Был донъянап китте, тип.




Улар китде атаға,

Ата берләп анаға;

һеҙ ҙә бер көн барырһыҙ

Борон үткәп балаға.

Әжәл етмәй үлмәк юҡ,

Алла әмеренән ҡалмаҡ юҡ,

Әжәл етеп үлгән һуң, һис кем ҡайтып килмәк юҡ.

Тәҡдир етһә, ҡалмаҡ юҡ,

Әжәл ҡуйып алмаҡ юҡ,

Әжәл етеп үлгөп һуң, һнс кем барын алмаҡ юҡ.

Байҙап ҡарыз * алмаҡ юҡ,

Орош-талаш ҡылмаҡ юҡ,

Ярлыға көс ҡылмаҡ юҡ,

Апанан бер туган һуц, һнс кем үлмәй ҡалмаҡ юҡ.

Хап фәҡир, илаһа ла, сабыр ҡылды, Яңғыҙының үлгәнен инде белде.

44а Хапым, уғлы үлгәнен игпеткәп һуң,

Битен йыртып, зарланып, сәсен йолдо.

Күңелен аулай, кары Ахун йыр әйтәҙо:

— Бит йыртыуың, тәҡсир ханым, нә фаиҙаҙы? Был үлом — боронғонан ҡалған үлем,

Үлмәһә барса йәндәр, ул ҡайҙаҙы?

...һай-һай үлем, һай үлем,

Ата менән ананан,

Ҡарындаш берлә баланан Кемде айырмаҫ был үлем?

Йортоңдағы бөйөмдән *

Уйыцдагы бөйөмдән,

Кемде айырмаҫ был үлем?

Төйә ҡалыр буздашып,

Йылҡы ҡалыр кешнәшен;

Йән айырылып сығаҙы,

446 Тәне менән хушлашын...

45а...Ғафил булдым, тимәгеҙ,

Ҡатын ҡалһа, ир табыр,

Улың ҡалһа, мал табыр,

Ҡыҙың ҡалһа, бай табыр. 60 Йән үлемгә еткәндә,

Ғәрип башың пә табыр?

Менгән атың буш ҡалыр,

Кейгән туның ҡуш ҡалыр,

Уйпан йоргән дуҫ ҡалыр.

Менгән атың буш ҡалһа,

Менеүгә ир табылыр;

Кейгән туның ҡуш ҡалһа,

Кейеүгә ир табылыр...

46а Ҡары инде йырын йырлап бөттө,

Ө й әсенә йыйылып ҡатын тулды.

Хапымдыц күңелен аулай килеп ине,

Балаһын юҡтан, ханым тауыш ҡылды.

Билен быуып, яцгыҙын юҡтап нне, Ишеткәндең йөрәге талып ҡалды.

Яңғыҙын юҡтап, ханым зар иңрәйҙс,

Бисара хапым өсоп күп нлайҙы.

Ханымдың балаһын юҡтап зарланғаны:

— Бауырымдың параһы *,

Ике күҙем ҡараһы,

Йәпем һойгән хан балам, Ьипо ҡайҙа күргәнмен? Кемде балам тигәймен? һип иҫемә тошкәпдә, Нисек сыҙап йөргоймеп?

Алыҫ юлға китеп сәп, Әйтмәй киттең сереңде, Күрмәй ҡалдым йөҙөңдо. Был ни хәсрәт, йәп балам? һөймәй ҡалдым үҙеңде...

Яңғыҙ ипең, бер инең,

Мең ҡайғыға йыр инең, Инде ҡайтеп йоройөп?

Йөҙөң ҡайҙа күрәйен? Кемдең берлә йөрөйоп? Кемдең берлә торайын? һин иҫемә тошкәпдә, Ҡайте*п өмор һөрәнен? Асыҡҡанға аш биргән, Ғәриптәргә ҡаш биргән 67, Дуҫты өсөн баш биргән, Яҡшы берлә яманды Ҡуйыр белгән 88 яңғыҙым, һипе ҡайҙан табайын? Моңло булған әкәңдең, Зарлы булған апаңдың Боҙоҡ булған күңелен 69 Кем аулайҙы, шырағым *..

Арғымаҡ мәп толпарың, Ласын менән шоңҡарың, Ҡарсыға мәп тойғопоң, Эйәһе юҡ булғанда,

Кем тотор һуң, шырағым?.

Бута ҡалды төйәһеҙ,

Йортоц ҡалды эйәһеҙ, Әкә-шәптоң бинаһыҙ,

Эҙләй ҡайҙан табайып?

Әүәлгелә киткәндә,

Серең беҙгә әйтмәнең, Юлда каруап күргәндә, Ҡайт тиһә лә, ҡайтманың. Эҙләгәнең алдында Йөрмәҫмине, яңғыҙым? Мәккә барып, хаж ҡылып, Теләп инем, яңғыҙым...

Ҡарыльгкта экәцдец Иңрәр коно булды ипде; Яңғыҙ ҡалып, анаңдың Зарлар көно булды инде.

Икәү булһаң, шырағым, Ҡалмаҫмиие, берәүең?

Кем ҡулында булһаң да, Ҡылмаҫмипө һорауың?

476 Хаҡ насибә һалманы 70,

Тоҡом беҙҙән ҡалманы;

Ҡары көндә хур булдыҡ, Дәрдкә * дарман булманы.

Инде ҡантеп йорәйеп?

Йөҙон ҡайҙа күрәнен?

Яңғыҙ улдан айрылып,

Кем мән өмор һорәйеп? Арҡала һис фәтә юҡ 71, Алдым асыҡ, бала юҡ.

Күҙ алдымда бар булһаң, Күрмәҫмннем, олоном?! Үлгән ерҙә бар булһам, Үлмәҫминем, ҡолоном?!

Ят йорттарҙың эсендә Ҡайтеп йөрноң, шырағым? Дошмандарың ҡулында Ҡантеп йорнөң, шырағым?.. Ширагымды һүндерҙең, Дошманыңды тындырҙың. Зарлай өмөр үтһеп тип, Әсәңде яңғыҙ ҡалдырҙың. Был ini хәсрәт, ярапдар? Был ни ҡайғы, ярапдар? Күкрәктәге япган ут Копдәп-копгә траңлар.

Күңлем ипде тынмаҫты, һүнгән шыраҡ янмаҫты, Яңғыҙымдың ҡәберен Күрмәй күңлем тынмаҫты.

Йортом, ппдс атланың, Яңғыҙыма барайып,

Етом булмаҫ яңғыҙым, Мулаһын бер күрәйеп. Күрһәм, күңлем һыупырмы? Ҡашыпда аҙ көн торайын.

Етем булмаҫ, ярандар, Йырлап күңлем асайын. Өс-дүрт китап сығарып, Моңлоларға сәсәйеп.

48а Моңло әҙәм ишетһә,

Бер аҙ күңеле баҫылыр. Бисаралар булмаһа,

Был һүҙ ҡайҙан табылыр?!

һ э р памаҙ шәм ваҡытыпда Ҡәләм* алдым ҡулыма.

Был һүҙҙәрҙе яҙғаныма Тәңрем һалды уйыма: Моңло ғнбрәт алһып тип, Үлһәм, һүҙем ҡалһын тип, Ьүҙем уҡыған әҙәмдәр Беҙгә фәтә * бпрһеп тип.

Моңһоҙ — бер хаҡтыр 72, һәр бәндәнең моңо бар. Ғнбрәт алмаҡ китаптан Шәриғәттең юлы бар.

Дәлиле юҡ бер китап Ғибрәт өсөп яҙылды.

Моңло әҙәм ишетһә, Ҡайғылы күңле баҫылды...^

БУҘЙЕГЕТ

Бороп-борон замапда бер Ғабдулла тигәп кешепең Буҙйегет исемле улы була. Ул бик матур була, уп ы бер күргән кеше «тағы ла күрһәм ине» тин йорөй. Буҙйегеттец Кәмәп исемле бик яҡын дуҫы була. Бер копдо Буҙйегет бик матур ҡыҙҙы төшөндө күрә. Тошөпдә ҡыҙ быға ошолай һойләгәп пкәп, ти:

Мип юлыңа пптпзар,

Ҡарай-ҡарай булдым зар.

Егет, буйға етеп һип,

Ҡалаларҙың былбылы,

Яҡшы ерҙең гөлдәре,

Йәпем йәпгә ҡушылып,

Бер йөрөр көн булырмы?

Ысын хәҡиҡәт яр булһаң,

Бергә булһаҡ беҙ икәү,

Диц геҙ кисеп, тау үтеп,

Мине эҙлә һип, егет.

Толпар атҡа атланып,

Мине әҙлә һин, егет. <

Шул ваҡыт Буҙйегет йоҡлап ятҡан ереиәп уянып китә. [Уянып китһә,1 эргәһендә ҡыҙ юҡ, аптырап ҡала. Төш икәнеп белгәс тә, ул һәр ваҡыт ошо ҡыҙ тураһында уйлап йөрөй.

Пкеисе йылды Буҙйегеткә ун һигеҙ йәш тула. Ул ҡыҙҙы тағы тошөпдә күрә, төшөндә уға ҡыҙ ошолай тн:

Дүрт йыл булды, һаҡлайым,

Киләме тин көтәмеп;

Хәбәрең юҡ, үҙең юҡ,

Сәләмең юҡ, хатың юҡ,—

ти. Шул ваҡыт төштә Буҙйегет әйтә:

Бик матур бер ҡыҙ бит һин,

Тешләремә инәһең.

Эҙләп барһам, илең әйт.

Мин илеңде белмәнем,

Гтинс ҡайҙан табармын?

Быйыл керҙең төшөмә, һине ҡайҙан табам мин?

Күп ҡайғыға һалдың һип!

Төштә мыңа ҡаршы ҡыҙ:

Атың менеп сығарһың, Мине ҡабул күрһәң һип,—

ти. Буҙйегет уянып китә, ҡыҙ янында булмай. Егет бик ҡайғыра, ашамай, эсмәй. Дуҫы Кәмәй янына кнтә. Килә лә дуҫына әйтә, шулай төштә бер ҡыҙ күрҙем, тн. һөйләй:

Төштә бер ҡыҙ күрәмен,

Хайран ҡалып йөрөймөп.

Ҡайғы төштө башыма,

Аҡыл тапмай йөрөймөп.

Ҡабул күрһәң, йәп дуҫым,

Сәфәр сығыр уйым бар. һинән башҡа дуҫым юҡ,

Серҙе сисер кешем юҡ,

Уны эҙлән үлһәм дә,

Рпза булам, йән дуҫым.

Дуҫы Кәмән был һүҙҙе ишеткәс:

Ҡабул күрәм, барабыҙ,

Ни күрһәк тә күрербеҙ.

9 Заказ 305

Мии юлдашың булырмын,

Хеҙмәт итеп й орормо и, һинән айырылып ҡалмам,

Икәү бергә булырбыҙ.

Мии бпт һинең юлыңда Ялғансы дуҫ булмамып,—

ти. Буҙйегет иптәшенән бындай яҡшы һүҙҙәрҙе ишеткәс, бик шатлана. Былар, бик күп аҙыҡ алып, бер кемгә дэ әйтмәйенсә, дойә- гә атланып, тоштә күргән ҡыҙҙы эҙләргә сығып китәләр. Күп ерҙәрҙе үтеп бара торғас, дейеү пәрейҙәренең ауылына барып сығалар. Үтеп барғанда быларҙы дейеү пәрейҙәре тотоп ала. Өс йыл тотҡон булып яталар. Бер кондо былар ҡасып кптәләр. Күп тә тормай, быларҙы тағы дейеү пәрейҙәре тота. Яңынан аяҡ-ҡулдарын сылбырлап, зинданға бикләйҙәр.

Буҙйегет бер кондо ошолай тип пырлап ултыра:

Бейек тауға тап булдыҡ,

Тимер ойгә һалындыҡ,

Сьгкмаҡ беҙгә ҡайҙа ул,

Ниндәй илгә тан булдыҡ,

Был бәләнән ҡотолоп Юл йорөр кон булырмы?

Атам менән инәмде Бер күрер кон булырмы?

Был илдән дүрг йылдан һуң, бер диңгеҙ буйына тошоп, кәмә менән ҡасып китәләр. Күп копдәр баралар, быларға ҡаршы күп кәмәле кешеләр осрай. Былар, беҙҙе тағы тоторга киләләр икән, тип бик ҡурҡалар. Кәмәләре менән ҡара-ҡаршы килеп туҡтайҙар. Был кешеләр Буҙйегеттсң ауылдаштары икән, сауҙа итеп йорой- ҙәр. Буҙйегет үҙенең ҡайҙа барғанын һойләп бирә. Теге кешеләр: «Ҡайт, тоштә күргән ҡыҙ артынан йоро иҙәрме ни?» — тип бик асыуланалар. Буҙйегет ризалашмағас, уға бик күн аҙыҡ бирәләр. Китер саҡта Буҙйегет былай ти:

Хуш инде һеҙ, каруандар, һау-сәләмәт ҡайтығыҙ;

Ата-инәмде күрһәгеҙ,

Беҙҙән сәләм әйтегеҙ.

Бер эш башҡа тошкәстеп,

Йоромәй күңел түҙмәйҙер.

Күп ҡайғылар күрҙек беҙ,

Илап-плап поропок беҙ.

Ҡайтып каруан порһәгеҙ,

Ауылдарҙы күрһәгеҙ,

Ата-пиәмде күрһәгеҙ,

Бик күн сәләм әйтегеҙ!

 

Күп көпдәр баралар, бара торғас, былар ҡыҙ пошәгөп оргә барып отолор. Был бпк ҙур кала була. 11ц остағы ойго инеп сәләм бирәләр, үҙҙорепец башынан пиҙәр үткәнде ойҙәге бер ҡартҡа һой- ләп бирәләр. Былар икәү был ҡалала ай ярьш йөрөйҙөр, бер кешене лә танымайҙар. Буҙнегеттең әҙләгән ҡыҙы Сәхипъямал була. Шуға бер егет барын әйтә: «Мин бер бик матур егет күрҙем»,—ти. Был һүҙҙе ишеткәс, Сахиб ьямал үҙеиец ҡырҡ ҡыҙын әҙләргә ебәрә.

— Тиҙ артынан барығыҙ,

Беҙҙән сәләм һалығыҙ,

Ата-нпәһенән айырылып,

Беҙҙе эҙләп порөмәһеп, 71 Барын йоҙөи күрегеҙ,

Ҡайҙағы? — тип (юрағыҙ;

Әгәр уны танһағыҙ,

Беҙгә алып килегеҙ,—

тип, ҡыҙҙарын сығарып ебәрә.

Буҙйегет был ҡалала күп йөрөй, ләкин таба алмай. Бер кон- до иртәнсәк тош күрен уяна. Тшнондә быға бер ҡарт: «Сихнбъ- ямал был ҡалала, һин табырһың»,— ти. Буҙйегет тошон иптәше Кәмәйгә һөйләп. Былар Тағы ла ҡыҙҙы эҙләргә китәләр. Шул ваҡыт теге ҡырҡ ҡыҙға тап булалар ҙа уларҙың артынан эйәрәләр. Ҡыҙҙар бер өйгә инеп китә, ә Буҙйегет тышта торон ҡала. Ҡырҡ ҡыҙ инеп, Сәхнбъямалга Буҙйегетто тапмаганлыҡтарып әйтә. Сәхнбъямал тәҙрә яныпа килеп ултыра ла ошолай тип йырлай башлап:

— Ете йылдар булдым зар,

Илап-илап нпгпзар.

Йэиеді йәнгә ҡушылып,

Бер йорөр көн булырмы?

Күкрәктәге ҡайғыпап Ҡотолор көн булырмы?

Киләм, тигән вәғҙәләр һилец булды бит ялғай!

Бынан котоп килмәнең,

Бүтән ярҙы алдыңмы?

Буҙйегет урам яҡта Сәхнбъямалдың әйткән һүҙҙәрен ишетеп тора. Был тауышҡа ҡаршы ул да тыштан тауыш бирә:

— Мин бит һиңә ҡараным. 76 һине күптән таба пием,

Диңгеҙҙәргә тап булдым,

Дошмандарға тап булдым.

Сүлдә йороном һыу тапмай, һыуҙа йороном юл тапмай.

Дүрт йыл тулды киткәнгә,

Хапрап ҡалып йөрөпом мпп,

Күи хәсрәттәр күрҙем мин.

Ата-инәмдән айырылып һине эҙләп йороном мин.

Тауҙан-таштаи үтеп мин,

Һине эҙләп килдем мин.

Йәрҙе күрер кон булһа,

Моратыма етермен.

Минең менән бергәләп Ҡаршымда бар бер егег.

Ысын һөйгән йәр булһаң,

Мине опғә кертерһең:

Йәндән һойгәи йәремде,

Мин күрергә ашҡынам! —

тп. Шул ваҡыт Буҙйегетте ойгә алын инәләр. Сәхибъямал менән Буҙйегет бергә ҡауышалар. Бик шатланышалар. Буҙйегсттәр бында бик шатланып бер аҙна торалар. Гармундар тартып, музыкалар ҡысҡырталар. Шул ваҡыт: «Сәхибъямал япыпа егеттәр кергән»,— тип ҡыҙҙың атаһы Таймас хапга барын әйтәләр. Ул арала Буҙйегет тә сыгып китә. Таймас хап бик күп кешеләр менән ҡыҙы янына килә, ҡыҙына бик асыулана: «Алай егеттәр индермә!»— ти. Сәхибъямал уның был һүҙенә ҡаршы:

— Ҡолағым һаңғырау булғандыр,

Әйткән һүҙҙе ишетмәй.

Башта аҡыл бар саҡта, һеҙҙән аҡыл һорамам;

Буҙпегеткә бармаһам,

Донъяла мин йорөмәм!—

ти. Таймас хап ҡыҙын бнк үгетләй, ләкин ҡыҙы ботәһенә лә ҡаршы килә. Шул ваҡыт хан: «Был минең ҡыҙымды бнк аҙҙырып бөткән икән. ү\лтерергә кәрәк уны!»— ти. Буҙйегет бер тау ҡырына барып ята ла дуҫы Кәмәй артынан Таймас ханға хат ебәрә. «Таймас хап, мин һинең ҡыҙътцды күп йылдарҙан бирле алырға нөрө- йом, һид шуға ризамы?»— ти. Был хатты Кәмәп ханға илтеп бирә, хан алып уҡый ҙа йыртып ташлай. «Хат килтереүсе был кешене хәҙер үк үлтерегеҙ!»— ти. Хандың бер иң яҡын туғаны була, ул: «һин, хан, яңылышаһың,— тп.— Илсегә үлем юҡ, ул кеше эше артынан йөрөй,— тп.— Әгәр ҙә үлтерергә теләйһең пкән, һин Буҙйегеттең үҙен үлтерт»,— тп. Шулай итеп, Кәмәп ҡотолоп китә.

Хан Буҙйегеттең артынан биш мең баһадир, уп бшп мең һалдат сығара. Былар Буҙйегет менән һуғышалар. Буҙйегет бер \гҙе биш мең һалдатты үлтереп ойоп ҡуя. Был эшкә хап бнк аптырай, нисек тә булһа, Буҙйегетте үлтерергә бер хәйлә ҡора. Ботә ҡалаға ошондай һүҙ иғлан птә: «Мил ҡыҙымды Буҙйегеткә бирәм, туй була»,— ти. Э хап үҙе, йөҙ баһадир йыйып, туйҙа Буҙйегетте иҫертеп үлтерергә була. Сәхибъямал [атаһының мәкерен белмәйенсә]

бик шатлана. Ул үҙепең ойопдә әҙерләнеп тора. Буҙйегет иптәше Кәмәп менән туйға килә. Кәмән тышта ҡала. Буҙйегет туйҙа бик күп бал әсә, иҫерә. Кәмәп өйгә инһә, Буҙйегеттең иҫереп иҙәп- дә ятҡанын күрә, ә өйҙәге кешеләрҙең бөтәһенең дә ҡулдарында хәнйәр була. Кәмән Сәхибъямал янына югерә. Килә лә:

— Хан туйыпап килдем мин,

Хандың уйын белдем мин,

Боҙоҡтор уның уйы:

Ҡоралдары янында,

Ҡыуанышып торалар;

Өйгә дошман тулғандыр,

Күн эсендә бер яңғыҙ Әжәл көтөп яталыр.

Вәгәҙәләрең бар булһа,

Буҙйегеткә йәр булһаң,

Бер ҡашыҡтан ҡаныңды Ҡорбан итергә кәрәк.

Аралап алыр кеше юҡ,

Быпы белергә кәрәк,—

ти. Сәхибъямал был һүҙҙе ишетеп, кейемдәрен дә кейенмәйенсә югерә. Туй булғап ергә бара, ботә халыҡ быға урын биреп тора. Шул ваҡыт Кәмән Сәхибъямалға әйтә I

Күп дошмапдар эсендә Хәлһеҙләнеп ятҡанын Хәҙер үҙең күрәһең!

Сәхибъямал туйҙағы халыҡтарға ҡарап:

— Сәләм бпрҙем, аталар, Ҡотло булһын туйығыҙ,

Күп халыҡтарҙы йыйып Дороҫ түгел уйығыҙ. Дошмап өсөн туй булһа, Азат итен ҡуйығыҙ.

Бар әсенән айырған,

Үҙ йортонан аҙашкап, Тунға булған ярлыпы Азат птен ҡунығыҙ. Ата-ппәпәп айырған Күҙе йәшле Буҙйегет — Алып килгән ҡаршында Юлдашы юҡ был ғәрип, һүҙҙәр әйтеп һөйләшергә Интәше юҡ был ғәрип. Әйткән һүҙгә күнһәгеҙ, һорағапды бирһәгеҙ,

10 Заказ 305

 

 

Кәңәш ҡылып халыҡҡа һүҙҙе ҡабул күрһәгеҙ,

Күл пшеткәп аталар,

Аиа менән ағалар,

Кәңәш ҡылып ҡарағыҙ,

Минең һүҙҙе тыңлағыҙ! —

ти. Туйға йыйналған халыҡ бер һүҙ өндәшмәй, ата-инәһе лә өндәшмәй. Сәхибъямал тағы ла әйтә башлай:

— Аҡылһыҙға һүҙ әйтһәң,

Күкрәгенә ҡупмайҙыр.

Ата-инәмә һүҙ әйттем,

Уны ла ҡабул күрмәйҙәр,—

ти. Ата-пләһе бер һүҙ ҙә әйтмәй. Иҫереп ятҡап Буҙйегет яиыпа килә лә Сәхибъямал шулай ти:

— Хан туйҙары була, тип Ҡыуанма һин был туйға,

Дошман кергән ҡуйынға,

Ҡылыс етәр муйынға!

Эй егет, һип, ой егет,

Күп эсендә бер егет!

Ай Буҙйегет, күҙеңде ас, һикереп тороп ишек ас!

Буҙйегетте Сәхибъямал алдында үлтерергә батырсылыҡ ҡыла алмайҙар, Сәхибъямал сығып китмәй. Тышта Кәмәп был һүҙҙәрҙе ишетеп ойгә инә. Кәмәпдең туйҙағы халыҡҡа^бик^асыуы килә. Ошолай тип һөйләй башлай:

— Атағыҙҙы үлтереп,

Инәгеҙҙе үлтереп,

Ҡатынығыҙҙы алғап юҡ,

Малығыҙҙы алғап юҡ.

Балта, бысаҡ ҡулығыҙҙа,

Нишләп бында тораһыҙ?

Дошман яуы килгәндә,

Берекмәһен һүҙегеҙ!

Аҡылы юҡ хандарҙың,

Улар богөн тилергән! —

ти ҙә, Буҙйегет ятҡап ергә килеп, уға әйтә:

— Мин илемә ҡайтырмын,

Ата-инәмде күрермен, һин илеңдә сағыңда,

Икәү бергә йорөнок,

һин илеңдә шәп инең, һәр бер эшкә дан инең!

Игеҙ тыуғап балалай,

Йөрөгән саҡтар бар ине;

Бер сәгәт та ҡаршыңдан Сыҡмаҫ көндәр бар ине.

Боропғолай дуҫлашып Инде ҡайҙа йөрөрмөн?

Шулай ти ҙә был тышҡа сыға. Буҙйегет ҡасһа, ҡыуырға әҙерлән ҡуйған аттарҙың өҙәңгеләрен ҡырҡып, Буҙйегеткә бер яҡшы атты әҙерләп ҡуя. Сәхибъямал Буҙйсгеттең башына һалҡын һыу ҡоя, Буҙйегет күҙен аса. Сәхпбъямал ишеккә табан күрһәтә. Буҙйегет тышҡа югереп сыга ла дуҫы әҙерлән ҡуйған атты менеп ҡасып китә. Уның артынан ҡыуырға тип сыҡһалар, береһе лә атына менә алмай, йығылып төшөп тпк торалар. Шунан былар аттарын яңынан эйәрләп, ҡыуа сығалар. Буҙйегет һуғыша башлай. Хандың ос мең баһадирен үлтерә, үҙе етмеш ерҙән яралана. Хан быға бик ҡурҡа, хәҙер тотоу менән үлтерергә булалар. Буҙйегет бер бик матур урман араһына барып ята. Үҙенең тыуған ауылы, һөйгән ҡыҙы Сәхибъямал һәм иптәше Кәмән иҫенә төшә* бик ҡайғырып бер бәйет әйтә:

Яңғыҙлыҡҡа тошто минең башым,

Минең былай йөрөгәнемде кем белә?

Ҡайҙалыҡты белмәйҙер атам минең,

Ҙур ҡайғыға төшөп минең яңғыҙ башым, һорарға кешем юҡ хәлде минең.

Ағастың башын киҫһәң, төбө ҡала;

Икәүҙең береһе үлһә, бере ҡала.

Яңғыҙҙың үҙе үлһә, кеме ҡала? —

Менгән аты, кейгән кейеме дауға ҡала.

Тыуған илем, атам-ннәм иҫкә тошто,

Ҡап аралаш аҡты инде күҙҙән йәшем.

Туҙан баҫҡан юлымды,

Ҡайғы баҫҡан күңелде,

Асылыр көп булырмы?

Яңғыҙлыҡҡа төшөп мин,

Дуҫты күреп буламы?

Сәхибъямал мепәп икәү Ҡауышыр кон булырмы?

Ҡайғы-хәсрәттән ҡотолоп,

Бер йорөр көн булырмы?

Ҡаршы килгән дошмандарҙы Бер ҡырыр көн булырмы?

Шулай итеп, ул был урманда уп көн ятып терелә лә, тагы ла ҡыҙҙың торған ҡалаһына китә. Буҙйсгеттең дуҫы Кәмән Сәхибъямал яйына барып йорөгәп. һөйләшкәндә, Сәхибъямал: «Буҙйе- гетте фәлән ҡарсыҡтың ойонә алып барырһың да, осәүләп ҡасырбыҙ»,— тпгән. Кәмән ҡалала Буҙйсгетте барып таба, Сәхпбъямал әйткән ҡарсыҡтың ойонә алып бара, шунан ҡыҙҙы алып килә. Сәхибъямал кон һайын Буҙйегет япына кплеп йөрөй башлаган. Быпы бер кеше белеп ҡала ла ҡыҙҙың атаһыпа килеп әйтә.

10*

— Ҡыҙың коп һайып фәлән ҡарсыҡтың өйөпә бара,— ти. Батша был ҡарсыҡты саҡыртып ала ла:

— һипең ойөңдә Буҙйегет бармы? — ти. Ҡарсыҡ:

— Юҡ,— ти. Хаи:

— Әгәр ҙә Буҙйегетте миңә тотторһаң, һиңә бик күп мал бирәм,— ти.— Ошо ҡалалағы ботә ҡарсыҡтарға башлыҡ птеп ҡуям,— тп. Ҡарсыҡ:

— Буҙйегет миндә,— тп. Хан бик күп баһадирҙәр ебәреп, ҡарсыҡтың ойопәп Буҙйегетте тоттора. Уны, аяҡ-ҡулдарын бәйләп, баҙар уртаһына алып баралар, шунда үлтерергә булалар.

Дуҫы Кәмән Буҙйегет япына бара, ул баҙар уртаһыпда аяҡ- ҡулы бәйле килеш ятҡай була. Буҙйегет иптәше Кәмәпде күреү менәп упы саҡырып ала ла ошолай тип әйтә башлай:

— Эй, яҡып дуҫ, бире кил, һүҙҙе һиңә әйтәмеп.

Әжәл килде башыма,

Мин пи хәлдәр итәйем! һинән башҡа дуҫым юҡ, һүҙҙе кемгә әйтәйем!

Әй яҡын дуҫ, яҡын дуҫ,

Был илдәп һпн ҡайтырһың.

Ҡайғыла ҡалған атама,

Зарҙа ҡалған апама,

Яңғыҙ балаң һүҙе, тип Бик күп сәләм әйтерһең.

Ҡайғыла булғап апама Сәләмемде әйтә күр!

Ҡанатынан ҡайырылғап,

Балаһынап айырылғап,

Ҡайгыһы күп апама Сәләмемде әйтә күр!

Башымдағы бүркемде һип атама бирә күр!

Яңғыҙ балам килә тип,

Атам мпне көтмәһен.

Бармаҡтағы йоҙөкто Анам ҡулыпа бирерһең.

Минең өсөн юлыңда Күңелен аулап йорорһөң.

Ҡайғылы апамды күргәстеп,

Сабыр ҡыл, тин әйтерһоң.

Әй яҡып дуҫ, яҡын дуҫ,

Мппең өсөн йорөп һип,

Күп ҡайғылар күрҙең һин.

Ата-анаңдан айырылып,

Мппең осоп йөрөп һип.

Ҙур ҡапрыға тоштоң һин.

Тыуған илгә ҡайтҡастын,

Ата-анамды күрерһең;

Балам юҡ, тип илаһа,

Сабыр ит, тип әйтерһең.

Ауылдаштар яныңа Ҡайтыу менән килерҙәр,

Ботә күргән халыҡҡа Беҙҙәп сәләм әйтерһең.

Беҙҙе күрмәй ҡалғандар Беҙҙең «игә барырҙар.

Ата-анамды күрерҙәр,

Беҙҙең ос «п иларҙар.

Айырылыуҙы мин белдем,

Ҡурҡа-ҡурка йороном.

Сәхнбъямал йәр осон Был нужаны мин күрҙем.

Хуш бул инде, хуш, дуҫым,

Минең аҡтыҡ һулышым!

Дуҫы Кәмәй был һүҙгә ҡаршы ошолай тп:

— Эй Буҙйегет, Буҙйегет,

Беҙ кесенән дуҫ инек.

Инде айырылыу коп етте,

Хуш бул инде һин, егет.

Анаң сыҡһа ҡаршыма,

Ни тип яуап бирермеп.

Әй яҡын дуҫ, яҡын дуҫ, һинең осон үлһәм дә,

Күн дошмандың эсенән Ҡотолоп сығып булманы.

Йәндәп татлы йән дуҫым,

Бик күп бергә йоронөк.

Тулы йоҙоцдо күрмәнем,

Былай булырын белмәпем.

Яуыз убыр ҡарсыҡтың Былай булырын белмәнем,

Ҡулымдағы хәнйәр менән Барып йәнен алманым.

Хандың бер кеше үлтереүсе кешеһе була. Шул килә лә, халыҡ уртаһында ятҡан Буҙйегеткә хәнйәре менән сәнсә. Буҙйегеттең бер ерен дә яраламай. Ошо рәүешле уға бпк күп сәнсә, хәнйәр үтмәй. Буҙйегет: «Минең итек табапында алмас хәпйәрембар, шуның мепәп үлтерегеҙ»,— тп. Олтанын аҡтарын, алмас хәнйәрен алын, шуның мепәп сәнсеп үлтерәләр. Халыҡ илай, Буҙйегеттең дуҫы Кәмәп дә бпк илай, шунан ошондай бер бәйет әйтә:

— һай, һай, донъя, һай, донъя,

Кемгә вафа * ҡалдың һнн?

Бик ҙур булған хайдарҙы Үҙ ҡуй(ы)ныңа алдың һип.

А л ы п- а л ы н т у й майһың,

Кисә йорогәи дуҫымды Бөгөн айырып алдың һин!

Буҙйегеттең өҫтөндәге кейемен һалдырһалар, ул бик матур була. Үлтергәнгә халыҡ бик үкенә, ханды бик һүгәләр. Зәйтүп 78 халыҡты, \гкепмәгеҙ, тин өндәп йөрөй.

Сәхпбъямал Буҙйегетте әҙләп йөрөй, таба алмай, урамда бер егеттән һоран:

— Дөйә килеп буҙлаһа,

Балаһы уның бар микән?

Дөйә кеүек 77 Буҙйегет Был туйҙарҙа бар микән?

Ҡуйҙар килеп ҡысҡырһа,

Балаһы уның бар микәп?

Былбыл кплсп һайраһа,

Ҡыҙыл гөлдәр бар микән?

Ҡыҙыл йөҙлө Буҙйегет Был илдәрҙә бар микән?

Егет уға яуап бнрә:

— Былбыл кнлен һайраһа,

Ҡыҙыл гөлдәр юҡ сығыр.

Ҡыҙыл йөҙлө Буҙйегет Был илдәрҙә юҡ инде.

Ҡарағайлы ҡара урман,

Үтмәҫ ергә киткән ул.

Ғүмер бупы әҙләһәң дә,

Етмәҫ ергә киткән ул.

Сәхибъямал был һүҙҙе ишетеү менән, Буҙйегеттең үлгәплеген белеп, бик илап, атаһы янына ҡайта. Атаһыпа ошолай ти:

— Ишеттем мин, әй ата,

Ау ауларға китен һин,

Моратыңа етеп һип,

Ҡыҙыл ҡандар эсендә Бала шоңҡар аттың һип;

Веҙ ҡаршыңа килгәндә,

Беҙгә ҡаршы сыҡтың һип;

Тау башына мөпеп ятып,

Бала кепок аттың һип.

Доиъя һиңә киң ҡалды,—

Бер көп, атам, иларһың,

Япраҡтай һулырһың.

Уйлағанды белдем мин,

Ііппец уйыц шул ине: Буҙпегеттө үлтертеп,

Эт Зәйтүнде килтертеп, Тәхетеңә ултыртын,

Йорт эсендә туй ҡылын, Мпне бирмәк уй ине! һинең шундай уйыңды Әллә ҡасан белдем мин, һинең һойгән эт Зәйтүн, һыртын алтын итһәң дә, Эсеп баҡыр итһәң дә,— Буҙйегеттәй булмаҫ ул! Тотош алтын итһәң дә, Зәйтүн кейәү булмаҫ ул. Буҙйегеттең һойәгеп Мең Зәйтүпгә бирмәмен. Буҙйегеттең аҡылын Алтын ойгә бирмәмен. Буҙйегетем булмағас,

Был донъяла йормәҫмеп.

X ан:

— Илама, балам, илама, Илдә яҡшы табылыр.

Илдә яҡшы күн була,

Мин шуларға бирермен; Башымдағы тажымды, Ҡыҙым, һиңә бпрермеп; Аҫтымдағы тәхетемде, Ҡыҙым, һиңә бирермен; Арғымаҡтай аттарҙы, Ҡыҙым, һиңә бирермен; Донъя йоҙө киң, балам, һойгөнеңә бирермен. Тутыйғопггай егеттәр Бар ҙа һпне теләйҙәр.

Сәхибъямал атаһына бпк үпкәләп:

— Буҙйегетем үлгәстсп, Нишләһәң дә булмайҙыр: Әсем боҙға тулғандыр, Йөрәгем таштай булғандыр. Башыңдағы тажыңды Алып кейер кешем юҡ; Аҫтындағы тәхетеңә Менеп ултырыр кешем юҡ; Ат яҡшыңды нишләтәйем? Алып мепер кешем юҡ;

Туп яҡшыңды нишләтәйем? —

Алып кейер кешем юҡ.

Беҙҙәп һуңғы ҡыҙыңды Яратҡанға бирерһең.

Сәхибъямал Буҙйегетте әҙләп таба, уны дарға аҫып ҡуйған булалар. Упы күреп һамаҡлай-һамаҡлай илай:

— һинең башың, эй башың,

Киҫелгәнгә оҡшайҙыр:

Кәүҙәң ята болғанып,

Аяҡ-ҡулың солғанып.

Ҡара ҡоштай күҙҙәрең,

Ҡыҙыл гөлдәй йөҙҙәрең һулығанға оҡшайҙыр.

Был ҡаланы һин, егет,

Бер күрергә зар булдың.

Был донъянан кпттец һин, һеҙҙән донъя үтте инде.

Мин дә артыңдан кнтәмеи, һип алдымда йормәгәс,

Мин дә ерҙә йормәймен,—

ти ҙә өйөнә ҡайта. Ҡайта ла егетте тотторған ҡарсыҡты саҡыртып ала: «Әйт әле һин, ин эшләп Буҙйегетте тотторҙоң?— ти.— Хә



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: