Тапатырмы ерен дошмандан, 11 глава




Әй, һүҙе һнттән аҡ булыр,

Яҡшыға ышыҡтай тау булыр, әү,

Яуызға ҡаршы яу булыр.

Күп эсендә баламын, әү, һеҙҙең күҙгә ҡарамын 6*, әү,

Әй, һеҙҙең күҙгә ҡарамын.

Күп һүҙен әйтер баламын, әү,

Үлгәнсе күптә ҡаламын.

Хоҙайым һеҙҙе яратҡан,

Күптеме һеҙгә ҡаратҡан,

Әй, күпте һеҙҙән талатҡан.

Күптең дә барыр ере гүр,

Аҙҙың да барыр ере шул.

Хан булып та белмәһәң, әү,

Шәжәрәү асып күрмәһәң, әү.

Әй, күреп тә аңлар булмаһаң, һөйләйем, ауырға алмаһаң, әү,

Илемә ҡәһәр һалмаһаң.

Хандар ҙа тыуған, хан булған, ти,

Берәү ҙә түгел, күп булған, ти,

Әй, берәү ҙә түгел, күп булған. SO

SO

Яманлығын әйтмәйем, әү, Яҡшыһы булырын көтмәйем. Абулхайыр тигән хан булған,

Һин түгел, борон хан булған 70. Әй, бүлгеләнмәҫ ҙур булган. Тоҡомонан Ибраҡ 71 бар булған, Себергә килеп хан булған.

Атаһы ерен тарлатҡан, ти,

Тота алмайса тарҡатҡан, ти,

Әй, тота алмай тарҡатҡан. Себерҙә үҙен һайлатҡан, ти. Ханлығын киңәйтмәй тарайтҡан.

Күсеп тә килгән күсендә 72, ти, Күсеме 73 тыуған күсендә, ти,

Әй, ҡар ҡаплаған ҡыуышында. Кослөгә ҡаршы көрәшкәндә, ти, Косом дә ҡалған күсемгә, ти.

Себерҙәп туҙып ҡасҡанда, ти, Арбаһы һаҙға батҡанда, тн,

Әй, аптырап һаҙҙа ятҡанда, Муйынына боғалаҡ таҡҡан да, ти, Йәне сыҡҡан, ти, арҡанда.

Аблай 74 тигәп дә ул ипе, ти, Тойә лә коткән ҡол ине, тп,

Әй, ҡаты ла тотҡан ҡул ипе.

Мин, мин, тигән, мин, тигәп, ти, Аҡ шоңҡарҙай ир, тигән, ти,

Әй, донъяла мин — бер, тигән. Дошмандан өркмәй, кил, тигән, йәнегеҙ алам, бир, тигән.

Бармы берәйһе күренгән, әү, Ҡамка * тунға торонгән, әү,

Әй, ҡамҡа тунға төрокгәп.

Бары ла гүргә һоролгән, әү, Кәфепгә сырмап торолгән!

Күптән сүптәй үк алынған, әү, Башына ташы ҡағылған, әү,

Әй, битенә ҡара яғылған!

Уларҙан һуц да табылған, әү, Ханға шулай яҙылған.

Мип әйтмәйем, быны кун әйтә, Миңә түгел, әү, һицә әйтә,

Әй, мицә түгел, һиңә әйтә: Ханмы беҙҙән, ти, мал котә, Ханмы беҙҙән, ти, ҡан котә?

Ҡайғыһыҙ йоҡо йоҡлаған, ти,

Ҡарыуһыҙ мал туплаған, ти,

Әй, ҡарыуһыҙ мал туплаған.

Күп — күҫәген һутлаған, ти,

Табипына ҡарай ыҡлаған.

Аҡмәмбәт тә аш һалған, ти,

Аш һалмаған, баш һалған, ти,

Әй, халыҡ та уға таш яҙған.

Хан да кпре сыға алмаҫ, әү,

Кисеүенә халыҡ таш һалған.

БАЙЫҠ АЙҘАР СӘСӘН

1. БАЙЫҠ СӘСӘНДЕҢ ҠАҘАҠ АҠЫНЫБОХАР МЕНӘН

ӘИТЕШКӘПЕ

Байыҡ Салауаттың атаһы Юлап, уның атаһы Аҙналы менән Әй 75 буйын биләгән Байназар тархандың улы булған. Байназар тархандың биш улы: өлкәне Байыҡ, икенсеһе Танып, өсоцсоһо Тайып, дүртенсеһе Ҡайып, бпшенсеһе Танһыҡ булған.

Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән; үҙалдына көн иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙып урлаған да был диярҙа * тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Танып менән Ҡайыбы бер яуҙа ғәйеп булған. Байназар — топсок улы Танһыҡ менән көн күргән.

Танып менән Ҡайып ғәйеп булған яуҙа Байыҡ та, Юлай ҙа булған. Яуҙан һуң, алай итеп, былай птеп, атаһы Юлайҙы аҡлат- ҡан. Байыҡ, морон тортор ер танмай, ҡаҙаҡ араһына ыҡлаған.

Шунда йөрөгәндә, Байыҡтап ҡаҙаҡ сәсәндәре 713 көлөп, мыҫҡыл игергә уйлап, былай тигән:

Истәк * булдың, бар булдың,

Киң далала зар булдың.

Ү ҙең ә й ом аҡ ә йт ә й ем,

Тапһаң, улым итәйем,

Тапмаһаң, ҡолом итәйем;

Кондоҙ ҡупым которһөң,

Кисеп й онон тетерһең,

Йоҡом ҡалды тимәҫһең,—

Кондоҙ сырым итерһең.

Киң далала ҡуш агас,

Ҡуш ағастың ҡуш башы —

Бер ҡаҙанға һыймаҫтан Ҡуш ҡусҡарҙың ҡуш башы Бар нкәп ил ҡашҡаһы *.

Ат башындай ҡаҡ ерҙән Яра тошкән аҡ түгел,

Ай менән көндәй икәүһе,

Яңғыҙланған таҡ түгел.

Байыҡ:

— Киң далам тии әйткәнең —

Иленән ҡасҡан был истәк,

Маҡтаһын тип көткәнең,—

Мин дә күргән ер икән, һин дә белгән ер икән.

Ағас-таштан ҡыу булғас,

Өҫтөн яшын пар * ҡылған;

Сағыл тауҙан ҡыу булғас,

Шараҡ ҡыҙҙай һын булғас,

Ҡомдан сөйәлдәй тау ҡылған; һум елендән һот аҡмаҫ, һыуһаған йотом һыу тапмаҫ —

Дала тигәнең шул икән.

Турһыҡтай бурһыҡ үҫтергән,

Ҡарһаҡтан барын буҫтырғаи *,

Бутаһын юйған нары ман Ишәктән моңло ҡысҡырған,

Б үтәп моңо булмаган, һии-һпл торған сүл икән.

Ҡаяла талпынған боркөтөн,

Толпарҙа елкенгән егетен Алмаштырған бер бөтөн,

Алмаштырған бер бөтөн,—

Тойә өҫтондә ялпацлап,

Ҡолаҡсыны һәлпәңләп,

Ҡаҙаҡ тигән ир икән.

Ҡуш ағасым тигәнең —

Киң далала ҡуш ылаш;

7\аҙлғыңды киптергән Киң далала Ҡуш Алаш 77.

Ҡуш ағастың ҡуш башы,

Тап Алаштың ҡашҡаһы * —

Бер ҡаҙанға ҡуш антын һалып бергә ҡайпатҡан,

Туҡалдай кейәү һайлатҡан Абылай солтан хан икән.

Шунан һуң ҡаҙаҡ бойҙәре Байыҡты тоторға эҙләй башлаған. «Илгә айҙар, йөрәккә хәнйәр булырға итә икән»,— тип юҡ итергә уйлағандар. Байыҡ ҡасҡан, кире Уралға ҡайтҡан.

2. БАЙЫҠ СӘСӘНДЕҢ САЛАУАТ БАТЫРҒА ӘЙТКӘНЕ

Күн һыуҙар аҡҡан, күп йыл үткәп. Байыҡ сәсон айҙар булып, Аҙналы улы Юлай старшина булып дан тотҡан. Берҙән-бер кон Байыҡ мәмерйәнән сығып, Ҡылыс тауҙың башына менеп уйлап ултырған да, Юлайға бармак булып, юлға сыҡҡан. Кптеп барғанда, һунарға сыҡҡан Салауатҡа тап булған. Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡан. Салауат үҙен танытып, Байыҡтың кемлеген һорағас, Байыҡ былай тигән, тн:

һөйләһәм, һүҙ оҙайыр,

Тыңлаһаң, һинең тағы ла Ҡолагың шәмдәй тоҙәйер;

Кем булһа ла буланым,

Шуны әйтеп уҙайым:

Ил тигәндең кеме юҡ,

Бейе лә бар 78 был плдец,

Ире лә бар был илдең,

Ике арала йороүсе Теле лә бар был илдең.

Ҡыҙы ла бар был илдең,

Наҙы ла бар был илдең,

Ҡыҙ алам тии, туҡмалған Таҙы ла бар был илдең.

Күсе * лә бар был илдең,

Косо лә бар был илдең;

Күсен ситтәр талағас,

Үсе лә бар был илдең.

Илдең ире тиһеңме,

Таланған күстән айырылған —

Шуларҙың бере тиһеңме?

Туҡмалып та таҙ ҡалған,

Ҡаны агын һаҙ булғап,

Яуызды күрһә, ҡарпыған,

Йөрәгенән матҡыған,

Асыуҙа ҡайнап сыныҡҡан,

Уралда аупап ереккән,

Ҡанһыраған арыҫландай Ҡаңғырып йөрөгән ҡартымын!

Аты юҡҡа — атымы к,

Яуызға һамап ятымын.

Торор йорто юйылған,

Балалары һуйылған,

Батырҙары ҡыуылған Ил сәсәне, ҡартымын.

Атҡа менеп сабырҙай Юлдаш эҙләп юлыма,

Ҡаяла башаҡ ҡайратыр

Ҡорҙаш эҙләп ҡонома,

Ҡаңғырып йөрөгән ҡартымык. Айҙар тигән атым бар,

Ҡулымдан ҡорал һалмаҫҡа Илгә биргән антым бар.

Салауат тигән исемең Ишетеп беләм ҡолаҡтан,

Исемеңде ишетеү —

Белеү түгел йөрәктән.

Юлыма тап килгән һуң,

Әйтә торған һүҙем бар.

Уралда үҫкән күп батыр,

Бары буйын буйлаған,

Ат оҫтондэ уйнаған,

Ҡаяла башаҡ ҡайраған,

Егет булып бары ла һылыу ҡыҙып һайлаған,—

Бары ла үткән, ҡалмаған. Батырын тапҡан ил ҡалған, Батырҙар сапҡан юл ҡалған. Батырҙар сапҡан — ил тигән, Хандар сапҡан — ҡол тигән,

Йөҙ егерме ауылды Ҡыуҙай үртәп көйҙөргән,

Ил оҫтонә яу ҡылған,

Ил таларға дау һалған,

Илде ҡанға йоҙҙоргән,

Тәфкпләү 70 ҙә сапҡан, дан тигән Ат йөҙҙөрөп күҙ йәшкә,

Ошаҡ тейәп тиктәҫкә,

Олатайың Шәғәлс 80,

Уның улы Аҙналы,—

Улар ҙа сайҡап, мал тигән.

Ҡол теләгән ҡол алған,

Мал теләгән мал алған,

Яу теләгән яу һалған,—

Бары ла үткән, ҡалмаған.

Хан башын да ер йотҡан, Тәфкиләүҙе лә ер упҡан, Шәғәлене лә ҡуймаған,

Уның башына ил еткән,

Аҙналыны ла аҙаҡтан Янаралы әт иткән.

Бары бөткән, ҡалмаған,—

Ҡаяға тамған ҡан ҡалған, Батырҙар сапҡан юл ҡалған, Дошманға бысаҡ ҡайраған Бөтмәй торған ил ҡалған. Аҙналының балаһы

S3

Инде Юлай пи котә?

Яумы котә, дан котә?

Атаһы юлын эҙләйме?

Батырҙар юлын күҙләйме?

Өйонә тобәп барайым,

Йоҙонә күҙ һалайым,

Йөрәге ппсек һуҡҡанын Тел төбөнән беләйем.

«Батырҙар юлы ереккән,

Саң баҫҡан, эҙлән танманым,

Ҡылысым үтмәҫ, тутыҡҡан,

Ҡаяла ҡайраҡ тайманым»,—

Тиһә: «Бына — мпн! — тирем,—

Батыр юлын буйлаған,

Ат өҫтөндә уйнаған

Алдыңа кнлгән ҡарт,— тирем,—

Ат өҫтөндә санҡанда,

Алдыма дошман баҫҡанда,

• Елем менән дошманды

Ҡолата килгән ҡарт!»— тирем.

Байыҡтың һүҙен ишеткәс, Салауат та аңлаған. Байыҡ ҡартты үҙе менән бергә алып ҡайтып киткән.

Юлай менән өсәүһо һөйләшеп, һүҙ үткәндәрен саҡырып, бергә кәңәш тойнәшеп, яу башларға булғандар.

һуғышта былар еңелгән. Башлыҡтары Пугачев та, Салауат менән Юлай ҙа— бары ла ҡулға алынған. Әлеге Байыҡ ҡарт, меҫкен, тағы ла ҡасҡы булып йороргә гснә ҡалған. Артынан эҙәрләү төшкәс кемгә генә барһа ла, бары ла ҡурҡҡас ҡурсыуҙан, Байыҡ бөтөнләй күҙ йырған. Берәү күрмәгән, белмәгән — ғәйеп булып юғалған.

3. БАЙЫҠ СӘСӘНДЕҢ ҠАЙТАНАН КИЛЕП СЫҠҠАНЫ, ХАЛЫҠҠА ТУҒАНЛЫҠТЫАҢЛАТҠАНЫ

Күп йылдар үткән, күп һыуҙар аҡҡан. Яуҙа ғәйенләнгәпдәр- ҙең аҫылдары аҫылған, һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең ҡайһылары ҡайтышып, тыныс торам тигәндә, тағы ла бер ғауға ҡупҡан. «Француздар яу асҡан, Мәскәүҙе килеп баҫҡан. Батша ҡасҡан» тигән хәбәр таралған. Ил ҡарттары йыйылып, түрә-һәрэ һойләшеп, ат- хат еткән ерҙән саҡырып, илде йыйғандар. Батша фарманын уҡып, кәңәш-тоңәта иткән саҡта, ҡәбер тобөнән сыҡҡан кешеләй, багаын- күҙен йөн баҫҡан, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ та йыйынға килгән. Таныгандар булғандыр. Берәү бер һүҙ әйтмәгәс, барыһы ла аптыран, Байыҡҡа ҡапланып ҡарағас, Байыҡ былай тигән, ти:

Алыҫтан ҡарайып күренгән Тулҡын да тулҡын тигәнем —

8G

Көтөүселәр өйоргән Йылҡы микән? — тигәнем — Тулҡын түгел, ил нкән,

Ил йыйылған ер нкән.

Ат саитырын йыйҙырған Туй тигәпе — шул микән? Сәләм бирһәм, алмаҫтай, һүҙемә ҡолаҡ һалмаҫтай Күҙгә сағылған күбегеҙ Ябай түгел, бей һымаҡ;

Араға һалған һүҙегеҙ Балалап түгел, ир һымаҡ 81. Ниңәлер һүлпән туйығыҙ — Үлек сығыр ой һымаҡ!

Мин дә әйтһәм берәй һүҙ, Туйға килгән пр һымаҡ, һүҙем ҡырын ҡаҡмаҫһыҙ, Ҡағырҙай нр юҡ һымаҡ.

Арағыҙҙа кем булһын: Тарханмы, кәрәк бей булһын, Миңә тимәһә, тау ярыр Ҡылыс тотҡан ир булһын,— «Мин уҙаман», тнерҙәй, һунарым алып, ҡарт булып, Ҡанъяғаһын төйорҙәй,

Түргә ултырып, баш тотоп, Баш ҡойҡаһын ейерҙәй 82, Барыбер берәү табылмаҫ! Булһа ла, күҙе.мә сағылмаҫ, Аҙамат булып танылмаҫ!

Күп йәшәгән ни белгән, Күпте күргән шул белгән! Шулай ҙа йеҙгә еткәндә Белгәпем әйтеп үтмәһәм, Хатам күҙгә төрткәнде Тағы ла әйтеп үлмәһәм,

Үле тәнем, йыуылып, һыу мепән генә аҡланмаҫ! Яманаттан бүтәнем 83 Ил телендә һаҡланмаҫ. Ҡәберем күргән — уба,— тпр, Иҫкә лә алмаҫ, һоҡланмаҫ 1

Йөҙ йыл буйы уйлаған, Халыҡҡа шулай һөйләгән, Ҡанға аунап эҙләгән,

Бер уйым бар тапмаған,

һыуға ла тошоп аҡмаған, һаҙға ла тошоп батмаған,

Миң генә түгел эҙләгән,

Күптәр сапҡан, тапмаған.

Ул уйымдың эсендә —

Кәпләшеү түгел тарлыҡтан, Зарлыҡ та түгел ҡартлыҡтан,— Өно сыҡмай ҡапланған Ил теләге ҡарлыҡҡан;

Өҫто ҡанға таплапган Ил теләге тарлыҡтап.

Хан, хан,— тигән күп ирҙәр,

Алып килә дан,— тигән,

Ҡаны башҡаға ҡап,— тигән,

Беҙ алырбыҙ дап,— тигән.

Сыңғыҙ 84 килгән: — Мин!— тигән, Мин ҡунаҡмын,— тимәгән.

Ил өҫтөнә ҡул йәйгән,—

Мин китәмен,— тимәгән,

Улын, бейен үҫтергән,

Ҡара ҡошон тотторған,

Барынан ант иттергән,

Илдең ҡанын эс,— тигән,

Сергенән ҡанда кис,— тигән; Ҡанын, динен һорама,

Бары беҙгә ҡол,— тигән;

Эт һанындай хан үҫһен, Яуызлыҡта дан үҫһен.

Беҙгә терәк шул,— тигән.

Быуын-быуын үткәндә,

Хандар килеп кпткәндә,

Хандан илгә нп ҡалды?

Эркелеп ҡандан һаҙ ҡалды,

Ил таланып таҙ ҡалды 85,

Өҫтөндә бөтмәҫ зар ҡалды. Олатайҙар дихайга *

Мәскәүгә баш эймәгәп,

Яҡла тип, Аҡ батшага Бушҡа тик апт бирмәгән!

Ай, ант, тигән, аит, тпгәп,

Антың йотма, тот, тигән, Ярлыҡамаҫ ят, тигән,

Ятҡа анттан ҡайт, тигән.

Туғанға биргән аҡ антың Менер аттай кнт, тигән.

Ай, ят, тигән, ят, тигәп,

Ят тигәнде бел, тигән,

Ул ят тигән «кем?»— тигән.

һыйлашҡанда дуҫ яҡшы. һөйөшкәндә ҠЫҘ яҡшы,

Китапҡа оҙон һүҙ яҡшы,

Яуға менһәң, буҙ яҡшы; Башыңа бәлә килгәндә,

Яман булһа ла күргәндә,—

Үҙ туғаның шул яҡшы:

Ике туган талашыр,

Атҡа менһә, ярашыр!

Туған, туған, тигәс тә,

«Ул туған — кем?» — тпгәс тә, «Ата, әсә бер булған Ҡарындашмы?» — тигәс тә, Берәүҙең яңғыҙ балаһы Кемде ҡарыпдаш тир икән?

Әсә лә һоттәш булмаһа,

Кеме һыуҙаш — шуны әйтер, Йылғала һыуҙаш булмаһа,

Кеме ерҙәш — шуны әйтер.

Бер әсәнән түлләгән Ҡыҙҙан бажа булмаһа,

Бер тупраҡты еҫкәгән Ҡыҙҙан бажа — шуны әйтер. Бер йылғанан һыулаған,

Бер тупраҡта аунаған,

Эсэләп күреп шул ерҙе,

Ырыҫын шуға төйнәгән, Төйәкләнеп, туҡланып,

Йәндәй күреп, һоҡланып,

Йыр йырлаған, көйләгән, Моңон-зарып үҙ-ара Бер-беренә һөйләгән,—

Ирме булһын, ҡыҙ булһын, Батшамы ул, кем булһып,

Шул тупраҡта түлләһен,

Илде ҡурсып үрләһен,—

Бер туғаның шул булыр.

Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр, Килеп баҫҡан яу, тиҙәр. Француз булһын, кем булһын, Спттәп килгән ят булыр.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: