Тапатырмы ерен дошмандан, 5 глава




Һап, бер эҙэмдо бай итер,

Бер әҙәмде тоҡ итер;

Байҙарҙың кейгәнен Камҡа менән суҡ птср,

Ашаганып-эскәпеп Ҡаҙы мспәп ял птер!

«Пә, бер аллам, йә, бер ҡаҙир!» — тшән^саҡта, Берәүҙең яңғыҙ ҙа яңғыҙ батып Юҡ птер, ау, юҡ итер.

Был инде донъяның шундай тигеҙһеҙлеге өсөн аллаға тел тейҙереү, ризаһыҙлыҡ белдереү булып тора.

XVI — XVIII быуаттарҙа башҡорт-ҡаҙаҡ бәйләнештәре ҡатмарлы төҫ ала. Бер яҡтан, пке халыҡтың хеҙмәтсән ҡатламы, ҡан ҡәрҙәшлеккә таянып, үҙ-ара татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа ынтыла. Үҙенең ботә рухи байлығы менән уртаҡлашып йәшәй. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының ауыҙ-тел әҙәбиәтендә шул нигеҙҙә барлыҡҡа килгән

уртаҡ әҫәрҙәр күп («Алпамыша», «Ҡуҙыйкүриәс мөнән Маянһылыу», «Тарғын мепәк Ҡужаҡ» һ. б.). Ерәнсә сәсән шикелле уртаҡ сәсәндәре булған. Бпсәнбай тигән бер ҡаҙаҡ аҡынының башҡорт сәсәне Ҡобағоштоң сәсәнлегенә һоҡланып сыгарғап бер оләңе XX быуат башында Алсынбай аҡын арҡылы Мохәммәтша Буранғол опҡа килеп юлыҡҡан (тексы Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешенә ҡарата бирелгән аңлатмаларҙа килтерелә). XVIII быуатта йәшәгән Бохар аҡындың дидактик йөкмәткеле ҡайһы бер оләңдәре башҡорттар тарафынан үҙҙәренә ҡабул ителеп, беҙҙең кондәргәсә килеп еткән. (Аңлатмалар бүлегендә 76-сы иҫкәртмәне ҡарағыҙ). «Ялп-йолп иткән яңғыҙ ябалаҡ», «Бейек тауҙың үлгәне» һәм ҡайһы бер дидактик ҡобайырҙарҙа, бигерәк тә «Ир-егеттең гүмере тураһында» һөйләнгән әйгемдәрҙә, ентекләберәк тпкшорә китһәң, күп кенә поэтик образ һәм эстетик мотпвтәр- ҙең ҡаҙаҡ аҡындарының ижадтары менән уртаҡ булыуын асырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, баигкорт-ҡаҙаҡ фольклор бәйләнештәре — башҡорттарҙа ла, ҡаҙаҡтарҙа ла төпло тикшеренеүҙәрҙе котоп ятҡан актуаль проблема ул 1.

Икенсе яҡтан, феодаль ҡатламдар, байлыҡ артынан ҡыуып, үҙ күршеләренә сабыуыл яһау, малдарын ҡыуып алып китеү (барымта) һәм шуға яуап рәүешендә ҡарымтаға килеү кеүек алама ғәҙәттәрҙе дауам итәләр, ҡәрҙәш халыҡтарҙы ҡанлы бәрелештәргә юлыҡтырып, үҙ-ара үсләшеү тойғоһон тыуҙыралар. Хеҙмәтсән массаларҙың дуҫлыҡ, туғанлыҡ ынтылыштарына зыян пгкән бындай феодаль күренештәр халыҡ ижадынан шулай уҡ ситтә ҡалмаган, яңы тарихи шарттарҙа эпик поэзияның үҙенсәлекле бер темаһына әйләигәк. «Ҡарас.менән Аҡша», «Билал менән Дүсән» — шуның миҫалдары.

Башҡарған эштәрсиэ караганда, бында геройҙар пл осоп ҡорбан булған батырҙарҙан күпкә ҡайтыш: хикәйәт 1750 йылдарҙа Башҡортостандың хәҙерге Учалы районы Науруз ауылы башҡорттары менән күрше йәшәгән ҡаҙаҡтар араһында мал өсон бер бәрелеште генә тасуир итә, әммә, шуға ҡарамаҫтан, һоҡландыра, әҫәрләндерә. Был инде сюжеттең художество бөтөнлөгө, уның гуманистик йөкмәткеһе, образдарҙың сәнгәтсә камил эшләнеше менән аңлатыла.

Батырҙар тураһындағы теге ҡобайырҙарҙан айырмалы булараҡ, Ҡарас батыр образында беҙ штампыга әйләнгәц уртаҡ һыҙаттарҙы ғына түгел, ә упың үҙ йөҙөн, үҙ батырлығың күрәбеҙ, ләкин уның индивидуаллеге, барымтасыларға ҡаршы сығып, үҙ малы өсон көрәшеүсе бер батыр шәхесенә гепә лә ҡайтын ҡалмай. Хикәйәт Ҡарас батырҙы тап борондан килгән традицион алымдар

1 Ошо йәһәттән беренсе эш булараҡ, ҡаҙаҡ әҙибе Бөркөт Нскаҡовтыц ♦Ҡаҙаҡ-башҡорт әҙәбиәттәре бәйләнеше тарпхенәп» тигән хеҙмәте ҡыҙыҡлы.— «Казахская литература н ее интернациональные связи», Алма-Ата, 1973, стр. 78—12G.

менәп ҡаһарманлыҡ идеалдары яҡтылығында һүрәтләй, һөҙөмтәлә индивидуалләштерелгән эпик герой һәм уныц сэіггэтсэ дөйөмләштерелгән образы алға баҫа. Шуныһы ла бик мөһим: бында батырҙар ҡылығы шау реалистик шарттарҙа реалистик деталдәр ярҙамында асыла. Ошо йәһәттән батырҙарҙың үҙ-ара әйтеше һәм атышы ҡыҙыҡлы.

Әйтештә, мәҫәлән, Ҡарастың да, Аҡшаның да үҙҙәренә үҙҙәре биргән характеристика иғтибарҙы тарта. Уны, әлбиттә, батырҙарҙың үҙ-ара маҡтанышыуҙары тип ҡарарға ярамай, ә эпик геройҙың үҙ танытмаһы, эпоста ғәҙәткә ингән күренеш тип аңларға кәрәк. Бындай традицион танытмаларҙа, ғәҙәттә, геройҙың нәҫел ебе асыла, бығаса эшләгән батырлыҡтары һанала, алда торған маҡсаты ойтслө. Бында ла шулай, әм.мә Ҡарас менән Аҡшаның әйтеше геройҙарҙың ү’ҙ танытмаларынан ғына тормай. Дошманлашыу хәленә еткән батырҙар, Тарғын менән Ҡужаҡ шикелле, үҙ-ара мыҫҡыллатыу юлына ла баҫмайҙар, ә тәүге осрашыуҙа уҡ бер-бсре- һек үгҙекә тиң батыр итеп күрәләр, үҙ-ара ихтирам белдерәләр. Ошо тойғоға бәйле рәүештә, хикәйәткә гуманизм идеяһы килеп инә.

Ҡарас батыр мәсьәләне һәүетемсә хәл нтеү яғында:

Ҡая түкмәй, илеңде һшт күрер булһаң,

К үк, ала — күп йылҡылы ташла тимен!

Ләкин барымтасылар башлығы, үҙ яғында костоң күплегенә таянып, ғәҙел тәҡдимде кире ҡаға.

Аҡшаның үлеме — нке батыр көрәшендә береһенең ғәҙәтп ецелеүе генә түгел, ә барымтасылыҡ юлына баҫҡан батырҙың енәйәтенә күтрә яза алыуы ул. Хикәйәт иҫке ғәҙәтте хеком итә, ысын батырлыҡты ғәҙеллек, кешелеклелек тойғолары менәп бәпләй. Аҙаҡ Ҡарастың Аҡшаны үҙе үк тәрбиәләп ерләүе һәм баш осона һаҙағын ҡаҙап китеүе — был ннде «үҙ илендә тиң таба алмай йөрөгән» Аҡшаның батырлығына батырҙарса хөрмәт күрһәтеү, үҙенсәлекле апофеоз булып тора. Ике халыҡ батырҙарына үҙ- ара үсләшергә, ҡарымталашырға урын ҡалдырмай. Беҙҙең осоң был поэтик әҫәр шундай гуманистик йөкмәткеһе менән, айырым бер фактты юғары сәнғәтсәнлек ҡалыбына һуғып, оло мөғәпә ацлатыуы менәп ҡиммәт.

Шулай итеп. тәү ҡарашта өҙок-ярҡа гыпа күренһәләр ҙо, айырым батырҙар тураһындағы ҡобайырҙар башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙа геройҙың драматик ситуа- дпяларҙағы кисерештәре һүрәтләнеү, образдарҙа һағыш, трагик яҙмыш тойғоларының сағылышы — һис тә осраҡлы түгел, ә яңы тарихи шарттарҙа эпос үҫешендәге мөһим үҙгәрештәргә, атап әйткәндә, эпик поэзияның тормошҡа якынайыуыпа, реалистик деталдәр менән бергә лирик мотпвтәрҙең дә күберәк урын ала кидеүе- нә бәйләнгән законлы күренеш. Беҙҙең быуатҡа яҡын тарихи шарттарҙа халыҡтың милли йәшәйеш үҙенсәлектәрен, социаль һәм рухи ынтылыштарын башлыса тормошсан һүрәттәрҙә сағыл-

дырыуы менән «Ҡарас менән Акша» ла, «Юлай менән Салауат» та ошо һығымтаны нығыта.

* * *

Борон кешенең сәсәнлегең, сәсәңдәрҙең йорлогон, тапҡырлығын һынау ерлегендә формалашҡан үҙаллы жанр — әйтештәр булғаны билдәле, ләкин үҙ ваҡытында яҙып алынмау аркаһында, улар үҙҙәренең саф формаларыңда беҙҙең быуынға килеп етә алмаған йәки бик аҙы ғына һаҡланып калган. Уларының да телдәп-телгә күсеп йөрөү процессндө йә авторҙары (әйтешеүселәре) онотолған, йә легендалар менән үрелгән, ҡайһы бор урындары шиғри яҡтан боҙолған, идея ҡаршылыҡтары килеп кергән.

Әйтеш — сәсәндәр әше. Уның башланғыс тамырҙары йомаҡ жанрына барып тоташһа, үҙаллы үҫешкә юл ярыуы әкиәттәрҙә батырҙарҙың зирәклегең кинәйәле һүҙ менән һынау традицияһынан килә. Был китапҡа алынған әйтештәрҙең күбеһе шул хаҡта һөйләй. Шул уҡ ваҡытта жанрҙың тап үҙ формаһында ҡайһы бер эпик әҫәрҙәргә килеп инеүе үҙ сиратында эпос традицияларына һиҙелерлек йоғонто яһай, яңылыҡ тыуҙыра.

һәр әйтештең идея йөкмәткеһе һәм шиғри үтәлеше әйтешеүсе сәсәндәрҙең импровизаторлыҡ һәләтенә, синфи позицияһына һәм, әлбиттә, конкрет тарихи шарттарга бәйләнгән. Мәҫәлән, «Мәхмүт сәсәндең йомағы, уға ү*ҙенец яуабы» исемендә алынған әҫәр махсус ойошторолган йыйында Мәхмүт менән ярыпшрлыҡ сәсәндең табылмауын ғына түгел, ә Мәхмүт сәсәндең халыҡсан характерен, тормошҡа хеҙмәтсән масса күҙлегенән ҡарауыл күрһәтә.

Байыҡ сәсәң менән Бохар аҡындың, Ҡобағош менән Аҡмыр- ҙаның әйтеше бүтән шарттарҙа бара. Был әйтештәрҙе ике сәсәңдең уҙ-ара шиғри ярышы тин кенә лә булмай. Бында көсоргәнеш- ле психологик ситуацияла антагонистик епкыф вәкилдәре, ҡапма- ҡаршы синфи ҡараштар бәрелешә. Бохар аҡын менән Аҡмырҙа сәсәп артында власть тора. Улар икеһе лә, хандар йомошон үтәп, алдан әҙерләнгән йомаҡтары менән хандарға баш бирмәгән сәсәңдәрҙе хур итмәксе, әммә әйтешгә улар үҙҙәре мәсхәрәгә ҡала. Байыҡ менән Ҡобағош сәсәндең яуаптарында дорөҫлөк, халыҡ идеалдарына тоғролоҡ сағылһа, тегеләрҙең Йомаҡтарында — мив- мннлек һәм кәпәренеү, үҙ хакимдәрен ололарға тырышыу һәм ялағайланыу.

Яманлыҡты яҡламаҫ, дошман хәтерен һаҡламаҫ, яҡшылыҡты һойор һәм илдең зарып һөйләр сәсәңдәрҙе гсмә халыҡ үҙ сәсәне итеп таныған, исемдәрен, хаҡ һүҙҙәрен ололап, хәтер һандығына бикләгән, яңы быуындарға мираҫ итен ҡалдыра килгән. Күп быуындар телендә Ҡобағош сәсән менән Байыҡ сәсән, Ерәнсә сәсән кеүек үк, легендар образға әйләнгәд.

Китапҡа ингән әйтештәрҙең күбеһе кинәйәле һорауҙарға, йомаҡтарға ҡоролған. Был, күрәһең, жанрҙың борондан килгән топ формаһы. Уның үҙ ҡағиҙәһе бар. Беренсенән, һорау — һәр осраҡта сәсәндең үҙе тарафынан төҙөлгән оригиналь йомаҡ булыр-

ға тейеш. Шул ук ваҡытта ул гәҙэти йомаҡтар шикелле аллеп риала н тоҙолә. Икенсенән, яуап һорауҙа әйтелгән аллегорик образ менән башлана, һөҙомтэлә үҙенсәлекле рефрен барлыҡҡа килә.

Ҡайһы бер осраҡта, бигерәк тә социаль темаларға ҡағылған әйтештәрҙә, аллегория бик абстракт, үтә ситләтелгән характерҙа булырға момкнн. Мәхмүт сәсәндең йомаҡтары, мәҫәлән, шундай характерҙә. Ундай йомаҡтарға һәр кемдең тиҙ генә яуап таба алмауы тәбиғи. Уларға Мәхмүт сәсәндең үҙ яуабы уның ғәҙәттән тыш зирәклеген, демократик рухын сағылдырыу менән бергә был әйтештең социаль яңғырашын, эстстпк балҡышын бермә-бер арттыра.

Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең. Байыҡ сәсән менән Бохар аҡындың әйтештәре кинәйәло һүҙгә ҡоролоуҙары ме зән ҡатмарлы. Бында айырата шуныһы ҡыҙыҡ: кннәйәлө һорауға яуа н — аллегорияға ҡоролған әйтештәрҙәге һымаҡ бер түгел, ә ике торло булырға һәм билдәле позициянан икеһе лә дороҫ булырға момкин, әммә мәгәпәүп яҡтан береһе икенсеһекә ҡаршы килә йәки хатта юҡҡа сығара. Яуаптарҙың дероҫорәге, көслорәгс позицияның h;jk- лыгы, нигеҙлерәк булыуы менән билдәләнә, әйтеш ярылып ятҡан социаль бәрелеш тоҫоп ала. Шуға ҡарап сәсәндәрҙец характере, донъяға ҡараш позициялары асыла.

«Бер тигәс тә ки яман?» тпгәп әйтеш оц оҡшашлығына ҡороло- уы менән үҙенсәлекле: һорау ниндәй он мснәп башланһа, яуап та шул уҡ өн менән башлана. Был — мотлаҡ шарт. Ошо штгегҙә яуап биреүсенең (сәсәп булмаҫҡа ла мөмкин) зпрәклегс, аҡыл егәрлелеге, тапҡырлығы һыналған.

Әйтештең был формаһында яуаптың төрлөсә булыуына кип мөмкинлек бар: һәр кеше, үҙ ҡараштарына таяньтп, үҙе аңлағанса яуап бирергә прекле, тик әйтештең төп шартын ғына боҙмаһын, һөҙөмтәлә яуап биреүсенең зирәклеге мепәп бергә уның ниндәй идеологияға таяигаплығы ла асыҡ сагыла.

«һары балды кем эсер?» йәки «Ни нәмәлә нимә юҡ?» ишс «ябай» һорауҙарға ҡоролған әйтештәр ҡатнашыусыларҙан мәғәнәле яуап талап итә.

Дидактик ҡобайырҙар (әйтемдәр) әҙәбиәт ғилемендә һәм фольклористика фәпендә ярайһы уҡ яҡтыртылған.

Бүлектәге тәүҙә бирелгән миҫалдар йыш ҡына бер'~традпцпоп инеш һүҙ аҫтында айырым әйтемдәрҙән тора. Күрәһең, улар бер баіггкарыусьтнац шул тәртиптә яҙып алынғандар, ләкин быны тематик яҡтан да. идея берлеге ягыпан да ныҡлы композиция тип булмай. Ул — шартлы бер теҙмә гепә. Традицион инеш һүҙ үҙе үк шуға юл ҡуя: башҡарыусы сәсән уйыпа ни килһә, башта шуныһы,г әйтә, аҙаҡ — икенсеһен, осопсоһон... Әйтемдәрҙең һаны башҡарыусы сәсәндең репертуар байлығына, ә нокмәткеһе, берҙән, башҡарыусының үҙенең характер үҙенсәлегенә һәм идеологик платформаһына, икенсенән, аудиторияның социаль составына бәйләнгән Шуға ла бер башҡарыусы репертуарындағы әйтемдәрҙең ҡайһы берҙәре икенсе башҡарыусының репертуарында ла ҡабатлапырға

э башҡалары йә төшоп ҡалырға, йо бөтөнләй икенсе идеологик төҫ алырға мөмкин.

Дидактик ҡобайырҙар башлыса халыҡтың быуаттар буйына туплана килгән тормош тәжрибәһен, идеалдарын, юғары гражданлыҡ тойғоларын һәм әхлаҡ принциптәрен камил эшләнгән шиғри юлдарға, поэтик образдарға тороп аңлата, донъяға ҡараштарын сағылдыра.

Дидактик ҡобайыр-әйтсмдәрҙә ҡараштар төрлөлөгөн сағылдырған миҫалдар күп. Улар араһында байҙарға һәм дин әһелдәренә ҡарата хеҙмәтсән массаның кире мөнәсәбәтен, колөү-хурлау тойғоларын һиҙҙереп торғандары ла бар. «Байҙың күрке» һәм «Мулла тураһында» тигән әйтемдәр, асылда, шупдай сатирик буяуҙарҙан тора.

Уҙған быуаттарҙа халыҡтың диндар булыуы тәбиғи, әлбиттә, ләкин шул ваҡытта ул ортодоксаль динсе лә түгел. Фольклор әҫәрҙәрендә динилек бүтән ҡараштар менән бергә ҡушылып, йә ҡаршылыҡлы төҫ ала (мәҫәлән, «Мал ни осоп кәрәк?»), йә был донъяла социаль тигеҙлек, ғәҙеллек булмағаны осоң хатта алланың үҙенә тел тейҙереү һымаҡ яңғырай (мәҫәлән, «Алланың ҡөҙрәте шундайҙыр...»). Шуға күрә теге йәки был әҫәрҙә дини ҡараштарҙың да сағылын үтеүе ул әҫәрҙәрҙең халыҡсанлығын инкар итмәй,

бәлки уҙған замандың тәбиғи бер һыҙаты булып тора.

3. МӨХӘББӘТ ТУРАҺЫНДА ХИКӘЙӘТТӘР, ҠИССАЛАР

Көнсығыш классик поэзияһында ҙур урын алған романпк (мөхәббәт) дастандар йоғонтоһонда тыуын, төрки телле халыҡтар араһында киң таралған уртаҡ сюжеттәр бар. «Поеоф менән Зөләйха», «Таһир менән Зоһрә», «Буҙйегет» һәм «Сәйфелмөлөк» — шундай әҫәрҙәр.

Быларҙың йәшәү тарпхе үҙенсәлекле. «Йософ—Зөләйха», «Таһир—Зөһрә». «Буҙйегет* сюжөттәре башта халыҡ ижадында тыуғандар. Аҙаҡ айырым шағирҙәр тарафынан эшкәртелеп, ҡиссалар баҫылып сыҡҡан, яңынан-яңы әҫәрҙәр — романтик поэмалар, драмалар, хатта ромапдар яҙылған. Яҙма ҡиссалар баҫма китап формаһында ла, ҡулдан күсермәләрендә лә киң таралып, халыҡ телендә йәшәүҙең яңы дәүерен, яңы баҫҡысын үткәндәр, байтаҡ үҙгәрештәр кисергәндәр.

Мәҫәлән, «Йософ- Зөләйха» сюжетенең тәү башлап миф-легсн- да формаһында ассиро-вавилондар тарафынан ижад ителеүе билдәле. Артабан беҙҙең эраға саҡлы 8—5-се быуаттарҙа ул боронғо йәһүд (еврей) телендә Библияның «Ветхий завет» тигән беренсе кнҫәгокә «Иосифтец һатылыуы» исемендә ингән. Беҙҙең эраның VII быуатында «Йосыф сүрәсе» исемендә Ҡөрьәндә урын алған. Торки халыҡтары араһында ул ислам дипе менән бергә ака шул Ҡөрьәндәге «Йосыф сүрәсе», бигерәк тә уның тәфсирҙәре аша таралған булырға тейеш.

Библияға ингән «Иосифте һатыу» хикәйәтенә донъя әҙәбиәтендә күп яҙыусылар әленән-әле әйләнеп ҡайтҡандар, прогрессив не-

2 Заказ 305

мед яҙыусыһы Томас Манн хатта «Иосиф һәм уның ағалары» тпгән бер роман яҙған. Мосолман донъяһында ла ул күп яҙыусыларҙы әүәл-әүәлдән ҡыҙыҡтыра килгән. Беренсоләрҙән булараҡ, уға мәшһүр «Шаһнамә» эпопеяһының авторы Фирдәүси иғтибар иткән һә.м X быуатта «Иосиф вә Золәйха» поэмаһын яҙған.

Торки телендә «Посыф вә Зөләйха» ҡиссаһы гәү башлап Ҡол Ғәли тарафынан XIII быуатта яҙылған һәм 1839 йылда баҫылып сыҡҡанға тиклем ҡулъяҙма формаһында киң таралған. Ҡулъяҙма күсермәләре беҙҙең көндәрҙә лә табылғылап тора. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында гына, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа башҡорт ауылдарында табылған еге ҡулъяҙма китап һаҡлана.

«Таһир менән Зөһрә» һәм «Буҙйегет» сюжеттәренең үҫеш тари- хе ул ҡәҙәр оҙон түгел. Тәүгеһе Саняди тарафынан яҙылған «Дастан Бабахан» («Бабахан дастаны») тпгән поэмала бик тулы һүрәтләнә. Ләкин үҙ ваҡытында бер тапҡыр ҙа баҫылмаған был дастандың ҡасан яҙылыуы хаҡында асыҡ ҡына әйтеп булмай. Татар әҙәбиәтселәре уны XIV быуат ахырында, XV быуат башында ижад ителгән тип иҫәпләйҙәр *. Әммә башҡа ғалимдәр (мәҫәлән, X. Ҡо- роғлы) Сайяднҙс XVII—XVIII быуаттарҙа йәшәгән үзбәк шағире тип раҫлайҙар. Энциклопедияларға ла ул шулай инеп киткән.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: