Тапатырмы ерен дошмандан, 1 глава




Эпос

 

82.3(Башҡ) Б 29 ХИ

РЕДАКЦИЯ КОЛЛЕГИЯҺЫ:

ЛЕВ БАРАГ. САЛАУАТ ГАЛИП, НУР ЗАРИПОВ, КИРӘЙ МӘРГӘН, I ӘХНӘФ ХАРИСОВ. I ҒАЙСА ХӨСӘЙЕНОВ.

Теҙеүсеһе, инеш моҡолэ һәм аңлатмалар авторы Н. Т. ЗАРИПОВ

Яѵапли редакторы Ғ. Б. ХӨСӘЙЕНОВ

Редакционная коллеги я:

ЛЕВ БАРАГ. САЛАВАТ ГАЛИН. НУР ЗАРИПОВ, КИРЕЙ МЭРГЭН. I АХНАФ ХАРИСОВ, \ ГАЙСА ХУСАИНОВ.

Составитель, автор вступительной статьи н комментариев II. Т. ЗАРИПОВ.

Ответственный редактор Г. Б. ХУСАИНОВ

Б 29ХИ Башҡорт халыҡ ижады. Эпос, өсөнсө китап.

Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. —■ 344 бит.

70700—480

Б

М 121(03)—82

117-82

82.3(Башҡ)

 

Төҙөүсенән

Башҡорт халыҡ әпосыпыц был өсөнсө китабына башлыса феодализм осорон сағылдырған ҡобайырҙар һәм хикәйәттәр тупланды. Әҫәрҙәр, идея-эстетик йөкмәтке Һәм форма үҙенсәлектәренә ҡаран, айырым бүлектәргә төркөмләнде. Берспсе бүлектә тулы сюжстле һәм, нигеҙҙә, эпик йөкмәткеле ҡобайырҙар һәм хикәйәттәр урынлаштырылды. Айырым батырҙарға багышланған «сюжет - һеҙ» (йәки сюжете тулы көйгә һаҡланмаған) ҡобайырҙар ҙа ошо бүлектә мөмкин тиклем хронологик тәртиптә бирелде. Икенсе бүлекте — әйтештәр, осөн- со бүлекте Тыуған ил тураһыпдагы ҡобайырҙар, дидактик ҡобайырҙар (әйтемдәр) тәшкнл итә. Дүртепсе бүлеккә яҙма әҙәбиәттән китаптар аша ипгәп сюжоттәр — телдә йорөлгән ҡиссалар плдерелде.

һәр әҫәрҙең варианттары иҫәнкә алынып, әһәмиәтле тип табылғаны китапҡа индерелде; ҡалғандары хаҡында аңлатмалар бүлегендә әйтелде. Текстар хәҙерге орфография принццптәрендо эшләнде, диалекттәргэ бөйлөпошле фонетик күп торлөлөк бөторолоп, лексик һәм стилистик үҙенсәлектәр тулы көйгә һаҡланды.

Текстарҙа ман, мән формаһында йыш осраған «менән» бәйләүесе, ҡобайыр үлсәменә ярашлы рәүештә, ик о төрлө алынды: ижек артҡанда, ҡулъяҙмала- гыса, диалекталь формаһында ҡалдырылды; ижек етмәгәндә, әҙәби тел порма- һыида менән тип, тулы әйтелешендә бирелде. Күпмелер үҙгәртеү (редакторлау) яһал ran хәлдә, аңлатмалар бүлегендә тейешле иҫкәрмәләр бирелде. Уларға ҡаран, текстологтар тсх’е йәки был әҫәрҙең тел үҙепсәлеген күҙ алдына баҫтырып, кәрәклеһен үҙ әшепдә файҙалана аласаҡ. Хәҙерге уҡыусыға аңлашылмаған һүҙҙәр текста йондоҙ менән тамғаланып, мәғәнәләре китантың аҙағында, алфавит тәртибендә төҙөлгән һүҙлектә, асылды.

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЭПОСЫНА БЕР ҠАРАШ

1. ЭПИК ФОРМА ҺӘМ ТЕРМИНДӘР МӘСЬӘЛӘҺЕ

апгкорт халыҡ ижадында эпос жанрын ныҡлап өйрәнеү асылда беҙҙең быуаттың 50-се йылдарында ғына башланды. Был тәңгәлдә өс томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының 1-се томыпда (Өфо, 1954) Ә. И. Харнсонтыц «Башҡорт халыҡ поэзияһы» тигән ннеш мәҡәләһе һәм «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII —XIX быуаттар» тигән кпта- бы, Кирәй Мәргәндең «Башҡорт халҡының әппк ҡомартҡылары» тигән махсус хеҙмәте ҙур баһаға эйә. Әлбиттә, был китаптарҙа башҡорт халыҡ эпосына ҡараған барлыҡ әҫәрҙәр һәр яҡтан ентекләп өйрәнелгән, бәхәсле мәсьәләләр хәл ителеп бөткәп тип булмай, һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә ошо томды әҙерләү процссендә, күп бәхәс тыуҙырған проблема — эпосҡа ҡараған әҫәрҙәрҙе төркөмләү, һәр төркөмгә үҙ псемен табыу мәсьәләһе. Был, бөтәһенән элек, шуга бәйләнгән. Әҙәбиәт теорияһында төр («вид») төшөнсәһендә ҡулланылған эпос атамаһы фольклористика фәнендә күпселектә жанр мәғәнәһепдә йөрөп. Башҡа халыҡтарҙа эпос, айырым жанр булараҡ, бер генә формала йәшәй һәм уның шул милли ерлектә тыуған уҙ исеме бар: рустарҙа былина, украппдәр- ҙә дума, Урта Азия халыҡтарында дастан, бүрәттәрҙә улигер, якуттарҙа олонхо, карел һәм финдөрҙә руно, ҡаҙаҡтарҙа Жыр... Француз, немец һәм конбайыт славян халыҡтарында шулай уҡ йыр («песнь») тип атала: «Роланд тураһында йыр», «Нибелунгтар тураһында йыр», «Юнактар йыры» һ. б. Быларға ҡарата эпос халыҡ-ара термин ролендә ҡулланыла һәм башлыса героик йөкмәткеле шиғри әҫәрҙәрҙе (яҙма әҙәбиәт термине менән әйткәндә, поэмаларҙы) аңлата. Был жанр формаһын, әкиәт эпосынан айы-

G

рьш, конкрет атарға кәрәк булғанда, героик эпос йәки эпическое сказание (эпик хикәйәт) тигән исем менән алмаштырыла.

Башҡорт халик эпосына килһәк, ул, Кирәй Мәргәпдең дөроҫ билдәләүенсә, «сағыштырмаса күп торлолөк һәм күп сюжетлелек менән айырыла». Бында бапгка халыҡтарҙағы һымаҡ «сюжет берҙәмлеге лә, форма берлеге лә юҡ»1. Күп торлолок бчгерәк тә был томда күҙгә ташлана. Бында, тәүге ике китаптағы һымаҡ, үҙҙә- ренә башҡа аныҡ сюжеткә ҡоролған эпик әҫәрҙәр ҙә, халыҡтың Тыуған илгә монәсәбәтен, уй-тойғоларын аңлатҡан, асылда, лирик йокмәткеле шиғри формалар ҙа, әхлаҡ нормаларын алға ҡуйған фәлсэфәүи-дидактик йокмәткеле әйтемдәр ҙә урын ала. Өҫтәүенә, әйтештәр килеп инә, әммә шуларҙың береһенэ ҡарата ла халыҡтың йәпле һөйләү телендә үҙ исеме тотороҡло һаҡланмаған, ғилми әҙәбиәттә лә уларҙың идея-эстетик тәбиғәте һәм художество үҙенсәлектәре етерлек асыҡланмаған, бер торло гонә милли атамалары табылмағап.

Ә. И. Харисов хеҙмәттәреңдә, мәҫәлән, эпик әҫәрҙәр ике тор- көмгә айырылып, «ҡобайырҙар» һәм «эпик поэмалар» исемендә алына. Ҡобайырҙар торкөмон «Ай Уралым, Уралым», «Бейек тауҙың үлгәне», «Салауат батыр», «Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем», «Яҡшы аҙамат менән кире аҙамат» ише шиғри әҫәрҙәр һәм әйтештәр тәшкил итһә, эпик поэмаларға сюжетло әҫәрҙәр — «Аҡбуҙат», «Күҫәк бей», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» — индерелә 2. Авторҙың «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» тигән китабының русса баҫмаһында, икенсе торкем «героик поэмалар һәм хикәйәттәр» («героические поэмы и сказания») исемендә алынып, «Урал батыр», «Заятүләк менән һыуһылыу», «Алпамыша менәп Барсынһылыу», «Зеһрә менәп Алдар» әҫәрҙәрен индереү иҫәбенә шаҡтай киңәйтелһә лә, бүленеш асылда элеккесә ҡала3.

Башҡорт халҡының үҙенең ижад ерлегендә тыуган эпик әҫәрҙәрҙе Ә. Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) шулай ук икегә бүлә: ҡобайыр- Ҙар^үлегенә тыуғап ил һәм айырым батырҙар тураһында сюжето тулы.:'көигә һаҡланмаған шиғри әҫәрҙәрҙо индерһә, сюжете тулы һаҡланып, шиғыр аралаш сәсмә телдә һойләнгәндәрен «иртәктәр» тип атай һәм ботәһен бергә тематик бүленештә тикшерә 4.

Фольклор әҫәрҙәрен фәнни нигеҙҙә күп томлыҡ йыйынтыҡта баҫтырып сығарыу маҡсат итеп ҡуйылғас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт ицетитутында фольклорсыларҙың әҙәбиәтселәр һәм телселәр мепән берлектә махсус кәңәшмәһе уҙғарылып, бапгкорт эпик әҫәрҙәрен йәшәү формалары буйынса ике төркөмгә айырыу кәрәкле табылды. Шиғырҙап торған йәки шиғыр оҫтөнлок алған әҫәрҙәр (мәҫәлән,

1 К н р о й М э р г ә н. Башҡорт ха.ткыпыд эпик ҡомартҡылары. Өфо, 1961, 93-со бит.

2 9 х н э ф Харисов. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. X VIII—XIX быуаттар. Өфо, 1965, 72—110-сы биттәр.

3 А. II. Харисов. Литературное наследие башкирского народи (XVIII — XIX пека). Уфа, 1973, стр. 67—109.

‘Кирәй М ә р г о н. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфо, 1961; русса баҫмаһы: А. Н. Киреев. Башкирский народный героический эпос.

«Урал батыр») ҡобайыр тип, о прозанан ғпбарәт йәиһә сәсмә форма күпселек өлошөп тәшкил иткәндәре (мәҫәлән, «Ҡуҙыйкүриәс менән Маянһылыу») хикәйәт тип аталды. Шулай итеп, бығаса «Бейек тауҙың үлгәне», «Ай Уралым, Уралым» нәкн «Аҡшам батыр», «Кәбәк батыр», «Салауат батыр» кеүек сюжете аныҡ булмаған әҫәрҙәргә ҡарата гына ҡулланылып кнлгәп «ҡобайыр» термине «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һымаҡ тулы сюжетле эпик әҫәрҙәргә лә күсерелде. Мәктәптәрҙә лә, юғары уҡыу порттарында ла башҡорт халыҡ эпосы хәҙер, асылда, ошо бүленештә өйрәнелә. Тик шиғыр менән проза аралаш һөйләнгәндәренә ҡарата һаман ике псем — хпкәйәт (мәктәп дәреслектәрендә) һәм иртәк (БДУ һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтында) ҡулланыла.

Хикәйәттәр (иртәктәр) һөйләнеү формалары буйынса барыһы ла бер төрлө. Кәрәк икән, уларҙы тематик торкомдәргә гепә айырырға мөмкин, ә ҡобайырҙар улай түгел. Әйтәйек, «Ай Уралым, Уралым» тибындағы йәки «Яҡшы аҙамат менән кире аҙамат», «Ил тигәндең кеме юҡ» ишеидәге әҫәрҙәрҙе борепсе китаптағы «Урал батыр» кеүек тулы эпик сюжетле әҫәрҙәр менән генә түгел, хатта был китаптағы «Баязит батыр», «Салауат батыр» һымаҡ сюжете тулы көйгә һаҡланмаған йәкп үҙемә башҡа бер сю- жеткә ойошоп етә алмаған ҡобайырҙар менән дә йәнәш ҡуйып булмай. Уларҙың йөкмәткеһе лә, эске тоҙолошө лә, тәғәйенләнеше лә башҡа. Шуға таяньш, ҡобайырҙарҙың үҙенсәлекле формаларын айырыу, жанр исемдәрен аныҡлау кәрәклеге тыуа.

Эште атамаларҙың этимологияһын асыҡлауҙан башларға тура килә.

Билдәле булыуынса, ҡобайыр атамаһы пке һүҙҙән — ҡоба (яҡшы, дана, йәғни ҡабатланмай, берҙән-бер) һәм йыр һүҙҙәренән яһалған. Тимәк, дан (йәки данлау) йыры тигәнде аңлата. Ҡобайырҙың тон маҡсаты, эстетик тәғәйенләнеше — данлау, дан йырлау. Уның поэтик хосусиәте лә шул маҡсатҡа бәйләигәв.

Әммә ботә ҡобайырҙарҙа ла данлау объекты бер түгел. Шуға ҡарап, уларҙы өс торкомгә — батырҙар (мәшһүр шәхестәр) тура- һындагы ҡобайырҙарға, тыуған пл тураһындағы ҡобайырҙарға һәм фәлсәфәүи-дидактпк йөкмәткеле ҡобайырҙарға айырырға мөмкин. Әгәр ҡобайыр стилендә һөйләнгән әҫәрҙәрҙә йокмәтке һәм форма үҙенсәлектәре яғынан байҡап сыҡһаҡ, уларҙың идея-эстетик айышы, эске тоҙолошө, һүрәтләү алымдары һәм саралары буйынса ла бер-береһенәп ныҡ айырыл ыуҙарын күрергә була. Шул үҙенсәлектәр ппгеҙеидә һәр төркомдө үҙенә башҡа жанр формаһы тип билдәләргә мөмкинлек тыуа. Ул айырмалар ҡыҫҡаса түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала.

Батырҙар тураһындағы ҡобайырҙар билдәле бер сюжеткә ҡорола, сюжет үҙәгепдә герой тора, уның ил-халыҡ осон башҡарған ҙур эштәре, ҡаһарман характере данлана. Яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш — сюжет динамикаһын, ҡаһарманлыҡ эстетик айышын тәшкил итә. Художество тәбиғәте менән был пндс героик эпос төшөнсәһенә тура килә. 1Пуға күрә был төркөмдө упыц тематик исеме.менән гепә түгел, ә жанр тәбпгәтенә лә тап килгән исем

менән эпик ҡобайырҙар тип атарға момішп. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Алпамыша» — шундай ҡобайырҙарҙың классик олголәре.

Ошо уҡ иринципкә таянып, ҡобайырҙарҙың икенсе төркомон — лирик ҡобайырҙар, ә осонсоһон дидактик ҡобайырҙар йәки, халыҡ телендә йөрөтөлгәнсә, әйтемдәр тип атарға була, сөнки тыуған ер күркәмлеген, ил берҙәмлеген данлаған ҡобайырҙарҙа, ғәҙәттә, фабула ла, герой характеренә бәйле сюжет тә юҡ. Күбе һенсә тыуған ергә, ил-халыҡ ихтыяждарына мөнәсәбәт һүрәтләнә, юрары гражданлыҡ тойғолары яҡтыртыла. Әҫәрҙең нигеҙендә йыш ҡына эшш башланғыс, уҙған тормошҡа бәйло тарихи легенда ятһа ла, йөкмәткелә, асылда, лирик мотпнтәр — һоҡланыу, намыҫланыу, ғорурланыу хистәре өҫтөнлөк ала, һәм улар, ғәҙәт тә, тыуған ерҙе пзгеләштереү, илдең азатлығын һәм берҙәмлеген һаҡлау идеялары, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ идеалдары менән килеп тоташа.

Әйтемдәр иһә — халыҡтың социаль корәш һәм тормош-көнкүреш тәжрибәһен, донъяға ҡараштарын, әхлаҡ принңпптәрен дөйөмләштергән, асылда, фәлсәфәуп-дидактик йөкмәткеле әҫәрҙәр. Икенсе торло әйткәндә, бында конкрет батыр түгел, туранан-тура тыуған ил дә түгел, ә билдәле ҡараштар, этик нормалар нигеҙендә кешенең кешелек сифаттары данлана, кире һыҙаттары ямаплана.

Бындай төркөмләнеүҙең зарурлыгы һүрәтләү алымдарының башкалыгында ла бик асыҡ күрсиә.

Теге йәки был ашш ҡобайыр нисек кенә төҙөк шиғри формала булмаһын, ул, асылда, «бороп-борон заманда булған» хәл-ваҡиғаларҙы бәйнә-бәйнә теҙеп хикәйәләүҙән тора. Уны тотошо менән йәки айырым өлоштәрен ғәҙәти (сәсмә) телдә лә һөйләргә момкип. Шулай иткәндә лә әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһенә һис зыян килмәйәсәк. Героик эпоста сәсмә телдә хикәйәләүҙең урып алыуы, хатта «Урал батыр» кеүек шиғыр ҡалыбына ныҡ һуғылған ҡобайырҙың да пкенсе осраҡта шау прозаик формала һөйләнеүе шуның меңәи аңлатыла ла инде.

«Ан Уралым, Уралым», «Уралып ятҡан Уралда» йәки башҡа берәй лирик ҡобайырҙы алһаҡ, быларып ғәҙәти телгә күсереп һөйләп булмай. Ҡобайырҙың идея-эстетик йокмәткеһеп боҙмайым, тпһәц, уларҙы үҙҙәренең шиғри стилендә ятлап ҡыйа һөйләргә мөмкин. Дидактик ҡобайырҙарға ҡарата ла ошоно уҡ әйтергә тура килә.

Икенсе моһим айырма. Эппк ҡобайырҙа геройҙың характере уның эш-ҡылыҡтарын аштырып һөйләү нигеҙендә кәүҙәләндерелә. Шунлыҡтан бында төп һүрәтләү сараһы — гипербола, ә лирик ҡобайырҙарҙа — троптар, йәғни объектты үҙенең тәбиғи биҙәктәре менән тасунрләү. Ҡыҫҡаһы, эпик ҡобайыр геройҙың батырлыҡтарын гипербола ярҙамыпда күпкә арттырып һөйләүҙән торһа, лирик ҡобайыр кеше күңелендә эстетик тойғо уятырлыҡ аҫыл буяуҙар менән тыуған плде нисек тә күркәмерәк итеп тасупрләү- гә ҡорола. Дидактик ҡобайыр иһә халыҡтың тормош-копкүреш тәжрибәһең, ҡараштарын сағылдырған тапҡыр һүҙҙәрҙән, метафораға ҡоролған әйтсмдәрҙәп теҙелә. Ошо яҡтан уларҙы афорпс-

тик жанрҙарҙың бер төрө тин ҡарарға ла мөмкин. Ләкин, мәҡэл һәм башҡа тапҡыр һүҙҙәрҙән айырмалы булараҡ, улар күпселектә үҙаллы әҫәрҙәр булып йәшәй, башҡарыусы сәсәндәр ижадында билдәле тәрбиәүи маҡсатты күҙ уңыңда тотҡан дидактик репертуарҙы тәшкил итә; уңайлы шартына, аудитория составына ҡарап, йә бер цикл, йә айырым-айырым рәүештә һойләпә.

Тыуған ил тураһындағы ҡобайыр баштан уҡ үҙаллы тематик форма, эпик поэзияның үҙенә башҡа бер жанры булып тыугак- мы-юҡмы — упыһыи киләсәктәге тикшеренеүҙәр асыҡлар. Хәҙергә был хаҡта шуны ғына әйтергә мөмкин: башта нисек барлыҡҡа килеп, һуңынан ниндәй хәлдөрҙә (айырым рәүештәме, башҡа әҫәрҙәр составындамы) йәшәмәһендәр, лирик ҡобайырҙарҙа тыуған илгә һәм уның аҫыл ир-егеттәренә мөхәббәт тойғолары сағыла. Үҙаллы йөрогән хәлдә лә, героик йөкмәткеле эпик сюжеттәр составыида ла улар иҙеүсе хандарға, спт ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш ораны, илен, халҡын яҡлап яуға күтәрелгән батырҙар анты булып яңгырай.

Хикәйәт (иртәк) формаһына килһәк, быныһы хаҡында шуны әйтергә мөмкин. Эпик ҡобайыр менән хикәйәт араһында ҡәтғп сик юҡ. Шулай ҙа уларҙың идея-эстетик йөкмәткеләрендә, сюжет ҡоролошо һәм һүрәтләү алымдарында ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе' шәйләргә була.

Ғәрәп теленәп ингән «хикәйәт» атамаһы һөйлән биреү, хикәйә итеү тигәнде аңлата. Уның үҙәгендә фабула тора, һүрәтләү, башлыса, сәсмә телдә һойләү, эҙмә-эҙлекле хикәйәләү алымына ҡорола. Ләкин был ғына хикәйәтте эппк ҡобайырҙан айырыу осон етерлек нигеҙ була алмай, сокки ҡайһы бер эпик сюжеттәр (мәҫәлән. «Урал батыр», «Алпамыша») бер осраҡта, башлыса, теҙмә фор.мала, икенсе осраҡта тотош йо күпселек өлөшө сәсмә телдә һойләпә. Ә күпселек сюжеттәрҙә шигыр менән проза аралаш килә.

Эпик ҡобайыр, әйтеп үтелгәнсә, пл-халыҡ осон ғәҙәтгәп тыш ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырға дан пырлай, ә хикәйәт теге йәки был геройҙың характерепә йо ҡайһы бер осраҡта, бигерәк тә һуң- ғыраҡ дәүерҙәргә ҡараған әҫәрҙәрҙә, тарнхкә бәйле иаҡнғаны иҫкә тошорә, уны ғибрәт, фәһем алыр осоп һойлоп. Ҡайһы берҙә уның хатта «конкрет датаһы» һәм «урыны» ла әйтелә. (Мәҫәлән, «Ҡарас менән Аҡ ша».) Бынан, әлбиттә, хикәйәт фабулаһы тарихи ысынбарлыҡты документаль дөрөҫлөгөндә сағылдыра икән, тип уйларға ярамай. «Булғанды» һойләү, художестволы фантазия менән байыҡтырылып, күп осраҡта конкрет датаһын гына түгел, ысынбарлыҡ деталдәрен дә югалта, халыҡтың билдәле замандағы тормош-көнкүреш йолаларын, ғәҙәттәрен һәм ҡараштарын, ып- тылыштарын һәм идеалдарын дөйөмләштереп сагылдирған художество әҫәренә әйләнә. Мәҫәлән, «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Зоһрә менән Алдар» сюжеттәрен боронғо иҫтәлектәрҙең, әле әйтелгәнсә, халыҡтың эстетик аңы аша үткәрелеүе, художество яғынан ныҡ эшкәртелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән классик хикәйәттәр тпп ҡарарға кәрөк.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: