, һүҙһеҙ генә баш һелкеп йылмайырға тырышты. Күңеле тулыуҙан саҡ саҡ һытылмай ҡалды үҙе былай ҙа...

...Үҙ әсәләре ҡапыл вафат булып ҡуйғас, өс бала менән яңғыҙ ҡалған аталары, арыуыҡ албарғып йөрөгәс, балаларға әсәй булырҙай, таяныс терәк эҙләп, арыуыҡ тупһаларҙы тапағас ҡына алып ҡайтҡан Мәрйәм апай менән осрашыуҙы гел иҫендә тота Асия.

Әйе, бик илтифатлы, тәртипле, таҙалыҡты яратҡан икенсе әсәй булды ул Мәрйәм әсәй.Асия шулай ғәҙәтләнде лә ҡуйҙы, һәр ваҡыт исеме менән ҡуша "Мәрйәм әсәй "тип йөрөттө. Ике ағаһы ла турһайышып ултырҙылар ҙа бер ике көн, ҡайҙа барһындар, асылып уҡ китмәһәләр ҙә "апай ҙа апай "тип ҡул аҫтына инеп тыңлашып ҡына торҙолар.Үҙенең дә бер бөртөк улы булған икән, уны ла әпкилде беҙгә.Асия шул мәл үҙен тағы ла ҡурсалаулыраҡ итеп тойҙо, өс ағайлы булып китте бит!

Атай кеше көн төн эштә, Мәрйәм әсәй һәр ваҡыт өй тирәһендә, кәртә ҡура тирәһендәге эш менән булды.Бер ваҡытта ла зарланып, йә тумһайып ултырыуҙы белмәне үҙе.Гел алсаҡ, шаян, балаларса илгәҙәк булыуы менән күңелгә үтеп инеп үҙ булды. Ни тоһа ла һығылдырып эшләп ҡуйыр ине бит! Хатта ағайҙар менән сыйырсыҡ ояһын да бик оҫта итеп эшләп элеп ҡуйғайнылар!...

Бер бер артлы донья ҡуйған яҡындарын иҫләүҙән дә, алда буласаҡ осрашыуҙы күҙаллап та Асия күңеленә урын тапмай балауыҙ һығып та алды әҙерәк.

Усына ҡыҫҡан телефон экранына ҡараш ташлап алғас, Мәрйәм әсәһенең мәктәп йылдарында, кейәүгә сыҡҡанда әйткән һәр һүҙен тиерлек иҫләп күңеленә нығытып ҡуйғандай итте. Кистәрен һөйләгән матур хикәйәләре, әкиәттәре, еләккә сыҡҡанда һөйләгән кинәйәле хәтирәләрен дә бер сылбырға теҙеп хәтеренә беркетте. "Мәрйәм әсәйҙән алған һәр һабаҡты онотмай ҡулланһам ғына...бәлким мин дә берегермен был ғаиләгә",-тигән фекер йылтлап үтте. Бала сағын иртә генә үлгән әсәһе һыҙлатһа ла, Мәрйәм әсәй һыҙлауҙарҙы баҫышып, кеше итеп уҡытып, кейәүгә оҙатышһа ла, ир бәхете яҙманы шул. Ышанып яҙмышын тапшырғаны яндырай холоҡло булып, аҙаҡ тамам эскелеккә бирелеп, үҙен үҙе әрәм итеп ҡуйҙы. Ярай әле бер бөртөк кенә булһа ла улы -Мираҫы бар.Ир халҡына өмөтө өҙөлөп башҡаса бер кем менән дә яҙмышты бәйләмәҫкә ҡарар иткәненә лә тиҫтә йыллап ваҡыт үткәйне лә бит, һуңғы һората килгән ирҙең ауыҙынан: "кескәй ҡыҙым йәл, көн дә тәҙерәнән күҙен алмай, әсәй көтә ",-тиеүе күңелен һыҙлатты.

Ә бит Асия ла, ҡасандыр шулай тилмереп көтә ине...

Уйҙарынан өҙөп, шылтыраған телефон тауышына тертләгән Асияның ҡараштары тәҙерә төбөнә үк килеп туҡтаған машина урынынан ҡалҡытты. "Эй, хоҙайым! Хәйерлегә генә булһын да, аңлашып ҡына йәшәп китергә яҙһын инде!"

Алдан уҡ әҙерләп ҡуйған күстәнәстәр менән тулы сумкаһын тотоп Асия бар белгән доғаларын эстән ҡабатлай ҡабатлай тупһаһын ашаҡлап сығып, келәһенә йоҙаҡ ҡаптырҙы. "Дүрт тула тинеме әле ҡыҙына? Әйе,шулай тине шикелле..."

Машина ишеген асып көтөп торған буласаҡ тормош иптәшенең йылмайып торған йөҙөн хатта шәйләмәй ҙә, иҫәнләшеп машинаға ултырҙы. Асияның күҙ алдында йомортҡа тулы итәген шыҡырайтып өҫкә ҡалҡытып тотоп, мөлдөрәп ҡарап торған кескәй ҡыҙсыҡ һыны ғына сағыла ине шул.

7. Аҙашҡан йәндәр.

Әллә ни булды ла ҡуйҙы Ғәбиҙәгә. Үҙе лә аптырап ҡуя. Олоғайып түшәктә әллә ни ятмаҫтан әсәһе үлгәне бирле, әйтерһең дә алмашынды ла ҡуйҙы. Ашағаны аш түгел, әҙерәк кенә "төшөрөп " алыуҙы көһәп тик тора эстә ниҙер.Ҡайғыра тиер инең, әллә ни ҡайнар ҙа булманы аралары әсәһе менән, һалҡыныраҡ булды шул бар яҡындары менән дә.Әллә бер ауылда, бер урамда йәшәгәнгәмелер?!

Әле лә, сәй яһап алды ла, эскеһе килмәгәс, ирен -Шәрифен өҫтәлдә яңғыҙ ҡалдырып, һылтау табып урамға сыҡты. Июнь ҡояшы ҡарағай еҫе аңҡып торған өр яңы өйҙөң тупһаларын ҡыҙҙырып сайырын һығып сығарып та ҡуйған. Ойоғона йәбешеп һылашҡан ҡарағай йәшенә йәне көйә биреп һарай яғына атлауына, ҡапҡа яғынан бер тауыш ишетеп боролорға мәжбүр булды.

-Ғәбиҙә еңгәй, һаумыһығыҙ!

Ҡулына ниндәйҙер төйөрсәк тотҡан килендәше Мәрзиәне күреп, яһалма йылмайыу сығарып ҡаршы атлаған булды.

-Еңгәй, бынауы бесәй һеҙҙеке лә инде,ивет?!

Иҫке кәпәс эсенә өс дүрт көсөгөн һалып бесәйен тотҡан килендәше, әйтерһең дә юғалған иң ҡиммәтле әйберен тотоп алған, ҡулынан үҙе лә аңғармаҫтан йолҡоп тигәндәй тартып алып, үҙ ҡуйынына һылаштырған булды:

-Эйе, минеке шул, әсәйемдең бесәйе бит! Мыяулап рәнйеп йөрөмәһен тип апҡайтҡайным да әсәй үлгәс тә, әллә ҡайҙа юғалып тик йөрөнө бит...Ә ҡайҙа булған һуң?Көсөкләгән икән...

Йәшертен "йөҙ " ни сүрәттә икәнен хатта һиҙемләмәгән дә йәш килен ихлас хәбәрҙәрен теҙҙе лә теҙҙе

-Беҙҙең өйҙөң төндөгө асыҡ торған икән, бөгөн шунан килеп сыҡты, бәләкәстәрен эйәртеп.Өй эсенә ишетелмәнеләр ҙә бит әле.Их, матурҡастар!Беҙҙең бесәй юҡ бит, еңгәй, бынауһын беҙгә бирерһегеҙ йәме. Әлегә бәләкәйерәк, һуңғараҡ алырмын...

Эй күрә алмай көнләшә лә инде Ғәбиҙә ошо алсаҡ килендәшенән. Әллә ҡайҙан тап итеп алып ҡайтты ҡәйнеше, тыныс көн бөттө. Ҡәйнә менән дә уртаҡ тел таптылар, сөкөрләшеп сәй эскәндәрендә генә инеп өҫтөнә ҡайнар самауырын ауҙарып сығырҙай була ла ҡайһы саҡ. Ҡайтам тип тә ҡырталашмай, ер емереп эшләп тик йөрөй. Ҡалайтып шул ҡан дошмандай күргәненә бесәй биреп кинәндермәк кәрәк?

-Ярай, ярай, алырһың!,-тип ихлас "йөҙ "менән оҙатып ҡалған булды. Ә эстә әйтерһең дә лава -ҡайнар вулкан урғылырға йыйынды.

Ҡапҡанан Мәрзиәнең сығып киткәненә ышанғас, кәпәсе ние менән бесәйҙе тупһаға быраҡтырҙы, эстән генә "алла, мал булһа шулайтып артып ятмаҫ ине инде! ",тине.Йылы ҡосаҡта һыйпап торған хужабикәнең ҡырҡа үҙгәреп ҡаты иҙәнгә һелтәүенә һиҫкәнгән бесәй, бәләкәстәрен берәм берәм мырлап еҫкәй еҫкәй Ғәбиҙә яғына ҡарап алғас, тупһа аҫтына "саҡырыу командаһы " бирҙе...

Йәшереп ҡуйған сәкүшкәне самалап ҡына сығып тәмләп йөрөп кенә үҙен эшкә күнектереү ғәҙәтен һис ташламаны. Шәрифе һиҙәлер кеүек, тик өндәшмәне, ҡайғыһын аңлай. Бәлки был ғәҙәте үтер тиеп көттө шул Шәриф тә.

Бер көн шулай киске һауын үтеп киске эңер йәйелгәс, тулы биҙерәләр менән тупһала уйнаған өс "йомарлаҡҡа" эләгеп Ғәбиҙә саҡ әрәм итмәне ағын. Асыуы былай ҙа алҡымына тығылған мәл ине, иртәгәнән дә ҡалмай аҙаштырырға ҡарар итте бесәй балаларын.Еләк ҡарап килергә һылтанып, полиэтилен моҡсайға шаян бесәй балаларын тығып, биҙрәһе эсенә йәшерҙе. Мотоцикл менән тау үренә килеп еткәнсе ҡулы менән һыға тотоп саҡ килеп етте, ярай Шәрифе һиҙмәне. Биҙрәһен тотоп ситкә киткән булып, ағас араһына тағатып ебәрҙе моҡсайҙы.Аптыранған бесәй балаларының шаянлыҡтары юғалып, шиңеп ҡалдылар. Йәлләү ҙә,бер ни ҙә тоймаҫтан Ғәбиҙә шәп шәп атлап ире яғына атланы.Билдәһеҙлек ҡосағында ҡалған был йән эйәләренең киләсәгенән бигерәк, килендәшен бесәйле итмәүенә ҡыуанып уҡ ҡуйҙы ул...

Һәр көн,һәр сәғәт тиерлек мыяулап балаларын эҙләгән бесәй, сысҡан тотоп әпкилеп теҙеп һалһа ла, балалары сабышып килеренә тамам өмөтөн өҙөп, өнһөҙ генә һыҙып, тупһанан көн дә инеп төшөп "төшөрөп " йөрөгән хужабикәһенә көфөрөнөң төшөрөн теләп талғын ғына ҡойроғон болғап рәнйене. Һөт төшөп һыҙлатҡан түшен ара тирә ялап ҡараһа ла, һыҙлау эстән үҙәккә үтеп, хатта атлауға ауырлаштыра ине...

Йәмле йәй үтеп, көҙ ҙә етте. Тик Ғәбиҙәлә бер үҙгәреш һиҙелмәне, һарай тарафына һуҡмаҡ көндән көн таҡырайып, яңғыҙ "төшөрөүҙәр " оҡшамай башланы. Күңелле иптәштәр, серҙәштәр ше



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2021-01-31 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: