Рямов Мутал Закирьянович.




УДК

ББК

© М.Рәмов, 2015


 

Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!

Мин 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында донъяға килгәнмен. Атай-әсәйем ябай эшселәр ине. Уларға эйәреп, кесе йәштән ауыл еренең мәңге бөтмәҫ ҡара эштәренә егелеп үҫтем. Шулай ҙа бәләкәй генә йөрәгем ҡайҙалыр бейеккә, йыһан киңлектәренә ынтылды һәм үҙемдең барлыҡ уй-хыялдарымды аҡ ҡағыҙ биттәренә теркәргә яраттым. Дүртенсе синыфтан алып район гәзитенә, республиканың ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” гәзитенә, “Пионер” журналына яҙыша башланым. Үҫә килә күңелдә шиғырға тартым ижад өлгөләре моронлай башланы һәм яҡынса 17-18 йәшемдә уларҙы матбуғатҡа тәҡдим итергә баҙнат иттем. Ғәҙәттә, алдан уйлап, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып түгел, тик үҙем өсөн генә яҙам. Таҡмаҡтар ижад итеү, акростихтар яҙыу маһирлығым да бар. Байтаҡ таҡмаҡтарымды профессионал артистар һәм һәүәҫкәрҙәр үҙ репертуарҙарына алды.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, һәүәҫкәр композиторҙар Дамир Солтанов, Вилүр Мәүлетов, Илшат Абдрахманов һ.б. байтаҡ шиғырымды көйгә һалдылар һәм мин уларҙы сәхнәләрҙән һәм “Юлдаш” каналы аша ишетеп ҡыуанам. Алла бирһә, ижад ағастарымдың емеш бирер мәле алда әле…

Ижадыма дәрт-илһам биреүсе дуҫтарыма, туғандарыма, Йылайыр районының Сәләх ауылы халҡына, Сибай концерт-театр берекмәһендә бергә эшләгән коллегаларыма, берекмә етәкселәренә, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхинаға, Сибай тыуған яҡты өйрәнеү модуль китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Тәүге китабыма тупланған шиғри шәлкемдәрем миңә ғүмер биргән, ихлас фатихаһы менән мине оло донъяға оҙатҡан йәнтөйәгемә – тыуған еремә мәдхиә булып яңғыраһын ине!

Мотал РӘМОВ.


Юлға сығам

Бына тағы юлдар көтә мине,
Саҡыралар тыуған яғыма.
Изге теләк менән доға ҡылам,
Иҫтәлектәр һөйләп улыма:

 

"Бала сағым, балам, матур үтте,
Булдым, шөкөр, атай-әсәйле!
Шул мәлдәрем бары бер төш кенә,
Ҡәҙерен бел гел дә һин, йәме!..."

 

Бала саҡта аңламаһаҡ та беҙ,
Йылдар үткәс уйҙар яңыра,
Үткәндәрҙе һағынып, күңел, байғош,
Аҙашҡан йән ише ҡаңғыра!

 

Тормошомдоң сағыу мәле булып,
Йөрәк түрем алды Йылайыр!
Таныш миңә унда һәр бер кеше,
Таныш тауҙар, таныш урман-ҡыр!


Кендек ҡаным тамған Сәләхемә
Мәдхиәләр итеп йыр яҙам,
Йән йылыһы биргән Һаҡмарымдың,
Ҡосағына сумып йыуанам...

 

Һаумыһығыҙ, ғорур ҡарағайҙар,
Һаумыһығыҙ, һылыу ҡайындар!
Сәләм һеҙгә, елбәҙәк уҫаҡтар,
Сәләм һеҙгә, бөҙрә муйылдар!

 

…Заман аты елә тигеҙ юлдан,
Яҡыная тыуған төйәгем!
Туғандарҙы күреү шатлығынан,
Ярһып-ярһып тибә йөрәгем!


Һаумы, һаумы, тыуған төйәгем!!!

 

 

***

Эх, ҡайтаһы ине ауылыма,
Урамынан ине үтәһе!
Олатайҙар, ағинәйҙәр менән
Бер күрешеп кенә китәһе...
Ләкин беләм: үткәндәрем йыраҡ,
Ҡайтыр юлдар унда ябылған.
Мин белгәндәр, тау башына күсеп,
"Ҡара юрғандар"ын ябынған...
Бушап ҡалған тыуған нигеҙемә
Моңһоуланып баҡҡан өйәңке.
Ситтәр килеп, ана, өй күтәргән
Беҙҙең биләмәгә терәтеп...
Эргәбеҙҙән аҡҡан йылғасыҡ та
Башҡа үҙән буйлап йүгерә.
Элек олпат булған тауҙарым да
Тәпәшләнгән кеүек күренә.
Йәшел сирәм дә юҡ урамдарҙа -
Замансалап асфальт йәйгәндәр.
Беҙгә белем биргән мәктәбемә
Бүтән алтаҡталар элгәндәр...
Барыһы ла башҡа хәҙер бында,
Башҡа тормош, башҡа йәшәйеш,
Заман менән бергә була икән
Тормошта ла шундай әйләнеш?!
Бик һағынам ауылым, йәнтөйәгем,
Төштәремдә күреп уянам!
Үҙгәргәнһең, әммә элеккесә
Һинең барлығыңа йыуанам!
Эх, ауылым, һине һағынам!!!!

 

 

Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?

(Төшөнкөлөккә бирелгән мәлдә)

Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?

Яуап эҙләп ошо һорауға,

Төн йоҡоларымдан арынам да

Уйҙарымды ҡорам юрауға.

 

Саф йәшлегем артта ҡалған инде,

Күңел тулы әрнеү, һыҡраныу.

Ни фәтеүә алыҫ үткәндәргә

Үкенеүҙәр аша күҙ һалыу.

 

Билде биштән быуып эшләр мәлем,

Ғәйрәтем бар, көсөм, дарманым.

Көтөп алһам ине бер көн килеп

Бәхет гөлөм япраҡ ярғанын.

 

Тормош юлындағы ауырлыҡтар

Өмөт ҡанаттарын ҡайырҙы,

Хаҡ яҙмышым, әллә ялғышыуым

Барыр юлдарымдан айырҙы.

 

Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?

Ошо һорау ҡыя йәнемде...

Яуап эҙләп, уйҙы уйға ялғап,

Таң аштырам яңғыҙ төнөмдө...

 

 

Мөхәббәткә миҙгел кәрәкмәй…

 

Осраштырҙы беҙҙе ҡыш айының

Ыжғыр елле һалҡын бер көнө,

Тик йөрәктәр ҡайнар усаҡ ине,

Ә ирендәр ялҡын бөркөнө.

 

Бер бөтөнгә әйләнгән минутта

Ҡосаҡтарҙа боҙҙар ирене.

Һалҡын ҡыштың ҡайнарлығын шул саҡ

Бары һин бел һәм мин күр ине.

 

Телебеҙҙә һайрар ҡоштар моңо,

Күңелдәрҙә сәскәле болон.

Ә беҙ икәү ана шул болондо

Иңләп сапҡан ике йәш ҡолон.

 

Йомшаҡ ҡына ынйы ҡарҙар гүйә

Ожмах түрендәге аҡ келәм.

Эй, әйләнә ғәләм, эй, тулғана —

Әллә ысын, әллә төш күрәм...

Оҙон телдәр, әйҙә, һөйләһендәр,

Беҙ уларға күҙ ҙә һалмайыҡ,

Мөхәббәтте төрөп аҡ келәмгә,

Ҡышҡы бурандарҙа ҡалайыҡ...

 

 

Нострадамус

 

Нострадамус, сал быуаттар аша

Кешелеккә нисек фал астың?

Күпме дәлил раҫлай дөрөҫлөгөн

Һин ҡалдырған ырым-фараздың...

 

Сиркәү ҡыҫымынан ҡаса-боҫа

Дүрт юллыҡтар ижад иткәнһең.

Әйтерһең дә илһам ҡанатында

Ваҡыт арауығын үткәнһең.

 

Чернобылдең ҡара фажиғәһен,

Тарҡалырын бөйөк союздың,

“Ҡотҡарыусы” тигән ялған менән

Дан алырын битһеҙ яуыздың

Нисек белдең, нисек күҙалланың?

Әйтә алмаҫһың инде уныһын…

Тик беләбеҙ, “Йөҙйыллыҡтар” һаҡлай

Һин ҡалдырған йөрәк йылыһын.

 

Нострадамус, һинең фал китабың

Аҡ биттәрҙән тора, ҡаранан.

Именлек тә унан урын алған,

Бәхетһеҙлектәр ҙә ҡаралған.

 

Бик ышанғы килә мөғжизәгә —

Ҡара биттәр сыҡмаҫ ысынға.

Нострадамус, пәйғәмбәрҙән булһаң,

Беҙҙең теләктәргә ҡушыл да,

 

Әүлиә үк булып тыу яңынан,

Фал китабың ас һин ҡабаттан.

Һәм кешелек ҡорһон үҙ яҙмышын

Аҡыл менән уйлап иң башта...

 

Түҙ

Килерҙәрме икән

Көткән бәхеттәрем?

Аҡланырмы икән?

Хыял-өмөттәрем?

 

Аҡлыҡ-паклыҡ булып,

Яуа мамыҡ ҡарҙар.

Һеҙ ҡайҙарҙа һаман

Мин татыйһы наҙҙар?

 

Сабалар көндәрем,

Еләләр йылдарым,

Күңелдә тирбәлә

Йырлайһы йырҙарым.

 

Ел иҫһә, дөрләрҙәй

Йөрәктә утлы ҡуҙ.

Тик ниҙер йыуата:

“Ашыҡма. Түҙ һин, түҙ!”

 

Түҙмәйсә нишләйһең —

Түҙгәндәр түш кирә.

Һәм ошо хәҡиҡәт

Йәшәүгә көс бирә!

 

 

Саҡ һәм суҡ

Тормош тигән ҡарурманда

Беҙ бит саҡ һәм суҡ.

Әйтерһең, башҡалар өсөн

Уйнар уйынсыҡ.

Юлдарыбыҙ аймылышты

Бер ҙә юҡ өсөн,

Ғүмерлеккә ғазапланып,

Яныр ут өсөн.

Ә башҡалар парлы-парлы,

Күңелдәре туҡ.

Тик беҙ генә моңло-зарлы,

Сөнки — саҡ һәм суҡ.

Ирәндек

Ҡамсат бүрек, оҙон елән кейгән

Киң яурынлы баһадир кеүек.

Сал далала күккә башын сөйгән

Башҡорт ғорурлығы Ирәндек.

 

Елән ерлектәре ҡаймаланған

Ынйы-мәрйен, аҫылташ менән.

Болон-ашъяулыҡтар әйҙәп тора

Бешеп тулған әҙер аш менән.

 

Ирәндектең көмөш билбауҙары —

Төйәләҫ тә менән Таналыҡ.

Билбауҙарҙың алмас һыры булып,

Нур сәсрәтеп уйнай аҡ балыҡ.

 

Ирәндекһеҙ ҡотһоҙ булыр ине

Йәйрәп ятҡан башҡорт далаһы.

Ирәндегем, тиеп, оран һалып,

Ғорурланһын башҡорт балаһы.

 

 

Нурлы ҡала

Йәшлек дәртен, илһам сығанағын

Күңелдәргә бирер ер ҡайҙа? —

Тип һораһа берәү, шикләнмәйсә

Әйтер инем — ул ер Сибайҙа.

 

Урал аръяғының баш ҡалаһы,

Нурлы, моңло ҡала, эх, Сибай.

Ҡунаҡсыл да, йомарт, итәғәтле,

Килгән-киткәндәргә йөҙ сирмай.

 

Йыллап, айлап түгел, көнләп үҫә,

Матурлана гүзәл йәш ҡала.

Бәхет эҙләп сыҡҡан йәш-елкенсәк

Шул ҡалаға хәҙер баш һала.

 

Башҡортостанымдың уң ҡулында

Алтын йөҙөк булһа Ирәндек.

Бар йыһанды сорнар нур бирерлек

Сибайҡайым гәүһәр ҡаш кеүек.

 

 

Башҡорт ҡыҙына

Күҙ-ҡарашың иретерлек

Мәңгелек боҙҙо,

Һыуһылыуҙан һылыуыраҡ,

Эй, башҡорт ҡыҙы!

 

Бөгәреңә төшөп тора

Сәс толомдарың.

Һиңә тиңләшә алырҙай

Тағы кем бар һуң?!

 

Ике ҡулың ҡойоп ҡуйған

Аҡҡош ҡанаты.

Атлауҙарың әсир итә

Барлыҡ ир-атты.

 

Керпектәрең ҡуйы урман,

Күҙҙәр — соңғолдар.

Тауышыңдың иркәлеген

Бар йыһан тыңлар.

 

Һығылма бил, ҡарлуғас ҡаш,

Эй, башҡорт ҡыҙы.

Тилберлегең, зирәклегең

Барыһын уҙҙы!

 

Теҙләнергә алдарыңда,

Бел һин — мин әҙер!

Һинең өсөн йәнем бирәм —

Бир генә әмер!

 

 

Заманалар хәтәр

Заманалар хәтәр, ҡолаҡ тондо,

Һуғыш, афәт, тигән хәбәрҙән.

Үлем-етем йәнде солғап алды,

Емереклектәр сыҡмай хәтерҙән.

 

Афған өсөн күпме ҡан ҡойолдо,

Күпме йәнде ҡыйҙы Ҡарабах.

Күҙ йәштәрен түгеп күпме әсә

Ғәзиз улы өсөн ора аһ!

 

 

Әле килеп, Чечня ҡорбан даулай,

Төньяҡ Кавказ һаман ҡан көҫәй,

Снарядтар шартлай, ҡурғаш яуа,

Ут эсендә яна бар Рәсәй.

 

Унда һуғыш, бында талаш-тартыш,

Ә сәбәбе ниҙә, кем әйтер?

Уҙамандар тәхет бүлешкәндә

Илдең хәлен кемдәр төҙәтер?

 

...Иңдәрендә тоҡсай… йәш егеттәр

Ил һаҡларға, тиеп юл ала.

Балаһына именлектәр теләп,

Ата-әсәһе зарығып ҡала.

 

Хайран донъяларҙы вайран итеп,

Юл ҡуймаһаҡ ине талашҡа.

Һыу һөлөгө кеүек егеттәрен

Оҙатмаһын Урал һуғышҡа!

 

Йырлар инем

 

Сабырлығың етеп, йөрәк һүҙем

Әҙер булһаң әгәр тыңларға,

Һандуғас та булып, талдан талға

Ҡунып һайрар инем таңдарҙа.

Йырлар инем керһеҙ мөхәббәткә

Тоғролоҡҡа оло мәдхиә.

Мөхәббәткә батша ғына түгел,

Аллалар ҙа хатта баш эйә.

 

 

Бәйән итер инем саф һөйөүҙең

Теҙләндерер сихри ҡөҙрәтен.

Ғашиҡ йәндәр генә, илһамланып,

Арттыралыр илдең ҡеүәтен.

 

Йырҙарымдан урын алыр ине

Һиңә булған ҡайнар хистәрем.

Күкрәгемде йыртып, йөрәгемде

Бирер инем, етһә көстәрем.

 

Эйе,

Һары таңда һары талға ҡунып,

Мин әҙермен мәңге һайрарға.

Тик һин аңла минең һөйөүемде

Һәм иренмә йырым тыңларға.

 

 

Сама

Сүпләп кенә һөйләп, уйлап эшләп

Йәшәүселәр ерҙә бар микән?

Сама тигәндәрен онотабыҙ,

Әллә беҙгә донъя тар микән?

 

Өндәшмәҫ тә ерҙә тел сарлайбыҙ,

Бер әйтерҙе бишкә түңкәреп.

Ғәйрәтле лә булып ҡыланабыҙ,

Көс етмәҫте иңгә күтәреп.

 

Хаттин ашып, дыуамалланабыҙ,

Төшөрөп алһаҡ зәһәр хәмерҙе.

Барын-юғын һорап тороусы юҡ,

Таптырабыҙ: “Давай әҙерҙе!”

 

Ҡай берәүҙәр аҡыл һатҡан була:

“Сама кәрәк, туған, самалап...”

Һуң улар ҙа шул саманы белһә,

Торор инеме ни абалап?

 

...Сама, тигәндәре беҙгә түгел,

Белһен уны бары аҡ һөйәк.

Әйтергә — һүҙ, эшләргә эш барҙа

Ҡалғандары беҙгә — ваҡ-төйәк!

 

 

Яңғыҙ һылыуға

Алтын ғына йөҙөк, ай, йымылдай

Уң ҡулыңда түгел, һулыңда.

Яңғыҙлыҡтың бер билдәһе бит ул,

Бәхеткәйең кемдәр ҡулында?

 

Һыр бирмәйһең тыштан, телдәреңдә

Уйын һүҙҙәр, бары шаяртыу.

Ә эсеңдә, беләм, уттар яна,

Яңғыҙлыҡтан юҡ шул ыу-дарыу.

 

Алтын йөҙөк бер саҡ биҙәр әле

Уң ҡулыңдың нәфис бармағын.

Тик сабыр бул, яңғыҙ үткән йылдар

Үкенестә генә ҡалмаһын!

 

 

Һөйөүҙер ул

(Йыр)

 

Нисә йылдар тулып уҙҙы

Сәстәр-сәскә бәйләнгәнгә,

Мөхәббәтле ике йөрәк

Бер бөтөнгә әйләнгәнгә.

 

Ниндәй бәхет йәнәшәңдә

Йәндәй күргән йәрең булыу.

Ожмахтан да артығыраҡ,

Ләззәтлерәк һөйөүҙер ул!

 

Иркәләнеп туя алмай

Наҙға һыуһаған күңелем,

Ышаналмай ыҙа сигәм

Белһәм дә төштә түгелен.

 

Яныуҙарым, көйөүҙәрем

Бәхет өсөн булған икән.

Һиҙмәһәм дә тойғоларым

Мөлдөрәмә тулған икән.

 

Мин ышандым мөхәббәттең

Ысынлап та булғанына.

Уҙһын, тием ғүмер юлым

Йән яратҡан ҡосағында.

 

 

Улым тыуҙы

 

Бар донъяға һөрән һалып,

Улым тыуҙы, ҡолонсағым!

Ҡуҙ-күмергә ел өргәндәй,

Дөрләне тормош усағым!

Сабый бала тауышына

Тып-тын торған өйөм тулды.

Нигеҙемә күптән көткән

Ырыҫ-бәхет килеп ҡунды!

Тыңлап туймаҫ бер моң кеүек

Малайымдың илауҙары,

Шатлығымды уртаҡлашып,

Ҡотора ҡар-бурандары.

Эй, сабыйым, ирмәк икән

Көлөүҙәрең, талпыныуың.

Хәйерлегә генә булһын

Һинең өсөн йән атыуым.

Ғүмер һорап Хоҙайымдан

Күкрәгемә ҡуям усым.

Имен-аман йәшә ерҙә,

Ҡыуанысым, йыуанысым!

 

 

 

Хуш, мәктәбем

(Йыр)

 

Хуш, мәктәбем – ҙур хыялдар иле,

Бала саҡтың изге төйәге.

Киләсәктең офоҡтарын айҡап,

Ашҡыныулы тибә йөрәгем.

 

Һуңғы ҡыңғырау, мәктәп вальсына

Йәшлек бейей, йәшлек елкенә.

Күңелдәрҙә шатлыҡ менән бергә

Ымһындырғыс сихри хис кенә.

 

Ҡай тарафҡа юлдар алып китер,

Ҡайҙа һуғыр яҙмыш карабы?

Алда беҙҙе ниҙәр көтә икән?

Яҙмышыбыҙ аҡмы, ҡарамы?

 

Уҡытыусым, изге теләк менән

Һуңғы фатихаһын биргәндә,

Уйға ҡалам, эй, һин, өлкән дуҫым,

Булһаң ине, тим, гел эргәмдә.

 

Хуш, мәктәбем – ҡыңғыраулы донъям,

Хәтирәләр булып ҡалаһың.

Күкрәп сәскә атҡан май айында

Киләсәккә юлым аламын!

 

 

Илерткес мәл

 

Бары бер һүҙ етте, йөрәгемде

Сихри ептәр менән сорнаның.

Ни булғандыр, әммә ул турала

Һинән мин бит һорап торманым.

Күҙҙәрең йылмая,

Йөҙкәйең нур ҡоя.

Йөрәгең тибешен,

Аңла һин, мин тоям!

Гүйә ваҡыт үҙе туҡтап ҡалды

Беҙҙең өсөн бары бер минут.

Ләкин шул да етте ҡабыҙырға

Йөрәктәрҙә һүнмәҫ һөйөү-ут.

Ғашиҡтар, ышандым,

Телһеҙ ҙә һөйләшә.

Ашыҡма, сабыр ит —

Йөрәктәр серләшә.

Сәғәт теле һанай минуттарҙы,

Һауаларҙа йондоҙ ҡабына.

Йылдар үткәс ошо илерткес мәл

Ҡабатланһын ине тағы ла.

Бәхеткә төрөнөп,

Атҡанда алһыу таң,

Һандуғас сутылдай —

Яратам, яратам!

 

 

Аҫыл өлгө

 

Бала сағың шатлыҡтарын, әсәй,

Һуғыш ғәрәсәте ялмаған.

Иле өсөн халҡың ут йотҡанда

Ғәмһеҙлеккә урын ҡалмаған.

 

Ҡараңғынан ҡараңғыға тиклем

Хеҙмәт менән үткән йәшлегең.

Ун алтыла ҡайны-ҡәйнәң өсөн

Төшкәнһең һин, булып йәш килен.

 

Ҙур ғаиләлә еңел булмағандыр

Ярауҙары мыжыҡ ҡәйнәгә,

Билде биштән быуып, түҙгәнһеңдер,

Туймайынса ҡай саҡ сәйгә лә.

 

Йөрәккәйең нисек ярылмаған

Биш балаңды гүргә һалғанда,

Әллә ялғыш, әллә яҙмыш менән

Йортһоҙ-ниһеҙ тороп ҡалғанда.

 

Ғорур башың ләкин эймәгәнһең,

Өмөт менән типкән йөрәгең.

Сабырлыҡты, әсәй, Хоҙай һиңә

Йәлләмәйсә биргән, күрәһең.

 

Тырышлығың тыуған йортобоҙға

Өр-яңынан ырыҫ-ҡот һалған.

Етем ҡалған ҡәйнеш-бикәстәрең

Һинең усағыңдан ут алған.

 

Рәхмәт, әсәй, ҡалған өс балаңды

Ел-ямғырһыҙ ғына үҫтерҙең,

Әсә наҙын, әсә мөхәббәтен

Ейәндәреңә лә еткерҙең.

 

Изгелектең аҫыл өлгөләрен

Күрҙек, әсәй, һинең йөҙөңдә.

Ауырлыҡтар килһә алдыбыҙға,

Һағынабыҙ һине бөгөн дә…

Һин йәшәйһең беҙҙең күңелдә!

 

 

“...Ҡайғы бирһәң, йәшлектә бир —

Уйнап-көлөп тә үтә...”

Йырҙан.

Көҫәмәйек ҡайғы

Балалыҡтан сығып бөтмәҫ элек

Аҙ эсмәнем ҡайғы һурпаһын.

Хәсрәт пәрҙәләрен йырта-йырта,

Әле ҡыуам ғүмерем уртаһын.

 

Уйнап-көлөп кенә уҙмай ҡайғы,

Юйылмаҫлыҡ эҙҙәр ҡалдыра,

Боҙло һыуҙарында туңдыра ла,

Тамуҡ уттарында яндыра.

 

Көҙгө япраҡ ише һарғаяһың

Йөрәгеңде өткән һағыштан.

Ҡайғы бит ул һәр саҡ парлы йөрөй,

Юғалтыуҙар күберәк табыштан.

 

Уҫалдарҙы йыуашайта ҡайғы,

Йыуаштарҙан яһай яһилды,

Тауыш-тынһыҙ ғына баҫа ала

Йәш йөрәктә ҡупҡан дауылды.

Ҡайғы бирһәң, йәшлектә бир, тиеү

Ҡайғы күрмәгәндәр һүҙе ул.

Уйнап-көлөп кенә ҡайғы кисеү,

Йә, ҡолаҡҡа ятыр һүҙме ул?

 

Йәшлектә ни, ҡартлыҡта ни ҡайғы –

Бәғер итен телгән сей яра.

Ҡайғы еле утһыҙ ялҡын кеүек,

Шәүләһе лә уның сөм-ҡара.

 

Ҡайғыларҙы берүк көҫәмәйек,

Килер булһа, килер, көттөрмәҫ.

Тик шуныһы – йәне бар кешеләр

Уйнап-көлөп уны үткәрмәҫ...

 

Бары алда

Әле йырланмаған йырымһың һин,

Асылмаған серле китабым,

Өҙөлөп тә көткән шатлыҡ ҡынам,

Аңға һыймаҫ татлы ғазабым.

 

Алда әле беҙ йәшәйһе йылдар,

Беҙ күрәһе көндәр тыумаған,

Беҙ үтәһе ғүмер юлдарына

Ваҡыт туҙандары ҡунмаған.

 

 

Бары алда, әммә ғүмеребеҙҙең

Килеп еткәнбеҙ бит йәйенә,

Аймылышлы юлдар ҡушылғансы

Һуңлағанбыҙ “кәкүк сәйе”нә.

 

Йәйҙәре лә матур фанилыҡтың,

Үкенмәйек берүк үткәнгә.

Насип була бит ул оло бәхет

Ҡәҙерҙәрен белеп көткәнгә.

 

Йырҙарымдың иң-иң аҫылдарын

Бағышлармын бары үҙеңә.

Серле китап үҙе үк асылыр

Шатлыҡ менән баҡһам күҙеңә.

 

Ҡыуанайыҡ, беҙ мәңгегә бергә,

Онотолһон үткән яңғыҙлыҡ.

Гөл-сәскәле булыр тормошобоҙ,

Яһамаһаҡ әгәр аңһыҙлыҡ.

 

***

“На битой дорожке цветы не растут...”

 

Тапанды ла ерҙә сәскә үҫмәй,

Тапатмайыҡ күңел туғайын.

Намыҫ гөлө бер имгәнде иһә

Ҡабат терелмәйҙер, моғайын.

 

Ҡунаҡ ҡынабыҙ бит был донъяла,

Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек,

Күрше баҡсаһына таш атмайса

Изге орлоҡ ҡына сәсәйек.

 

Яман уйҙар, яуыз боҙоҡлоҡтар

Урап үтһен ине зиһенде,

Тормош әшәкеһе бер көн һине

Юлдан яҙҙырмаҫ та тиһеңме?!

 

Эй, кешеләр, намыҫ, выжданығыҙ

Тапанды ла ерҙә ҡалмаһын,

Абайһыҙҙан ҡылған ҡылығығыҙ

Ғүмерлеккә утҡа һалмаһын...

Кәләшкә

Ҡыҙҙар күрһәм, ымһынамын,

Уларға мин тартыламын.

Үтһәм дә ғүмер уртаһын,

Елбәҙәк булып ҡалғанмын.

Ғәйебем ҙур, әммә, йәнем,

Аңлай белеп кенә тыңла:

Башҡаларға ымһынһам да

Күңелем бит һинең янда!

Һинең менән генә тоям

Рәхәттәрен был донъяның.

Хаҡ яҙған оло бәхетем —

Әл дә әле һин тыуғанһың!

Күҙҙәреңә бер ҡараһам,

Бәйһеҙләнгән уйҙар ҡаса.

Ирендәрең тәме менән

Ярһыу тойғоларым баҫам!

Гел һөйөшөп йәшәп булмай,

Булыр үпкәләшкән саҡтар.

Ләкин бел һин — арабыҙға

Ҡотҡо һала алмаҫ яттар!

Һинең өсөн йән атыусы

Яндарыңда әле мин бар!

 

 

Һин һәм мин

Ҡауыштыҡ беҙ ҡабат айырылмаҫҡа,

Юлдарыбыҙ бергә үрелгән,

Тормошобоҙ һөйөү гөлдәренең

Алһыу сәскәһенә төрөнгән.

Һин һәм мин — бер бөтөн,

Күңелдә сыңлай йыр.

Күр, ана, һөйөүгә

Ҡоштар ҙа һуҙа йыр.

Мөхәббәттең татып шәрбәттәрен

Ҡаршылайбыҙ алһыу таңдарҙы,

Күптән көткән бәхет шатлығынан

Томалатып зиһен-аңдарҙы.

Һин һәм мин — бер бөтөн,

Күңелдәр хыялый.

Ашҡынған йөрәктәр

Бер шаша, бер алйый.

Йылдар үтер, йәшлек артта ҡалыр,

Маңлайҙарға ятыр йыйырсыҡ.

Тик мөхәббәт мәңге һүрелмәһен

Һәм ҡалмаһын унан ҡыйырсыҡ.

Һин һәм мин — бер бөтөн,

Беҙ икәү гел бергә.

Иҫ киткес был мәлдәр

Һаҡланһын ғүмергә!

Өлөшөмә төшкән көмөшөм

(Йыр)

 

Нисәнсегә ҡаршылайбыҙ бергә

Ярһып-шашып килгән яҙҙарҙы.

Мөхәббәтле яҙҙа бүләк итәм

Һиңә булған һөйөү-наҙҙарҙы.

 

Алтын-көмөш бүләк италмайым,

Бар байлығым – күңел йылыһы.

Миңә ҡалһа, бүләктәрҙең шунан

Булмайҙыр ул ҡиммәт, олоһо.

 

Өлөшөмә төшкән көмөшөм һин,

Төн пәрҙәһен йыртыр шәм-сыраҡ.

Һинең менән генә мин бәхетле,

Һинең менән донъям нурлыраҡ.

 

Имен-аман бергә көн итәйек,

Ҡыуандырмай ғына дошманды.

Йәшәү ауыр, тиеп, теҙ сүкмәйек,

Юғалтмайыҡ берүк иманды.

 

 

Һәр саҡ яҙҙа ҡалам...

 

Ҡолаҡ осон семеттереп ала

Әсе еле ғинуар айының.

Ҡояш та бит, ана, өшөгәндәй,

Хәлһеҙләнеп кенә байыны.

 

Ғүмеремдең ҡырҡ бишенсе ҡышы…

Әҙме булды ыжғыр бурандар?!

Әйтерһең дә улар мин тыуғанды,

Ҡарауыллап, көтөп торғандар.

 

Күпме күҙәттем мин бурандарҙа

Бурап-бурап көрттәр һалғанын,

Йылға-күлде, инеш-шишмәләрҙе

Боҙ-юрғандар ҡаплап алғанын.

 

Ҡыш айында тыуһам да мин, мәгәр,

Күңелкәйем һис тә туң түгел.

Ҡар аҫтында сәскә үҫтерергә

Көҙ ҙә, ҡыш та миңә һуң түгел.

 

Йылыһынан йомарт күңелемдең

Һәммәгеҙгә өлөш сығарам,

Кем ярҙамға мохтаж — яҙмыш атын

Уға бороп, шунда туғарам.

 

Үкенмәмен, өшәнгән юлсыға

Була алһам йылы бер мейес,

Теләгем бер – уның ут йылыһы

Һәр кемгә лә етергә тейеш.

 

Ҡыш айында тыуҙым, ә үҙемде

Сыуаҡ яҙҙа кеүек хис итәм.

Тормошта ла туң йөрәкте түгел,

Үҙем ишеләрҙе иш итәм.

 

 

Әл дә һин бар

Ҡыҙ сафлығың менән килмәһәң дә,

Өлөшөмә төшкән көмөшһөң,

Көҙгө елдәр сәскә сал һипкәндә

Һуңлап ҡына өҙгән емешһең.

 

Ҡуҙрап ҡына янған усаҡ ише,

Көйрәгәндә һағыш-моңдарҙан,

Ҡот бирергә килгән фәрештәләй,

Етәкләнең изге юлдарҙан.

 

Рәхмәт һиңә, бәғрем, тормошомда

Осрағаның өсөн ҡыуанам.

Яндарымда, йәнем, әл дә һин бар,

Һиңә ҡарап, көс һәм нур алам.

 

Һәр көн иртән һыҙылып таң атҡанда

Доға ҡылам һиңә, улыма.

Етһәк инек, тием, имен-аман

Ғүмеребеҙҙең алтын туйына,

Хоҙай ҡеүәт бирһен уйыма!

Мин бәхетле...

Мин кем инем, һалҡын усаҡтағы

Һүнеп кенә барған сыраҡмы?

Ғүмер ебем керештәй тартылып,

Һайламдарға ҡалған уҙаҡмы?

Баш осомда Ғазрайыл фәрештә

Болғағанда әжәл ҡылысын,

Үкенестән күҙгә йәшем тулды,

Шулмы, тиеп, Хоҙам, юл осом?

Тәғәм ризыҡ, тамсы һыу ҡапмайса,

Тығылғанда йәнем алҡымға,

Берсә туңдым, берсә барып индем

Тынды ҡурыр зәһәр ялҡынға.

Рәхмәт, Аллам, ҡабул иттең, буғай,

Алҡынып та әйткән теләгем:

Көтөп алған һөйөклө улымдың

Егет сағын килә күрәһем!!!

Рәхмәт инде ғәзиз ағайыма —

Ағайлығын асыҡ күрһәтте,

Донъяларҙан тамам төңөлгәндә

Бирешмәҫкә һаман өйрәтте.

Күҙ йәштәрен йотоп күкрәгенә,

Һөйгән йәрем торҙо янымда,

Һындыртманы яҙмыш һынауына —

Бурыслымын уның алдында.

Ғүмер ебен ҡабат ялғай алған

Табиптарға ни һуң әйтәйем?

Тик уларға арнап һәм бағышлап,

Аллаһынан сауап көтәйем.

Хәл өҫтөндә саҡта асыҡ тойҙом

Дуҫтарымдың бик күп булғанын

Һәм күрҙем мин яһил дошмандарҙың

Үслек менән көлөп торғанын.

Мин кем инем? Эйе, кемдер өсөн

Яра булдым йөрәк һыҙлатыр.

...Ә кемдер берәү мәкерле һүҙ әйтте

Уҙған яраларым ҡуҙғатып.

Мин бәхетле, бөгөн мин йәшәйем,

Һәр яңы көн миңә ҡәҙерле!

Һәм шуларҙың мин барыһы өсөн

Үлеп терелергә әҙермен...

Мин бәхетле!!!

Илкәйем

Йырҙарым ирекле,

Көндәрем күрекле,

Илкәйем, тик һинең ҡосаҡта.

Йылдарым ырыҫлы,

Юлдарым уңышлы,

Һүрелмәҫ ут яна усаҡта.

 

Бәхеткә төрөнөп,

Барына һөйөнөп,

Тиң йәшәй еремдә халыҡтар.

Үҙебеҙ ишлебеҙ,

Татыубыҙ, көслөбөҙ,

Даръялай эркелә шатлыҡтар.

 

Яҡшыға ынтылып,

Юҡты ла бар ҡылып,

Атлайбыҙ киләһе йылдарға.

Күңелдә моң булһын,

Эшебеҙ уң булһын,

Нур тулһын беҙ барыр юлдарға.

 

 

Әлмөхәмәт

(Йыр)

 

Өләсәйем һиндә үҫкән,

Һиндә ҡалған бала сағы.

Туғайҙарың моңон һаҡлай,

Һиндә атҡан йәшлек таңы.

 

Әлмөхәмәт, Әлмөхәмәт —

Ата-бабам төйәккәйе.

Һиндә тыуған һәр балаңдың

Һин тип тибә йөрәккәйе.

 

Һаҡмарыңда битен йыуған

Сылтыратып сулпыларын.

Шуҡ тулҡындар отоп алған

Көмөш тәңкәләрҙең сыңын.

 

Шанлы йылдар шауҡымынан

Тау-урмандар ышыҡ булған,

Күпме ғүмерҙе ҡотҡарған

Аслыҡ йылды әтләк-йыуаң.

 

Ауыл тарихына шаһит

Өйкөм-өйкөм буш нигеҙҙәр.

Үткәндәрҙе Һыҡтай-һыҡтай

һағынып илай иҫкән елдәр.

 

Әлмөхәмәт, теләһәк тә

Терелмәҫһең инде ҡабат.

Һин белмәгән ейәндәрең

Йырҙар йырлай һиңә арнап.

Һай, Бәләбәй!

 

“Илһам шишмәләре”н тәмләр өсөн

Юлланабыҙ Бәләбәйҙәргә.

Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаштарҙың

Дуҫлыҡ ебен бергә бәйләргә.

 

Һәр йыл һайын, яҙ у



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-03-17 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: